

Август айының монарланып торған бер көнөндә Нурлыкүл тигән ауылдың ырҙын табағы алдына таныш булмаған номерлы өр-яңы йөк машинаһы килеп туҡтаны. Ләкин тора-тора, кабинаһынан һис кем сыҡмай. Быяла үтә кемдеңдер башы күренә, тик шофер ашыҡмай, ниндәйҙер журнал аҡтарырға
тотондо.
Баянан бирле ят машинанан күҙен алмаған ырҙын табағы мөдире түҙмәне, таянып торған ярыҡ көрәген келәт мөйөшөнә ырғытты ла, автоүлсәгес аша бәүелә-бәүелә атлап, шунда ыңғайланы. Кисә кистән колхоз рәйесе, ҡаланан ярҙамға машиналар килә, шуларҙың береһен һеҙгә тәғәйенләйбеҙ, тип һөйләнгәйне. Шул ярҙамға ебәрелгән машина түгелме икән?
– Сәләм бирҙек ир-уҙамандарға!
– Алдыҡ. – Кабина ишеге асылды. Шофер ергә төштө. – Ҡунаҡты, мин әйтәм, хөрт ҡаршылайһығыҙ.
– Һе, әллә ҡунаҡ, әллә муйнаҡ, белмәйбеҙ бит әле, – мөдир шофер егетте баштан-аяҡ ҡарап сыҡты. Ҡуңыр сәсле, ҡуңыр күҙле, алға сығыбыраҡ торған киң, текә маңлайлы, йоҡа иренле, әкрен ҡуҙғалыусан был ғәләмәт эре
егетте бигүк оҡшатып етмәне
шикелле.
– Да-а... – тип ҡуйҙы ул. Был, ебәргәндәр бит шефтар ярҙамға кешеһен дә, тигән һымағыраҡ яңғыраны.
Шофер һағайҙы, теремекләнде.
– Нимә, да? Әллә оҡшамайыммы? – Ул үпкәһен йәшермәне, оҙон ҡулы менән үрелеп кенә машинаһының капот тигән нәмәһен асып ҡараны ла «зыңҡ» иттереп кире ябып ҡуйҙы. Бик килештермәһәгеҙ, ана ята юлым, бындай уттай ҡыҙыу эш өҫтөндә машиналар бөтә ерҙә лә кәрәк, йәнәһе.
Улар аңлаштылар шикелле:
– Ярар, – тине мөдир, дуҫтарса тауыш менән. – Һин нимә, ысынлап беҙгә ярҙамға килдеңме?
Шофер уның был һүҙҙәренә иғтибар итмәгән кеүек тойолдо. Үҙ сиратында ул хәҙер ырҙын табағы мөдирен күҙҙән кисерә ине. Мөдирҙең мут ҡына йылмайған күҙҙәре, тырпайып торған ҡара мыйыҡтары ла, йыйып әйткәндә, үҙ кеше икәнлеге күренеп тороуы егеткә оҡшаны.
– Йәнтимер булам, – тип ҡулын һуҙҙы шофер. – Танһыҡҡужин.
– Сибәғәт... – был мәҙәк егет мөдиргә оҡшай төштө. Улар икеһе лә бер-береһенең күҙҙәренә ҡараны. «Мин һине беләм, хәҙер һин дә беләһең»,– тигән төҫлө ине ҡараштары.
Йәнтимер мөдирҙең елкәһенә ҡулын һалды:
– Былай Сибәғәт кенә тип йөрөтөү килешмәҫ, атайығыҙҙың исеме кем һуң әле? Һеҙ бит малай-шалай түгел.
Һуңғы һүҙҙәрҙән һуң Сибәғәттең ауыҙы йырылды.
– Ну шәп егет булып сыҡ-
тың да, – тип һөйләнде ул да, шоферҙың арҡаһына шаплап һуғып алып. – Ғата улы булам мин, Сибәғәт Ғатаевич инде, әләйһәң.
Йәнтимер тиҙ генә уны төҙәтте:
– Ғатаевич түгел, ағай, был культураһыҙлыҡты, дөрөҫөрәге, тәрбиәһеҙлекте аңлата. Белдеңме. Һин – Сибәғәт Ғатич! Яңғыраймы?
– Яңғырай...
– Бына шул, Сибәғәт Ғатич, һин кем булаһың инде бында? – Шофер көрәктәй оҙон ҡулдарын ян-яғына йәйеп ырҙын табағы яғына ҡарап һауаны өйөрҙө.
– Мөдир булам мин, ни... Йәнтимер... э-э...
– Танһыҡҡужин!
– Эйе, Йәнтимер Танһыҡҡужин... ҡусты, – тине лә, кәрәге булып ҡуйыуы ихтимал тип, «иптәш» һүҙен дә өҫтәне. Сибәғәттең үҙ хатаһын тиҙ төҙәтеүе Йәнтимергә оҡшаны. Шунан улар икеһе лә, байлыҡ табып ғәҙел бүлешкән кешеләрҙәй, һаһылдашып көлөштө.
– Киттекме? – тине шофер, кабинаһына ултырып. Тегеһе аңламаны.
– Бәй, ҡунаҡты тәүҙә ҡайҙа алып баралар, Сибәғәт Ғатич? Әлбиттә, ҡунаҡханаға.
– Һм-м... Беҙҙең ҡунаҡхана юҡ бит әле, Танһыҡҡужин иптәш.
– Улайһа, фатирға инде. Өйрәнгән баш.
– Фатирғамы? Фатирға була. Кис эштән ҡайтыуығыҙға бынамын тигәнен әҙерләп ҡуйырбыҙ. Сәй-фәлән эсергә тиһәгеҙ...
Кабинала нимә менәндер булышҡан Йәнтимер һуңғы һүҙҙәрҙе генә ишетте.
– Мин, Сибәғәт Ғатич, ғөмүмән, быны танауығыҙға киртеп ҡуйығыҙ, руль артында эсмәйем.
– Юҡ, юҡ, мин сәй хаҡында ине бит...
– Сәй мөмкин. Әйҙә, фатирға бына багажды илтеп ырғытайыҡ та...
Шофер стартерға баҫты. Сибәғәт:
– Әләйһәң, туҡта, әйтеп кенә киләйем, – тип ырҙын табағы яғына йүгерҙе. Йәнтимер уның ҡамыт аяҡтарына күңелләнеп ҡарап ултырҙы. «Быны тыуғас та мискәгә атландырғандарҙыр, күрәһең», – тип уйлап ҡуйҙы.
Сибәғәт кабинаға инеп ултырыу менән ҡуҙғалдылар.
Шофер сигарет ҡабыҙҙы, төтөнөн Сибәғәткә өрҙө...
– Фатир һәйбәт булһын, унан... Ни теге дүрт аяҡлы...
– Эттәре юҡ уларҙың...
– Ҡандаланы әйтәм мин.
Мөдир тәмәке төтөнөн кире өрҙө.
– Ҡандала, ҡустым... Ә-ә, Танһыҡҡужин, алты аяҡлы була. Уларҙы хәҙер музейҙан ғына эҙләргә кәрәк...
Был яңылыҡтан Йәнтимерҙең иҫе китте.
– Кит әле! – тип, был юлы мөдирҙең тубығына шаплатып һуғып алды. – Ә мин уны, ахмаҡ баш, дүрт аяҡлы тип йөрөгәнмен дә... Шул инде, ғүмер буйы йәшә, ғүмер буйы өйрән, ти бит рустар. Факт. Тәбиғәткә яҡыныраҡ торорға кәрәк ул.
Улар, күңелләнеп китеп, кабина тултырып көлөштө. Шунан, бер тыҡрыҡҡа борола башлағас, шофер серле генә итеп әйтеп ҡуйҙы.
– Ғатич, үҙең беләһең, мин буйҙаҡ кеше бит инде...
Тегеһе уны шунда уҡ бүлдерҙе:
– Булыр, булыр...
– Нимә булыр? – тип мәсьәләне асыҡларға тырышты Йәнтимер.
– Һеҙҙең братты беләм инде мин, кем, Танһыҡҡужин иптәш. – Мөдир бармағын шартлатты.
– Шәпме һуң? – шоферҙың күҙҙәре янып китте.
– Шәп кенә тиһеңме, һөлөк кеүек. Во! – Сибәғәт баш бармағын күрһәтте. – Тот та үҙен бөгөндән кәләш итеп ал. Белә белһәң, – мөдир Йәнтимергә бөтөнләй боролоп ултырҙы, – йөҙөнә, буй-һынына ҡарап тормаҫтан, бөгөндән силсәүиткә барып, Фәлән Фәләновна
менән беҙҙең никахты теркәгеҙ, тип әйтергә мөмкин.
– Шулай уҡмы?
– Аш өҫтө.
Улар бейек таҡта ҡапҡалы ҙур йорт алдына килеп туҡтаны. Йәнтимер машинаһын оҙон итеп ҡысҡыртып ҡуйҙы.
– «Һөлөк»лө йортҡа кәрәк ул, – тип аңлатты быны мөдиргә. – Кемдәр килгәнен күрһендәр.
Оҙаҡламай бәләкәй ҡапҡанан ҡырҡ йәшлек ҡатын күренде. Ул, ҡулдарын алъяпҡысына һөрттө лә, күрешергә үрелде.
– Иҫән килеп еттегеҙме?
– Елеп, – тине Йәнтимер, үҙе ҙур ҡапҡаны асып, машинаһын ишек алдына уҡ индереп ҡуйҙы. Хужабикә лә, мөдир ҙә уға аптыраныбыраҡ ҡараны. Ахырҙа: «Танһыҡҡужин иптәш бик принципиаль кеше, багажым бар ти ине», – тип бышылданы Сибәғәт һәм шоферға өндәште:
– Багажығыҙҙы бушатайыммы? – Үҙе кузовҡа үрелеп ҡарарға тырышты.
Йәнтимер моторына май өҫтәгән бер арала кабинаһынан портфелен алып бирҙе. Мөдир кузовты ла ҡараны, башҡа нәмә юҡ ине. Ышанмайыраҡ:
– Бөттөмө әллә?.. – тип һорап ҡуйҙы.
Шофер егет, эшен тамамлап, ҡулын йыуғас:
– Портфелде һаҡ йөрөтөгөҙ, – тип етди генә иҫкәртте. – Эсендә ҡиммәтле әйберҙәр ята.
– Ыстағафирулла, – тип ҡурҡа төштө хужабикә апай. – Юғалып-нитеп ҡуймаһын...
– Юғалмаҫ. Китаптар унда. «Мең дә бер кисә». Ун том.
– Ун том?
– Эйе. Уҡый башлаһаң, айырылырлыҡ түгел. Ғәҙәттә, мин уларҙы ямғырлы көндә уҡыйым.
Сибәғәттең бындай китап хаҡында ишеткәне юҡ ине. Йәнтимергә ҙур ихтирам менән ҡараны.
– Нимә тураһында? Сер түгелдер бит...
– О, Бөйөк Көнсығыш сибәрҙәре!.. Улар, исмаһам, белгән...
– Нимәне белгәндәр?
– Ирҙәрҙең күңелен асырға. Шәһрәзада ана һис тә башын айбалта аҫтына һалырға теләмәй. Төндәр буйы мөхәббәт хаҡында әкиәт һөйләй... – Шунан үҙе үк өҫтәп ҡуйҙы. – Үлгең килмәһә, һин дә һөйләрһең. Шулай бит?
– Шулай, шулай, – тип йөпләне хужабикә лә, ҡала кешеһе ни һөйләр икән тип тыңлап торған еренән ҡайнап ултырған самауырын күтәреп аласығына индерергә иткәйне, уның юлына шунда уҡ Йәнтимер арҡыры төштө.
– Ҡайҙа, үҙем, үҙем, ҡатын кеше ауыр күтәрергә тейеш түгел, – тип, самауырҙы елтерәтеп инеп тә китте. Был мөдир алдында апайҙың дәрәжәһен күтәреп ебәргәндәй итте. Егетте оҡшатты ул.
Сәй эсеп, урындарынан торҙолар. Йәнтимер тирә-яғына ҡаранды ла Сибәғәттең бөйөрөнә төрттө.
– Ә һөлөк?
Тегеһенең башына барып етмәне.
– Ниндәй һөлөк? Ҡандала, тиң.
Шофер сырайын һытты. Апайға һиҙҙермәҫкә тырышып, ҡалаҡ алып ауыҙына килтереп күрһәтте лә яулыҡ ябынған ишара яһаны. Мөдир шунда «пырх» итеп ҡалды. Тегеһе бының яурынына дуҫтарса ғына һуҡты. Сибәғәт, етдиләнеп, фуражкаһын кейҙе.
– Сәғиҙә апай, ә... Әнисә ҡайҙа әле һеҙҙең?
Хужабикә аптырай биреп ҡуйҙы:
– Бәй, ырҙын табағында түгелме ни?
– Да, да. Хәйер, шулай бит әле. – Мөдир төҙәлде. – Төшкә ҡайтып йөрөймө, тиеүем.
– Ҡайтҡанда ҡайта. Өлгөрһә. Эш күп, машиналар килеп кенә тора, ти бит.
– Хәҙер ҡайтып ашарға ла өлгөрөр, – тине мөдир. – Бына үҙ машинағыҙ булды. – Был юлы Сибәғәт юрый Йәнтимерҙән үсен алмаҡсы итте, яурынына берҙе сәпәргә йыйынғайны ла, буйы етмәне, тегене ҡултыҡларға тура килде.
–Эйе, Сәғиҙә апай, бергә ҡайтып йөрөрбөҙ, – тип башын эйҙе егет. – Утынға барырбыҙ, баланға алып сығырмын... Былтыр мин берәүҙәрҙе урманға йыш йөрөттөм. Комбайн ватыла, мин «выжт», тегеләрҙе сейә йыйырға...
Әнисәнең әсәһе яңы ҡунаҡты йылмайып оҙатты. Сыҡһалар, кузов башында бер өйөр бала-саға ине.
– Кшш-ш! Кшш-ш!.. – тип ҡыуаланы тегеләрҙе шофер. Бала-сағаның төшкөһө килмәй. Сибәғәт, быны күреп, Йәнтимерҙең бөйөрөнә төрттө.
– Теймә!
– Сәғиҙә апайымдыҡылармы?
– Эйе, Әнисәнең туғандары...
– Һөлөктөкө инде, тимәк, ну ул һөлөк ҡаҙалһа ла... – тип кәйефләнеп һөйләнде егет. Машина башындағы малайҙарҙың береһенең һиҙмәгәндә генә ыштан резинкаһын тартып сирттерҙе. – Ныҡ ултырығыҙ, бөрсәләр!
Ырҙын табағына етәрәк, Сибәғәт:
– Белһендәр, шилмалар. Бәлки, руль артында еҙнәләре ултыралыр әле, – тип йылмайҙы, ярамһаҡланып. Үҙе: «Был, миңә комбайн күрһәт, тип бәйләнмәһә ярар ине, ҡотолормон тимә, һуңлап киттем», – тип уйланы.
– Факт, – тине шофер. Икеһе лә ихлас көлөштө. Сибәғәттең күҙҙәренән хатта йәштәр сыҡты.
– Ана, тауҙағы комбайнға бар инде һин, – тип төртөп күрһәтте лә тиҙерәк төшөп китте. – Белмәһәң, малайҙар өйрәтер.
Йәнтимергә ни, машина ҡыуаларға ғына булһын. Оҫта йөрөтә ул машинаны, оҫта.
Ырҙын табағы мөдире, улай-былай итеп, келәт алдына сыҡһа, Йәнтимер машинаһы геүләп, саң-туҙан борҡотоп, етеп тә килә. «Уңған» тип уйлап ҡуйҙы үҙе һәм ни өсөндөр егеттең күҙенә салынғыһы килмәйенсә, эскә инеп юғалды.
Йәнтимер, һыу өҫтөнән кәмә шыуҙырған кеүек кенә итеп, машинаһын автоүлсәгес өҫтөнә мендереп ҡуйҙы. Сигнал бирҙе. Шунда үлсәү эргәһендәге кескәй аласыҡтан бер ҡыҙ башы күренде. Бөҙрәләнеп-бөҙрәләнеп маңлайына һирпелгән һарғылт сәстәр, аҡыллы үткер, шул уҡ ваҡытта уйынсаҡ та күҙҙәр, тура нәфис танау һәм буялмаһа ла ҡыҙара бүртеп торған дымлы ирендәр, ғөмүмән, ошолар бөтәһе бергә ниндәйҙер бер күңелде ылыҡтырғыс матурлыҡҡа, һөйкөмлөлөккә эйә булған был һылыу Йәнтимергә шунда уҡ оҡшаны. Ул хатта ҡыуанысын йәшермәне. Үлсәүсегә һонолобораҡ ҡарап:
– О-һо! – тип ҡуйҙы.
Ҡыҙ уға:
– Нимә «о-һо», – тине лә ишектән сыҡты. Шофер егет уның һығылмалы буй-һынын, ҡыҙҙарға ғына хас йомро күкрәктәрен, тулы балтырҙарын күҙҙән кисереп өлгөрҙө.
– Сибәркәй!
Ҡыҙ уға күҙенең ағы менән ҡараны.
– Ну, сибәркәй!.. – тип ҡабатланы Йәнтимер һәм ҡыҙға күҙ ҡыҫты. Тегеһе лә аптырап торманы, ҡаршы күҙ ҡыҫты. Был шофер егеттең күңеленә хуш килде. «Эш бешә, былай булғас, – тип фекер йөрөттө үҙе. – Юҡҡа теге һөлөк менән бәйләндем...» – Йәнтимер Танһыҡҡужин булам! – тине ул, кабина үтәһенән метр ярымлы ҡулын һуҙып.
– Һы, бик танһыҡ инең шул, – тип усына һуҡты ҡыҙ һәм шырыҡ-шырыҡ көлөп алды. Уның көлөүен күреп, егет тә хихылданы.
«Эш беште», – тип ҡәнәғәтлек менән билдәләне Йәнтимер.
– Ҡайҙа бушатайым? – тип һораны.
– Теләһәң ҡайҙа...
Шофер аңламаны:
– Нисек инде улай?
– Ә, үәт шулай! Танһыҡ... Хи-хи!..
– Һа-һа-һа!..
Йәнтимер тиҙлекте тоташтырҙы.
– Сибәркәй, исемең кем әле һинең?
– Белһәң, тиҙ ҡартайырһың.
– Һинең менән бергә ҡартайырға яҙһа, үкенмәҫ инем. Йәл, икенсе ҡыҙға вәғәҙә биреп ташланым. – Ул ҡыҙҙың исемен дә әйтергә йыйынғайны ла, әлегә өндәшмәҫкә булды. Һылыуҡайҙың йөҙөндә ҡыҙыҡһыныу билдәләре барлыҡҡа килде.
– Һорама, исемен әйтмәйем, – тине шофер егет, үҙе Сибәғәткә оҡшатып, баш бармағын күрһәтте. – Во! Һөлөк кеүек...
– Кем һуң ул? – Ҡыҙыҡайҙа ҡатын-ҡыҙҙа була торған ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уянды.
– Әйтмәйем.
– Беҙҙең Нурлыкүлдекеме?
– Әлбиттә.
– Кем һуң ул?
– Исемеңде әйт, әйтәм.
– Ярар, белербеҙ әле. Беҙгә ундай хәбәрҙәр хәҙер килеп етә.
– Нимә, һөйләп тә өлгөрҙөмө? – Егет урынында ҡалҡына биреп ҡуйҙы.
– Кем?
– Мөдир. Сибәғәт Ғатич...
– Ғатич? Хи-хи...
Шул саҡ егет сәғәтенә күҙ төшөрҙө.
– Ярар, күгәрсенем, эш бөткәс, кискә һөйләшербеҙ, – тине эшлекле тауыш менән. – Комбайндар көтөп ултырмаһын.
– Әле генә киткәйнең, ҡайҙан ике бункер тейәп өлгөрҙөң? Ҡайһы комбайндан алдың?
– Икеһенән дә, – тип йылмайҙы шофер.
– Ә теге... машина?..
– «Художник»мы? Илап ҡалды...
– Ниндәй художник? – ҡыҙ аптыраны.
– Кем, кем? Рембрандт! Тапҡан исемен дә. Моғайын, шул хәстрүш һинең артыңдан да йөрөгәндер әле? Ә?..
Ҡыҙ ҡыҙарынды.
– Ҡурҡма, бынан һуң йөрөмәйәсәк, – тип, Сибәркәйҙең ҡыҙарыуын үҙенсә аңлаған Йәнтимер, йоҙроғон күрһәтеп ҡуйҙы. – Исемде ала белгән. Рембрандт Әйүпов, имеш. Ә комбайндар көтөп ултыра, ул баҫыу башында реле ҡутара. Бирҙем берҙе... әйҙә...
Ҡыҙ ҡапыл:
– Ой!.. – тип ҡуйҙы, ауыҙын баҫты. – Нимә, әллә һуҡтымы?
– Запас релемды бүләк иттем, Сибәркәй!..
Арттан машина ҡысҡыртты. Йәнтимер геүләп барып автобушатҡысҡа менеп, игенен люкҡа ауҙарҙы ла йәнә елдерҙе.
– Кис, эштән һуң, күл буйына сыҡ! – тип ҡысҡырып үтеп китте ул, әлегә үҙе белеп өлгөргән берҙән-бер аулаҡ урынды хәтерләп.
Яңы шофер хаҡындағы хәбәр ырҙын табағындағы бисәләр ауыҙына күсеп өлгөргән генә мәл ине. Йәнтимер, машинаһы артынан эҫкерт-эҫкерт саң-туҙан күтәреп, тағы ҡайтып төштө.
– «Художник» һаман ултыра, тирләргә тура килә, – тип аңлатты ашығыуының сәбәбен Сибәркәйгә.
Автобушатҡыс буш түгел ине. Егет машинаһын үлсәүҙән сығарып ҡуйҙы ла, буш минуттан файҙаланып, ҡыҙ артынан аласыҡҡа инде.
– Һа, хан һарайы бит был, – тине ул, яңғыҙы ғына дәфтәр битенә ниҙер яҙып торған үлсәүсегә яҡынлашып. – Тимәк, исемең Сибәркәй инде? Исемең есемеңә тура килә. Кәртинкә! Ах, йәшерәк саҡ булһа.
– Ҡартайып та өлгөрҙөңмө ни?
Тегеһе бының һүҙҙәренән көлдө. Йәнтимер быны, ҡыҙ ҡулға эйәләште, тип уйланы. Уңайлы мәлен тура килтереп, Сибәркәйҙе ҡосаҡлап алды. Тегеһе сәбәләнде, ләкин көсө етмәгәс:
– Абау, албаҫты, түшемдәге энәгә сәнселәһең бит! – тип сырылдап ебәрҙе. Егет шунда уҡ ситкә тайшанды.
– Хәстрүш Танһыҡ, – тип иһаһайланы ҡыҙ, – энәнән дә ҡурҡҡас, нимә бында йөрөйһөң?
– Бергә-нуль, Сибәркәй, – тине Йәнтимер һәм машинаһын ҡуҙғатты...
Эш төн уртаһына тиклем барҙы. Тамам ысыҡ төшкәс кенә комбайндар, арыш урағын бөтөрөп, туҡтап ҡуйҙы. Иртәгә борсаҡ һуға башлаясаҡтар икән..
...Йәнтимер бик арып ҡайтты. Ярты көн буйы бер үҙе ике комбайндан ташыны. Теге Рембрандт тигән егет (уның атаһы художник була алмай яфаланған икән, шуға улына сәйер исем биргән) кискә табан ғына йүнәтелеп сыҡты.
Йәнтимер сәй көтөп торманы, көрөшкә менән һөт күтәреп эсте лә, рәхмәт әйтеп, аласыҡтағы киң һикегә һуҙылып ятты.
– Өйгә инмәйһеңме ни? – тип ныҡышты Сәғиҙә апай. Шофер егеттең Сибәғәт үлтереп маҡтаған һөлөктәй ҡыҙҙы күҙенең сите менән булһа ла күреп ҡуйырға иҫәбе юҡ түгел ине, шулай ҙа баш тартты. Арығайны. «Иртәгә...» тигән уй үтте башынан.
Күпмелер ятҡас, аласыҡ эҫе, тынсыу тойолдо. Одеялын күтәрҙе лә Йәнтимер лапаҫ өҫтөндәге йәшел бесәнгә үрмәләне. Бында рәхәт, саф һауа...
Иртән иртүк кемдеңдер әкрен генә көлөүен ишетеп (ул былай бик сос йоҡлай) уянып китте. Башын ҡалҡытып ҡараһа, үҙенән өс метр ғына ситтә... Сибәркәй сәс тарап ултыра! Йәнтимер үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы, ҡабат ятты, яңынан торҙо.
– Әллә ысын һин инде? – тип һөйләнде ул. Ҡыҙыҡай сылтырап түгелеп усына көлдө.
– Күҙеңә күренәм бит, – тине ул, шунан юрый үпкәләгән булды. – Их һин, Танһыҡ, күл буйына саҡырҙың, үҙең килмәнең, эргәңә менеп яттым, шунда ла ишетмәнең...
(Дауамы киләһе һанда.)