+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
3 Июнь 2025, 07:42

Ғәлим Хисамовтың ете томлығы донъя күрәсәк.

Яҙыусының ете томдан торған “Һайланма әҫәрҙәр” йыйынтығының  1-се томы 2024 йылдың аҙағында сыҡҡайны. Ул ике үҙенсәлекле романды үҙ эсенә ала. “Аҫаба” һәм “Башҡорттар һайлай”. Йыйынтыҡтың тағы ла алты томы сығырға тейеш.

Ғәлим Хисамовтың ете томлығы донъя күрәсәк.Ғәлим Хисамовтың ете томлығы донъя күрәсәк.
Ғәлим Хисамовтың ете томлығы донъя күрәсәк.

Журналист, яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре Ғәлим Хисамов күп һанлы тарихи романдарҙың авторы булараҡ билдәле.

Яҙыусының ете томдан торған “Һайланма әҫәрҙәр” йыйынтығының  1-се томы 2024 йылдың аҙағында сыҡҡайны. Ул ике үҙенсәлекле романды үҙ эсенә ала. “Аҫаба” һәм “Башҡорттар һайлай”. Йыйынтыҡтың тағы ла алты томы сығырға тейеш.

Китапҡа баш һүҙ яҙған филология фәндәре докторы, профессор Фәнил Күзбәков:

“Бында башҡорттоң тарихы әҙип күҙлегенән, ижади күҙлектән яҙылған. Башҡорт тарихының үҙен генә алып ҡараһаң, уҡыусыға аңлашылып бөтмәүе мөмкин. Китапта иһә тарихи һәм художестволы дөрөҫлөк бергә уҡмашҡан. Быға ирешеү өсөн талант, күп ғилем кәрәк. Романдарҙа беҙҙең Башҡортостан донъя кимәлендә, Европа, Азия кимәлендә күрһәтелә.

Мин Ғәлим Хисамовтың барлыҡ әҫәрҙәрен уҡып сыҡтым, Улар буйынса бер нисә мәҡәләм дә сыҡҡайны, шуларҙа яҙылған кәңәш-теләктәрҙе автор ихлас ҡабул итте һәм, уларҙы күҙ уңында тотоп, артабан ижад итте. Был да тәнҡитсе өсөн кинәнесле күренеш, сөнки күптәр үҙҙәренә ҡарата әйтелгән тәнҡит һүҙҙәрен бик оҡшатып етмәй. Ә бит хәҡиҡәт тәнҡиттән ҡурҡмай. Автор тәнҡиттән ота ғына. Быны аңлау өсөн тормош тәжрибәһе лә кәрәк.

Мин ете томлыҡҡа ҙур теләк менән баш һүҙ яҙҙым. Бында принципиаллек күрһәтергә кәрәк, бөтә ижадҡа, ижадсыға баһа бирергә. Был бурысҡа ирешкәнмендер тип уйлайым. Уныһын уҡыусы әйтер: авторға ла, миңә лә. Был ете томлыҡты башҡортмон тигән башҡорт ҡабул итәсәк”.

 

Ғәлим Хисамов:

“Беренсе томда урын алған беренсе роман - “Аҫаба башҡорт”. Унда XII-XIII быуаттар тасуирлана. Йәғни, аҫабалыҡтың барлыҡҡа килеүе һәм уның башҡортҡа нишләп бирелеүе һүрәтләнә.  Төрки халыҡтар күп – 27 халыҡ. Әммә аҫаба тик башҡортта ғына. Романда аҫабалыҡтың  формалашыуы, яҙма рәүештә кем уны нығытҡанлығы бәйән ителә: ул – Сыңғыҙхан. Башҡорттар уның менән килешеү төҙөп, аҫабалыҡты нығытҡан, шул ваҡытта башланған ул.  Рәсәй, донъя кимәлендә халыҡтар күп, ләкин килешеү менән тик башҡорттар йәшәгән. Икенсе килешеү - Иван Грозный менән. Өсөнсөһө -  Советтар власы менән.

Китапҡа ингән икенсе роман – “Башҡорттар бойорҙо”, ул алдағы әҫәрҙең темаһын дауам итә. Аҫабалыҡтың бер өлөшөн тасуирлай. Кемгә бойорған башҡорт? Үҙ-үҙенә бойорған. Бына шул бойороусылар һәм шуларҙы тормошҡа ашырыусылар хаҡында ул. Бында ноғайҙарҙың башҡорт еренән күсенеп китеү ваҡыты тасуирлана...”

Ғәлим Хисамовтың был тарихи романдары уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителер тип уйлайбыҙ. Авторҙа ҡотлайбыҙ һәм киләһе алты томды көтөп ҡалабыҙ.

Ғәлим Хисамовтың ете томлығы донъя күрәсәк.
Ғәлим Хисамовтың ете томлығы донъя күрәсәк.
Ғәлим Хисамовтың ете томлығы донъя күрәсәк.
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас