+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
22 Май 2025, 18:03

Ринат Камалдың “Ғүмерем китабы биттәре” тип аталған ижад кисәһе

22 май Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, талантлы прозаик Ринат Камаловтың ижад кисәһе үтте.

Ринат Камалдың “Ғүмерем китабы биттәре” тип аталған ижад кисәһеРинат Камалдың “Ғүмерем китабы биттәре” тип аталған ижад кисәһе
Ринат Камалдың “Ғүмерем китабы биттәре” тип аталған ижад кисәһе

Кисәгә яҙыусының ижадташ дуҫтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар, студенттар, йырсылар һәм китап һөйөүселәр саҡырылғайны.

Килгән ҡунаҡтар яҙыусының тормошо, ижады хаҡында һөйләне. Ринат Камаловтың кеше булараҡ та, яҙыусы булараҡ та үҙенсәлекле яҡтарын асып һалды, маҡтау һүҙҙәре лә, бер аҙ тәнҡит һүҙҙәре лә булды.

Ижад кисәһендә Милли китапхана хеҙмәткәре Шәүрә Рауил ҡыҙы Ниғмәтуллинаның яҙыусының тормошо буйынса фоторәт эшләп, талғын матур музыка аҫтында биреүе отошло булды. Ринат Камаловтың тормошо тулайым булып күҙ алдына баҫты, үткәндәргә алып ҡайтты, бәхетле минуттарҙы иҫкә төшөрҙө.

М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенттары бик ҡыҙыҡлы сығыш әҙерләгән: улар һәр береһе яҙыусы ижадын өйрәнгән ғалимдарҙың хеҙмәттәренән цитаталар уҡып ишеттерҙе. Ринат Камалдың ижадына бер аҙ экскурс яһалды.

Артабан һәр саҡырылған ҡунаҡҡа һүҙ бирелде Ҡәҙим Аралбаев яҙыусыға кәңәштәрен бирҙе. Марат Аҙнабаев Ринат Камаловтың бер йыл медицина белем биреү учреждениеһында уҡыуын иҫкә төшөрҙө һәм яҙыусының иҫ киткес егәрлелеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Таңсулпан Ғарипова әҙиптең һәр ваҡытта ла үҙе булып ҡалыуын, тура әйтергә яратыуын, тәнҡитләп тә ебәреүен билдәләне. Яҙыусылар ҡатнашлығындағы бындай сараға тәүге тапҡыр килеп эләккән Әхтәм Әбүшахманов  әҙәбиәттең халыҡ өсөн ни тиклем мөһим булыуын билдәләне, прозаның ғына түгел драматургияның да үҫтерелергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ғиниәт Ҡунафин һүҙ оҫтаһының романдары тураһында, уларҙың иң төп үҙенсәлектәрен күрһәтеүсе цитаталарҙы табып, яҙып алырға кәрәклеген алдағы көндәргә маҡсат итеп ҡуйҙы. Миңлеғәле Нәҙерғолов, прозаиктың курсташы, бөгөнгө кисәнең Ринат Камалға ғына түгел, ә тотош әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, тарихҡа ҡағылышлы булыуын билдәләне һәм әһәмиәтен күрһәтте. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина әҙиптең яҡшы атай булыуын һәм балаларының башҡортса белеүҙәре, иркен аралашыуы тураһында һөйләне. Гөлнур Нәбиуллина, һүҙ оҫтаһының ижадын ғилми нигеҙҙә өйрәнеүсе булараҡ, уның әҫәрҙәренә ҡыҫҡаса анализ үткәрҙе. Флүр Ғәлимов иһә Ринат Камалдың һәйбәт стратег, тәрән аҡыллы аҡһаҡал булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ғөмүмән, сара һәр кеше өсөн дә бик файҙалы булды. Ринат Камалов килгән ҡунаҡтарға үҙенең “Һайланма әҫәрҙәре”н һәм “Публицистика”  (1-се том) тигән китабын бүләк итте.

Сара бик йылы булды, киләсәктә яңы эштәргә рухландырҙы.

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас