

Кеше күп ваҡыт ауыҙынан өҙөп, тинләп, тәңкәләп аҡса йыя, әммә шуларҙы бер көндө һис көтмәгәндә бушҡа йә үҙ нәфсеһенә барып, бер юлы әрәм-шәрәм итә.
Кеше күп ваҡыт аҙым һайын һаулығын һаҡлаған, һаҡ ҡыланған була, әммә бер килеп йә йыш ҡына араҡы, тәмәке, бүтән зарарлы нәмәләр менән ғүмерен ҡыҫҡартҡанын, һаулығын бер юлы бөтөргәнен артыҡ уйлап бирмәй.
Кеше күп ваҡыт ғүмеренең сәғәтен, минутын иҫәпләп ҡәҙерләй белә, әммә бер килеп айын, йылдарын уйламаҫтан күмәртәләп зая итә.
Аҡыллы тигән кешенең дә бындай ҡылыҡтары сәйер шул. Күбеһе башҡа Һыймай, ҡағиҙәгә кермәй. Хоҙай биргәненә ҡәнәғәтләнмәй, уңышты күпкә арттырабыҙ тип, игенде, емештәрҙе зарарлы химик ашламалар менән ашлап, үҙ һаулығыбыҙға күпме зарар килтерәбеҙ.
Индустриябыҙ ҡеүәтләнһен, завод-фабрикаларыбыҙ ишәйһен тип, күпме тәбиғәтте, үҙебеҙҙе ағыулайбыҙ. Ғүмеребеҙҙе ҡыҫҡартабыҙ, тәбиғәтте ҡоротабыҙ.
Шуны аңлап, тәбиғәт менән кеше араһындағы гармонияны тоторға, үҙ-үҙебеҙҙе һаҡларға аҡылыбыҙ һәм ҡәҙеребеҙ нишләп етмәй икән?
Белә-күрә тора кеше үҙен-үҙе бөтөрөр, тигәндәре хаҡтыр, күрәһең.