

5-се кавалерия дивизияһы штабына мин Сувалкиҙа барып эләктем. Польшаның был бәләкәй генә ҡалаһында беҙҙең эвакогоспиталь тора ине, ошо госпиталдә мин санитар булып хеҙмәт иттем. Выборг янындағы һуғыштарҙа алған контузиянан һуң минең уң ҡолаҡтан ҡан ағып йөрөнө, торараҡ эренләргә тотондо һәм оҙаҡламай бөтөнләй ишетмәй башланым. Хәрби табип Рудина мине ҡолаҡ врачына алып барҙы, һиңә, моғайын, нестроевой бирерҙәр, йәғни һуғыш бөткәнсе госпиталдә санитар булып ҡалырһың, тине. Минең һис кенә лә госпиталдә ҡалғым килмәй ине, Выборгта торған үҙемдең часҡа, полкка ҡайтҡым килә, әммә капитан Рудина мине ебәрмәне – яраһы төҙәлеп бөтмәгән ауырыу тип үҙендә ҡалдырҙы ла ҡуйҙы. Түрәләр беләлер әле, тип уйланым мин, кәйеф ҡырылып, тимәк, һуғыш бөткәнсе ошонда көн уҙғарырға яҙған. Мин Выборгка, үҙемдең батальонға барып килдем, «Дан» ордены менән наградланыуым тураһындағы бойороҡтоң күсермәһен алдым һәм частан китергә мәжбүр булыуымды оноторға, яңы урындағы яңы хеҙмәтте дауам итергә ниәтләндем. Торараҡ беҙҙең эвакогоспиталь Польшаға, Сувалкиға күсте. Был ваҡытта актив хәрби хәрәкәттәр бармай ине инде. Ғәскәрҙәр оборонаға күсте, шулай булғас яралылар ҙа юҡ фиғелендә. Мин төрлө осраҡлы эштәр башҡарҙым, һаҡта торҙом, йомоштарға йөрөнөм.
Капитан Рудина, тағы бер нисә хәрби врач ике ҡатлы йорттоң икенсе ҡатында йәшәй, шәфҡәт туташтары, санитарҙар, башҡа медперсонал – беренсеһендә. Ирҙәр айырым. Ҡатын-ҡыҙ врачтар погондарында капитан, майор йондоҙсоҡтары йөрөтһә лә, барыбер бисә булып ҡалды. Улар гел генә нимәнәндер ҡурҡты, төндәрен тышҡа сығыуҙан да шөрләй инеләр. Шунлыҡтан миңә төндәрен улар ишеге төбөндә һаҡта торорға, дөрөҫөрәге, ишектәре янындағы ултырғыста йоҡомһорап ултырырға тура килә ине. Мине тыныс холоҡло, башын иҫәргә һалып һуғыш бөткәнен ошонда көтөргә ниәтләгән Горшков алмаштыра. Төнөн ишек төбөндә тороу ярты бәлә, шуныһы алама – өйҙә бәҙрәф юҡ, шунлыҡтан һәр иртә Горшков менән төнгө хәжәт өсөн тәғәйенләнгән бакты сығарып түгәбеҙ. Был эштең кәмһеткес икәнен аңлайым, икенсе яҡтан уйлаһаң, бер нәмә лә юҡ һымаҡ: һалдат ҡайҙа ла һалдат, бәҙрәф таҙартырға бойорһалар, таҙартаһың, пулеметҡа ҡаршы бар, тиһәләр, бараһың... Шулай ҙа ялҡтым бак сығарыуҙан, хатта үҙемдең часҡа ҡасайым да ҡуяйым, тип тә уйлай башланым. Ә ҡасыу өсөн уңайлы мәл кәрәк ине.
Ҡалала беҙҙең эвакогоспиталдән башҡа 3-сө кавалерия корпусының штабы ла урынлашҡан. Ул беҙҙән йыраҡ та түгел. Бөтәһе лә, хатта рядовойҙар ҙа, итек кейеп йөрөй, итектәрендә шпорҙар ялтырай, погондарында зәңгәр ҡайма, офицерҙарының күбеһе кубанкала, һыбай йөрөгәндә яурындарына бурка һалалар. Уныһы ҡош ҡанаттары ише ике яҡҡа йәйелеп бара – чапаевсылар тип торорһоң! Ә рядовойҙарҙың эйәренә һул яҡлап ҡылыс аҫылған. Кавалерия! Казактар! Мин бик теләп барыр инем ошо фырт егеттәр араһына, тик алмаҫтар шул. Хатта беҙҙең медсестралар менән санитаркаларҙың ҡайһы бер кавалеристарға күҙе төшөп йөрөй. Аһ, нисек шалтырай шпорҙар, аттарҙа нисек оҫта йөрөйҙәр, нисек үбешәләр был казактар!
Бер көн ҡала урамы буйлап китеп барһам, ике кавалеристың башҡортса һөйләшеп торғанын ишеттем. Йәштәр түгел, утыҙ тирәһе генә барҙыр, шпорҙар тағылған итектәрҙә, ыҫпайҙар, фырттар. Туған телемде ишеткәс, ҡыуаныстан күҙҙәргә йәш төйөлдө. Улар башҡортса ғына һөйләшмәй, әсәйем һөйләшкән диалектта, беҙҙең ауыл, беҙҙең район һөйләшкән диалектта һөйләшә!Ауылымдан йыраҡта йөрөгәс, мин туған телемде бер аҙ онотоп та киткәнмен. Сөнки бында тик русса ғына аралашырға тура килә, хатта төштәрҙе лә русса күрә торғайным бит.
– Эй, һеҙ башҡорттармы әллә? – тинем мин башҡортсалап.
– Башҡорттар. Ә һин кем?
– Мин дә башҡорт.
– Башҡорт икәнеңде былай ҙа күреп торабыҙ. Ҡайҙан, ҡайһы частан?
– Госпиталдән.
– Яраландыңмы ни?
– Эйе, контузия.
– Ҡайһы райондан?
– Учалы.
– О-о-о! А-а! Яҡташ. Беҙ ҙә Учалынан бит. Ниндәй ауылдан һуң?
– Ураҙҙан.
– Мин Наурыҙҙан, ә ул Аҡҡужанан.
Наурыҙ беҙҙән утыҙ саҡрым алыҫлыҡта, Аҡҡужа – ун биш. Әммә сит яҡта осрашҡан башҡорт, икенсе ауылдан, хатта иң алыҫ райондан булһа ла, иң яҡын туған һымаҡ ҡабул ителә.
– Кем улы? – тип һораны Аҡҡужа кешеһе.
– Миңлебайҙың.
– Ундай кешене белмәйем. Мин һеҙҙең ауылдан бөкрө Ғарифты ғына беләм.
– Уны мин дә беләм! – тип шатланды Наурыҙҙыҡы.
Бөкрө Ғарифты белеүебеҙгә бөтәбеҙ ҙә сикһеҙ шатландыҡ. Үҙенең бөкрөһөн бынан меңдәрсә-меңдәрсә саҡрым алыҫлыҡта йөрөткән Ғарифты беҙ ҡыуанышып хәтерләнек, әйтерһең дә, ул – беҙҙең уртаҡ туғаныбыҙ һәм иҫ киткес һәйбәт кеше.
Бер аҙ һөйләшеп торҙоҡ, шунан яҡташтарым ҡайҙалыр ашыҡты, ҡуҙғалған саҡтарында:
– Кис кил. Беҙ анау өйҙә. Коноводтарҙы һорарһың, – тинеләр.
Кисен килдем мин уларға. Икенсе ҡаттағы бүлмә, һикеләр, һикеләрҙә шинелдәр, һырмалар, шунда уҡ эйәрҙәр, йүгән, карабиндар, ҡылыстар, тир, ат еҫе, сылғау, махорка еҫе. Бәләкәйҙән таныш еҫтәр, улар ауылды иҫкә төшөрә, ауылдың ат һарайын, сбруйҙар келәтен күҙ алдына килтерә. Яҡташтарымдың гимнастеркаларында миҙалдар йылтырай, погондарында – сержант лычкалары, уларҙың кавалерист, коновод, сержант булыуҙары һәм ҡайҙалыр икенсе часта түгел, ә корпус штабында хеҙмәт итеүҙәре менән ғорурланыуҙары күренеп тора.
Фляга ҡуйылды, икмәк киҫтеләр, консерва астылар. Саҡ ҡына эсеп алдыҡ, ауылды, һуғышҡа тиклемге тормошто иҫкә төшөрҙөк. Йәнә өҫтәгәс, Наурыҙ кешеһе, Нурый ағай, һин госпиталдәге бөтә бисәләрҙе лә ҡапшап бөткәнһеңдер инде, тип шаяртырға, мәрәкәләргә тотондо, танышырға шунда матур ғына берәйһе юҡмы, тип тә ҡыҙыҡһынды. Мин төндә врач бисәләр йоҡлаған бүлмә ишеге янында һаҡта тороуым, иртәнсәк улар бүлмәһенән бак сығарыуым тураһында һөйләнем... Яҡташтарым көлдө. Әгәр һин ысын башҡорт икәнһең, госпиталдә ятыуҙан оялырға тейешһең, тинеләр.
– Һуғыш оҙаҡламай бөтә, ә һинең бер наградаң да юҡ. Ауылда ҡыҙҙар яратмаясаҡ бит. Кит һин ул госпиталдән, беҙгә кил.
– Алырҙармы икән һуң?
– Нишләп алмаһындар? Һин дә бит егет кеше.
Мин «Дан» ордены менән наградланыуым тураһындағы бойороҡ күсермәһен күрһәттем, күрегеҙ, мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел, йәнәһе.
– Маладис, энекәш. Ул орденды беҙгә килгәс алырһың. Иртәгә үк майор Шагинға ин дә беҙгә күсереүҙәрен һора.
Иртәгәһенә мин корпус штабына барып майор Шагинды эҙләп таптым да үҙемдең госпиталдән икәнемде, мөмкин булһа уларҙың часына күсереүҙәрен һораным. Яраланғанға тиклем ҡайҙа һуғышыуымды белеште майор, ҡулымдан бойороҡ күсермәһен алып, күҙ йүгертте лә папкаһына һалды.
– 5-се дивизияға коновод булып барырһың.
Коновод икән, коновод. Минең яҡташтар ҙа коноводтар бит, миҙалдары бар, тимәк, ундай хеҙмәт миңә лә ярай. Дөрөҫөн генә әйткәндә, коновод ниндәй эш башҡарырға тейешлеген мин ныҡлап күҙ алдыма ла килтерә алмай инем.
Ебәрмәҫ, тип уйлаһам да, капитан Рудина мине тотманы, өгөтләп тә маташманы, тик бошонҡо ғына тауыш менән:
– Мин һиңә яҡшылыҡ ҡына теләгәйнем. Үлһәң, йәл буласаҡ, һуғыш бөтөп бара бит. Теләгеңә ҡаршы төшә алмайым, тик беҙҙе онотма, – тине.
Госпиталь, яҡташтарым менән хушлашып, кеҫәгә ҡағыҙ һалып, мин ҡаланан сыҡтым да бынан биш саҡрымдар самаһындағы утарҙа урынлашҡан 5-се кавалерия дивизияһы ҡарамағына ҡарай атланым. Юл буйлап тегендә-бында көҙгө һуғыштар ваҡытында ятып ҡалған немец һалдаттарының мәйеттәре ҡар аҫтынан сурайып күренә. Берәрләп тә, икешәрләп тә мине һыбайлылар уҙып китә, ҡаршыға осрай, улар миңә герой ҡиәфәтендә күренә, мин уларға ҡыуанып һәм һоҡланып ҡарайым, сөнки бынан ары мин дә улар ише кавалерист буласаҡмын.