+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
4 Июнь 2025, 10:58

Әмир ӘМИНЕВ. Бүре балалары. Хикәйә.

Юҡ-бар һөйләшеп, гәзит-журнал ҡарап байтаҡ ваҡыт үтте, ә Иван ҡуҙғалманы, һуң бит инде, бар, тигәс, иптәштең ҡатыны килде, араларына төшөп ятайыммы ни, тип көлкөгә һабыштырҙы ла ҡуйҙы Сәкинәнең хәбәрен. Әллә ысынды әйтте, әллә алданы, белмәҫһең. Сәкинә ике түшәк йәйҙе, икеһе лә оҙаҡ йоҡламай ятты, ара-тирә һөйләшкеләп тә алдылар. Тәҙрә зәңгәрләнә башлағас ҡына йоҡоға киткән Сәкинә Ивандың үҙ янына күсеп ятҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

Әмир ӘМИНЕВ. Бүре балалары. Хикәйә.Әмир ӘМИНЕВ. Бүре балалары. Хикәйә.
Әмир ӘМИНЕВ. Бүре балалары. Хикәйә.

Олоу йәнә ҡабатланды. Аҡтырнағының бына нисә көн инде дауам иткән сәйер ҡыланышының сәбәбен Сәкинә һис аңлай-төшөнә алмағайны, бына әлеге ише күҙенә йоҡо ҡунмай ята башлағас аңғарғандай итте: ул арлан эт көҫәй бит! Ана, тауышы ниндәй ялбарыулы, инәлгес, әйтерһең, уны килтереүҙе Сәкинәнән үтенә. Шыңшый-шыңшый өй нигеҙен тырнай, унан күпмелер мәлгә тына, яңынан башлай, көндөҙҙәрен ваҡыт-ваҡыт ҡайҙалыр юғалып тора, ҡайтып йәнә тынысһыҙланырға тотона. Урамға сыға йәки кәртә аша ғына һикереп күрше-күләнгә бара алмай шул хәҙер иш эҙләп – ҡасандыр унлап йортло ауыл (Сәкинә бәләкәйерәк саҡта шулай ине, ә атаһының әйтеүе буйынса, әүәле йөҙҙән ашыу булған) бөттө. Түрә-ҡара тирә-яҡтағы ҙурыраҡ ауылдарға күсергә ҡушты, йәнәһе, уларҙың ауылы перспективаһыҙ, хужалыҡ итеүе ауыр, былай кеше, техника, фермалар бер урынға туплана, күмәк кеше менән йәшәүе лә күңелле булыр. Ә Сәкинәнең биш саҡрымдағы әлеге ҙур ауылға күсергә теләге лә, мөмкинлеге лә юҡ. Етмәһә, бынау аяғы... Икенсе йыл инде бына улы менән генә йәшәй. Хәйер, йәшәүе лә шунса ғына инде, көн уҙғара тиһәң дөрөҫөрәк булыр. Улы уҡыуҙары башланһа мәктәпкә китә, шәмбе йә йәкшәмбегә генә ҡайта – интернатта ята.

Ай, шыңшыуҙары был Аҡтырнаҡтың! Йөрәген телгеләй, ауыр уйҙарға, күңелһеҙ хәтерләүҙәргә һала Сәкинәне. Берәй эте лә килеп сыҡмай бит, исмаһам. Элгәре өйөр-өйөр йөрөгән эттәрҙән биҙеп бөтә торғайнылар, ҡаҙ-өйрәккә йәки һарыҡҡа йәбешһә ата ла инеләр, ә бөгөн шуларҙың береһен табып булырлыҡ түгел. Кеше булмағас улар ҙа юҡ. Бына замана! Әллә эйәртеп ауылға алып барырғамы?.. Өҙгөләнеп ята торғас тамам тыныслығы юғала, аҙна-ун көн тигәндәй бергә булып ҡалған ирен – әгәр уны ир тип атап булһа – Иван-Ваняһын күҙ алдына килтерә лә эт һымаҡ үҙе ярһый башлай, тәне ҡыҙа, уның ҡайнар ҡосағында май кеүек ирейһе килә...

Ул йыл ураҡ мәлендә Тамбов өлкәһенән колхозға ярҙамға шоферҙар килгәйне. Алмаш-тилмәш тәүлек әйләнәһе эшләйҙәр, кистәрен клубҡа уйынға сығалар, ят халыҡтың уйындарын мәрәкә итеп ҡарап торалар. Яйлап бильярд бүлмәһенә йәки китапханаға инделәр, ара-тирә төшөрөп тә киләләр ине, ундай саҡтарҙа ауыл егеттәре менән сәкәләшеп тә алалар.

Һап-һары урыҫтарға бер сама өйрәнгәс, ауыл халҡы быларға өҫтәмә «эш» тапты: урмандағы утынын, яландағы бесәнен килтертә башланы. Сөнки бынау уттай эш ваҡытында колхоздан ат йәки машина алырлыҡ түгел, барыһы ла яланда, баҫыуҙа. Ә былар менән еңел: сменанан һуң һә тигәнсе килтереп тә ауҙаралар. Аҡса алыу юҡ, эсергә булһа – еткән. Уныһына һапылдап торалар, араҡың булмаһа, әсегән балға ла ризалар.

Бер көн атаһы иртән берәүһе менән һөйләшкән дә кисенә утынға киттеләр. Ауылдан саҡрым ярым самаһындағы тау битләүендә былтыр ҡыш өшөгән ваҡ имәндәрҙе икәүләшеп әҙерләгәйнеләр... Һуң ғына әйләнеп ҡайттылар – битләүҙән төшкәндә машиналары бер яҡҡа ҡыйғалап китеп саҡ аҫҡа осмағандар икән, йөктө кире бушатып, ауылдан трактор килтереп һөйрәп сығарып яңынан тейәгәндәр... Тамаҡтарын туйҙырғанда ошо шофер, Иван, күҙен алманы ла ҡуйҙы бит Сәкинәнән. Һәр хәрәкәтен күҙәтте. Ҡарамаҫҡа, иғтибар итмәҫкә тырышһа ла, ҡараштары осраша ла ҡуя. Ҙур зәңгәр күҙле, оҙон керпекле, арыш һаламы ише һап-һары тәртипһеҙ сәсле буйсан егет ине был. Шул ҡәҙәре кәүҙә менән был нисек кабинаға һыя икән, тип уйланы Сәкинә, тубығы менән башы шаҡ та шоҡ бәрелеп йөрөйҙөр инде... Торараҡ был һары егет бесәндәрен дә килтереп бирҙе, бер йөк һалам ырғытып китергә лә әмәлен тапты.

Сәкинәнең әсәһе йомортҡа алыр өсөн лапаҫ башына менгән еренән генә йығылып төшөп вафат булған йәй ине был. Сентябрь башында барып ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсте лә ауылға, атаһы янына, ҡайтты. Ул заманда ауылдарында башланғыс мәктәп тә бар ине әле, шунда уҡытып йөрөнө. Атаһын баҡты, һыйыр һауҙы, бесән сапты, утынын да ҡырҡты, ҡыҫҡаһы, әсәһенең бөтә эшен үҙ иңенә һалды.

 

Утын-бесән килтергәндән һуң был егет, Иван-Ваня (мәҙәк күреп Сәкинә уны шулай атаны) өйҙәренә һуғыла башланы бит. Теләгән кешегә сәбәбе лә табыла: машина кәрәкмәйме, берәй ергә барырға түгелме, һыуһатты, һыу йәки айран ғына эсереп сығарһағыҙсы... Киске уйындарҙа ирәйеп китеп уның бейегәнен ҡарап ултыра, унан оҙатып ҡуя, иптәштәренең тоҙһоҙ шаярыуҙарынан, ас ҡараштарынан һаҡлай. Тора-бара ҡыҙ уның ныҡышлығына үҙе лә өйрәнде, юлын баҫып йонсотҡан әрһеҙ егеттәрҙән һаҡлаусы итеп күрҙе. Әммә урыҫ егетенең үҙенә булған был иғтибарлы мөнәсәбәтен барыбер ҙә ысынға алманы, ваҡыт үткәреү өсөн, ауылда күңел асырлыҡ бүтән шөғөл булмағандан ғына йөрөйҙөр, нисек башлағанбыҙ, ҡайтыр көнө еткәс, шулай еңел генә ташлашырбыҙ әле, тип үҙ-үҙен тынысландырҙы. Шуға ла ауылдағы ғәйбәткә, әбей-һәбейҙең шелтәле ҡараштарына иғтибар итмәне – уның ҡурҡырлыҡ, йөҙ борорлоҡ гонаһы юҡ.

Бер көн атаһын ҡалала йәшәгән ағаһы килеп алып китте. Туйға. Өлкән улын өйләндерә икән. Бер ҙә барғыһы килмәне атаһының, бынау селләлә кем туй үткәрә инде, көҙгә ҡалдыр, тип тә ҡараны, унан донъям, малым, ҡыҙым, тип тартҡылашты, әммә ағаһын күндерә алманы. Атай урынына ҡалған ағайым да булмағас ниндәй туй ти ул, һин бит түрҙә ултыраһы кеше... Кисенә, дөрөҫөрәге, төнгә ҡаршы, сменанан һуң, әллә атаһының өйҙә юҡлығын белеп, әллә белмәй, Иван-Ваня ишек шаҡыны. Моғайын да, белгәндер, берәй иптәше әйткәндер атаһының өйҙә юҡлығы тураһында, сөнки быға тиклем төндә килмәй торғайны. Үҙе шатланырға ла, асыуланырға ла белмәне – асты ла, килгәс кер һуң, тигән һымаҡ ҡаршы алды. Ах, шул ишектән Иван менән бергә ғүмерлек яңғыҙлыҡ, бала ҡайғыһы ла кергәнен тойомлаһа, һис ҡасан асмаған булыр ине...

Юҡ-бар һөйләшеп, гәзит-журнал ҡарап байтаҡ ваҡыт үтте, ә Иван ҡуҙғалманы, һуң бит инде, бар, тигәс, иптәштең ҡатыны килде, араларына төшөп ятайыммы ни, тип көлкөгә һабыштырҙы ла ҡуйҙы Сәкинәнең хәбәрен. Әллә ысынды әйтте, әллә алданы, белмәҫһең. Сәкинә ике түшәк йәйҙе, икеһе лә оҙаҡ йоҡламай ятты, ара-тирә һөйләшкеләп тә алдылар. Тәҙрә зәңгәрләнә башлағас ҡына йоҡоға киткән Сәкинә Ивандың үҙ янына күсеп ятҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

Дымлы ҡул тәненә ҡағылыу менән ул һиҫкәнеп уянды ла карауатынан һикереп торҙо, одеалына эләгә-йығыла ишеккә ташланды һәм эске күлдәктән көйө генә ихатаға йүгереп сыҡты. Иван нишләптер уны тоторға тырышманы, ятты ла ҡалды. Бәлки, тауыш сығараһы килмәгәндер, кеше күҙенә салыныуҙан ҡурҡыуы ла бар, күпмелер ваҡыт үткәс кенә:

– Сәкинә, кер, өшөйһөң бит, – тине, солан ишеген ҡыҫып.

– Ҡайт, шунан ғына керәм, – тип яуапланы Сәкинә. Ул лапаҫ ышығындағы бүкәнгә ултырғайны.

– Булмай тинем бит, иптәшкә ҡатыны килгән. Алдамайым. Ҡурҡма, кер, үҙ урыныма ятырмын.

Керҙе Сәкинә, кермәй сараһы юҡ. Өшөүенән бигерәк берәйһе күреп ҡалыуы бар. Кеше күҙенә салындыңмы, эш харап, ғәйбәт таралыуын көт тә тор, былай ҙа һөйләп бер булалар. Айырым яттылар. Ләкин бер аҙҙан Иван йәнә уның янына күсте. Сәкинә йәнә тороп китергә ҡалҡынғайны ғына, Иван тәртешкә һымаҡ оҙон ҡулдары менән ҡосаҡланы ла түшәгенә һеңдерҙе. Тәүҙә ҡаты бәрелмәне, иркәләне, юхаланы, һин миңә оҡшайһың, тине, бараһыңмы, Тамбовҡа алып ҡайтам, тип тә ысҡындырҙы. Егеттең бар хәбәренә эйе, юҡ, тип ятҡан ҡыҙҙың ҡылығы оҡшаманы, ахыры, Иван ҡыйыуыраҡ тотондо. Сәкинә инәлде, әрләште, ҡыуҙы, ҡурҡытты, ҡысҡырҙы, әммә Иванды туҡтата алманы – ул ирлегенә барып теләген ҡәнәғәтләндерҙе... Сәкинә үҙе ғәйепле, өйгә индермәҫкә ине, торор-торор ҙа ҡайтып китер ине әле. Алдағы бөтә ғүмеренә төн ҡараңғылығы ябыр өсөн бер төн етте. Атаһының туйға барғыһы килмәү сәбәбенә күҙ-йөҙҙәре шешенгәнсе илаған сағында ғына төшөндө. Тик һуң ине инде. 

Ғөмүмән, ул мәлдә үҙен һис аңлай-төшөнә алмағайны шул Сәкинә. Бер уйлаһаң, Иван уға оҡшай ҙа һымаҡ. Иғтибарлы, итәғәтле, иптәштәре ише лауылдап, әрһеҙләнеп йөрөмәй. Әммә уны ире итеп тә күҙ алдына килтерә алмай. Үҙ башҡорто булһа, һис бер икеләнмәҫ ине, ә был урыҫ. Бөтөнләй ят, икенсе донъя кешеһе, теле, ғөрөф-ғәҙәте бүтән. Тынысланһын әҙерәк тигән һымаҡ, ике кис күренмәй торҙо ла өсөнсө көнөнә килде Иван. Әллә ни һөйләшмәне, асылманы, ғәфү үтенмәне. Хәшәрәттән һалдырып ҡыуып ҡайтарҙы уны Сәкинә. Тағы килде. Был юлы ла йомшарманы ҡыҙ. Шулай ҙа ныҡышлығымы, әрһеҙлегеме еңде егеттең, бер көн ҡабул итте.

Атаһынан, күрше-күлән күҙенән йәшенеп ҡайҙа етте шунда тигәндәй осрашып йөрөй торғас, ураҡ тамамланыуға барҙы, тегеләрҙең китер мәле лә яҡынайҙы. Килермен, отпуск алыу менән килермен дә алып ҡайтырмын, тине хушлашҡанда. Ниһайәт, ҡотолам, тигән ҡылыҡ юҡ ине һүҙҙәрендә, ихлас һымаҡ ине әйткәндәре. Әйҙә, район үҙәгенә ҡәҙәр яныма ултырып оҙата бар, тине. Бер иҫтәлегем булһын, тип һәйбәт эшләгәне өсөн колхоз бүләк иткән транзисторын, эш хаҡының күп өлөшөн игенләтә алып, уны ла Сәкинәләргә килтерҙе, эш кейеме рәүешендә үҙҙәренә биргән һалдат бушлатын атаһына бүләк итте.

Эйе, уға ышанырға, һүҙҙәрен етди итеп ҡабул итергә нигеҙе бар ине Сәкинәнең. Көттө, тәүҙә хатын көттө, унан үҙен көттө, ләкин Иван килмәне лә, хат та яҙманы. Оҙаҡламай ул үҙенең ауырға ҡалғанын белде...

***

Кеше, эт юҡлығын, тауыш, шау-шыу юҡлығын һиҙеп һуңғы ике-өс йылда яҡын тирәлә бүреләр күбәйҙе. Сәкинәнең мал-тыуары ҡайҙа етте шунда йөрөгәнлектән, үткән көҙ башмаҡ булып бөткән быҙауын йыҡтылар, бер һарығын тамаҡланылар. Ҡышҡы төндәрҙә олоуҙары ишетелеп тора, аҙбар уратып еҫкәнеп-темеҫкенеп эскә төшөргә ымһынғандарын да һиҙә Сәкинә. Ярай әле, мәрхүм атаһы тере саҡта аҙбар тирәләрен, түбә-ҡыйығын нығытып өлгөргәйне. Юҡһа, малын күптән быуып сығырҙар ине.

Бер ваҡыт Аҡтырнаҡтың тауышы сыҡмаҫ булды. Яҙмышына ризалашып солан төбөнә сумды, ахыры, тиһә, темеҫкенеп сығып киткән, имеш. Тимәк, түҙмәгән, тәбиғәт законына ҡаршы тора алмаған, эҙләргә ниәтләгән... Өсөнсө көнөнә генә әйләнеп ҡайтты. Ҡанға батып таланғайны. Ҡайҙа барған, ниндәй эттәр менән һуғышҡан, белмәҫһең. Уйлана торғас, сере асылғандай итте Сәкинәгә: Аҡтырнаҡты эттәр түгел, бүреләр талаған бит! Быҙау кеүек бейек, көслө Аҡтырнаҡҡа бер эттең дә теш ыржайтырға ҡыйыулығы етмәҫ ине.

Аҙна буйына сыҡманы Аҡтырнаҡ солан аҫтынан. Ашарға бирәм тип саҡырып та ҡараны, таяҡ менән һөжгөләп ҡурҡытып та бөттө – эт үсеккән бала шикелле эстә ята бирҙе. Ә ихатаға сыҡҡанда уны танырлыҡ та түгел ине – ҡоро һөйәккә ҡалған да ҡуйған. Йылҡылдап торған ҡыҙғылт-һары оҙон йомшаҡ йөнө (юлаусылар уның тыуып торған бөтә балаларын шул матур йөнө өсөн урлап торалар бит) йолҡоноп бөткән. Күҙҙәр тоноҡ, атлауы ла саҡ-саҡ. Сәкинә бер килке этенә йәлләп ҡарап торҙо ла уны ҡосаҡлап илап ебәрҙе...

Әүәлге хәленә ул ун-ун биш көндән һуң ғына ҡайтты. Үҙ балаһын ҡарағандай ҡараны Сәкинә: алдынан аш өҙмәне, үҙе нимә ашаһа, уға ла шуны ултыртты, төнөн бүреләр килһә, фонарь тотоп сығып тегеләрҙе өркөтөп йөрөнө, соланда йоҡлатҡан саҡтары ла булманы түгел. Яйлап тәненә ит ҡунды – эт тиһәң дә эт инде – оса-ҡабырғалары тигеҙләнде, йөнөнә йылҡылдау йүгерҙе, хәрәкәттәре еңелләнде, ә бына ҡараштары торған һайын йышыраҡ урманға, йырын яғына йүнәлде. Киҫекһеҙ, тағы ла ҡанға туҙып ҡайтырға самалайһыңмы, тип әрләне Сәкинә. Әрләһә лә хәүефе күберәк ине – бөтөнләй ҡайтмаһа нишләр? Төндәрен инәлгес олой, көндөҙҙәрен үҙенә урын таба алмай йөҙәй. Аптырағас бәйләп ҡуйҙы – епте сәйнәп өҙөп ҡасты.

 

Бер нисә көндән генә ҡайтып инде был. Аллаға шөкөр, имен-аман, яра-фәләне юҡ. Бер аҙ һурылған барыбер ҙә, хәрәкәттәре һәлмәкләнгән, үҙе ситкә ҡарай, ниңәлер ҡарашын йәшерә, урлашып тотолған бала тиерһең. Ултыртҡанды ҡабаланмай ғына ашаны, бүтән юҡмы ни, тигән һымаҡ тәүҙә Сәкинәнең ҡулына, йөҙөнә, унан ишек яғына ҡараны, туҫтағын яланы ла башын эйеп солан аҫтына инеп китте. Һуҙылып ятты, ауыҙын ҙур асып иҫнәне, башын ҡулдары өҫтөнә һалды. Солан нигеҙен тырнау, шыңшыу, олоу юҡ. Ошо көндән ҡайҙалыр юғалып тороуҙар бөттө, эт нисектер тыңлаусанға әйләнде, йыуашайҙы. Көндәр үтә килә, Сәкинә уның яйлап йыуаная барыуын, эс тирәһе, имсәктәре һалына, бүртә, йөрөш-хәрәкәттәре олпатлана барыуын шәйләне. Юҡ-барға йүгереп сығып китмәне, кергән-һуғылған кешеләргә лә өрмәне, солан аҫтына кергән тауыҡтарға ла битараф ҡалды. Тимәк, теләгенә ирешкән, арлан эт тапҡан, тигән һығымтаға килде Сәкинә. Һәм көнө еткәс Аҡтырнаҡ һәр ҡайһыһы ҡуш йоҙроҡ ҙурлығындай өс көсөк килтерҙе...

***

Иван-Ваня ҡайтып киткәс Сәкинәнең өҙгөләнеүҙәре! Аптыраны, берәй яҡҡа сығып китәйем йәки уның янына барайыммы икән әллә, тип тә бөттө, аҫылынырға, һыуға ташланырға ла уҡталды. Етмәһә, оҙаҡламай ауылда төрлө хәбәр таралды, хәйер, уның тынғаны ла булманы инде, йәнәһе, шоферҙар шуны көсләгән, кемгәлер күмәкләшеп йөрөгәндәр... Кеше һүҙе кеше үлтерә: шул арҡала яңы ғына туйҙарын үткәргән ике ғаилә тарҡалды, бер ҡыҙ ситкә сығып китте. Сәкинәнең дә исеме әбей-һәбей теленән төшмәне. Оят ине уға, бигерәк тә атаһы алдында йәпһеҙ ине. Башҡорт егете булһа, килә, оҙаҡламай килеп ала, тип тынысландырыр ине, ә бының бит килеүе икеле, дөрөҫөрәге, бер ҡасан да киләһе башы юҡ. Алданы, оятһыҙ рәүештә алданы. Хурланы, йөҙөнән көлдө, ғүмерҙә лә юйып булмаҫлыҡ ҡара яҡты. Сәсрәп кенә ятҡыры...

Йыуаная барған һайын Сәкинә үҙен үрмәксе ауына эләккән себен кеүегерәк һиҙҙе. Ул ошо ауҙан ысҡынырға тырыша, сәбәләнә, әммә ептәр уны торған һайын нығыраҡ быуа. Бер кис лапаҫтарына инеп аҫылынғайны, атаһы ваҡытһыҙ килеп кереп – күрәһең, ҡыҙының ғазапланыуҙарын күреп-һиҙеп йөрөгән – элмәктән тартып алды. Билдәле, аяуһыҙ итеп әрләне, ниңә буталдың, ниңә ауырға ҡалдың, тип түгел, ә йәшәү ялҡыттымы, баланы ла һәләк итәһең, мине лә яңғыҙ ҡалдыраһың, бит тип. «Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй, нишләйһең, яҙмышың шулайҙыр, артыҡ булмаҫ», – тине, йомшарып. Күҙенән йәштәр килеп сыҡты, ирендәре дерелдәне. Ошо ваҡиға Сәкинәгә тыныслыҡ килтерҙе, үҙ-үҙенә ҡул һалыу ниәтен башынан алып ташланы һәм ул сабыйының донъяға килеү көнөн көтә башланы. Рәхмәт инде атаһына, күңелен һилләне, үҙенең хәленә ҡотолғоһоҙ итеп ҡарамаҫҡа ҡушты. Эйе, төптәнерәк уйлап ҡараһаң, муйынды элмәккә тығырлыҡ бер нәмә лә юҡ: ҡатын-ҡыҙҙың тормоштағы төп тәғәйенләнеше бала табыу түгелме ни?

Малай тапты Сәкинә. Райондағы бала тыуҙырыу йортонан ҡайтып (алырға иренең түгел, ә атаһының килеүе бар халыҡ алдында йәнә бер хурлыҡ булды) хәле бер аҙ еңеләйгәс, телеграмма бирәйем йәки хат яҙайым тип йыйынһа ла, иртәгә, иртәгә булмаһа иртәнән һуңға тип һаман һуҙа килде, һуҙа килде. Хәйер, мөмкинлеге лә самалы ине шул: бала ҡарауҙан тыш, бөтә йорт-ҡура мәшәҡәттәре уның елкәһендә. Бер йәше тулыр алдынан ғына ике-өс һөйләм яҙып һала алды. Иҫән-һаумын, шунса айҙың шунса числоһында малайың тыуҙы. Буйы илле сантиметр, ауырлығы өс кило ла өс йөҙ грамм. Исемен Альберт тип ҡуштым. Тас һин... Бар яҙғаны шул булды. Кил, килмәһәң үҙем барам, ниңә хат яҙмайһың, мин бында ут йотоп йәшәйем, ә һин тормошомдо селпәрәмә килтереп киттең дә юғалдың, тип тә дәғүә белдермәне. Яуап булманы, хәйер, Сәкинә уны көтмәне лә. Әллә хаты барып етмәне, әллә әсәһе ҡулына юлыҡты (уҫал, үҙ һүҙле, ирҙәр ише ҡаты ҡуллы, тип һөйләгәйне Иван әсәһе тураһында), белмәҫһең. Яйлап хат та онотолдо, ҙур зәңгәр күҙле, оҙон керпекле, арыш һаламы ише һап-һары сәсле Ивандың аҡ йөҙө лә тоноҡланды. Теге ваҡыт борсолоп-ҡайғырып йөрөгән көндәре, Тамбов яғына барырға, муйынын элмәккә тығырға ниәтләнгәне лә хәҙер төш һымаҡ ҡына булып ҡалды. Ҡайғы-хәсрәткә иң яҡшы дауа – ваҡыт тигәндәре дөрөҫтөр, ахыры.

 

Еңелдән түгел ине бала ҡарауы. Сирләгән саҡтарында бигерәк тә ауырға төштө: ауылдарында медпункт-фәлән юҡ, участка больницаһы ун саҡрымда, ә район үҙәге бөтөнләй алыҫ. Ярай әле, малай, тормош ғәҙелһеҙлегенә үс иткәндәй, сирләшкә булманы, әрһеҙ үҫте, бирешмәне, үҙе яйлап атаһына оҡшай барҙы, оҡшай барҙы. Шул уҡ зәңгәр күҙҙәр, һары сәс, аҡ йөҙ. Етеҙ, сос, ныҡыш ине, бәләкәйҙән үҙ аллы булды – бар эште лә оҙаҡ уйлап тормай тота ла эшләй торғайны. Ауылда мәктәп булмағас – уҡытырға балалар аҙ тип бына тигән мәктәпте күрше ауылға күсереп һалдылар – Альберт мәктәпһеҙ, Сәкинә эшһеҙ ҡалды. Саҡырыуын саҡырҙылар, тик йорт-ҡураһын, мал-тыуарын ҡалдырып нисек китһен инде. Күрше ауылға алып китте Сәкинә улын. Беренсе кластан шунда уҡый, интернатта ята, машина-фәлән тура килһә, шәмбе-йәкшәмбегә ҡайтып йөрөй, ҡайта алмаһа, Сәкинә үҙе бара, алмаш кейем-һалым илтә, кәрәк-ярағын йүнәтә, тамағын ҡарай. Бынан күсһә лә күсеп китер ине, атаһы, әсәйең янынан бер ҡайҙа ла ҡуҙғалмайым, үлә-нитә ҡалһам уның янына ерләрһең, тиер ҙә ҡуйыр ине күсенеү тураһында һүҙ сыҡһа. Олоғайып та барғас, мәшәҡәтләнәһе килмәгәндер инде. Тик былтыр йырын янындағы бесәнлеген ҡарарға ғына барған еренән йәшен һуғып үлтереп ҡуйҙы. Ә шунан алда ғына Сәкинә бынау теңкәләренә тейгән бүреләргә һалған ҡапҡанға яңылыш баҫып аяғын ауырттырғайны. Атаһы больницаға алып барҙы, гипс һалдылар. Һөйәгенә зыян килгән, тинеләр. Уң аяғына аҡһап ҡалды, уныһы мәңгелеккәлер, күрәһең. Хәлең шулай булғас, күсенеү хаҡында һүҙ ҡуҙғатыуы ла мөмкин түгел: кемгә бараһың, кем менән һөйләшәһең, элекке ише эшләп йөрөһә бер хәл. Унан килеп йорт күсереү ҡатын-ҡыҙ эшеме? Сәкинә барыһына ла ҡул һелтәне лә, нимә булһа ла булыр тип япа-яңғыҙы йәшәп ята үҙенең ауылында.

Иртәнсәк ишекте асып ебәрһә, сыйылдыҡтары сыға көсөктәрҙең. Ҡыуана, эй ҡыуана шуға Сәкинә, тимәк, тыныслана Аҡтырнағы, бынан кире урман тип йөрөмәйәсәк, юғалмаясаҡ! Иптәше, һаҡсыһы, ҡараусыһы бит ул. Ни тиһәң дә, тере йән. Бөткәнме ни боҙоҡ бәндәләр – туҡтап тегеһен, быныһын һорашҡан, хәленә кергән булып ҡыланалар, йәлләйҙәр, ә баштарында бер генә уй: ирлек нәфсеһен ҡандырыу. Ошондай саҡтарҙа Сәкинәнең этенә бер генә ымлауы бурыс, ырылдап килеп йәбешергә әҙер тора.

Шуныһына ғәжәп итә Сәкинә: солан аҫтынан эт үҙе лә сыҡмай, көсөктәрен дә сығармай. Саҡырып та ҡараны, әрләне-ҡурҡытты ла, юҡ, тыңлата алманы. Күтәрмә аҫтына ултыртҡан ашантыны Сәкинә юҡта ғына ашай ҙа кире инеп ята. Хәйер, үҙе лә ашамай, көсөктәренә ашата. Көндәр үтә килә көсөктәр күтәрмә ҡырына килеп ҡарай, ихата менән таныша, туп һымаҡ тәгәрәшеп урамға ла сыға башланы. Бындай мәлдәрҙә Аҡтырнаҡ үҙе лә сыға һәм алғы тәпәйҙәрен алға һуҙып ята ла тегеләрҙең шаярғанын күҙәтә – балаларына ул да шат.

Төнөн Аҡтырнаҡ тынысһыҙлана, шыңшый, бүреләрҙән шөрләйҙер, ахыры, шуға күрә Сәкинә уны балалары менән аҙбарға бикләй. Былай тынысыраҡ. Тәүҙәрәк көсөктәрҙең йөндәре әсәһенекенә тартым ине, яйлап аҡһылға әйләнде, аяҡтары оҙонайҙы, морондары ослайҙы, ҡараштары ҡырағайланды. Ашағандарын ҡарап, холоҡ-ҡылыҡтарын, тышҡы ҡиәфәттәрен күҙәтә-ҡарай торғас, Сәкинә оҙаҡламай ҡот осҡос яңылыҡ асты: былар бит эт түгел, бүре тоҡомо!

Бер көн картуфындағы яуыз ҡуңыҙҙарҙы йыйып йөрөгәндә көсөктәрҙең сыр-сыуына иғтибар итте. Ҡараһа, тауыҡтарҙы баҫтыралар. Йүгерерҙәр-йүгерерҙәр ҙә туҡтарҙар, тип уйлағайны ла, булманы – меҫкен тауыҡтарҙы ихата буйлап ҡыуа бирҙеләр. Тауыҡтарҙың ҡайһылары лапаҫ башына осоп менеп, ҡайһылары картуф араһына һикереп саҡ ҡотолдо. Сәкинә йоҙроҡ күрһәтеп ҡысҡырғайны, көсөктәр шып туҡтаны ла уға текәлде, ҡолаҡтарын ҡайсылап, аяҡтарын кирә баҫып хужабикәне үсектергән ише уға ҡарап өрә башланы. Шунан йәнә ҡыуырға тотондолар. Баҡсаның теге башынан эләгә-йығыла йүгереп килеп еткәндә ике тауыҡты өҙгөләп ҡанға туҙҙырғайнылар инде. Өс көндән йәнә бер тауыҡты тамаҡланылар. Ихата тышына, хатта ауыл эргәһенән үтеүсе оло юлға ҡәҙәр етеп сәүкә, ҡарға, һайыҫҡан артынан сабыу, олоу, ырылдау, ма­шина, ат, кешегә өрөү уларҙың көндәлек ғәҙәтенә әйләнде. Улар көндән-көн бәйелен аҙҙырҙы, һөнәрҙәре артты, ҡурҡынысыраҡ була барҙы. Уларҙың алдағы көндәрҙә тауыҡ менән генә ҡәнәғәтләнмәй, олораҡ мал-тыуарға, хатта кешегә ташланыр мәлдәре йыраҡ түгеллеге көн кеүек асыҡ ине.

Август башы. Сәкинә аҙаҡҡы бакуйын күбәгә һалды ла (быйыл йәй башҡа йылдарға ҡарағанда байтаҡҡа һуң килде: май башына ҡәҙәр ҡар ятты, июндә ямғыр ҡойҙо, һыуыҡ булды, үлән ҡалҡына алманы, тик июлдә генә тәбиғәткә йәй рәүеше инде) ағасҡа элгән тоҡсайын, сәйнүген алып – усаҡты улына һүндерергә ҡушты – ҡайтырға сыҡты. Бер эше бөтөп торҙо, сапҡан ғына бесәне күбәлә хәҙер. Берәй төрлө яйын табып ташып ала алһа. Атаһы үлеп киткәс, ирҙәр эшен дә башҡарырға тура килә шул, нишләйһең, йәшәргә кәрәк, мал-тыуар тотҡас ашарына әҙерләмәй булмай. Көн аяҙ, ағас япраҡтары һаман йәм-йәшел – улар өсөн йәй саҡ башлана. Тирә-йүн һил, тыныс, бер ниндәй тауыш юҡ, әйтерһең, тормош туҡтаған, ваҡыт туҡтаған.

Йырын йылдан-йыл өҫкәрәк, ҡайынлыҡ яғына шыуыша, ялан-туғайҙар, көйә ҡырҡҡан тире кеүек бәләкәйләнә бара, бәләкәйләнә бара. Ауылда мәктәп бар саҡта балалар менән шуны уратып ағас ултыртып та ҡарағайнылар, файҙаһы теймәне: икенсе яҙына уҡ тауҙан төшкән ҡар һыуы тегеләрҙе йыуып алып китеп бөттө. Ике йылдан йәнә маташтылар – был юлы ла тәбиғәт үҙенең аяуһыҙлығын күрһәтте, ултырып ҡалғанын мал ашаны, мал тапаны. Ололар тотонһа, бәлки, берәй сараһын табыр ине лә, уны туҡтатырлыҡмы, юҡ менән булашмайыҡ, тип ҡул һелтәнеләр шикелле. Шулай итеп колхоз, ауыл көтөүен көтөр урын йылдан-йыл тарая, ҡыҫыла, ҡайынлыҡҡа етһә сабынлыҡтарға ла күп ҡалмай. Хәйер, ауыл китеп бөткәс, күптәргә был сабынлыҡтар кәрәкмәй ҙә, унда хәҙер Сәкинәнән башҡа йөрөүсе лә юҡ.

Йырынға килеп еткәс, бөгөн күргән төшө хәтеренә килде Сәкинәнең. Тауыҡ төшөнә тары керә тигән һымаҡ, әлеге шул бесәнлеген уйлағандыр инде. Улай тиһәң, Альберты ла килеп ҡыҫылды... Ошо йырын һаман киңәйә, тапап килә, бер яғы менән бесәнлеген ялмай, икенсе осо менән Сәкинәнең өй яғын ашай, имеш. Ер, ҡоро йылдағыса, ҡорғаҡһып ярылып тора ла ҡурҡыныс гөрһөлдәп аҫҡа уйыла, уның менән ҡыуаҡлыҡтар, ваҡ ағастар ҙа күҙҙән юғала. Шундай ғәрәсәт, гөрһөлдәү-үкереү аша Сәкинә ҡапыл: «Әсәй!» – тип йән асығына ҡысҡырған тауыш ишетә. «Альберт! – тип яуаплай йөрәге ярылырҙай булып Сәкинә. – Улым, былай йүгер, шәберәк йүгер!»

Мәктәбенән ҡайтып килеүелер, ниңә генә интернатында ҡалманы икән бөгөнгә? Бынау мәхшәрҙән нисек ҡотолор, был яҡҡа сығып өлгөрә алырмы? Күтәрелгән саң-туҙан араһынан улының һыны күренеп ҡалғандай, ҡулын да болғаған һымаҡ. Йәнә һөрәнләй Сәкинә һәм йән асығына улына ҡаршы йүгерергә тотона. Уны тиҙерәк ҡотҡарырға кәрәк, емерелеү аҫтында ҡалып харап була күрмәһен. Әсәһен шәйләп улы шәберәк йүгерә, бер ҡулына портфелен, икенсеһенә костюмын тотҡан, үҙе һөрөнөп йығылып та китә, унан ҡалҡына ла йәнә саба. Улар бер-береһенә еттем тигәндә генә йырын уйыла ла уйыла, уйыла ла уйыла...

Нишләп ундай төш күрҙем һуң әле, тип уйланды ла йөрөнө Сәкинә көнө буйы. Ҡулдары бесән йыйҙы, күбә һалды, ә башы төш юрау менән мәшғүл ине. Сәй эскәндә лә шул, ҡайтып килгәндә лә шул. Уйҙары шунан малайына килеп ялғана: Альберты был йәй кәүҙәгә ныҡ тартылды, Сәкинә бер шатланып, бер шөбһәләнеп уның торған һайын атаһына оҡшай барыуын күрә. Шул уҡ бөҙрәләнеберәк торған һары, дөрөҫөрәге, баҡыр сәс, аҡ йөҙ, ҙур зәңгәр күҙҙәр. Атаһы ҡалдырған анау транзисторҙы тыңларға әүәҫ. Бигерәк тә, ниңәлер, урыҫ тапшырыуҙарын, урыҫ көйҙәрен ярата. Тәүҙә Сәкинә йәне көйөп шуны туҡтатырға ҡуша, хатта ҡулынан тартып алып китә торғайны, хәҙер өндәшмәй. Япа-яңғыҙ йәшәгәнлектән былай ҙа күп нәмәнән мәхрүм бит, әйҙә, теләгәнен ҡыланһын, миңә оҡшамай тип кенә баланы тыйырға ярамайҙыр, тип уйлай, ә үҙе урыҫ ҡаны барыбер ҙә үҙенекен итә, тип эстән һыҙыла...

Һырттан ауылға, дөрөҫөрәге, өйө ултырған уйпатлыҡҡа төшкәндә, ҡапҡалары тәңгәлендә машина күрҙе. Еңел машина. Аҡ төҫтә. Был төшөмдөң дауамы булып ҡуймаһын тип ҡурҡып китте. Ҡуй, һыу күрмәй аяҡ сисмәй торайым әле тип үҙен тынысландырһа ла, атлай-атлай борсолоуы арта ғына барҙы. Юл һораусылар тип уйланы, әммә машина тирәләй әйләнгән, унан ҡапҡаға килеп төртөлгән, шундағы эскәмйәгә сүгәләгән ҡатынды шәйләгәс, аптырай төштө, тимәк, махсус рәүештә Сәкинәне көтә. Ябай юлаусыға оҡшамаған был, ниндәйҙер хикмәт бар. Бынау Альберты ла тиҙерәк ҡыуып етмәй, исмаһам. Оҙаҡламам, тигәйне, урман гиҙәлер, тәбиғәт ҡарап йөрөйҙөр. Бер мауығыуы бар – ағас тамырҙарынан төрлө һындар оҫталай. Берәй хайуанға йәки ҡошҡа оҡшаған тамыр тапһа, алып ҡайтып бәкеһе менән тегене ипләргә, юнырға, соҡорға керешә һәм ныҡыша торғас барыбер ҙә бер затҡа оҡшатып ҡуя. Әле лә шул тамыр эҙләп йөрөүелер.

Сәкинә картуф баҡсаларына еткәс, ҡатынға иғтибарлабыраҡ ҡараны. Илле биш-алтмыш йәштәрҙәлер, йыуантыҡ, сәстәрен йәш ҡыҙҙар ише ҡыҫҡа ҡалдырып ҡырҡтырған, өҫтөндә – еңел зәңгәр плащ, аяғында бейек туфли. Унан байтаҡҡа йәшерәк ир, киреһенсә, бумалалай оҙон сәсле, үҙе эре генә, ҡабаланмай, үҙ дәрәжәһен белеп атлаған һымаҡ. Кемдәр икән һуң? Ниндәй йомош менән туҡтағандар? Йыраҡтан килгәндәрҙер, райондан йәки Өфө яғынан булыуҙары ла бар. Тышҡы ҡиәфәттәре лә беҙҙең башҡортҡа оҡшамаған, урыҫтарҙыр, ахыры.

Сәкинә картуф баҡсаһы аша үтте, артҡы ҡапҡаны асып керҙе, тырмаһы менән һәнәген лапаҫ ышығына индереп һөйәне, соланға йүнәлгәйне генә, ҡатын ихатаға атланы.

– Сәкинә Кәримова һеҙ булаһығыҙмы? – тине ул урыҫсалап. Үҙе һынсыл, нисектер эре ҡараны, баштан аяҡ буй-һынына күҙ йүгертте. Ҙур танаулы, ҡыҫыҡ күҙле ҡатын икән, тип уйланы Сәкинә үҙ сиратында, һул сикәһендә миңе лә бар. Хәрәкәтсән, еңел кәүҙәле икәнлеге һиҙелә.

– Эйе.

Ул нисектер таныш тойолдо Сәкинәгә, әллә бынау миңен, әллә ҡарашын, әллә нимәһендер инде, ҡасандыр, ҡайҙалыр күргән һымаҡ. Тик ҡайҙа, райондамы, Өфөләме, институттамы?

– Һаумыһығыҙ!

– Һаумыһығыҙ.

– Һеҙгә керергә мөмкиндер бит?

– Керегеҙ. Тик... бесәндән ҡайтып ҡына килеү.

Ҡатын Сәкинәнең был һүҙен яуапһыҙ ҡалдырҙы, ҡапҡа янында тапанған егеткә ҡул болғаны:

– Миша, әйҙә.

Сәкинә өҫтөн алмаштырҙы, аласығына сығып ут яҡты, сәй ҡуйҙы. Үҙҙәре һүҙ башламағас, асылып ни йомош менән йөрөгәндәрен һораманы – килгәндәр икән, әйтерҙәр әле тип йөрөй бирҙе. Ә «ҡунаҡтар» өйҙө тикшерҙе, кемделер эҙләгән һымаҡ, тирә-яҡты күҙәтте, тәҙрә аша урамға күҙ төшөрҙө.

– Бик алыҫ йәшәйһегеҙ икән, саҡ килеп еттек, – тине ҡатын өй эсен ҡарап-тикшереп бөткәс.

– Алыҫ тип, ҡайһы яҡтан ҡарайһың бит, – тине Сәкинә. – Эйе, былай бер яҡтараҡ инде. Етмәһә, юлы ла алама.

– Беҙҙән йыраҡ инде барыбер.

– Ҡайҙан, һеҙҙән?

– Тамбовтан.

– Тамбовтан? – Сәкинәнең башына һуҡҡан кеүек булды, шаңҡыны, ҡулындағы самауырын саҡ төшөрөп ебәрмәне.

– Мин Ивандың әсәһе булам, – тине ҡатын һәм Сәкинәне тағы аптыратырға теләгәндәй пауза яһаны ла өҫтәп ҡуйҙы. – Мария Николаевна.

Иван-Ваняның үҙ һүҙле, уҫал, ирҙәр ише ҡаты ҡуллы әсәһе ошо икән. Нимә тип килде икән һуң? Хәйер, билдәле, Альбертты күрергә килгәндер. Иҫтәренә төшкән, тимәк, ер йөҙөндә уның барлығын хәтерләгәндәр. Әллә Иван менән берәй төрлө хәл булғанмы, берәй төрлө бәлә-ҡазаға осрағанмы? Юҡ, тертләп китһә лә Иван-Ваня Сәкинәнең күңелендә элекке һымаҡ яҡты нур, баҙлауыҡ рәүешендә янмай ине инде.  Килмәүе, һис юғы бер-ике ауыҙ һүҙ генә булһа ла яҙып һалмауы бәғерен ҡатырған. Эйе, һыуынды, күңеле ҡайтты. Ә хәҙер нимә, хәҙер ҡайҙалыр алыҫта, Тамбов өлкәһендә, шундай әҙәм йәшәргә тейеш, мин уны ҡасандыр белә инем тигән һымағыраҡ тыныс, битараф ҡарай уға. Альбертын яратҡанда (исемде лә бит саф башҡортса итеп ҡушманы, урыҫса ла яңғыраһын, алып китә ҡалһа, тиңдәштәре араһында оялып, кәмһенеп йөрөмәһен, тип уйланы), төндәрен тороп өҫтөн япҡанда, эх, килһә ине, күрһә ине улын, тип әсенеп уйлана торғайны уйланыуын.

Сәйгә ултырҙылар. Сәкинә өҫтәлгә ҡаймағын, майын, ҡағын, вареньеһын килтерҙе, кисә теге ауылдан икмәк ташыған машинанан алып ҡалған аҡ ҡалас телде, ҡорот ҡуйҙы. Ҡунаҡтар әллә ни ҡыҫтатып торманы, рәхәтләнеп сәй эстеләр, ашанылар – юлдан бик сарсап килгәндәрҙер, ахыры.

Ҡапыл солан ишеге асылды, иҙән таҡталары буйлап йүгергән тауыш ишетелде, шар итеп өй ишеге асылды һәм хәле бөтөп улы килеп керҙе.

– Әсәй, ҡарале, кәзә башына оҡшаған тамыр таптым. Йырын төбөндә ята ине, – тине ул саҡ тын алып. – Ике мөгөҙө, һаҡалы бар...

– Улым, ярар, маладис, – тине Сәкинә мөмкин тиклем тыныс булырға тырышып. – Бына апай, ағай менән иҫәнләш тә йыуын, сәй эсергә ултыр.

Малай сит-ят кешеләрҙең барлығын әсәһе әйткәс кенә күрҙе шикелле, хәбәренән шып туҡтаны ла:

– Һаумыһығыҙ! – тине һәм тышҡа атылды.

– Бәй, ниндәй телдә һөйләшә ул? – тип һораны күҙҙәрен ҙур асҡан Мария Николаевна.

– Башҡортса. Ниндәй телдә һөйләшергә тейеш һуң ул? – хәҙер Сәкинә аптыраны.

– Хәйер, шулайҙыр әле, – тип көсләп йылмайған булды Мария Николаевна. Йөҙө ҡыҙарҙы, ҡарашын ситкә алды, сикәһендәге миңе һикереп ҡуйҙы. Ә төпкә ултыртылған ҡыҫыҡ күҙҙәренә асыу, нимәнәндер риза булмау тойғолары ятты.

Нимәгә килгән һуң былар? Күрер-ҡарар өсөн генә йөрөмәҫтәр, минең нисек йәшәү ҙә улар өсөн мөһим түгел. Әллә?..

– Бәғерем, мин ейәнемде алырға килдем, – тине Мария Николаевна, ниһайәт.

– Ейәнемде, ти? Ниндәй ейәнеңде? – Сәкинә аңламаны, һорауҙың мәғәнәһе башына барып етмәне.

– Үҙемдең ейәнемде. Ивандың улын, Альбертты.

– Нисек алырға, ҡайҙа?

– Үҙебеҙгә инде, атаһы янына.

Аңланы Сәкинә, саҡ аңланы, айышына төшөндө хәбәренең. Йәнә башына килтереп һуҡҡандай булды, йөрәге һикереп китте, ауыҙын асып мәрйәгә ҡараны ла ҡатты... Тимәк, Иван үҙе ебәргән, ул адрес биргән, юл өйрәткән. Ах, һары баш, ах шымаҡай, үҙе килеү юҡ, әсәһен ебәреп ята!

– Нишләп Иван үҙе килмәне?

– Ну, бәғерем, шофер халҡын беләһең бит, ул оҙайлы командировкала, тиҙ генә ҡайтырлыҡ түгел.

– Ун йыл буйы командировкала йөрөмәйҙер бит инде?

– Ҡайта ла китә, ҡайта ла китә инде. Бына тағы китте. Уборка бөтмәйенсә көтмәгеҙ, тине.

– Тимәк, бер нисә йылдан малай һорап ул яҡтарға ла бараһығыҙ бар икән.

Мария Николаевна өндәшмәне, көрһөндө, ҡарашын ситкә алды, башын бер яҡҡа ҡыйшайтты ла тышҡа баҡты. Сәкинә элекке кеүек мәүеш ҡыҙ түгел инде хәҙер. Донъяның әсеһен-сөсөһөн ныҡ татыған, ғүмер буйы тигәндәй, бала сағын ғына иҫәпләмәгәндә, ҡайғы-хәсрәт солғауында йәшәгән һәм был донъянан бер ниндәй яңылыҡ, дөрөҫөрәге, яҡшылыҡ көтмәй. Ике үлем, бер туған ағаларының Себер яғына сығып китеп бына нисә йыл ҡайтмауҙары, улы өсөн борсолоуҙары уны күптән мәмәйлектән сығарған. Бына әле лә «ҡәйнә»һенең уҫал һәм һауалы ҡарашына үҙ ҡарашын ҡаршы ҡуйып һин дә мин һөйләшеп ултыра.

– Эш шунда, бәғерем, ҡайтҡас та килергә мөмкинселеге булманы. Оҙаҡ ҡына сирләп ятты, аварияға эләкте, унан ремонт, унан йәнә командировка... Ул ойошманан сыҡ, икенсе эшкә кер, тип күпме әйттем, тыңламаны.

– Ярар, йәшенмәк уйнамайыҡ, ун йыл буйына бер ҙә өйөнә ҡайтмай тик командировкаларҙа йөрөмәгәндер бит? Ниңә мине бер ахмаҡҡа хисаплайһығыҙ? Иванға бер-бер хәл булдымы әллә?

– Юҡ, Алла һаҡлаһын... Әйткәс әйтәйем инде, бынан ҡайтҡандың икенсе йылына өйләнде. Тик киленебеҙ ҡыҙ тапты ла ҡыҙ тапты. Ир-ат халҡын үҙең беләһең, китте бәхәс, китте әрләш, һин минең фамилиямды, нәҫелемде дауам иттермәйһең, миңә малайҙар кәрәк, миңә һинең ише ҡатын кәрәкмәй, ти башланы был эскеләгән саҡтарында. Ә бер көн тотто ла ҡыуып ҡайтарҙы, үҙе яйлап һеҙҙе иҫләр булып китте, малайын һөйләне. Ҡатынына бүтән барманы ла, кире лә саҡырманы. Мә, бына адресы, бына машина, Альбертты алып ҡайт, тине. Икеһен дә алып ҡайт, тине.

– Алып ҡайт, имеш. Ниңә, ул малмы ни? Уны кем бирә? Этләнеп, төн йоҡоларын йоҡламай үҫтер-үҫтер ҙә биреп ебәрме? Һеҙ бына Иванды биреп ебәрә алыр инегеҙме?

Мария Николаевна йәнә урамға ҡараны – Сәкинәнең әйткәндәрен үткәреп ебәрергә теләне шикелле. Нимә тиһен? Бындай дәлилле һүҙҙәргә яуап табыуы ҡыйын.

– Бына шуға килдем дә инде, һөйләшәйек.

– Һөйләшһәк-һөйләшмәһәк тә мин Альбертты бирмәйем. Уны алырға һеҙҙең хаҡығыҙ юҡ. Көсләп ала алмайһығыҙ. Алимент түләтмәгәнгә рәхмәт уҡығыҙ әле. Берәү булһа ҡарар, ярҙам итер ине, ә ул ҡасты. Ғөмүмән, бөтә тормошомдо боҙҙо, – Сәкинәнең күҙҙәренә йәш төйөлдө.

– Аңлайым, ауыр булғандыр, мин дә әсә кеше... Бында бит ер сиге, провинция. Яҡты юҡ, радио юҡ, телевизор юҡ – хәс тә мәмерйә.

– Бәләкәй сағында улар кәрәкмәне лә ул. Әле генә. Перспективаһыҙ ауыл тип һөйләнделәр ҙә кеше күсенеп бөттө. Хәҙер нисек кире ҡайтырға белмәй аптырайҙар – яңы урында әле быныһы, әле тегеһе оҡшамай. Беҙ бер ҡайҙа ла китмәнек, һәм дөрөҫ эшләгәнбеҙҙер, тип уйлайым. Нимә күрһәк тә ошонда...

– Эйе. Бәлки, мин уны, Альбертты, бөтөнләйгә алып та китмәм, – тине Мария Николаевна йылмайырға тырышып. – Уҡыу башланғансы килтереп тә еткерермен, Иван үҙе килтерер.

– Юҡ, бер көнгә лә ебәрәһем юҡ!

– Бәғерем, улай категорично булмайыҡ әле, зинһар, мин уның өләсәһе тейешле кеше бит, ә һин минең киленем һымаҡһың. Ивандың да хәлен аңларға тырыш. Теге саҡ хатың килгәс, ышанмағайным, Ивандың тетмәһен теттем, шулай ярамай бит, тинем. Ә малай уға оҡшаған! – Мария Николаевна, ҡулдарын йәйеп үк ебәрҙе. – Ышан миңә, оҙаҡ тотмам, һин әсә, борсолаһың, аңлайым, һин дә мине аңларға тырыш...

– Юҡ! Был хаҡта һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел!

Шофер көрһөндө лә башын сайҡап урынынан ҡалҡынды, унан әллә ҡамасауламайым, әллә булманы, күпме ер килеп буш ҡайтабыҙ икән, тип уйлап кәйефһеҙ генә өйҙән сыҡты.

– Кейендерербеҙ, ҡарарбыҙ, атаһы тегендә-бында ултыртып йөрөтөп донъя күрһәтер, ялҡҡас килтереп ташлар. Ул бит беҙгә сит кеше түгел. Һин яңғыҙ, һиңә ауыр...

Ах, хәйләкәр, ҡайҙа һуҡтырырға белә. Эйе, хаҡ, көнитмештәре ауыр, әммә улы яланғас йөрөмәй, ашарына бар, уҡый, яҡшы уҡый.

Әлбиттә, теләгән бөтә нәмәне алып бирә алмай, нишләйһең. Унан килеп балаға әсә мөхәббәтен, әсә йылыһын атай бирә ала тиме ни? Уның атайлығы сит-ят дядя һымаҡ ҡына бит инде – бәләкәйҙән күреп үҫмәгәс, ҡабул итә буламы?

Мария Николаевна урынынан ҡалҡынып бүлмә буйлап йөрөп әйләнде, иҙән уртаһына баҫып өйҙө йәнә күҙҙән үткәрҙе. Альберт йоҡлап йөрөгән тимер карауатҡа, китаптары теҙеп ҡуйылған ағас кәштәгә – олатаһы менән икәүләп оҫталағайнылар – тамырҙарҙан яһалған төрлө һын-фигураларға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо.

Шофер егет инде. Икәүләшеп сығып ун-ун биш минут самаһы машиналары янында тапандылар, машина тирәһендә уралған Альберт менән дә һөйләшергә маташтылар, бәлки, сығыуҙарының сәбәбе лә уны өгөтләү булғандыр, тик ул лапаҫ аҫтына, көсөктәре янына инде лә китте. Ҡунаҡтар эйәртенешеп йәнә өйгә керҙе. Әле генә иҫенә төшөргән кешеләй булып тотоп кергән сумкаһынан Мария Николаевна спорт костюмы, күлдәк, оҙон козыреклы зәңгәр фуражка, аҡ туфли сығарҙы (ауылда ғына кейә торған аяҡ кейеме инде), өҫтәлгә печеньемы, кәнфитме һалынған бер нисә коробка ултыртты.

– Бөтөнләй онотҡанмын, улына Иван әҙерәк күстәнәс, бүләк һалғайны бит әле! – тине ул көлөп.

Унан йәнә, уҡыуы башланғансы ғына ебәр инде, тип ныҡышты, аҡса тәҡдим итте, юхаланы, үсекте, түҙемлеге бөтөп Сәкинәне хәйерсенән, ҡырағайҙан һалдырып әрләргә кереште. Инсафлы, культуралы булып һөйләшкән Мария Николаевна, шулай итеп Иван әйтмешләй, үҙенең ҡаты ҡуллы, үҙ һүҙле холҡон асты. Сәкинә тегенең эт тә ашамаҫ бысраҡ һүҙҙәрен тыныс ҡына тыңлап ултырҙы-ултырҙы ла, бәй, ниңә мин ошо мәрйәнән дә әрләнеп ултырам һуң әле, тип һикереп тороп тегене ҡыуҙы ла сығарҙы. «Ҡәйнә»нең ҡото алынды, әрләшә-ҡарғай сығып барғанында (шофер эштең ҙурға китерен һиҙеп алдан сығып һыпыртҡайны) быға көсөктәр килеп йәбешмәһенме!

Береһе күлдәк итәгенән, икенсеһе ҡулындағы плащ итәгенән, өсөнсөһө туфлиенан эләктерҙе, ырылданылар, өрҙөләр, тағы йәбештеләр. Мария Николаевна сыйылдай, Сәкинәне лә, эттәрҙе лә оятһыҙ һүҙҙәр менән әрләй, әле бер, әле икенсе аяғын һелккеләп көсөктәрҙән арынырға тырыша, ә тегеләр бының һайын ҡотора, ярһый, ырылдай, өҫтөнә һикерергә маташа. Сәкинә, уңарсы булмай шофер, Альберт килеп өлгөрҙө, юҡһа таларҙар ине – күмәкләшеп саҡ айырып алдылар. Йүгерә-йүгерә ҡапҡанан сығып машиналарына ашыҡҡан арала «ҡәйнә»һенең:

– Сволочи, басурманы, чукчи, дикари! – тағы әллә нимә тип әрләгәне, ҡарғағаны ишетелде.

Машина ҡапыл тоҡанды ла алға ырғылды...

– Әсәй, кемдәр ул? – тине улы әсәһенә яҡын килеп.

Нимә генә тип әйтергә һуң был балаға? Таныштарым, тип алдай алмай, беренсегә күреүе, унан уның урыҫ таныштары ла юҡ, райондан тиеү ҙә яуап түгел. Дөрөҫөн әйтһә? Атайым кем, ҡайҙа ул, ниңә беҙҙең менән йәшәмәй, мине һары баш, баҡыр баш, урыҫ малайы тип үсектерәләр, тип һорағаны бар илап бәләкәйерәк саҡтарында. Юҡ, һин нишләп урыҫ малайы ти инде, башҡорт һинең атайың, ҡайтыр, ҡайтыр тир ҙә тынысландырып, шунан үҙе ситкә китеп һығылып-һығылып илай торғайны... Әллә дөрөҫөн әйтергә лә ҡуйырғамы? Ҙур инде, аңлар, ҡасан да булһа һөйләргә барыбер. Әле яйы ла сығып тора.

– Атайыңдың әсәһе, – тине Сәкинә, көслөк менән. Әйтеүе ҡыйын булды, ә бына әйткәс, күңеленә нисектер еңел булып ҡалды.

– Атайымдың? – Улайһа тағы бер күреп ҡалайым тигәндәй малай ҡарашын күҙҙән юғала барған машинаға күсерҙе. Байтаҡ өндәшмәй торҙо, унан:

– Ә ниңә үҙе ҡайтмаған? – тип һораны.

Эйе, килмәгән тимәне, ҡайтмаған тине.

– Командировкала ти.

– Оҙаҡҡа киткәнме ни?

– Ҡайта ла тағы китә ти шул.

– Ә был яҡҡа алып булмаймы ни?

– Нимәне?

– Командировканы.

– Белмәйем. Булалыр ҙа, тик теләмәй бит.

– Нишләп?

– Белмәйем.

– Бынан йыраҡмы?

– Йыраҡ. Тамбов өлкәһе.

– Нисә саҡрым?

– Әллә инде? Барғаным юҡ бит.

Альберт әсәһенә күтәрелеп ҡараны ла ҡарашын аяҡ остарына ҡаҙаны.

– Берәй барып ҡайтайыҡмы әллә?

– Ҡайҙа?

– Шунда.

– Бәй, нимә тип йөрөйбөҙ инде? Һине күрергә теләһә, атайың үҙе килер ине. Килмәгән бит.

Шулай тип яуаплаһа ла, Сәкинәнең йөрәге жыу итеп китте. Тимәк, ҡыҙыҡһына, әйҙә тиһәң барырға риза. Был нимә, ҡыҙыҡһыныусанлыҡмы, әллә ҡан тартыуымы?.. Ҡатындың күңеле тулды, үҙенең бәхетһеҙлегенән, яңғыҙлығынан, бынау мәрйәнән бысраҡ һүҙҙәр ишетеүенән, етмәһә, улының, барып ҡайтайыҡмы әллә, тип әйтеүенән ғәрләнеп илап ебәрҙе. Ни өсөн бындай язалар, уның ниндәй ғәйебе бар? Яҙмышы ниңә шулай бик үкенесле икән һуң?

– Әсәй, илама, мин уларҙың ниңә килгәнен белдем. Соланда нимә һөйләшкәнегеҙҙе тыңлап торҙом. Ҡурҡма, мин унда бармаясаҡмын. Алып китһәләр ҙә ҡасып ҡайтасаҡмын.

– Рәхмәт, улым... – Сәкинә улын күкрәгенә ҡыҫты.

Машина ҡыуаҡлыҡтарға ышыҡланды. Уның артынан томан кеүек аҡ саң ғына аҫылынып ҡалды.

Сәкинә кис улының картанан нимәлер эҙләүен һәм линейка менән үлсәп ултырыуын шәйләне. Иғтибарлыраҡ ҡараһа, шаҡ ҡатты: Альберт үҙҙәренең район үҙәге менән Тамбов араһын үлсәп-иҫәпләп ултыра ине...

***

Көсөктәр тамам шашты. Көндөҙҙәрен тегеләй-былай сабып, уйнап-шаярып йөрөүҙәре бер хәл, бына төнөн олоу-һыҡтауҙары аптырата. Аҡтырнаҡтың теге саҡтағы һорау-инәлеүҙәренә лә оҡшап китә тауыштары, йырын яғында, йырын тирәһендә олошҡан бүреләрҙе саҡырыу һымаҡ та яңғырай. Ә бер көн хатта уның үҙенә йәбештеләр. Альберты сығып саҡ аралап ҡалды. Урманға ҡыуып ҡына ебәрәйем, йә юлаусыларға тотторайым тип ниәтләнгәйне лә, улы тыйҙы. Аҡтырнаҡ йә юғалыр, йә бүреләр талап үлтерер, тине. Йәне көйөп ашарҙарына бирмәй башланы. Көсөктәр сыйылдашып ишек янында әйләнде, солан таҡталарын тырнаны, олонолар олонолар ҙа... Һуңғы тауығын ботарланылар. Аслыҡтан әсәләренә йәбешеүҙәренән ҡурҡып, Сәкинә тегеләргә айыртылған һөткә икмәк турап сығарғайны, нишләп беҙҙе асҡа ҡаҡлайһың тип үс алған һымаҡ балтырын – теге саҡ яңылыш ҡапҡанға баҫып ауырттырған аяғының балтырын – тешләп алды берәүһе. Һәнәк алып саҡ солан аҫтына һөжгөләп индерҙе...

Таң алдынан бүреләр килеп Аҡтырнаҡты талап китте. Шул аяғы ауыртҡас ни аҙбар эсенә бикләргә ҡулы етмәгәйне, дөрөҫөн әйткәндә, онотҡайны. Ҡәбәхәттәр, белеп-һиҙеп йөрөгән, күрәһең – урамға ҡалдырған төндә килеүҙәрен әйт әле һин уларҙың?! Көсөктәр үҙҙәре саҡырыуы ла ихтимал – ул йыртҡыстар бүре менән эт олоуын ғына айырмай тиһеңме ни? Яҡтырғас иртүк, нишләттеләр икән бахырҙы, тип тышҡа сыҡһа, шөкөр, эте солан аҫтында. Саҡырғайны, сыҡманы, башын күтәреп бер ҡараны ла алғы тәпәйҙәренә һалды. Ә бына көсөктәре юҡ. Бәй, улары ҡайҙа икән һуң, тип аптыраны Сәкинә.

Аптыраны, быуып ырғытмағандарҙыр бит, тип ихата-урам тирәһен, аҙбар, баҡса артын ҡараны, ҡысҡырҙы, саҡырҙы, әммә уларҙың тауыш- тындары ла, үҙҙәре лә юҡ ине. Бер аҙҙан ғына күңеленә шик төштө: бүреләр алып китмәнеме икән? Бик ихтимал бит, һуңғы көндәрҙә үҙҙәре лә ныҡ шашты, йырын яғына, урманға ҡарап олонолар, сабыштылар, әллә әсәһенең тик ятыуына ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, әллә беҙҙе урманға илт тип тартҡыланылар, өҫтөндә йөрөнөләр, түш- яурындары менән эттеләр...

Ул арала Сәкинәнең тәне ҡыҙып ауырайып китте. Йәне сығып бара, температураһы күтәрелде, быуындары ҡойола. Улына, шулайт, былайт тип күрһәтмәләр бирҙе лә аҡһай-туҡһай юлға сыҡты, иген тейәгән машинаға эләгеп район больницаһына юлланды. Барғас эте тешләүе тураһында һөйләгәйне (этенән тыуған бүре балалары тимәне инде) ҡоттары алынып шундуҡ укол ҡаҙанылар, ҡанын алдылар, әллә ниндәй таблеткалар ашаттылар һәм, ҡоторған эт тешләүе бик ҡурҡыныс, бер аҙна-ун көн ятырға тура килер, тип алып ҡалдылар.

Ике аҙна ятты ла ҡуйҙы. Ҡайтһа, өйҙә юҡ улы. Ҡото алынып мәктәбенә китте (уҡыуҙары башланғайны). Унда уҡытыусыһы менән тәрбиәсеһенә, әсәйем больницала, өйҙә бер үҙем, мине юғалтмағыҙ, әсәйем ҡайтыу менән килермен, тип әйтеп киткән. Ә ул юҡта, үткән аҙнала, ниндәйҙер аҡ машина менән килгән мәрйә уны һорашып йөрөгән. Атаһы килде, Альберт та, әсәһе лә өйҙә юҡтарсы, тигән.

Бәй, яңынан килделәрме икән ни, тип уйланы Сәкинә. Әллә ҡайтмай уңайлы мәл көтөп бында һағалап йөрөнөләрме? Бына бит нисек, больницаға китеүе булды... ҡалған яғын уйларға, фараз итергә Сәкинә ҡурҡты, күҙ алдына ла килтерә алманы, алдағы тормошо бөтә мәғәнәһен юғалтты. Таҫма тел мәрйә уҡыу башланғансы ғына тип ныҡышты, атаһы алып киләсәк тип һайраны. Бәлки, ысынлап та, Иван-Ваня килгәндер? Әсәһе буш ҡайтҡанын күргәндер ҙә үҙе юлға сыҡҡандыр. Ул булһа, был ҡәҙәре лә хыянатсыл ҡыланмаҫ ине. Ах, ҡәбәхәттәр, ах, бүреләр, берҙән-бер малайын, терәген, киләсәген урланылар. Нишләргә? Арттарынан ҡыуа сығырға, милицияға хәбәр итергә, эҙләү ойошторорға һәм алып ҡайтырға Альбертты, ә мәрйәне хөкөм итергә!

Төн, дөрөҫөрәге, ҡуйы эңер. Фуфайкаһын ябынып Сәкинә урамға сыҡты. Һалҡынса. Ҡары ла оҙаҡламаҫ. Яуһа ла ярар, көҙ былай ҙа оҙаҡҡа һуҙылды. Тәбиғәттең һәр миҙгеле үҙ мәлендә килгәне яҡшы. Йыуылған кеүек таҙа күктә теремек йондоҙҙар емелдәшә, ялҡау ай йөҙә. Алыҫта ниндәйҙер ҡаланың яҡтылары күренә, поездың түҙемһеҙләнеп ҡысҡырыуы, тәгәрмәстәре шаҡылдауы ишетелеп ҡала. Эйе, Мария Николаевна әйтмешләй, ысын тормош бара унда. Сәкинәгә ул яҡҡа, ул юғарылыҡҡа етергә ҡайҙа инде ул. Хәйер, телевизорҙары, һыуытҡыстары, машиналары булмаһа ла тормошо бер сама бара ине әле, көнитмеше менән үҙенсә ҡәнәғәт ине, сөнки балаһы эргәһендә ине. Хәҙер балаһыҙ ҡалды, бына быныһы ысынлап та ауыр... Иванға телеграмма һуҡты, хат яҙҙы, инәлде, ялбарҙы, ҡурҡытты, юлға сығам тип бөттө, ә үҙе һаман, Альберты юғалыуына байтаҡ ваҡыт үтһә лә, ҡуҙғала алмай. Ҡайтып килер, алып килерҙәр, тип көтә. Альберты, берҙән-бере, йөрәк майы, Тамбовта Өфө яғына ҡарап тилмерәме, әллә затлы кейемдәр кейеп Альберт Иванович булып йөрөп ятамы? Алып китһәләр барыбер ҡайтам, ҡасып ҡайтам тигәйне лә, әллә инде, күҙ яҙҙыра булалармы. Аҡтырнағының көсөктәре ҡайттымы ни, ҡайтманы бит... Йәнә бер-ике көн көтөр ҙә юлға сығыр. Һуҙырға ярамай...

Йырын яғында йәнә бүреләр олой. Улар араһында Аҡтырнаҡтың балалары ла барҙыр. Хәҙер улар бүтәндәргә ҡушылып, үҙҙәрен тыуҙырған әсәһенә, ашатҡан Сәкинәгә, йорттарына ҡарап өрә. Өрмәй, олой. Атаһы, башҡа бүреләр кеүек олой. Бүреләрсә олорға ныҡлап өйрәнеп алғандарҙыр. Төндә килеп берҙән-бер һыйырын тамаҡларға ла күп һорамаҫтар. Был эште үҙҙәре башлап йөрөүҙәре лә ихтимал: тамырҙарында бүре ҡаны аҡҡанын өйөр алдында иҫбатларға кәрәк бит.

Аҡтырнағы ҡолаҡтарын ҡайсылап шомло олоуҙы тыңлай, унан шыңшып ала, ғәфү үтенгәндәй, ҡойроҡтарын болғап Сәкинәнең аяҡтарына ышҡыла, йәнә тамаҡ төбө менән генә йырын яғына ҡарап өрөп ҡуя...

Әмир ӘМИНЕВ.

1993

Автор:
Читайте нас