Беренсе апрель - көлкө көнө яҡынлашыу менән, филармонияның эстрада коллективы яңы программа эшләй башланы. Сатира жанрында эшләгән артистарға көлкөлө номерҙар әҙерләргә ҡушылды. Байтаҡ йылдар нәфис һүҙ оҫтаһы булып эшләгән Зәмбилә Зәйдуллина, яҙыусы Ленар Шамиловтан "Ир эҙләйем" тигән сатирик монолог яҙҙырып алды. Яңы хикәйәһен көлкө кисәһенең режиссеры Әсғәт Бакировҡа күрһәтте. "Нишләптер көлкө жанрында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһының да бер тема: ир эҙләү, йә булған ирен тәнҡитләү”, -тине ул. "Шулай инде, - тип килеште Зәмбилә. - Үтә торған тема бит, беребеҙҙең дә ире юҡ. Гастролдән ҡайтып кермәгән ҡатын менән ниндәй ир торһон? Ирҙе бит ҡарарға, көйөн көйләп торорға кәрәк. Аптыраған юҡ, теге кем әйтмешләй, “замужем не была, без мужа не жила!" “Номерыңды байытырға кәрәк булыр”, - тине Әсғәт Ғамирович, - “Һиңә бер көслө ир табыр кәрәк. Тик ул уҫлаптай ирҙе ҡайҙан табырға бит әле? Өфөлә ирҙәр бөтмәгәндер, уныһын ғына табырһың. Тик танылып торған артист булмаһын!” "Ҡылт" итеп Зәмбиләнең иҫенә күрше йортта йәшәгән, эсеүе арҡаһында ҡатыны менән айырылышҡан Сәлим иҫенә төштө. Филармониянан ҡайтышлай уҡ уға керергә булды. Өйөндә ир-ат ҡулы кәрәкһә, Зәмбилә гел генә уға өндәшә. Сәлим өйҙә ине. Ул гаражда эшләй, бөгөн ял итә икән.
- Һинең матур костюмың бармы? - тип һораны З!мбилә килеп кереү менән.
- Нимә, әллә ЗАГС-ҡа барабыҙмы?
- Юҡ! Көлкө кисәһендә минең номерҙа ҡатнашырһың.
- Юҡ, юҡ, оялам мин халыҡ алдына сығырға.
- Оялма, миңә ярҙам ит инде. Номерға ир кәрәк тип ҡала буйлап ир эҙләп йөрөй алмайым бит инде, аҡса бирермен үҙеңә.
- Ярар, улайһа, әйтерһең, ҡасан, нисәгә барырға.
Шкафтағы кейемдәр араһынан концертҡа кейеп барырлыҡ костюм табылды. Бер нисә тапҡыр репетиция ла яһанылар хатта... Хәҙер инде Зәмбилә үҙенең номеры шәп үтәсәгенә һис кенә лә шикләнмәне. Сәлим дә үҙенсә бик тырышып әҙерләнде, ни тиһәң дә, филармония сәхнәһенә сыға бит! Бына беренсе апрель! Көлкө кисәһенә билеттар әллә нисә көн алдан алынып бөткән. Зәмбилә матур итеп кейенгән, ҡырынған, сәсен алдырған Сәлимде тәүҙә танымай ҙа торҙо. Уға үҙе алдан әҙерләп ҡуйған урынды күрһәтте. Номерҙы режиссерға күрһәттеләр, уныһы бик ҡәнәғәт булды: «Номер һәйбәт!» тине. Күңелле музыка менән башланып киткән көлкө кисәһе интермедия, йыр-бейеү, яҙыусы-сатириктар сығыштары менән гөрләп торҙо. Зал тулы тамашасы һәр номерға алҡышланы, рәхәтләнеп көлдө.
Зәмбилә залға төшөп, тамашасылар араһынан ир «эҙләргә» тотондо. Бер олпат ҡына ир-уҙаманға килеп һүҙ башлағайны эргәһендә ултырған ҡатын ырғып торҙо ла, ҡысҡырырға тотондо: «Ҡағылма кеше иренә, үҙең тап, кәнтәй! Былтыр шулай бер артистка иремде саҡ тартып алманы!” Халыҡ тәгәрәшеп көлдө. Зәмбилә был ҡатын янынан тиҙерәк китә һалды. Теге ҡатынды саҡ тынысландырҙылар. Бына ул Сәлим янына килде.
- Бәлки һиндер мин эҙләгән ир аҫылы? - тип Сәлимдең алдына барып ултырҙы. Ҡыйыулыҡ өсөн тип концерт алдынан бер яртыны бушатҡан Сәлим аптырап торманы, Зәмбиләне ҡосаҡлап алды.
- Йәнем, әйҙә минең менән, - тип Зәмбилә Сәлимдең муйынын һығып ҡосаҡланы.
Сәлим, репетициялағы кеүек, Зәмбиләне күтәреп алды ла, алпан- толпан атлап сәхнәгә менеп китте. Шунан Зәмбиләне күтәргән килеш ике тапҡыр әйләнде. Инде сәхнәнән сығып бара ине дөбөр-шатыр тәгәрәне. Зәмбилә иһә тағы ике метр тиерлек барып төштө. Залдағы халыҡ “аһ!” итте. Зәмбилә һүндерелмәгән микрофонға һүгенеп ебәрҙе.
Был хәлде күреп шаҡ ҡатҡан оператор Марат Йосопов ҡаушауынан микрофондың шаңдау бирә торған төймәһенә баҫты.
Зәмбиләнең ауыҙынан сыҡҡан, ҡағыҙға яҙмаҫ һүҙ залда ҡабат - ҡабат яңғыраны. Халыҡҡа етә ҡалды, рәхәтләнеп көлдө, гөрләтеп ҡул сапты. Зәмбилә бөтә тәне ауыртыуҙан, оялышынан баш эйергә сыҡманы. Көлкө кисәһе дауам итте. Сәлим иһә был хәлдән һуң Зәмбиләнең күҙенә салынмаҫҡа тырышты.