+6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
27 Июнь 2025, 16:15

Берәҙәк. Хикәйә. Әмир Әминев.

Былар тышҡы ишектән ингәндә, халыҡ мәҙәниәт һарайы кафеһына йыйыла башлағайны. Әҡлимә уңайһыҙланды, ятһынды, барыһы ла уға, был кем, ниндәй бисә, юбилярға ниндәй мөнәсәбәте бар икән, тип ҡарай һымаҡ. Таныш-тонош була күрмәһен, кейемем дә ҡунаҡҡа йөрөр кейем түгел, кем белгән былай килеп сығырын, тип бөтөрөндө. Шуғамы, фойеға инеү менән бәҙрәфкә юлланды, йоҡа плащын сисеп, өҫ-башын рәтләп, сәсен тарап сыҡҡайны ғына, бына ғәжәп, балтырына бер йомшаҡ нәмә ҡағылды, дөрөҫөрәге, ниндәйҙер йөнтәҫ ғәләмәт һыпырылып үтте. Әҡлимә тертләп китте, «ой» тип ситкә тайшанды.

Берәҙәк. Хикәйә. Әмир Әминев.
Берәҙәк. Хикәйә. Әмир Әминев.

Һуңғы көндәрҙә күңеле болоҡһоп торғанға, һөйләшһәм-серләшһәм әҙерәк баҫылмаҫмы тип, Әҡлимә эшенән һуң тура әхирәте Мәүсиләгә барғайны, өйҙә булмай сыҡты. Алдан хәбәр итешмәгәс, кешене өйҙә тап итеүе ҡыйын шул инде. Һәр кемдең үҙ мәшәҡәте, йомош-юлы...

Үҙен үҙе битәрләп ҡайтып килешләй, бер төркөм халыҡтың мәҙәниәт һарайына табан боролоуына иғтибар итте. Былар ҡайҙа бара? Хәйер, «Горняк»ка боролалар, моғайын да, концерт- маҙар килгәндер, бөгөн шәмбе ләһә. Әҡлимәнең ундай сараларҙа күптән булғаны юҡ. Һис ваҡыт таба алмай – мәктәптәге эше үтә лә мәшәҡәтле шул.

Аҙымдарын әкренәйтә төшөп, мәҙәниәт йорто алдындағы майҙансыҡҡа еткәйне, кемдер һөрәнләп тә ебәрҙе:

– Әҡлимә, туҡта әле!

Бәй, үҙенә өндәшәләр түгелме һуң? Тауышы таныш та һымаҡ. Мәүсилә тиһәң? Ул бында нишләп йөрөһөн тағы? Улай тиһәң, төрлө концерт-фәләнгә, кисәләргә йөрөргә әүәҫ инде былай. Өйҙә юҡ, тимәк, ошонда килгән булып сыға. Мин шунда йыйынам, һин бармайһыңмы, тип шылтыратманы ла бит, исмаһам...

– Әхирәт, һин әллә минән киләһең инде? – Мәүсилә, мәҙәниәт һарайының баҫҡыстарынан йүгерә-атлай төшөп, Әҡлимә янына килеп тә етте.

– Һинән киләм шул, өйөң бикле. Ә кем белгән бындалығыңды? Һин бит әйтеп йөрөмәйһең.

– Ашығыс йомош-фәлән юҡтыр ҙаһа?

– Юҡ, һиңә йомош булһа ғына барырғамы ни? Һуңғы көндәрҙә ниңәлер эс бошоп тора, серләшеп алһам, тигәйнем дә.

– Әйҙә, как рас бушанырһың да, кәйефең дә күтәрелер. Әҡлим. – Мәүсилә, кәйефле сағында, ә бөгөн күренеп тора, ул ифрат шат, Әҡлимәнең исеменең һуңғы хәрефен әйтмәй һәм шул ҡылығынан үҙенә йәм таба. – Әйҙә, керәйек. Хәҙер банкет башлана.

– Ниндәй банкет?

– Иван Ивановичтың. Беҙҙең идаралыҡ начальнигы. Иллеһе тулды бит.

– Бәй, мин ни, саҡырылған ҡунаҡ түгел, нисек керәйем? Һинең ул начальнигыңды күргәнем дә юҡ. Ҡыуып сығарһа?

– Ҡыумаҫ. Уҫал булһа ла, ваҡ кеше түгел ул. Яҡын әхирәтем тиермен, вдруг ҡыҙыҡһына башлаһа. Һин – минең ҡунаҡ, бөттө-китте.

– Юҡ, әхирәт, килешмәҫ, кеше ашына төшкән тараҡан ише булаһым килмәй. Минең холоҡто беләһең.

– Һин гел шулай принципиаль булдың инде, – Мәүсилә Әҡлимәнең ҡулынан тотоп уҡ алды, әйтерһең дә, ҡасып китеүенән ҡурҡа. – Донъя һин уйлағандан күпкә ябайыраҡ ул, ҡатмарлаштырма, форсаттан файҙаланып ҡал. Хәҙер ҡайтаһың да ятаһың инде барыбер, йәки телевизорыңа текәләһең.

– Шулай инде, кис етте...

Мәүсилә менән һүҙ көрәштермә, көрәштерһәң, өҫкә сығырыңа өмөт итмә, әллә ниндәй дәлилдәр, миҫалдар килтереп, стенаға терәтеп ҡуясаҡ. Шуға ла Әҡлимә уның менән артабан да бәхәсләшеүҙе кәрәк тапманы, әсәһенә йәбешеп эйәргән бала шикелле, әхирәтенең артынан атларға мәжбүр булды... Өйөнә ҡайтһа ла, Мәүсилә әйтмешләй, әлеге эс бошоуынан арына алмаясаҡ барыбер – диванына ятһа ла, телевизорына текләһә лә, башында төрлө уй буталасаҡ.

Былар тышҡы ишектән ингәндә, халыҡ мәҙәниәт һарайы кафеһына йыйыла башлағайны. Әҡлимә уңайһыҙланды, ятһынды, барыһы ла уға, был кем, ниндәй бисә, юбилярға ниндәй мөнәсәбәте бар икән, тип ҡарай һымаҡ. Таныш-тонош була күрмәһен, кейемем дә ҡунаҡҡа йөрөр кейем түгел, кем белгән былай килеп сығырын, тип бөтөрөндө. Шуғамы, фойеға инеү менән бәҙрәфкә юлланды, йоҡа плащын сисеп, өҫ-башын рәтләп, сәсен тарап сыҡҡайны ғына, бына ғәжәп, балтырына бер йомшаҡ нәмә ҡағылды, дөрөҫөрәге, ниндәйҙер йөнтәҫ ғәләмәт һыпырылып үтте. Әҡлимә тертләп китте, «ой» тип ситкә тайшанды.

Ҡараһа – эт! Оҙон ялбыр йөнлө, маңлайындағы өлпәйе хатта күҙҙәрен дә ҡаплай яҙған, нәҙек һонтор аяҡлы, осло томшоҡло был йән эйәһенең фойеға инеүенә һәм кешеләр араһында былай иркен йөрөүенә берсә аптыраны, берсә йәне көйҙө. Кем үткәргән, кемдең эте? Берәҙәкме, әллә бында эшләгән берәйһенекеме йәки ҡунаҡтыҡымы? Эт уңарсы аҡыллы ҡарашын Әҡлимәгә төбәгән дә, аяғына ҡағылыуына ғәфү үтенгәндәй, ҡойроғон болғап тора, етмәһә, сыйнап-сыйнап та ҡуя, әйтерһең, нимәлер әйтергә теләй.

Ҡунаҡтар «П» хәрефенә оҡшатып теҙелгән өҫтәлдәр артына ултырыша башланы. Хәрефтең бер таяғы яғына йыуан-йыуан туғандары, икенсе яғына һауалы коллегалары, дуҫтары, төрлө тарафтан килгән сыбар ҡунаҡтар ултырҙы, музыканттар инструменттары менән ишек төбөнәрәк урынлашты, хәрефтең өҫкә яғында, йәғни иң түрҙә – боролмаҫ бәләкәй башлы, уҡлау кеүек төҙ һәм ҡаҡса бисәһе, улы, ҡыҙы йәки ҡыҙы менән кейәүелер, һәм үҙе. Йәш кенә бер буйсан егет шулай һәр береһен урындарға төртөп ултыртып сыҡты.

Мәүсилә, Әҡлимә дуҫтар, коллегалар ултырған яҡтан, ишек төбөндәрәк урынлашты, дөрөҫөрәге, улар биҙәнеп-төҙәнеп, ҡул сайып, Мәүсиләнең таныштары, әллә кемдәр менән күрешеп-һөйләшеп йөрөгән арала шунан ғына урын ҡалғайны. Хәйер, икеһе лә үпкәсел түгел – Мәүсилә ошо һарайҙа эшләй, халыҡ театры хорында йырлай, хужаларҙың береһе тигәндәй, ә Әҡлимә уның ҡунағы, осраҡлы рәүештә килеп ингән сит-ят кеше. Анау берәҙәк эт һымаҡ. Шулай икән, нишләп түргә ултыртманығыҙ, тип дәғүәләшеп йөрөй алмайҙар.

Мәжлесте алып барыусы – кешеләрҙе ултыртып йөрөгән әлеге буйсан егет – ҡунаҡтарға тынысланырға ҡушты, зал белһә лә, бөгөн ошонда йыйылыуҙарының сәбәбен әйтте, шул айҡанлы баш ҡаланан, республиканың төрлө ҡала, райондарынан шөһрәтле ҡунаҡтар килеүен билдәләне, улар менән үҙҙәренә һүҙ биргәндә таныштырырмын тине, шунан ҡала етәкселәренә, бындағыларға рәхмәт әйтеп, тәүге тосты юбиляр һаулығына күтәрергә тәҡдим итте. Барыһы ла аяғөҫтө баҫып, эсеп ҡуйҙылар. Әҡлимә лә рюмкаһын күтәреп, бер йотайым тигәйне, балтырына йәнә баяғы эт ҡағылды, әйтерһең дә, ниәтен өнәмәне. Әҡлимә тертләп китте, сөнки залдағы дөйөм күтәренкелек, шау-шыу, хәбәр арҡаһында эт хаҡында онотоп та өлгөргәйне – рюмкаһын саҡ төшөрөп ебәрмәне, йығыла яҙған еренән ярай ҙа Мәүсиләгә таянып өлгөрҙө. Бәй, ул эт һаман бында йөрөй икән дә, нишләп сығарып ебәрмәйҙәр, тип уйланы үҙе, тамам аптырашта ҡалып, хәҙер ул хайуан мәжлес бөткәнсе шулай аяҡ араһында буталып йөрөргә тейеш буламы инде?

Ә мәжлес дауам итте. Төҙөлөш идаралығы начальнигын бер-бер артлы ҡала етәкселеге, коллегалары, дуҫтары, предприятиелар, ойошмалар вәкилдәре, туған-тыумасалары ҡотланы, тост тәҡдим итте, теләктәр теләне, бүләктәр тапшырҙы. Иң шәп етәксегә, иң шәп кешегә, иң шәп дуҫҡа, иң шәп ғаилә башлығына әйләнде лә ҡуйҙы юбиляр. Тәүҙә барыһын да тыныс, хатта ҡыйынһыныбыраҡ тыңлаған был кеше яйлап иҫерә, тауышлыраҡ була барҙы, ҡотлаған кешеһенә ҡарап йөҙ-ҡиәфәте үҙгәрҙе, һөйләгәндәрҙе бүлдерҙе, үҙе ҡушылғылап китте, ҡулдарын һелтәне. Маҡтап тамам боҙҙолар, тип уйланы Әҡлимә, был ҡалҡыу, килешле генә йомро кәүҙәле, башы пеләшләнә башлаған, ҡымтыҡ иренле, төпкә ныҡ ултыртылған бәләкәй күҙле етәксе тәүҙә аҡыллы ғына күренгәйне, ҡылана башлағас, унан да бигерәк, командировкаһынан ҡапыл ҡайтып төшкән ирҙең бисәһен һөйәре менән тотоуы һымаҡ оятһыҙ анекдоттар һөйләргә керешкәс, тәүге уйынан һүрелде, эске мәжлесенә күсә барған банкет оҡшамай башланы. Етмәһә, һүҙ алған һәр ҡайһыһы ялағайлана, барып ҡосаҡлай, хатта ҡулынан үбергә лә тартынмай. Да-а, тип уйланы Әҡлимә, ирҙәр ваҡланды, эсһәләр, нимә һөйләгәндәрен, нимә ҡыланғандарын белмәй. Мәжлесте киноға төшөр ҙә, иртәгә барыһына ла күрһәт ине. Үҙҙәрен маймыл рәүешендә күреп, тамам аптырарҙар йәки танымаҫҡа тырышырҙар ине, моғайын. Ошоға тиклем бергә йәшәй алһалар, уның ире лә шундай булыр инеме икән?

Ҡунаҡтағы мөхиттән бигерәк, Әҡлимәне тағы нимәлер борсой. Нимә икәнен дә белмәй үҙе. Күңеле тынысһыҙлана, шомлана бара, сөнки теге эт әленән-әле аяғына ҡағылып үтә. Эт башҡаларҙы борсомай ҙа шикелле – берәйһенә ҡағылһа, күптән йә ҡысҡырыр, йә эйелеп, өҫтәл аҫтынан эҙләп маташыр ине. Барыһы ла байрам итә, эсә, ашай, бер ҡайғыһыҙ күршеһе менән әңгәмәләшә. Мәүсиләгә әйткәс, тегеһе, берәй ир-ат аяғыңа төртәлер, ниндәй эт йөрөһөн, тип кенә ҡуйҙы. Иң ғәжәбе шул: аяғына эт ҡағылғандан бирле Әҡлимә кемдеңдер иғтибарлы ҡарашын тоя башланы, кемдер уны диҡҡәт менән күҙәтә һымаҡ. Ул ҡараш баштар аша ҡарай, ҡай саҡ ҡаршыһында ултырған күршеләрендә лә сағыла төҫлө, әммә һикергән-шаярған ҡояш нурын тота алмаған һымаҡ, әлеге ҡарашты һис тота алмай. Асыҡҡандыр, ашаһа, бәлки, артабан борсомаҫ, тип, Әҡлимә өҫтәлдән алып эткә ит, колбаса киҫәктәре лә һалып ҡараны, балтырына ышҡылыу, аяғына баҫыу барыбер ҙә туҡтаманы. Эт, күрәһең, ас түгел, һәр хәлдә, Әҡлимә уның ашағанын, йәки аяғы аҫтына һалған ризыҡтарҙы алып киткәнен шәйләмәне. Баяғы ҡараш та туҡтаманы...

Ниһайәт, тәнәфес иғлан иттеләр. Музыка уйнай башланы. Халыҡ эркелешеп бейергә төштө. Әҡлимә лә, түҙемһеҙләнеп, урынынан ҡуҙғалды. Фойеға сығып йөрөп ингәйне, мәжлесте алып барыусы буйсан егет бейергә саҡырҙы. Еңел һөйәкле тамада менән өйөрөлөүе күңелле ине, күптән былай кинәнеп әйләнгәне юҡ. Тик бына бәлә, теге һынсыл ҡараш уны бында ла эҙәрлекләүен дауам итте! Һөҙөмтәлә, Әҡлимә йәнә шомға батты, хәрәкәттәрен яңылыштырҙы. Тирә-яҡ шау-гөр, бар ғәм онотолоп байрам итә, маймыл урынына ҡылана, әтәс булып ҡысҡыра, бер Әҡлимә генә ҡара тиргә батып ошо ҡараш әсирлегендә яфа сигә, әйтерһең дә, күҙенә төшкән сүп. Юҡ, сүп түгел, сибек кәүҙәһен ҡоршап быуырға тырышҡан быуар йылан. Мөләйем йәш егеттең нимә һөйләгәнен дә аңламай Әҡлимә, һорауҙарына ла арҡыс-торҡос яуап бирә, аяҡтарына баҫа, тубыҡтарына тубығын бәрә...

Бәхетенә, талғын көй бейеү көйөнә алышынды һәм ҡунаҡтарҙың күбеһе айырым да, күмәкләшеп тә һикерәнләп бейергә кереште. Әҡлимә тиҙерәк урынына ашыҡты – уның бүтәнсә бейегеһе килмәй ине. Ҡайтайыҡмы әллә, тигәйне Мәүсиләгә, ул өндәшмәне, ишетмәмешкә һалышып, арҡаһын ҡуйҙы ла ултырҙы. Тәүҙәрәк әхирәтенең турһайыуын аңламағайны, яйлап төшөндө – сәбәбе мәжлесте алып барған егет менән бейергә төшә алмағанына икән, әйтерһең, Әҡлимә ул егетте үҙе саҡырған.

Ә эйәһе күҙгә күренмәҫ ҡараш һаман уны ҡармауын белде. Быраулай ғына, тора-бара хатта физик тойомлауға, күҙҙәренең ауыртыуына тиклем барып етте. Һәм Әҡлимә был шау-шыуҙан, идаралыҡ начальнигын самаһыҙ маҡтауҙан, ҡунаҡтарҙың ялағайланыуынан, осһоҙ шаярыуҙарҙан, оятһыҙ анекдоттарҙан тамам ялҡып, арып, етмәһә, Мәүсиләнең һаман үсегеп ултырыуынан (ә иртәгә иртүк, араларында бер нәмә булмағандай, үҙе килеп инәсәк) йәне көйөп, ҡуҙғалырға булды. Әхирәтенә, ярай, мин ҡайттым, һау бул, тигәйне, уныһы ҡоро ғына ҡул һелтәне, йәнәһе, үҙең ҡара, мин ҡуҙғалмайым әле. Теге буйсан йәш егеттең дә, урынынан ҡубып, бейеүселәр араһынан сығыуға йүнәлеүен шәйләне Әҡлимә, шуға ла, ҡабаланып, бәҙрәфкә инеп китте. Шул ғына етмәгәйне, йәшһең әле, улынан саҡ ҡына олораҡтыр, бейергә теләһәң, ана, Мәүсиләне саҡыр, бик тә теләй ине, юҡһа, арттан шайлап килеп сығыуы бар, тип көлөмһөрәне үҙе эстән генә. Юрамал оҙаҡ ҡына тотҡарланып торҙо, сыҡҡанда, тәтәй егет фойела юҡ ине. Көтөп көтөк булған да кергәндер – мәжлесте алып барыусыға оҙаҡ юғалырға ярамай. Урамға сыҡҡанда эттең йәнә үҙенә эйәргәнен шәйләне. Бәй, был һаман эстә йөрөгән, имеш, әллә өҫтәл аҫтында ғына ултырҙымы, береһе лә күрмәне-шәйләмәне, ахыры, тип уйланы. Ә үҙенең сығыуына шат ине, алдараҡ ҡуҙғалғанда ла яраған икән, бөтөнләй сит-ят кешеләр араһында кис буйы ултырсәле! Иң мөһиме, бында, урамда, уны быраулаған теге ҡараш юҡ булды!

Әҡлимә, мәҙәниәт йорто майҙансығын үтеп, тротуарға төштө. Көҙгө кис, дөрөҫөрәге, хәҙер инде төнгә ауыша барған кис, ярайһы уҡ һалҡынса. Әле генә йәй ине, көҙ ҙә ишек ҡаға, ҡышы ла оҙаҡламаҫ. Ғүмер үтә... Ә ҡыш – Әҡлимәнең иң яратмаған миҙгеле. Мәктәптә уҡыған сағында саңғы ярышында соҡорға йығылып аяғын ҡаймыҡтырғайны, шунан бирле күрә алмай. Ҡыш буйы, яҙға тиклем тигәндәй, больницала ятты ла ҡуйҙы шул. Эй, оҙаҡ, йыл буйы ятҡан һымаҡ булды, ялҡты, арыны, йонсоно... Әллә ошоно иҫенә төшөрөүҙән, әллә турһайған әхирәтен уйлауҙан күңеле кителде, хәйер, бына нисә көн инде кәйефе бөтөн түгел. Ошо оҙайлы халәттән ҡотолор өсөн ул ауыҙ эсенән генә көйләп бара башланы... Оҙаҡламай уйынан егет тә китте, Мәүсилә лә, мәжлес тә. Уларҙы ире менән айырылышҡандан һуң башланған ҡуңалтаҡ яңғыҙ тормошо, улы, уның киләсәге өсөн борсолоу алыштырҙы. Үҙе көйләй, үҙе илай...

– Ә һин йырла, ихластан йырла.

Әҡлимә тертләп китте, уйҙары таралып осто, йәлп итеп артына боролдо. Тик унда бер кем дә юҡ. Хәйер, бар, баяғы эт һаман эйәреп килә, имеш. Шул эт өндәшмәгәндер бит инде? Юҡтыр, булыуы мөмкин түгел. Улайһа, кем? Тирә-яҡта берәү ҙә юҡ, әммә тауыш, ҡарлыҡҡаныраҡ, тамаҡ төбө менән әйтелгән һүҙҙәр ап-асыҡ яңғыраны лаһа? Һаташа башланымы Әҡлимә, ҡолағына ишетеләме, галлюцинациямы?.. Тәне зымбырҙап китте, һыу өҫтөнән йүгергән ел һымаҡ, елкәһенән алып аяҡтарының бармаҡ остарына тиклем һалҡын, өшөткәс тулҡын йүгереп үтте, башындағы сәс төптәрен нимәлер йырмыслаған кеүек тойолдо. Әҡлимә туҡтаны, асылда атлай алмаҫлыҡ хәлгә килде. Әллә йүгереп ҡарарғамы? Тауыштан йүгереп ҡасып буламы һуң? Туҡта, ни бысағыма анау эт һаман темеҫкенеп эйәрә? Тегендә йәненә тейеүе етмәгән, хәҙер бында, ҡала урамында ла, артынан ҡалмай. Дегәнәк һымаҡ ҡалай йәбешкәк бер хайуан булып сыҡты. Әүернәме әллә? Аллам, ярҙам ит, арала был мәхшәрҙән!..

Эт артына ултырҙы ла күҙҙәрен Әҡлимәгә текләне. Бына мөғжизә, бағана башындағы фонарҙан төшкән һүрән яҡтылыҡта Әҡлимә үҙен мәҙәниәт йортонда эҙәрләгән ҡарашты таныны! Эйе, шул уҡ һынсыл, шиксел ҡараш! Тимәк, ошо эт кис буйы шунда булған һәм уны күҙәткән! Ә бит был ҡарашты Әҡлимә бөгөн беренсегә генә күрмәй, быға тиклем дә ваҡыт-ваҡыт күҙе алдында пәйҙә булып ала торғайны, бигерәк тә әлеге шикелле уйлы, борсоулы мәлдәрендә...

– Кит, ҡайҙан килгәнһең, шунда кит! Нимәгә эҙәрлекләйһең мине?

Әҡлимә тәүҙә аяҡ, ҡулдары менән һелтәнеп әйтеп ҡараны, теге урынынан ҡуҙғалмағас, сумкаһы менән киҙәнде. Тик эт томшоғо осонда уйнаған ҡулға ла, сумкаға ла иҫе китмәне, серәшеп ултыра бирҙе. Ә һуғырға Әҡлимә ҡурҡа ине. Табандарын ерҙән саҡ ҡуптарып алып (төштәге кеүек?), алпан-толпан – ҡото алыныуҙан нисек йүгерергә икәнен дә онотто, дөрөҫөрәге, булдыра алманы – атлап китте. Тиҙ үк бышлыҡты, арыны, әйтерһең дә, ике аяғына ла гер аҫҡандар, һәм, тамам хәлһеҙләнеп, туҡтарға мәжбүр булды. Эйе, йығылһам, өҙгәләп ташлар, тип ҡурҡты. Туҡтап, артына боролһа, эт баяғы һымаҡ йәнә янында ултыра! Өйөнә ара байтаҡ, нисек тә ҡайтып йығылырға ине – һәм ул, нимә булһа ла була инде, тигән ҡарарға килеп, йәнә ҡуҙғалды. Был юлы көйләмәне – ҡурҡыу тойғоһо алҡымынан алғайны.

– Йырла, мин һинең йырлауыңды теләйем.

Тауыш йәнә ҡабатланды, был юлы нисектер өҫтән, бейек өйҙәр араһынан, килде. Килде лә, таш өйҙәргә ҡаҡлығып, тирә-яҡҡа шаңдау булып таралды. Был юлы тауыш, тәүгеһе менән сағыштырғанда, ҡатыраҡ та, талапсаныраҡ та ине. Тимәк, тыңламай булмай, буйһоноуҙан башҡа сара юҡ.

– Ә һин кем һуң? – тип һораны Әҡлимә, телен саҡ әйләндереп. Үҙе һаман артына әйләнеп ҡарарға ҡурҡты.

Башын яртылаш артҡа бороп, ҡолаҡтарын ҡарпайтып атлаһа ла, һорауына яуап булманы. Байтаҡ ваҡыт үткәс, теге тауыш үтенесен ҡабатланы. Һәм Әҡлимә йырламай ҡотола алмағанын аңланы. Ә ҡайһы йырҙы йырларға һуң? Үҙен йырсы итеп хисапламай ул, әммә кәйефе төшкәндә әлеге ише мөңгөрҙәй – моңо ла, тауышы ла самалы, ҡолағына айыу баҫҡан. Мәгәр мәктәптә үткән байрам сараларында ҡатнаша, дуҫтары, әхирәттәре йыйылған саҡта йырлатмай ҡалмайҙар, тауышың көслө булмаһа ла, эске моңоң бар, йөрәгең йырлай һинең, тип маҡтаған булалар. Ышанмай уларға Әҡлимә, үҙем беләм, һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтыраһығыҙ, тип мәрәкәләй. Шулай ҙа нимәне йырларға икән? Был талапсан тауыш дуҫтыҡы ла, әхирәттеке лә түгел, унан мәрәкәләп кенә ҡотолоп булмаҫ.

– Йә, көтәм.

Уйҙарына уралып яй ғына атлаған Әҡлимә тимер сыңы кеүек яңғыраған тауышҡа һиҫкәнеп ҡуйҙы, күкрәгенә ҡыҫып тотоп килгән сумкаһын саҡ төшөрөп ебәрмәне.

– Нимәне йырлайым һуң?

– «Рамай» ҙы.

Быны ишетеү менән Әҡлимә аһ итте, ҡапыл ғына күңелендә яралған шигенә үҙе ышанманы. Эйе, иренең яратҡан йырын һорай ине был тауыш. Ә күңелендә яралған шиге асыҡлана төштө: эт менән уның күптән сығып киткән ире араһында ниндәйҙер бәйләнеш, оҡшашлыҡ, хатта уртаҡлыҡ бар һымаҡ... Беренсенән, кафелағы ҡараш хас уныҡы ине, икенсенән, һөйләшеүе лә бик тартым, өсөнсөнән, яратҡан йыры «Рамай»... Харис бынау эткә әйләнмәгәндер ҙә инде? Улай булыуы мөмкин түгел, сөнки улай һис була алмай...

Төнгә ҡаршы берәү моңло итеп, Рамай,

Айырылышыу көйөн йырланы,

Тынға ҡалды урман буйҙары ла, Рамай,

Шишмәләр ҙә аҡмай тыңланы.

Китәм инде, иркәм,

Мин йыраҡҡа, Рамай,

Һөйгән йәрем, һинән айырылып,

Мине һағынғанда бер ҡарарһың, Рамай,

Киткән юлдарыма ҡайырылып...

Артабан дауам итмәне Әҡлимә, итә алманы, күҙ йәштәренә быуылды, алҡымын нимәлер көйҙөрҙө, һуңғы бер нисә көндәге уй-кисерештәренең, борсолоуҙарының, эс бошоуҙарының сәбәбе бөгөнгө ошо ваҡиғаларға булғанына төшөндө. Төшөндө лә, ихтыярын юйып, ваҡиғалар төйөнөнөң сиселешен көттө. Эйе, әлегә бөтмәгән, тамамланмаған, әммә юғары тиҙлектә асыҡланыр йүнәлешендә хәрәкәт итә был хәл... Әҡлимә тамам ғажиз булып, һулҡылдай-һулҡылдай беренсе осраған эскәмйәгә сүгәләне. Бөтә тәне ҡалтырай, йөрәге күкрәген йыртып сығып бара. Сүгәләне лә күҙҙәрен йомоп башын эйҙе – нимә булһа ла булыр, ул бөтәһенә лә әҙер...

Тирә-йүн тып-тын. Ҡала йоҡлай. Ҡалала ғына түгел, бөтә ер шарында бер тере йән эйәһе юҡ һымаҡ. Әлбиттә, улай түгел, һирәк-һаяҡ еңел машина үтеп китә, ҡайҙалыр һөйләшкән, хатта көлөшкән тауыштар ишетелә, ишек ябыла, эт өрөп ҡуя, бесәй сыйылдай, ниндәйҙер ҡош тауыш бирә. Тормош бара, ләкин Әҡлимә быларҙың береһен дә ишетмәй, күрмәй, ҡолағы һаңғырау, күҙҙәре һуҡыр, уның бөтә уйы, иғтибары әлеге эттә, йыр талап иткән тауышта.

Байтаҡ шулай ултырғас, ошо ҡолаҡ сыңлатҡыс тынлыҡты ярып йыраҡтан кемдеңдер килгәне ишетелгәндәй булды. Минең кеүек берәйһе һуңлап ҡайтып баралыр, тип уйланы Әҡлимә һәм уны үҙен ҡотҡарыусы һымағыраҡ күреп көттө. Шулай ҙа күҙҙәрен асырға, башын күтәрергә һаман баҙманы. Аяҡ тауышы яйлап яҡынайҙы, асығыраҡ ишетелде. Әммә күпмелер ваҡыттан ул яйлап тынды, әйтерһең дә, килеүсе асфальттан түгел, йылға ярындағы ҡом өҫтөнән бара башланы һәм аяҡ тауышы бер аҙҙан бөтөнләй ишетелмәҫ булды. Әҡлимә, аптырап, күҙҙәрен асты, әкрен генә башын күтәрҙе һәм... баяғы эт урынында ирен, дөрөҫөрәге, күптән айырылышҡан, ишетеүенсә, икенсе ҡалала берәҙәк булып йөрөгән, шунан ҡайҙалыр үлеп ҡалған элекке ирен, күрҙе!

– Харис?!

– Эйе, мин, Әҡлимә.

– Бәй, һин бармы ни донъяла?

– Бар, яныңда торам бит.

– Ә мин үлгәнһең тип ишеткәйнем.

Әҡлимә илауҙан туҡтаны, тағы һаташаммы, күҙемә күренәме, тигән һымаҡ, бер иренә ҡараны, бер теге этте эҙләне.

– Ә эт ҡайҙа булды?

– Ниндәй эт? Бында бер ниндәй ҙә эт юҡ. Улар төнөн йөрөмәй.

– Йөрөнө шул. Эйәреп килде. Ҡыуам – китмәй, ҡыуам – китмәй. Етмәһә, әллә шул эт, абау, йырларға ҡуша.

– Йырланыңмы һуң?

– Йырламайса. Ә һин ҡайҙан килеп сыҡтың? Шул эт һин булғанһыңдыр әле? Булмағас, ниңә эскәмйәгә ултырмайһың?

Харис эскәмйәнең икенсе башына килде, оҙон плащының төймәләрен ысҡындырып, күлдәк иҙеүен асты, киң тирәсле эшләпәһен ҡулына алып, эскәмйәгә сүгәләне, унан ашыҡмай ғына тәмәке тоҡандырҙы, тоҡандырғас, ныҡ итеп һурып эскә алды ла төтөнөн борҡотоп ситкә өрҙө.

– Йә, һауғынаһыңмы? Нисек йәшәйһең?

Әҡлимәнең ғәжәпләнеүе! Вәт мөғжизә, вәт әкиәт, Мәүсиләгә һөйләһә, тап шулай тиәсәк: әкиәтеңде, һөйләмә, әхирәт, ышанмайым. Әҡлимә үҙе лә ышанмай. Моғайын, күҙенә күренәлер, һаташалыр, төш күрәлер, сөнки былай булыуы мөмкин түгел.

– Нишләп улай хәл белешергә булып киттең әле? Нисәмә йылдар күҙгә-башҡа күренмә лә, бөгөн килеп...

– Һин ҡыуғандан бирле мосафир мин. Юлым был яҡтарға төштө лә йәшлегем үткән урамдарҙан йөрөгөм килде.

– Ҡыуғандан бирле, тисе. Ҡыуманым мин һине, үҙең сығып киттең бит.

– Әллә ҡасанғы ваҡиғаларҙы бөгөн төрлөсә борорға мөмкин, ләкин сығып китеүемә һин дә ғәйепле, Әҡлимә.

– Был турала оҙаҡ уйланыңмы? Булғандыр, өләсәйем әйтмешләй, ғаиләләге боларышта ике яҡ та ғәйепле була, сөнки кеше япа-яңғыҙы болара алмай. Әммә төп сәбәп һинең эсеүең булды. Түҙер хәлем ҡалмағайны бит. Дөрөҫөн әйткәндә, ул ваҡиғаларға бөгөн икенсерәк күҙлектән ҡарайым. Йәш саҡ, аҡыл юҡ...

– Үкенәһеңме?

– Әллә...

Һүҙһеҙ ҡалдылар. Харис көсөргәнеп тәмәкеһен һурҙы, Әҡлимә ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныу менән элекке ирен ныҡлап төҫмөрләргә, танырға тырышты. Шул уҡ ҡаҡса йөҙ, остары һалпыш ҡуйы ҡара мыйыҡ, ҡалын ирендәр, ә бына сәстәре һирәкләнгән һымаҡ – элекке тар маңлайы асыла, киңәйә төшкән, ҡолаҡтары ла ҡарпышҡа әйләнгән.

– Мин яҡында йәшәйем. Керәһеңме? Нисек көн итеүемде күрерһең.

– Юҡ, рәхмәт. Бесәйең дә бармы?

– Бар. Бесәй ни минең берҙән-бер иптәш.

– Бесәйҙәрҙе яратмайым. Күрһәм, сәсем үрә тора. Ошонда ғына ултырайыҡ.

– Нишләп улай? Ҡош-ҡортто, хайуандарҙы бик үҙ итә торғайның бит.

Харис был юлы ла һорауҙы ҡолағына элмәне, хәбәрҙе икенсе юҫыҡҡа борҙо:

– Әйткәнемсә, йәшлек эҙҙәрен күреп китәйем әле, тинем. Ҡасандыр бәхетле булған ергә кире барырға ярамай, тиһәләр ҙә, килдем бына.

– Ҡасандыр... бәхетле инеңме ни?

– Булғанмындыр. Һуңынан ғына аңланым.

– Ҡыҙыҡ...

– Алдамайым, һине ярата инем мин.

– Бына шуны аңлат миңә: ике йәш кеше бер-береһен ярата, бергә йәшәү өсөн өйләнешәләр, тик ун йыл да тора алмай, диңгеҙҙәге караптар һымаҡ, икеһе ике яҡҡа китә. Сәбәбе ниҙә?

– Һин, кем ғәйепле, тип һорамаҡсыһыңмы?

– Эйе.

– Сәбәптәре күптер инде. Һәр ғаиләлә үҙенсә. Бына һин миңә, эстең, тинең. Кемдер һуғыша, туҡмай, кемдер эшләмәй, аҡса таба алмай, кемдер... Ғәмәлдә, тормош үҙе ғәйепле. Унда мөхәббәткә, бәхеткә урын юҡ тиерлек. Хөкүмәттең бюджетын да һаулыҡ һаҡлауға йәки мәғарифҡа бүленгән кеүек бер нисә процент. Бергә йәшәү өсөн ғаилә ҡоралар, тиһең, ул да үҙенә күрә һынау бит йәштәр өсөн. Бәхетле булыу өсөн генә түгел, ә нәҫел дауам итеү өсөн өйләнешәләр. Инстинкт. Ә ул бойороҡ юғарынан, Аллаһы Тәғәләнән, килә.

– Ә мөхәббәт?

– Йәш саҡта йыш ҡына үҙебеҙ уйлап сығарған хыялды мөхәббәт тип атайбыҙ, шуға хыялыйҙарса ышанабыҙ. Ай яҡтыһында үбешеү бер эш, романтика, ундай мәлдәрҙә һин алдында тик матур сәскәне генә күрәһең, донъяңды онотоп, уның тәмле, иҫерткес еҫен еҫкәйһең, ә көн яҡтыһында, баҡһаң, ул бигүк матур түгел, еҫ-тәме лә улай уҡ илһамландырмай... Әйткәндәй, Харрас ҡайҙа, ни хәлдә?

– Иҫенә төштө берәүҙең. Тураһын әйтәйемме, әллә өндәшмәй ҡалайыммы?

– Тураһын әйт. Үлдеме әллә?

– Юҡ, иҫән... Тик төрмәлә ултыра.

– Аб-ба. Ни өсөн?

– Техникумда уҡыуын ташланы, эшкә урынлашты, эскегә һалышты, наркоманға әйләнде. Ниндәйҙер банда менән бәйләнде. Машина урлап, Ҡаҙағстанға сығарып һатыу менән шөғөлләнгәндәр. Тотолдо. Ултыртып ҡуйҙылар. Һин нәҫел дауам итеү тиһең... Төрмәнән кем булып сыға, өйләнәме, юҡмы...

– Ә һин нәмә ҡараның? Башҡаларҙың балаларын тәрбиәләнең, үҙеңдекен күрмәнең инде?

– Нимә ҡараның... Әпәт мин. Әйтеүе анһат. Малай кешенең атаһы булырға тейеш, аңланыңмы? Әсәй уны яңғыҙы тәрбиәләй алмай, ҡулынан килмәй. Малай атайһыҙ үҙәкһеҙ үҫә, үҙәкһеҙ булғас, уны тегеләй ҙә бөгәләр, былай ҙа. Һөҙөмтә билдәле.

– Да-а.

Йәнә тындылар. Тирә-яҡта ҡолаҡ ярғыс тынлыҡ. Ҡаршылағы биш ҡатлы йортта һуңғы тәҙрәлә лә ут һүнде. Алыҫта эт өрҙө. Быны ишеткәс, Харис нисектер тынысһыҙланып, артына боролоп ҡарап ҡуйҙы. Мәҙәниәт һарайы яғынан һөйләшкәндәре, ҡайһыһыныңдыр көлгәне ишетелде, бер нисә машина яҡтыһы төнгө ҡараңғылыҡты йыртып үтте һәм – йәнә тынлыҡ. Банкеттан сыҡтылар, ҡайһылай оҙаҡ ултырғандар, тип уйланы Әҡлимә, ғәжәпләнеп.

– Беҙгә бергә йәшәргә нәмә ҡамасауланы һуң? Ошо хаҡта йыш ҡына уйлағаным бар. Ҙурҙан ҡупҡанда, эсеүеңдән башҡа барыбер ҙә сәбәбен таба алмайым. Бая әйткәнсә, хыял донъяһында йәшәргә лә булыр ине бит.

– Беҙҙең мөхәббәт кәмәһе, көнкүреш проблемалары менән фәҡирлеккә бәрелеп, тишелде. Тимәк, ныҡлы, ышаныслы булмаған. Ваҡ-төйәккә лә иғтибар итә торғайның бит. Мин әсәйҙең берҙән-бер балаһы, бер нәмәгә лә мохтажлығым булманы, таҙа, ҡараулы үҫтем. Ә һин... Ә һин ярлы ғаиләнән. Беҙ нисек йәшәнек? Фатир – иҫке-моҫҡо әйберҙәр склады. Йыйыштырылмаған, йыуылмаған, бысраҡ, саң-туҙан. Социаль статусың шулай түбән булғас, һин бит, киреһенсә, булғанды һаҡлап, булмағанды булдырырға тырышып йәшәргә тейеш инең. Юҡ. Донъя көтөүгә лә, башҡаһына ла зауығың юҡ... Эсмәҫ ереңдән эсерһең...

– Ә һиңә икенсе әсәй кәрәк ине, шулаймы? Өй эштәрен башҡарыусы. Мин дә бит эшләнем, арып ҡайта торғайным. Ҡайтам да кухняла бөтөрөләм. Ә һин ҡайтаһың да, гәзит тотоп, хоп диванға. Ғүмереңдә, исмаһам, бер ярҙам иттеңме? Етмәһә, бөтмәҫ туған-тыумасаң ауылдан килеп маҙаға тейә торғайны. Киләләр ҙә эсәләр, таҙа түшәккә һалам, улар ҡайтҡас, аҙна буйы арттарынан таҙалайым. Ә һин бысраҡ, саң-туҙан, йыуылмаған, тиһең, әйтерһең дә, сусҡа фермаһында көн иткәнһең, бахыр. Минән киткәс, хан һарайында йәшәнеңме әллә? Ишетеүемсә, үҙең әйтмешләй, социаль статусың бигерәк тә түбәнәйеп, берәҙәк рәүешендә йөрөгәнһең түгелме?

– Ярай, ҡыҙма. Хәҙер уларҙы иҫкә төшөрөүҙән ни файҙа? Үткәндәргә – салауат, тигән, ти, бер шағир. Элекке холҡоңдо ташламағанһың икән – баҙар бисәһе инең, һаман шулай.

– Әйтер инем инде... – Әҡлимә һүҙ таба алмай тотлоҡто, ярһыуынан ҡалтырана ук башланы, фонарь яҡтыһында битенә ағып төшкән күҙ йәштәре ялтлап китте.

– Беләһеңме, ир кеше ҡатынының кәмһетеүенән хәмергә үрелә. Уны фәҡирлек һәм ҡатыны кәмһетә. Бисәгә бай һәм үгеҙ кеүек таҙа ир кәрәк. Шулай булмаһа, ана, тегеләрҙең тегеһе бар, быларҙың быныһы бар, ә һинең бер нәмәң дә юҡ, һин бер нәмәгә лә эшкинмәйһең, тигән ғауға сығыуын көт тә тор. Көн дә тиерлек ҡабатланған ошо хәбәрҙән һуң меҫкен ир нишләргә тейеш? Әлбиттә, эсә башларға!

– Үҙеңдең тәжрибәңдән сығып һөйләйһеңме быларҙы? Тимәк, бөтәһенә лә ҡатын-ҡыҙ ғәйепле? Эскесе, йүнһеҙ, дүрәк ирҙе бисә түбәнһетә булып сыға, шулаймы?

– Шулай. Тик бисә менән ир араһындағы килешмәүсәнлек бөгөн генә башланмаған, ул әллә ҡасандан килә. Ул Әҙәм менән Һауанан килә. Әҙәм һунарға киткән, әммә, бер нәмә лә таба алмай, буш ҡул менән ҡайтҡан. Ә Һауа: «Ах, һин, эшкинмәгән, бер нәмә лә тота алмағанһың, мин балаларға нимә ашатам, улар ас ултыра», – тип ҡаршылаған. «Ҡысҡырма, мамонтҡа бер үҙем нисек ҡаршы барайым? Бөгөн бер кем дә һунарға сыҡмаған», – тигән Әҙәм. «Сыҡмағандыр, сөнки уларҙың ризыҡтары бар, хәстәрләгәндәр, ә һин, эшкинмәгән, өйҙә ултыраһың. Аллаһы Тәғәлә һине ир иткәнсе, мине ир итһә, яҡшыраҡ булыр ине. Һинең ише һунарҙан, валлаһи, буш ҡайтмаҫ инем». – «Улайһа, үҙең бар. Берәй нәмә тота алырһыңмы икән? Ҡуяндан да ҡурҡып ҡасырһың әле. Үҙең ғәйепле, һин иҫәр арҡаһында ошондай тормошта йәшәйбеҙ, һин иҫәр арҡаһында Аллаһы Тәғәлә беҙҙе ожмахтан ҡыуып ебәрҙе». Әҙәм менән Һауа көн иткән ҡыуышта бер генә нәмә булмаған – көнләшеү. Сөнки Һауанан башҡа ер йөҙөндә әлегә башҡа ҡатын-ҡыҙ булмаған.

– Уның ҡарауы, ул Һауалар һинең байтаҡ ине.

– Эйе, монах түгел инем. Бында һинең дә ғәйеп бар. Ләкин һүҙ ул турала бармай, мин ҡатын менән ир араһындағы килешмәүсәнлек ҡасандан бирле килеүе хаҡында һөйләйем, шуны аңлатырға тырышам, ә һин ваҡ нәмәләргә төшәһең дә китәһең.

– Шулай инде, баҙар бисәһе йүнле фекер әйтә буламы? Дөрөҫөн әйткәндә, барыһы ла үҙеңдең ҡылығыңды, килеп сыҡмаған тормошоңдо аҡлар өсөн ҡоролған фәлсәфә. Элек һин уҡымышлығың менән дә, аҡылың менән дә әллә ни алыҫ китмәгәйнең. Ә бөгөн ниндәйерәк хәбәр һөйләп ултыраһың. Ҡайһы китаптан йолҡҡолағанһыңдыр был фекерҙәрҙе? Хәйер, фекер ҙә юҡ инде һөйләгәнеңдә. Так себе, һүҙ бутҡаһы.

– Мин элек тә шулай инем, тормошҡа фәлсәфәүи ҡарай инем, тик һин мине бер ҡасан да тыңламаның, тыңларға ла теләмәнең. Үҙеңдең заочный белемең менән минән өҫтә торам, тип уйланың, һүҙ башлаһам, йә кухняға сығып китәһең, йә телефонға барып йәбешә торғайның бит. Ә үҙең уҡытыусы...

– Һаман мин ғәйепле. Ирҙәр сволочь, ә ҡатын-ҡыҙ ғәйепле. Ғәжәп!

– Ҡатын-ҡыҙ – ҡатын-ҡыҙ булырға тейеш. Иғтибарлы, кеселекле. Аҡыллы ҡатын иренең мутлыҡтарын ғәфү итә йәки күрмәмешкә һалыша, сөнки уның ир икәнен аңлай. Аллаһы Тәғәлә ирҙе ҡатын-ҡыҙҙы яратыусы, аҡыллы кешеләр әйтмешләй, полигамный итеп яралтҡан. Тәбиғәтенә, ҡанына, гендарына һалынған нәмәне, этте сынйырға бәйләп тотҡан кеүек, өйҙә, өйҙәге ҡатынға бәйләп ҡуйып тотоп булмай.

– Бөгөн осрашмаһаҡ, күпме нәмәне белмәгән булыр инем.

– Эйе, һиңә уҡырға ла уҡырға, тормошто өйрәнергә, һығымталар яһарға кәрәк шул әле.

Ҡапыл һәр ҡайһыһы үҙ уйына сумды. Яҡында ғына йәнә эт өрҙө. Харис тертләүҙән тирә-ғына ҡаранды.

– Һуңғы осор берәҙәк эттәр күбәйеп китте, – тине Әҡлимә һәм берауыҡ өндәшмәй торғандан һуң, һүҙен дауам итте. – Эйе, һинең менән осрашып, үҙемдең насар икәнемде белдем, айырылышыуыбыҙға ла мин генә ғәйепле икән, һинең берәҙәк булып йөрөүеңә лә...

– Ғәфү ит, мин уныһын әйтмәнем.

– Ер йөҙөндә мөхәббәт юҡ, мөхәббәт тураһында хыял ғына бар. Йыйыштырылмаған фатир, шаҡшы түшәк, саң-туҙан. Ниндәй ҡараңғы күңелле кеше һин, Харис.

– Мөхәббәт юҡ, тимәнем, һәр кем үҙ хыялында йөрөткән уй-теләк, ғазап – ана шул мөхәббәт инде ул, тинем. Тик шиғри талант йәки йырсы һәләте һымаҡ, ул да бик һирәк халәт, ул да бик һирәктәргә бирелә. Бирелгәне лә Аллаһы Тәғәлә тарафынан. Ә башҡалары ысын түгел, уйын ғына. Хәйер, ул да төрлөсә булыуы ихтимал. Ҡайһы бер кешегә, мәҫәлән, йәш егеткә, ул ауырыу, сир һымаҡ килеүе бар. Әгәр яратҡан ҡыҙы бының мөхәббәтен кире ҡаҡһа, ул – мәжнүн, йә аҡылынан яҙа, йә үҙ-үҙенә ҡул һала. Тарихта, әҙәбиәттә быға миҫалдар бихисап. Ә бына ысын мөхәббәт ғүмерлек: ике кеше, ике индивидуум бер-береһенә тура килә лә ҡуя, әйтерһең дә, бер бөтөндөң ике яртыһы. Рухтары, уйҙары, ынтылыштары, теләктәре, хыялдары, холоҡ-фиғелдәре, хатта, еҫтәре менән бер төрлө.

– Беҙ, әлбиттә, бер бөтөн булып йәшәй алманыҡ?

– Ҙурҙан ҡупҡанда, йәшәй алманыҡ. Һинең ваҡлыҡтарың, көндәлек игәүҙәрең булмаһа, бәлки, йәшәр ҙә инек. Ана шулар мине арытты, ялҡытты, тормошҡа ҡул һелтәргә, эскегә бирелергә мәжбүр итте. Ныҡлап эсә башлағас, киттем, ә һин, китмә, тимәнең, хатта, ҡыуҙың.

Әҡлимәгә Харис ҡапыл йәл булып китте. Бисәлегенә барып, ул элекке ирен үсектерергә, йәненә тейергә, айырылышыуҙарына тик уны ғына ғәйепләргә тырышһа ла, өләсәһе әйтмешләй, боҙолошоуҙарында, төптән уйлап ҡараһаң, ул да ғәйепле бит. Бәлки, ысынлап та, аңлай алмағандыр, аңларға теләмәгәндер, түҙемлеге етмәгәндер, Мәүсиләнең ирекле йәшәүенә ҡыҙыҡҡандыр. Көнләшеп тә быуынына төшә торғайны, етмәһә. Кешенән бөтәһен дә талап итергә ярамайҙыр, һәр яҡҡа маһир бәндә юҡ. Ә Харис бит кәрәк сағында ашарға ла бешерҙе, керен дә йыуҙы, Харрасты ла ҡараны, эш хаҡын да алып ҡайтты. Эсте тигән булып... Уны берәҙәклектә ғәйепләй, ә үҙе кем? Шул уҡ берәҙәк түгелме ни? Урамда йөрөүен йөрөмәне, ризыҡҡа тилмермәне, өҫтө бөтөн булды, эшләне, әммә берәҙәк. Берәҙәк «бер» һүҙенән килеп сыҡҡан, йәғни һыңар, яңғыҙ, бөтөн түгел. Әҡлимә лә яңғыҙ, бөтөндөң яртыһы, тимәк, берәҙәк...

Әҡлимәнең күңеле тулды, әсенешле уйҙары аңын томаланы, күҙҙәренә йәштәр төйөлдө һәм ул, үҙен-үҙе онотоп, әллә ғәфү үтенергә теләгәндәй, әллә йәшлек тойғоларына бирелеп, ҡалҡынды ла, бер-ике аҙым атлап, ҡулын Харисҡа ҡарай һуҙҙы. Элекке ире уның был ҡылығына тәүҙә нисектер һағайып ҡараны, унан башын артҡа тартты. Әҡлимә, ҡулын һоноп, һаман үҙенә яҡынайғанын шәйләгәс, бар кәүҙәһе менән артҡа ҡайҡайҙы ла эт ырылдағанына оҡшаған тауыш сығарҙы. Әҡлимә йәһәт кенә ҡулын тартып алды, шып туҡтаны.

– Бәй, Харис, нишләүең был?.. – тине өҙөк-йыртыҡ, шунан шым ғына өҫтәп ҡуйҙы. – Хәйер, һин... – Ҡалғанын әйтеп бөтмәне, артҡа сигенде лә эскәмйә осона лып ултырҙы.

Харис, ҡабаланып, күлдәк иҙеүен элде, оҙон плащының төймәләрен ҡаптырҙы, тубығындағы эшләпәһен башына һалды, унан сәғәтенә ҡараны. Сәғәте ҡулында түгел, муйынына тағылған муйынсаҡта, һары таралғылы ҡайышта ине.

Әҡлимә башын эйҙе. Эйе, үҙ-үҙен тота алманы, тойғоға бирелде, Харис тип уйланы һәм алданды. Ҡулын һонғайны, ана ҡалай ырылдап ебәрҙе.

Бер аҙҙан эскәмйәнең теге осонда ниндәйҙер ҡыштырҙау ишетелде, унан аяҡ тауыштары ҡолағына салынды һәм ул тауыш, әкренәйә барып, бөтөнләй тынды, әйтерһең дә, асфальттан төшөп, йәнә ҡомдан атлап киттеләр. Әҡлимә, ҡото алынып, яй ғына һынын турайтты, башын күтәрҙе, эскәмйәнең икенсе осона ҡараны... унда Харис юҡ, ә берәҙәк эт ултыра! Саҡ ҡолап төшмәне Әҡлимә эскәмйәнән. Бәй, ысынлап та, Харис уның янында булманы түгелме һуң? Тимәк, бөтәһе лә алдаҡ, мираж, күҙ алдына килеү генә булған, ул һаташҡан! Тимәк, бөтә һөйләшеү, бер-береһенә ғәйеп ташлау, аңларға, аңлатырға тырышыу шулай уҡ мираж. Был берәҙәк эт тәүҙә нисек килеп ултырған, шулай, Әҡлимә үҙ алдына һөйләшкән ваҡытта бөтөнләй урынынан ҡуҙғалмаған булып сыға. Ә ул, иҫәр, хәбәр һатты, эсен бушатты, былай икәнен башына ла килтермәне...

Ошоларҙы уйлағас, ғибрәтле мөғжизәнең серен асҡандай булды, Әҡлимәгә ниндәйҙер тынысланыу килде, ысын тормошҡа кире ҡайтты, сумкаһын яурынына аҫты, ҡалҡынды һәм эткә йәнә бер һирпелеп, ҡайтыу яғына атлап китте. Хәҙер ул эттән бөтөнләй ҡурҡмай, ташланмаҫын белә... Байтаҡ барғас, Әҡлимә артына боролдо – ҡыҙыҡһыныусанлығы еңде – эт артынан килмәй, эскәмйә янында ла юҡ, ә яй ғына атлап артҡа, «Горняк» яғына, китеп бара ине. Нимәнәндер ҡурҡҡандай ваҡыт-ваҡыт тирә-яғына ҡаранғылап та ала. Урам сатына еткәс, ҡайһы яҡҡа боролорға белмәгән һымаҡ, бер аҙға туҡтап торҙо, унан, ҡойроғон һәлендереп, уң яҡ урам ҡараңғылығына инеп юғалды...

Әмир ӘМИНЕВ.

Автор:
Читайте нас