+30 °С
Облачно
Әҙәби балҡыш
8 Июня 2025, 17:56

Мәжнүн. Хикәйә. Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.

Үзбәкстанда ер тетрәгәндән һуң ул харабалар аҫтында ҡалды. Иҫенә килгәндә кемдер күтәреп алып бара ине. – Зарифа, бөтәһе лә һәйбәт, һиңә насарлыҡ теймәйәсәк. Зарифа, мин һине һәр саҡ һаҡлармын. Зарифам... Уны күтәргән кеше Мөҙәрис ине. Һәм ҡатын ҡабат һуштан яҙҙы. Сабыйын ҡулына тотторғастары ғына үҙенең аҡылдан шашмағанын белде. Шулай ҙа был хәлде берәүгә лә һөйләгәне булманы. Күҙемә күренгәндер, тип уйларға тырышты. Юҡ, күҙенә күренмәгән. Ул ысын булған. Тимәк, Мөҙәрис сит яҡтарҙа ла уның эргәһендә булған. 

Мәжнүн. Хикәйә. Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.Мәжнүн. Хикәйә. Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
Мәжнүн. Хикәйә. Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.

Синыфташы Фәхриәнән хат килеп төшкәс, Зарифа ҡыуанысынан нишләргә белмәне. Күрешмәгәндәренә, әсәһе әйтмешләй, «хан заман» үтеп киткән бит. Дүрт тиҫтә була яҙалыр, шәйт. Фәхриә Ҡаратирәк ауылының хакимиәт башлығы булып эшләй икән. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» тигән байрамға саҡырған. Әхирәттәр үҙҙәре иһә был ауылдыҡы түгел. Ҡаратирәк урта мәктәбенә тирә-яҡтағы бөтә бәләкәй ауыл балалары дүртенсе синыфтан һуң килә ине. Мәктәп интернатында ятып уҡынылар. Фәхриә менән дә ул Ҡаратирәктә танышты. Хәҙер шул ауылдың түрәһе булып киткән икән, бына бит тормош! Элекке дуҫын онотмаған, рәхмәт инде. Ҡаратирәкте генә түгел, бер ыңғайҙан тыуған ауылы Туйышты ла барып күргәндә насар булмаҫ. Юғиһә туғыҙынсы синыфта уҡып йөрөгән сағында Үзбәкстандан ҡунаҡҡа килеп төшкән Хәлимә апаһына эйәреп китте лә барҙы, шунан бирле әйләнеп ҡайтҡаны булманы Зарифаның. Эй, ул замандарҙа союздаш республикаларҙа бик яҡшы йәшәнеләр бит. Ташкентҡа барып төшкәс тә ундағы муллыҡҡа хайран ҡалғайны. Йәш ҡыҙға нимә, ят ергә һә тигәнсе өйрәнде лә китте. Әйтергә түгел, эше лә, аҡсаһы ла булды. Зарифа буласаҡ ире Ғәлимде лә шунда тап итте. Унынсы синыфты бөтөү менән кейәүгә сыҡты. Шунан инде ата-әсәһе лә йылы яҡҡа күсенеп килде. Ситтән тороп пединститут бөттө, шул арала бер-бер артлы өс бала табырға ла өлгөрҙө. Үзбәкстандан бер ҡайҙа ла китмәҫ инеләр, ләкин алтмыш алтынсы йылдағы ер тетрәү бөтәһен дә үҙгәртеп ебәрҙе. Бала табыу йортонда өсөнсө малайын тапҡан сағында булды был хәл. Сабыйын бер генә имеҙергә өлгөрҙө, бәләкәсен алып киттеләр, шул арала донъяның аҫты-өҫкә килде. Әсәне емереклектәр араһынан һөйрәп сығарҙылар. Бер нисә көндән һуң ғына малайын ҡабат күкрәгенә ҡыҫыу бәхетенә иреште. Ул мәлдәрҙә ниҙәр кисергәнен... Әле лә тыныс ҡына иҫенә төшөрә алмай. Ире Ғәлимдең тыуған төбәге Свердловск өлкәһенә ҡайтырға ҡарар иттеләр. Бына шул яҡтарҙан да табып алған бит әле дуҫы Фәхриә, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» тигән байрам элек булмай торғайны. Ярар, яңы йолалар менән байытылһын тормош. Бик хуп, бик мәйле.

Берсә тулҡынланып, берсә һағышланып ҡайтып төштө Зарифа тыуған-үҫкән яҡтарына. Бөтөнләй икенсе ауыл ҡаршы алды ҡатынды. Ҡаратирәк ҙурайған, элекке өйҙәрҙән береһе лә ҡалмаған. Мәктәп тә хәҙер иркен кирбес бинала урынлашҡан. Ә урамдар халыҡ менән лыҡа тулған. Шулай булмай тағы, нисә быуын ҡайтҡан да баһа байрамға! Синыфташтарҙы ла танырлыҡ түгел хәҙер. Йәшәреүгә түгел, ҡартайыуға табан барылғас ни, күңелде һағыш баҫмаҫ ерҙән баҫыр.

Ә бит шулай уҡ үҙгәрмәй торған нәмәләр ҙә бар. Фәхриә уҡыған саҡта саялығы, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы менән айырылып тора ине. Ауыл клубында ла, мәктәптә лә ул ҡатнашмаған концерт булманы, өлкән синыфтарҙа уҡығанда спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡара торғайны. Ҡыйыулығы, үткерлеге арҡаһында шундай ролдәрҙе эләктергәндер. Юғиһә төҫ-башы менән һылыуҙар иҫәбенә инмәне. Уның ҡарауы, шәп йырлай ине, ә ниндәй сара йырһыҙ үтһен? Әле лә шулай икән, атламай, йүгереп кенә йөрөй, бөтәһенә лә өлгөрә.

– Йылдар бер ҙә үҙгәртмәгән үҙеңде, Фәхриә.

– Һине лә, – тип йылмайҙы әхирәте. – Төп-төҙ баҫып тороуың да элеккесә. Миңә яҡын килмә, юғиһә үкенерһең, тип янағандай.

Тел төбөн аңланы Зарифа.

– Ҡуйсәле, ниндәй эрелек булһын, ти, инде! Киреһенсә, ҡурҡыуҙы, үҙемә ышанып бөтмәүҙе шундай ҡиәфәт эсенә йәшергәнмен инде.

– Йә, ярар, киттек мәктәп музейына. Үткәндәрҙе иҫеңә төшөрөрһөң.

Музей асыуҙары һәйбәт. Тормошта тарихҡа урын булырға тейеш. Ә был мәктәптән шәп кешеләр сыҡты. Ил кимәлендә билдәле шәхестәре бар. Йәш быуын шуларға тиңләшергә ынтылырға тейеш.

– Йә инде! Мин һине тарих һөйләр өсөн алып бармайым, дуҫҡай.

– Һуң...

– Барғас белерһең. Зарифаның ғәжәпләнеүе йөҙөнә сыҡҡас, Фәхриә шулай тип өҫтәне: – Ғәфү үтенәһем бар.

Синыфташтары араһына әллә Зарифаның фотоһын ҡуйырға оноттомо икән? Эй, шул да булдымы мәсьәлә!

– Мин дөрөҫ аңлармын. Ни тиһәң дә, мәктәпте бит мин Ҡаратирәктә бөтмәнем. – Зарифа дуҫына мәғәнәле ҡараш ташлап йылмайҙы.

Йөрөй торғас, Зарифа бер бәләкәйерәк кенә фотоһүрәт янына килеп баҫты. Ҡапыл йөрәге күкрәк ситлегенә һыймай дарҫлап тибергә керешмәһенме! Шулай ҙа ҡатын үҙен тиҙ генә ҡулға ала алды. Фәхриәнең һиҙҙермәй генә уны күҙәтеп торғанын да белә ине. Һәр хәлдә, тыштан бер нәмә лә белгертмәне, битарафлыҡ яһап, һалҡын ҡарашын икенсе рамға күсерҙе. Был юлы инде ҡалайтып артҡа сайҡалып киткәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Ирекһеҙҙән, йәнә рамға табан эйелде. Унан кире башын тартып алды. Аптырау-шөбһә тулы ҡарашын Фәхриәгә төбәне.

– Ҡайҙан ул бында?..

– Таныныңмы?

– Атаҡ... Һуң, был ҡулъяулыҡты танымаҫҡа!.. Нишләп ул музейҙа?

– Нишләп?.. – тип уның һорауын ҡабатланы Фәхриә. – Ә нишләп ул бында тормаҫҡа тейеш? Уның бит хужаһы һин түгел.

Зарифа өндәшмәһә лә, дуҫына көйҙөргәнсе ҡарап алды.

– Һаман һыр бирмәйһең, Зарифа. Бер кешегә асыу тотоп, үпкәләп, илеңде ташлап киттең. Ә бит бөтәһе лә һеҙҙең хистәрҙең сафлығын белә, аңлай ине.

– Фәхриә, мин күптән дүрт бала әсәһе. Ҡартәсәймен. Быларҙы нимәгә һөйләйһең миңә? Аңламайым.

– Ғорурлыҡ та зыян итә шул. Сабыр итһәң, был ҡулъяулыҡ та, һин күрмәгәнгә һалышҡан фотоһүрәт тә музейҙа тормаған булырҙар ине. Бына шуның өсөн. Ә һин аңламайым тиһең.

– Ай, Фәхриә!.. Алйот бисә!.. Алып ташлат был сепрәк ярпыһын.

– Ҡайтҡаны бирле уның тураһында бер нәмә лә һорашманың. Тимәк, Мөҙәристең үлгәнен беләһең.

– Ишеткәйнем мин. Тик төпсөнгәнем булманы. Әйттем бит, үҫмер саҡтың иҫәрлеге генә ине ул.

– Мөҙәристең Үзбәкстанда ер тетрәү мәлендә фажиғәле үлгәнен дә белмәйем, тимәксеһеңме?

– Үзбәкстанда? – тип ишетмәгәндәй ҡабатлап һораны Зарифа. Күҙе таҫрайҙы. Йәшлек мөхәббәтенең ҡайҙа һәм нишләп үлгәнен ул ысынлап та белмәй ине. – Нишләп Үзбәкстанда?!.

– Бәй, күрешкәнегеҙ булманымы? Табиплыҡҡа уҡып бөткәс үк шунда киткән тинеләр.

Зарифа иренен ҡымтыған килеш әкрен генә баш сайҡаны.

– Бына ошо ҡулъяулыҡты ғына ебәрҙеләр унан. Кеҫәһендә йөрөткән. Кеҫәһендә тип... Үҙенең янында, тием инде.

– «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», имеш. Ошоларҙы һөйләр өсөн ҡунаҡҡа саҡырҙыңмы мине, ауыл сәүите рәйесе?

– Ғәфү ит, шулай килеп сыҡты инде. Үҙенән-үҙе...

Зарифа алыҫ йылдар иҫтәлеге булған фотоһүрәткә ирекһеҙҙән йәнә күтәрелеп ҡараны, һәм йөрәге тағы ла ярһыбыраҡ туларға кереште.

Бишенсе синыфҡа Ҡаратирәккә килгәндә осрашты улар. Тәү тап итешкәндә үк аҡ йөҙлө ҡаҡса ғына был малайҙың күҙҙәре нурланып киткәнен күрҙе. Мөҙәрис параллель класта уҡыны. Уның йылы һүҙҙәр яҙылған открыткаларын бишенселә уҡығанда уҡ алды Зарифа. Оялсан ҡарашлы, йылмайғанда күҙҙәрен селт-селт йомоп алған малайҙың үҙен оҡшатҡанын да белә ине. Ҡыҙсыҡ үҙе лә был ипле, тәртипле ир балаға битараф булманы. Синыфтан синыфҡа күскән һайын хистәр тәрәнәйә генә барҙы. Бергәләшеп дәрес әҙерләгәндәре, стена газеталары сығарғандары булды. Күмәкләшеп үткәргән бындай саралар уларҙы тағы ла яҡынайтты. Тотанаҡлы, йылмайып ҡына торған Мөҙәрискә бүтән ҡыҙҙарҙың да күҙе төшә ине, әлбиттә. Ләкин ул фәҡәт Зарифаны ғына яҡын күрҙе. Киләсәктә кем буласаҡтары тураһында хыял йөрөттөләр. Мөҙәрис техника ярата ине, ләкин Зарифа, табип булайыҡ, кешеләрҙе дауаларбыҙ, тигәс, мин уйлармын, тип яуап биргәйне... Үтә лә тыйнаҡ малай ине ул. Бына бит, табип булып, кеше ғүмерен һаҡлап, үҙе һәләк булған...

Фәхриә иһә Мөҙәристә артист оҫталығы күрҙе. Шуға ла уны һәр саҡ уйын-сараларға йәлеп итер өсөн көс һалды. Тегене нисек тә ризалаштыра торғайны, үҙһүҙлелек бар ине шул ҡыҙыҡайҙа. Хәйер, ипле һәм тыңлаусан Мөҙәрис кеше һүҙен йыға алмағандыр.

Зарифа яҡшы уҡыны. Пионервожатый Ямал апай ҙа уны яҡын күрә торғайны. Уның ире Мотал ағай – мәктәп директоры. Үҙҙәре лә йәштәр. Ямал апай ҡай саҡ эштән бушай алмаған сағында йәш ярымлыҡ балаларын ҡарап торор өсөн Зарифаны саҡырып ала торғайны. Ямал апалары тегенсе, сигә-нағышлай, селтәр бәйләй, ҡыҫҡаһы, ҡул эштәре оҫтаһы. Уның эштәрен күрер өсөн дә өйҙәренә бик теләп бара торғайны Зарифа. Ана шундай көндәрҙең береһендә бәләкәй генә шыптыр эсендә ятҡан сәйләндәрҙе күрҙе. Бындай нәмәләр һатыуҙа юҡ ине ул саҡтарҙа. Иллә лә күҙҙе ҡыҙҙыра. Түҙмәне, бер семтем сәйләнде үҙе менән алып ҡайтып китте.

Бергә торған ҡыҙҙарҙан йәшереп кенә ҡулъяулыҡ сигә башланы. Яҙ айҙарында Мөҙәрискә ун алты йәш туласаҡ. Бына ниндәй шәп бүләк әҙерләй ул үҙенең дуҫына. Йәшерергә тура килә, интернатта ла, мәктәптә лә тәртип ҡаты. Насар даның сыға күрмәһен. Хәҙер нисектер, ул саҡтарҙа талапсанлыҡ көслө ине. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр ҡырҙан сығып уҡыған балалар өсөн яуаплы бит. Тик бала күңеле генә талапсанлыҡты аңлап бөтмәй, уның үҙ ихтыяжы, үҙ дөрөҫлөгө. Ҡаратирәк мәктәбе районда алдынғылар иҫәбендә, ошо ҡатылыҡ, тәртип булмаһа, уңыштар ҙа юғары булмаҫ ине. Хәйер, Зарифа зарланырға, кемделер ғәйепләргә уйламай ҙа. Бары бер аңлашылмаусанлыҡ ҡына уның яҙмышын икенсе яҡҡа бороп ебәрҙе. Уҡытыу-тәрбиә эштәре мөдире Дариға апай бигерәк тә уҫал ине. Оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләгән, мәктәпте алдынғылыҡҡа сығарыуҙа уның өлөшө тос. Хәҙер ҙә ул мәктәпте үҙ ҡулында тотоп тора тиергә була. Уҡыусылар ғына түгел, хатта уҡытыусылар ҙа унан шөрләңкерәй ине. Зарифа яҡшы уҡығас, абруйлы булғас, бындай ваҡ-төйәк уға ҡағылманы. Дариға апаһы ла күп осраҡта уны бүтән ҡыҙҙарға үрнәк итеп ҡуя торғайны. Ул да үҙен бындай баһаға лайыҡ тип ҡараны. Тик бер нәмәгә генә эсе бошҡандыр: спектаклдәрҙә уйнай алмауына ғына. Ә ниндәй ҡыҙ бала кинола йә спектаклдә уйнау тураһында хыялланмаһын да, берәй сағыу героиняға оҡшарға тырышмаһын?

Ямал апалары классик әҫәрҙәргә мөрәжәғәт итергә ярата торғайны. Бына уның «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу»ҙан өҙөк ҡуйырға йыйынғаны билдәле булды, һәр ваҡыттағыса үҙенә төп роль бирәсәктәренә ышанған Фәхриә: «Ҡуҙыйкүрпәсте Мөҙәрискә бирәбеҙ!» – тип алдан уҡ ҡысҡырҙы. Хәҙер ҙә шулай микән, ул йылдарҙа егеттәрҙе спектаклгә йәлеп итеүе бигүк анһат түгел ине. Йәнә лә шул, оҫта башҡарыусыһын да табырға кәрәк бит әле. Фәхриәнең үҙен Маянһылыу итеп күреп, алдан лау һалып йөрөүе Зарифаға һис кенә лә оҡшаманы. Мөҙәрискә тамашаларҙан уны ситләтеүҙәрен, бигерәк тә Фәхриәнең был эштә тырышлыҡ һалыуын әйтте. Үҫмерҙең ҡарашындағы етдилекте күргәс, маҡсатына ирешәсәгенә ышанды. Ысынлап та, буласаҡ Ҡуҙыйкүрпәс Ямал апаһына: «Зарифа уйнаһа ғына ҡатнашам», – тигән. Бына шулай төп ролде улар икәү башҡарҙы. Фәхриә, әлбиттә, төп ролдән ни өсөн ҡолаҡ ҡаҡҡанын белмәй. Ғәфү үтенергә булһа, быны Зарифаға эшләргә кәрәктер. Ул мутлашты. Тик хәҙер нимәгә ғәфү үтенеүҙәр?

Артабан Ямал апаһы «Ләйлә менән Мәжнүн»дән өҙөк күрһәтергә булды. «Тағы ла Фәхриәне ҡуялар», тине Зарифа, үҫмергә мәғәнәле ҡараш ташлап. Мөҙәрис, күпме генә өгөтләһәләр ҙә, Мәжнүн ролен уйнауҙан баш тартты. «Мин Мәжнүн түгел! Мин бармайым был ролгә!» Бына шулай Зарифа өсөн өҙөлөп, бөтә әйткәндәрен үтәргә әҙер торған Мөҙәрис ине ул. Эштең нимәлә икәнен Ямал апай белмәй ине, әлбиттә. Ләкин әхирәте һиҙҙе. Фәхриә үҙе тороп әйтте: «Ямал апай, Ләйләне Зарифа уйнаһын!» Шул саҡ Мөҙәрис тә үҙгәрҙе, ҡапыл ғына үҙенең мәжнүнлегенә «ышанды».

Дастан геройҙары бер-береһе өсөн йәндәрен бирергә әҙер. Мөҙәрис ҡайһы яғы менәндер уларҙы хәтерләтә, һәм егеттең шулай булыуы Зарифаға оҡшай. Инженер булырға хыялланыуы ғына... Юҡ, был һөнәрҙән баш тартыр, бергәләшеп табиплыҡҡа уҡырҙар. Тыңламай ғына ҡараһын. Тыңлаясаҡ! Ул бит Зарифаның Мәжнүне!

Ҡулъяулыҡҡа ике күгәрсен, төрлө сәскәләр сигелде, ситтәре селтәрләнде. Ҡул эшен бөткәндә Фәхриә күреп ҡалды тәки. «Бәй, ә бында нимә тип яҙғанһың?» Шунан күҙҙәрен тултырып Зарифаға ҡарап торҙо. Аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ та баһа! Ҡып-ҡыҙыл сәйләндән «Мәңге бергә» тигән ант һүҙе яҙылған, һуң, уның шулай буласағы былай ҙа аңлашыла бит!

Зарифа әхирәтенә серен систе. Ул бөгөн кис Мөҙәристе тыуған көнө менән ҡотлаясаҡ. Кис үҙҙәренең синыф бүлмәһендә осрашырға һөйләшкәндәр. Тик был турала бер кем дә белмәһен.

Бына улар бүлмәлә ҡара-ҡаршы ултырғандар. Икеһе лә оялсан йылмая. Нимә тураһындалыр һөйләшкән булалар. Берәүгә һиҙҙермәй генә күрешеүҙәре үҙҙәре өсөн ниндәйҙер бер ҡаһарманлыҡҡа бәрәбәр, үҙҙәрен бик ҙур, үҙ аллы кешеләр һымаҡ та тоялар. Ә ваҡыт һиҙҙермәй генә үтә. Уларҙың да бер-береһенән айырылғыһы килмәй. Ләкин улар бит таңға тиклем ултыра алмай. Бына Зарифа ҡәҙерле бүләген кеҫәһенән сығара: «Мәңгелек иҫтәлегем булһын һиңә!..» Мөҙәрис ҡулъяулыҡты әйләндереп-әйләндереп ҡарай, күкрәгенә ҡыҫа. Шунан өҫтәлгә йәйеп һала ла, ҡыҙҙың сәсенән һыпырыр өсөн ҡулын һуҙа. Тап шул мәлдә... Эйе, тап шул мәлдә бүлмәнең эсе яҡтырып китте.

Ишектә Дариға апалары баҫып тора ине. Аяҙ көндө йәшен атҡандай тәьҫир итте уның тауышы.

– Бына ни эш бөтөрә беҙҙең тәртипле уҡыусыларыбыҙ! Башһыҙҙар, һеҙҙең нимә менән шөғөлләнгәнегеҙҙе ата-әсәгеҙ беләме? Зарифа, даныңды сығараһыңмы?! Кемдән-кемдән, ә һинән... Ан-ну, марш! Юғал күҙ алдымдан, шәп ҡыҙыҡай!

Зарифа ишеккә ташланды.

– Ә һин туҡта! – тип ҡысҡырҙы Дариға апай Мөҙәрискә. Күрһәт, нимә ҡулыңда! Бәлки, һеҙ бурлыҡ менән шөғөлләнәһегеҙҙер. Күрһәт!

Ҡалғанын ишетмәне Зарифа. Интернатҡа нисек барып ингәнен дә хәтерләмәй. Карауатына барып ауҙы. Фәхриә һикереп тороп ултырҙы.

– Нимә булды?

– Дариға апай... – Зарифа үкһене.

– Бәлки, бер нәмә лә булмаҫ.

– Юҡ, мин беләм, былай ғына ҡалдырмаясаҡ...

– Ҡурҡаһыңдыр инде...

Зарифа башын ҡалҡытты. Күҙендә уҫал сатҡы ялтланы.

– Мин үҙемде йәберләргә бирмәйәсәкмен!

Иртәгәһенә линейка йыйҙылар. Дариға апай уларҙың икәүһен алға сығарып тетмәләрен тетте генә. Директор юҡ ине, ул бер нисә көн элек кенә баш ҡалаға курсҡамы-нимәгәлер киткәйне. Уның юҡлығын да файҙаланды Дариға апай. Ҡоторҙо ғына, нимә тип кенә хурламаны Зарифа менән Мөҙәристе. Имеш, улар мәктәптең алама данын сығарыусылар. Имеш, улар бер-береһенә һыйынышып, һыйпашып ултырғандар. Быныһы инде төптө буш хәбәр! Кешене мыҫҡыл итәм тигәс тә, былай уҡ шаштырырға яраймы ни? Мөҙәрискә һыйыныу түгел, уның бит хатта Зарифаның ҡулынан да тотоп ҡарағаны юҡ. Тик бер мәртәбә генә сәсенән һыйпарға итте. Уны ла Дариға апаһы күреп ҡалды. Юҡ, улар аҙғынлыҡ таратыусы түгел! Юҡ, улар бүтәндәрҙе насар юлға өгөтләүселәр түгел! Ләкин нисек үҙеңде яҡларға? Кисәге көнгә тиклем юғары тойғо кисерешендә үҙен иң бәхетлеләрҙән һанап йөрөһә, бөгөн иһә Зарифаға бысраҡ исем тағылып, хурлыҡ мөһөрө һуғылды. Дариға апай ҡулъяулыҡты баш осона күтәрҙе. Мыҫҡыллы йылмая. Тимәк, уның ҡәҙерле бүләген Мөҙәристең ҡулынан тартып алған...

– Бына дәрес урынына нимә менән шөғөлләнәбеҙ! Уҡытыусыларҙы ла, ата-әсәне лә алдау менән булабыҙ. Бындайҙарға мәктәп кәрәкмәй! Бындайҙарға аулаҡ өй генә кәрәк!

Нишләп Мөҙәрис Дариға апайға тотторған һуң уның бүләген? Ошондай мәлдә нисек үҙеңде аҡларға? Зарифа, ярҙам һорағандай, Мөҙәрискә күтәрелеп ҡараны. Ләкин үҫмер, ҡып-ҡыҙыл булып бешеп-тирләп, башын түбән эйеп тора ине. Зарифаның шул саҡ ниндәйҙер күңел ебе шартлап өҙөлгәндәй булды. Ошомо ул һоҡланған Мәжнүн? Ошомо уны яҡлар өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер герой? Ошомо уға терәк-таяныс? Ошо бер бахыр, ебегән әҙәмме?

Хыялый тормош ҡайҙалыр осоп китте. Ул бары тик уҫал ҡарашлы Дариға апай йөҙөндә ысынбарлыҡ менән осрашты. Тетрәнде Зарифа. Юҡ, бынан ары ул берәүгә лә ышанмаясаҡ һәм үҙен хурларға юл ҡуймаясаҡ! Ул, гүйә, татлы йоҡоһонан уянды.

Төштән һуң интернатҡа Ямал апаһы килеп инде.

– Һылыу, миңә район үҙәгенә барып килергә ине. Бәләкәсте ҡарап тор, зинһар! Мин тиҙ әйләнермен. Аҙаҡтан бөтәһе тураһында ла һөйләшербеҙ, йәме.

Бала менән уйнап ултырғанда ҡыҙ комод өҫтөндә торған өлкән радиоалғысҡа иғтибар итте. Уның өҫтөндә әлеге лә баяғы аҙаплы ҡулъяулығы ята ине... Берсә яҡын килде уға, берсә артҡа сигенде. Нишләп Ямал апайҙарҙа? Дариға апайҙан ҡалайтып ала алды икән? Әллә тегеһе тоттороп ҡайтарғанмы: «Бына директор иптәшкә күрһәт. Беҙҙең уҡыусылар дәрес урынына нимә менән шөғөлләнәләр. Үҙ күҙҙәре менән күрһен!..»

Бәлки, уны йәлләгәндәрҙер? Туҡта, ә был ҡып-ҡыҙыл сәйләндәр!.. Уларҙы бит Ямал апайҙың шыптыр моҡсайынан рөхсәтһеҙ алғайны. Их, бүләгенең иҫ киткес шәп булыуын теләгәйне шул! Ҡулын һуҙҙы, йәнә кире тартып алды. Бындай сәйлән ауыл магазинында юҡ. Тимәк, Ямал апаһы уның ҡайҙан алынғанын белә. Хәҙер ҡыҙҙы йәнә лә һынамаҡҡа һалып ҡуйған булһа, йәнәһе, һорауһыҙ алырмы был әйберҙе әллә тырнаҡ осо менән дә оронорға ҡурҡырмы?

Ҡағылманы ҡулъяулығына Зарифа. Ямал апаһы ишектән күренеү менән, интернат яғына һыпыртты. Фәхриә уны тыңлап бөтөр-бөтмәҫтән шелтәләргә кереште:

– Ҡайҙа? Ямал апайҙарҙа, тинеңме? Нишләп алманың? Их һин! Ул бит һин алһын өсөн ҡалдырып сығып киткән! Алһын да, был эш онотолһон тип! Бөтөнләй алйотландыңмы әллә? Нимә юҡ-бар уйлап сығарып ултыраһың?

– Юҡ-бар, имеш. Һинең ауыҙ бешмәне, Фәхриә!

Тышта ямғыр яуа. Иртәгәһен дәрестән ҡайтышлай уны Мөҙәрис ҡыуып етте.

– Зарифа! – тине ул тулҡынланған тауыш менән.

Ҡыҙыҡай уға күтәрелеп ҡарамаҫҡа тырышты.

– Шунан.

– Ҡулъяулыҡ миндә!

Зарифа тертләне.

– Кем бирҙе?

– Фәхриә инеп алып сыҡҡан, – тине шат тауыш.

Фәхриә? Шуның өсөн балалар шикелле ҡыуанып тораһыңмы, егет осмото!.. Ә үҙеңдең ҡулыңдан нимә килә, байғош?

– Күрһәт.

Мөҙәрис, ҡояштай йылмайып, уға ҡулъяулыҡты һуҙҙы. Зарифа уны йомарлап тотто ла аяҡ аҫтындағы ҡойоға ташланы, шунан өҫтөнә лысҡылдатҡансы баҫты. Мәүеш һин, Мөҙәрис! Бәсәл. Әгәр ҙә Дариға апайға күрһәтмәһәң, ул һинең ҡулыңдан тартып та алмаҫ ине. Һинең бешмәгәнлегең, асыҡ ауыҙлығың арҡаһында Зарифа мыҫҡыл ителде! Һин ғәйепле!

Бүлмәгә инеү менән ҡыҙыу-ҡыҙыу әйберҙәрен барларға кереште. Фәхриә урынынан ҡалҡынды.

– Һин нимә эшләйһең?

– Ҡайтып китәм! Уҡымайым.

– Ата-әсәң беләме?

– Туҡмаһалар ҙа, үлтерһәләр ҙә бармайым. Әйттем бит, үҙемде берәүҙән дә йәберләтмәйәсәкмен, тип!

Фәхриә дуҫын тота алмаҫын аңланы.

– Туҡта! Мин дә һинең менән! Бындағы хәлде үҙем аңлатырмын. Ҡыҙыулыҡ менән эш итмә.

Фәхриә телгә оҫта шул, үҙенсә мәктәптә булған хәлде аңлата алды. Әсәһе Зарифа көткән ҡәҙәре асыуланманы, бәлки, Үзбәкстандан үҙенең бер туған һеңлеһенең ҡунаҡҡа ҡайтып төшөүе кәйефенә йоғонто яһағандыр. Хәлимә апаһы иһә көр тауыш менән: «Һылыуым, юҡ-барға эсең бошмаһын. Бөтмәҫ ваҡ әҙәмдәр! Киттек минең менән, һин унда отличница буласаҡһың!» – тип өгөтләргә кереште. Зарифаға шул ғына кәрәк тә ине...

– Мин һинән ғәфү үтенергә итәм, тигәйнем, дуҫҡай.

Зарифа хәтирәләрҙән арынып, Фәхриәгә табан боролдо, йылмайҙы.

– Бәй, үтендең бит инде!

– Юҡ, һин аңлап етмәйһең әле. Дариға апайға һеҙ икәүҙең ҡайҙалығын мин әйттем.

Зарифа яуап урынына иренен ныҡ итеп ҡымтыны. Шулай ҙа эстән «һм-м!» тигән иңрәү өнө сыҡты барыбер.

Кис йоҡлар алдынан тикшереп йөрөгәндә, ул һинең юҡлыҡты белде.

Зарифаның күҙҙәре, эске көсөргәнештәнме, ҡыҫыла биреберәк ҡуйҙы, шунан ҡапыл башын ҡалҡытты ла һынамсыл үткер ҡарашын әхирәтенә төбәне. Үҙенә хас булмаған ҡаты бер тауыш менән өндәште:

– Һин уны яраттыңмы?

Мәктәптәш дуҫы уға ҡараған килеш тора бирҙе, шунан тоноғораҡ тауыш менән яуап бирҙе:

– Быны мин үҙем дә әйтә алмайым, әхирәт.

– Һин уны яраттың. – Был һүҙҙәрҙе өҙөп-өҙөп әйткәндән һуң, Зарифа башын ҡағып әкрен генә йәнә лә шулай тип өҫтәне: – Һин уға яҡшы булһын өсөн бөтәһен дә эшләргә тырыштың!

– Әйтә алмайым. Әлләсе...

Зарифа иһә Фәхриәнән үткер, һынамсыл ҡарашын алманы. Һәм Фәхриә телгә килде:

– Шулай ҙа... Зарифа, һинең ҡулъяулыҡтағы «Мәңге бергә» тигән һүҙҙе күргәс, эсемдә нимәлер өҙөлгәндәй булды. Һуңынан ниндәй хата яһағанымды аңланым. Төҙәтергә лә тырыштым. Ҡәҙерле бүләген Мөҙәристең ҡулына үҙем тотторҙом, һинең менән ҡуша әсәйең янына мин бит тиккә генә барманым!

– Бөтәһен дә уның өсөн эшләгәнһең, Фәхриә. Уға ни ҡәҙәр ауыр икәнен аңлағандан һуң, ҡылғаныңды төҙәтергә иткәнһең. Юҡ, әхирәтең өсөн түгел. Мин хәҙер Ләйлә ролен дә ни өсөн миңә биргәнеңде аңлайым. Уның өсөн. Уның хаҡына.

– Ләкин ошо тиклем матур ҡулъяулыҡты мин бер ҡасан да сигә алмаҫ инем.

– Уның урыны бында түгел. Был ҡулъяулыҡ...

– «Был да был». Ни өсөн «минең ҡулъяулыҡ» тимәйһең, Зарифа?

– Йәш Зарифа ул мин түгел. Бына шуның өсөн. Беҙ икебеҙ ике кеше.

Эйе, был ҡулъяулыҡ уның тормошон икегә айырҙы. Ҡулъяулыҡҡа тиклемге һәм унан һуңғы тормошҡа...

Моғайын, Зарифаға насип ителгән һынау Фәхриәгә бирелгән булһа, был ҡыҙ уны сабырлыҡ менән күтәрер, кәртәләрҙе йырып сығыр ине. Күңелендәге яҡты тойғоларын һаман һүндермәгән, һүндермәҫ тә. Мөҙәристең иҫтәлеген мәңгеләштерергә тырышыуында шул һөйөүҙең бер сағылышын күрҙе Зарифа. Музейҙағы фотоһүрәт, ҡулъяулыҡ – быларҙы Фәхриә йыйған. Фиҙаҡәрлек тип аталмаймы ошо? Эйе, Зарифа Ләйлә ролен башҡарғайны. Һәм Фәхриәнең был ролде уйнарға бер генә ере лә тура килмәгәненә инана ине. Юҡ, ул үҙе сит кешенең ролен уйнаған булып сыҡты. Ләйлә – Фәхриә башҡарырға тейеш роль булғандыр. Фәхриә уйнамаҫ ине. Ул фәҡәт үҙенең хистәрен сағылдырған булыр ине...

Үзбәкстанда ер тетрәгәндән һуң ул харабалар аҫтында ҡалды. Иҫенә килгәндә кемдер күтәреп алып бара ине.

– Зарифа, бөтәһе лә һәйбәт, һиңә насарлыҡ теймәйәсәк. Зарифа, мин һине һәр саҡ һаҡлармын. Зарифам...

Уны күтәргән кеше Мөҙәрис ине. Һәм ҡатын ҡабат һуштан яҙҙы. Сабыйын ҡулына тотторғастары ғына үҙенең аҡылдан шашмағанын белде. Шулай ҙа был хәлде берәүгә лә һөйләгәне булманы. Күҙемә күренгәндер, тип уйларға тырышты. Юҡ, күҙенә күренмәгән. Ул ысын булған. Тимәк, Мөҙәрис сит яҡтарҙа ла уның эргәһендә булған. Күреп-белеп йөрөгән, ләкин яҡын килергә баҙмаған. Шулай булғас, мәжнүн түгелме ни ул? «Мәжнүн» һүҙе «енләнгән», «үҙ аҡылында түгел», «хыялый» тигән мәғәнә бирә лә баһа. Мөҙәристең Зарифа яратҡан һөнәрҙе һайлауы, ахыр килеп, алыҫ тарафтарға юлланыуы шуны аңлатмаймы?

Зарифа уны мәжнүн булмағаны өсөн күңеленән алып ташларға тырышты. Ә ул, Мөҙәрис, баҡтиһәң, ысын мәжнүн булған икән дә баһа. Быны аңлар өсөн оҙон тормош юлы үтергә кәрәк инеме ни?..

Кешене кемгәлер оҡшатырға тырышып яратмаҫҡа, унан икенсе образдар күрергә ынтылмаҫҡа, ә үҙе булғаны өсөн яратырға кәрәк. Фәхриә уны шулай яратҡандыр. Үҙе булғаны өсөн. Бына бит уның иҫтәлеген мәңгеләштерер өсөн дә ҡулынан килгәндең бөтәһен дә эшләгән. Бүтәнсә булдыра алмағаны өсөн эшләгән...

Яратып сыҡтымы ул Ғәлименә? Бәй, яратҡандыр. Зарифа бит үҙен алдай алмай. Һәм бының кәрәге лә юҡ ине. Шулай ҙа... Нишләп һуң өйләнешмәҫ борон да Ғәлим менән осрашҡан саҡтарында, Мөҙәристе тап иткәндәге һымаҡ, йөрәге күкрәгенә һыймай дарҫлап типмәне һуң? Ҡатын был һорауына яуап таба алманы.

Эйе, Зарифа тик бер кешене тап иткәндә генә йөрәгенең урынынан ҡупҡанын белә ине. Йөрәге уның үҙенән ҙур ине. Шул саҡта ҡыҙҙың йөрәгенә ер менән күк араһы тар ине... Әле лә, фотоһүрәтте күргәс тә, йөрәгенә үҙе хужа түгеллеген аңланы. Бәлки, тормошта тик бер генә кеше йөрәкте шулай ярһып-шашып тибергә мәжбүр итәлер?

Нимә тип әйтер ине ул бөгөн үҙе «мәүеш» тип атаған ун алтыһын тултырған теге үҫмергә? «Үҙеңә ышан. Ышан, сөнки Зарифа һине ярата. Тәжрибәһеҙлеге генә һөйгән ҡыҙыңды аҡылһыҙ аҙым яһарға мәжбүр итте», тиер инеме?

Нимә тиер ине йәш бөгөн Зарифаға? «Йөрәгеңде дарҫлап тибергә мәжбүр иткән, йөрәгеңдең донъянан да оло икәнен асҡан мөхәббәт бүтән осрамаясаҡ, сабыр ит, һылыу. Хөкөм сығарырға ашыҡма», тиер инеме? Юҡ. Шулай тиер ине: «Минең ун алты йәшлек Заһир исемле улым, үҙенең футбол командаһы еңелгәс, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, нисек еңелеүҙәрен, судьяның ғәҙел булмағанын һөйләй башлағас, атаһы: «Шуның өсөн генә һуған һыуын сығарма, егет», – тигәйне. Мин атаһына ҡаршы сыҡтым: «Улай тимә. Заһирыбыҙ әле бәләкәй, ул бит әле бала ғына, ваҡыт еткәс, үҙен яҡларға ла, ғәҙеллек өсөн көрәшергә лә өйрәнер», – тинем. Унан инде: «И-и, бәләкәсем», – тип улымдың арҡаһынан һөйҙөм...»

Эйе, хәҙерге күҙлектән ҡарағанда, Зарифаға ун алты йәш – балалар йәше генә. Бигерәк тә был үҙ улыңа ҡағылһа... Тик йәш Зарифа аңлар инеме ул әйткәндәрҙе? Ихтимал, оло Зарифа йәш Зарифаға: «Анһат ҡына анттар бирергә ашыҡма, еңел генә бирелгән вәғәҙәләр өсөн яуаплылыҡ һиндә ҡаласаҡ», – тиер ине. Ана бит икенсе кешенең шыптыр моҡсайынан йәшереп кенә алынған ҡыҙыл сәйләндән сигелгән «Мәңге бергә» тигән һүҙҙәр һаман ул яһаған аҙымға шелтә булып емелдәй, үткән йылдарҙың шатлығы ла, үкенесе лә булып күҙҙең яуын ала. Йөрәкте өтөп-өтөп ала.

Юҡ, әлеге Зарифа теге ҡыҙ балаға фәҡәт шулай тиер ине: «Һылыу, күтәрелеп кенә бер ҡараһаңсы ҡаршыңда торған апайға...»

Эйе, йәш Зарифа был ҡатындың инде йылдар балҡыуын һүндергән, тоноҡланған, төпкә батҡан моңһоу күҙҙәренә күтәрелеп ҡарар һәм шул саҡ һүҙһеҙ ҙә бөтәһен дә аңлар ине. Тотош ғүмер юлын һөйләр өсөн ҡай саҡ бер ҡараш та етә...

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.

Автор:
Читайте нас