+30 °С
Облачно
Әҙәби балҡыш
4 Июня 2025, 12:46

Мәҙәктәр (Башҡорт телендә анекдоттар)

– Бына баш ватам әле: ниндәй ҡыҙға өйләнергә икән: матурғамы, әллә йәмһеҙгәме? – ти бер егет дуҫына.– Ике варианттың да үҙ плюстары бар, – ти дуҫы. – Йәмһеҙгә өйләнһәң, өҫтөңдән йөрөр, тип ҡурҡаһы түгел. Икенсе яҡтан, матур ҡыҙға өйләнһәң һәм унан туйһаң, уны бүтән кешегә оҙатыуы күпкә еңелерәк буласаҡ.

Мәҙәктәр (Башҡорт телендә анекдоттар)Мәҙәктәр (Башҡорт телендә анекдоттар)
Мәҙәктәр (Башҡорт телендә анекдоттар)

– Атай, – ти улы, – үҫкәс, Премьер-министр булғым килә!
– Ай-һай, – ти атаһы, – Премьер-министр булыр өсөн һиңә үҫәһе лә үҫәһе әле! Тәүҙә, һис юғы, Президент бул…

* * *
– Ҡәҙерлем, – ти йәш ир кәләшенә, – хәҙер өйләнешкәс, миңә тиклем нисә егет менән йөрөгәнеңде йәшермәйенсә һөйләп бирә алаһың.
– Ә һин һуңынан әрләмәҫһеңме һуң?
– Юҡ.
– Ярай, улайһа, ете.
– Тимәк, мин етенсе?
– Юҡ, һин – дүртенсе...

* * *
– Бына баш ватам әле: ниндәй ҡыҙға өйләнергә икән: матурғамы, әллә йәмһеҙгәме? – ти бер егет дуҫына.
– Ике варианттың да үҙ плюстары бар, – ти дуҫы. – Йәмһеҙгә өйләнһәң, өҫтөңдән йөрөр, тип ҡурҡаһы түгел. Икенсе яҡтан, матур ҡыҙға өйләнһәң һәм унан туйһаң, уны бүтән кешегә оҙатыуы күпкә еңелерәк буласаҡ.

* * *
– Һеҙ кем булып эшләйһегеҙ?
– Тикшеренеүсе.
– Ә нимә тикшерәһегеҙ?
– Мохтажлыҡты.

* * *
Кисә эш урыныбыҙҙа дөрөҫлөктө эҙләгәйнек... Бөгөн эш эҙләйбеҙ.

* * *
Ҡыш. Туҡталышта өшөү­ҙән күгәреп ҡатҡан ир баҫып тора. Бер бәләкәй малай килә лә унан:
– Әйтегеҙсе, сәғәт нисә? – тип һорай.
– Йәй еткәс, малай, йәй еткәс, – тип яуаплай ир.

* * *
Өйләнмәгән ваҡытымда бөтә әйберҙәрем дә үҙ урындарында һибелеп ята ине. Хәҙер өйләндем, әйбер­ҙәрем яҡшы итеп йыуылып, үтекләнеп, таҫланған килеш, шайтан белһен, ҡайҙа яталыр?

* * *
Бәләкәй ҡыҙ урамға уйнарға сыға.
– Ҡыҙым, бер сәғәттән ҡайт, – ти әсәһе.
– Мин уйнаған ерҙә сәғәт эленеп тора тип уйлайһыңмы әллә, әсәй? – ти ҡыҙ.

* * *
– Әсәй, мин һиңә бүләк һатып алдым, – ти ишектән йүгереп килеп ингән малай.
– Ә аҡсаны ҡайҙан алдың һуң? – тип һорай әсәһе.
– Һинең пальтоңдың уң кеҫәһенән таптым.

* * *
– Ниңә икмәккә бөтә өҫтәл аша үреләһең? – ти әсәһе улына. – Телең юҡмы ни?
– Телем бар ҙа ул, – ти малай, – тик ҡулым оҙонораҡ бит.

* * *
– Атай, ти улы, – һин бәләкәй сағыңда ҡыҙ инеңме, әллә малай инеңме?..
* * *
– Улым, – ти өләсәһе Иҙелгә,– үҫкәс кем булырға теләйһең?
– Һыу эсә торған автомат, йә телефон автоматы...
– Нисек инде? – тип аптырай өләсәһе.
– Улар бит, – ти малай, – , бер нәмә лә эшләмәйенсә аҡса ғына йотоп ултыра…
* * *
– Был сынаяҡты кем ватты? – ти әсәһе.
– Ағайым түгел, – ти ҡыҙы.
– Ә кем һуң?
– Ул кемгә һылтарға икәнен әйтмәне, – тигән ҡыҙ иларға етешеп.
* * *
– Тағы нимә эшләп бысрандың? – тип әсәһе улын әрләй.
– Кисә Ирек, мин ҡолағас, бик ныҡ көлгәйне. Ә бөгөн үҙе ҡоланы һәм мин унан тәгәрәй-тәгәрәй көлдөм, – тигән малай.
* * *
– Әсәй, – ти улы, – һәр баланың да атаһы булырға тейеш, тигән һүҙ дөрөҫмө?
– Әлбиттә.
– Улай булғас, беҙҙең ғаиләлә ни өсөн биш бала, ә атай берәү генә?
* * *
– Улым, шуны иҫеңдә тот: тәүҙә – ҡулды, шунан һуң ғына битте йыуырға кәрәк, – ти әсәһе.
– Мин гел шулай эшләйем, әсәй. Кисә ҡулдарымды йыуҙым, бөгөн битемде йыуам.

 

"Йәшлек" гәзите сайтынан.

Автор:
Читайте нас