

– Беләһеңме, Байрас, мин бөгөн клубҡа ағайың менән һөйләшер өсөн генә сыҡтым, эштәр былай булғас, һиңә һөйләйем инде. Һин бит минең ҡайҙа эшләгәнде беләһең, өҫтәүенә, реанимация бүлегендә лә эшләйем; унан, беҙ бит, йыраҡ булһа ла, туғандар. Булат ағай үҙ кеше тигәндәй... Ҡыҫҡаһы шул: ағайыңа әйт, Сөмбөл беҙҙә ике аҙна инде ауыр хәлдә ята, тәүге өс көндә бөтөн ләй аңһыҙ булды. Команан сыға алмаҫ, үлер, тигән инек, команан сыҡты, ләкин бер кем менән һөйләшмәй, бер нөктәгә ҡарап тик ята. Ике аҙна бер яҡҡа ла үҙгәреш юҡ.
– Туҡта, ни һөйләйһең һин, ни булған уға? Бер ни ҙә аңламайым. Ҡайҙа?
Нишләгән?
– Белмәйем, беҙгә уны аңһыҙ, температураһы ҡырҡ килеш килтерҙеләр. Әллә урам да бик оҙаҡ йөрөгән, әллә йығылып ятҡан, уныһын белмәйем, бик ҡаты һал ҡын тейгән. Врачтар, нимәнәндер бик ҡаты тетрәнеү кисергән, организмы көрәшә алмай, ти. Хәҙер ул төшөнкөлөккә бирелгән.
Римма, башҡаһын әйтергәме юҡмы, тип бер аҙ уйланып торҙо, ни булһа шул булыр, үҙ ҡылғандары өсөн үҙҙәре яуап бирһендәр тигәндәй, һүҙен дауам итте:
– Иң насары шул: ул ауырлы, әгәр үлә ҡалһа, бер юлы ике ғүмер киҫеләсәк.
Ағайың өйләнгәнсе уйлаһын. Был гонаһ менән нисек йәшәр, ул бит уны бер йыл ҡурсаҡ урынына етәкләп йөрөнө, ана хәҙер барып ҡараһын, танырмы икән?..
Өй ләнә икән, өйләнһен, ер йотар үҙен, ҡәбәхәт йән. Бына шул... – Римма ҡырт ҡына боролдо ла, клубҡа инеп тормайынса, ҡайтып китте.
Байрастың башына күҫәк менән һуҡҡандай булды, ишеткәндәрен рәткә һалып аңларға тырышты. Башҡа һыймаҫ хәл был: ағаһы Сөмбөлдө харап иткән!
Ул, үҙ уйҙарына сумып, урам уртаһында бер аҙ баҫып торғас, әкрен генә ҡайтыу яғына атланы.
Урамда ҡар яуа, ҡыш етә. Ҡар бөртөктәре йәш егеттең битенә ҡуна ла иреп ағып төшә, әллә ҡар, әллә күҙ йәштәре... Һыҡрап һыҡрап йөрәге ауыртты. Уның әле быға тиклем ҡыҙҙар өсөн йөрәге әрнегәне юҡ ине: үпте, ҡосто – елгә осто.
Бына хәҙер әллә ни булды.
Өйҙәренә ҡайтты. Әкрен генә инеп ятты, күҙҙәренә йоҡо инмәне. Таң алдынан ғына серем итеп алды. Ул уянғанда, яҡты ине инде. Байрам көн булғас, айырым эш тә юҡ. Ул, тороп сәй эскәс, ауылдың икенсе осона, Риммаларға, китте. Римманы урамға саҡырып сығарҙы:
– Сөмбөл янына нисек инергә була? Мин уның фамилияһын да белмәйем. Уға ни мәләр алып барырға мөмкин?
Римма уға ғәжәпләнеп ҡарап торҙо.
– Ә һинең ни ҡатнашың бар? Ағайың килһен, уның йөрөгән ҡыҙы бит.
– Ағайым бер нәмә лә белмәй. Уның ҡасан ҡайтаһы ла билдәһеҙ. Мин бөгөн китәм, янына кереп сығырмын.
– Унда сит кешеләрҙе индермәйҙәр. Мин бөгөн ун икеләге автобус менән китәм, теләһәң, бергә инербеҙ.
– Ярай, улайһа. Нимәләр алайым, нимә ашай?
– Ул бер нәмә лә ашамай, үҙең ҡара.
Байрас ашығып өйҙәренә ҡайтты ла:
– Әсәй, ҡаймаҡ, бал, ҡайын еләге вареньеһы әҙерлә әле. Мин ун икеләге автобус менән китәм, – тине.
– Бәй, балам, иртәгә ял бит.
– Эштәрем бар, бәлки, кис әйләнеп ҡайтырмын да.
...Римма Байрасҡа халат, башмаҡ кейҙереп, уны үҙе менән больницаға алып
инде, постҡа еткәс, дежур шәфҡәт туташына өндәште:
– Һаумыһығыҙ, Валя апай? Хәлдәрегеҙ нисек? Беҙ туғыҙынсы палатаға инеп
сыҡмаҡсы инек.
– Ә, теге ҡыҙ янынамы? – тине шәфҡәт туташы, Байрасты баштан аяҡ күҙҙән кисереп. – Инегеҙ, бәлки, әле йоҡламайҙыр.
Улар ингән палатала ниндәйҙер ҡурҡыныс бер тынлыҡ хөкөм һөрә, бер генә карауатта кеше ята ине.
– Ана, – тине Римма, ымлап.
Байрас әкрен генә ауырыу ятҡан койка янындағы ултырғысҡа ултырҙы. Ише теү – бер, үҙ күҙҙәрең менән күреү – икенсе...
Сөмбөл әле йоҡламаған, тын ғына ҡарап ята. Уның ҡараштары бер ни аңлатмай, элек ут сәсеп торған күҙҙәрендә бушлыҡ, гүйә, улар – һүнгән ике ҡара күмер. Ирендәре сатнап ярылған, йөҙө көл төҫөнә ингән, үҙе иҫ киткес ябыҡ, ҡулдары уколдан тишелеп, күгәреп бөткән. Байрастың күҙҙәренә йәш тулды, әйтер һүҙ тапманы, телһеҙ ҡалды.
– Сөмбөл, Сөмбөл, ни булды һиңә? Ни эшләп был хәлгә ҡалдың? Әй, Хоҙайым, үҙең ҡотҡар, уның ни ғәйебе бар? – Байрастың йөрәге әрнене, тик ҡысҡырып
бер һүҙ әйтә алманы.
Сөмбөл әкрен генә күҙҙәрен йомдо, бер һүҙ өндәшмәне. Үҙенең моңһоу күҙҙәрен оҙон ҡара керпектәре аҫтына йәшерҙе. Ҡара ҡыйғас ҡаштары һиҙелер һиҙелмәҫ кенә тибрәлеп ҡуйҙы. Ике аҙнаға беренсе тапҡыр бер тамсы күҙ йәше бәреп сыҡты.
Байрас күпме ултырһа ла, ҡыҙ күҙен башҡа асманы. Дарыу үҙенекен итте – ул йоҡоға китте. Римма, эйелеп, уның ирененә ниндәйҙер дарыуҙы һөрттө, күҙендәге йәш тамсыһын күреп:
– Һине таныған бит, ә, бәлки, Булат тип уйлағандыр, ана, беренсе тапҡыр күҙ йәше сыҡты. Әгәр илаһа, йөрәге бушар, был халәтенән сығыр ине. Илай алмай, йөрәге ҡатҡан, ә уға иларға, эсен бушатырға кәрәк, шунһыҙ еңеллек килмәйәсәк, – тине.
Байрас ҡыйыр ҡыймаҫ ҡына Сөмбөлдөң ҡулын һыйпаны:
– Мин иртәгә тағы киләм. Беҙ һөйләшербеҙ. Һин терелерһең, теләһәң, мин һәр ваҡыт яныңда булырмын, тик терел генә. Римма, мин иртәгә иртән килһәм яраймы?
– Кил, иртәгә мин дежурҙа.
Байрас үҙ бүлмәһенә ҡайтып ятты. Бөгөн күргән хәлдәр уны тетрәндерҙе.
Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтһа ла, егеттәр менән һуғышҡаны булһа ла, ул йән тетрәткес ысынбарлыҡ менән беренсе тапҡыр осрашты. Тормоштоң бындай мәрхәмәтһеҙ яҡтары ла бар икән шул.
Икенсе көндө Байрас сәғәт унда больницала ине инде. Римма уны ҡаршы сығып алды.
– Әйҙә, унда Сөмбөлдө ҡараусы әбей ҙә килде. Һин уның менән таныш, ул Сөмбөлдө, терелеп сыҡһа, үҙенә алып ҡайтмаҡсы.
Егет, палатаға ингәс, бер мәлгә юғалып ҡалды. Унан, үҙен ҡулға алып:
– Һаумыһығыҙ, мин Байрас – Сөмбөлдөң дуҫы, – тине.
– Бик яҡшы, мин бик шатмын. Уҙығыҙ, бына бында ултырығыҙ. Минең сығып инәһем бар, – тип юҡты бар итеп, Вера коридорға сығып китте. Кисә Римма
Бай растың килеүен һөйләгәс, ҡарсыҡ быға бик һөйөнгәйне.
– Сөмбөл, – тине Байрас, ҡыҙ янына сүгәләп. Йомшаҡ ҡына итеп ябыҡ бармаҡ тарына ҡағылды. – Урамда матур итеп ҡар яуа, күргең киләме? Әйҙә, күтәреп тәҙрә янына алып барам. Капельницалағы дарыу тамып бөтһөн дә, мин һиңә урамды күрһәтермен. Һин асыуланма, Сөмбөл, беҙ бит һинең больницала икәнеңде белмәнек. «Үпкәләп сығып китте, бүлмәһенә лә ҡайтмай», – ти һине ағайым. Һинең бында икәнеңде ул белмәй. Бөгөн үк һинең янға килеп етер. Һин терел генә, һин терелгәс, барыһын да хәл итербеҙ, баш бөтөрлөк бер нәмә лә юҡ.
Сөмбөлдөң күҙҙәренә йәш тулды, ҡуйы ике ҡаш бергә килеп ҡушылды, оҙон керпектәр йәш тамсыларын күтәреп тора алманы, йәштәре йылға булып аға башланы.
Байрас Сөмбөлдөң һалҡын ҡулдарын устарына алып ҡыҫты:
– Ила, ила, эсең бушағансы ила, үҙеңә еңел булып ҡалыр, – тине, шунан Сөмбөлдө одеялы менән төрөп күтәреп, тәҙрә янына алып килде. – Ана, ҡара, тыш
та ҡар яуа, оҙаҡламай ҡыш етер, унан һуң – Яңы йыл.
Сөмбөл, йәш балалай үкһей үкһей, тәҙрәгә ҡараны, тышта күҙ яуын алырлыҡ аҡлыҡ. Ул бик оҙаҡ иланы. Байрас уны туҡтатманы, уның битенән, сәстәренән үпте, ирендәре менән уның күҙ йәштәрен сүпләне. Ул ҡыҙҙы әкрен генә урынына килтереп һалды.
– Барыһы ла яҡшы буласаҡ, ышан миңә.
Сөмбөл үкһей үкһей йоҡоға китте.
Байрас, больницанан сыҡҡас та, инде килгәндер тип, туп тура ағаһы торған дөйөм ятаҡҡа китте. Улар ишектән икеһе бер ваҡытта килеп инде.
– О, Байрас, сәләм! Байрам менән! Һин ни эшләп иртә килдең әле, әллә ҡунаҡ ҡыҙҙары ҡайтманымы?
Ағаһының кәйефе бик шәп күренә, ҡыҙғаныс, боҙорға тура киләсәк.
– Нисек унда, еңгә урынындамы? Эштәр бештеме?
– Барыһы ла шәп. Ағайыңды ҡотлай алаһың. Яңы йылға өйләнәм, шулай һөйләштек, ул риза. Ҡайтып, атайҙар менән һөйләшергә лә киләһе аҙнаға яусы ебәрергә иҫәп.
– Ашыҡма әле, ағай. Аңлайым, һин бөгөн бик бәхетле, тик мин һине ҡотлай алмайым. Миңә шуны аңлат: һин Сөмбөлдөң ауырлы икәнен белдеңме?
– Һуң, белдеңме, тип, беләм, шул турала һөйләшкәс сығып юғалды бит инде.
– Ә һин уға нимә тинең?
– Нимә тим, башҡаны яратам, ул бала миңә кәрәкмәй, мин һиңә өйләнмәйем, тинем. Аңлағандыр.
– Эйе, аңлаған, һин уға бик яҡшы аңлатҡанһың. Сөмбөл ике аҙна реанимацияла үлем хәлендә ята, ә һин өйләнергә йөрөйһөң... Һин бит, ағай, һәр ваҡыт аҡыл менән уйлай инең, шундай проблемаларың була тороп, уның ҡайҙа юғалғанын да белмәйенсә, нисек өйләнергә йыйындың? Һин уның менән аҙна буйы айы рылмай инең, бер кемде яҡын ебәрмәнең, ҡоҙғон кеүек, янынан китмәнең.
Йә нәшәңдә шундай матур ҡурсаҡ кеүек ҡыҙ булғанға бик ғорурлана инең. Ана хәҙер барып ҡара: тыуасаҡ балаң менән икәүләп үлем хәлендә ята. Кәрәкмәгәс, яратмағас, ниңә ҡағылдың уға? Ул бит үҙе лә сабый ғына.
Байрас, барыһын әйтеп бөтөрҙөм, тигәндәй, башын тотоп урындыҡҡа килеп ултырҙы. Ағаһы, йәшен һуҡҡан кеүек, ҡатып тик торҙо, аҙаҡтан, көскә телгә килеп:
– Ни булған уға, кешесә аңлат, мин бер ни аңламайым, – тип ҡыҙғаныс тауыш менән һорап ҡуйҙы.
– Аңларһың, ана, больницаға барып ҡара, унан уға ни булғанын мин һинән һорармын. Римма янына бар, бөгөн дежурҙа ул, һиңә барыһын аңлатыр.
...Булат, уңайһыҙланып ҡына, нимәләр яҙып ултырған Римма янына килеп баҫты.
– Һаумы, Римма. Байрас мине һинең яныңа ебәрҙе...
Римма, таныш тауыш ишетеп, башын күтәрҙе. Уның ҡаршыһында ҡаушаған, аптыраған ҡиәфәттә Булат баҫып тора ине.
– Һаумы, Булат ағай. Байрас ебәрмәһә, килмәҫ инеңме? Һине бит, өйләнергә киткән, тинеләр.
– Эйе, Яңы йыл тирәһенә тигән инек тә, – тине Булат, тотлоға яҙып. – Ҡайҙа ята ул, уны күрергә буламы?
– Әйҙә, алып инәм, тик уята күрмә, йоҡлаһын.
Булат карауат янына килеп баҫты. Ул Сөмбөлдө бындай хәлдә күрермен тип уйына ла килтермәгәйне. Римма уның хәлен аңланы, ахырыһы, янына ултырғыс ҡуйҙы:
– Ултыр, йығылып китмә тағы, – тине әкрен генә. – Бигерәк ебегән инде был ир заты. Күр, таныйһыңмы? Ә бит улар икәү, икеһе лә шундай хәлдә.
Сөмбөл былай һыныр тип кем уйлаған? Булат уны ҡара ҡарлуғасҡа тиңләй ине. Сөнки Сөмбөл һәр ваҡыт сыр сыр килеп, юҡтан да ҡыҙыҡ табып көлөргә тора. Ул һәр ерҙә үҙенең сая, йор теле менән юҡ бар һөйләп, кешеләрҙең кәйефен күтәрә, ваҡиғаларҙың үҙәгендә ҡайнай, уның янында һәр кемгә рәхәт, күңелле. Уның кеүек шылтыратып көлә белгән кеше осратҡаны булманы, ул бөтә кешене үҙ ауыҙына ҡаратып тота ине. Булат ҡайһы саҡта иҫе китеп, онотолоп уны күҙәтә: Сөмбөл үҙенең баҡса балаларынан әллә ни айырылмай ҙа кеүек.
Ләкин ни өсөн тап уның янына йөрөүен Булат үҙе лә аңлата алмаҫ ине. Эштән ҡайтыуға, аяҡтары үҙенән үҙе ҡыҙ торған бүлмәгә илтте. Кистәрен уны бишенсе ҡатҡа тиклем күтәреп алып менә лә, баҫҡыста таңға тиклем донъяларын онотоп үбешәләр. Ҡыҙҙың ирендәре шундай татлы, уларҙан айырылғыһы килмәй.
Иртәнге яҡта ғына ҡыҙҙы бүлмәһенә оҙатып төшөп китә. Былар барыһы ла ваҡытлыса, ваҡыт уҙҙырыр өсөн, тип үҙ үҙен тынысландырырға тырыша. Уның
Фәриҙәһе бар, уға шундай ҡатын ғына кәрәк. Бына, исмаһам, ул тиң дә, пар ҙа...
Быға тиклем шулай уйланы, былай булыр тип башына ла килтермәне.
Сөмбөлдөң алһыу йөҙө, ҡара ҡаштары, оҙон керпектәре, ул яратҡан сейә ирендәр хәҙер башҡа... Көл төҫөнә ингән йөҙ, моңһоу күҙҙәре, ирендәре әҙ генә ҡыймылдаһа, ярғыланған яраларҙан ҡан һарҡыр кеүек. Күмәс кеүек йомшаҡ булмам ҡулдар тире менән һөйәккә ҡалған, энә ҡаҙаған ерҙәр күгәргән. Булаттың башы әйләнә, күңеле болғана башланы. Ул әкрен генә тороп коридорға сыҡты, һалҡын диуарға һөйәлде. Йөҙө ағарҙы, ҡулдары ҡалтыранды, боғаҙына ниҙер ултырҙы, һауа етмәй башланы, күлдәк иҙеүен ысҡындырҙы. Уның хәлен күреп, Римма урынынан һикереп торҙо:
– Булат ағай, ни булды һиңә? Кил, ултыр бында, – тип уны кушеткаға ултыртты.
– Һауа етмәй, әллә ни булды, – тине Булат, ике ҡулы менән башын ҡыҫып тотоп.
Римма стакан менән һыу һондо.
– Мә, эс, тыныслан. Ҡан баҫымың күтәрелгәндер, хәҙер дарыу бирәм.
– Римма, әйт әле, ул тереләсәкме? Ул үлмәйәсәк бит, дөрөҫөн әйт, – тип егет ял барыулы күҙҙәре менән Риммаға текәлде.
– Белмәйем, ике аҙна инде бер ниндәй үҙгәреш юҡ. Үҙең күрәһең, хәле шәптән түгел, ул һинең ярҙамыңа мохтаж. Яңғыҙы ғына еңә алмаясаҡ, һин өйләнергә ашыҡмаһаң ине...
Улар өндәшмәй оҙаҡ ултырҙы.
– Бар, ҡайт инде, Булат ағай. Иртәгә килерһең, уянғас, һөйләшеп ҡарарһың, йыуатырһың. Уның бер кем менән һөйләшкәне юҡ, телһеҙ кеше кеүек, бер нөктәгә ҡарап тик ята, бәлки, һиңә берәй һүҙ әйтер. Һин уны хәҙер ташлама инде, был мәрхәмәтһеҙлек бит.
Икенсе көндө эшкә икенсе сменаға булғанға, Булат иртәнге яҡта, бар көсөн ус төбөнә ҡыҫып, Сөмбөл янына килде. Ҡыҙ тыныс ҡына бер нөктәгә ҡарап ята ине.
– Һаумы, Сөмбөл, хәлең нисек? – тине. Тауышы ҡалтырап, әллә нисек килеп сыҡты. – Мин кисә лә килгәйнем, һин йоҡлай инең, бөгөн бына, эшкә икенсе сменаға булғас, иртән килдем. Һиңә нимә алып киләйем? Нимә ашағың килә?
Әйт, ситенһенмә. Сөмбөл, мин бит бер ни ҙә белмәнем, белһәм, әллә ҡасан килер инем. Һин миңә үпкәләмә, йәме. Һин терелгәс, һәйбәтләп ултырып һөй лә шербеҙ, һин бит аҡыллы ҡыҙ, барыһын да аңлашырбыҙ, тиҙерәк терел генә. Сөмбөл, бер ни өндәшмәй, бер нөктәгә текәлеп ятыуын белде. Йәнһеҙ бер кешегә оҡшаһа ла, ул үҙ уйҙары, үҙ донъяһы эсендә ҡайнаны. «Ниңә килгән, уның йәмһеҙ, теткеләнгән күлдәк кеүек таушалған йөҙөн, йәнен күрергәме? Һау, сибәр сағында ла яратмағанды, хәҙер бөтөнләй яратмайҙыр. Ике йөҙлө, ярат
майым, башҡаны яратам, тине. Ә үҙе уны кистәр буйы иркәләй, наҙлай торғайны. Ҡарлуғасым, ирендәрең бигерәк татлы, тип һурып үбә үбә, аҡылдан шаш
тыраһың һин мине, айырылып булмай һинән, тиер ине. Булат, етер инде, ирен
дәрем шешеп, бәлештәй ҡабарҙы, иртәгә эшкә нисек барырмын, тигәс кенә туҡтай. Ул бит уны бар егеттәрҙән өҫтөн ҡуйҙы: эсмәй, тартмай, аҡыллы, уның бер генә етешмәгән яғы ла юҡ кеүек. Үҙ атаһы эскенән үлгәнлектән, Сөмбөл эсмәгән кешеләрҙе Алла урынына күрә ине. Ул Булатҡа иң ышаныслы, иң яҡын кешеһенә ҡарағандай ҡараны, ул уға шул тиклем ышанды, яратты. Ул ҡағылыуға, тәндәре семерҙәп китә, баштары әйләнә башлай. Шундай егеттең уның менән йөрөүенә ғорурланды. Уның янында үҙен бәләкәй бала кеүек хис итә, күбәләктәй оса, бәхетенән башы әйләнә, гел көлгөһө, йырлағыһы килә ине. Ошо бәхет бер кистә селпәрәмә килде лә ҡуйҙы. Сөмбөлдөң:
– Кит, башҡа килмә, ҡарама миңә. Һинең өсөн мин юҡ инде. Һин башҡаныҡы, яҡын килмә! – тип ҡысҡырғыһы килде. Ирендәре, шытырҙап, бер береһенә йә беште, күңеле өҙгөләнде, йәне әрнене, тик тауышы ғына сыҡманы. Ата һының иҫән саҡта яратып йырлай торған йыры бар ине: «Әжәлдәрең етһә, әйт үҙемә, тапай
тапай үҙем күмермен». Шул йыр ҡолағында яңғыраны ла яң ғы раны. Сөмбөл күҙҙәрен йомдо. Әллә йоҡоға китеүе булды, әллә ауыр уйҙар уйлап аҡылдан
яҙмаһын тип, уны был ғазаптарҙан ҡотҡарғыһы килеп, Хоҙай ярҙамға килде:
әллә ниндәй өйөрмә уны үҙе менән өйрөлтөп алып китте. Ҡыҙ күңелендә ниндәй ҙер еңеллек тойҙо, болотҡа ултырып, тирбәлә тирбәлә ҡайҙалыр осто ла осто. Әллә ниндәй көстәр уны матур яланға, шишмә буйына алып килде. Сылтырап аҡҡан шишмәнән ҡомһоҙланып һыу эсте. Шишмә һыуы уның янған йөрәген, йән әрнеүен баҫты. Һыуҙың икенсе ярынан, уға ҡарап, ап аҡтан кейенгән аҡ һаҡаллы бер бабай йылмая ине. Ул йыраҡтан килгән тауыш менән Сөмбөлгә өндәште:
– Эс, ҡыҙым, эс. Һин оҙаҡламай терелерһең. Һинең бәхетең алда әле. Оҙаҡламай улың тыуыр, мөхәббәтең яныңда. Һин бирешмә, сабыр бул. Ә хәҙер бар, өйөңә ҡайт, һине унда көтәләр.
Сөмбөл уянғанда, бөтә ер ҡараңғылыҡҡа сумған, янында бер кем дә юҡ ине.
Ул үҙендә ниндәйҙер көс барлыҡҡа килеүен тойҙо, ҡуҙғалып ҡараны. Кинәт уның бик ныҡ ашағыһы килде. Күргән төшөн иҫенә төшөрҙө. Ниндәй матур ялан, ниндәй тәмле һыу... Ә бабай, бабай нимә тине? Йә, Хоҙай, ул бит, улың тыуа саҡ, тине. Сөмбөл әкрен генә эсен һыйпап ҡараны. Эсе бер аҙ беленә башлаған. Уның ашағыһы киләлер, эйе, беҙ асыҡтыҡ, ахыры, улым.
Сөмбөлдөң күҙенә йоҡо инмәне, төнө буйы керпек тә ҡаҡманы. Иртән иртүк Верочка килеп етте. Ғәҙәттәгесә, керә керешләй йылмайып:
– Ҡояшым, хәлең нисек, нисек йоҡланың? – тип һораны. – Тышта һалҡын, тиҙҙән ҡыш килә, һин сығыуға, ысын ҡыш буласаҡ.
– Верочка, минең бик ашағым килә, икмәк булһа ла бир әле.
Ике аҙна буйы телһеҙ ятҡан Сөмбөлдөң телгә килеүе, ашарға һорауы Верочканы һиҫкәндереп ебәрҙе.
– Мөғжизә, мөғжизә бит: үҙе һөйләшә, үҙе ашарға һорай! – тип бот сапты. –
Хәҙер, ҡояшым, хәҙер, – тип ишеккә йүгерҙе, унан ҡырт боролоп кире килде. –
Һөйөнө стән башым эшләмәй. Мин бит һиңә һурпа алып килдем, әйҙә, икмәкләп аша.
Верочка уны мендәргә һөйәп ултыртып, һурпа бирҙе. Сөмбөл, тырыша тырыша, бер телем икмәк менән бер кәсә һурпа эсте.
Иртәнге сәғәт унда палатаға Булат килеп инде, улар бөгөн күҙгә күҙ осрашты.
Ве рочка, ҡамасауларға теләмәйенсә, коридорға сығып китте. Сөмбөл бөгөн күҙҙәрен ҡуйы керпектәре аҫтына йәшермәне. Булаттың «Һаумы» тигәненә керпек ҡаҡты.
– Хәлең нисек? Мин һиңә алмалар алып килдем, тағы нимә алып киләйем, һин әйт кенә. Сөмбөл, бөтә көсөн йыйып, үҙенең ҡарарын әйтергә уйланы. Ул үҙе өсөн һөҙөмтә сығарғайны.
– Булат, башҡа минең яныма килеп йөрөмә, кәрәкмәй. Йәлләмә мине. Нисек тә үҙем йырып сығырмын. Бар кит, минең барлығымды онот.
Булат ҡыҙҙан бындай һүҙҙәр көтмәгәйне, ни әйтергә лә белмәне. Сөмбөл илар, асыуланыр, үпкәләр, шулай нисек тә яйланыр әле, тип уйлағайны. Ә ул бит әрләмәне, әрләһә, Булатҡа еңелерәк тә булыр ине. Сөмбөлдөң көйҙөргөс ҡарашы күҙ алдынан китмәне. Ҡыҙ, кинәт балалығын юғалтып, олоғайғайны. Булат һалҡын урамға сыҡты, әкрен генә дөйөм ятаҡҡа табан атланы, ҡайҙалыр йыраҡта йыр яңғыраны:
Саналар ҡуҙғалып киттеләр,
Йөрәкте өҙҙөрөп үттеләр.
Тағы бер текәлеп ҡарайымсы,
Рәсемеңде күңелемә һалайымсы.
* * *
Сөмбөл әкренләп булһа ла терелә башланы. Әсәһе килеп йөрөнө, Верочка көн дә янында булды. Аҙна башында, сумка күтәреп, Байрас килеп инде. Үҙен шаян, көр күңелле итеп тоторға тырышты. Ул, Сөмбөл янына ағайым йөрөйҙөр, икәүләп йөрөһәк, килешмәҫ, тип быға тиклем килмәгәйне. Был ялда, ауылға ҡайтҡас, ағаһы менән һөйләште. Ағаһының больницаға башҡа барып йөрөмәүен ишеткәс:
– Улайһа, Сөмбөл янына үҙем барам, миңә ярайҙыр бит? Минең уның алдында бер ғәйебем дә юҡ, – тине. Сөмбөл сабыр ғына йылмая, Байрас менән һөйләшә башланы. Булат тураһында бер һүҙ ҙә ҡуҙғатманылар. Байрас Верочка менән дә уртаҡ тел тапты, кис менән икеһе бергә ҡайтып киттеләр.
– Әйҙә, сәй эсеп сығырһың, һин эштән ҡайтып ашамағанһыңдыр, – тип бер көндө Верочка Байрасты өйөнә саҡырҙы.
Верочка бер бүлмәле бәләкәй генә фатирҙа йәшәй икән. Бүлмәһе бик бөхтә йыйыштырылған, һәр әйбер зауыҡ менән эшләнгән, һәр нәмә үҙ урынында. Хужа бикә егетте бик тәмле аш, сәй менән һыйланы. Көтмәгәндә һорап ҡуйҙы:
– Әйт әле, үҫкәнем, ағайың менән Сөмбөл тураһында һин ни уйлайһың?
– Ни әйтергә лә белмәйем, үҙем дә аптырайым. Ағай Яңы йылда өйләнергә йыйына ине. Сөмбөлгә түгел, башҡаға. Хәҙер ул да нишләргә белмәй. Сөмбөл бит уға килеп йөрөмәҫкә ҡушҡан.
– Эйе шул, мин ғәрип түгел, миңә уның йәлләүе кәрәкмәй, ти. Беләһеңме, ул бит әсәһенән ҡурҡа, бала тураһында ла белһә, өйҙән ҡыуып сығарыр, бала менән ҡайҙа барырмын, тип бик ҡайғыра. Больницанан сыҡҡас, балаһын алдырмағайы, уға хәҙер аборт яһатырға ла һуң. Әсәһе, берәй әбейгә алып барып,берәй нәмә яһатһа, унан башҡа балаһы булмаһа? Бына шуларҙы уйлайымда ҡурҡам. Минең дә балам булманы, берҙе юғалттым, башҡаны Хоҙай насип итмәне. Хәҙер, бына, япа яңғыҙмын. Бала тапмай торған ҡатын бер иргә лә кә
рәкмәй. Мин Сөмбөл өсөн бик ҡайғырам, әле уның ауыр көндәре алда, ауылда бит ирһеҙ бала тапҡан ҡатынға бөтөнләй икенсе ҡараш.
Былар тураһында Байрас үҙе лә уйлай. Ағаһы ла уйлайҙыр, уға ла хәҙер бик ауырҙыр. Был аҙнала Фәриҙәгә яусы ебәрергә тейеш ине, ул хаҡта һүҙ ҙә ҡуҙғатманы, яусы ла ебәрмәне.
Сөмбөлдөң больницаға ингәненә бер ай булды. Ял көндө әсәһе килгәс:
– Әсәй, өйгә ҡайтҡым, мунса ингем килә. Һин мине алып сыҡ бынан, – тип үтенде.
Әсәһе лә:
– Ярай, балам, табип сығарһа, иртәгә күрше ағайың менән һөйләшәм дә, машина менән килеп алырбыҙ. Бик оҙаҡ яттың шул, балам, бәлки, өйҙә тиҙерәкте релерһең. Битеңдә ҡан әҫәре юҡ, өйҙә яҡшыраҡ булыр, – тип шатланып, ҡыҙыменән ризалашты. Бер аҙҙан табип менән һөйләшеп тә килде:
– Сығарам, ләкин бер аҙнанан ҡабат күренергә килергә тейеш, тине табибың.
Ярай, ҡыҙым, һин әҙерләнә тор, иртәгә килеп алам, – тип әсәһе ҡайтып китте.
Киске яҡҡа Вера әбей килде.
– Верочка, иртәгә мин өйгә ҡайтам, әсәйем килеп ала. Шундай туйҙым бында ятыуҙан! Верочка, әйҙә, һин дә беҙгә ҡайт, мунса инеп, ҡунаҡ булып китерһең.
Һин хәҙер миңә апайым кеүек яҡын. Һин бит мине ташламаҫһың, эйеме, – тип Сөмбөл уны ҡосаҡлап үпте. – Мин һиңә шул тиклем күнектем, һинән башҡа ниш ләрмен инде?
Верочка ла Сөмбөлгә бик эйәләште, уны үҙ балаһылай яратты. Уның бит башҡа бер кеме юҡ. Ҡыҙҙың алдағы яҙмышы билдәһеҙ шул, әсәһе, туғандары бала тураһында белһә, ни тиерҙәр?
– Юҡ, ҡояшым, мин һине үлгәнсе ташламайым. Терелгәс, эшкә сығаһың бар. Бына һиңә адресымды бирәм, тура үҙемә кил. Бала тураһында әсәйеңә әйттеңме әллә?
– Юҡ. Әгәр әсәйем белһә, мине үлтерәсәк. Верочка, был хаҡта әйтеү түгел, уйларға ла ҡурҡам.
– Ҡара әле, ҡояшым, ни генә булмаһын, балаға тейә күрмә, харап итмә. Уны һиңә Хоҙай насип иткән, Хоҙайға ҡаршы барһаң, башҡа бирмәҫ. Яңылыш бер була, икенсе яңылыш яһай күрмә. Ни булһа ла, үҙемә кил. Мин һиңә һәр ваҡыт ярҙам итермен.
Икенсе көндө әсәһе Сөмбөлдө күрше ағай менән килеп алды. Өйгә ҡайтыу шат лығынан ҡыҙҙың күңеле тулды. Тыуған ауылын, өйөн шундай һағынған!
Сөм бөл үҙенең яратҡан урыны – тәҙрә төбөнә килеп ултырҙы. Тышта матур итеп, һалмаҡ ҡына ҡар яуа. Бер ай ваҡыт эсендә бөтә донъя үҙгәрҙе. Элекке Сөм бөл булһа, уйнап һикереп, урамға сығып йүгерер, аҡ ҡарға әллә ниндәй эҙҙәр төшөрөп, эсе ҡатып көлөр ине. Ә бөгөн ул яуған ҡарҙа ла бары ниндәйҙер һағыш, моңһоулоҡ күрә. Ашағас, тиҙерәк урамға сығырға ашыҡты, күңеле болғаныуҙан, әсәһенең ниҙә булһа һиҙенеүенән ҡурҡты. Үҙҙәренең һарай артындағы әрәмәлеккә табан китте. Бәләкәй генә йылғаны боҙ, ҡырпаҡ ҡар ҡаплаған. Ниндәй аҡлыҡ, ниндәй аҙалыҡ, ниндәй моңһоу тынлыҡ...
Үткән ҡышта һин бала инең,
Томоролоп алға саба инең.
Ә был ҡышта, ә был ҡышта
Ник башыңды аҫҡа эйҙең?
Ҡар бөртөктәрен күтәрә
Алмаймы әллә иңең?
...Йома көн етте. Һәр ваҡыттағыса, йәштәр бөгөн дә вокзалда йыйылды, һәр ваҡыттағыса, автобусҡа шыплап халыҡ тулды. Ауылға ҡайтып еткәнсе, халыҡ йылына, ҡыҙарына бүртенә, унан бынан шаян һүҙҙәр сыға башлай, егеттәр ҡыҙ ҙарҙы үртәй, тегеләре лә яуапһыҙ ҡалмай.
Автобус ҡайтып етеп, ишектәрен асыу менән, бөркөлөп пар сыға, ҡыҙарып бешкән халыҡ урамға ағыла, ултырып түгел, автобус артынан йүгереп ҡайтҡандар тиерһең.
Булат менән Байрас, һөйләшә һөйләшә, өйҙәренә юл алды. Ни тиклем генә ел бәҙәк күренһә лә, һуңғы ваҡытта Байрас уйсанланып, етдиләнеп китте, ә
Булат бөтөнләй иләҫ миләҫ йөрөй.
– Ағай, әйҙә, өйгә ингәнсе, ныҡлап һөйләшәйек әле. Һин ни уйлап йөрөйһөң?
Сөм бөл бит һәр ваҡыт больницала ятмаҫ, ҡайтҡас, әсәһе, туғандары беләсәк, тауыш сығасаҡ. Бала менән ҡайҙа барыр ул? Өйлән, тип бында килһәләр, һин, өйләнмәйем, тиһәң, ул ваҡытта уға аҫылынырға ғына ҡала...
– Өйлән, тиеүе еңел. Мине инде ике аҙна Фәриҙә көтә. Яусы ебәрәм тигән инем бит. Унан, ул елбәҙәк Сөмбөлдән ниндәй ҡатын сыҡһын, нисек уның менән донъя көтөргә кәрәк. Көн уйлайым, төн уйлайым, ни уйлап табырға ғына белмәйем. Минең бөтә хыялым – Фәриҙә, мин уға ғына өйләнергә теләйем. Аңлайым: Сөмбөл ҡыҙғаныс. Теге көндө больницала күргәс, бөтә йәнем тетрәнде, мин уны улай уҡ һыныр тип уйламағайным. Ул бит мине үҙе кире ҡаҡты, һөйләшергә тип барғас, әйләнеп ятты, боролоп та ҡараманы. Бик йәлләһәң, үҙең өйлән, кешегә кәңәш биреү еңел ул. Үҙ башыңа төшһә, нишләр инең икән?! – Минме, ағай, минән генә торһа, ул риза булһа, бөгөн үк өйләнер инем. Эйе, әгәр һинеке түгел, башҡа кешенеке булһа ла, өйләнер инем. Кем балаһы икәнен эт тә белмәҫ ине әле. Һин ашыҡтың, ә мин һуңға ҡалдым. Бөтә бәлә шунда, ағай,
мин – уны, ул һине ярата, ә һин – Фәриҙәне. Тыуасаҡ гонаһһыҙ сабыйҙы кем яратыр? Ул бит беҙҙең ҡан, ул бит беҙгә оҡшаясаҡ. Эй, ағай, ағай...
Булаттың башына күҫәк менән килтереп һуҡҡандай булды. Ул энеһенән бындай һүҙҙәр ишетермен тип уйламағайны. Елғыуар энеһе кемде лә булһа
ярата алыр, тип башына ла килтермәгәйне. Тимәк, Сөмбөлгә генә түгел, энеһенең дә юлына арҡыры төшкән, уның алдына ла ғәйепле булып сыҡты. Ул, бер аҙ өндәшмәй торғас:
– Хәҙер нишләйбеҙ инде? – тине, ауыр һулап.
– Әсәйҙәргә үҙең аңлат, тик минең Сөмбөлдө бала күтәртеп урамда йөрөтәһем килмәй. Мин уны бында алып ҡайтам, бала тыуғансы булһа ла, бында йә шәһен, исмаһам, «ирһеҙ бала тапҡан» исемен күтәрмәҫ. Ә һин туйыңды бер аҙ һуңыраҡҡа күсерергә тырыш, бала тыуғансы ашыҡма. Атайҙар менән дә һөйләшергә кәрәк, беҙ ҡапсыҡта ятмай ул, барыбер тишеп сыға, белеп торһондар.
Үҙ йомошо менән ишек алдына сыҡҡан Әлфис, кешеләр һөйләшкәнен ишетеп, ҡапҡа төбөнә килеп баҫты. Ағалары ҡайтҡан икән, ҡыҙыҡ, бында ҡасып ни һөйләшәләр икән, тип ҡолағын ярыҡҡа ҡуйҙы. Бер аҙ тыңлағас, әһә, былай икән, тип өйгә йүгерҙе.
– Атай, әсәй, бәләкәй ағай балалы ҡатын алып ҡайта.
– Ни һөйләйһең һин, кем әйтте?
– Ағайҙар ҡапҡа төбөндә һөйләшеп ултыра. Байрас ағай оло ағайға: «Һин теләһә нишлә, мин уны өйгә алып ҡайтам», – тине.
– Ә балаһы ҡайҙан сыҡҡан?
– Белмәйем, «урамда йөрөй балаһы менән» тине, ахыры, һалҡын бит, оҙаҡ тыңлап тора алманым.
Әсәһе менән атаһы, бер береһенә ҡарашып, аптырап ҡалды.
– Суҡынсыҡ малай! Кермәгән тишегең юҡ, сыбыҡһыҙ радио, – тип атаһы асыу ланып алды.
Әсәһе:
– Балалы ҡатын алмаһа, ҡыҙҙар бөткәнме, йөрөй торғас, килеп ҡапҡан икән… – тип һуҡранды.
– Бар, улым, һин инеп ят, – тине атаһы Әлфискә. – Иртәгә иртәрәк торорһоң, һуғым һуябыҙ, үгеҙ йығырға кеше кәрәк, һин ҡойроғон бороп торорһоң.
– Иртә бит әле, ағайҙар ҙа инмәгән.
– Улайһа, китер сумкаңды, көндәлегеңде тикшерәйек, ниҙәр тейәп ҡайттың икән?
Әлфис шым ғына үҙ бүлмәһенә инеп китте. Хәҙер инде улының сыҡмаҫын атаһы яҡшы белә. Кесе улының ене һөймәгән шөғөлө – уҡыу. Дәрес әҙерләргә ултырһа, бөтә уҡытыусыға, дәреслек яҙыусыларға, ғөмүмән, уҡыуҙы уйлап тап ҡан кешегә асыулана, ҡулынан килһә, уларҙың бөтәһен бер ҡаҙанға һалып ҡайнатыр ине.
Булат менән Байрас ишектә күренеүгә, ата әсә һораулы ҡараш менән уларға текәлде.
– Нишләп бик оҙаҡ, аш һыуынып бөттө бит. Әйҙәгеҙ, ултырығыҙ.
Һиҙелеп тора: ниҙер булған. Аталары, тыныслап ашаһындар, бәлки, үҙҙәре һүҙ башлар, тип ашыҡтырмаҫҡа уйланы. Тыныс ҡына киске ашты ашанылар, улдары һүҙ башларға ҡабаланманы. Шәфҡәт ағайҙың сабырлығы бөтөп, асыулы ҡарашын Байрасҡа текәне:
– Шунан, донъяла ниҙәр бар? Бәлки, һөйләрһегеҙ?
– Ниңә миңә ҡарайһың? Донъяға ни булһын, ул үҙ урынында.
– Ә ниндәй ҡатын бала эйәртеп урамда йөрөй?
Байрас менән Булат бер береһенә ҡарашты.
– Атай, балалы ҡатындар менән урам тулған, ниндәй ҡатын ҡыҙыҡһындыра һине? Хәҙер кис инде, берәү ҙә юҡтыр. Шәфҡәт ағай, ҡыҙа барыуын һиҙеп, үҙен ҡулға алырға тырышты. Иләҫ миләҫ бала һүҙенә ышанып, ҡаш яһайым тип күҙ сығармаһын тағы.
– Улым, һиҙеп торам, нимәлер булған, икегеҙ ҙә балтағыҙ һыуға төшкән кешеләр кеүек ултыраһығыҙ. Үткән ҡайтыуығыҙҙа ла килде китте йөрөнөгөҙ.
Ситтән ишетелгәнсе, үҙегеҙ һөйләгеҙ. Йә, нимә ҡырҙығыҙ? Аталары ике һөйләргә яратмай, улдары ла уның бер ҡарашынан ни әйтергә теләүен аңлай. Өйҙә ҡаршы һөйләү юҡ, малайҙар бала саҡтан шулай тәр биәләнгән. Аталарын хөрмәт итәләр, еткән егет булһалар ҙа, бер аҙ шөрләйҙәр ҙә.
Малайҙар, кем беренсе тигәндәй, бер береһенә ҡарап ултыра бирҙе. Аталары тағы бер ҡабат тамаҡ ҡырҙы.
– Йә, ҡайһығыҙ башлай?
– Атай, нисек әйтергә, шундай сетерекле хәл килеп сыҡты. Ҡыҫҡаһы, бер ҡыҙ бала көтә, уға өйләнеп тә булмай, ташлап та... Бына шул. Шуға ағай менән баш ватабыҙ, нишләргә лә белмәйбеҙ, – тине Байрас, ҡаушап.
– Һеҙҙең бында ни ҡатнашығыҙ бар?
– Һуң, ул беҙҙеке, дөрөҫөрәге, ағайымдыҡы.
Атаһы Булатҡа ҡараны, ул, сейәләй ҡыҙарып, башын аҫҡа эйҙе. Атаһы:
– Булат, аңлатып бир, – тип ҡырыҫ ҡына әйтеп ҡуйҙы.
– Атай, яңылышлыҡ менән булды, мин теләмәгәйнем. Мин башҡа ҡыҙҙың ҡулын һораным.
Булат атаһы нисек әйтһә, шулай буласағын аңланы.
– Бала кемдеке? – тине атаһы ҡоро ғына.
– Минеке.
– Һинеке булһа, алып ҡайт та өйлән.
– Юҡ, мин икенсе берәүҙе яратам. Беҙ Яңы йылға уның менән туй яһарға һөйләштек.
Һүҙгә әсәһе лә ҡушылды:
– Ул да бит – кеше балаһы, яратмағас, ник харап иттең һуң?
Атаһы, ауыр йоҙроҡтарын өҫтәлгә һалып, уйсан ҡырыҫ тауыш менән:
– Ә хәҙер мине тыңлағыҙ, – тип һүҙен дауам итте. – Иҫән сағымда Арыҫлановтар урамда йәтим, уйнаштан тыуған бала исеме күтәреп йөрөмәйәсәк. Мин һинән, улым, бындайҙы көтмәгәйнем. Ҡылған эшеңә яуап та бирә бел, янына ятҡансы уйларға ине. Өйгә алып ҡайт. Иртәгә һуғым һуябыҙ, Яңы йылға туй яһарбыҙ.
Булат, атаһының әйткән һүҙҙәрен ишеткәс, бөтөнләй юғалып ҡалды, башын аҫҡа эйеп:
– Юҡ, атай, булмай, – тип бышылданы.
– Ярай, өйләнмә, көсләп өйләндерә алмайым. Ләкин ул баланы бында ҡайтарып ҡуй, минең бер түгел, ун тамаҡ туйҙырырлыҡ мөмкинлегем бар.
Шулай итеп, атаһы Булаттың алдағы яҙмышына мөһөр һуҡты.
Булат Фәриҙәгә: «Көтөлмәгән хәлдәр килеп сыҡты, киләһе көҙгө өйләнешер беҙ», – тип ғәфү үтенеп хат яҙҙы. Ул әлегә өмөтөн өҙмәне.
* * *
Беҙ ҡапсыҡта ятмай – Сөмбөлдөң хәлен дөйөм ятаҡта барыһы ла белде. Сөмбөл бүлмәләш ҡыҙҙары эштә саҡта әйберҙәрен йыйып, үҙе эшләгән балалар баҡсаһына килде. Ул дөйөм ятаҡҡа ҡайтырға, унда күренергә теләмәне. Эштән һуң бында ҡунып ҡала торған булды.
– Ҡояшым, иртәгә үк миңә күс, мин һине һағынып бөттөм. Тағы бер яңылыҡ: һине бит Байрас эҙләй, больницаға барған – һин юҡ. Миңә килде, күп итеп күстәнәс алып килгән, һиңә ашатырға ҡушты. – Верочканың хәбәре күп йыйылған, һөйләне лә һөйләне. Икенсе көндө Сөмбөлдө үҙенә алып ҡайтып китте.
Сөмбөл үҙенең ауырлы булыуын ни тиклем генә йәшермәһен, Яңы йыл алдынан ҡайтҡас, әсәһе туранан тура һораны:
– Ярай, ҡайттың әле, төн сыҡҡансы үләм тип торам. Кисә Хәҙисә апайың килгәйне. Һине, больницаға бала төшөрөргә ингән, шунда саҡ үлемдән ҡалған, тип ишет кән. Ниңә кисә ҡайтманың, һин бит элек йома ҡайта инең? Утһыҙ төтөн булмай, әллә бер бер хәл бармы?
Сөмбөлдөң йөҙө ағарып китте, ҡурҡыуҙан теле әйләнмәне, күҙ алды ҡараң ғыланды, өй эсе әйләнә башланы...
Әсәһенең:
– Ҡайҙа, яның менән борол әле. Әстәғәфирулла, был ни? – тигән һүҙҙәре йыраҡ тан ишетелгән кеүек тойолдо.
Сөмбөлдөң ҡурҡыуы шул тиклем көслө булды – аңын юғалтып йығылды. Әсәһе, уны яңаҡлай яңаҡлай, аңына килтерергә тырышты. Үҙе илай, үҙе кемделер һүгә.
– Нишләнең һин, йүнһеҙ бала? Әҙәм көлкөһөнә ҡалдырҙың бит, шул йәшеңдән этлектә йөрөмәһәң! Атаһыҙ бала үҫтереүе еңел тип белдеңме әллә?
Әсәһе Сөмбөлдө күтәреп торғоҙмаҡсы булды, ләкин ҡыҙҙың кәүҙәһе ҡамыр кеүек йомшарғайны. Ул күҙҙәрен асырға тырышты, торорға теләне, ләкин кәүҙәһе тыңламаны, иҫерек кеше кеүек, иҙәндә ятырға мәжбүр булды. Йөҙө аҡ ҡағыҙ төҫөнө инде, һис ҡан әҫәре ҡалманы. Шул ваҡыт ишек шаҡыған тауыш ише телде. Әсәһе, күрше ҡыҙы инә тип:
– Ҡыҙым, тиҙерәк ишекте ас, һауа инһен, үлә бит, үлә, – тип илай илай ҡысҡырҙы.
Ишектән ике ир менән бер ҡатын ҡыҙ килеп инде. Ул уларҙың кемдәр булыуҙары менән дә ҡыҙыҡһынманы. «Ҡотҡарығыҙ, ҡыҙым үлә», – тип илай бирҙе.
Ирҙәрҙең береһе Сөмбөлдө күтәреп, урынына һалды, тиҙ тиҙ генә яңаҡтарын, ҡолаҡтарын ыуа башланы, ҡатын да ҡыҙыу ҡыҙыу аяҡтарын ышҡырға тотондо.
– Сөмбөл, ас күҙеңде, был мин – Байрас. Аңыңа кил, – тип ҡаты һелкетә, яңаҡлай торғас, Сөмбөл ауырлыҡ менән күҙен асты. Был тиклем халыҡты күреп, ҡайҙа эләктем мин, тип аптырап ҡалды. Һәр кешене күҙ йүгертеп ҡарап сыҡты, аяҡ осонда баҫып тороусы Булатты күреп, күҙҙәрен ҙур асып текәлеп ҡалды. Байрас ситкәрәк китеп баҫты, уның янына таныш булмаған ҡатын килеп ул тыр ҙы:
– Һаумы, ҡыҙым. Мин Булаттың әсәһе булам. Бына һине алырға килдек. Һин ҡурҡма, борсолма, барыһы ла яҡшы булыр. Бына хәҙер әсәйең менән һөйләшербеҙ ҙә беҙгә китербеҙ.
Сөмбөлдөң күҙенән йәш бәреп сыҡты, ҡатындың йомшаҡ тауышы борсоулы йөрәккә көс бирә ине.
Әсәһе ашыға ашыға өҫтәл әҙерләне, бергә ултырып сәй эстеләр. Ике әсә ниҙер һөй ләште, кәңәшләште. Унан Сөмбөлдө кейендереп, машинаға сығарып ултырттылар ҙа үҙҙәренә алып киттеләр. Әллә өн, әллә төш булды...
* * *
Сөмбөлдөң Ахун ауылына беренсе тапҡыр аяҡ баҫыуы. Матур оло клуб, бейек манаралы мәсет янынан машина елдереп кенә үтте.
Еңел машина матур биҙәп эшләнгән ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаны. Булаттың әсәһе:
– Әйҙә, ҡыҙым, бына ошонда йәшәйбеҙ инде, – тип алдан атланы.
– Ҡурҡма, ин, әйҙә, ин, – тине Байрас та.
Булат ҡына, ғәйепле кеше һымаҡ, бер ни өндәшмәй торҙо, дөрөҫөрәге, ни әйтергә белмәне. Сөмбөлдө әкрен генә алға этте: «Әйҙә».
Ҡапҡанан инеүгә, өйҙән өҫтөнә лә кеймәгән, ҙур кәүҙәле, төҫө бите менән Булатҡа оҡшаған уҙаман сыҡты.
– Әйҙә, килен, төклө аяғың менән. Мин һинең ҡайның булам инде. Әйҙә, түргә уҙ, – тине ул.
Сөмбөл ҡаушауынан ҡаҡҡан ҡаҙау кеүек тик торҙо, унан, йығылып китмәйем тигәндәй, кемдеңдер беләгенә йәбеште.
Атаһы Булатҡа өндәште:
– Әйҙә, улым, йәш киленде өйгә алып ин. Ә һин, ҡыҙым, ҡурҡма, ҡыйыуыраҡ бул.
Тауыш ишетеп, өйҙән атылып сыҡҡан Әлфис, Сөмбөлдөң шундай бәләкәй генә булыуын күреп, шаҡ ҡатты. Булат ағаһы Сөмбөлдө етәкләп тигәндәй өйгә алып инеп киткәс, Әлфис түҙмәне, Байрастың еңенән тартты:
– Ағай, шундай бәләкәй ҡатын буламы ни?
– Һиңә уйнарға иптәш булыр, – тине ағаһы, көлә көлә.
Өйгә ингәс, ҡәйнәһе:
– Бына был һеҙҙең йоҡо бүлмәһе булыр, әйберҙәреңде шунда урын лаш тырырһың, хәҙер ял ит. Мин аш әҙерләйем, – тип уны яңғыҙын ҡалдырып сығып китте. Сөмбөл өйҙөң эсен күҙҙән кисерҙе: ҙур, иркен, бөтә ерҙә тәртип, һәр нәмә үҙ урынында; бик зауыҡ менән йыйыштырылған, бөтә ергә, әбеһе һөйләгәнсә, ҡулдан һуғылған матур матур келәмдәр йәйелгән. Икегә бүлеп эшләнгән был бүлмәгә матур шаршау эленгән, стенаға келәм ҡағылған, киң һике яһалған, уның өҫтөнә матур итеп сигеүле мендәрҙәр өйөлгән. Улар яғына бер тәҙрә лә эләккән, унан баҡса, алмағастар күренә. Сөмбөл был мөйөштө бик оҡшатты, кеше күҙенән кереп ҡасыр өсөн урын булды, тип шатланды.
Был кисте улар Булат менән, бер береһенә яңылыш ҡына ҡағылып китеүҙән ҙә ҡурҡып, икеһе ике яҡҡа ҡарап, бер һүҙ өндәшмәйенсә уҙҙырҙылар. Зәңгәр нурҙарын һирпеп, тәҙрәнән ай ҡараны. Ике аралағы бер кешелек бушлыҡты ул да тултыра алманы. Башҡалар араһында бәхет, мөхәббәт, шатлыҡ, ҡайнар һулыш, тағы әллә ниҙәр күреп ай ҙа оялыр ине, ә бөгөн ул, урталағы бушлыҡты, ауыр тынлыҡты, икеһе ике яҡҡа ҡарап ятҡан бәхетһеҙ йәндәрҙе күрмәүең яҡшыраҡ, тип күрше тәҙрәгә күсте. Сөмбөл, йәш булһа ла, был матур мөйөштөң
уның өсөн түгел, башҡа ҡыҙ өсөн әҙерләнгәнен, үҙенең был ояға яңылыш килеп ҡун ған ҡош икәнен яҡшы аңланы. Яҙын килгән ҡоштар көҙөн балаларын эйәртеп кире китә, ул да, балам тыуғас, бынан китермен, тигән уй менән таң алдынан ғына йоҡоға талды.
Бына шулай яңы тормош башланды. Ялда улар ауылға хәҙер өсәү ҡайталар.
Ауыл халҡы, егеттәрҙең ҡайһыһы туйһыҙ ғына ҡатын алған икән, тип баш ватты.
Әсәләре, кеше алдында яҡшы түгел, туй яһайыҡ, тигәс, Сөмбөл:
– Бер ниндәй ҙә туй кәрәкмәй, туйҙа бындай йәмһеҙ кәләш булмай, – тип ҡаршы төштө.
– Ярай улайһа, мулла саҡырып, никах уҡытайыҡ. Никахһыҙ тыуған баланы «елдән тыуған» тиҙәр, – тип, бер аҙнала никах уҡыттылар.
Хәҙер улар, теләһә теләмәһәләр ҙә, Хоҙай алдында ирле ҡатынлы булды. Был идара ҡағыҙы түгел, йыртып ташлау мөмкин түгел, Сөмбөл мәңгегә Булаттың беренсе ҡатыны булып ҡаласаҡ. Унан һуң әллә кемдәр килһә лә, «Булаттың беренсе ҡатыны Сөмбөл» тип күктәрҙә яҙып ҡуйылды.
Декретҡа сыҡҡас, ҡыҙҙың әйберҙәрен Байрас йөк машинаһы менән ҡайтарҙы. Йәлләй ине ул Сөмбөлдө. Ҡатыны булһа ла, Булат уның менән һөйләшмәй.
Нисек бер бүлмәлә йоҡлайҙарҙыр? Байрас Сөмбөлдө нисек кенә йәлләмәһен, уны нисек кенә яратмаһын, хәҙер бер ни ҙә үҙгәртә алмай шул.
Сөмбөлгә Әлфис шатланып бөтә алманы. Ул еңгәһен бик яратты. Сөмбөл апаһы уға әкиәттәр уҡый, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләй. Мөмкин булһа, Әлфис, көнө буйы, мәктәпкә бармайынса, уның янында ултырыр ине.
Сөмбөл хәленән килгәнсә Гөлфиә апайға булышты, уның нисек эшләгәнен ҡарап тороп, тап уныңса, һәр эште еренә еткереп башҡарырға тырышты. Эйәләшә төш кәс, әкренләп аш һыу тирәһендә лә ҡайнаша башланы. Гөлфиә апай һиҙ ҙер мәйенсә генә киленен күҙәтте. Булат улы: «Ул донъя көтөрлөк ҡыҙ түгел, бер эш белмәй, елбәҙәк», – тиһә лә, Сөмбөл бер ҙә улай күренмәне. Ул бик һирәк йыл мая, ҡулдары эшкә ятып тора, һәр эше килешле килеп сыға, тик һәр ваҡыт уйсан.
– Ҡыҙым, өй эштәрен мин үҙем дә ҡарармын, һин, ана, Әлфискә уҡырға ярҙамлаш. Бигерәк уҡырға яратмай, аҙғын быҙау менән бер, уйнарға сығыу яғын
ғына ҡарай. Сумкаһын да уйнаған ерендә ташлап ҡайта. Был малай береһенә лә оҡшамаған, ағалары «бишле»гә уҡымаһалар ҙа, мәктәпкә бармайынса ҡасып йөрөмәйҙәр ине. Бала түгел, бәлә был, бәлә. Һине ярата бит, бәлки, тыңлар.
– Ярай, тик өйҙә китаптар юҡ, ауыл китапханаһында барҙыр инде. Мин урамға сығырға оялам, пальтомдың төймәһе эләкмәй.
Гөлфиә апай Сөмбөлгә ҡарап йылмайҙы:
– Аталары эре булғас, балалары ла ҙур тыуа шул. Һиңә күлдәк тә алаһы бар, быныһына һыймайһың. Әйҙә, кибеткә сығып әйләнәйек булмаһа, кәрәкле әйберҙәреңде алырһың, балаға ла кейемдәр ала башларға кәрәк.
– Юҡ юҡ, әсәй, үҙең генә барып ҡайт. Минең урамға сыҡҡым килмәй. Үҙең беләһең бит ни кәрәген, миңә ниндәй ҙә ярай.
Икенсе көндө Гөлфиә апай килененә матур халаттар, эске кейемдәр алып
ҡайтты:
– Мә, кейеп ҡара әле. Иркенләп эсеңде киреп йөрө, оялып, ҡыҫып йөрөмә, балаға зыян килер.
Сөмбөлгә бигерәк тә сәскәле, аҡ яғалы халат оҡшаны. Мин быны ялда ғына кейермен, тип ситкә алып ҡуйҙы. Булат ҡайтыуға элеккесә матур күренгеһе ки
лә ине.
Шәфҡәт ағай китапхананан бер ҡосаҡ балалар китаптары күтәреп ҡайтты.
– Мә, уҡығыҙ. Шайтан алғыры малайҙың уҡытыусыһы күргән һайын зарлана.
Хурлыҡ бит, ике метрлы кәүҙәң менән урам уртаһында ғәйепле бер малай кеүек баҫып тор инде. Әлфис, сумкаң ҡайҙа?
Әлфис, яҡ яғына ҡаранып, сумкаһын эҙләргә тотондо.
– Эҙләмә, санала сумкаң, сығып ал. Иртәнсәк ҡапҡа төбөндәге эскәмйә аҫтынан табып алдым. Ҡар күмеп китә яҙған, шайтан малай, – тип асыуланды атаһы. – Бирҙе бит Хоҙай ҡартлыҡ көнөндә яфа.
Бына шундай инде уларҙың төпсөктәре – ҡартайғанда Хоҙай биргән татлы емештәре.
Сөмбөл, уны яратып, китап уҡырға өйрәтергә булды. Ҡыҙыҡлы мажаралар, һуғыш тураһындағы хикәйәләрҙе ҡысҡырып уҡый, унан ҡыҙыҡлы ерендә туҡтай.
– Бөгөнгә етәр, күҙем талды, башым ауырта, – тип йә ҡәйнәһе янына аш бүлмәһенә сыға, йә, дәрестәреңде әҙерләгәс уҡырбыҙ, тип, китапты йәшереп ҡуя.
Әл фис түҙмәй, китапты табып, ҡайһы сағында үҙе уҡый. Сөмбөл шулай итеп унда уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятты, иркә Әлфисте әкренләп тәртипкә һалды.
Малай менән мауығып, үҙе лә ауыр уйҙарынан ҡотолоп тора. Әлфис үҙе лә уҡый башланы, шулай ҙа апаһы уҡығанды ярата, ул уҡығанда, хыялдарға бирелеп, ваҡиғаларҙың эсендә ҡайнай. Шулай тыңлап ята торғас, йоҡлап та китә.
Бер көндө улар күп ҡатынлы солтан тураһында әкиәт уҡыны.
– Улайһа, минең Булат ағай ҙа солтан була, эйеме? Һин – беренсе ҡатыны, ә теге – икенсе ҡатыны.
– Кем әйтте?
– Әй, теге ваҡытта атайым ағайымды, солтан булғас, ике ҡатын алырһың, йәшә береһе менән, ике арала сапма, тип асыуланды.
– Ә ниңә асыуланды?
– Ул бит һаман күрше ауылға, теге апай янына барып йөрөй, ахырыһы.
– Ниндәй апай?
– Белмәйем, ағайым: «Мин шул ҡыҙға өйләнәм, мин уны ғына яратам», – тигәйне, атайым рөхсәт итмәне. Шунан һине алып ҡайттылар. Һине мин дә, Байрас ағайым да, атайым менән әсәйем дә бик яратабыҙ, – тип апаһын муйынынан ҡыҫып ҡосаҡланы.
Бала булған ерҙә сер ятмай, ти, бына нисек икән эштәр... Сөмбөлдөң күҙҙәренән ҡайнар йәш аҡты, тимәк, үҙенең бында булыуына ул Булаттың ата әсәһенә бурыслы. Улар улдарын өйләндерергә күндерә алмаһалар ҙа, ҡыҙҙың даны илгә сыҡмаһын, тип алып ҡайтҡандар. Теге ваҡытта улар килеп инмәһә, Сөмбөл хәҙер ҡайҙа ятыр ине икән? Булаттың бер көнгә һуңыраҡ ҡайтыуынан, ял көндө ҡайҙалыр китеп юғалыуынан ниҙер һиҙенһә лә, унан бер ни һо раш маны, дөрөҫөрәге, бөтөнләй һөйләшмәне. Ул үҙен Булаттың муйынына аҫҡан таш кеүек хис итте. Ер ярылһа, ике лә уйламайынса шунда төшөп юғалыр ине.
Булат 8 Март байрамына ҡайтманы. Уның ҡарауы, Байрас әсәһе менән Сөмбөлгә бүләктәр, күстәнәстәр алып ҡайтҡан.
Булаттың бүлмәләше, вокзалда Байрасты күреп: «Байрамға ағайыңдың икенсе ҡатыны килде, ҡайта алмаҫ», – тигәйне.
Байрас, Сөмбөлдө борсомаҫ өсөн, комбинатта авария булған, ағайҙы эшенәса ҡырттылар, тип ялғанларға мәжбүр булды. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, атаһы аҡайып бер генә ҡараны, уның ҡарашында барыһын да аңлауы сағылды.
Байрам өҫтәле әҙерләп, күстәнәстәр менән бергәләп сәй эскәс, Әлфис менән Сөмбөл үҙ мөйөштәренә кереп китте. Атаһы менән әсәһе телевизор ҡарарға ултырҙы. Байрас бөгөн ниңәлер клубҡа ашыҡманы.
Теге мөйөштән Әлфистең ҡысҡырып көлгән тауышы ишетелде. Сөмбөл менән икәүһе нимәлер һөйләшәләр ҙә, малай ҡысҡырып көлә. Уларҙың көлөүен ишетеп, Шәфҡәт ағай менән Гөлфиә апай ҙа бер береһенә ҡарашып йылмайып ҡуйҙы. Байрас та түҙмәне, серле шаршау янына килде.
– Туҡ туҡ, мине лә индерегеҙ әле, һеҙҙә бик күңелле, буғай.
– Ин, ин, – тине Әлфис, көлөүенән туҡтай алмайынса.
– Нимәгә эсең ҡата? Үҙең генә көлмә, миңә лә әйт, мин дә көләйем.
– Апаның эсенән ҡосаҡлаған инем, берәү тибеп ебәрмәһенме? Ана, һин дә ҡолағыңды ҡуй, хәҙер һине лә тибеп осора.
28 Һағынырһың – мин булмам
Сөмбөл, оялып:
– Сеү, Солтанай, улай ярамай, улай ҡаты ҡысҡырма, – тип көлә көлә, үҙе лә ауыҙын ҡапланы.
– Ярар, хәҙер тышҡа ғына сығып керәм дә, солтанай уйнайбыҙ, йәме, – тип
Әлфис сығып сапты.
Улар үҙҙәренә оҡшаған әкиәттәрҙе театрҙағы кеүек уйнай ине. Апаһы Әлфискә сәллә лә яһап бирҙе. Атаһының ҙур сатин трусигына резинка үткәргәс, шаровар булды. Ошо кейемдәрҙе кейеп, Әлфис солтан булып ҡыланырға ярата. Әле инеү менән ул:
– Апай, ҡайҙа минең кейемдәрем, мин хәҙер һеҙгә театр күрһәтәм, – тип һи кегә менеп баҫты, ҡулына әллә ниндәй ялтырауыҡ таяҡ тотто, апаһы һарыҡ йөнө нән яһап биргән һаҡалды ла таҡты. Байрасҡа бармаҡ төртөп, ҡалын тауыш менән ҡысҡырып ебәрмәһенме:
– Нишләп ултыраһың минең тотҡонлоғомда, нишләп һаман клубҡа сыҡмайһың? – тип, башлаған һүҙен онотоп, тотлоғоп ҡалды. – Апай, апай, теге һүҙҙе әйтәле, онотам шуны.
– Әмер бирәм.
ДАУАМЫ БАР.