

Бәләкәй Мөжәүир яһил ҡатындың:
— Һуйылдай башы менән... ошо ғибрәт... майрығы әйләнеп, уятҡанды көтә лә ятасы. Бынан ары үҙең тор, былҡы! — тигән юҫыҡтағы көндәге әрен ишетмәҫ өсөн, арыған тәнен ял иттерергә өлгөрмәһә лә, таң һарыһынан үҙе уянырға өйрәнде. Мәрхүмә әсәһе урынына өйгә кергән үгәйгә ҡаршы өндәшеп, һүҙ көрәштереп тә тормай — уның йәберләүен, кәмләп-хурлауҙарын күтәрә алмай ул. Хәҙергә ҡараһына ҡатып, йыртыҡ-мыртыҡ кейеп, аслы-туҡлы йөрөһә лә, Мөжәүир күкрәгендә ниндәйҙер илаһи көс барлығын, рухи азатлыҡ хисен тоя. Моғайын, үҙен түбәнһеттергеһе килмәүе шунандыр ҙа әле.
Бөгөн дә көтөүсе малай ҡояштың тәүге нурҙары менән түшәгенән торҙо. Был өйҙә гәзиз атаһынан да, үгәй әсәһенән дә тамсы мәрхәмәт көтмәгән үкһеҙ үҫмер үҙ яйын үҙе күрҙе: көбөнән бер сеүәтә ҡатыҡ һоҫоп алып һемерҙе лә итәге-еңе теткеләнеп бөткән иҫке кәзәкейен яурынына элде, ишек төбөндәге ағас сәйҙән сыбыртҡыһын алды. Шаршау артында яңы уянып, торорға әҙерләнгән атаһына, үгәй әсәһенә, урындыҡ ҡаплап теҙелгән береһенән-береһе кесе туғандарына, берҙән-бер генә ҡарындашына һирпелеп күҙ һалды һәм ололарса һәлмәк баҫып, тынсыу өйҙән тышҡа атланы. Тупһанан төшкәс тә ихатанан сығып китергә ашыҡманы, донъя күргән ҡарт бабай кеүек, иғтибар менән офоҡҡа текләне, икһеҙ-сикһеҙ зәп-зәңгәр күк киңлеген байҡаны. Әммә тиҙ үк уйсанланды. «Исмаһам, берәй болот әҫәре күренһәсе, — тип эсе бошто. — Был ҡоролоҡ тамам үҙәктәргә үтә ләһә...»
Ауыл осона, мал туплана торған ергә етеп барышлай, юл ыңғайы Урғаҙаға төшөп, турһығына айран һыулап алды. Арыраҡ барып, яңы бешеп килгән муйылды усына һыпырҙы. Ҡытлыҡ йылы муйыл уңыр, ти торғайны өләсәһе. Быйыл, ана, уңа икән.
Бөгөн дә ул, гел һуңлап йөрөүсән үрге ос Миңниса еңгәһен көтәүелләп, малды бер килке өйөрөп торҙо ла, һелкәү ҡатын кәзәләрен килтереп ҡушҡас, сыбыртҡы осон ергә әсе иттереп шартылдата һуҡты, һыҙғырып ебәрҙе. Үҙенән бер аҙым да ҡалмаған Һорланы лауылдап өрөп көтөү артынан төштө.
Бөгөн ул көтөүҙе ауыл ҡаршыһындағы Иманай тауы буйына борҙо. Ҡоролоҡ булһа ла, ундағы үҙәктәрҙә, Селтербей ҡыҫығында ваҡ малға аҙыҡ етәрлек әле.
Быйылғы йыл, атаһы әйткәсе ҡуян йылы, көтөлмәгәнсә насар килде лә ҡуйҙы шул. Май башынан июль уртаһынаса ямғыр күҙе төшмәгән ер өҫтө ҡоролоҡтан, эҫе елдәрҙән сарсап, шаҡмаҡланып-шаҡмаҡланып ярылды.
Яҙ башында ҡар дымынан күтәрелгән үлән-сәскә йәй уртаһы етер-етмәҫтән шиңде, бесәнлектәр таҡырланып ҡороно. Фәйзулла ауылы эргәһендәге ҡайынлыҡтан баш алып, Манһыр эргәһендә Урғаҙаға ҡойған иркә ҡолонсаҡтай ирәбе холоҡло Шүрәле йылғаһы ла, ҡырыҫ йәйгә үпкәләгәндәй, тамсы һыуы ҡалмайынса ҡороно. Бары тыуған Манһырына сикһеҙ тоғролоҡ һаҡлаусы Урғаҙа ғына ныҡ торҙо, ғәзиз төйәген афәттән һаҡлап, һәүетемсә талғын ғына аға. Яр буйҙары йәшел һыҙат булып, күҙҙе иркәләп, әллә ҡайҙарҙан күренә.
Мөжәүир малдарын Иманайҙың шишмәле үҙәгенә табан әйҙәне. Ундағы селек, тубылғы, сейәлек араһында ҡылған күп була. Әрһеҙ ҡылған эҫеһенә лә, һыуығына ла бирешмәй үҫә бирә. Уны ифрат туҡлыҡлы ла тиҙәр. Йылҡы малы менән кәзә-һарыҡҡа ҡылған булһа, башҡа бер ни кәрәкмәй. Мөжәүир был ғәжәйеп үҫемлекте ни яғы менәндер утты-һыуҙы кискән сал сәсле сая ҡатынға оҡшатып ҡуя. Әле лә Иманай битләүенән башланып, алыҫтағы күкһел тауҙарға тиклем йәйрәп киткән ҡылғанлы далаға һоҡланып та, яратып та ҡарап торҙо малай.
Ҡоро йылды ҡуй һимерә, тиеүҙәре хаҡ инде. Ана, ваҡ мал ҡайһылай көр. Әйтерһең, күпереп үҫкән күк үлән утлайҙар.
Көтөүсе тауҙың икенсе битләүендә йөрөгән һыйырҙарға ла күҙ һалды. Меҫкенкәйҙәрҙең сыҡмаған йәндәре йөрөй. Ҡаҡ һөйәккә ҡалып, ер ҡыртышын кимерә-кимерә ауыҙ-мороно ҡарайған, эсе эскә үткәшкән малдар уғата йәл малайға.
Бер генә ҡойоп ямғыр яуып үтһәсе! Үләндәр үҫеп, ер йәшәреп ҡалыр ине. Кешеләрҙең көнө-төнө ямғыр һорап теләк теләүенә ҡарамаҫтан, күк йөҙө шар аяҙ шул һаман.
Малдарын үҙ яйына ебәреп, һорлан ҡарамағына тапшырғас, үҙәге өҙөлөп асыҡҡан Мөжәүир ҡуян кәбеҫтәһе осратмаммы тип тау битләүенән арлы-бирле йөрөштөрҙө. Мәскәй кәзә ундай татлы үләнде ҡалдырамы һуң инде? Тамаҡ ялғар тәғәм ризыҡ тапмаған малай, күңелһеҙләнеп, бер дүрткел таш өҫтөнә килеп терәлде. Эх, әсәһе тере булһасы! Ни эшләһә эшләр, балаларын асҡа тилмертмәҫ, ун йәшлек балаһын көтөү көтөргә сығармаҫ ине. Мәрхүмәкәй, алты балаһын алты етем итеп, уйламағанда китеп барҙы шул. Мөжәүир өйҙә ҡалған кескәй Мөьминәне, ҡустылары Мортаза, Теүәлбай, Бәхтейәр, Аллаярҙы йәлләне. Йоҡонан торғандарҙыр инде. Үгәй әсә тамаҡтарын ҡаранымы икән? Әллә, ғәҙәтенсә, ыжлап та бирмәнеме? Малайҙың күҙенә йәш эркелде...
Атаһы Уйылдан, ауылдың ажар ире, ҡатынын ерләп, йола үтәп ҡырҡын үткәрҙе лә, элек күҙ һалып йөрөгән, тыу бейәләй уйнаҡлап торған бер йәш бисәне алып ҡайта һалды. Балаларына әсә була алырмы, тип тә торманы. Ауыл кешеләре әйткеләштерҙе: ул әсе телле, үҙ һүҙле, үгеҙ күҙле, моңһоҙ әҙәм менән ни эшләрһең, тине. Әммә Уйылдан кеше кәңәштәренә ҡолаҡ һала торғандарҙан түгел. Күҙ йомоп, үҙенсә эшләне. Бер аҙҙан, өләсәһе мәрхүмә әйтмешләй (әсәй — ҡаҙна, атай — еҙнә, тиер ине) балаларына «еҙнә»гә әүерелде. Бисәһе ни тиһә, шул. Балалары асмы, яланғасмы, унда эше юҡ.
Өләсәләре иҫән саҡта — унда, аҙаҡ ил өҫтөндә тамаҡ ялғап йөрөүҙәрен белмәмешкә һалыша.
Өләсәһе барҙа еңелерәк ине. Ул да яҙын гүр эйәһе булып ҡуйҙы.
Мәрхүмдәрҙе хәтерләүҙән күңеле тулған Мөжәүир күҙ йәштәре аша тау битләүенән ус төбөндәгеләй күренгән ауылына ҡараны. Ана, өләсәһенең өйө. Ҡабыҡ башлы, тауыҡ кетәгендәй генә өй етемһерәп ҡалған. Хәҙер унда берәү ҙә тормай. Яҙ етеп, күк умырзаялар баш ҡалҡытҡас ҡына китмәй торһа ни була инде өләсәһе?! Хәҙер бер оя етемдәрҙең илаһа йыуатыр, ҡолаһа йәлләр кешеһе ҡалманы.
Мөжәүир өләсәһен фәрештәләй күрҙе. Ул ейәнен малайҙар рәнйетеүен әллә ҡайҙан белер, инә ҡарлуғастай талпынып килеп тә етер ине.
— Минең ҡашҡа ҡолонсағыма ҡулығыҙ менән дә, телегеҙ менән дә аслан ҡағылаһы булмағыҙ. Үҫеп еткәс, ул ҙур хәлфә буласаҡ, күрерһегеҙ, — тиер ине. Ысынлап та, Мөжәүирҙең башҡаларҙан айырылып тороуын, нимәһе менәндер өҫтөнлөгөн күргән көнсөл апһындары, зитына тейергә теләп, артынан үсекләп тә ҡалғылайҙар:
— Хәлфә, имеш... пшшш... етем быҙау тиң, ҡолаҡҡа яғыр... Әммә әбей бирешмәй. Киткән еренән тегеләр эргәһенә кире
боролоп килә, үҙенекен тыҡый.
— Күрмәйһегеҙме ни, баланың йөҙө нурлы, сырайында ҡот уйнап тора. Хас та Йософ пәйғәмбәр...
Ауыҙҙарын салышайтып мыҫҡыллы йылмайған апһындарына йәне көйөп, ҡулын һелтәй ҙә ары юрғалай:
— Хәйер, һеҙгә ни, аңшайғандарға, күренә тиһеңме ни ул?! Ейәндәрен, шулай итеп, изге күңелле өләсәйе бер кемдән
рәнйеттермәне. Үгәй әсәгә лә әйтештереп, нотоҡ уҡып киткеләр ине.
— Балам, етемдәрҙе рәнйетмә, ярамай. Етем илаһа, барлыҡ ер-һыу илай, ти. Уларҙы рәнйеткән өсөн Аллаһы Тәғәлә өҫтөбөҙгә ҡаза ебәрер. Аслан йәнеңә гонаһ алма.
Тик икенсе әсәнең балаларын ярата алмаған үгәй әсәнең бындай һүҙҙәр бер ҡолағынан инә, икенсеһенән сыға.
-Үгәй балаларына ҡаты, шуға Хоҙай үҙенә бала бирмәй,- ти уның аяуһыҙ холҡон белгән күрше-күлән. Өләсәһе, ни эшләптер, Мөжәүирҙе айырыуса йәлләй. Әпәүләп арҡаһынан һөйә-һөйә теләк теләй.
— Ҡәҙерлемдең ҡәҙерлеһе ҡәҙерһеҙгә ҡалмаһын!
Хаҡ Тәғәләм рәхименән улымды ташламаһын!
Эх, исмаһам өләсәй генәһе иҫән булһасы!
Ҡәҙерле кешеләрен хәтерләүҙән бәғере һыҙлап ултырған малай баш осонда сырҡылдап өйөрөлгән ҡошсоҡҡа иғтибар итә ҡуйҙы.
Әллә, юғиһә, өләсәһенең йәне шулай осоп йөрөймө? Булыр, булыр! Хәсрәт диңгеҙенә сумған ейәнен әүерәткеһе киләлер. Моғайын, өләсәһе ожмах ҡошона әүерелгәндер. Ана бит, нисек талпына, бер алдына, бер артына өлтөрәп сыға. Уның күңелен йыуатырға итәме? Ҡуй, ҡәҙерлеләренең йәнен борсоп, былай бойоғоп йөрөү ярамаҫ. Мөжәүир ултырған дүрткел таштан торҙо. Көтөүен ҡарап, унда-бында йөрөштөрөп килде. Малдары теүәл, Һорлан уларҙы ышаныслы һаҡлай.
Эх, асыҡтырған... Мөжәүир былтырғы ошо ваҡыттағы муллыҡты күҙ алдына килтерҙе. Аралтау үҙәктәрендә еләк-емеш йыйып бөтөргөһөҙ уңды. Кинәнеп ашай торғайнылар. Ҡағын ҡойоу ҡайҙа, йыйып киптереү ҡайҙа. Ҡыйыҡ башы тулы шул әйберҙәр ҡайҙа булып бөткәндер?
Мөжәүир Аралтау яғына бойоғоп ҡараны. Быйыл унда еләк-емеш түгел, һарына ла осрамай. Бөтәһенә лә әлеге ҡоролоҡ сәбәпсе.
Бөгөн ямғыр яуһа икән! Силәктән ҡойғандай ҡойһон да ҡуйһын ине.
Ямғыр теләп күккә ҡараған малай ҡибла яҡта ҡолаҡсындай ғына болот остоғон күреп ҡалды. Тыны менән шул болотто тартып алырҙай булып ялбарҙы:
— Эй, илаһым, шул болот күлдәй булып ҡабарһын да бында йөҙөп килеп, силәкләп ҡойһон!
* * *
Малай үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Баяғы болот ҡабарғандан-ҡабарҙы. Бер аҙҙан күк йөҙөн баҫып алды. Дымлы ямғыр еле иҫеп ебәрҙе. Бына-бына яуа тигәндә, Мөжәүирҙе үлтерә яҙып йоҡо баҫты. Үҙенән-үҙе күҙҙәре йомола. Малай ҙур булмаған оҙонса ташты яҫтап, ваҡ ҡырсынға ятып торорға булды. Иҫке кәзәкейен төрөп эргәһенә ҡәҙерләп һалды. Таң менән торған, йонсоған бала шунда уҡ иҙрәп йоҡоға сумды.
Ҡойоп яуған йылы ямғырҙан күшегеп уянды Мөжәүир. Берәй ағас, йә ҡыуаҡ төбөнә барып ышыҡланыу булды тәүге уйы. Ямғырҙы өркөтөүҙән ҡурҡты ла, ҡуҙғалмай ята бирҙе. Үҙ алдына, тоҙ түгелмен әле, иремәм, тигән өләсәһенән ишеткән һүҙҙәрҙе ҡабатланы.
Бер аҙҙан сарсаған ерҙе буйтым һуғарған ямғыр болотон дыуамал ел ары ҡыуҙы.
Күңеле шатлыҡҡа тулған малай тормаҫтан йәнә йоҡомһораны. Аҙаҡ ул йәнен дә, тәнен дә наҙлаған сикһеҙ кинәнестән уянды. Бер килке күҙҙәрен асырға баҙнат итмәй ятты, үҙе ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәл буласағын һиҙенде. Бер аҙ ятҡас, ипләп кенә күҙҙәрен асҡайны, ни ғәләмәт — аллы-гөллө йәйғор нуры эсендә ята икән дәһә. Әле күренгән хәлгә хайран ҡалған малай ҡарашын күк йөҙөнә йүнәлтте.
Бына әкәмәт! Ҡибла яғынан йәйғор ҡалҡҡан да, икенсе осо нәҡ Мөжәүирҙең башы осона төшкән дәһә. Күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән мөғжизәгә тарыған малай башта ҡыбырларға ла ҡурҡып ятты. Бер аҙҙан, әҙерәк өйрәнгәс, тороп уҡ ултырҙы. Күңеле күтәрелде, хатта аллы-гөллө баҙыҡ төҫтәр менән уйнарға теләне. Башта уларҙы ҡуш усына йыйырға тырышты, шунан^ тотоп ҡарарға итте. Ҡоласын йәйеп, ҡосаҡлап ҡараны. Йәйғорҙоң төҫтәре яҡындан бигерәк сағыу була икән дәһә: ҡыҙыл, зәңгәр, һары, йәшел, күк, шәмәхә... Мөғжизәгә әкренләп күнегә барған малай хыял диңгеҙенә сумды. Уның йәйғор күперенән күтәрелгеһе, ете ҡат күктә ниҙәр барын белгеһе, күргеһе килде, һис юғы, ҡошҡа әүерелеп, йәйғорҙоң анау иң бейек дуғаһына ҡунып, һайраһа икән! Бәхетһеҙҙәр, зарлылар уның йырын ишетер ҙә күңелдәрен йыуатыр... Иң беренсе уның һеңлеһе Мөьминә ишетһен, етемлеген онотһон ине.
Асығыуын да оноттороп, Мөжәүирҙең йәнен илаһи шатлыҡ биләне. Ул үҙен берсә әкиәт батыры, берсә ни теләһә, шуны башҡара алыр йән эйәһе итеп тойҙо. Өләсәһенең йәйғор тәхет тураһында һөйләгәндәре иҫенә килеп төштө.
- Беҙ, улым, ерҙең кендегендә торабыҙ. Ҡотло ерҙә. Борон был тирәлә ҙур-ҙур ҡалалар булған. Ауылдан өс саҡрымда ятҡан Улаҡ тигән ерҙе беләһең бит. Унда борон заманда тик әүлиә, әмбиәләр йәшәгән, ти. Имеш, ана шул Хоҙайҙың изге күңелле бәндәләре әхирәткә күскәндә йәйғор тәхеткә ултыра икән дә, шул ыңғайы йәне йәннәт эйәһенә әүерелә икән...
Шулай йәйғор нурына сорналып, татлы хыялдарға сумып ултырғанда эргәһенә йүгереп килгән Теүәлбайҙың сәрелдәк тауышы ишетелде.
- Мөжәүир ағый, ағый! Тиҙ бул, тиҙ бул, ҡайта һал! Атайым әйтте, тиҙ булһын тине!
- Ни булды? Ипләп һөйлә! Ут сыҡтымы әллә? Йән-фарман сабыуҙан тыны ҡурылған ҡустыһы өсөн борсолоп, Мөжәүир урынынан тора һалды ла ҡаршыһына атланы.
- Беҙгә алыҫтан бер мулла ағай килде. Ҡаланан, ти. һине таптыра, - тине ҡустыһы. - Көтөүҙе миңә ҡарауылларға ҡуштылар.
-Килһә һуң, ниңә шул хәтле сабаһың?
-Тиҙ булһын, тине атайым. Эләгә атыу икебеҙгә лә!
-Ярай һуң, — тине Мөжәүир. — Хәҙер...
Башта йәйғор менән хушлашырға теләгәндәй, баяғы ергә боролдо. Әммә аллы-гөллө нурҙан ҡойолған дуға башҡаса күренмәне. Ҡапыл Мөжәүиргә күңелһеҙ булып китте. Эх, бынау Теүәлбайҙы! Шундай саҡта йөрөмәй торһа ни була?! Ғәжәйеп серле мәлдең бәҫен ебәрҙе, ут бөрсәһе. Мөжәүир ашыҡмай ғына өҫтөндәге еүешләнгән кейемен һығып кейҙе, түбәтәйен ҡаҡты:
Ауылда ямғыр шәп яуҙымы? — тип һораны үҙенә сабырһыҙланып текәлгән ҡустыһына ҡарап.
Яуҙы, яуҙы. — Ағаһының ығышлығына Теүәлбайҙың тамам йәне көйҙө. Сәрелдәк тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе:— Тиҙ бул, тим дәһә.
Мөғжизәле урындан киткеһе килмәгән Мөжәүир йәнә үҙен йәйғор иркәләгән ергә боролоп ҡараны, һыҙат-һыҙат нурҙарҙы йәнә күреренә өмөтөн өҙгәс кенә, тау түбәненә йүгерҙе. Ялан аяҡтарының һөйәлләнгән табандары ғына ялт-йолт итеп ҡалды.
Ихатаға килеп еткәс, Мөжәүир өйгә инергә ашыҡманы. Кем икән ул? Ниңә уны эҙләтә? Ҡайҙан белә? Башынан төрлө-төрлө уйҙар үтте. Йәшенеп кенә ҡыҫыҡ ишектән өйҙөң эсен байҡаны. Урындыҡҡа ҡәҙерле ҡунаҡтар өсөн генә тотолған һуғылған ашъяулыҡ йәйелгән. Түрҙә, йомшаҡ түшәк оҫтөндә, таныш түгел ҡаҡсараҡ бер кеше ултыра. Ыҫпай кейеменә, ҡупшы һаҡал-мыйығына, ҡарҙай аҡ сәлләһенә ҡарағанда ҡунаҡ ябайҙарҙан түгелдер, ахырыһы. Өҫ-башының аламалығынан оялған малай ишек төбөндә бер талай тапанып торҙо. Атай ҡушҡанды тыңламай булмай. Ул ҡыйыуһыҙ ғына эскә атланы, тик ҡунаҡтан тартынып, ишек төбөнән ары үтмәне.
Улым, кил, ҡунаҡ менән күреш, - тине Уйылдан ағай. Күптән малай ишетмәгән йомшаҡ тауыш менән өндәште.
Ә-ә-ә, һинме ни, әле генә ямғыр яуҙырған көтөүсе малай?! — Ҡунаҡ етеҙ генә урындыҡтан төштө лә, күҙҙәренән йылы нур бөркөп, малайҙың ҡаршыһына атланы, күрешергә ике ҡулын һуҙҙы.
— Әссәләмәғәләйкүм!
— Вәғәләйкүмәссәләм! — Мөжәүир оялып ҡына ҡунаҡтың ҡулын ҡыҫты.
Ишан һынлы ишандың урындыҡтан төшөп улына ҡаршы барыуы, йолҡош бер көтөүсене әллә кем итеп ике ҡуллап тороп күрешеүе Уйылдан ағайға бик тә сәйер тойолдо. Ул ни эшләргә белмәне. Аптырағас:
— Ишан хәҙрәттәре, ҡуйығыҙсы әле шуны… Бала-сағаны ул тиклем ҡупырайтып ни... - Үҙе хәҙрәттең аҫтындағы түшәкте ҡағып, йомшартып һалды. Өлтөрәп түргә — табынға саҡырҙы:
— Ошонда ултырығыҙ. Сәйегеҙ һыуымаһын, ишан хәҙрәт.
Әммә Зәйнулла ишан Уйылдандың һүҙҙәрен әллә ишетмәне, әллә иғтибарға алманы, һаман Мөжәүир эргәһендә булышты. Малайҙың ҡулын усынан ыскындырмайынса уның менән әңгәмә ҡорҙо.
–Исем-шәрифтәрең кем, улым?
–Мөжәүир булам.
–Мәслихәт. Исемең ни мәғәнә аңлатҡанын беләһеңме?
–Юҡсы.
–Уҡыусы, шәкерт тигәнде аңлата ул.
Зәйнулла ишан малайҙың йәшкелт нур сәскән үткер ҡарашлы күҙҙәренә һынамсыл төбәлде.
—Мәҙрәсәгә йөрөйһөңмө?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малай саҡ әлепте таяҡ тип кенә белә. Ҡыҙарынды. Хәлен белеп торған ишан уның арҡаһынан һөйҙө.
— Уҡырһың, улым, уҡытырбыҙ. Бынан түбән яҙмышың өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтәмә алам.
Ниһайәт, ҡунаҡ баяғы урынына менеп ултырҙы ла эргәһенән Мөжәүиргә урын күрһәтте.
- Кил, улым, тамаҡ ялға, асыҡҡанһың бит. Мөжәүир, атаһы баш ҡағып рөхсәт иткәс кенә, күрһәтелгән урынға барып
ултырҙы. Тәҡәтһеҙ асыҡһа ла, ризыҡҡа талымһыҙланып ынтылманы. Әүлиәлек һәләте аша баланың ныҡ йонсоуын да, етемлек үҙәгенә үтеүен дә һиҙеп-белеп ултырған ишан малайҙың алдына бал, май яғылған икмәк һалды.
- Аша, улым!
Зәйнулла ишан Уйылданға шелтәләп ҡараны.
- Баланы ныҡ әрһеҙләгәнһегеҙ. Улың - өлөшлө бала. бынан ары уны ҡаҡшатма, әрһеҙләмә.
Үҙе ҡараштарын алыҫҡа төбәп, ниҙер иҫәпләп уйланып алды.
- Мөжәүир кеүек бала, Аллаһы Тәғәлә ҡушыуы буйынса, ун -ун бер мөсәлгә бер тыуа донъяға.
- Мөсәл тиһеңме? — Уйылдан ғәжәпләнеп улына ҡараны.
- Эйе, мөсәл тим. Был 120-130 йыл тирәһе тигәнде аңлата, ҡорҙаш.
Ишан Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәтенән ҡәнәғәт ҡалып, йәнә малайҙың һипкелле йөҙөнә, уйсанланып киткән күҙҙәренә төбәлеп ҡарай, арҡаһынан һөйөп ала:
- Иманым камил, был нәҡ мин күрергә ашҡынып килгән баланың үҙе, — тине ҡыуанып. — Хоҙайға шөкөр!
Зәйнулла ишанды бәйғәмбәр урынына күреп ихтирам иткән хужа үҙенә ҡунаҡтың һүҙ ҙә ҡушмауы, һаман итек башындай балаға мөкиббән китеүе эсен бошорҙо. Ишандың иғтибарын үҙенә йәлеп итеү өсөн генә, ахырыһы, ҡысҡырыбыраҡ әйтте:
- Ярар, ярар, ишан хәҙрәттәре, уҡытырмын, өҫ-башын да ҡараштырырмын.
Балаларының күмәк булыуына һылтанып, аҡланырҙан, һүҙ башларға иткәйне, Зәйнулла ишан, Мөжәүир менән һөйләшеүен мөһимерәк һананы, ахырыһы, бөтә иғтибары тик балала булды.
Йомшаҡ мөғәләмәнән күңеле нескәргән Мөжәүир үҙенә шундай яғымлы ҡараған, бик аҡыллы күренгән ҡунаҡ ағайға барлыҡ эс серен, аһ-зарҙарын һөйләп биргеһе килде. Әле генә булған ғәжәйеп хәлде, тау итәгендә йоҡлағанда йәйғорҙоң бер осо үҙенә килеп тоташыуҙы тасуирлап әйтеп бирергә, серен белешергә теләне. Тик усаҡ эргәһендә үҙенә бер сәбәпһеҙгә йәмрәйеп текләгән үгәй әсәнең зәһәр күҙҙәрен күреп, теле тотлоҡто. Мөжәүирҙең ни уйлағанын белеп-һиҙеп ултырған әүлиә малайҙың йәнә арҡаһынан һөйҙө.
— Бирешмәҫһең, бала, ин шәәъ Аллаһ. Бөгөндән башлап һинең тормошоң ҡырҡа үҙгәрәсәк. Бар, өҫ-башыңды алыштыр ҙа һине мәсеткә алып барам. Унда ил ҡарттары йыйылған булыр. Бер ыңғай һине күрһәтеп, таныштырып китәйем.
Өйҙән сыҡҡас, юлда барғанда, Зәйнулла ишан Мөжәүирҙән нисек ямғыр яуҙырыуын һорашты.
— Ямғырҙы мин яуҙырҙыммы ни? — тине сикһеҙ ғәжәпләнгән малай.
-Эйе, ямғырҙы һин яуҙырҙың.
-Әйтәм дә аҙаҡ йәйғорҙоң осо өҫтәмә төшөп торҙо.
- Йәйғорҙоң осо төштөмө? Бәрәкалла! — Зәйнулла ишандың йөҙө тағы ла яҡтырып, балҡып китте. — һиҙенеүем хаҡ булған. Бөгөн был изге төбәктә яңы әүлиә тыуған даһа. Бына ул бала! Эргәмдә бара.
Мәсет алдында ишан йәш дуҫын туҡтатты ла:
— Һин, улым, ҙур көс-ҡөҙрәткә эйә буласаҡһың. Шуға күрә гел ғәҙеллек, тоғролоҡ юлынан бар. Донъя малына ҡыҙыҡма. Хоҙайға һыйын, һиңә ҡөҙрәт бирелеү менән бергә халҡыбыҙ яҙмышы өсөн оло яуаплылыҡ та йөкмәтелә. Ошо әйткәндәрҙе мәңге һаҡла хәтереңдә, — тине лә, теле осонда әллә күпме һорауҙар торған баланы үҙе артынан мәсеткә саҡырҙы.
Троицк ҡалаһындағы күренекле «Рәсүлиә» мәҙрәсәһенең өлкән мөдәррисе ишан-хәҙрәт Зәйнулла Рәсүлев ике йылға бер Муллаҡай мәҙрәсәһенә килеп, дин әһелдәре менән йыйылыш үткәрә, уҡыу-уҡытыу торошон белешә. Был юлы, биш йыл элек һалынып ҡулланыуға тапшырылған Манһыр мәсетенең хәлен дә белешеп ҡайтырға ниәтләне. Юлда барғанда әүлиәлеге ошо төбәктә бер өлөшлө ир бала йөрөгәнлеген әшкәртте. Баланы күрергә ашҡынып килгән ишан шуға мәсеттән дә алда Уйылдан дарға боролоп инде. Ниһайәт, ул теләгенә иреште. Егерменсе быуаттың буласаҡ күренекле әүлиәһе, ана, эргәһендә килә.
Зәйнулла ишан Мөжәүиргә ғорурланып ҡарай. Хәҙерҙән үк ямғыр яуҙырырлыҡ ҡөҙрәткә эйә ләһә уның йәш дуҫы.
Мәсеткә инеп, үҙен сабыр ғына көтөп ултырған аҡһаҡалдар, мулла, хәлфәләр менән күрешкәндән һуң, шатлығы эсенә һыймаған Зәйнулла ишан Мөжәүирҙе алдарына килтереп баҫтырҙы һәм бөтә халыҡ ишетерлек итеп, асыҡлап әйтте:
- Мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәр, һеҙ ҡаршығыҙҙа бик даланлы, бик өлөшлө баланы күрәһегеҙ. Хоҙай Тәғәлә уға ботмәҫ илаһи ҡөҙрәт биргән. Тик башта беҙгә уны уҡытырға кәрәк. Ҡөрьән Кәримде бала яттан белергә тейеш.
Үҙе Мөжәүиргә ҡарап алҡышланып-алҡышланып фатихаһын бирҙе.
- Аҡ күңелле, изге фиғелле, илгә изгелекле бул, бала! Ғүмерең халҡыңа, тыуған ереңә хеҙмәт итеп үтһен, ин шәәъ Аллаһ.
Ишан хәҙрәттәре шулай тине лә быға тиклем мәсеткә аяҡ баҫмаған баланы иң түргә, эргәһендә ятҡан мамыҡ түшәк оҫтөнә, ултыртып ҡуйҙы. Тик шунан һуң ғына мәсеттең эш торошон һорашып, ғәҙәти шөғөлөнә тотондо.
Манһыр мәсетендә йыйылыш ябылыуы булды, бая Зәйнулла ишан әйткәндәрҙе иҫендә тотҡан дин әһелдәре бәләкәс Мөжәүирҙе уратып та алды.
Собхан Аллаһ, машалла, бирһен Хоҙай, - тине мөрәүәтле изге күңелле Муллаҡай ауылы мәҙрәсәһенең өлкән мөдәррисе Ғабдулла Сәйетов малайҙың арҡаһынан һөйөп: — Нисә йәш һиңә, улым?
-Ун тулды. - Мөжәүир үткер йәшкелт күҙҙәре менән хәҙ -рәткә тултырып ҡараны.
-Беҙҙең мәҙрәсәгә уҡырға кил, улым.- Баланың нурлы йөҙө, ҡот унап торған булмышы, үҙен ололар эргәһендә ипле тотошо, ҡылыҡ-фиғеле оҡшаны мөдәррискә.
-Уҡығың киләме, улым? — тип һораны Иҙелбай мәсетенең ҡарый хәҙрәте Фәтхетдин. - Беҙгә уҡырға кил. Беҙҙең осон мыуафиҡ бер эш булыр.
Таулыҡайҙан Хәлил мулла ла һүҙгә ҡушылды:
-Беҙҙең мәҙрәсәгә юллан, шат булырбыҙ.
Зәйнулла ишандың малайға мөкиббән китеү сәбәбен күрергә теләгәндәй, Хәсәндән килгән йәш ахун Ғабдулла Биишев та Мөжәүиргә ҡыҙыҡһынып төбәлде һәм ихлас ҡәнәғәтлек менән әйтте:
—Остазыбыҙ юрағаны юш килһен, ин шәәъ Аллаһ.
Шул саҡ мәсет мөдәррисе мөтәүәллиһе менән эштәрен тамамлап, Зәйнулла ишан да былар эргәһенә килеп ҡушылды.
-Мөжәүир улым, һин дә, әйҙә, беҙҙең менән, — тине. Малайҙы эргәһенән ебәргеһе килмәй ине уның.-Бына Аллабирҙе бай сәй әҙерләткән, инеп тамаҡ ялғап алайыҡ та, Иҙелбай ҡарйаһына юлланырбыҙ.
Ундағы мәҙрәсә хужаһы Әфтәхетдин ҡарый Зәйнулла ишанға ихтирамлы ҡараны:
— Рәхим итегеҙ, ишан ғали йәнәптәре!
— Унан һуң Муллаҡай, Таулыҡай мәҙрәсәләренә һуғылырбыҙ. Һин, Мөжәүир улым, беҙҙең эргәлә йөрө, донъя күр, ил ағалары менән таныш.
Малай Иманай битләүендә ҡалдырған көтөүен иҫләне. Ҡустыһы Теүәлбай малды таратып ебәрмәһә ярар ине лә. Һорланды тыңлата алырмы?
Шулай ҙа Мөжәүир мөхтәбәр шәхестең әйткәнен тыңламай булдыра алманы. Ул дәрт-дарманы ташып, бөтә тирә-яҡтағыларҙы үҙенә ҡаратып торған ир уртаһы Зәйнулла ишанды яҡын күреп өлгөрҙө.
Мөжәүирҙең күңеле үҫте, илһамы артты. Ниндәй көн булды был! Бая ямғыр яуып, өҫтөнә йәйғор осо төшөп торҙо. Зәйнулла ишан уны мәсеткә етәкләп алып килде, төшөнә лә инмәҫ оло заттар менән осраштырҙы. Уларҙың йылы ҡарашын тойҙо, йомшаҡ, яғымлы һүҙҙәрен ишетте. Һуңғы ваҡытта ныҡ рәнйетелгән күңеле, туңғаҙыған йәне яйлап ирей, ҡыуанысҡа тулыша.
Атаҡ, атаҡ, төшлөктәге ҡояш нәҡ уға ҡарап йылмая лаһа! Уҡ - сатҡылар уның битенә, ҡулына килеп ҡуна ла, Мөжәүирҙе нурға мансый. Ҡояш, ҡояш! Әллә һин дә мине яратаһыңмы? Миңә бәхет юрайһыңмы? Ә ҡояш тағы нығыраҡ көләсләнә. Ҡашын һикертеп, шаяртып күҙен ҡыҫа. Эйе, эйе, мин һине яратам, тигәндәй башын һелкә. Эй, илаһым, донъя ниндәй ҙә матур. Мөжәүирҙең ошо ҡәҙерле, ғәзиз ерҙә оҙаҡ-оҙаҡ йәшәгеһе килде. Яҙмышы нисек булыр? Зәйнулла ишан:
«Илаһи ҡөҙрәт бирелеү - Хоҙай Тәғәләнең һиңә оло һынауы, оло яуаплылыҡ ҡушыуы», — тигәйне.
Ун йәшлек кенә Мөжәүир үҙендә ошо һынауҙарҙы үтеп сығырлыҡ көс тойҙо. Бөгөн ул балалыҡтан сығып, ир-ат ҡорона, иман, мәғрифәт нуры таратыусылар рәтенә баҫты түгелме?
ДАУАМЫ БАР.