

Аллаһ теләгән кешеһенә хикмәт бирә,
ә кемгә хикмәт бирелгән –
уға ҙур изгелек тә бирелгән.
Ләкин быны аҡыл эйәләре генә иҫендә тота.
«Әл- Бәҡара» сүрәһенең 269- сы аяты.
Муллаҡайға етеп килгәндә Ғабдулла хәҙрәт күсере Әбделхалиҡҡа аттарҙы Һаҡмар буйындағы таллыҡҡа табан борорға ҡушты.
-Ҡояш байыуға күп ҡалманы, икенде намаҙын йылға буйына төшөп, тәбиғәт ҡосағында уҡырбыҙ, балалар,- тине.- Сәхрәлә уҡылған намаҙ икеләтә сауаплы, ти Зәйнулла остазыбыҙ,
Күкрәгендә көс-ҡеүәте ташып торған алтмыш йәштәр тирәһендәге ҡаҡса йөҙлө, еңел кәүҙәле ир тулы тәһәрәт алғандан һуң намаҙлығын хәтфә үлән өҫтөнә түшәне лә, Аллаһ ҡушҡан фарыз ғәмәлде үтәр өсөн тотошлайы менән Аллаһ ҡаршыһына баҫты һәм бар донъяһын онотто. Шәкерттәр ҙә имамдың ихтыярына буйһондо.
Пар ат егелгән көймәле арба ауылға килеп ингәндә ҡараңғы төшкәйне инде. Хәҙрәт буласаҡ шәкерттәрен ике ҡатлы сарҙаҡлы мәҙрәсә эргәһендәге ятаҡханаға килтереп урынлаштырҙы ла:
-Аҡшам намаҙын да бергәләп уҡырбыҙ,- тине.
Үҙҙәре генә ҡалғас, етеле шәмдең бөләңгерт яҡтыһында бүлмәне байҡап: «Маҡамыбыҙ ошо була икән,»- тип уйланы үҫмерҙәр. Бер аҙҙан улар ихатаға ла сығып әйләнде. Ятаҡ ҡаршыһында тағы бер ыҡсым ғына алты мөйөшлө өй күрҙеләр. Быныһы, моғайын, шәкерттәр өсөн ашханалыр, тинеләр. Арыраҡ мунса тора ине. Юлда Ғабдулла хәҙрәттең:
-Беҙҙә ауыр ғаиләләрҙән килгән шәкерттәрҙе уҡытыр өсөн шарттар булдырылған. Быйыл мул ғына итеп иген дә сәстек. Тиҙҙән ураҡҡа төшөрбөҙ. Беҙ бында етем-еһерҙе, алыҫтан килгән шәкерттәрҙе туйындырыу, кейендереү сараларын үҙебеҙ күрәбеҙ. Эшебеҙ ҙә, ашыбыҙҙа етәрлек. Мал аҫырайбыҙ, төрлө эш урындары булдырғанбыҙ. Беҙҙә шәкерттәр тик ятмай. Бер юлы һәр төрлө һөнәргә лә өйрәнә,-тип һөйләгәндәрен иҫләп, ҡыуанып ҡуйҙылар. Башта ҡайҙа йәшәрбеҙ, нимә ашарбыҙ, тип уйланып борсолған үҫмерҙәрҙең эсенә йылы инде. Уларға уҡыр өсөн нәҡ ошондай урын кәрәк ине. Башҡалар килеп еткеләгәнсә һеҙҙең менән айырым шөғөлләнә торормон, тип тә әйтте бит әле хәҙрәт.
Хәҙрәт ҡушһа, улар һәр эшкә шатланып тотонор. Дәрестән бушаған арала мал ҡарашырҙар. Тик ултырырға таш һын түгелдәр ҙәһә. Тик белем алыу мөмкинселеге генә булһын.
Мөжәүир менән Ғибәҙулла урындыҡҡа барлы-юҡлы әйберҙәрен түшәп, йоҡларға урын хәстәрләп йөрөй ине, бүлмәгә үҙҙәре йәшендәге бер үҫмер килеп инде.
-Мин Юламан булам,- тине ул үҙе менән таныштырып.-Хәҙрәт һеҙҙе ашҡа саҡырта.
Бындай иғтибарҙы көтмәгән шәкерттәр баҙап ҡалды. Билбау аҫты ныҡ ҡына бушаған булһа ла әҙәп һаҡлап:
-Мөғәллим юлдан арып ҡайтты, бөгөнгә уны бимазаламайыҡ, йәпһеҙ бит,- тип саҡырыуҙан баш тартырға иткәйнеләр, Юламан ҡуйырҙан-ҡуймай ныҡышты.
-Беҙ бында шулай бер ғаилә булып йәшәп өйрәнгәнбеҙ. Тартынмағыҙ, әйҙәгеҙ. Бармаһағыҙ йә хәҙрәт үҙе килеп етер.
Улар ҡыйыуһыҙ ғына мәҙрәсә ҡаршыһындағы өйгә табан йүнәлде. Хәләленең ҡайтыуын дүрт күҙ менән көтөп торған Мәймүнә абыстай табынды күптән әҙерләп ҡуйған икән.
-Танышыу мәжлесе мөбәрәк булһын!–Ғабдулла хәҙрәт буласаҡ шәкерттәрен тирә яҡлап буй юрғандар түшәлгән ҡыҫҡаҡ тояҡлы тәпәш өҫтәл янына саҡырҙы. Абыстайы аш бүлгән арала йорт хужаһы ғаиләһе менән таныштырып алырға булды.
-Оло улым Мирзазаһит,- тине эргәһендәге биш-алты йәштәр тирәһендәге ирәбе малайға күрһәтеп. Йәнә бер йәшлек Мөхәмәтәнүәр исемле улыбыҙ бар, ул әүен баҙарына киткән. Был уңған егет мөридем Юламан булыр. Хәйер, танышҡанһығыҙҙыр. Ул да һеҙҙең һымаҡ алыҫтан белем эстәп килгән. Ата-әсәһе булмау сәбәпле йәйгеһен ҡайтып йөрөмәй, бында ҡала.
Хәҙрәт өйҙәгеләргә яңы дуҫтарын таныштырып үтеүҙе лә кәрәк тапты. Ул тағы ла уйынсыл тауышҡа күсте.
-Бына быныһы, йәшкелт-һоро күҙҙәре нур сәскәне, Манһыр егете Мөжәүир булыр,- тине. -Зәйнулла ишан хәҙрәттәре былтыр килгәнендә уны «Егерменсе быуаттың буласаҡ әүлиәһе» тип нарыҡланы. Уның эргәһендәге ҡыйыу егетте кем тиерһегеҙ? Ул буласаҡ мәғдәнсе Ғибаҙулла булыр. Икеһе лә уҡырға ғажиз булып, белемгә һыуһап килгәндәр.
Ошо ябай ғына йәнле һүҙҙәрҙән тәүҙәге күңелде ҡоршап торған тартыныу хисе ҡапыл юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Шунда уҡ табын эргәһендә йылы мөхит хасил булды. Юлда асығып килгән үҫмерҙәр әҙәпле генә итеп ашҡа ынтылды. Бер аҙ тамаҡ ялғанғас, ҡыйыуыраҡ Ғибаҙулла һорау бирергә йөрьәт итте.
-Хәҙрәт, хаҡмы, һеҙҙе хажда булған тип әйтәләр.
-Эйе, әҙҙә йылда хаж сәфәре ҡылыу насип булды.
Үҫмерҙәрҙең хажда булған кешене үҙ ғүмерендә тәүләп күреүе ине. Уларҙың күҙҙәре тоҡанып янып китте. «Хажиҙың кейгән кейеменә генә ҡағылып китһәң дә мең сауап», тигәнде ишеткәндәре бар ине. Әммә баҫалҡылыҡҡа, сабырлыҡҡа өйрәтелгән шәкерттәр хистәрен тышҡа сығарып барманы. Хәҙрәткә ихтирамы икеләтә артып киткән Мөжәүир тел осонда уралған һорауын әйтеп һалды.
-Теге саҡтан бирле, Манһырҙа осрашҡандан һуң, Зәйнулла ишан менән тағы күрешкәнегеҙ булдымы, хәҙрәт:
-Юҡ, әммә беҙҙең арала силсилә ҡылынған, шунлыҡтан рухи бәйләнеш өҙөлмәй.
-Ишан хәҙрәттәренә минән сәләм күндерегеҙ. Әйткәндәре барыһы ла гел иҫемдә.
Шәкерттәрҙең Ғабдулла хажи хәҙрәт эргәһенән һис киткеләре килмәй ине. Быны һиҙеп торған остаз:
-Ашыҡмағыҙ, бергәләп йәстү намаҙын уҡыйбыҙ әле,- тине. Кешенең ни уйлауын һиҙеү ҡөҙрәтенә эйә Ғабдулла был ике үҫмерҙе Аллаһы Тәғәлә үҙенә юҡҡа ебәрмәүен аңланы. Улар йөҙөндә башҡорттоң ике буласаҡ олуғ шәхесен күрҙе. Был ике үҫмер өсөн Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында үҙенең яуаплы икәнен һәм балаларға ғилем биреүсе генә түгел, атай һәм әсәй урынында булырға тейешлеген төшөндө. Мөжәүир менән Ғибаҙулла суфый булырға тейеш! Бының өсөн, әлбиттә, күп көс һалыныр. Уларға ҡарата иғтибарлы һәм талапсан булыу, шул ваҡытта мәрхәмәтлелек кәрәгер. Бөгөн үк ул йәш дуҫтарына тәүге дәресен бирер. Иң мөһим баш һүҙҙәрҙе әйтер һәм тейешле талапты ҡуйыр, әлбиттә.
Йәстүҙән һуң хәҙрәт шәкерттәргә мәҙрәсәләге намаҙ тәртибен аңлатты, уны шиғри һүҙҙәр менән әйтеп бирҙе.
Биш тапҡыр: иртән, төш, кис, аҡшам һәм йәстү,
Намаҙ уҡы, шәкерт, булыр йөҙөң яҡты.
Икенсе әйтер һүҙе суфыйсылыҡ хаҡында ине.
-Һеҙҙең тариҡәт хаҡында ишеткәнегәҙ бармы?–Шәкерттәр өндәшмәгәс үҙе үк дауам итте. –Беҙҙең тотҡан юл тариҡәттән ғибарәт булыр. Мине мөршит, йәки остаз тип атарһығыҙ, ә һеҙ мөриттәрем булырһығыҙ. мөршид /наставник/
Теге саҡта Зәйнулла ишанды пәйғәмбәрҙәй күреп яратып ҡалған, шунан бирле иҫенән сығармаған Мөжәүир һорай һалды.
-Ишан хәҙрәттәре лә суфыймы?
-Эйе, ул суфыйсылыҡтың Нәҡшбәндиә-Хәлидиә тәриҡәте ағзаһы.
Заманында беҙҙең һымаҡ фәҡир генә ғаиләлә үҫеүенә ҡарамаҫтан, Аллаһы Тәғәләнең ҡушыуы буйынса, үҙенең ғилемгә ынтылыуы арҡаһында бөгөн ул мосолман донъяһының рухи остазы, ҡотоп заман.
-Ҡотоп заман?!- Тәүләп ишеткән был таныш түгел һүҙҙең мәғәнәһен аңламаған Мөжәүир остазына һораулы ҡараны.
-Эйе, ҡотоп заман, йәғни үҙе йәшәгән заман өсөн Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында яуаплы кеше.
Ғабдулла хәҙрәт үҙен мөкиббән тыңларға әҙерләнгән шәкерттәргә талапсан ғына өндәште,
-Бөгөнгә һөйләшеү етеп торор. Арынығыҙ, ял итегеҙ. Уйланып йөрөгөҙ. Ә хәҙер бергәләп йәстү намаҙына баҫабыҙ.
Шулай итеп, бөгөн ике дуҫ икенде, аҡшам, йәстү намаҙҙарын Муллаҡайҙың мәшһүр муллаһы менән бергәләп үтәне. Тағы ун йыл буйы остаздары менән ошолай яҡындан аралашыу бәхете тейәсәк әле уларға. Бик күп намаҙҙарҙы бергә уҡырҙар, изгелеккә өндәгән вәғәздәрен тыңларҙар, тәриҡәт юлында дәрестәр алырҙар. Тик хәҙергә был үҫмерҙәргә билдәһеҙ ине.
Намаҙҙан һуң Мөжәүир, Ғибаҙулла, Юламан ятаҡҡа өсәүләп ҡайтты. Көслө тәьҫораттарҙан үҫмерҙәр йоҡлап китә алмайынса таңға хәтлем һөйләшеп ятты.
-Һеҙ Рәмиевтар тураһында ишеткәнегәҙ бармы?- тип һораны Юламан тиңдәштәренән.
-Теге алтын хужаларымы?
-Эйе. Улар ҙа башта Ғабдулла Сәиди хәҙрәттең мәҙрәсәһендә уҡыған. Мәғдән табыу серҙәренә уларҙы хәҙрәт өйрәткән. Әле лә Закир ағай Муллаҡайға йыш ҡына килеп тора. Былтыр килеп, мәсеттең манараһын алтынлатты. Беҙҙең кеүек етем балаларға ла зәҡәт иҫәбенән ярҙам иткеләй.
Мәғдәнсе булырға хыялланған Ғибаҙулланың, артыҡ тулҡынланыуҙан, әйтерһең, теле аңҡауына йәбеште.
-Ә-ә-ә, кем тиһең, мәғдәнсе тиһеңме.
Уның тәҡәтһеҙ Рәмиеевтар һымаҡ алтын батшаһы булғыһы килде. Хыял, хыял… Их, ул бай булһа… Ғибаҙулла хәҙрәттең мәсет манараһын алтынлатып ҡына ҡалмаҫ, Бохаралағы кеүек итеп биҙәп, кирбестән ике ҡатлы мәсет һалдыртыр ине.
-Мифтахетдин Аҡмулла тигән шағирҙы беләһегеҙме?
Малайҙарҙың был исемде ишеткәне юҡ ине.
-Ғабдулла хәҙрәттең яҡын дуҫы ул. Әллә Стәрлебашта бергә уҡығандармы шул. Әйтәгүр, бында йыш була, килһә, күрерһегеҙ әле. Мин уның күп шиғырҙарын яттан беләм.
-Йә, әләйһәң һөйләп ишеттер һуң.
Юламан ялындырманы. Мөнәжәт һымағыраҡ итеп бер шиғырҙы һуҙып та ебәрҙе.
Ғилемлелек- даръялыр,
Ҙур рыялыҡ булмаһа.
Аҡыллы әҙәм- олуғтыр,
Асыуы артыҡ булмаһа.
Хәйерле бай йомарттыр,
Көнсөл, ялҡау булмаһа.
Донъя күрке-ҙур дәүләт,
Ҡунып та һулымаһа….
Бында ике йыл элек килеп уҡыған, йомош-юлға йөрөп, күпте белеп күргән Юламанға яңы дуҫтары һорау артынан һорау яуҙырҙы. Остазына күңелендә бөтмәҫ тоғролоҡ һаҡлаған рәхмәтле шәкерт һүҙ артынан кеҫәгә инмәне. Һәр һорауға тыпылдатып тулы яуап биреп, Мөжәүир менән Ғибаҙулланы шаҡ ҡатырҙы.
-Эй, малай, Ғабдулла хәҙрәт был тиклем ғилемгә ҡайҙан, кемдән өйрәнде икән?
-Бохарала егерме биш йыл уҡып ҡайта ул.
-Егерме биш йыл… Ай-һай. әйтеүе генә анһат. – Ғибаҙулла телен сартылдатып ҡуйҙы.- Был бик күп бит.
-Күп тиһең, унан алда Стәрлебаш мәҙрәсәһендә ун йылға яҡын уҡыған, үәт.
-Бөтәһе утыҙ биш йыл уҡыймы?
-Эйе.
-Шул тиклем оҙаҡ уҡып буламы икән ни?- Мөжәүир менән Ғибаҙулла шаҡ ҡатты. Аптырауҙан улар оҙаҡ ҡына әйтер һүҙ тапманы.
-Ул ысын ғалим. Ҡулынан килмәгән эше, белмәгән ғилеме юҡ. Теләһә, Һаҡмар йылғаһы аша һыу өҫтөнән атлап үтә, йөҙәр саҡрымда ниҙәр бар, белә ала. Беҙҙең ни уйлағанды ла үтә күрә. Кешеләрҙе лә имләп һауыҡтыра. Үләндәр, таштар серен белә.
Бына ниндәй ғилем эйәһенең эргәһенә килтереп юлыҡтырҙы уларҙы Аллаһы Тәғәлә. Кискеһен бер табын артына ултырып ризыҡ ейҙеләр. Сикһеҙ бәхет даръяһында йөҙгән шәкерттәр, үҙҙәрен баш осонда күк ҡабағы асылғандай хис итте. Ошо тойғо менән таңға табан ойоп йоҡлап киттеләр.
Эй, саф бала саҡ. Улар әле алда үҙҙәрен ниндәй һынауҙар көтөүен, Ғабдулла Сәиди мәҙрәсәһенә юҡҡа ғына килеп тап булмауҙарын, Аллаһы Тәғәлә тарафынан үҙҙәренә ниндәй яуаплы эштәр йөкмәтеләсәген күҙ алдына ла килтерә алмай ине.
Мөридтәре киткәс, Ғабдулла хәҙрәт тә абыстайы эргәһенә йылы түшәккә барып сумырға ашыҡманы. Ул, «Аятел Көрси» доғаһын уҡып, алдына, артына, өҫкә, аяҡ аҫтына, уңға, һулға өрөп ебәрҙе лә, етенсеһен йотоп ҡуйҙы. Витер намаҙын да үтәп, үҙе яратҡан «Ҡунут» доғаһын уҡыны. Шул саҡ уның йөрәге тамам асылды, ихласланып зекергә ултырҙы. Бер аҙҙан, көндәй ап-асыҡ итеп, бөгөн арбаһына ултыртып алып ҡайтҡан шәкерте Мөжәүирҙең бөтә киләсәген күрҙе. Был үҫмергә Аллаһы Тәғәләнән икһеҙ-сикһеҙ һәләт, кешеләрҙе һауыҡтырыу ҡөҙрәте бирелгән булыр. Раббыбыҙға күңелендә һоҡланғыс тоғролоҡ һаҡлаған был йәш ғалим бирелгән ҡөҙрәттең тамсыһын да сайпылдырмай халҡына илтәсәк. Данлыҡлы халыҡ табибы булып танылырға мәҙрәсәлә алған белеме лә ярҙам итәсәк.
Юламандың да киләсәген аңғара хәҙрәт. Был илгәҙәк, зирәк егет үҙ артынан яҡты эҙ ҡалдырасаҡ. Башҡорттоң бер олуғ шәхесе менән бер юлдан йөрөйәсәк. Баҫҡан ерҙә ут сығарған ир-егеттең ҡулынан килмәгән эше булмаясаҡ. Урта йәштәрҙә табиблыҡ һәләте асыласаҡ.
Күңеленә бирелгән мәғлүмәттән ҡәнәғәт ҡалған остаз Ғибаҙулланың да киләсәгенә күҙ алларға булды. Башта уның да барыр юлы яҡты күренде, гел үрләне. Тик һайлаған һөнәре буйынса ҙур танылыу тапҡанда ғына яуыз көнсөл әҙәмдәр хөсөтө арҡаһында һәләк булыуы күренде. Хәҙрәт мөритен киләсәк хәүефтәрҙән әрсәләргә теләп, доғалар уҡырға тотонғайны, уны күҙгә күренмәгән бер зат туҡтатты. «Һеҙҙең арала егерме биш йыллап ваҡыт арауығы ята. Ул күрәсәген күргәндә һин күптән баҡыйлыҡҡа күскән булырһың, шуға ла ул уғландың яҙмышына тәьҫир итә алмайһың. Тәҡдире маңлайына яҙылғанса булыр»,- тине.
Сер ғилеме эйәһе булыу, әүлиәлек–оло яуаплылыҡ. Ул ике осло. Ҡөҙрәтең дә бар, әммә һин уны урынһыҙ ҡулланырға хаҡың юҡ. Ғөмүмән был донъяла бар нәмә ике осло. Эҫегә – һыуығы, көнгә – төнө, яҡшыға – яманы, аҡыллыға – иҫәре, ергә – күге…
Ғабдулла Сәиди бик аҙ йоҡлай. Шулай төндәрен яңғыҙы ғына ҡалып уйланырға ярата. Күп ваҡыт зекерҙә ултыра. Үткән көн башҡарылған эштәргә баһа бирә. Айырыуса сүрәләрҙе уҡып, төпсөп өйрәнә, уларҙың илаһи ҡөҙрәтен аңларға тырыша. Бөгөнгө үткән матур көн өсөн ул Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр әйтеп доға ҡылды ла, ипләп кенә тәмле итеп йоҡлап ятҡан абыстайы эргәһенә барып ятты.
Егет ҡорона тулып барған, ҙур хыялдар менән йәшәгән Мөжәүир менән Ғибаҙуллаға Муллаҡай мәҙрәсәһендә уҡыу баштан уҡ оҡшаны. Был нәҡ улар уҡырға хыялланған мәктәп икән. Дин уҡытып ҡына ҡалмайҙар, донъяуи фәндәргә лә төплө иғтибар бирелә. Дауалауға, табиплыҡҡа, мәғдән серҙәренә, һәр төрлө оҫталыҡҡа ентекле өйрәтәләр. Балта оҫтаһы, тимерселек, балсыҡтан буяуҙар яһау, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереү, тәрбиәләү — былар бөтәһе лә тормош өсөн кәрәкле шөғөл мәҙрәсәлә уҡытыла.
Кемгә нимә оҡшай, Мөжәүирҙең күңеленә табиплыҡ серенә төшөнөү хуш килә. Ул бында им-том, арбау серҙәренән тыш, үләндәр менән дауалауҙы өйрәнеүгә ентекле туҡтала. Ҡайһы үләнде ҡасан йыйырға, ниндәй сирҙе дауалағанда ҡулланырға кәрәклекте белгәс, шифалы үлән-сәскә эҙләп йәш Мөжәүир һаҡмар йылғаһы буйҙарын, туғай-болонлоҡтарҙы гиҙә. Тау итәктәрендә, үҙәктәрҙә була. Ниндәй генә шифалы үлән юҡ икән! Серен белһәң, һәр үлән, һәр сәскә, тамырҙар дауа икән. Хатта аяҡ аҫтында түшәлеп ятҡан бәпкә үләненә тиклем ун төрлө сирҙән килешә, ти. Артышы ни тора! Ҡайыны — хазина! Еләк-емештәрен ни тиерһең? Баланы ҡаныңды таҙарта, ҡайын еләген бер туйғансы ашаһаң, йөрәгеңә ҡыш буйы етерлек көс бирә. Үҫмер бында уҡығанда тыуған яғын өйрәнеп, хозурлығына хайран ҡалып, уны мәңгелеккә яратты.
Дауалау һәнәренең байтаҡ серҙәренә төшөнә алған Ғабдулла Сәиди хәҙрәт, әлбиттә, медицина фәнен дә һис инҡар итмәй. Әммә табиплыҡ фәне дингә нигеҙләнергә тейеш, тигән фекерҙә ныҡ тора. Дарыу менән генә дауалап булмай торған сирҙәр була, ти. Ҡайһы табиптың нервыһы сирлене, психик ауырыуҙы, быуманы һауыҡтыра алғаны бар? Йә, әйтегеҙ әле? Юҡ бит, юҡ! Шуға күрә ҡайһы бер рәнйеүҙәр (ауырыу) тик им-томға, арбауға, өшкөрөүгә нигеҙләнергә тейеш, ти хәҙрәт. Балаға күҙ тейгән. Илай, тәҡәт итмәй. Әсә дауаханаға алып бара. Алға китеш юҡ. Аптырап, йонсоп барған балаһын хәҙрәткә алып килә. Мулланың бер ихласлап өшкөрәүе етә, бала башта күҙен аса, унан йүгереп тә китә. Шуға ни тиһең инде?
Арбауға оҫта хәҙрәт нисә тапҡыр шәкерттәре алдында йыландан сағылып, үлергә ятҡан әҙәмдәрҙе кире аяҡҡа баҫтыра. Нисә тапҡыр быума сирлене һауыҡтырҙы, хатта һуҡырҙарҙың күҙен асты.
Мөжәүир, табиплыҡ серен өйрәнеүгә мөкиббән киткән шәкерт, ер ямғыр һыуын нисек һеңдерһә, хәҙрәттең дауалау оҫталығын үҙенә шулай һеңдерҙе.
Муллаҡай мәҙрәсәһендә биш намаҙ мотлаҡ һанала. Хәҙрәт шәкерттәренә намаҙ уҡыуҙың, теләк теләүҙең, илгә, ер-һьгуға, үҙеңә, ғаиләңә именлек һорауҙың зарурлығын башта уҡ төшөндөргәйне. Шуға укыусылар араһында намаҙ тәртибен боҙоусы булмай.
Бер йомала Ғабдулла хәҙрәт ошо мәсетте һалырға ярҙам итеүселәргә,^ айырыуса Рәмиевтарга рәхмәт әйтеп, доға ҡылдырҙы. Йәйге айҙарҙа шәкерттәр уларҙың приискыһына барып эшкә төшә ала, тине. Мәғдәнсе булырға хыялланған Ғибаҙуллаға етә ҡалды был хәбәр.
— Әйҙә, малай, йөрөп ҡайтайыҡ, Рәмиевтарҙы күрербеҙ, — тип Мөжәүирҙе өгөтләй башланы. Дуҫын яңғыҙ ебәргеһе килмәгән егет ризалыҡ бирҙе. Йәй етеү менән улар юлға сыҡты.
Май урталары ине. Хәллерәк шәкерттәр мәҙрәсәнән тарала башланы. Ярлыраҡтары ҡалып, эшкә ялланыу тураһында уйлашты. Егет ҡорона тулып килгән ете-һигеҙ шәкерт берләшеп, Рәмиевтарҙың алтын приискыһына барырға әҙерләнә башланы. Ғабдулла хәҙрәт:
- Иң хосуллы приискы - Айҙарлы. Унда Ҡадирова Хәнифә тигән белешем управляющий булып тора. Минән сәләм әйтерһегеҙ, һеҙҙе эшкә алыр, торлаҡҡа ла урынлаштырыр, — тине һәм Мөжәүирҙең ҡулына хат тотторҙо.
Айҙарлы приискыһы Орский әйәҙендә — 18, Кваркино ойәҙендә 122 приискыһы булған Рәмиев Закирға ҡарай. Ул Урал йылғаһынан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан. Йәйәүләп бер аҙнала барып етергә була икән.
Юлда туҡтап ҡуна-ҡуна, һораша-һораша аҙна тигәндә йонсоған шәкерттәр, кисләтеп кенә саҡ Айҙарлыға барып инде.
Алтын сыҡҡан ерҙәр ҡобараһы осоп ҡотһоҙлана икән, унда ендәр эйәләй, тән булһа, баяғы ен балалары ҡыҙҙар исемен әйтеп сыр-сыу килеп уйнайҙар икән, тип ишеткәндәре бар ине шәкерттәрҙең. Ысынлап та, Айҙарлы тирәһе йәмһеҙ ине. Әйтерһең, аяу белмәгән ендәр ерҙең ҡыртышын кимергән, ҡайҙа ҡарама аҡтарылып ташланған һары балсыҡ өйөмө. Ирәндек буйындағы матур, еләк-емешле тауҙарға, хәтфәле болондарға өйрәнгән егеттәр, был яҡты һис тә үҙһенмәне.
Ҡаршыларына осраған бер матур ғына ҡыҙҙан улар буйҙаҡтар ятағын һораны. Шунда инеп ҡунырға булдылар. Арып талсыҡҡан егеттәр арлы-бирле ҡапҡыланы ла, ҡаҡ һике оҫтөнә теҙелешеп ятты. Күбеһе шунда уҡ йоҡлап та китте. Йәнәш ятҡан ике дуҫ ҡына йоҡлап китә алмай ғазапланды. Тәҙрәнән төшкән ай яҡтыһына ҡарап ята торғас, хыялға бирелгән Ғибаҙулла:
—Их, малай, йоҙроҡтай алтын тапҡанда! Икебеҙгә лә мәҙрәсәне уҡып сыҡҡансы етер ҙә ҡуйыр ине. Анау балсыҡ араларын ҡараштырып йөрөрбөҙ әле, йәме, — тине.
Иртәгеһен шәкерттәр хәҙрәт өйрәтеп ебәргән управляющий катынды эҙләп китте. Прииск контораһы ятаҡтан әллә ни алыҫ түгел икән. Инергә ҡыймай торғанда бер мыҡты ир килеп сыҡты ла:
Беҙгә ни кәрәк? — тип һорашты.
Ҡадирова Хәнифә апай кәрәк ине.
Ул килеп етмәгән, көтөгөҙ, — ирекәй үсеккәндәй ҡырт боролоп китеп барҙы.
Бер аҙҙан һомғол буйлы, дуғаланып торған ҡара ҡашлы, зәңгәр күҙле, ап-аҡ йөҙлө 35—40 йәштәр тирәһендәге һылыу катын эш эҙләүселәр эргәһенән өндәшмәй үтеп китте лә контораға инде.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс йәнә пәйҙә булды ла:
Ьеҙ әллә эш эҙләп килдегеҙме? — тип һораны. Егеттәр бер тауыштан:
Эйе, апай, — тине.
Шәкерттәр управляющий Хәнифә тигәндәре ошомо икән әллә, тип аптырашып торған арала Мөжәүир остаздары I абдулла хәҙрәт ебәргән хатты ҡулына илтеп тотторҙо. Ул теге хатты уҡыған арала «ни тиер, эш булһа ярар ине» тигән уй менән бөтәһе лә тулҡынланып һылыу ҡатынға текләне.
Хәнифә етди төҫ менән бер аҙ уйланып торҙо ла, әйтте:
—Беҙҙе ҡапылда көнлөксө генә итеп алмаһаҡ... Ҡарарбыҙ, эшкә барымығыҙ булһа, шахтаға ла төшөрөрбөҙ. Беҙҙә бик ауыр. Кәйлә, кәрәк менән эш итәбеҙ.
Хәнифә ҡул аҫтындағы хеҙмәткәрен саҡыртып алды ла:
—Муллаҡай мәҙрәсәһе шәкерттәре. Ғабдулла хәҙрәт үҙе ебәргән, — тип «Ғабдулла хәҙрәт» һүҙенә айырым баҫым яһап, ихтирамлы тауыш менән әйтте. — Егеттәргә эште күрһәт, өйрәт.
Ете ят ерҙә үҙҙәрен тартып тороусы кеше табылыуға ҡыуанған эшкә ялланыусыларҙың эсенә йылы инде.
—Бәлки, аҡсаны мул ғына эшләп булыр, — тип тә уйлап алдылар.
Управляющий ярҙамсыһы уларҙы кешеләр мәш килеп эшләп йөрөгән быуа яғына табан әйҙәне лә буш торған иашгердтар эргәһенә килтереп туҡтатты.
—Ошонда эшләрһегеҙ. Ҡарап тороғоҙ ҙа, өйрәнеп алғас, башларһығыҙ.
Ауыр эшкә күнекмәгән егеттәр тәүге көндәре ныҡ арыны. Аяҡтарын саҡ һөйрәп ятаҡҡа килеп йығылдылар. Тик Ғибаҙулла ғына бирешмәне. Алтын табыу уйы уны балсыҡ өйөмдәрен ҡыҙырырға алып сыға һалып та китә. Дуҫының алтын менән үтә мауығыуын хупламаған Мөжәүир ятаҡта тороп ҡалды.
Тимер иләктең бер яғынан икенсе яғына йүгертеп таш ҡатыш балсыҡты йыуғанда, араһында баҙлап киткән шырпы осондай ғына ялтыр таштарҙы күреп, күҙе осҡонлана Ғибаҙулланың. Управляющий апайҙың:
Вашгердтағы алтынға тейә күрмәгеҙ, хужа ярлыҡамаҫ, — тип киҫәтеп әйтеүен дә дуҫы онотоп ҡуя буғай. Алтынға мөкиббән китеүен күргән Мөжәүир тегенең еңенән тарта:
– Эшлә, эшлә!
Вашгердт тирәһендә ун көнләп йөрөгәс, егеттәрҙең ҡатынҡы икәнен күргәс мастер, ниһайәт, уларҙы шахтаға ебәрергә булды.
Күберәк аҡса эшләүҙәрен әллә ни күреп, шахтаға төшөргә ҡыҙыҡҡан шәкерттәр, иртәнсәк эшкә дәртләнеп әҙерләнде. Тик бадьянға ултырып бауға тотоноп ер аҫтына төшә башлағас ҡына йөрәктәрен ҡурҡыу биләне. Ҡояш нурының бер сатҡыһы ла үтеп инә алмаҫ тәрәнлектә ҡулыңа кәрәк йә кәйлә тотоп нисек эшләмәк кәрәк? Кире сығып булмаһа? Шахта емерелеп, ҡом, балсыҡ араһында ятып ҡалһаң? Абау, ҡурҡыныслығы! Шомло ҡараңғылыҡ артҡандан-артты. Ниһайәт, Мөжәүир менән Ғибаҙулла ултырған бадьян «дыңҡ» итеп ергә барып терәлде. Был ваҡытта бәләкәй генә лампаларын тоҡандырған эшселәр штольнялар буйлап, үҙҙәренең забойҙарына табан таралыша башлағайны.
—Әйҙәгеҙ, — тине егеттәргә урта йәштәрҙәге бер ир. — Ьеҙ мин аҡтарған балсыҡты шахта ауыҙына ташырһығыҙ. Ҡабат өндәшеп тормай, штүлкә буйлап эргәһенә барған кәйләһе менән ҡом ҡатыш балсыҡты умыра ла башланы. Мөжәүир менән Ғибаҙулла аяҡ аҫтына ҡуптарылып төшкән балсыҡты кәрәк менән күнәктәргә тултыра башланы.
Ҡараңғы штольнялар буйлап шахта ауыҙына табан атлау ҙа еңел түгел икән. Башты, ҡулды ташҡа бәреп бөтәһең, рудалы күнәк ауыр. Мөжәүирҙең бындай эшкә сыныҡмаған ҡулдары осөн күнәктәр көс еткеһеҙ. Ә Ғибаҙулла ауырлыҡты, әйтерһең, liиҙмәй. Ул хатта забойсы туҡтап торғанда, кәйләһен алып, балсыҡ ҡатламдарын аҡтарғылап ҡараны.
— Шьшығыраҡһьщ, ҡусты, — тине ир кәйләһен кире алып. Бына ошолай итеп һелтәнергә кәрәк уны, — тине лә сосолоп торған ташлы урынды умырып та алды.
Ғибаҙулла самородок түгелме икән тип, ҡом араһындағы һары таштарҙы ла алғылап ҡарап йөрөнө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, самородок осраманы. Хазинаны тапһа ла барыбер үҙенә булмаҫ ине. Шахтанан сыҡҡанда энәһенән ебенә тиклем тикшереп сығаралар. Шуға күрә берәү ҙә хазинаға ҡул һуҙырға баҙнат итмәй.
Тәүге аҙна ауыр булһа ла, егеттәр яйлап күнегә барҙы. Ике айлап эшләп тә алдылар, байтаҡ бол да тупланды. Бына ҡайтыр саҡ та яҡынланы. Шуныһы ҡыҙғаныс, килгәндән алып самородок табырға хыялланған, алтыны йыуылған соҡор-саҡыр өйөмөн ҡалдырмай эҙләнгән Ғибаҙулланың уйы һаман барып сыҡмай. Мөжәүиргә дуҫы йәл ине. Нисек кенә уға ярҙам итергә? Үкһеҙ етем генә бит үҙе. Әҙәм булырға тырышып ята. Бер көндө шахтаға төшкәс, ниндәйҙер эске һиҙемләүе менән забой юлындағы ҡомло балсыҡты көрәге менән соҡоп аҡтара башланы.
Унан бармаҡ башы ҙурлыҡ һәлмәк һары таш килеп сыҡҡас, үҙе лә аптырап китте. Бәй-бәй, самородок таһа. Даланлы Гибаҙулла... Мөжәүир ташты ҡулъяулығына төрҙө лә салбар кеҫәһенә тыҡты. Муллаҡайға ҡайтып барғанда бойоҡҡан дуҫына тотторор, әйҙә күңеле булһын. Алтынға бай был шахтанан сыҡҡан берәүҙе, әлбиттә, тентейҙәр. Ә бына Мөжәүирҙе күптән тикшергәндәре юҡ. Сөнки быны ул үҙе теләмәй. Моғайын, уны серле көс һаҡлайҙыр. Уйлағаны гел алдына юш килеп кенә тора лаһа.
Бер көндө Мөжәүир йоҡоһонан шөбһәләнеп, ниҙән дер күңеле һеркелдәп уянды. Ят, сәйер, шомло хис йәнен биләне.
Ҡараңғылы-яҡтылы саҡ. Ҡояш ҡалҡмағайны әле. Уд арлы-бирле кейенде лә ашығып тышҡа сыҡты.
Зиләйлүк, һайт!
Лилләйлүк, тайт!
Әү-әүкәй, Сибәркәй!
Зәп-зәүкәй, Сибәркәй!
Нин ҡайҙа, Айзифа?
Мин бында, Буйзифа!
Атаҡ-атаҡ, таң һарыһында кемдәр унда сырҡылдаша? Егет тирә-яғын байҡаны, әммә тере йән эйәһе күҙенә салынманы. Ә сыр-сыулаған тауыштар һаман ишетелә. Шул саҡ Мөжәүирҙең башына: « Әллә ен ҡыҙҙары уйнаймы икән? » — тигән уй килде. Уйлауы булды, алдында еҙҙәй һары сәсле, йәшел күҙҙәре янып торған бер төркөм сибәр ҡыҙҙар пәйҙә булды. Улар алдарында һыу һөлөгөндәй егетте күреп уға яҡынлашырға самаланылар. Егеттең ҡапыл зиһене яҡтырҙы, үҙендә серле бер көс тойҙо. Ул ҡыҙҙарҙың матурлығына ышанмаҫҡа тейешлекте аңланы. Әҙәми булмаған заттарға ул ҡаты, бойороҡло итеп өндәште:
—Нимә бында зыҡ ҡубаһығыҙ? Ҡана әле ҡайыш сыбыртҡыны! һыҙырып, үҙегеҙҙе тау аҡтарырға йә көнө буйы иләкләп һыу ташырға, сәсегеҙ менән ер һеперергә ҡушайым.
Был һүҙҙәрҙән ен ҡыҙҙары ныҡ шөрләне, ахырыһы. Араһынан һушты алырлыҡ бер сибәр ен ҡыҙы Мөжәүирҙең эргәһенә килеп ялбарҙы:
Зинһар, абзый, сыбыртҡылама. Беҙ һиңә бер сер сисәбеҙ.
Ниндәй сер ул? — Егет, сибәркәйҙең ялбырап арҡаһынан таралған оҙон сәсенән эләктереп алды: — Тиҙ әйт сереңде!
Ҡыҙ сәсенең йолҡонорҙай итеп ауыртыуына сыҙай алмай айҡашты.
Әйтәм, әйтәм! Ебәр генә, абзый!
Башта әйт.
Иә, ярар, әйтһәм, әйтәйем.
Ен ҡыҙының күҙҙәре баҙрап торған күмерҙәй осҡонланды.
—Бөгөн һеҙ эшләгән шахта емерелер. Ер аҫтына төшмә, егет, һәләк булырһың.
—Ҡайҙан белдең?
—Атам-әсәм шайтан туйына әҙерләнә... Улар берәй шахта емерелһә, илереп күңел аса.
Егет әле генә ишеткән хәбәргә ышанырғамы, юҡмы тип уйға сумып албыраған арала, әрһеҙ ен ҡыҙы уның муйынына 11 а р ылырға маташты. һырпаланып:
Егет, мине яратсы, — тине, үбергә итеп ирендәренә ынтылды. Ул арала иҫен йыйып өлгөргән егет:
Тфү, мәлғүн, хәҙер юғал күҙ аллымдан, — тип доға уҡып, тирә-яғына төкөрөндө лә, ҡыҙҙың матҡып тотҡан сәсен ысҡындырып, үҙен осора этеп ебәрҙе.
—Мәлғүн, һине эйәләштерһәң, әллә нимәгә тарытырһың. Ҡәһәтләнгән ҡыҙ зәһәр ыҫылданы:
—Юлымда осрарһың әле, меҫкен әҙәм балаһы. Әсир булып, шәреле юлдан барғанда, мине иҫләрһең!
Мөжәүирҙең әрһеҙ ен ҡыҙына тамам асыуы килде.
—Белеп ҡуй, — тине. — Юлымда тағы осраһаң, сыбыртҡылап үҙеңде эшкә ҡушырмын. Йәйрәп ятҡан бесәнемде сабып бирерһең. Тауҙан тауға таш ташырһың. Яҡшы саҡта, бар, һыпырт бынан, иблис ялсыһы!
Әллә Мөжәүирҙән ҡурҡып, әллә офоҡтан күренгән ҡояштың тәүге нурҙарынан өркөп, ен ҡыҙы күҙҙән юғалды. С ы р -сыулаған тауыштар ҙа алыҫлашты. Донъя һил булып калды.
Егет уйға батты. Ысынлап та, шахтаның емерелеүе ихтималмы? Терәүҙәр бик күбәйгән, улар шығырлап та ҡуйғылай. Мөжәүир башҡаса инеп ятып торманы. Тәһәрәт алып иртәнге намаҙын уҡыны ла Ғибаҙулланы уятты. Хәлде уга һөйләп бирҙе.
—Управляющий Хәнифә апайға әйтә һалырға кәрәк, — тине дуҫы. — Әйҙә контораға барайыҡ әле.
Башта управляющийҙың Мөжәүиргә ышанғыһы килмәне. Шахта емерелеп ҡуймаһын, тип ҡурҡҡан забойсылар һүҙенә төшәлер, тип уйланы. Егеттең, тишерҙәй булып үтә ҡараған, уттай янған йәшел-көрән күҙҙәренә ҡарап торғас, йәнә икеләнде. Был егет хикмәтле күренә. Тыңлау, һынап ҡарау дорөҫ булыр.
Управляющий сәғәт һигеҙ тулыр алдынан бөтә приискы эшселәрен саҡыртып еҙ колоколды ҡаҡтырҙы. Йыйылған халыҡҡа:
— Бөгөнгә берегеҙ ҙә шахтаға төшөп йөрөмәйһегеҙ. Быға тиклем кемдәр унда булған, яңы шурфтар ҡаҙыу эшенә бараһығыҙ, — тине.
Күпте күргән Хәнифә үҙе лә шахтаның эсе селтәрләнеп бөтәүен ишетеп-белеп йөрөй, бындай шахталарҙың күпкә бармаҫын аңлай.
Көндөҙ, төшкө аш мәлендә, туптан атҡандай ауыр гөрһөлдәү тауышын ишетеп, эшселәр аптырап ҡалды. Нимә булды был? Тәжрибәле шахтерҙар һиҙенде:
Шахта емерелде, — тине берәү. Ҡурҡыныс хәбәр шунда уҡ раҫланды. Эйе, шахта емерелгән икән. Бөтәһе бер юлы управляющийҙың үҙҙәрен шахтаға төшөрмәй, икенсе эшкә ебәреүе тиккә булмауын иҫенә төшөрҙө.
Хәнифә әүлиәме икән әллә? — тине йыйылған халыҡ араһынан бер ир иҫе китеп. — Шахта емерелерен алдан белгән бит.
Әлбиттә, хәлдең асығын берәү ҙә белмәне. Мөжәүирҙәр үҙҙәре лә һөйләнеп йөрөмәне.
Баяғы хәлгә өс-дүрт көн үтте. Шурф ҡаҙып йөрөгән Мөжәүирҙе контораға саҡырттылар.
Өҫтәл артында ҡағыҙҙар аҡтарып яҫы ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, ҡупшы һаҡал-мыйыҡ ебәргән, башына нағышлы түбәтәй кейгән 35—40 йәштәр тирәһендәге ир кеше ултыра. Мөжәүирҙе күргәс, ихтирам күрһәтеү йөҙөнән, урынынан торҙо. Егеткә ҡаршы атланы, күрешеү өсөн ике ҡулын һуҙҙы.
– Әссәләмәғәләйкүм! Мин Мөхәммәтзакир булам. Закир ғына тиһәң дә була, — тине.
– Вәғәләйкүмәссәләм! Мин Мөжәүир атлымын, — тине шәкерт.
–Ултыр, Мөжәүир, — Рәмиев ҡаршыһындағы йомшаҡ креслонан урын күрһәтте.
Һин беҙҙе оло ҡазанан ҡотҡарҙың бит әле, Мөжәүир туған, — тине Закир, көр ҡалын тауышы яғымлы яңғыраны. Үҙе ишекле-түрле йөрөп алды. — Рәхмәт һиңә, мосолман ҡәрҙешем, мең рәхмәт. Ниндәй теләгең бар, әйт, барыһын да үтәйем.
Мөжәүирҙең шунда уҡ Ғибаҙулланың хыялы иҫенә төштө.
Тслигем бар, бай әфәнде, дуҫым Ғибаҙулланы мәғдәнселеккә уҡытырға ине. Ул бала саҡтан мәғдән менән һаташа. Имнди ла тырышып эшләне.
Һеҙ Муллаҡай мәҙрәсәһенән бит әле, — тине Закир бай һүҙҙе икенсегә боробораҡ.
– Эйе.
– Ғабдулла Сәиди хәҙрәт ни хәлдә? Ул минең остаҙым. Шйкир ағайым менән икебеҙҙе уҡытты. Мәғдән серҙәрен дә яҡшы өйрәтте. Иҫ киткес белемле кеше. Уны үҙем дә, туғандар ҙа бик ихтирам итәбеҙ.
Пында эшкә беҙҙе хәҙрәт үҙе ебәрҙе.
Рәхмәт яуһын. Ишеткәйнем. Макир йәнә баяғы өҙөлөп ҡалған һүҙгә ҡайтты.
Теләгең изге. Үҙеңдән алда дуҫыңды ҡайғыртыу ифрат яҡшы сифат. Бин миңә оҡшаның, Мөжәүир. Уйлашырбыҙ. Дуҫыңды Петербургтағы Тасимов училищеһына уҡырға роирербеҙ. Тик үҙе риза булырмы?
Әлбиттә, риза буласаҡ. Бар хыялы — мәғдәнсе булыу. Ьаянан бирле ситкәрәк ҡарап һөйләшкән Закир бай, Можоүиргә тура төбәлде. Йәшкелт күҙҙәрҙең янып тороуын, үт;» ҡарауын шәйләп ҡалды. Илһамлы йөҙөнөң нурланып тороуы ла уның күҙ уңынан ысҡынманы.
Әллә һиндә күрәҙәселек һәләте бармы, туғаным? — тине Закир егетте торған һайын нығыраҡ оҡшатып.
— Бәлки, — тине Мөжәүир.
Закир байҙың ихласлығын күреп, егет бала саҡта үҙҙәренә атаҡлы Зәйнулла ишандың килеүен, үҙен өлөшлө бала тип атауын һөйләргә ымһынды. Әммә уңайһыҙланды.
- Ҡасаныраҡ юлға сығырға йыйынаһығыҙ?
— Яңынан ун-ун биш көндән.
- һеҙҙең арттан остаҙыма бүләк ебәргем килә. — Закир бай кеҫәһенән сылбырлы алтын сәғәт сығарып, Мөжәүиргә һондо.
— Ошо аманатты тапшыра күр, туған! Ҡайтыр саҡта әйтерһең, һеҙҙе үҙем ат менән ебәртермен.
Икеһе лә бер аҙға һүҙһеҙ ҡалды.
Мөжәүир туған, бынан ары һиңә үҙем стипендия түләп уҡытырмын, — тине Закир.
Ҡуйығыҙсы, — Мөжәүир ысынлап уңайһыҙланды. — Ғибаҙуллаға ярҙам итеүегеҙ өсөн дә рәхмәтлебеҙ.
Һеҙгә ярҙам итеү миңә бер ни шайы түгел. Илленән ашыу мәсет төҙөттөм, иҫәпһеҙ-һанһыҙ шәкерттәргә ярҙам бүлдем. Хоҙай йомарт булған һайын бирә, Аллаһҡа шөкөр.
Мөжәүир ҙә уны хуплағандай итеп:
Ғабдулла хәҙрәт тә, ошо мәсетте Рәмиевтар төҙөттө, тип йома һайын һеҙгә уңыш теләп, шәкерттәрҙән доға ҡылдыра.
Остаҙыма мин үлгәнсе бурыслы, — тине Закир. — Хәҙрәткә шуны ла асыҡлап еткерерһегеҙ, йәме.
— Рәхмәт, бай әфәнде, изгелегегеҙ Хоҙайҙан ҡайтһын. Күңеле нескәргән Мөжәүирҙең ҡапыл зиһене яҡтырып
ҡуйҙы һәм Мөхәммәтзакирҙың бөтә яҙмышы ап-асыҡ булып күҙ алдына баҫты.
— һеҙҙең исем халыҡ араһында бик оҙаҡ йәшәр, — тине шәкерт һыуға ҡарағандай алдында торған кешенең киләсәген күҙаллап. — Изгелектәрегеҙ барыбер онотолмаясаҡ.
Мөжәүир 15—20 йылдан һуң да приискы хужалары менән ни булырын күрҙе. Тәне семерләп, теле тотлоҡто. Илдәге ҡырталаш, үлеш, ҡыйралыш, түңкәрелеш — ниндәй ҡурҡыныс. Рәмиевтарға ул саҡтарҙа еңел булмаҫ. Ғазаптар үҙәктәренә үтер. Ергә һибелгән ҡиммәтле мәғдән кеүек ҙур ғаилә төрлөһө -төрлө яҡҡа тырым-тырағай сәселеп һибелерҙәр, ә бына ейәндәре-бүләләре олаталарын онотмаҫ. Бер ваҡыт хатта һәйкәл һалырҙар.
һуңғы күңелһеҙ хәлдәрҙе Мөжәүир һөйләп торманы. Ҡапыл үҙгәргән кәйефенең сәбәбен үҙенә шундай изгелектәр эшләргә әҙер торған кешегә һиҙҙергеһе килмәй, урынынан торҙо.
— һеҙҙе үҙем оҙатып ҡала алмамдыр. Управляющийға әйтеп ҡалдырырмын, — тине. Кеҫәһенән алып егеткә күп кенә аҡса һондо.
— Ал, туған, кәрәге тейер.
— Рәхмәт, әфәнде. Изгелегегеҙҙе ғүмерҙә онотмам.
Закир Рәмиев менән һөйләшеү Мөжәүиргә ныҡ тәьҫир яһаны. Ҡайһы берәүҙәр уны бай тип күрә алмай. Баҡһаң, ниндәй йомарт, күңелсәк, ихлас кеше.
Мөжәүир кеҫәһендә ятҡан самородок киҫәген ҡапшап ҡараны. Бына ул да байҙың байлығы бының менән генә кәмемәҫ тине лә, бармаҡ башындай алтынды һалып алды. Әлбиттә, изге уйҙан: Ғибаҙулланы уҡытыр өсөн. Шулай ҙа Мөжәүир дөрөҫ эшләмәне. Егеткә оят ине. «Иртәгә үк самородокты емерелгән шахта егенә алып барып ырғытайым. Йәшереү хыянат... Ин шәәъ Аллаһ, ана, Хоҙай үҙе Ғибаҙуллаға ярҙам ебәрҙе. Уҡыу йорто ҡапҡалары үҙе асылырға тора.
Мөжәүир үҙендә еңеллек тойҙо, тыны иркенәйҙе. Кеҫәһендәге бүләктәрҙе ҡапшап торҙо ла ятаҡ яғына ашыҡты.
Ин шәәъ Аллаһ, былай барһа уға артабан уҡыу ҡыйын булмаҫ. Ҡөрьәнде лә ятҡа белер, им-том, дауалау серҙәренә лә ентекле өйрәнер. Хоҙай үҙе алдына сығарып биреп кенә тора лаһа, ин шәәъ Аллаһ.