+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
23 Май 2025, 12:37

Динис Бүләков Сибәркәй. Хикәйә.

– ...Үртәмә! – Хәҙер, ҡыҙыҡайҙың юрғанына, түшәгенә ҡарап, егет уның ошонда алдан уҡ менеп йоҡлағанлығына ышанғайны. Үкенеп  кенә  елкәһен тырнап  ҡуйҙы. – Да-а...

Динис Бүләков Сибәркәй. Хикәйә.Динис Бүләков Сибәркәй. Хикәйә.
Динис Бүләков Сибәркәй. Хикәйә.

– Нимә, да?

– Исемең  хәтергә төштө, Әнисә... – Үҙе, һөлөк ошо була икән, тип йылмайҙы.

Әнисә уны түбәнгә ҡыуҙы.

– Бар, аласығыңа инеп ята һал, әсәйем күреп ҡалһа, икебеҙгә лә эләгер. – Был һүҙҙәр Йәнтимергә оҡшаны, уларҙан ниндәйҙер яҡынлыҡ аңҡығандай итте. Әнисә тағын өҫтәп ҡуйҙы: – Иртәгәнән был урын бөтөнләйе менән һинеке. Мин өйгә инеп йоҡлармын. Белмәнем бит.

– Өркөттөм... – тип мығырҙанды шофер егет, күтәренеп аласыҡҡа инеп барғанда.

Йәнтимер машинаһын майлап, һөртөштөрөп, багына бензин тултырып, ырҙын табағына килгәндә, Сибәғәт уны күптән көтөп тора ине.

– Йә, Йәнтимер Танһыҡҡужин иптәш, тәүге көн нисек үтте? – тип дәрәжәле генә итеп һораны. Шоферҙың кәйефе шәп ине, серле йылмайҙы.

– Көндәрҙән төндәр шәберәк булып сыҡты, Ғатич.

Тегенеһенең мыйыҡтары бейеп ҡуйҙы:

– Кит әле? – тине ул ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйенсә.

– Эйе!

–  Ысынмы? Шаяртаһыңдыр...

– Үҙенән һора. – Йәнтимер үлсәү тирәһендәге аласыҡҡа төртөп күрһәтте. Мөдир икеләнде.

– Әле килеп етмәгән.

– Их, Ғатич, мин һине зирәкһеңдер тип уйлаһам тағы.

– Да-а!.. – Сибәғәттең күҙҙәре түңәрәкләнде, ниңәлер «ялп» иттереп колхоз шоферҙары өймәкләшеп торған яҡҡа ҡарап алды.

– Үҙең дә хәтәр кеше булып сыҡтың, әй. Тик был турала бер кемгә лә шаулама, йәме, Танһыҡҡужин иптәш.

– Ә ниңә уны йәшерергә? Хәҙер ана, теге шофер халҡына һөйләйем әле.

– Ҡуй, ҡуй, һин нимә, белмәһендәр. – Сибәғәт аҫтыртын йылмайҙы. – Һәр матур ҡыҙға күҙ атып йөрөүселәр була.

– Әллә бынау «художник»мы? Кисә, релеһын таҙартышҡанда, нимәгәлер ишара яһай ине ул.

– Кем, кем?

– «Художник»... Рембрандт.

– Ә, Әйүповты әйтәһеңме ни? Ниңә, Әнисәгә күҙе төшһә, ғәжәпме ни?

– Бирермен мин уға ғәжәпте. Сибәркәй минеке. Бөгөн иртән, лапаҫ башында, вәғәҙәһен бирҙе. – Бер шытҡас, шытайым әле тип, йәнә өҫтәне. – Беләһеңме, Ғатич, нимә тине? Мин мәңге һинеке, Танһыҡҡайым, ти. – Йәнтимер   ошо хәлде күҙ  алдына килтерергә тырышты, ләззәтләнеп күҙҙәрен йомдо хатта. Сибәғәткә лә был тәьҫир итмәй ҡалманы, әлбиттә.

– Лапаҫ башында йоҡланығыҙмы ни? –  тип  мәсьәләне  асыҡларға тырышты ул.

– Әйттем дә инде, – тип асыулана биреп ҡуйҙы егет.

– Бергәме?

Шул саҡ Йәнтимер йүгерә-атлай эшкә килә ятҡан Сибәркәйҙе шәйләп алды.

– Ана, үҙе килә, үҙенән һора, ышанмаһаң, – тине лә ҡысҡырҙы: – Сибәркәй, оҙаҡ йоҡлайһың! Минең лапаҫ оҡшаны һиңә...

Тегеһе йоҙроҡ күрһәтте лә, мөдир ул-был өндәшкәнсе тип, аласығына инеп юғалды.

–  Шулай, Ғатич... – тине Йәнтимер. – Ярар, ләститте күп һаттыҡ. Комбайндарға һыпыртҡанда ла ярайҙыр инде. Бер кәмселегем бар: тик торорға яратмайым.

Сибәғәт уға ҡарап башын сайҡап ҡуйҙы, аҙыраҡ торғас, тағы сайҡаны.

– Эштәр... – тип мөңгөрҙәне, тиҙҙән тыуасаҡ мәҙәк ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтырырға тырышып.

Шунан:

– Бөгөн борсаҡҡа! – тине, Йәнтимерҙең  биленә шаплатып һуғып. Ул кисәге көндән ҡыҙарып-бүртеп сыҡҡан тубығын онотмай ине әле.

– И-их, борсаҡ өйрәһе бешертеп эсәбеҙ икән! – тине Йәнтимер, һәм ашығып, машинаһын ҡабыҙҙы.

Бөгөн дә эш һәйбәт барҙы. Борсаҡ шул тиклем уңған, комбайндар баҫыуҙың яртыһына етеп өлгөрмәй, ҡысҡырта башлай. Шнектан тупырҙап ҡойола инде кузовҡа. Үҙе тос, үҙе таҙа!

Йәнтимер төшкә тиклем дә бөтә шоферҙарға ҡарағанда күберәк рейс яһап өлгөрҙө. Уға ҡарап колхоз шоферҙары сәмләнде. Китте бында алыш, китте ярыш. Бер генә минутҡа ла туҡтарға иҫәптәре юҡ.

Ырҙын табағында төшкө аш мәле ине. Бисәләр, борсаҡ өҫтөнә һуҙылып төшөп, төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр һөйләй. Ҡайһы берҙәре шул тынлыҡты ла бушҡа үткәрмәй: бала-сағаһына ойоҡбаш бәйләй. Бөтәһе лә кемделер көтә ине.

Шоферҙарҙы ла берәм-берәм кереттеләр оҙаҡламай. Тик тегеләр торламай, сығып һыпыртыу яғын ғына ҡарайҙар. Ахырҙа Сибәғәт машинаһына һыу өҫтәгән Йәнтимер янына килде.

– Хәйерле көн, Танһыҡҡужин иптәш, – тип юхаланыбыраҡ өндәште ул.  – Әйҙә әле бер биш минутҡа һин дә кереп тор.

Йәнтимер иҫе китмәй генә:

– Унда миңә ни ҡалған? – тип һораны.

– Ни тип... Бер биш-ун минутлыҡ ҡына лекция ине. Агитатор килгән.

– Килһә, уҡыһын әйҙә. Ә мин бында уға кем?

– Кем түгел дә ул... Башҡа шоферҙар, һин инмәгәс, арандан һикереп сығып ҡасырға йыйынған кәзә бәрәстәре кеүек, һыпыртыу яғын ғына ҡарай.

– Бәй, һыпыртһындар, әлбиттә. Улар өсөн мин эшләргә тейешме ни?

– Ә лекция? – тип аптыраны мөдир.

– Кем уҡый һуң? – Йәнтимер башын күтәрҙе.

– Эй, шунда берәү... – тип сырайын һытты Сибәғәт, үҙенең дә быны бик хуп күрмәгәнлеген һиҙҙерергә тырышып.

– Ундай хөрт лектор булғас, инмәйем, – тине егет һәм кабинаһына ыңғайланы. Келәт алдында икеләнеп баҫып торған башҡа шоферҙар уға ҡарап-ҡарап ала     ине. – Сәүкәһен дәфтәренә сәпәһен дә ҡайтып китһен...

Инде былай ҙа барып сыҡмағанлығын аңлаған Сибәғәт хәйләләшергә булды. Йәнтимерҙең ҡолағына бышылданы:

– Мин ни, Танһыҡҡужин иптәш, үҙем өсөн тырышыуым түгел бит. Ни... Әнисә... Сибәркәйең инде, әллә һағынып өлгөргән. Ул көтә һине...

Йәнтимер ҡапыл үҙгәрҙе.

– Сибәркәйме ни?

– Эйе...

Йәнтимер кабинаһынан сыҡты, кәйефләнеп машина көҙгөһөнә ҡарап, сәстәрен төҙәткеләне. Үҙе ауыҙ эсенән генә күңелле йыр йырланы. Быны күреп, Сибәғәт, йөҙөнә бәреп сыҡҡан мутлығын йәшерергә тырышып, келәт эсенә һыпыртты.

Йәнтимерҙең ыңғайлағанын шәйләп, башҡа шоферҙар ҙа кире боролдо. Бында апаруҡ кеше йыйылып өлгөргәйне. Ишек төбөндәрәк Рембрандт тора.

– Кәйефтәр шәпме, сибәркәй? – тине ул, үҙенең бындалығына ҡыуанып. Тегеһе ситкәрәк күсте. Йәнтимер уға тағы ла һыйыныбыраҡ ултырҙы.

– Тик кенә ултыр! – тине Әнисә, үҙҙәренә күптән иғтибар иткән бисәләрҙән оялып. Ул ишек төбөндәрәк урын алған Рембрандтың асыулы ҡараштарын шәйләргә өлгөргәйне. Ҡыҙарынды.

«Кеше алдында, әлбиттә, килешмәй», – тип уйлап ҡуйҙы Йәнтимер һәм, ҡайҡайыбыраҡ ултырып, Әнисәнең сәс толомдары менән уйнарға  тотондо. Быны башҡалар күрһә лә, ҡыҙ һиҙмәне. Лекция башланды.

Лекция янғындан нисек һаҡланыу хаҡында ине. Йәнтимер түҙмәне, ҡулын һелтәне лә сығып китте. Машинаһын ҡабыҙҙы. Шунда машинаһын контроль үлсәүгә ҡуйырға кәрәклеген иҫенә төшөрҙө. Ғөмүмән, һәр рейсты иген тейәп килгәндә генә үлсәү ғәҙәте бар ине бында. Көнөнә өс тапҡыр буш машинаны контроль үлсәүгә ултыртаһың. Шул ауырлыҡты аҙаҡ йөк менән бергә  булған ауырлыҡтан алаһың да ташлайһың. Әле Әнисә кәрәк ине. 

Лекция тигәндәре бөткән, ахыры. Халыҡ сыға башланы.

– Сибәркәй! – тип ҡысҡырҙы Йәнтимер. Теге юҡ та юҡ, келәт алдындағылар рәхәтләнеп көлөшә. Йәнтимер ҙә шунда йүнәлде. Килһә ни күҙе менән күрһен: халыҡ ҡарап тора, ә Сибәркәй менән художник иген өҫтөндә аунаша. Берсә Әнисә егет өҫтөнә сыға, берсә егет ҡыҙҙы ҡыҫып ала. Бөтөнөһө шау-гөр һаһылдай.

– Әнисә, бирешмә!

– Әйүпов, нимә ҡарап ятаһың инде!.. – Быныһы Сибәғәттең тауышы. Ул, яңынан килеп ингән Йәнтимерҙе күреп, тиҙ үк шымды. Көлөүенән саҡ тыйылып тора.

Йәнтимер эргәһендәге шоферҙан һорай:

– Был ниндәй аттракцион?

– Ә-ә... Рембрандт Әнисәне үбергә бәхәсләште...

– Үбергә?.. – Йәнтимер бер аҙым алға атлап ҡуйҙы, уны эргәһендәге апай кеше еңенән тартып туҡтатты.

– Ҡаплама әле! Кәләше бит, үпһен инде...

– Нисек... нисек кәләше? – Йәнтимер апайҙың күҙҙәренән дөрөҫлөктө эҙләп кире боролғансы, Рембрандт Әнисәне ҡыҫып ҡосаҡлап үпкәйне инде. Бөтәһе лә:

– Булды, булды, маладис! – тип шаулашты. Әнисә күлдәген ҡағып:

– Тфү, мәсхәрә, ауыҙы бит әле, шапаҡ ауыҙ, тәмәке борҡоп, – тине һәм ҡулының һырты менән ирендәрен һөрттө. Кемдер шунда:

– Кис үҙең үбәһеңдер әле, – тип ҡысҡырҙы.

Ҡыҙ шулай ҙа шат ине. Быны күргән Йәнтимер, түҙмәне, осоп барып, Рембрандтты яғаһынан бөрөп алды.

– Һин нимә, художник, көлөргә булдыңмы? – Ул буйға оҙон, шыйыҡ күренһә лә, көтөлмәгәнсә көслө ине. Рембрандтты елтерәтеп ерҙән күтәреп, йоҙроғон йомарланы. Халыҡ аптырап ҡалды.

– Уй, Танһыҡ!.. – тип ҡысҡырҙы Сибәркәй, бының ҡулын тотто.

Йәнтимер, ахырҙа:

– Аттракцион ойошторҙоңмо,  худ-дожник... –  тине лә ҡаҡса буйлы Әйүповты иген өҫтөнә мәтәләтте.

Бер кем бер ни өндәшергә баҙманы.

 – Улым, шаярта ғына бит, көлмәй, – тине бая еңенән тартҡан апай. – Беҙҙә ҡайҙа ул ҡыҙҙарҙан көлөү. Мәрәкәләшеү бит был. Ауыл ерендә шулай инде, уйнап-көлөп тә алмағас... Ҡала түгел дә, ауыҙҙы гел турһайтып йөрөргә...

Йәнтимер Рембрандттың былай ҙа Әнисәгә рейс яһаған һайын йылмайып үткәнен һиҙә ине. Шул автоүлсәүгә машинаһын мендереп туҡтатһа, алтын тапҡан кешеләй ҡыуана. Ә Йәнтимергә был оҡшамай. Бер юлы шул үсен дә алырғамы әллә? Хәйер. Эш ваҡыты, ярамай. Тегендә комбайн көтәлер. Шулай ҙа иген таҙартҡыс артында боҫобораҡ торған Сибәғәткә бармаҡ янарға онотманы:

– Һин, Сибәғәт Ғатич, кешене кешегә һөсләтмә, бигерәк тә эш ваҡытында...

Тегеһе аҡланырға тырышты:

– Танһыҡҡужин иптәш, уйын бит...

– Бер ҙә уйын түгел, Ғатич, үҙ ҡолағым менән ишеттем. Художникка нимә тинең? Ә? Әйүпов, нимә ҡарап ятаһың инде, тип кем ҡысҡырҙы?.. Ә эш хаҡында мөдир ҡайғыртмай...

Сибәғәттең мыйыҡтары дерелдәне. Ҡапыл ҡатмарлашып киткән был ваҡиғаның тыныс бөтөүе барыһын да яңынан күңелләндереп ебәрҙе. Был ҡунаҡ егет әллә ысын ҡылана, әллә юрый, аңларлыҡ түгел ине шул. Ҡабатлап һаһылдаштылар.  Бигерәк тә «Ғатич» тигән һүҙ бисәләргә оҡшап ҡалды.

– Ғатич, елгәргескә ҡайһы иләкте ҡуяйыҡ?

– Ғатич, борсаҡҡа күсәйекме?

– Ғатич... – тип өҙлөкһөҙ яңғырап тик торҙо тирә-яҡҡа.

 

Йәнтимерҙең күңеле йомшаҡ шул. Мыштайып  ҡына машинаһы эргәһенә китеп барған Әйүповты туҡтатып:

– Ярар, ҡартлас, борсолма, – тип елкәһенә ҡулын һалды. – Донъя булғас, була инде. Тик был аттракцион ҡабатланмаһын! Ул бит ҡыҙ кеше. 

 

Эй-эй, оят, үҙеңде түбәнһеттең, художник!.. Теләйһеңме, мин һиңә яңы генератор бирәм...

– Бының бер шаригы етмәй тиһәм, егеттәр, эш өсөн үлеп       бара, – тип һөйләнде колхоз шоферҙарынан кемдер. – Ә унан өйрәнәһе нәмәләр беҙгә етерлек.

Шунда икенсеһе һүҙгә ҡушылды.

– Аҡса өсөн ҡыуалай инде.

Ләкин уға шунда уҡ ҡаршы төштөләр:

– Юҡ, аҡса өсөн түгел. Уның йөрәгендә беҙ аңламаған ниндәйҙер ихласлыҡ бар.

– Ярҙамсыл...

– Эйе, ярҙамсыл. Ана, Рембрандт  ватылып ултырғас, релеһын бирҙе. Әле һуң, тегенең машинаһы зарядка бирмәгәнде күреп йөрөй бит, өр-яңы генераторын тотторҙо ла китте. Ә ундайҙы бар тиҙ генә табып ҡара...

Шоферҙар таралышты. Рембрандт был юлы Әнисә яғына ҡарамай үтте. Тегенеһенең дә иҫе китмәне.

Кискә табан, сираттағы рейстан ҡайтҡанда, Йәнтимер машинаһын бушатты ла Әнисә янында туҡтаны. Машиналар, ғәҙәттә, сыҡҡан саҡта туҡтап тормай ине.

– Сибәркәй, салют! – тине    егет. – Хәлдәр нисек?

Ҡыҙыҡай Йәнтимерҙең күңеленең изге икәнлеген һиҙә ине. Уға ҡаршы йылмайҙы.

– Бөгөн дә иң күп центнер һинеке, – тине ул. – Ҡотлайым, Танһыҡ!

– Ул турала аҙаҡ. Кил әле   бында, –  егет уны бармағы менән ымлап саҡырҙы. Был минутта Сибәркәй уға йәл булып күренде. Рембрандтҡа кейәүгә сығырға йөрөгәнен комбайнерҙарҙан ишеткәйне инде. Матур ҡыҙ, һөлөк фекер өҫтәп ҡуйҙы: «Әйҙә, бәхетле булһындар, донъяла ҡыҙҙар бөтмәгән...»

Әнисә уның машинаһының подножкаһына менеп баҫты. Күҙҙәрен уйнатты.

– Мин һине йәлләйем,  Сибәркәй. – Йәнтимер ҡапыл тынып ҡалды. Уларҙың ҡараштары осрашты. Әнисә батырайҙы.

– Ә һин мине йәлләмә, –  тине ул. – Мин ундай йәлләтеп йөрөүселәрҙән түгел.

Йәнтимер икеләнде. Шунан:

– Сибәркәй, унда борсаҡты йыйҙырып бөттөләр. Комбайндар китте, –  тине,  ситкә  төбәлеп.  – Ә  художник... араҡы эсергә ҡалды... Йөгө бушатылмаған.

Ҡыҙ ҡапыл үҙгәрҙе.

–  Кем менән? Алдамайһыңмы?

Егет үпкәләне, тиҙлекте тоташтырҙы.

– Улайһа, төш машинанан! –   Тауышы ҡырыҫ яңғыраны, Әнисә үҙен ҡулға алды.

– Ғәфү ит, Танһыҡ. Кем менән ҡалды, зинһар өсөн, әйт әле?

– Ә һин художникты ташламаҫһыңмы?

Ҡыҙыҡай, «юҡ» тигәнде белдереп, башын сайҡаны.

– Һыу ташыусы менән. Миңә әйткәйнеләр, ҡалманым. Ниңәлер феләктәрҙәге һыуҙы түктеләр...

Әнисәнең ҡапыл ярһыуы йөҙөнә бәреп сыҡты. «Асыуланғанда бигерәк тә матур икән», – тип ҡуйҙы. Ул ҡуҙғалырға киткәс, ҡыҙыҡай мөдиргә ҡысҡырҙы:

– Сибәғәт ағай, минең урынға ҡалып тор әле, хәҙер ҡайтам, – тип кабинаның икенсе яғынан урап килеп машинаға ултырҙы. – Мин дә һинең менән...

Йәнтимер Сибәғәткә ҡул болғаны. «Юҡҡа мин уны битәрләнем», – тигән уй төштө     башына.

– Ғатич, пока!.. – тип ҡысҡырҙы. Уларҙың икеһенең бер машинаға ултырып алыуын күргән мөдир йылмайҙы.

– Уңыш теләйем, – тип үҙенсә аңлап, ҡул болғаны. – Сәғиҙә апайға ҡоймаҡ ҡойорға әйтеп ебәрермен...

Яланғасланып ҡалған борсаҡ баҫыуына еткәндә киске эңер төшкәйне инде. Рембрандттың машинаһы шунда тора, машина янында оҙон арба егелгән ат сапсына.

– Һин «художник»ты әрләмә инде, ул насар кеше түгел, – тип һөйләнә Йәнтимер. Ирендәрен ҡымтыған ҡыҙыҡай өндәшмәй.

Килеп туҡтанылар. Тегеләр, Әнисәне күреп, һиҫкәнделәр. Ләкин киң йылмайыусы Йәнтимерҙе күргәс, тынысландылар.

– Һый  бөткәс  килдегеҙ  бит

 әле, – тип буш шешәне ситкә тибеп осорҙо Рембрандт, ҡытырҙап ҡыяр сәйнәп. Һыу ташыусы ир уға ярамһаҡланып көлдө.

– Бәлки, ҡунаҡ шоферҙыҡы барҙыр...

Әнисә әкрен генә тегеләргә яҡынлашты ла оҙон арбаға йығып һалынған феләктәрҙе берәм-берәм асты. Эсенән ҡамыл өҫтөнә шыптырҙап борсаҡ ҡойолдо.

– Э-эһе, өйрәлек, еңгәгеҙгә... – тип кеткелдәне һыу ташыусы.

Шул саҡ Йәнтимер кабина эскәмйәһенә лыпын ултырғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Сибәркәй өндәшмәй генә йылмайып баҫып торған «художник»тың сикәһенә уңлы-һуллы сабып ебәрҙе. Күҙ асып йомған арала булды был.

– Ә хәҙер кире бушатығыҙ! – тип бойорҙо Әнисә икеһенә лә. Үҙе, күҙҙәрен ҡаплап, Йәнтимер машинаһына йүгерҙе.

– Киттек, тиҙерәк, Танһыҡ!.. – тине ул, һулҡылдап.

Ҡуҙғалып юлға сыҡтылар. Ситтән теге икәүҙең феләктәрҙе машинаға бушатыуҙары  күренде.  Шунан  һыу ташыусы атына сапты ла ауылға ҡарай тураға елдерҙе.

«Харап иттем, – тип әсенде Йәнтимер. – Бер-береһен ныҡ яраталар, тип һөйләйҙәр ине...»  Ул машинаһын ырҙын табағына ҡарай борҙо. Ләкин баянан бирле өндәшмәй ултырып килгән Әнисә уның яурынына ҡағылды.

– Унда һинең Ғатичың үлсәп, ҡабул итер әле. Әйҙә, Нурлыкүлгә  төшөп һыу инәйек...

«Һе, бөттө, емерелде художниктың мөхәббәте. Был бөтөнләй миңә әүрәне. Һөлөк! Да, үҙен күрмәйенсә үк ауыл советына барып яҙылырлыҡ шул, Сибәркәй!..» Шулай ҙа машинаһын күл буйына туҡтатты.

Киске эңерҙә рәхәтләнеп һыу ҡойондо улар. Һыу йылы. Арығанлыҡ бөтөп ҡалғандай итте. Сығып кейенә башланылар. Йәнтимер Әнисәнән күҙҙәрен алмай. Уның һыны мәрмәрҙән ҡойолған кеүек һоҡланғыс ине. Аҙаҡ, ҡыҙыҡайҙан тартынып, артына боролдо. «Үҙе риза булһа, өйләнергә кәрәк», – тип уйланы ул.

Ырҙын табағы алдына килеп туҡтағас, Әнисә ҡапыл егеткә боролдо. Күҙҙәре яңынан күңелле йылтыраны.

– Танһыҡ, – тине ул, һәм, икеләнгәндән һуң, дауам итте. – Танһыҡ... Бөгөнгө хәл тураһында бер кемгә ләм-мим, йәме! Мин уны үҙем...

Шунан, ергә һикергәс, йәнә кабинаға үрелде.

– Киләһе ялға тиклем булаһыңмы әле һин беҙҙә?

– Булам.

– Улайһа, мин һине туйыбыҙға саҡырам. – Әнисә, ҡулын болғап, ырҙын табағы эсенә йүгерҙе.

Йәнтимер һис ни аңламаны. Гүйә, уның башына күҫәк менән тондорҙолар инде. Әллә күпме иҫәңгерәп ултырғас ҡына, нимә әйтергә белмәйенсә:

– Сибәркәй... – тип бышылдап ҡуйҙы.

(Аҙағы. Башы 3-сө һанда.)

Автор:
Читайте нас