

– Ә, эйе, – тип Әлфис тағы тауышын ҡалынайтып, ҡысҡырып һөйләргә тотондо. – Мин, солтан, әмер бирәм: Байрас, бар, клубҡа сыҡ, миңә иң матур ҡыҙҙы алып ҡайт, ҡунаҡ ҡыҙы булһын!
Сөмбөлдөң шишмәләй сылтырап көлөүе бөтә өйгә таралды. Байрас, ҡысҡырып көлмәҫ өсөн, ауыҙын ҡапланы.
– Солтаным, һиңә нисә ҡатын кәрәк һуң?
– Миңә өс йөҙ ҡатын положено.
Уның был һүҙҙәренән бөтә өй гөрләне.
– Улым, бер үҙеңә күп булмаймы һуң ул өс йөҙ ҡатын? Бында бит ике генә бүлмә.
– Һарайҙа урын етерлек – һыйырҙар әле.
– Эй, улым, ҡайҙа күргәнең бар ҡатындарҙы һарайҙа тотҡанды? – тине атаһы, күҙ йәшен һөртә һөртә.
– Ниңә, китапта бит «солтандың өс йөҙ ҡатыны булған, барыһы ла хан һарайын да йәшәгән» тип яҙылған.
– Һуң, улым, улар бит хан һарайында йәшәгән, мал һарайында түгел.
– Һарай – һарай инде.
Сөмбөл тағы сылтыратып көлөп ебәрҙе.
Байрасҡа был мөйөштә шундай рәхәт ине. Ләкин барыбер ниндәйҙер ситһенеү һиҙелә, нимәлер етмәй, һәр кем үҙен ғәйепле тоя. Ярай әле, Әлфис бар. Ул булмаһа, был ауырлыҡты нисек еңерҙәр ине. Байрас үҙе көлдө, үҙе ҡаш аҫтынан Сөмбөлдө күҙәтте. Ул түңәрәкләнгән, бәләкәй генә кәүҙәһе менән бындай ҡорһағын нисек күтәреп йөрөйҙөр. Ә үҙе һаман да һөйкөмлө, күркәм, сәстәре үҫеп, тул ҡынланып иңенә төшкән, йөҙөндә ауырлы ҡатындарға ғына хас гүзәллек сағыла.
«Ҡайһы яғы менән үҙенә тарта һуң ул мине? Күпме ҡыҙҙар оҙаттым, күпме ҡыҙҙы ҡостом, үптем, ләкин береһе лә мине үҙенә ҡарата алманы. Ә ул нимә менән әсир итте һуң? Ҡарап тороуға башҡа ҡыҙҙарҙан артыҡ бер ере юҡ. Был өсмөйөш төң төйөнөн кем сисер?»
Байрастың үҙенә онотолоп ҡарап ултырыуын һиҙгәс, Сөмбөл янында ятҡан мен дәр менән үҙенең эсен ҡапланы. Ике күҙ ҡарашы бергә осрашып, эләгеп ҡал ды. Үрелһәң, ҡул етерлек ара. Ҡосағыңа һурып ал да башыңды ошо тул ҡын ланып торған ҡуйы сәстәр араһына һал. Суҡынып китһен донъяһы ла, выжданы ла, ағаһы ла.
Байрас, үҙенең уйҙарынан, хистәренән ҡурҡып, кинәт һикереп торҙо ла, унан бынан тиҙ генә кейенеп, урамға сығып китте. Уның бер ҡайҙа ла барғыһы килмәне, сыҡты ла ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә ултырҙы.
– Йә Хоҙайым, ниндәй гонаһтарым өсөн бындай ғазаптарға һалдың, күпме дауам итер был?
* * *
Бер аҙна уҙып китте, тағы йома етте. Сөмбөл, был аҙнала ла Булат ҡайтмаҫмы икән, әллә Әлфис һөйләгән күрше ауылға китерме икән, тип борсола башланы.
Йөрәген көнсөллөк уты яндырҙы, ниндәйҙер кәмһенеү хисе баш ҡалҡытты. Төндәрен йүнләп йоҡламай, аяғөҫтө үткәрә ине. Бала ҙур булғанлыҡтан, эсе һыҙлай, ни ултырып, ни баҫып тора алмай. Төн буйы тәҙрәнән күҙен алмай, тәбиғәткә яҙ килеүен күҙәтә, баҡсала ҡар ҙа әкренләп ирей бара. Яҙҙың һәр көнөндә күпме ғашиҡтар табыша, ә көҙөн улар йә ҡауыша, йә улар кеүек айырылыша ла, өмөтләнеп, киләһе яҙҙы көтә башлай. Яҙҙар йыл һайын килә, тик һәр кешенең тормошонда бер ҡабатланмаҫ яҙы була. Ул шул яҙҙы ғүмере буйы
һағынып, хәтер мөйөшөндә ҡәҙерләп һаҡлай...
Сөмбөл, кейенеп, тышҡа сыҡты, ишек алды буйлап арлы бирле йөрөнө.
Быйыл өйҙән сыҡмағас, гөрләүектәр ағыуын да күрмәне. Яҙын сылтырап аҡҡан гөрләүектән дә сихри нәмә бармы икән? Әллә ҡайҙа ятҡан ҡарҙар иреп, ашыға ашыға, үҙҙәренә юл асып ағып килә. Уларға тауҙарҙан төшкән гөрләүектәр эйәрә, этешә төртөшә оло юлға сығалар, үҙ ара ниҙер серләшәләр. Шул гөр лә үек
тәргә ҡушылып ағып китһә ине уның да һағыштары! Ул да ҡасан ғына бала ине, гөрләүектәр йыра йыра шаяра ине, уның тиҙерәк үҫкеһе, үҫеп етеп, матур егет осратып, бәхетле булғыһы килә ине. Яҙҙарҙа саф мөхәббәт килеренә ышанып, барлыҡ йәш ҡыҙҙар кеүек, хыял донъяһына сумып йәшәне. Кинәт килде уның яҙы, килде лә гөрләүектәй бөтөрөп алып китте оло тормошҡа, артта ҡалған баласа ғына ҡул болғарға ла өлгөрмәне.
Әсәһе: «Үҫергә ашыҡма әле, балам, гөрләүектәр киткәндә һаҡ бул», – тип ни эшләп киҫәтмәне икән, әллә әйтеп тә ишетмәнеме икән?
– Ҡыҙым, әллә ауырыйһыңмы? Нишләп бында баҫып тораһың, иртә бит әле, – тине Шәфҡәт ағай. Ул уны күптән күҙәтә ине. Килененә ауыр булғанын бик яҡшы аңлай, уға ярҙам итә алмауына ҡайғыра. Йөрәге әрнейҙер был баланың, Булаты ла һирәк ҡайта. Бына бөгөн ҡайтһын ғына, еткән буйына ҡарап тормаҫ.
Сөмбөл бер ваҡыт китеп барһа, үкенер әле улы, кемде юғалтҡанын аңлар, ләкин һуң булыр.
Сөмбөл йома көндө иртәнән үк тулҡынланып кисте көтә башланы.
– Бөгөн киске ашты үҙем әҙерләйем, ҡәйнәм, ҡаланан эшселәр ҙә ҡайта.
Булат менән Байрас ҡайтҡанда, Сөмбөл сәскәле, аҡ яғалы халатын кейеп, башына яулыҡ бәйләп туҡмас киҫә ине.
– О о, һағындым, еңгәм, туҡмасыңды! Һаумыһығыҙ, бына беҙ ҙә ҡайтып ет тек. Сөмбөл, күлдәгең бигерәк матур булған, – тине Байрас, күңелле генә һуҙып. Ул булған ерҙә һәр ваҡыт шулай инде, бар нәмә хәрәкәткә килә, һәр нәмәгә йән керә.
– Эйе, ҡәйнәм алып бирҙе. Йә, әйҙәгеҙ, йыуынығыҙ ҙа ашарға ултырығыҙ, – Үҙе Булатҡа күтәрелеп ҡарамаҫҡа тырышты. Ағайҙарының тауышын ишетеп, Әлфис йүгереп сыҡты.
– Ҡайҙа, миңә нимә алып ҡайттығыҙ?
Ағалары яратҡан энеләренә кеҫәләренән кәнфит һағыҙ сығарып бирҙе. Әлфис күстәнәстәренең яртыһын кеҫәһенә һалды, ҡалғанын Сөмбөл апаһына бирҙе.
– Быныһы һиңә, – тип хәйләкәр йылмайҙы.
– Эй, солтаным, рәхмәт инде. Һин бигерәк йомартһың.
– Һин миңә туҡмасты күберәк һалырһың, йәме, мин туҡмас яратам. Сөмбөл беренсе тәрилкәне ҡайныһы алдына килтереп ҡуйҙы, унан – ҡәйнәһенә, унан – ҡалғандарға, иң һуңғы итеп үҙенә һалып алды.
– Әсәм һәр ваҡыт ашты иң беренсе миңә бирә, ә һин һуңғы итеп һалдың, ярай әле, туҡмасы ҡалды.
– Был өйҙә кем иң олоһо?
– Атай менән әсәй.
– Шулай булғас, оло кешеләрҙе хөрмәт итергә кәрәк. Бына һин дә үҫеп, атай булғас, ашты иң беренсе һиңә бирерҙәр.
Ҡайныһы был һүҙҙәрҙән уңайһыҙланып та, ғорурланып та ҡуйҙы: «Йәп йәш башы менән ҡайҙан белә был бала, атаһы ла юҡ».
– Килен, ашың бигерәк тәмле булған, туҡмастары бигерәк нәҙек, кем өйрәтте һине былай аш һыу әҙерләргә?
– Минең бит өләсәйем, әсәйем бар, улар мине бөтә нәмәгә өйрәтте, – тине Сөмбөл оялып ҡына. Киске ашты ашағас, ҡәйнәһе менән Сөмбөл өҫтәл йыйыштырып ҡалды. Байрас клубҡа йыйынды. Әлфис, тиктормаҫ:
– Ағай, бөгөн ҡунаҡ ҡыҙҙары күп ҡайттымы? – тип һорап ҡуйҙы.
– Ҡайттылар, ҡайттылар, ләкин һинең батшалыҡтың да хужаһы ҡайтты бит. Бөгөн үҙең ҡайҙа йоҡларһың инде, Солтанай?
– Ҡайҙа булһын, апайым янында.
– Ә ағай ҡайҙа?
– Беҙ уны күптән батшалыҡтан диванға сығарып аттыҡ инде.
– Ниңә? – тип һүҙгә аталары ла ҡушылды.
– Оҙаҡ ҡайтмағанға. Ана, күрше ауыл батшалығына барһын.
– Ах, телеңә телсә сыҡҡыры, бөгөн үҙ урыныңа ятырһың, – тине Шәфҡәт ағай төпсөк улына, асыуланып. Булатҡа ла ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарап: – Һин дә! –тине.
Сөмбөл улар һөйләшкәнде ишетмәне, был ваҡытта аш бүлмәһендә ҡәйнәһе менән ниҙер эшләй ине. Эш бөткәс, Сөмбөл, ғәҙәттәгесә, үҙ мөйөшөнә, Әлфис батшалығына инмәксе итте. Һикелә баш эйеп ултырған Булатты күреп, кинәт ситенһенеп туҡтап ҡалды. Ни алға, ни артҡа барырға белмәне, Сөмбөл артҡа боролоп китмәксе ине, телевизор ҡарап ултырыусы ҡайныһын күреп, һикегә ултырырға мәжбүр булды. Сөмбөл Булаттың күҙ ҡарашынан да ситһенә, Булат уны күрә алмайҙыр кеүек тойола.
Булат бер аҙҙан Сөмбөлгә табан боролдо ла текәлеп ҡарап ултыра башланы.
Сөмбөлдөң йөрәге табан аҫтына төштө: «Күҙ ҡарашы менән яндырып үлтерәйем, ти, ахырыһы». Булат, үрелеп, Сөмбөлдөң сәсенә ҡағылды. Сөмбөл һиҫ кә неп китте.
– Сәстәрең бөҙрә икән, бик матур булып үҫеп килә, – тине ул әкрен генә тауыш менән.
– Эйе, үҫтеләр шул, бала тыуғансы киҫергә ярамай, тиҙәр. Ҡотолғас, киҫтерермен әле.
– Юҡ, киҫтермә, һиңә былай нығыраҡ килешә. Асыуланмаһаң, тотоп ҡарайым әле, – тип Булат ҡулын әкрен генә уның эсенә ҡуйҙы.
Сөмбөл ни әйтергә лә белмәйенсә, эҫеле һыуыҡлы булып, һелкенергә лә ҡурҡып ултырҙы. Әлфистең шаршауҙы кинәт асып ебәреүенән икеһе лә, хыянатта тотолған кешеләрҙәй, һиҫкәнеп ҡуйҙы.
– Нимә, тибенәме? Уны бына былай итеп тыңларға кәрәк, – тине лә ҡолағын еңгәһенең эсенә ҡуйҙы. – Ай, бына бына, ай, ҡолаҡҡа типте. Һин дә бына шунда ҡолағыңды ҡуй. Ул, беләһеңме, ниндәй көслө, кил, ҡуй ҡолағыңды.
Булат нишләһен, иҙәнгә шыуып төштө, теҙләнеп, ҡолағын Сөмбөлдөң эсенә ҡуйҙы. Ысынлап та, бала бер нисә тапҡыр ҡаты ғына һелкенеп алды. Булат, үҙе лә һиҙмәҫтән, Сөмбөлдө ҡулдары менән ҡосаҡлап алды, үҙендә ниндәйҙер рәхәт хистәр уяныуын тойҙо. Әкрен генә башын күтәреп, Сөмбөлдөң йөҙөнә ҡараны.
Сөм бөл, уның күҙ ҡарашын күтәрә алмайынса, башын ситкә борҙо, ә йөрәге ситлеккә эләккән ҡош кеүек, тибеше хатта ҡолағы төбөндә яңғырағандай булды.
– Ишеттеңме? Нисек ҡаты тибә, ә? Мин көн дә апайымды ҡосаҡлап ятам. Ул унда көнмө төнмө икәнен күрмәй, әй тулай, әй тулай, апайымды йоҡлатмай ҙа.
Үҫеүен үҫә, тик бына нисек сығаһын ғына аңламайым.
– Әлфис, урыныңа инеп ят! – тип ҡысҡырҙы атаһы.
– Атайым бында инмәҫкә ҡушты, ағай, бөгөн һин солтан, – тип бышылданы
Әлфис сығып барышлай.
Булат йылмайҙы ла:
– Беҙ ҙә ятайыҡ инде, – тип сисенеп менеп ятты.
Сөмбөл һике ситендә ятҡан мендәргә башын терәне, Булаттың ҡарашы уның арҡаһын көйҙөрҙө.
– Сөмбөл, Сөмбөл, аңла, мин үҙем менән бер ни эшләй алмайым. Беләм: һиңә лә ауыр, миңә лә ҡыйын. Нишләргә һуң беҙгә?
– Ҡайғырма, күп ҡалманы. Бала тыуғас, әгәр иҫән ҡалһам, мин бында ҡайтмам. Әгәр минең менән берәй хәл булһа, баланы ташлама, ҡәйнәм менән ҡайным үҙҙәре иҫән саҡта йәтим итмәҫ. Мин һинең муйыныңа ғүмерлеккә аҫылынған таш түгел, ҡурҡма, – тип бышылданы Сөмбөл.
Булат был һүҙҙәрҙән һуң бер ара тын ятты, унан әкрен генә ҡосаҡлап, Сөмбөлдө үҙенә тартты.
– Ни һөйләйһең һин? Йәш бала менән ҡайҙа бармаҡсы булаһың? Мин бит
һине ҡыумайым.
– Мин ҡыуғаныңды көтөргә теләмәйем. Әсәйем янына ҡайтырмын, аңлар әле. Әсәйем индермәһә, Вера апайға барырмын, ул һәр ваҡыт мине үҙенә саҡыра.
– Ә бала?
– Әгәр иҫән һау ҡотолһам, мин ҡайҙа, ул шунда буласаҡ.
Булат, ауыр һулап, күҙҙәрен уның ҡуйы сәстәре араһына йәшерҙе, ҡыҫыбыраҡ ҡосаҡланы. Күҙ йәштәре сәс араһына тулды. Йөрәк түренән ҡайнар хистәр ташып сыҡты, йәлләп тә, һөйөп тә сәстәренән шашып шашып үпте. Үҙ үҙе менән көрәшеп арыған Сөмбөл ҡаршы килмәне, уның ял иткеһе, бер аҙға ғына булһа ла онотолғоһо килде. Булатты шундай ярата, уны шундай һағынды, ул ҡағылған һәр ере ут булып янды. Булаттың уны яратып түгел, бәлки, йәлләп кенә ҡосаҡлауын да, башҡа кеше менән сағыштырыуын да, барыһын, барыһын
ситкә ҡуйып, тағы бер минутҡа, тағы әҙ генә үҙен һауала осҡан ҡаҙ ҡауырылай хис итте. Улар күҙ йәштәре кипкәнсе үбеште, унан ҡосаҡлашып йоҡлап киттеләр.
Булат таң алдынан кинәт уянды. Янындағы буш мендәрҙе күреп, кисәге хәл төш кенә булдымы икән ни, тип аптырап ҡалды. Нисек шулай килеп сыҡты һуң?
Ниңә үҙен тыя алманы? Сөмбөл ни тиер, ул бит уға тағы киләсәккә өмөт бирҙе.
Хәйер, һәр ваҡыт шулай булды, әҙ генә яҡын килдеме, Сөмбөл тыны менән үҙенә тар тып ала. Булат бик оҙаҡ уйланып ятты, ләкин Сөмбөл күренмәне. Тороп, аш бүлмәһенә сыҡты, тәҙрәгә күҙе төштө. Сөмбөлдөң баҡсала ҡарт алмағасҡа арҡаһы менән һөйәлеп баҫып тороуын күрҙе, тын ғына уны тәҙрәнән күҙәтте.
Унан, тиҙ генә кейенеп, алма баҡсаһына сыҡты. Улар, өндәшмәй генә, бер береһенә бик оҙаҡ ҡарап торҙо. Беренсе булып Сөмбөл телгә килде.
– Йәлләмә мине, үткән төн өсөн үҙеңде ғәйепле һанама. Беҙ икебеҙ ҙә ғәйепле.
Ҡурҡ ма, барыһы ла, төш булып, үткән төндә ҡалды. Ваҡыт уҙыр, беҙ ҙә ошо алмағас кеүек ҡартайырбыҙ. Күрәһеңме, күпме ботаҡтарын киҫкәндәр, шулай ҙа йәшәй бит. Һәр беребеҙ үҙ баҡсаһында йәшәр әле, – тине лә Сөмбөл, боролоп, әкрен генә өйгә инеп китте.
Беренсе май етте. Был көндө бөтә ауыл йәштәре әрәмәгә сыға. Яҙҙың иң татлы, иң матур ваҡыты: йәш елкенсәктең күңеле елкенә, үҙҙәрен осар ҡоштай хис итәләр. Ауылға төтөн еҫе тарала, баҡса эштәре башлана. Кис етеүгә, йәштәр, тыр тыр килеп, матайҙа елдерә.
Иртәгә – Беренсе май. Ҡала халҡы бөгөн кис ауылға ағыла башлай. Булат менән Байрас та ҡайтты. Улар өйгә килеп ингәндә, Сөмбөл, ғәҙәттәгесә, аҡ яғалы
халаттан, башына бәләкәй генә яулығын бәйләгән, аш бүлмәһендә ҡайнай ине.
Иҫәнләшкәс, һәр ваҡыттағыса йылмайып, уларҙы өҫтәл янына саҡырҙы. Сөмбөл, өйҙәгеләрҙең күңеленә яҡшы булып ҡалайым тип, гел йылмайып йөрөргә, күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә тырыша ине. Уға был йортта йәшәргә күп ҡалманы, бала тыуғас, ул инде бында башҡа ҡайтмаясаҡ.
Ашағанда аталары улдарына:
– Иртәгә айырым эшегеҙ булмаһа, баҡса ҡаҙырбыҙ, тиҙәк сығарырбыҙ, ваҡытығыҙҙы самалағыҙ, – тип фекерен белдереп ҡуйҙы.
Икенсе көндө бөтәһе баҡсала эшләне. Көслө өс ир, ых та итмәй, бөтә ерҙе таҙартып, ҡаҙып сыҡтылар, матур түтәлдәр яһанылар. Сөмбөл уларҙың эшләгәнен
һоҡ ланып ҡарап торҙо.
– Кил, ултыр, килен, ял ит, һин бит гел аяғөҫтө, – тине ҡайныһы. – Мин дә
ултырам, арыным.
– Беҙ үҙебеҙҙә әсәйем менән аҙналар буйы ҡаҙынабыҙ, ә һеҙ бер көндә бөтөрҙөгөҙ. Әсәйем хәҙер бер яңғыҙы нишләйҙер инде, үҙе көн буйы эштә, мин дә юҡ.
– Туҡта, килен, улайһа, иртәгә үк был икәүҙе ҡоҙағыйға булышырға ебәрәм.
Сөмбөл, һөйөнөп, ҡайныһына ҡараны.
– Барырҙармы һуң? Мин дә улар менән ҡайтып килер инем.
– Юҡ, килен, һин өйҙә генә ултыр. Һиңә юлға сығырға ярамаҫ. Улар, ана, матай менән генә барып ҡайтырҙар.
– Бик яҡшы булыр ине, эй, әсәйем һөйөнөр инде. Беҙгә бер ҡасан да бер кемдең ярҙамлашҡаны булманы, утынға ла, бесәнгә лә гелән икебеҙ йөрөнөк.
– Борсолма, барыһы яҡшы булыр, килен, булышырбыҙ... Һин бер аҙ сабыр ит, бала тыуғас, үҙгәрер ул. Һин түҙ инде, килен, түҙ. – Шәфҡәт ағай әллә үҙен, әллә киленен йыуатты. Сөмбөл, һүҙҙе икенсегә бороп:
– Ҡайным, бына ошо үләнлектә йәйге кухня яһап бир әле беҙгә, – тине.
– Уныһы нисек була?
– Ҙур өҫтәл, эскәмйәләр, бына бында мейес, һауыт һаба ҡуйыр өсөн бәләкәй генә өҫтәл. Самауыр ҡуйып сәй эсербеҙ, – тине Сөмбөл. Әҙерәк уйланып торғас,
моң һоуланып: – Әсәйемдең баҡсаһында шулай, – тип өҫтәне. – Оҙаҡламай алмағастар сәскә ата, бында иҫ китмәле матур буласаҡ.
– Ярай, килен, уйлармын.
Кис етеүгә ҡарамаҫтан, ҡайныһы баҡсаға таҡталар индереп тултырҙы.
Икенсе көндө эштән ҡайтыу менән, Сөмбөл һораған ожмах ояһын яһай ҙа башланы, Әлфис тә булышты.
– Атай, шәп була был!
Әсәләре, улар эшләгәнде ҡарап:
– Атаһы, ни була был? Баҡсаға һарай яһарға уйланыңмы әллә? – тип аптыраны.
– Солтан менән Солтанбикәгә ожмах ояһы яһайым. Әсәһе, киленгә күп ҡалдымы әле?
– Май уртаһы инде.
– Бәлки, ул яңылышҡандыр, мин әйтәм, дөрөҫ һанамағандыр.
– Бер генә тапҡыр булғандар, – тине Гөлфиә апай, бышылдап, – Булаттың башҡа ҡағылғаны юҡ, ти. Шул көндән һанаған.
– Ҡалған көндәрҙә нишләп йөрөгән?
– Уныһын инде малайыңдан һора. Ҡайҙа һуң әле үҙҙәре?
– Ҡоҙағыйға булышырға ебәрҙем.
Сөмбөлдөң әсәһе Сания апайға егеттәр бик иртә килеп инделәр.
– Һаумыһығыҙ, бына, ярҙамға килдек. Ниндәй эштәрең бар, барыһын да күрһәт, өлгөргән тиклем эшләрбеҙ.
Сөмбөлдөң әсәһе һөйөнөсөнән нимәгә тотонорға белмәне. Уға әле, былай ярҙам ҡулы һуҙып, бер кемдең дә килгәне юҡ ине.
– Белмәйем инде, балалар, эш күп ул, ҡайһыһын ҡушайым икән һуң?..
Иртәнге сәйҙе эстеләр ҙә эшкә керештеләр. Кис еткәндә баҡса ҡаҙылған, ҡоймалар турайған, утындар ярып өйөлгән, һарайҙар тап таҙа йыйыштырылған
ине. Сания апай уларҙы маҡтап туя алманы. Егеттәр, һуң ғына киске ашты ашап, ҡайтырға ҡуҙғалды.
– Сөмбөл бәпесләһә, бер үк хәбәр итегеҙ. Кейәү, килеп һөйөнөсөн алып китерһең.
Булатҡа «кейәү» һүҙе ҡыҙыҡ булып тойолдо, ул үҙен бер ҙә кейәү итеп һанамай ине.
Үҙ ауылдарына ҡайтып еткәс, матайын ауыл башында туҡтатты:
– Байрас, һин өйҙә күренмәй тор, клубҡа бар, берәй ҡыҙҙы оҙат, өйҙә һинең ҡайтҡаныңды белмәһендәр. Минең бараһы ерем бар. Төнгө икенән дә һуңға ҡалмам, ҡапҡа төбөндә көт.
Энеһе ауыҙын асҡансы, Булаттан елдәр иҫте. Байрас, туҙанлы килеш ҡайҙа барырға белмәйенсә, аптырап ҡалды. Ярай инде, йылғаға төшөп бит йыуырға, өҫтө ҡағырға ла клубҡа инеп сығырға булыр. Арытҡан. Ҡайтып йоҡлайһы ғынала бит, өйҙәгеләргә, ағай күрше ауылға еңгә янына китте, тиһенме? Сөмбөл
уның ҡатыны булһа, шулай бала көтһә, ул хәҙер ҡәйнәһендә рәхәтләнеп ҡунаҡ булып, иртәгә генә ҡайтыр ине. Сөмбөл йылмайып уны ҡаршылар, ул уны ҡо саҡлап үбер ине. Уның ирендәре үҙҙәре үк «үп мине, үп мине» тип саҡырып тора. Байрас, татлы хыялдарға бирелеп, йылмайып ҡуйҙы. Эх, ағай, ни үҙеңә, ни башҡаға... Байрас сылтырап аҡҡан һай ғына Ҡыйҙаш йылғаһына төшөп, бит ҡулын йыуҙы. Салбарын теҙгә тиклем һыҙғанып, йылға уртаһынан ашыҡмай ғына ҡараңғылыҡҡа атланы. Йылға өҫтөндә тулған ай йөҙә. Байрас бер аҙ уға ҡарап торҙо ла ауыр һулап ҡуйҙы. Нимә эшләргә? Клубҡа ла барғыһы килмәй...
Сөмбөлдө алып ҡайтҡандан бирле уның өйҙән бер ҡайҙа ла сыҡҡыһы килмәй. Уның янында һөйләшеп кенә ултырырға ла риза...
Ағаһы ҡайтҡансы ваҡытты этеп төртөп үткәрҙе Байрас. Булат менән иртәнге сәғәт өстә ҡапҡа төбөндә осраштылар, шыпырт ҡына матайҙы этеп индерҙеләр
ҙә үҙ урындарына инеп ауҙылар.
Сөмбөл төндә уларҙың ҡайтыуҙарын ишетеп ятты. Иртән диван янынан үт кән дә, иҙелеп йоҡлап ятыусы Булатҡа һоҡланып ҡарап торҙо.
Сөмбөл ишек алдында бер аҙ уйланып торғандан һуң, яратҡан алма баҡсаһына сыҡты. Ҡайныһы Сөмбөл ҡушҡанды эшләп тә ҡуйған, мейес кенә сығараһы ҡалған. Баҡса ҡунаҡ көткән өйгә оҡшағайны. Ул өҫтәлде, эскәмйәләрҙе һыйпап сыҡты. Нисек һәйбәт булған. Әйләнеп тирә яҡҡа күҙ һалды. Баҡсаға сәскәләр ултыртырға кәрәк, уның өсөн ҡалаға барып орлоҡтар алырға булыр, Верочка янына ла инеп сығыр.
– Ҡыҙым, ниңә йоҡламайһың? – тине һыйыр һауырға сыҡҡан ҡәйнәһе, киленен йәлләп.
– Ҡәйнәм, мин бөгөн ҡалаға барып ҡайтырмын тигәйнем. Иртәнге автобус нисәлә икән?
– Һигеҙҙә. Ә ниңә бараһың?
– Минең, әсәй, бында сәскәләр ултыртҡым килә. Көҙ көнө шундай матур буласаҡ: тирә яҡта төрлө төрлө сәскәләр, алмалар, өҫтәлдә – самауыр.
– Ярай, ҡыҙым, ләкин үҙең генә барма. Ана, Булат менән икәү барығыҙ.
– Юҡ, әсәй, ул бик арыған. Улар иртәнге өстә генә ҡайттылар, йоҡлаһын. Үҙем менән Әлфисте эйәртермен.
Эшкә барырға тороп сыҡҡан Шәфҡәт ағай, киленен баҡсала күреп:
– Йә, нисек, килен, оҡшаймы? – тип һорайһы итте.
– Эй, ҡайным, шундай матур, шыма сыҡҡан, ҡулдарың алтын икән. Бына, ҡайным, күҙ алдыңа килтер: тиҙҙән алмағастар сәскә атасаҡ, көҙөн ҡыҙарып алма өлгөрәсәк.
Шәфҡәт ағай Сөмбөлдөң яҡты йөҙөн, көләс күҙҙәрен, бит остарын со ҡо рай тып, май ҡояшылай йылмайыуын күрҙе. Әйтерһең, уға бәхет өсөн ошо баҡса мө йө шө генә етмәгән. Йә, Хоҙай, ниндәй һөйкөмлө икән бит уларҙың килендәре. Был бала әле бөрө генә, сәскә атыр көндәре алда, ҡатын ҡыҙ баланан һуң тағы ла асылып,
матурайып китә. Быны Шәфҡәт ағай бик яҡшы белә, өс бала атаһы бит.
Сөмбөл Әлфис менән ҡалаға китте. Тәүҙә үҙе элек эшләгән балалар баҡсаһына барҙылар. Улар бәхетенә, бөгөн дежурҙа Верочка икән.
– Ҡояшым, ҡайҙан килеп сыҡтың?
Сөмбөл менән ҡосаҡлашып күрештеләр, гөр гөр килеп һөйләштеләр.
– Верочка, икенсе килгәндә барыһын да һөйләрмен, ә хәҙер һин беҙгә баҡсаға ултыртырға күп йыллыҡ сәскә һуғандары бир әле.
Верочка сәскәләрҙе нисек ултыртырға икәнлеген дә аңлатты.
– Ҡояшым, күрәм: ныҡлап урынлаштың. Һеҙ бергә, тимәк, барыһы ла яҡшы.
– Юҡ, Верочка, беҙ бер ҡасан бергә була алмабыҙ. Ул башҡаны ярата.
– Улайһа, былар нимәгә кәрәк?
– Минән иҫтәлек булып ҡалһын. Уның ата әсәһе мине бик ярата, был сәскәләр уларға рәхмәтем булһын...
Ҡаланан урап ҡайтҡас, кис менән Сөмбөл егеттәрҙән соҡор ҡаҙытты, тиреҫ ташытты. Барыһы әҙер булғас, теҙләнеп үрмәләй үрмәләй, сәскәләр ултыртты.
Әлфискә:
– Быныһы пион, быныһы ҡәнәфер, былары дәлиәләр, былары көҙ сәскәләре – ҡашҡарыйҙар. Бына быныһының картуфын көҙ ҡаҙып алып, баҙға һалырға кәрәк. Ә ҡалғандары шулай ултырһын. Һин уларға, мин булмағанда, һыу һи бергә онотма, – тип ентекләп аңлатты. – Әлфис, әгәр мин китһәм, һағынырһыңмы?
– Ҡайҙа китһәң, мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйем!
Улар, теҙләнгән килеш, бер береһенә ҡарап йылмайышты.
– Ҡайҙа, бер әп итеп алайым әле үҙеңде. – Сөмбөл, балсыҡлы ҡулдары менән
Әлфистең яңаҡтарын тотоп, танау осонан үбеп алды.
– Мин дә һине, – тип ул да апаһының битенән тотоп, танауын үпте.
Ике бысраҡ бит, бер береһенә ҡарап, көлөшөргә тотондо. Йортта йөрөгән Булат менән Байрас ситтән генә уларҙы күҙәтте. Уларға ла ҡыҙыҡ булып китте, бар эштәрен ташлап, ошо икәүҙең үҙ ара шаярыуын ҡарап тора башланылар.
Сөм бөл торорға маташты, тора алмағас, Әлфис арттан уны күтәреп тор ғоҙмаҡсы булды, көсө етмәгәс, ҡулынан тарта башланы. Быларҙы күҙәтеү – үҙе бер ҡыҙыҡ ине...
Өсөнсө май бигерәк йылы, матур көн булды. Сөмбөл иртән тороп, баҡсаға Шәф ҡәт ағай һалған мейестә ашарға әҙерләргә булды. Оло ҡаҙанға аш һалып ебәрҙе.
Байрас ут үткәреп, магнитофон тоташтырҙы. Баҡсаға байрам төҫө керҙе. Күңелдәрҙе елкендереп, донъя буйлап моң ағылды.
– Еңгә, һиңә шулай оҡшаймы?
– Ә һинең үҙеңә?
– Оҡшай. Һинең менән бейеге килә, – тине Байрас, йылмайып.
– Бейер инек тә, ара йырағыраҡ, – тип эсен тотто Сөмбөл.
– Мин Әлфистән көнләшәм. Ул һәр көндө һине ҡосаҡлап йоҡлай, битеңдән үбә. Һин уныҡы ғына.
Сөмбөл бөтә баҡсаны яңғыратып көлөп ебәрҙе:
– Ул бит әле бәләкәй.
– Шулай ҙа ул бит – ир заты. Хәҙер, ана, солтан да булып алды.
Байрас, хискә бирелеп, Сөмбөлдөң ирененә, күҙҙәренә текәлде, теле бәйләнде, ике ҡулы менән эскәмйә ситенә тотондо. Уның йөҙөнән күҙен ала алманы, ҡасанда булһа тыйылып ҡала алмам, ошо еләк кеүек һыуһыл ирендәрҙән айырыла алмам, тип ҡурҡты. Йөрәге дөп дөп типте, ҡулдары эскәмйә таҡтаһын нығыраҡ ҡыҫты.
Сөмбөл генә бер ни аңламаны.
– Байрас, ә һинең яратҡан кешең бармы? Байрас, тим, ни уйлайһың, уян.
Яратҡан кешең бармы, тим?
– Бар, ләкин ул мине яратмай шул.
Сөмбөл, сәйерһенеп, Байрасҡа ҡараны.
– Ни һөйләйһең, һинең кеүек егетте яратмау мөмкин түгел.
Сөмбөл ҡарашы менән Байрасты наҙланы, үрелеп сәсенән һыйпаны:
– Һин бит ир аҫылы, яратыр өсөн яратылған.
– Сөмбөл, ә һин мине ярата алыр инеңме?
– Алыр инем, ағайыңа тиклем осраған булһаң... Ләкин һин миңә ҡарамаҫ инең. Минең ише йүләрҙәр һеҙгә бер кискә генә кәрәк. Мөхәббәттең күҙе һуҡыр, тиҙәр, ысынлап та, дөрөҫ икән. Ерҙән йыраҡ китмәгән минең ише ҡыҙҙар һиндәй егеттәргә тиң түгел.
– Сөмбөл, бик тә тиң, һин иҫ киткес ҡыҙ. Һин ғорур, үҙеңә ауыр икәнлеген бер кемгә лә һиҙҙермәҫкә тырышаһың. Ә мин бер ни эшләй алмайым...
– Һин үҙеңде көсһөҙ тиһәң, миңә ни ҡала? Күңелемдә бер төйөр ултыра: мине яратмайҙар, минең кеүектәрҙе яратып булмайҙыр шул. Был төйөр ғүмерем буйы таралмаһа, нишләрмен?
Улар янына Булат килеп ултырҙы:
– Ауыҙға ауыҙ ҡуйып, нимә серләшәһегеҙ? – Асыулы ғына энеһенә ҡараны.
Сөмбөл, аш әҙерләр өсөн, мейес янына барып баҫты.
– Бер нәмә лә түгел, – тип йылмайҙы Байрас, – рәхәт бит уның менән һөйләшеү.
– Күренә, ана, күҙҙәрең нисек яна, ҡыҙҙар етмәйме әллә һиңә?
– Ул бит барыбер һиңә кәрәкмәй, бында ла уны мин алып ҡайттым. Һин яҙылышмағас, ул әлегә бер кемдеке лә түгел. Шулай булғас, ағай, йә өйләнеп йәшә, йә юлымда торма.
– Ә бала?
– Күрмәйһеңме ни, мин уны ошо килеш тә яратам.
Улар, Сөмбөл ишетмәһен тип, әкрен генә һөйләштеләр. Ике туған араһында йәшен үткәндәй булды.
Төшкө аш ваҡыты етте. Сөмбөл өйҙән һауыт һаба алып сығып, өҫтәл әҙерләне. Әсәһе менән атаһы ла эштән ҡайтып етте.
– Әйҙәгеҙ, баҡсаға сығайыҡ. Бөгөн көн матур, йылы, – тине Сөмбөл, йылмайып. Ғәҙәттәгесә, олонан кесегә аш бүлеп ҡуйҙы.
– Әлфис ҡайҙа йөрөй инде?
– Ҡайғырма, әсәй, әлегә күршеләрҙә. Ҡоймаҡ еҫе сыҡҡанын көтә.
– Аҙындырып бөтөрҙөң үҙен, килен, көн дә ҡоймаҡ менән һыйлап.
– Хәҙер һеҙҙе лә һыйлайым.
Сөмбөл ҙур табала ҡоймаҡ бешерә башланы, бөтә урамға тәмле еҫ таралды.
Әлфис тә сабып ҡайтып етте.
Байрамдар үткәс, гөрләп торған өҫтәл яны бушап ҡалды. Булат менән Байрас та китергә йыйынды.
– Сөмбөл менән хушлаштыңмы? – тине Байрас ағаһына.
Булат өндәшмәй генә баҡсаға инде, ни әйтергә белмәй, туҡтап ҡалды:
– Беҙ киттек, тағы бер аҙнаға түҙерһең бит әле, – тине ул.
– Мин түҙермен... Ул түҙерме?
Уларға икәүҙән икәү ҡалып аралашыу уңайһыҙ, берҙе уйланылар, икенсене һөйләнеләр.
Сөмбөл баҡсала бер яңғыҙы ҡалды.
Көндәр әкренләп үтә торҙо. Еңеү байрамы алдынан ул ауырый башланы. Иртә нән үк кәйефе юҡ ине, шулай ҙа бер аҙна ваҡыт бар, үтер, тип уйланы. Ҡайныһы төшкө ашҡа ҡайтып китте. Сөмбөл уға үҙенең ауырыуын әйтергә оялды, нисек тә ҡәйнәһе ҡайтҡансы түҙергә булды. Үс иткәндәй, Әлфис тә ҡайҙалыр китеп юғалды. Бала шул, берәй уйынға йәбешһә, донъяһын онота. Иртән башланған ауыртыу көсәйгәндән көсәйҙе. Ҡайҙа барырға, нишләргә бел мә йен сә,
Сөмбөл арлы бирле йөрөнө, күршеләр ҡоймаһына барҙы – һис кем кү рен мә не.
Инде атларлыҡ хәле ҡалманы, хәҙер ҡәйнәһе ҡайтып етер тип, тынысланырға тырышты. Көсһөҙлөгөнән әкрен генә илап ебәрҙе. Күңелен ҡурҡыу биләп алды,
ҡыҫып ҡыҫып башы ауыртты. Эстән нимәлер этә, ауыртыуға түҙә алмай, ҡысҡырғыһы килде. Ирендәрен тешләп ыңғырашты, аҙым атларға ҡурҡып, ишек
яңағын ҡосаҡлап әкрен генә иланы. Шул ваҡыт ҡапҡа төбөнә, туҙандар туҙҙырып, йөк машинаһы килеп туҡтаны, ҡапҡанан Байрас килеп инде. Сөмбөлдө күреп, башта һиҫкәнеп китте.
– Сөмбөл, нишләп тораһың бында? Әллә илайһың инде?
– Байрас, үләм бит...
– Әллә сирләйһеңме?
– Иртәнән бирле.
– Өйҙә кеше юҡмы ни? – Үҙе, ни эшләргә лә белмәй, Сөмбөл тирәһендә бөтөрөлдө.– Әйҙә, ятып тор, хәҙер мин берәй еңел машина табам. Бер аҙ түҙ инде, – тип Байрас сығып йүгерҙе.
Бер аҙҙан ике йорт аша ғына йәшәүсе күршеләренең машинаһын алып та сыҡты. Сөмбөлдө күтәреп, яйлап ҡына артҡа ятҡырҙы.
Байрас үҙе машина ҡыуҙы, шул уҡ ваҡытта артҡа ҡараштырғыларға ла өлгөрҙө. Сөмбөл күҙен йомған, ирендәрен тешләгән, үҙе ыңғыраша.
Элек Ахундың үҙендә бала тыуҙырыу йорто бар ине лә бит, хәҙер бына Учалыға, ҡалаға, күсерҙеләр. Егерме биш саҡрым ара, бер ҡараһаң, күп түгел, ләкин бындай ваҡытта...
– Сөмбөл, түҙ, күп ҡалманы, анау тау артында ғына...
– Миңә оят, ауыр саҡта гел һиңә тура киләм, һәр ваҡыт янымда һин булаһың.
Булатҡа ғына мин дә, бала ла кәрәкмәй.
Сөмбөлдөң күҙенән йәштәре тәгәрәне, ауыртыуға түҙә алмайынса ыңғырашты, ҡысҡырмаҫ өсөн ауыҙын ҡапланы. Байрас, көҙгөнән күреп, үрелеп уның ҡулын ауыҙынан тартып алды.
– Ҡысҡыр, ила, оялма. Мин һинең яныңда. Ҡурҡма, һәр ваҡыт һинең менән булырмын. Хоҙай яңылышты, ағай урынында мин булырға тейеш инем.
– Һин мине йәлләйһең генә, Булат та йәлләй. Этте эйәртмә, эйәрткәс типмә, тиҙәр. Мин шул эт кеүек. Аңлаһаң ине хәлемде...
– Мин һине яратам да, йәлләйем дә, ләкин һиҙмәйһең генә...
– Иҫән ҡалһам, яҡшылыҡтарыңды мәңге онотмам. Улыма ла исемде һин ҡушырһың.
– Бәлки, ҡыҙ булыр, былай ҙа өй тулы ир ат.
– Юҡ, малай була. Мин төшөмдә... теге ваҡытта больницала төш күрҙем...
Больницаға килеп еткәндә, Сөмбөлдөң һөйләшерлек хәле ҡалмағайны, йөҙө лә көл төҫөнә ингәйне. Байрас, уны күтәреп инешләй, ишекте тибеп асты ла:
– Тиҙерәк, үлә! – тип ҡысҡырҙы.
Ҡабул итеү бүлмәһендә ултырған шәфҡәт туташы һикереп торҙо.
– Бына бында һалығыҙ, – тип үҙе табип артынан йүгерҙе.
Байрас үҙе лә ҡурҡыуҙан ап аҡ булып ағарҙы, Сөмбөлдә иһә бөтөнләй йәшәү рәүеше һиҙелмәй ине. Улар алып инеп киткәс, табип:
– Ҡатынығыҙҙың фамилияһы нисек, ҡасан сирләй башланы? – тип һораны.
– Арыҫланова. Иртәнән сирләйем, тине.
– Нишләп һуң алып килдегеҙ, хәле бик насар, – тип табип Байрасҡа
асыуланып алды. – Хәҙер кейемдәрен сығаралар, көтөп тороғоҙ, – тип инеп китте.
Ни эшләптер шунда уҡ кире йүгереп сыҡты, телефондан шылтыратып, әллә ниндәй табиптарҙы саҡыртты, ҡайҙалыр шылтыратып, ҡан һоратты ла йүгереп кире инеп китте. 15 минут үтеүгә, Сөмбөл ятҡан бүлмәгә йүгерә атлай ике ир кеше инеп китте. Һөйләшеүҙәренән уларҙың да табип икәнен аңлап алды Байрас. Сөмбөлдөң кейемдәрен тотоп, шәфҡәт туташы сыҡты, уның ни әйтергә белмәй аптырауы йөҙөнән күренә ине.
– Һуң килтерҙегеҙ шул, хәле бик ауыр.
– Уны ҡотҡарырҙармы? – тине Байрас, хәле бөтөп.
– Улар мөмкин булғанын эшләйҙәр, – тип шәфҡәт туташы Сөмбөлдөң кейемдәрен Байрасҡа һуҙҙы.
– Йә, Хоҙайым, үҙең ярҙамыңдан ташлама. Беҙ бит барыбыҙ ҙа уны бик яратабыҙ, – тип Хоҙайға ялбарҙы. Билдәһеҙлек уның йәнен телгеләне, бер аҙ шулай ултырғас, ағаһына хәбәр итергә кәрәклеге иҫенә төштө. Машинаны юғары тиҙлектә дөйөм ятаҡҡа ҡыуҙы. Ағаһының бүлмәһенә инә инешләй:
– Әйҙә, кейен, Сөмбөл больницала! – тип ҡысҡырҙы.
Машинаға сығып ултырғас, Булат аптырап һорап ҡуйҙы:
– Кем әйтте?
– Үҙем ауылдан алып килдем.
– Һиңә тау арҡыры ҡысҡырҙымы?
– Ҡысҡырманы шул, ҡысҡырһа, былай килеп сыҡмаҫ ине. Ул иртәнән сирләй башлаған, ә өйҙә кеше булмаған. Үтеп барышлай ғына ауылға һуғылғайным.
Бында килгәнгә ике сәғәт булды, бер төркөм табип бер нәмә лә эшләй алмайҙар.
Больницаға ингәс, өмөт менән шәфҡәт туташына баҡтылар, ләкин ул башҡына һелкене. Ул арала тағы бер ауырлы ҡатынды килтерҙеләр. Ярты сәғәттәншәфҡәт туташы сығып, бәхетле ирҙе: «Улығыҙ бар!» – тип шатландырҙы. Ата кешенең ауыҙы ҡолағына етте, рәхмәттәр әйтә әйтә, һөйөнсө алырға, бәпәй тәпәйе йыуырға сығып йүгерҙе. Байрас, түҙмәйенсә, тороп уҡ баҫты.
– Инде ике сәғәт, ни булһа ла әйтә алмаҫһығыҙмы?
Шәфҡәт туташы һүҙһеҙ генә тороп, теге бүлмәгә инеп китте, бер аҙҙан сығып:
– Хәҙергә бер ни ҙә әйтә алмайым, операция бара, – тине.
– Ниндәй операция? Ул бит бәпәйләргә тейеш.
– Ҡатынығыҙҙы ваҡытында килтерһәгеҙ, былай булмаҫ ине, тинем бит. Ул үҙе бәпәйләй алманы.
– Ә бала?
– Белмәйем. Операциянан һуң табип үҙе сығып әйтер. Байрастың башына күҫәк менән һуҡҡандай булды, Булат янына барып ултырҙы.
– Ишеттеңме, ағай?
– Ишеттем, тик мин, былай уҡ булыр, тип башыма ла килтермәгәйнем. Байрастың асыуы йөҙөнә сыҡты.
– Әйттем мин һиңә, ял ал да ауылға ҡайт, тип. Үлһә, һин нисек йәшәрһең, мин нисек йәшәрмен? Һиңә кәрәкмәһә, миңә кәрәк Сөмбөл, – тине ул, йөҙөн ике ҡулы менән ҡаплап.
Тағы бер сәғәт ваҡыт үтеп китте. Ҡабул итеү бүлмәһенән оло йәштәге табип сыҡты. Уны күргәс, Байрас үҙенең һикереп тороуын һиҙмәй ҙә ҡалды. Булат та
то роп баҫты. Улар ялбарыулы ҡараштарын табипҡа текәне. Табип, Байрасҡа ҡарап, тыныс тауыш менән:
– Улығыҙ бар. Шундай бәләкәй генә ҡатын өсөн бала бик ҙур. Баһадир. Ҡатынығыҙҙың хәле бик ауыр, операция яһарға тура килде. Операция ваҡытында йөрәге туҡтап ҡурҡытты. Мин уны икенсе тапҡыр ҡотҡарам бит, ниңә шул тиклем интектерәһегеҙ? Ул иҫ киткес ҡатын.
– Ул тереләсәкме?
– Беҙ ҡулыбыҙҙан килгәнде эшләнек. Тағы ике көн көтөргә кәрәк, кризистан сыға алһа, тереләсәк. Бер йылда ике тапҡыр үлемде еңеү һинең кеүек таҙа ирҙәргә лә ҡыйын. Ул сабый ғына, ә инде йөрәге яраланып бөткән. Көтөргә кәрәк. Ҡайтығыҙ, иртәгә тиклем йоҡлаясаҡ. Тағы бер нәмә: бәлки, ул башҡа бала
таба алмаҫ, талап итмәгеҙ.
Булат менән Байрас бер береһенә ҡарашты.
Сөмбөл бик ауырлыҡ менән терелде. Аҙна аҙағында уның янына, һис көтмәгән дә, аҡ халат кейгән Римма менән Байрас килеп инде. Байрас әкрен генә уның янына ултырҙы. Сөмбөлдөң күҙҙәрендә йәш тамсылары ялтыраны, унан йылмайып ебәрҙе.
«Әлдә һин бар донъяла» – тип әйтәһе ине, тамағына төйөр тығылды.
– Илама, улайһа мин дә илайым, – тине Байрас, эйелеп. – Мин малайҙы ҡарап сыҡтым. Ул һиңә оҡшаған: шундай матур. Әсәйемдәр һиңә сәләм әйтергә ҡуш
тылар, атайым бишек әҙерләй. Һинең яныңа ағай нисек инергә белмәй йөрөй, хәленән килһә, себен булып тәҙрәнән осоп керер ине. Ә мин барыбер беренсе булып күрҙем, – тип йылмайҙы.
– Байрас, рәхмәт һиңә: улым өсөн дә, үҙем өсөн дә. Һине Хоҙай улдар, ҡыҙҙар менән һөйөндөрһөн. Һин бик яҡшы атай булырһың, – тип Сөмбөл әкрен генә уның ҡулын ҡыҫты. Байрас ул ҡулдан күҙен алманы. Был минутта уға шундай рәхәт ине.
Булат та, Римма менән һөйләшеп, Сөмбөл янына инде. Ул килгәндә, киске имеҙеү ваҡыты ине.
– Туҡта, инмәй тор, ҡатындар бала имеҙәләр. Ана һинеке, шунан ғына ҡарап тор, һуңыраҡ инерһең. Байрас күптән килеп күреп китте, ә һин яңы киләһең.
Бел мәйем, ҡайһығыҙ күберәк яраталыр Сөмбөлдө, – тип йылмайып, Римма китеп барҙы.
Булат ишек тәҙрәһе аша күҙәтә башланы. Сөмбөл йылмая йылмая баланың башынан һыйпай, еҫкәп тә ала, күҙҙәре менән иркәләй, ә бәпәй имә лә имә. Булат тың да баланы еҫкәп үбеп ҡарайһы килде. Сөмбөлдө бындай халәттә беренсе тапҡыр күреүе. Күберәк белгән һайын, Сөмбөлдөң әллә ниндәй си фат тары асыла бара. Ул, элек уйлағанса, буш та, елбәҙәк тә, елғыуар ҙа түгел. Нисек ҡарай балаға, күҙҙәрендә күпме наҙ, иркәләү сағыла. Әле күптән түгел генә үҙе лә, бала кеүек, уның ҡуйынында иркәләнә ине, ә хәҙер ниндәй етди. Бу латтың улар янына ингеһе, улын ҡулына алып һөйгөһө килде, йөрәге дөп дөп типте, үҙе һиҙ мәҫтән йылмайып ҡуйҙы.
– Бәпесегеҙҙе кереп күрегеҙ, хәҙер алып киләм, – тине аҡ халатлы шәфҡәт туташы. Палата ишеген асып: – Ҡайһығыҙҙың ире тилмереп тора? Инһенме? – тип һораны.
Палатала ятыусылар бөтәһе ишеккә ҡараны, ләкин Сөмбөл генә үҙ уйҙарына сумып ултыра бирҙе. Ул шәфҡәт туташының һорауын ишетмәне лә. Янына Булат инеп ултырғас, һиҫкәнеп ҡуйҙы, тиҙерәк күкрәген ҡапланы.
– Һаумы, Сөмбөл, хәлең нисек?
– Ярайһы. Күрәһең, иҫән ҡалдыҡ.
– Ҡайҙа, мин дә ҡарайым әле, кемгә оҡшаған?
– Миңә, – тине Сөмбөл, тик баланы күрһәтергә ашыҡманы, бала һаман имә ине. Балаларҙы алырға ингән шәфҡәт туташы улар янына иң һуңғы булып килде.
– Туйҙығыҙмы? Беҙҙең баһадир тәмләп, оҙаҡлап ашарға ярата шул. Атаһы күрҙеме әле, малайығыҙ бик сибәр булыр, хәҙерҙән үк үҙ баһаһын белә: башҡалар кеүек, тик торғанда илап ятмай, тыныс. Атаһына оҡшаһа, бөтә ҡыҙ уныҡы буласаҡ, – тип шәфҡәт туташы баланы алып сығып китте.
Сөмбөл менән Булат та әкрен генә коридорға сыҡты.
– Һин ауылдан әйберҙәремде алып килерһең инде, бер нәмә лә ҡалмаһын, – тине Сөмбөл.
– Нисек бөтә әйберҙәрҙе? Бала кейемдәрен генә түгелме ни?
– Бала тапҡас, ул йортҡа ҡайтмайым, тип һиңә һүҙ бирҙем. Һиңә бар юлдар асыҡ. Атай менән әсәй миңә рәнйемәһен, барыһы өсөн рәхмәт уларға. Әйберҙәремде Байрас Верочкаға илтеп ҡуйһын, мине ул ҡаршы алыр.
– Сөмбөл, ни һөйләйһең һин?! Былай ярамай бит, атайым мине өйгә индермәйәсәк.
– Ә һин баланың да, минең дә кәрәкмәүемде аңлатырһың. Ир кеше бит, аңлар.
– Ә бала? Мин бит уны тотоп та ҡараманым.
– Баламы? Бала минеке, яратҡан кешеңдән үҙ балаларың булыр. Был баланы күрмәүең хәйерлерәк, һин уны барыбер мин яратҡан тиклем ярата алмаясаҡ һың. Ул һиңә һәр ваҡыт әлеге бәхетһеҙ көндәреңде хәтерләтеп торасаҡ, шуға күрә башҡа килмә, икебеҙгә лә шулай еңелерәк булыр.
– Туҡта әле, Сөмбөл, яҡшылап һөйләшәйек.
Булат кәрәкле һүҙҙәрҙе онотто. Сөмбөл үҙенең һалҡын, ҡоро һөйләшеүе менән бысаҡһыҙ киҫә – исмаһам, илаһын, битәрләһен ине. Булат, нишләргә белмәй, уны ҡосаҡлап алды, ябыҡ, бәләкәй генә Сөмбөл уның ҡосағына кереп сумды. Ул юғалып ҡалды, ләкин күҙ йәше сығарманы. Булат уның сәстәренән һыйпап үпте.
– Сөмбөл, кисер мине, ләкин кинәт киҫмә әле. Мин һине лә, баланы ла күреп торорға теләйем. Һеҙҙе ташламам, ярҙам итермен.
Сөмбөл әкрен генә ситкә тартылды.