+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
19 Июнь 2025, 11:09

Ҡара төйөн (Хикәйәт). Хәлиҙә Бакирова.

Өйгә индем, иҙәндә намаҙлығында ултырған әсәйем ишектән инеүселәргә иғтибар ҙа итмәгәндәй, илаулаған тауыш менән доғалар уҡый. Күтәрелеп ҡараны ла: - Ҡыҙым, һеҙгә лә барып еттеме  хәбәр? Ҡустың, ҡустың... – тип,  субырлап аҡҡан  күҙ йәштәренә быуылып, һүҙ әйтә алмайса туҡтап ҡалды.

Ҡара төйөн (Хикәйәт). Хәлиҙә Бакирова.Ҡара төйөн (Хикәйәт). Хәлиҙә Бакирова.
Ҡара төйөн (Хикәйәт). Хәлиҙә Бакирова.

Йәйләүгә күскәндән бирле ауылға ҡайтҡандары юҡ ине, бына бөгөн  юл төштө.

 Урам да бер тауыш-тын юҡ, әҙәм заты түгел, хатта  эт тә  күренмәй. Бала-саға һыу буйындалыр, селлә аҙағы  бит, һыуҙа  кинәнәләрҙер. Урамда ла шомло һиллек, эт  тә ҡунаҡтарға иғтибар итмәне, һуҙылып ятҡан да тауыш та сығарманы.

Өйгә индем, иҙәндә намаҙлығында ултырған әсәйем ишектән инеүселәргә иғтибар ҙа итмәгәндәй, илаулаған тауыш менән доғалар уҡый. Күтәрелеп ҡараны ла:

- Ҡыҙым, һеҙгә лә барып еттеме  хәбәр? Ҡустың, ҡустың... – тип,  субырлап аҡҡан  күҙ йәштәренә быуылып, һүҙ әйтә алмайса туҡтап ҡалды.

- Нимә булған? Ни, һөйләйһең, әсәй,  ниңә илайһың? - Мин аптырашта ҡалдым.

Ул  да булмай, уҡтай  атылып күрше килеп инде:

- Ғәйшә, ауыр ҡайғы, Зәбир  ағай, әрәмәлек араһына барып мылтыҡтан атылған, бөгәсә  төнөн, әллә таңға табан, бер күреүсе лә  юҡ.

Йә, Аллам!  Әле генә йәйғор булып балҡыған донъя өҫтөндә ҡапыл ер йыртып ялағай ялтланы ла, ҡолаҡтарҙы тондороп йәшен  атҡандай булды.

Быуыны тотмай, ҡапыл иҙәнгә ултыра төштө, әсәһенең эргәһенә сүгәләп, буҫлығып илап ебәрҙе. Берҙән-бер бөртөк ҡустыһы, әсәһенең таянысы, бар булған шатлыҡ-ҡыуанысы. Нисек, нисек һуң күтәрер был ҡайғыны ҡатыны? Килендәре икенсегә  балаға ауырайып йөрөй.

Күрше ауылдан һеңлеһе менән кейәүе  килеп еттеләр. Рәғип кейәүе:

- Ҡайнағаны ауыл осондағы  яңы өйөнә  апҡайттылар, ир-ат кәрәк тәрбиәләп күмәргә, йәйләүгә  хәбәр ебәрелде. Милиция  хәҙер  килеп етер, - тип әйтеүгә, береһе килеп  тә  инде:

- Ғәйшә апай кәрәк беҙгә, мин - тәфтишсе  Арсланов. - Документын күрһәтте лә , -Борсойбоҙ инде, беҙҙең эш һорашыу, асыҡлау, үҙегеҙ беләһегеҙ.

Тәфтишсе һорауҙарын әйләндереп-тулғандырып башын бутаны,  нишләптер, яҙа-йоҙа яуапланым, сөнки  үҙем дә килеп тыуған хәлдең нисек булғанын белмәйем. Кеше яҙмышы   эт яҙмышы түгел. Фажиғәнең урынын күрһәтеүҙе һорағастар, бер ыңғайҙан  үҙем дә күрермен, бәлки, ысын түгелдер, бәлки, хаталыр, тип күңелем һаман ышанмай, тикшереүселәр менән ҡәһәрле урынға ыңғайланым.

Йылға буйындағы тал-ҡыуаҡ,әрәмә шырлығының ситендә туҡтаныҡ,  беҙҙең артан  башҡалар ҙа  килеп етте, уларға  хәлдең ҡайҙа  булыуын күрһәтергә ымланым. ...Һаташыуымы, ҡурҡыныс төшмө әллә? Аңларлыҡ, осона сығырлыҡ түгел, ниндәй ҡурҡыныс хәбәр. Кем уйлаһын ауылымды һағынып ҡайтыуыма ошондай ҡот осҡос хәл көтөп торор тип? Тән тартышып, өҫтөмә  тау ишелгәндәй, күҙҙәрем һағышҡа күмелде, ә күңеле ышанмай... Йығылмаҫҡа була, ҡарашымды  күтәреп, эргәләге ағасҡа таянып торғанда,оло йәштәге тәфтишсе яныма килеп, әкрен генә  тауыш менән:

- Һеңлекәш, ҡайғы-хәсрәтегеҙҙе аңлайым, ләкин  факттарға ҡарағанда, үҙенә ҡул һалыуы икеле, кеше ҡулынынан эшләнгән   был енәйәт. - Аптыраулы ҡарашымды уға төбәнем.

- Беҙ иң элгәре мәйет эргәһендә булып, тикшеренеүҙәр  үткәрҙек, оло апаһы булараҡ, нисек уйлайһығыҙ? Әсәйегеҙ күҙгә күренеп һурылған  ҡайғынан, әйткәндәй, һуғышта оло улының хәбәрһеҙ юғалғанлығы ла билгеле беҙгә, шуға ла,  һеңлекәш, һеҙгә төбәп мөрәжәғәт итәбеҙ. Мөмкин тиклем тикшереү эшенә булышлыҡ итерһегеҙ?

Үҙемдә көс табып:

- Тормош иптәшем грамотный ғына,яугир ҙә, әйҙәгеҙ, уға мөрәжәғәт итегеҙ, ул нимә тиһә,  минең  дә ризалыҡ булыр.

- Ярай, аңлашылды улайһа, тикшереүгә барыбер ҡатнаша алаһығыҙ, - тине.

....Ауылда  элекке  ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һаман һаҡлайҙар ине.  Мосолмандарҙа үҙ ғүмерен ҡыйыусыны зыяратҡа ерләргә рөхсәт юҡ. Бахыр ҡустымды зыяраттың ситендә ерләнеләр...

Әсәйемә был турала белгертеүсе булманы, дини кеше үҙе лә һиҙеп-белеп торалыр, бер ни ҙә һораманы ла, өндәшмәне лә. Ауыр  һуғыш йылдардағы юғалтыуҙарҙан, ҡайғыларҙан    уның күңеле былай ҙа  ҡатҡайны. Ҡыҙыҡбыҙ шул беҙ, кешеләр, бәлки, яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған  кешегә  яғымлы һүҙ, аралашыу-һөйләшеүгә мохтаждыр, ә  һәр беребеҙ үҙ мәшәҡәтенә башкөллө сумабыҙ ҙа башҡаларға иғтибар ҙа бүлә белмәйбеҙ шул күп саҡта. "Бала ҡайғыһын  күрһәтмәһен", - тип бушҡа Аллаһ  Тәғәләгә ялынмайбыҙҙыр  беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар...

Был хәл 1957 йылдың июль аҙағында булды..

2.

...Ах, күңел тигәнең дә даръя икән шул. Утыҙ йыллыҡ ғүмерҙе тартманан ҡағыҙ алған һымаҡ, ҡапыл тарттылар ҙа сығарҙылар - ошо хәбәр бөтәһен дә аҫтын өҫкә килтерҙе лә ҡуйҙы. Күңеленең әллә ни ерҙәрен ҡутарып сығарҙы, шуның бер урынын умырып алды, бер нисек тә бөтәшмәгән  был яра.

....Бер көндө иптәшем ауырып ҡайтты, ул промартелдә урман эшендә эшләй, киҙеү тейгән, ахрыһы. Ул ике көн буйы һаташып, илереп сыҡты. Эргәһенә барып:

- Әллә урмандың шайтан-ендәре һуғылған һиңә, тыныс йоҡламай, ҡысҡырып уянаһыңсы?

Ауыр һулап ҡына:

- Яныма ултыр  ҙа мине тыңла, сөнки Зәбир ҡәйнешемдең вафаты тураһында күптән һөйләргә тейеш инем. Ошо  фажиғә нисәмә йылдар инде уңалмаҫ яра булып йәнем-тәнемде ғазаплай, инә, бер яҡтан һуғыш һөрөмө лә бергә  уҡмашып яфалайҙар.

Иий, ул ваҡытта тәфтишсенең һорауҙарына аҡыллы итеп яуап  биреүең дә, минән һорарға ҡушып рөхсәт итеүең дә ыңғайлы булды...

Енәйәт эше күҙгә күренеп тора, беҙҙең  күҙ йоморға хаҡыбыҙ юҡ тип, аптыратты ла.. Тәфтишсене, ай-һай, күнедереүе еңелдән булманы, сиктәш  күрше райондың кешеләре  булыуы  ғына енәйәт эшен ябырға  мәжбүри итте һәм һинең ғариза бирмәүең дә, хәлде еңеләйтте.

....Йәйләүҙән арыраҡ бер нисә саҡрымда  күрше райондың биләмәһе башлана, ҡараурманлы  тауҙарға һыйынған урында  бәләкәй  генә аҡлан бар, шунда әллә ҡасандан кереп, һуңға ҡалғанда ҡунып сығырлыҡ  һунарсыларға  өй һалынған,  кешеләр йәшәрлек инде. Шунда һуғыш ваҡытында Тары ауылынан һунарсы-ҡасҡын  йәшәгән тип һөйләйҙәр. Анығын да  белмәйем, беҙ дәшһәтле һуғыштың уртаһында  йөрөнөк, ил бурысы менән...

Бер төнгә ҡаршы йәйләүгә ике кеше килеп, теге еңелерәк холоҡло Фатима исемле ҡыҙҙы алып китеп барыуҙарын Зәбир күреп ҡалған, ҡәһәрең. Зәбир уларҙан ҡалышмай эйәреп күҙәтеп бара. Шәп бәһлеүән, көслө, йәш кеше ни, көсөнә таянып  ҡыуып  еткән дә тегеләргә ҡаршы сыҡҡан, тик бер үҙе булғас, бер хәл  дә итә алмай, шулай ҙа милицияға хәбәр итәсәкмен, тип янаған. Иртәгәһенә үк таң-һарыһынан ауылға  китә. Яуыздар уның  ҡайтыуын  белгәндәр, ызначит, ҡатын һөйләнгәнме, йә уларҙың йәйләүгә килеп йөрөгәстәр, әшнәләре лә булғандыр. Шул көндө үк  яманы сыҡҡан беҙҙең ауыл кешеһен  аҡсаға яллағандар ҙа, тегенеһе ауыл яғына  һыпыртҡан. Иманһыҙҙар, ниндәй яуызлыҡ эшләнеләр, исмаһам минең менән кәңәш итһәләрҙә, кәйнештең ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкин булыр ине лә. Ул кешенең  исеме мөһим түгел, нәфрәтләнеп, ысыҡындырып ҡуйыуың бар, әйтеү урынһыҙ һиңә?!  Ҡәйнәмдең йәне йәннәттә булһын, тип,  аҡылы камил  күренгәс, кәңәшен тыңланым. Мине үҙеңә саҡыртты ла:

- "Кейәү, үлемгә кәртәләр юҡ, күрәсәктән дә ҡасып ҡотолоп булмай, тигәндәре шулдыр. Судлашыу юлы менән булышма, яуызлыҡты Аллаһ Тәғәлә үҙе тигеҙләр, ғаиләңде уйла, үлгән кешене терелтеп булмай," - тип минән вәғәҙә һүҙемде алып, туҡтатты. Ошо ауыр серҙе нисәмә йылдар дауамында  күңелемдә һаҡланым, хәҙер  һиңә һөйләгәс,еңелерәк  булыр, бәлки...

- Бәй, бер нисә  йыл элек  бер ҡатын улын эйәртеп  үҙенең туғандары яғына ҡайтып китте, шул  ҡатын түгелме һуң?

- Юҡ, яңлышаһың, ул Ҡазаҡстан яғында йөрөгән Бәҙри ағайҙың һеңлеһе ине. Ә теге ҡатын кейәүгә сығып, ҡайҙалыр  йәшәйҙәр  шикелле, ҡайтып әйләнгәне юҡта, ғәйебе барҙыр уның да, сөнки тиҙ арала ҡайҙан белгәндәр тиһең  ҡәйнештең ауылға ҡайтыуы  тураһында... Ай-һай, көслө, эшкә  таһыл, бер күбә бесәнде бер сәнсеп һала торғайны   ҡәйнешем, ғүмеркәйе ҡыҫҡа булды, ғүмеркәйе...  Әлегә ҡәҙәр һағындыра уны... Кешенең  яуызлығы-уның ғына ҡайғыһы, үҙенә лә киренән әйләнеп ҡайта тиҙәр, бер күрербеҙ Хоҙай ҡушһа...

Донъяһы ла үҙгәрҙе  шул ҡәһәрле йылдан һуң, йәйләүгә күсенеү ҙә  һуңғы  мәртәбә булды. Мине лә икенсе эшкә  күсереп ҡуйҙылар, бала-саға ла ишәйҙе, тик ҡәйнешем генә етмәй... - Шулай  хәбәрен ослап ҡуйҙы.

Ә мин ишеткәндарҙән һушыма килә алмай байтаҡ ултырҙым.  Ғүмер буйына иптәшемдең күңелендә ҡара төйөн йөрөгән  дә...

Хәлиҙә БАКИРОВА, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы.

 

 
 
Автор:
Читайте нас