+24 °С
Ямғыр
Әҙәби балҡыш
26 Июнь 2025, 08:30

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Сәхифәләр.

Йәмле май аҙаҡтары. Тәбиғәт матурлығына солғанған Юлыҡ ауылы ҡунаҡтар килеүгә, әйтерһең, сулпы-ҡашмауҙарын тағып биҙәнгән. Мәғәш менән Төгәл йылғалары ла элеккенән дәртлерәк сылтырай. Тау итәктәре шау сәскәнән кейенгән. Бында тәбиғәт һәр кемдең күңеленә хуш килерҙәй. Алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән ҡунаҡтарҙы Мәғәш йылғаһы буйына теҙелеп киткән тирмәләргә урынлаштыра торҙолар. Муллаҡайҙан килгән  ҡунаҡтарға ла шуларҙың  береһенән урын бирелде. Ҡунаҡлашыу, табын иртәгә ошонда, йәмле тәбиғәт ҡосағында уҙғарыласаҡ икән... ... Саҡырылған ҡунаҡтар йыйылып бөткәс, йыйын хужалары, данлыҡлы мәғдәнселәр Закир менән Шакир әфәнде ҡунаҡтарҙы табын түренә саҡырҙы. Бер-береһен күреп, күҙләшеп-һөйләшеп ултырһындар өсөндөр, ҡунаҡтар табынға туңәрәкләп ултыртылды. Йыйынды шағир Закир Рәмиев-Дәрдмәнд асты.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Сәхифәләр.Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Сәхифәләр.
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Сәхифәләр.

Муллаҡай мәҙрәсәһендә уҡыған йылдары, алған ғилеме, танышҡан шәхестәре, ишеткән, күргән тормош сәхифәләре йәш Мөжәүирҙең күңелендә тәрән эҙ ҡалдырып, мәңгелеккә хәтеренә уйылды.

Суфый хәҙрәт Ғабдулла Сәиди эргәһенә дәрүишлекте камиллыҡҡа барыуҙың бер юлы, Раббының рәхимлегенә ирешкән Алла ҡоло булыу тип ҡараған илдән-илгә йөрөп дин таратҡан руханиҙар күп килә торған булды.

-Дәрүиштәр хәйер-саҙаҡа һоранып йөрөгән берәҙәктәр түгел, улар халыҡҡа дин, ғилем таратыусы аҡыл эйәләре, нәфсе ҡоллоғонан азат изге заттар, Алла бәндәләре,–тине хажи хәҙрәт суфый- дәрүиштәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына алып, мөридтәренә лә уларҙы ололоҡларға, ихтирам итергә ҡушты. Айырыуса, кешеләр диуана тип йөрөткән Шәмсетдин шәйехте Ғабдулла хәҙрәт үҙ эргәһенә  яҡынайтты. Үҙе тәләгәнсә торһон, тип ятаҡханаһынан урын биреп ҡуйҙы.

-Алама кейеменә, йонсоу фиғеленә ҡарап, диуана тип, аслан Шәмсетдин шәйехкә тел ҡаға күрмәгеҙ,- тине остаз.- Ул Ер йөҙөнөң барлыҡ ғонаһлы бәндәләрен аяп, уларҙың ғонаһын ярлыҡар өсөн көнө-төнө Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында доға ҡыла, Ҡөрьән уҡый, зекер әйтә. Ошондай изге йәндәр бәрәкәтендә Уралыбыҙ төрлө зилзилә-ғәрәсәттәрҙән, ер ҡуйынынан урғылған йәһәннәм утынан азат, ин шәәъ Аллаһ. Ер шары өсөн бынан да ҙур, бынан да изге эш юҡ донъяла.

Шәмсетдин шәйехте Мөжәүир баштан уҡ үҙ итте. Ул һүҙ оҫтаһы ине. Кешене үҙенә арбап, мауыҡтырғыс итеп һөйләй ала. Ил гиҙеп йөрөп, донъя, йәшәйеш хаҡында төплө фекер төйнәгән, иҫәпһеҙ  фәлсәфәүи хикмәттәр белгән суфый шәйехен Мөжәүир сәғәттәр буйы тыңларға әҙер ине. Айырыуса, Хызыр Ильяс тураһында һөйләгән дастандары күңеленә оҡшаны.

-Кил әле, ултыр әле, улым, яныма,- тиер ине ул Мөжәүирҙе эргәһенә яҡынайтып. -Һинән йылылыҡ, нур бөркөлгәндәй. Милләтебеҙҙең рухи остазы булырыңды тойомлайым. Ин шәәъ Аллаһ, шулай булһын. Шунан ул зирәк шәкерткә үҙе яратҡан пәйғәмбәр тураһындағы сираттағы бер дастанын һөйләй башлай.

-Борон Хызыр Ильяс кешеләргә күренеп йөрөй торған булған. Кемдең кем икәнен белер, мәрхәмәтлеме, рәхимлеме икәнен  һынар өсөн юрый алама кейенеп, хәйерсе сүрәтендә йөрөгән,- тип башлай һүҙен Шәмсетдин шәйех. Унан илһамланып дауам итә.–Ауылда ҙур ҡорһаҡлы ҡомһоҙ бай йәшәгән. Ул үҙе ашарға ултырғанда ярлы хеҙмәтселәренә ҡарап торорға ҡушҡан. Үҙе туйғас, ҡалдыҡ-боҫтоғон, мөнйөлөп бөтмәгән һөйәк-һаяғын,эткә ырғытҡандай итеп, ас-яланғас меҫкен ярлыларға ырғытҡан. Бер шулай үҙе һымаҡ тирә-яҡтағы байҙарҙы ҡунаҡҡа саҡырып, теге табын ҡорған. Ғәҙәтенсә, ярлыларға ашағанды ҡарап торорға ҡушҡан. Байҙар ит һоғона башлаған  саҡта ғына, быларға башына иҫке генә түбәтәй, өҫтөнә йыртыҡ кәзәки кейгән, аяғына алама кейеҙ ураған бер дәрүиш килеп инә.

-Бай әфәнде,  йоҡлап китергә рөхсәт ит,- тигән мосафир.

-Ошо хәйерселәр ҡаҡшатты, әйтәгүр,- тип бай асыуланып ҡысҡырып ебәргән. Кимереп ултырған һөйәген тегеңә ырғытҡан да,

-Ошоно аша ла сығып кит,- тип екергән.

-Һөйәк кимерергә мин эт түгел,- тигән юлаусы. Ырғытҡан  һөйәкте алған да, бай эргәһенә килеп, теге һөйәк менән табаҡтағы ашты бутаған. Шул саҡ байҙар, еҫ тейгәндәге кеүек, берәм-берәм иҫһеҙ ҡолаған. Серле мосафир табаҡтағы аш менән ярлылыарҙа һыйлап, күҙҙән юғалған.

Хызыр Ильяс бай өйөнән сығып, урам буйлап китеп бара икән, уны күреп, ҡаршыһына бер әбей сыҡҡан.

-Эй, Алла бәндәһе, һин мосафирмы?- тип һораған рәхимле әбей таныш түгел кешенән.

-Эйе, инәй, мин алыҫ юлдан киләм,- тигән хәйерсе сүрәтле пәйғәмбәр.

-Эй, улым, самауырым ҡайнап ултыра, тары күмәсем дә бар, әйҙә инеп еләк ҡағы менән сәй эсеп сыҡ.

Табын артында Хызыр Ильяс әбейҙең хәл-әхүәлен һорашҡан.

-Берҙән-бер улым байҙа көтөү көтә ине. Бер һыйырын төндә бүре тамаҡлап киткән дә улымды бай хөкөм итеп мәхбүсханаға /зинданға/ бикләтте.

Шул саҡ ҡунаҡ,

-Эй, мәрхәмәтле мөслимә, мин һиңә фатихамды бирәм, һис борсолма, оҙаҡламай улың имен-аман ҡайтып төшөр. Улай ғына ла түгел, Аллаһы Тәғәлә рәхимлелегеңде күреп, улыңды ла ҙурлар,-тигән. Башындағы иҫке түбәтәйен сисеп биргән дә,

-Улың ҡайтҡас, иҫке тип тормаһын, ошо түбәтәйҙе башынан һалмай гел кейеп йөрөһөн,-тигән.

Ошо һүҙҙәрҙе әйтә лә мосафир ҡапыл юҡ була. Аптырып ҡалған әбей әйләнә-тирәһен байҡай, тышҡа сығып ҡарай, теге кеше бер ерҙә лә күренмәй.

Шул айҙа уҡ әбейҙең тотҡондар йортондағы улы ҡайтып инә. Сикһеҙ ҡыуанған әсә сәй артында улына серле мосафир тураһында һөйләп бирә. Ҡалдырған түбәтәйен улының башына кейҙерә. Иртәгәһен яҙмышына рәхмәтле егет намаҙ уҡып Аллаһыға рәхмәт әйтер өсөн мәсеткә бара. Әммә ҡаты күңелле ғанид, йәғни, тиҫкәре, үҙ һүҙле мулла уны ишектән дә индермәне.

-Тәүҙә башыңа йүнле түбәтәй хәстәрләп кей, йолҡош, мәхбүсхана \зиндан\ ҡомағы, шунан килерһең бында,- тип ҡыуып ебәрә. Ипләп кенә улының артынан эйәреп килгән әсә был хәлде күрә. Ни эшләргә белмәй торған зари ғәзизе эргәһенә килеп:

-Ҡайғырма, балам,-ти әсә.- Аллаһы ҡушмағаны булмаҫ, анау манара тапҡырына бар ҙа «Ләә иләһә иллә Аллаһ» тип зекер әйтеп тик ултыр. Улы әсәһе ҡушҡансы эшләй. Йома көнө етә. Намаҙ ваҡытында күрелмәгән хәл була, мулланың башына мәсет манараһы ҡолап төшә. Ул шунда уҡ йән бирә. Ауыл кешеләре, мулла кеше йома көндө гүр эйәһе булһын, тип ҡәбер ҡаҙа башлаһа, йылан менән баҡа сығып тик тора ти. Ауылда күпте белгән бер диуана ҡарт йәшәгән. Кешеләр үҙҙәре аңламаған һорауҙары менән кәңәшкә гел уға бара торған булған. Аптырап ҡалған абыстай ҙа шул көнө үк диуанаға килә.

-Хәләл ефетең, йәғни, ауыл муллаһы, бер ғонаһһыҙ егетте мәсеткә индермәй хурлап, ҡыуып сығарған. Пәйғәмбәребеҙ Хызыр Ильяс юлдаш булған шул егеткә бер ат, бер һыйыр биреп, ғәфү үтенегеҙ. Егеттән зыяратҡа барыуын үтенегеҙ, ҡәбер ҡаҙышһын, шунда йылан, тәлмәрйендәр барыһы юҡҡа сығыр,-тигән диуана. Башҡа саҡта Мысыр хөрәсәне тип ишек төбөнән дә үткәрмәгән диуананы, ни ҡылһын, тәкәббер абыстай тыңларға мәжбүр була. Уның ҡушҡанын үтәп, егетте зыяратҡа саҡыра. Кенә тотоуҙың яҙыҡ икәнен аңлаған егет шәмбе көн барып, мулланы ерләшә. Был ғәжәп хәлдәрҙән фәһем алған ауыл кешеләр аҙаҡ теге егетте ауыл мәсетенә имам хатип итеп һайлап ҡуя. Бәхетле әсә улын өйләндереп, килен йомошап, ейәндәрен һөйөп, тағы оҙаҡ ҡына ғүмер иткән. Кешеләргә гел әйтеп йөрөгән,

–Урамда алама кейенеп йөрөгән кешеләрҙе хәйерсе тип рәнйетмәгеҙ, бәлки ул Хызыр Ильястыр.

Шәмсетдин шәйехтең намыҫлы йәшәү, выждан, аҡыл һәм иман менән ғүмер һөрөүгә, яҡшылыҡҡа, изгелеккә өндәгән бындай өгөт-нәсихәтен күңеленә һеңдерә йөрөнө йәш Мөжәүир һәм уны саф күңеле өсөн яҡын туғанындай күреп яратты.

Дәрүиш фиғелле шағир Мифтахетдинды ла Мөжәүир күңеленә яҡын итте. Дала еҫе һеңгән, азатлыҡ яратыуы тышына бәреп сыҡҡан, үҙен Аҡмулла тип нарыҡлаған был әһел Ғабдулла Сәидигә әсәһе Шәмсижиһан яғынан туған ине. Шуға ла яратҡан апайымдың улы тип Ғабдулла хәҙрәткә ул йыш килде. Улар бергәләп ҡаҙаҡ далаларына, Троицк яҡтарына сығып китәләр, ил гиҙеп йөрөп ҡайталар. Мөжәүир, Шәмсетдин шәйехкә яҡынлаған кеүек ҡырыҫ холоҡло Аҡмуллаға бик яҡынлай алманы. Әммә уның бөтә шиғырҙарын яттан белде.

1895 йылдың йәйе ине. Ырымбур ҡалаһында йәшәгән Зәкир һәм Шәкир Рәмиевтар Баймаҡ яҡтарына килеп, элек үҙҙәре йәшәп киткән Юлыҡ ауылында ҙур йыйын үткәрергә әҙерләнә икән тигән хәбәр таралды. Күп тә үтмәй Ғабдулла Сәидигә саҡырыу хаты килде. Унда үҙендә эшләп киткән, шахта емерелеүҙе иҫкәрткән егетте һәм уның мәғдәнсе булырға хыялланған дуҫын алып килеүҙе лә үтенә Закир бай. Хәҙрәт йырсы Ҡужахмәтте лә үҙҙәре менән ала.

Йәмле май аҙаҡтары. Тәбиғәт матурлығына солғанған Юлыҡ ауылы ҡунаҡтар килеүгә, әйтерһең, сулпы-ҡашмауҙарын тағып биҙәнгән. Мәғәш менән Төгәл йылғалары ла элеккенән дәртлерәк сылтырай. Тау итәктәре шау сәскәнән кейенгән. Бында тәбиғәт һәр кемдең күңеленә хуш килерҙәй. Алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән ҡунаҡтарҙы Мәғәш йылғаһы буйына теҙелеп киткән тирмәләргә урынлаштыра торҙолар. Муллаҡайҙан килгән  ҡунаҡтарға ла шуларҙың  береһенән урын бирелде. Ҡунаҡлашыу, табын иртәгә ошонда, йәмле тәбиғәт ҡосағында уҙғарыласаҡ икән.

Бындай ҙур йыйынға тәүләп юлыҡҡан шәкерттәр хайран ҡалып, төрлө яҡтан йыйылып килгән ҡунаҡтарҙы күҙәтте. Мөжәүир ҙә бер ситтә тороп, исемдәрен генә ишетеп белгән арҙаҡлы шәхестәрҙе күҙҙән үткәрҙе. Ана, бер дуҫы менән Троицк ҡалаһының «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе ишаны Зәйнулла хажи хәҙрәттәре лә килеп төштө. Ғабдулла Сәиди йәһәтләп, улар ҡаршыһына атланы.

Иғтибарлап ҡарағайны Мөжәүир икенсе ҡунаҡты ла сырамытты. Ул Зәйнулла ишандың айырылмаҫ дуҫы, һабаҡташы, фекерҙәше Вәлит ауылы муллаһы Ғатаулла Әбделмәликов ине. Остаздары Ғабдулла Сәиди был олуғ ике шәхес тураһында шәкерттәренә күп һөйләне: уларҙың Истанбулда бергә уҡыуҙары, хажға барып, ишанлыҡ алып ҡайтыуҙары, яңы дини тәғлимәт  таратып, мөриттәрен шул йүнәлештә тәрбиәләүҙәре, мәҙрәсәләргә яңы ысул менән уҡытыу индереүҙәре хаҡында белделәр. Бер ваҡыт, был әҙғө  йылдар тирәһе була, Зәйнулла ишан менән Ғатаулла ишан Өфөнән ҡайтып килгәндә, уларҙы Златоуст ҡалаһында ҡулға алалар һәм Наҡшбәндиә суфыйҙар орденының Хәлидиә тәриҡәтен таратыусылар тип, төрмәгә оҙаталар. Һигеҙ ай тирәһе Златоуста тотоҡанлоҡта ятҡандан һуң уларҙы Вологда губернаһына һөргөнгә ебәрәләр. Аҙаҡ Кострома губернаһы төрмәһенә күсерәләр. Тик әҙҙә йылда ғына улар илдәренә әйләнеп ҡайта алалар.

Ғабдулла Сәиди уларҙың икеһен дә әүлиә тип белде. Быға дәлил итеп Зәйнулла ишандың Мәскәүҙән тороп Ырымбурҙаға янғынды һүндереүен, Ғатаулла ишандың диңгеҙ аша сыҡҡанда дауылды туҡтатыуын һөйләй торғайны. Икеһе лә алдан күрә, кешеләрҙе дауалау һәләтенә эйә. тине.

Үҙ заманының бөйөк шәхестәренән Мөжәүир күҙ яҙлыҡтырманы. Өс бөйөк ғалимдың өс таған булып баҫып тороуы илаһи бер мәл ине. Уларҙың айырылмаҫ дуҫтар икәнлеген күреү Мөжәүир өсөн үтә лә шатлыҡлы ине. Ана бит, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй.

Бына бер мәл Мөжәүирҙең тәне буйлап эҫе тулҡын үтеп китте. Күрәһең, хәҙрәттәр араһында уның хаҡында һөйләшеү булып алды. Моғайын, Зайнулла ишан үҙе уҡытырға ҡушып киткән малай тураһында белешкәндер. Эйе, нәҡ шулай. Ана, уның ағас төбөндә баҫып торғанын күреп ҡалған Ғабдулла хәҙрәт үҙҙәренең эргәһенә саҡырып ҡулын болғаны.

—Теге саҡта Манһырҙа, һеҙ, ишан хәҙрәттәре, «өлөшлө бала» тип нарыҡлаған улан бына ошо егет була инде,- тине лә Ғабдулла Сәиди үҙе менән Ғатаулла ишанды ла алып, Шибли хәҙрәттәр торған яҡҡа ҡарай йүнәлде. Күрәһең, мөрите Мөжәүирҙе Зәйнулла ишан менән күҙмә-күҙ ҡалдырырға теләгәндер.

Зәйнулла ишан оҙон һомғол буйлы, мыҡты кәүҙәле, ап-аҡ түңәрәк йөҙлө, ҡалын ҡара ҡашлы, йондоҙҙай нурланып балҡыған ҙур йәшкелт күҙле егетте күреп, башта ышанмай ҙа торҙо.Ҡараһына ҡатҡан йолҡош малай инде һыу һөлөгө кеүек сибәр егеткә әүрелгән дәһә.

—Муллаҡай килешкән улыма,- тине ул бер ҡарауҙа Мөжәүирҙе асыҡ китап һымаҡ уҡып. Бер аҙ уйланып торҙо ла һораны:

— Мәҙрәсәне тамамлағас, ни менән шөғөлләнергә уйлайһың?

—Миңә күп нәмә оҡшай. Тарих менән дә, төҙөлөш эштәре менән дә ҡыҙыҡһынам. Әҙәбиәтте яратам. Үҫемлектәр донъяһын да өйрәнге килә. Тик хәҙергә ныҡлап бер ҡарарға ла килгәнем юҡ.

—Ҡарап торам да, минеңсә, һиңә табиблыҡ ҡулай булыр. Эйе, эйе, ана, күңелгә бирелә, һинең тәғәйенләнешең-табиблыҡ.

—Үҙемә лә табиблыҡ оҡшай. Тик бындай яуаплы эште атҡарырға ғилемем етерме?

—Остазың был өлкәлә тиңһеҙ ғалим. Ул кешенең йәнен, тәнен  сихәтләндереүҙең меңәрләгән төрлө серен белә. Унан күп ғилем эстәй алаһың.

Мөжәүир Зәйнулла ишан әйткәндәрҙең барыһын Мөхәммәт пәйғәмбәр ауазындай күреп, йөрәгенә мәңгелеккә һеңдерҙе.

Эйе, теге саҡ, Манһырға барғанда, Зәйнулла ишан был егеттә яңлышмаған. Ул буласаҡ суфыйҙы үтә күрҙе. Баш осонда ла, уңдан да, һулдан да уны, ана бит, ҡәҙимге әҙәми затҡа күренмәгән аллы-гөллө йәйғор нуры сорнап алған. Был илаһи нур уны ғүмеренең һуңғы минуттарына тиклем оҙатып барасаҡ.

—Һиндә, улым, киләсәкте алдан күҙаллауеү, алыҫтағыны күреү, ваҡыт аша күреү һәләте бар. Урта йәштәргә етеп, утыҡҡас, был һәләтең тағы көсәйер. Мең саҡрымдағыны күреп, белеп торорһоң, ин шәәъ Аллаһ. Яңы заман килер, шул саҡта һин үҙ яғыңда беҙҙең изге эштәрҙе, суфыйсылыҡ тәриҡәтен дауам иттереүсе булып ҡалырһың. Аллаһы Тәғәлә һиңә бөтмәҫ илаһи ҡөҙрәт биргән. Беҙ, Наҡшбәндиә ордены суфыйҙары, һиңә, улым, ҙур өмөт бағлайбыҙ.

Ошоларҙы һөйләшеп бөтөүгә улар эргәһенә бер нисә дуҫы менән йыйын хужаһы Закир Рәмиев килеп етте.

—Ғәфү итегеҙ, һеҙҙе ҡаршы алырға һуңланыҡ, ишан хәҙрәттәре.

—Зыян юҡ. Беҙ бында Мөжәүир улым менән һөйләшеп алдыҡ.

Приискы хужаһы, теге шахта емерелгән саҡта иткән изгелеген онотмағанлығын күрһәтеп, егет яғына ҡарап йылмайып баш эйҙе лә, йәнә төп иғтибарын Зәйнулла ишанға йүнәлтте.

—Һеҙҙе, ғали йәнәп, алыҫтан килгән ҡунаҡтар һораша, — тине. Уны ҡултыҡлап алды ла затлы кейенгән дәрәжәле әфәнделәр яғына йүнәлде.

Шатлығы эсенә һыймаған Мөжәүир, ҡапылда иптәштәрен эҙләп китмәне. Уның яңғыҙы ҡалып, әле һөйләшкәндәрҙе күңеле аша үткәргеһе килде. Тағы баяғы ағас төбөнә барып һыйынды. Бына шәйех уға барыр юлын да күҙаллап бирҙе. Уның тормошон тейешле үҙәнгә бороу, күрәһең, баштан уҡ Зәйнулла ишанға яҙғандыр. Бер аҙҙан егет тынысланды һәм Ғибаҙулла менән Ҡужахмәтте эҙләп китте. Улар өсәүләп Мәғәш буйлап теҙелгән тирмәләрҙе, төрлө яҡтан килгән ҡунаҡтарҙы ҡарап йөрөй башланы. Был бик күңелле шөғөл ине. Барыһы ла матур кейенгән, үҙҙәрен итәғәтле, олпат тота. Күбеһен таный алманылар. Улар  белгәндәрҙән Темәстән Шибли мулла Мөхәмәтғәзизов һәм Әбүбәкер Хөсәйенов күренде.

Бына ижады халыҡ араһында дан алған шағир Мифтахетдин Аҡмулла ла килеп етте. Уның күренеүе тирә-яҡты йәнләндереп ебәрҙе.

Саҡырылған ҡунаҡтар йыйылып бөткәс, йыйын хужалары, данлыҡлы мәғдәнселәр Закир менән Шакир әфәнде ҡунаҡтарҙы табын түренә саҡырҙы. Бер-береһен күреп, күҙләшеп-һөйләшеп ултырһындар өсөндөр, ҡунаҡтар табынға туңәрәкләп ултыртылды. Йыйынды шағир Закир Рәмиев-Дәрдмәнд асты.

—Ата-әсәбеҙ ерләнгән, үҙебеҙ буй еткергән һөйөклө Юлыҡ ауылына бөгөн һеҙҙе йыйҙыҡ, мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәр. Йәмле тәбиғәт ҡосағында осрашайыҡ, аралашайыҡ, бер-беребеҙҙе күреп беләйек, тинек.

Уны Шакир Рәмиев алыштырҙы.

—Башта ризыҡтан ауыҙ итегеҙ, ҡунаҡтар, һыйланығыҙ. Әкиәттәге кеүек бындай мул, татлы ризыҡтар ҡуйылған бындай табынды Мөжәүирҙең тәүләп күреүе ине. Ул Шәмсетдин шәйех һөйләгән ғибрәтле хикмәттәрҙе иҫләп, ҡуйылған һыйға ынтылырға ҡыймай ултырҙы. Артында аслыҡтан тилмереп ҡарап торған алама кейемле хеҙмәтселәр торғандай тойҙо.

Бер аҙҙан һөйләшеү дауам итте.

Ирәндектә үҫкән һомғол ҡарағайҙай тура буйлы, төҫкә-башҡа килбәтле Төркийәлә уҡып ҡайтҡан Рәмиев үҙен йәмғиәт урынында бик итәғәтле тотто. Үҙен һигеҙ йыл уҡытҡан остазы Ғабдулла Сәиди хажиға ололоҡлап тәүге һүҙҙе биреүе лә барыһына оҡшаны. Мосолман донъяһында киң ихтирам яулаған Зәйнулла ишанды ла иғтибар үҙәгенән ысҡындырманы. Бер аҙ тамаҡ ялғап, ҡымыҙ эсеп алғас, ҡунаҡтарҙың ҡурай моңо, йыр тыңлап, күңел асып алғыһы килде. Ғабдулла Сәиди шәкерте Ҡужахмәтте саҡырырға ҡушты.

-Сал Ирәндек буйында Буранбай сәсән һымаҡ башҡа йырсы тыумаҫ инде, тип борсола инек. Аллаһының ҡөҙрәте киң, үлән үҫкән еренә үҫә бит ул. Бына тағы бер мәшһүр йырсыбыҙ үҫеп етте, — тип, егетте ҡунаҡтарға таныштырҙы. Ҡужахмәтте тәүләп күргән кеше уны шәкерткә түгел, ниндәйҙер ҡырағай ҡошҡамы, йәнлеккәме оҡшатыр ине. Ҡырыҫ йөҙлө, ҡылыс танаулы, ҡыҫыҡ күҙле, ҡашы сөйөлгән. Еңел ҡаҡса кәүҙәле был егет бына-бына талпынып осоп китер ҙә, барып бер ҡаяға ҡуныр төҫлө күренде. Бына ул бер аҙ ҡурай тартып торҙо ла йырлап ебәрҙе. Көслө тауышы тауҙарға барып ҡаҡлығып, кире килде лә тыңлаусыларҙың бар донъяһын онотторҙо, моңо барлыҡ ҡунаҡтарҙы әсир итте.

Ерәнсәкәй атым, ай, елмәй ҙә,

Елгән саҡта алдын бирмәй ҙә,

Ашайығыҙ, дуҫтар, эсәйегеҙ,

Был донъялар ике килмәй ҙә.

—Һай, афарин, бына тауыш исмаһам. Тағы йырла, егет.

Ҡужахмәт ялындырманы.

Өҫтәлдәрҙә шәмдәр, ай, яналыр,

Торбаҡ-торбаҡ майы тамалыр.

Һеҙ дуҫтарым менән ултырғанда,

Өҫтөбөҙгә дәүләт яуалыр.

Был куплетты ул ятыраҡ оҙон көйгә йырланы.

Һәр ҡунаҡҡа йылы һүҙен табып, күңелен күрергә тырышҡан табын хужалары Ҡужахмәткә йыры өсөн алтын сәғәт бүләк итте.

Бер аҙҙан уртаға Аҡмулла сыҡты. Мөжәүир, бите-йөҙөнә, төҫө-башына ҡарап, сәйәхәтсе шағирға алтмыш йәштәр бирҙе. Артабан уны тағы нығыраҡ ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Өҫтөнә кейгән кейеме лә дәрүиштәрҙекенсә генә, иҫке генә елән дә башында көнгә уңып бөткән түбәтәй ине. Аҡһыл һары йөҙө лә болоҡһоу тойола. Тик күҙҙәре генә ялҡын сәсеп балҡый. Эйе, был кеше, һис шикһеҙ, донъяға үҙ һүҙен әйтер өсөн килгән зат. Ана, бит тауышы нинләй көслө, нисек сатнатып әйтә һәр һүҙен, шиғырының һәр юлы мәҡәлдәй яңғырай.

Йыһанда тоғролоҡ менән хаҡлыҡ

Һаман шулай иҙелерме, тапалырмы?

Ватылғас таш йөрәклек, аҡһөйәклек,

Фәҡир халыҡтар ҙа бер шатланырмы?!

 

Ҡапыл Мөжәүирҙең йөрәген сәнсеү алды. Ул берсә ярһып, берсә шашып шиғыр һөйләүсе Аҡмулланың киләсәген, әйтерһең, көҙгөлә күрҙе.

Әжәле уны юлда ҡыуып етәсәк. Уның талантына, абруына көнләшкән монафиҡтар яллаған яуыз кешеләр ҡулынан вафат буласаҡ ул. Хәҙер үк эргәһенә йүгереп барып әшкәртергә, юлда йөрөмәгеҙ, һеҙҙе унда фажиға һағалай, тип юл йөрөүенән  тыйырға теләне. Бер аҙҙан был уйы мәғәнәһеҙ тойолдо. Диңгеҙҙәге дауалды, далалағы өйөрмәне туҡтатып булырмыҒ Аҡмулланы ла тотҡан юлынан берәү ҙә кире дүндерә  алмаясаҡ. Тәҡдиренә яҙылғаны булыр инде. Ҡапыл Юлыҡ ауылындағы өс көнгә һуҙылған ҡунаҡлашыу йыйыны Мөжәүир өсөн әһәмиәтен юғалтты. Хатта хушлашҡанда Закир әфәнде биргән ҡиммәтле бүләк, алтын тәңкә лә, уның боҙолған кәйефен күтәрә алманы. Ҡунаҡ һыйы тамағынан үтмәне. Ғәҙеллекте, ярлы халыҡты яҡлап көрәш юлына баҫҡан Аҡмулла уға сикһеҙ йәл ине. Остазынан рөхсәт алды ла, иртәгәһен таң менән  ул йәйәүләп Муллаҡай яғына юлланды.

…Мөжәүирҙең күҙаллауы дөрөҫкә сыҡты. Көҙгө һыуыҡтар башланғас, октябрь урталарында, Аҡмулланың вафат булыуы тураһында хәбәр килде.  Ысынлап та, арбаһына китап,дәфтәрҙәрен, ағас эшкәртеү ҡорамалдарын тейәп Мейәс заводынан Һарыҫлан ауылы яғына китеп барғанда Аҡмулланы юлда үлтереп киткәндәр.  Мәрхүм рухына арнап Ҡөрьән бағышлатҡанда, күңелендә ағаһына оло хөрмәт йөрөткән Ғабдулла Сәиди әйтте,

–Бигерәк тура һүҙле булды, ағайым. Тура һүҙ таш яра, таш ярмаһа, баш яра. Дөрөҫ йәшәне, ысын суфый булды. Урыны ожмахтың түрендә булыр, ин шәәъ Аллаһ.

Мөжәүир Сиражетдинов Муллаҡай мәҙрәсәһендә ун йыл уҡыу дәүерендә, Ғабдулла хажи хәҙрәттең абруйы арҡаһында,  тағы бик күп арҙаҡлы шәхестәр менән танышты, күптәре менән ғүмерлек дуҫ булып ҡалды. Айырыуса, Нәҙер ҡарйаһынан /хәҙерге Атанғол ауылы/ сыҡҡан Госдума депутаты ахун Шәһишәриф Мәтинов, Хәсән ауылында тыуып үҫеп, Казан университетында уҡып  йөрөгән Мирсаяф Биишевтар менән аралашты.

Аҙаҡ тыуған ауылы Манһырға ҡайтҡас та ул остазы һәм уның аша танышҡан дуҫтары, мәҙрәсәләш шәкерттәр менән бәйләнешен өҙмәне.

 

 

Автор:
Читайте нас