+30 °С
Облачно
Әҙәби балҡыш
20 Июня 2025, 10:10

Гөлзифа Исрафилова шиғырҙары

Гөлзифа Исрафилова - Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында йәшәүсе, шағирә, бер нисә китап авторы. Мәктәп йылдарында Баймаҡ районының Күсей ауылында уҡый. Һуңынан туҡыусы булып китә һәм Ивановта эшләй. Әммә тыуған ере үҙенә тарта, шуға күрә Басай ауылына ҡайта. Иҫәнбәт егете менән никахлаша, йорт төҙөй, ҡыҙҙары һәм улдары тыуа. Һатыусы булып эшләй. Берҙән-бер улдары, ә һуңынан ире вафат булғас, Гөлзифа Исрафилова «элекке» ҡәләменә тотона. Уның шиғырҙары радиола яңғырай, республика баҫмаларында баҫыла, шиғырҙарына көйҙәр яҙыла. Шулай уҡ Гөлзифа Зекри ҡыҙы ауыл блогеры, ауылда үткән бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бер нисә йыл элек "Һандуғас" фольклор ансамблен ойоштора.

Гөлзифа Исрафилова шиғырҙарыГөлзифа Исрафилова шиғырҙары
Гөлзифа Исрафилова шиғырҙары

Йәйҙең йәме -еләк тәме.
Еләк мәлдәре бер генә,
Рәхәтләнеп йыйып ҡал.
Еләк кеүек саҡтарыңдын
Ҡәҙерҙәрен белеп ҡал.

 

Еләк мәлдәре үтһә лә
Телдәремдә тәмдәре.
Парлы булып йәшәүҙәлер
Был донъяның йәмдәре.

 

Күҙ алдымда торор инде
Йәйҙәремдең йәмдәре.
Иренемдә тороп ҡалды
Иренеңден тәмдәре.

 

Еләк мәлдәре еткән.
Бешкән, өҙөлөп төшкән.
Еләк булып бешкән сағым
Үткән. Үткән дә киткән.
Г. Исрафилова. 2016.

---------------------------------

Тормош менән диалог.
Һин бит, тормош, сабый саҡтарымда
Йомшаҡ бишегеңдә тибрәтеп,
Үҫтерҙең бик хәсрәт күрһәтмәйсә,
Бәпкә үләнеңдән югертеп.

 

Үҫкәс инде бер ҙә йәлләмәнең -
Балтырҙарҙы өттө кесерткәнең.
Дауа һонғандары булмаһа ла
Сәпәкәйләп торҙо үс иткәнең.

 

Шампан шарабына ымһынғанда
Дуҫ тигәндәр һондо ағыуын,
Уртым өтөлһә лә уф тимәнем,
Һиҙҙермәнем эсем яныуын.

 

Дуҫтар тиеп тәғәм бүлешкәндәр
Иткән ваҡытта ла хыянат,
Күңелемдә үсте үрләтмәнем,
Сығарманым һис тә яманат.

 

Рәхмәтлемен, тормош, мәктәбеңә,
Ауыҙ иттергәнгә һәммәһенән.
Изгелектәр теләп доғам аҡһын
Бәндәләргә күңел көмбәҙемдән.

 

Тормош мәктәбенең һабаҡтары
Күпкә ҡатмарлыраҡ һәм ауыр.
Кешелеген һаҡлап ҡалған ғына
Һынауҙарҙы йырып сығалыр.
Гөлзифа Исрафилова.
"Кешеләргә ҡалам ышанып" тигән китабымдан.

 

--------------------------------------------------

 

ЮЛ.
Үҙемә тейеште йөкмәп
Китеп барам юл буйлап.
Илаған ерендә илап,
Көйө килгәндә - йырлап.

 

Китеп барыуҙарым әле
Күрәсәгем ҡаршына.
Йәшәү асылы хаҡында
Уйҙар тейәп башыма.

 

Нимә өсөн йәшәйбеҙ һуң?
Был мәңгелек һорауҙыр.
Ғүмер тигән татлы емеш-
Хоҙай биргән һынауҙыр.

 

Киләсәгем - күрәсәгем,
Бөгөнгөм - ысынбарлыҡ.
Донъялыҡтан барам әле
Тейеш йөгөмдө тартып.
Гөлзифа Исрафилова.

 

------------------------------

 

Йәй килгән.
Шау сәскәнән кейенеп
Килеп тә еткән.
Еҫлемайҙың затлыһын
Йәлләмәй һөрткән.

 

Түшәне лә ер өҫтөнә
Бәрхәт балаҫын,
Хәбәр итте көҙгә саҡлы
Бында ҡалаһын.

 

Балаҫ өҫтөнә сәскәләр
Һибеп ебәрҙе.
Күҙ асып йомған арала
Донъя үҙгәрҙе.

 

Урмандарға зөмрәт йәшел
Күлдәк таратты.
Йылғаларға һәм күлдәргә
Зәңгәр шәл япты.

 

Әмер булды һандуғасҡа
Мәжлес биҙәргә.
Һаҡау кәкүккә лә мөмкин
Зарын түгәргә.

 

Йәйем килде лә ер өҫтөн
Ожмахтай итте.
Йәннәт баҡсаһында йәйрәп
Йөрөр мәл етте.
Г. Исрафилова. 2025.01.06.

----------------------------------

 

Һабантуй.
Һабан төрәндәрен тутыҡ баҫҡан,
Эшһеҙ улар инде күптәнән.
Иҫәрме беҙ,
Бер га ер сәсмәйсә
Йыл да һабантуйҙар үткәргән?!.

 

Ҡалаларҙа үтә һабантуйҙар.
Тирмә ҡороп асфальт өҫтөнә.
Ҡала кешеләре таш өҫтөндә
Әллә хәҙер икмәк үҫтерә.

 

Һабан тигән һүҙҙең асылдарын
Белепме икән, әллә белмәйсә...
Иҫәрҙер беҙ,
Һабантуй көтәбеҙ
Бер га ергә иген сәсмәйсә!
Гөлзифа Исрафилова.

-------------------------

Уйҙарым.
Энә күҙендәй тишектән
Ел үтә.
Кескәй генә бер орлоҡтан
Гөл үҫә.
Хаҡ баһаһын аңғарғансы
Көн үтә.
Көндәргә ялғанып ғүмер
Эй-й үтә!
Кескәй генә тамсы тамып
Таш тишә.
Уйламайса әйткән һүҙҙән
Баш китә.
Фанилыҡ та мәңге түгел-
Бер бөтә,
Кеше булып йәшәүҙәргә
Ни етә?!.

 

Ике тамсы шыйыҡлыҡтан
Әҙәм тыуа.
Әҙерләнгән уға бүләк-
Гүзәл донъя!
Ере-түшәк, ә сатыры
Зәңгәр һауа.
Шөкөр итмәй ошоларҙың
Барыһына,
Нимә етмәй әле әҙәм
Балаһына?..
Бер- беренең боғаҙына
Йәбешкән дә
Үҙен быуа кешелек,
Үҙен быуа...
2021. "Йондоҙ йыям бүләккә" тигән китаптан.
Г. Исрафилова.

 

Автор:
Читайте нас