***
Мәрзиә апай йыназанан һуң үҙ яҡындары ғына ҡалғас, икенсе исем ваҡиғаһы муллаға бары һөйләй генә башланылғанваҡиғаларҙың өҫкө ҡатламы ғына икәнен әйтеп аптыратып, йәнә бер фажиғәле сер йоҙағын асып ҡуйҙы.
Ғаиләләрендә ул баш бала, йәш ярым сағындатәүге энекәше донъяға килгән.
- Атайым балта оҫтаһы ине, ысын һымаҡ итеп төрлө хайуандарҙың һынын ағастан юнып бирә торғайны. Шул уйынсыҡтарға талашып, хатта һуғышып китәинек, - апай күңелһеҙ генә йылмайып ҡуйҙы. – Атайым бермәл аяғына таман ғына сабата үреп биргәс, һөйөнөп, бүлмә буйлап йүгерҙе лә йүгерҙе, кинәт бауына эләгеп, күмер һүндерә торған көршәккә йөҙө менән барҙы ла төштө. Танауы һынып, аҙна буйы шешенеп ятты.Ул саҡта врач та юҡ, дарыуҙар ҙа юҡ,шулай юғалттыҡ беҙ уны. Тәҙрә тышында күгәрсен гөлдөрләгәнен ишетеп:”Кәкүк, минең ғүмерем нисә йыл?” – тип һорап ятҡан булды. Биш кенә йыл йәшәп ҡалды ул.
Тыңлаусыларҙың күҙҙәрендә йәш ялтыраны.
- Уны ерләгәс, башта һөйөндөм, йәнәһе, уйынсыҡтар миңә генә ҡалды. Күпмелер ваҡыттан шул тиклем һағындым, әллә нисә тапҡыр әйберҙәрен күтәреп, ураҡтағы әсәйемдәр янына барып, әйҙә, өйгә алып ҡайтайыҡ, тип илап йөрөнөм.
Өсөнсө булып һеңлем күренде, беләһегеҙ, ул әле лә иҫән, тыуған ауылыбыҙҙа йәшәй. Фәрхәт ағайығыҙҙың әсәһе. Бына ул да бер ҙә һеҙгә килеп күренә алманы, беҙ ҙә ҡайтмай, ғүмер үтте лә китте.
Унан һуң тыуған энекәшем атайымдан ҡалмай, өй һалған ерҙәргә эйәрә лә йөрөй ине. Уйынсыҡ кеүек кенә бәләкәй балта эшләп биргәйне уға атайым. Бер йәйгеһен “башыма балта тауышы ҡапты” тип яңғыҙы ғына ҡайтып инде лә, бер аҙҙан маңлайынан эре-эре тир тамсылары атылып сығып ятып, йән бирҙе. Уға ете йәш ине.
Һәммәбеҙ ҙә өҙәләнеп көтөп алған Янтимеребеҙ донъяға килеү менән, ололар сабыйҙы һатып алыу йолаһы үткәрергә ҡуштылар. Ҡаныш исемле кендек инәй уны төрөп, итәк тулы йәшәмеш балалы бер апайға алып сығып китте. Кискә табан теге апай бәпәйҙе килтереп, тәҙрәнән атайым менән әсәйемә:
- Бала һатам, алаһығыҙмы? – тип ҡысҡырҙы.
Атайымдар шунда уҡ:
- Алабыҙ, алабыҙ, - тип яуап биргәс,
- Күпмегә? – тип һораны.
Оҙаҡ ҡына һатыулаштылар. Башмаҡҡа килештеләр шикелле.
Имеш, шулай итһәң, ен-шайтан балаға зыян килтерә алмай. Ҡаныш әбей:“Инде малайға исемен Һатыбал тип ҡушығыҙ”, - тип, сығып китте. Бәлки нимәнелер онотҡанмындыр, үҙем дә бала инем бит әле ул саҡта.
Бына шулай ине исеменең тарихы.
Гөләмзә сәйерһенеп һорау бирҙе:
- Ә ниңә ошоғаса һөйләмәнегеҙ һуң ул? Янтимер ҙә телгә алғаны булманы.
- Ә уға һөйләүсе лә булманы. Мине лә бынан тыйып ҡуйҙылар, имеш, хөрәфәт, иҫкелеккә йәбешеп ятыу тип, атай-әсәйҙе эҙәрлекләй башлауҙары бар, тинеләр. Ҡурҡыу көслө ине бит. “Аҡ тирмәләр ҡороп йәйләргә” тип йырлаған өсөн танылған бер йырсыны, батша заманын һағыныуҙа, данлауҙа ғәйепләп, хатта эшенән сығарғандар тип ишеткәйнем.Аҙаҡ онотолған да, ул хаҡта һөйләшеп ултырырға яйы ла сыҡмаған.
Өнһөҙ генә йәш түгә беҙҙең халыҡ мәрхүмдәрҙе мәңгелек йортона оҙатҡанда. Мәрзиә апай ҙа берҙән-бер энекәшен юғалтыу ҡайғыһынан һығылып төшһә лә, йән әсеүенән сабырһыҙланып сеңләмәне, бары ҡулъяулыҡ артынан ҡулъяулыҡ ҡына алмаштырҙы:
- Атай-әсәйем һатып алғайны ла, тик ғүмер өҫтәп булмай шул, миңә тигәнен уға бүлеп бирелһә ине лә... Тәҡдир... Йәне йәннәттә булһын, фирҙәүес ҡапҡалары алдында осрашырға яҙһын һәммәбеҙгә лә. Күрешергә яҙһын...
10-сы бүлек
Яратҡан уҡытыусыларын һуңғы юлға оҙатырға эркелеп, төрлө йылдарҙа ирле-ҡатынлынан белем алған уҡыусылары килде. Бик күп матур һүҙҙәр әйтелде. Мәктәп директоры: “Шундай абруйлы атай улы уға лайыҡ булып, иҫтәлегенә тап төшөрмәй йәшәренә ышанабыҙ”, - тип тороп Русланғаүткәрә ҡараны. Егеттең был ҡараштан арҡаһы сымырҙап китте. Эсә икәнлеген ҡаланың был биҫтәһендә белмәгән бер йән эйәһе лә ҡалмағандыр. Эшкә лә урынлаша алмай, ваҡытлы ғына кәсептәр менән мөрхәтһенеп йәшәп ятырға мәжбүр. Ҡайҙа барһа ла, элекке урынына шылтыратып белешәләр ҙә, йөҙ һылтау табып, кире боралар.
Әмәлгә таянғандай, тап шул көндәрҙә Белореттан йыназаға килә алмаған Файза апаһы шылтыратты, бер коллегаһының ҡала ситендә үҙ өйөндә йәшәгән әсәһе үлеп ҡалған. Хәҙер шуны һатырға йыйына икән. Ҡыйбат та һорамай, ти, сөнки комбинатта ҡыҫҡартыуҙар бара, йәштәр башҡа яҡтарға сығып китә, алырға уйлаһалар ҙа, уңайлыҡтары булған фатир эҙләйҙәр. Ағас йорттарға хаҡ төшкән, ти.
Гөләмзә шуғаса, Фәғиләһен ҡурсалап, күсеп китеүгә бик ыңғайламай ине.
Өс балалы уҡ булып китте, яңғыҙына ауыр булыр тип хафаланды. Кейәүе былай йүнсел, етеш йәшәйҙәр, әммә ҡырыҫлығы бар.
Руслан иһә был мөмкинлеккә сат йәбеште:
- Әсәй, күсәйек апайым янына, мин заводҡа эшкә инермен, Магниттың металлургия институты филиалы ла бар тигәйне ул. Үҙең беләһең бит минең математика менән физиканы яратҡанды.
Әсәһе ике ут араһында ҡалды.
Фәғиләһе ҡустыһының ниәтен белгәс, шунда уҡ уның яғына әүҙе:
- Дәрт иткәс, барһын, әсәй. Бер һүнһә, кире ҡабыҙып булмаҫ. Үҙең әйтә инең бит – ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, ир баланыҡы – бер генә, тип. Яңы ерҙә, яңы мөхиттә бәлки элекке кисерештәренән дә ҡотолор. Бында бит хәҙер йүнле эшкә лә урынлаша алмай.
- Ә һин яңғыҙ нишләрһең?
- Мин яңғыҙ түгел, әсәй, өс балам – өс алтыным. Рәшит үҙе һәйбәт бит ул, ҡәйнәм генә араға инә. Үҙемдә лә, бәлки, барҙыр. Бер дин, оҡшаш тел булһа ла, ғәҙәт-йолалар, хатта аш-һыу ҙа ныҡ ҡына айырыла бит, үҙең беләһең. Әҙерәк башты эйеңкерәп һөйләшергә ине лә, беҙ бей бисәһе итеп тәрбиәләнгәнбеҙ, - ул сылтыратып көлөп ебәрҙе. Әлдә ҡыҙы күңелсәк, танауы төшөп барғандарҙан түгел.
-Шул-шул бына, иреңә “сизлар” тип кенә өндәшергә тейешһең.
- Әсәй, уныһы проблема түгел, башыңды ҡатырма. Мин үҙемде нисек тоторға икәненә төшөнөп киләм инде. Сырағымдың береһе һүнһә, береһе яныр. Русланды һаҡлайыҡ.
- Атайың да бында ҡала. – Гөләмзә үкһеп илап ебәрҙе. – Ниңә генә шунда магазинға барҙым, өйҙә булһам, был хәл килеп сыҡмаҫ ине. Экранға төбәлеп ултырып, тамағына ашамай, ойоно ла китте инде.
- Әсәй, Руслан менән һин уны бала һымаҡ итеп ҡаранығыҙ, тәрбиәләнегеҙ. Бары организмының көсө ҡалмаған. Тәҡдире. Уның йәне барыбер зыяратта түгел, ҡайҙа уҡыһаң да доғалар барып етер урында. Ҡәберен кейәүең тәрбиәләп торор.Үлгәнде кире ҡайтарып булмай, ә бына тере улыңды юғалтыуың бар.
Әсәһе был һүҙҙәрҙән һиҫкәнеп китте.Шулай шул, тереләрҙең ҡәҙерен белергә, һаҡларға кәрәк.
Кискә тағы Файзаһы шылтыратты:
- Әсәй, нисек хәл иттегеҙ? Теге өйҙән йыраҡ түгел тағы берәүҙе һаталар икән, уныһы хатта матурыраҡ та, осһоҙораҡ та. Руслан менән килеп, үҙең ҡарап ҡайт та, оҡшағанын алырһығыҙ.
- Балам, әлегә әйтә алмайым, әммә барып, һеҙҙең менән күрешеп, йәшлек эҙҙәренән йөрөп ҡайтырға ниәтләнәм былай. Бәлки өй алыуҙы ла уйлап ҡарарбыҙ.
Белоретҡа самолет менән барып төштөләр. Як-40 оса икән хатта. Уның багаж ҡуя торған урыны – ҡойроҡта. Алғы рәткә алма, шафталы менән өрөк һалынған, өҫтө туҡыма менән көпләп тегеп сығылған кәрзинде тотопбарып ултырғайны, башҡаларҙан ҡалып ҡына сумаҙандары ҡуйылған кәштәгә барып еткәс, Русландың сумкаһы янында үҙенекенә оҡшаған ят сумаҙан ғына ҡалғанын күрҙе. Гөләмзә ҡауғалап китте, әллә ҡайғынан илергән баш менән Ҡаршы аэропортында ҡалдырҙыммы икән тип тә уйлап өлгөрҙө. Улай тиһәң, улы тотоп йөрөнө, багажға тапшырҙым, тине. Бәлки Силәбе аэропортында күсереп һалғанда яңылышҡандарҙыр. Улы ғына кемдеңдер бутағанын аңлап өлгөргәйне инде, сумкаһын ғына алып, сыҡты ла йүгерҙе. Әсәһе барып еткәндә уның сумаҙанын тотоп автобусҡа ултырырға торған ҡатын менән һөйләшеү ҡыҙып бара ине инде.
- Бирмәйем, был минең сумаҙаным, үҙегеҙҙекен эҙләгеҙ, - тип ажғыра ярһыған ҡатын, яҡын да килтермәй. Бур ҡатынға оҡшамаған былай, кейеме лә, ҡиәфәте лә шик тыуҙырырлыҡ түгел..
Гөләмзә тыныс ҡына тауыш менән:
- Әйҙәгеҙ, алғы кеҫәһен асып ҡарайыҡ, унда минең ҡыҙыл ерлекле шәлъяулығым ята, - тине.
Ҡатын бик ышаныслы ғына итеп “молния”ны тартып ебәргән ыңғайына биҙәкле ҡыҙыл туҡыма осо күренде. Теге меҫкендең күҙе аҡайып, албырғап ҡалды ла, ҡапыл:
- Аааа! Ә минең сумаҙаным ҡайҙа? – тип сайылдап ебәреп, самолеттан сыҡҡан яҡҡа элдертте.
- Уууф, - тип маңлайын һөртөп ҡуйҙы Руслан, - әллә ниҙәр әйтеп бөттө бит ул миңә һин килгәнсе. Була бит шундай болғауыр кешеләр.
Шунда улар янына иҫке генә “Жигули” машинаһы килеп туҡтаны ла, Николай менән Файза килеп сыҡты. Тимер юлы шлагбаумын япҡандар ҙа, тауар вагоны үткәнен көтөп тороп, ваҡытында килеп етә алмағандар.Сюрприз эшләмәксе булып, фатир һатҡандан ҡалған аҡсаға ҡулдан машина алғандарын әйтмәгәйнеләр әле.Әлдә автобусҡа ултыра алмай ҡалғандар, Хоҙаның хикмәте. Бына бит, сумаҙан алмаштыртып булһа ла, ҡаршы алдыртҡан.
Юлыңғай хәлдәрҙе һөйләшә башлағас, ҡоҙағыйҙы юллама менән Йоматау тигән ергә дауаланырға ебәргәндәре асыҡланды, малайҙар спорт лагерында икән.
- Әсәйгә йырағыраҡ инде, ейәндәрең янына машина менән “һә” тигәнсе бара ла етәбеҙ ул, иртәгә күреп ҡайтырбыҙ, - Николайҙың машинаһына мөккибән икәне хатта рулде лә кинәнеп борғанынан күренеп тора.
Улар ҡаланан Үзбәкстанға сығып киткәндә аэропорт түгел, эрәһендәге ҡарағай урманы ла, саҡ ҡына арыраҡ Нур йылғаһы буйындағы үңерҙәге йорттар ҙа юҡ ине әле. Мешәлекте үтеп, уңға боролған яҡтан ҡала тотош ус төбөндәге кеүек күренеп ята.Белорет үҫкән, шәхси йорттар аэропорт яғына табан да үрләп килә. “Нахаловка” тип йөрөтәләр икән ул өлөшөн. Рөхсәтһеҙ өй һалып бөткән булғандар, атамаһы шуға тағылған.
Юлдың һул яғындағы аҫҡуймала ҡорос ҡойоусы һыны булды ахыры. Комбинат идаралығы янынан үттеләр, Үрге Биҫтә яғына күтәрелеп, Гөләмзә Мраткино тип иҫләгән яҡҡа киттеләр. Морат исеменән икәне аңлашылып тора бит инде, шулай танымаҫлыҡ тиерлек үҙгәртеп йөрөтәләр. Ҡаланың үҙәгебелгән саҡтағы, тик алтаҡталар ғына үҙгәргән.
Мата йылғаһы буйында икән йәшәгән ерҙәре. Алты мөйөшлө, иркен, төҙөк йорт, гаражы, емеш-еләк баҡсаһы ла бар. Бәрәңгегә тигән өлөшө ярайһы ҙур.
Әсәһе үҙенә оҡшап торған зәңгәр күҙле, һары сәсле Файзаһына олоһыны инә башлағанына иғтибар итте. Зарланыуын зарланмай, бында оҡшай, ти. Хатта “Иҙел башы” тигән милли ойошмаға ла йөрөй, баҡһаң. Ҡалала башҡорт мәктәбе астырыуҙы юллайҙар, ти. Район гәзитен саф башҡортса сығара башлағандар. Мәҙәниәт һарайында башҡортса спектаклдәр ҡуйыла икән. Былар хаҡында күҙҙәре янып һөйләй, үҙ мөхитен тапҡанға оҡшай.
Иртәгәһенә ейәндәре янына барып ҡайттылар. Малайҙар үҫеп киткән, олоһо егет ҡорона ингән дә баһа - унынсыға күскән, нәҡ атаһы, бәләкәсе Янтимер олатаһына тартҡан. Бер туған тимәҫһең дә – береһе ҡылған сәсле, икенсеһе – ҡараҡай. Башта ятһынып ҡарап торҙолар, ни тиһәң дә Үзбәкстанда ла һирәк күрешәләр ине бит. Теге өләсәһен һоранылар, һағындыҡ, тиештеләр. Бәләкәйҙән ҡарашып йәшәгәс, шулай инде, эҫенеп үҫәләр. Осрашыуҙан танһыҡтары тиҙ ҡанды ,лагерь тышына һорап алып сыҡҡас, күстәнәстәр менән һыйланып ултыра бирҙеләр ҙә, хушлашып, ҡапҡанан йүгереп инеп тә киттеләр. Николай үҙе тәрбиәсе янына барып, улдары эскә ингәнен иҫкәртеп килде.
Йәнә күңелен өйкәгән бер һүҙен ҡыҙына ҡайтҡас, икәү генә ҡалғас, әйтте. Вадимының муйынында тәре күреп, өҫтөнә һалҡын һыу ҡойған кеүек булғайны.
- Әсәй, хәҙер выждан ирке тигән хоҡуҡ бирелгәс, дини атрибутикаға мода башланды бит. Башҡалар таҡҡас, ул да эйәрә инде. Юҡ, суҡындырыу тураһында һүҙ ҙә юҡ.
- Шулай ҙа ярым ай түгел, тәре таҡҡан бит.
- Кластарында урыҫтар күберәк тә, Белорет үҙе лә башлыса урыҫ ҡалаһы.
Борсолма, әсәй, аҡыл ултырғас, үҙе һайлар әле, бәлки беҙҙең һымаҡ, деист булыр.
- Уныһы ниндәй дин була тағы?
- Дин түгел, әсәй, Юғары Көстөң барлығына, донъяны барлыҡҡа килтергәненә ышанған, әммә дини тәғлимәттәрҙе йәки асыштарҙы танымаған инаныс. Коля менән минең кеүек.
Дәһрилек көслө саҡта үҫкән ҡыҙының улдары ла ете ят булып үҫеп килә, тип әсенеп уйлап ҡуйҙы Гөләмзә. Башҡортса бер һүҙ ҙә белмәйҙәр. Баламдың балалары балдан татлы булырға тейеш тә... Әй ҡыҙғынам, күңелең менән башҡортҡа тартылһаң да, балаларың, ейәндәрең менән олоғайған көнөңдә туған телебеҙҙә һөйләшә лә, йолалар ҙа үтәй алмай зарығып ултырырһыңмы икән?!
Ауыр тойғо менән йоҡларға ятты Гөләмзә. Тик таңға тиклем борһаланып сыҡты.
Выселка тигән биҫтәләге Файзаның коллегаһы тәҡдим иткән өйҙө барып ҡаранылар. Трамвай һымаҡ, арттағы баҡса яғына һуҙылып киткән: тәүҙә бәләкәй бер бүлмәле булған да, төкөтмә өҫтәгәндәр, шунан уныһына йәнә бер бүлмә ҡушҡандар. Мунсаһы юҡ, әбей өй эсендә душ менән ванна ғына ҡуйыуҙы һораған булған.
Икенсеһеике урам аша ғына ошо уҡ биҫтәлә.Тыштан арыу күренә: алты мөйөшлө ҙур йорт, гаражлы, мунсалы. Ышаныс ҡағыҙы менән генә килгән ҡатын өй эсен дә күрһәтте -дүрт иркен бүлмә, газ, һыу үткәрелгән. Бөтәһе лә һәйбәт кеүек, тик ниндәйҙер хәүеф барҙай тойолдо Гөләмзәгә. Тағы бер тапҡыр һәр ишектән кереп ҡарап сыҡты. Хурлар ере юҡ, заманса уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Ихатаға сыҡҡас, тағы өй тирәләп йөрөп, ҡаралтыларын күҙҙән үткәрҙе.
Русланы ҡараңғы йөҙ менән генә йөрөп, бер ни өндәшмәй. Ҡыҙы менән кейәүенә йорт оҡшаны. Арзаныраҡ та, алһағыҙ, ошоноһона килешегеҙ, тинеләр. Улы һаман һөйләшеүгә ҡушылырға ашыҡманы.
Апаларына ҡайтҡас та ләм-мим бер һүҙ әйтмәне. Файза ҡунаҡтарына ярарға тырышып өлтөрәп торһа ла, әсәһен ниндәйҙер тынысһыҙлыҡ солғап ала барҙы. Шымышып киткән улының ҡылығы ла эсен бошорҙо. Баҙарға киткән Николай ҡайтып инеп, ауыл ҡаймағы, ҡорот, эремсек килтереп сығарғас, Гөләмзә кәйефен күрһәтмәҫтән:
- Ууу, былай булғас, ауылса ғына итеп тәмле сәй эсеп алабыҙ, - тип ҡыҙына өҫтәл әҙерләшә башланы.
Руслан да көйһөҙ ҡунаҡ шикелле ҡыланып, яҡындарының хәтерен ҡалдырмаҫ өсөн, ҡыҫтатмай ғына килеп ултырҙы. Еҙнәһе өҫтәлгә аҡбаш ҡуйып, рюмка һуҙғайны ла, уны аптыратып, ҡырҡа баш тартты. Шул мәл Файза үҙенсә шәп тәҡдим яһаны:
- Әсәй, әйҙә, һинең йәшлегең хәтирәләрен яңыртып, ФЗУ мәктәбе булған урынды ҡарап киләйек.
Әсәһе иһә баш ҡына сайҡаны:
- Юҡ, балам, мин ул мәктәпте төшөмдә күрһәм дә ҡурҡып уянам, һағынып һөйләрлек, иҫләрлек урыны юҡ уның.
Эй, нимәһен һағынаһың инде: сым уралған күтәргеһеҙ кәтүктәр, ауыр эштән ҡарайып ҡатҡан ҡулдар, төндәрен беләктәрҙең үҙәктәргә үтеп һыҙлауы, күҙҙәрҙе йәшкәҙәтеп, тынды ҡыҫҡан һелтеле һауаһы, көс еткеһеҙ бушлаттар; бергәләп урамға сыҡҡандарында “гарадской”ҙарҙың “инкубаторҙар килә” тип мыҫҡыллы көлөүҙәре... “Тупая апайка” – бына шул ике һүҙ быларҙың барыһынан да уҙҙырып, мыр ҡортолай күңел төпкөлөн кимереп тик ята.
Ҡыҙы аптыраны, уңайһыҙланып китте. Быны тойоп,Гөләмзә һөйләшеүҙе көйгә һалырға ашыҡты:
- Әйҙәгеҙ, ҡала урамдары буйлап йөрөп киләйек.
Машинаға ултырып алғас, Николай:
- Мама, хәҙер мин һеҙгә Лось-Анжелес тигән ерҙе күрһәтәм, - тип көлә-көлә Мәте (Мата) йылғаһы аша үтеп тауға үрләгән асфальттан елдерҙе.
Кейәүе Лос-Анжелес тип әйтергә кәрәк икәнен белмәй әллә.
Ҡаланан сығып еткән ерҙә аҫҡуймаға ҡайҡайып баҫҡан ғәләмәт ҙур мышы һыны күренде.
- Бына ошо була инде Лось-Анжелес.
Үткер телле халыҡ йәшәй икән ҡалала, әйтәһе лә түгел. Был юл саты Учалыға яғына сыға. Их, туғандарға барып киткәндә... Күрше буйҙаш урамда һулға китһәң – Магнитҡа,уңдан ҡала эсенә барып төшәһең тип аңлатты Николай.
Матаға етәрәкурыҫ зыяраты янынан үтәһең, уның ҡоймаларына күҙе төшкәс, Гөләмзә терт итеп ҡалды. Ҡайҙа күрҙе һуң әле шундай уҡ буяулы, шундай уҡ һырлы кәртәләрҙе яңыраҡ ҡына... Иҫләй башлаған кеүек тойоп, машинаны бөгөн йорт эҙләгән урамдарға борорға һораны. Һуңғы ҡарағанының ихатаһында күргән икән дәһә. Ул арала күрше йорт ҡапҡаһынан бер әбей килеп сыҡты, Гөләмзә Николайға туҡтарға ҡушты ла, уға табан атланы. Тегеһе лә туҡтап, көтөп алды.Һаулыҡ һорашҡас, үҙе үк хәбәр башланы:
- Яңылышмаһам, иртәнсәк һеҙ йөрөгәйнегеҙ шикелле өй ҡарап?
- Эйе, беҙ инек.
- Шунан, ниндәй ҡарарға килеп ҡуйҙығыҙ инде?
- Оҡшауын-оҡшаны ла, тик үҙем дә аңлай алмайым, әллә нимәһе генә ҡаҡсыта кеүек.
Әсәһе янына ул арала Руслан да килеп баҫҡайны.
- Үлек өй һымаҡ ул, әсәй, - көтмәгәндә шулай тине лә ҡуйҙы улы. – Күп күрҙем мин ундайҙарҙы.
- Дөрөҫ тойғанһың, балаҡай, - тип яуапланы әбей. – Хужаһы зыяраттың нигеҙе ҡаҡшап йығылған ҡоймаларын ташып алғайны бит. Мин дә, башҡа күршеләр ҙә тыйып ҡараныҡ, бәлә саҡыраһың, тинек. Хахылдап көлдө лә торҙо. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, биш йыл дауамында өй эсендәгеләр ҙә, хатта ҡала үҙәгендә йәшәгән ҡустыһы ла вафат булды ла бөттө. Ситтә йәшәгән нәҫелдәре килеп, өйөн һатырға маташып ҡарағайны ла бер кем дә алмай. . Тора инде хәҙер сереп зыярат эсендәге кеүек, ситтән килгән берәйһе генә белмәгәндән алып ҡуймаһа.
Гөләмзәнең арҡаһы буйлап һыуыҡ йүгерҙе: ниндәй ҡот осҡос ваҡиғалар менән бәйле икән бит был ҡотһоҙ йорт... Хәҙер генә ул нимә етмәгәнен аңланы – нур юҡ унда.
Киске ашҡа ултырғас ҡына телефонистка Ҡаршынан шылтыратыу бар тип хәбәр итте .Телефонды Руслан алды. Фәғилә апаһы хәл белешеү менән оҙаҡҡа һуҙмай ғына:
- Әсәй, өйөгөҙҙө алырға теләүсе бар, нимә тип әйтәйем? – тип һорай һалды.
Руслан трубканы эргәһендә ултырған әсәһенә тотторҙо.
- Беҙ иртәгә самолетҡа билет алабыҙ, ҡайтҡас һөйләшербеҙ, балам.
Шуның менән бәйләнеш өҙөлөп тә ҡуйҙы.
Ҡыҙы ла, кейәүе лә уларҙың күсеп килмәҫен аңлағайны инде.
- Әсәй, мин Сәбилә апайҙың улы Батырбәктең номерын һалып алғайным, әйҙә, бер килгәндә уларға барып китәйек, - тип көтөлмәгән хәбәр һалды Руслан. –Өфө аша осорбоҙ, барыбер әле билет алмағанбыҙ. Уға бер шылтыратып, һөйләшкәйнем дә. Атайымдың хәле ауырайып киткәс, ҡаңғырып, һиңә әйтергә онотҡанмын.
- Хәҙер шылтыратырға кис бит инде, балам.
- Ул тәүлектең теләгән ваҡытында шылтырат тигәйне. Беҙ бит юл кешеләре, моғайын, аңлар.
Өфөгә код менән генә йыйып шылтыратырға була икән, теге оста ир кеше тауышы яңғыраны. Нәҡ Таһирбәк тауышы! Гөләмзәнең хатта һулышы ҡапты.
- Батырбәк, һинме был, балам?
- Мин. Ә һеҙ кем?
- Мин Гөләмзә апайың, әсәйеңдең әхирәте. Хәтереңдәме?
- Ууй, Гөләмзә апай, нисек инде онотаһың! Йыш ҡына Йәмилә менән иҫкә төшөрөп алабыҙ. Әсәйебеҙ һымаҡ бит һин беҙгә! Ул исемеңде теленән төшөрмәне, үрнәк алығыҙ, тырышып вуз бөттө, уҡытыусы булып китте, тип тылҡып ҡына торҙо. Әле ҡайҙан шылтыратаһың, телефонистка аша булмағас, әллә бындаһыңмы?
- Белоретта беҙ, балаҡай. Рөхсәт булһа, бәлки күрешеп ҡайтыр инек.
- Ни тигән һүҙ булды инде был, әлбиттә, рөхсәт! Иртәгә үк самолет менән генә килегеҙ ҙә төшөгөҙ. Поезд менән булһа, юлы һигеҙ сәғәтлек.
11-се бүлек
Бына шулай уйламағанда ғына Сәбилә әхирәтенең балалары янына осто. Батырбәк өс бүлмәле фатирға ссуда алып түләгән, горгазда эшләй, ике бала атаһы булып киткән. Йәмилә ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт итеп ҡайтҡан һалдаттарға реабилитация үҙәгендә ярҙам күрһәтә, уның да үҙ мөйөшө бар. Тормоштарына ҡәнәғәт икәнлектәре күренеп тора. Фәйзелғаян абзыҡайҙары ла иҫән икән әле, тик һуғыштан сәрпәкләнеп ҡайтҡан аяғы ғына һыҙлап йонсота, ти. Ҡунаҡтар тураһында ишеткәс, бабай шунда уҡ үҙҙәренә саҡыра башланы:
- Гөләмзә һеңлекәш беҙҙә йоҡлар, һөйләшеп ултырырбыҙ, әсәйеңдең иң яҡын әхирәте ине лә. Бәләкәстәрең дә кис көнө уны ҡаңғыртып бөтөр.
Ағаһының һүҙен йыға алманы Батырбәк, Русландың әсәһен уларҙа ҡалдырып, үҙен Йәмиләнең фатирына алып китте.Дөрөҫ әйтә ҡарт кеше, бәләкәстәре аяҡ араһында уранғылап, һөйләшергә бирмәй, ҡамасаулар, һеңлеһендә аулағыраҡ та, етмәһә табиб булараҡ та кәңәшенә мохтажлыҡ барын Дүшәнбенән шылтыратҡан сағында уҡ аңлағайны инде.
Әсәһенә ныҡ оҡшаған, йылмайып ҡына ла ҡояш сығартҡан Йәмилә яңғыҙ ғына көн күрә. Ҡасандыр, был болғауыр заманда кеше бала табамы, тип яуаплағаны таяҡтың ауыр башы булып килеп тондорҙо ла инде уға. Тормош яйлана бара, заманаһына ҡарап тормай әсәйлек бәхетенән баш тартмаған ҡайһы бер курсташтарының сабыйҙары хатта һабаҡҡа төштө, ә ул ҡошсоғон юйған яңғыҙ ҡош шикелле, ҡот ҡунмаған өйгә ҡайтып йығыла. Кем әйтмешләй, юҡ нәмәһе юҡ: эше лә, абруйы ла, теләгәнен кейә, теләгәнен ала;тик балалы – бай, ул - ярлы...
Байлыҡҡа көнләшмәй ул, әсә булыу бәхетенә эйә булыусыларға көнләшә.
Бала көткән ҡатындарҙан да матуры юҡтыр.Йөрәге аҫтында яралған йәнде туғыҙ ай үҙе йылыһы менән йылытып, үҙ ризығы менән туйындырып, үҙ ҡаны менән йәшәтеп, уны мәңгелеккә бүләк итә. Аллаһы тәғәләнән ҡала ул бит – ӘСӘ – донъяға кеше бүләк итә.
Бөртөкләп йыйып донъяларын ярайһы бөтәйтеп алғас, инде ваҡыты етте тип, бала көҫәй башлағайны ла - тәбиғәт һиңә үҙең теләгән ваҡытта ғына “мә” тип тормай икән шул. Төрлө профессорҙарға күренеп, шифаханаларға ла йөрөп ҡараны, өмөт юҡ, тинеләр. Төштәрендә сабый һөйәм икән тип күреп уяна ла, һығылып илап ала.
Ә бер көн ире әйберҙәрен йыйып, сыҡты ла китте: һөйәркәһе булған, улы тыуған, ти.Хәҙер индеуның өсөн иң мөһиме – эше, ҡайтып та инмәй тиерлек өҫтәмә нәүбәттәр ала, “перестройка” башланғас килеп тулған, элек табып алыуы үҙе бер ыҙа булған махсус әҙәбиәтте баш күтәрмәй өйрәнә.
Ағаһы менән килеп ингән Русланды ул бәләкәй сағында ғына күргәне бар ине. Ата-әсәһе уны Ташкентҡа цирк тамашаһына алып килгәйне. Быйыл беренсегә бара тип форма кейеме алғандары ла хәтерендә. Йәмиләгә мәктәп тамамларға бер генә йыл ҡалғайны.Уны етәкләп йорт алдындағы майҙансыҡҡа уйнарға алып сыҡҡаны ла иҫенә төштө. Хәҙер ана алдында йонсоған, бер аҙ таушалған, күҙҙәре һүнгән ир ултыра. Ә төҫкә тас Янтимер ағай икән, тип һығымта яһап ҡуйҙы. Ҡафтаулыларға тартым ҡара бөҙрә сәсле, көмөрөрәк танаулы, ҡуңыр йөҙлө.
Донъя ярайһы тәпәләгән егеттең башынан үткәндәрен һөйләгәне уларға ныҡ тәьҫир итте. Бигерәк тә Йәмиләгә, сөнки үҙенең бүлексәһендә тап шундай йән йәрәхәтлеләр ята бит. Асыҡ та ярыҡ бит әле үҙе: күҙ буярға, булмышынан шәберәк булып күренергә маташмай ғына, эскегә бирелгәнен, мәрттән саҡ әйләнеп ҡайтҡанын да йәшермәй,теҙҙе ләбирҙе. Әгәр хәҙер үк аяғын ныҡҡа терәрлек берәй юлын тапмаһа, юғалып ҡалыуы ла мөмкин тип һығымта яһаны ҡатын.
- Махсус белемем дә юҡ, етмәһә, эскесе тигән дан сығарҙым, миңә нисек тә ҡалабыҙҙан китергә, ҡайҙалыр башҡа ерҙә нығынырға кәрәк, - һаҙлыҡҡа эләгеп, шунан сығырға талпынған болан балаһынаоҡшатты уныЙәмилә. - Ярты йылдан ашыу инде, иҫерткесте ауыҙыма ла алғаным юҡ. Ҡарабахта йәнә болалар бара, контракт менән хеҙмәткә алып китәләр тип ишеткәйнем, әллә шунда юлланаһы инде. Таныш яҡтар, таныш хеҙмәт.
Йәмилә баш сайҡап ҡуйҙы:
- Ниндәй контракт ти ул! Һиңә хәҙер быныһынан һис шикһеҙ реабилитация үтергә кәрәк.Беҙҙә унан ҡайтҡан бер егет ята инде. Әлмәттән. Әсәһе килтереп һалды. Бер нисә егет үҙ теләге менән килешеү төҙөп киткәндәр ҙә, тегендә бер төн казармаларына ниндәйҙер һаҡалтайҙар килеп инеп, йоҡо аралаш аңламай ҙа ҡалған һалдаттарҙы карауаттарына ҡуша бәйләп һалып ҡуйғандар. Әзери булғанмы улар, әрмәнме – билдәһеҙ. Ҡасып китергә маташмағыҙ, беҙ һеҙҙе барыбер бөтөрәбеҙ, тип сығып киткәндәр. Тырыша торғас, береһе ысҡына алған, бер-береһенең бауҙарын сисеп, кальсонлы ғына килеш бахырҙар бүлмәнән сығып йүгергән.
Русландың шунда уҡ һәләк ителгән күрше часть егеттәренең кальсонлы мәйеттәрекүҙ алдына килеп баҫты. Кисерештәрен йәшерергә маташһа ла, Йәмилә уны үтә күреп ултыра.
– Эске кейем менән генә таныш булмаған урындарҙа ҡаса-боҫа барыуҙарын күҙ алдына килтерә алаһыңмы? Бер ауылда киптерергә эленгән кейемдәр араһынан иҫке генә салбар эләктереп алыуға артта аяҡ тауыштары ишетеп, сәнскеле ҡыуаҡ араһына йәшенеп өлгөрә – эргәһенән тиерлек теге һаҡалтайҙар үтеп китә. Тәне сыйылып бөтөп килеп сығып, бауҙан бер күлдәк тә сәлдерә. Ас, аҡса ла юҡ, һоранырға ла ҡурҡа. Урамдағы колонкаларҙан алан-йолан ҡаранып һыу эсеп кенә бара торғас, бер станцияға барып сыға. Яҡтыла боҫоп ята, төндә генә Рәсәй яғына бара икәнен тоҫмаллап, бер тауар вагонына эләгеп китә. Йолҡошланып, асҡа ҡаҡланып өйөнә ҡайтып етә-етеүен. Мәгәр ҡурҡыуы шул дәрәжәлә көслө була, үҙ өйҙәрендә лә мөйөшкә һырығып,ҡалтыранып тик ултыра. “Эҙәрлекләү манияһы” тиҙәр бындай халәтте. Әсәһе медиктарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған. Стресынан саҡ сығарып киләбеҙ.
- Аңланым, Йәмилә! Тик нишләргә һуң миңә, ҡайҙа барып бәрелергә? Белорет үҙе һүнә бара кеүек күрҙем, оҡшаманы унда миңә. Йәй ҙә Өфөгә ҡарағанда ҡыҫҡараҡ була тиҙәр, ә мин бит шулай ҙа йылы яҡта үҫкәнмен.
Барыһын да өндәшмәй генә тыңлап ултырған Батырбәк ниһайәт телгә килде:
-Безвыходных ситуаций не бывает, тиҙәрме әле. Хәҙер баҙар иҡтисады заманы ла, хатта юғары белемлеләр ҙә “челнок” булып төрлө яҡтан тауар ташып, һатынып аҡса эшләй. Һанай белеү генә кәрәк, йәнә ҡултамға ҡуя белеү,– ҡунағының кәйефен әҙ булһа ла яҡшыртыу өсөн шаяртып алған булды. - Әйткәндәй, үзбәк сепрәк-сапрағы, кипкән емеш, аш тәмләткестәр үтемле. Ниңә шул эшкә тотоноп ҡарамаҫҡа! Әҙерәк шәбәйеп алғас, уҡырға ла инерһең, күңелеңә ятҡан эш табырһың.
- Белгән эшем түгел шул ул, ағай. Әсәйем әйтмешләй, сауҙагәрлек ҡаныбыҙҙа юҡ. Бына бешеренә беләм. Хирургияла санитар булып та йөрөй алыр инем, Ленинаканда мәйеттәр сығарып, атайым менән больницаларҙа ятып мәктәбен үттем инде.
- Ысынлап, хирургияла техник хеҙмәткәрҙәр кәрәк булып тора ул. Әммә эш хаҡтары түбән, - тине был өлкәне яҡшы белгән Йәмилә.
Батырбәк маңлайына шап итеп һуғып алды:
- Онотоп ултырам, минең шефтың ағаһы шәреҡ аш-һыуы кафеһы асты бит. Үтемле ризыҡ, тик оҫта ғына ашнаҡсылар етешмәй тип һөйләнә ине.
Сәғәтенә ҡарап алды ла, әле бик һуң түгел, тип, ҡайҙалыр шылтырата башланы.
Теге остан яуап биреүсе тәҡдимде тыңлап бөтөр-бөтмәҫтән, штат тулды, тип трубканы һалып ҡуйҙы.
- Ҡалала ваҡытлы эштәрҙә йөрөнөм тигәйнең дә, ниндәйерәк эштәрҙә һуң?
- Йөк ташыным, төҙөлөшкә эшкә инеп, арматура йәбештерергә өйрәнергә тура килде.
- Һа, бына шунан башларға ине һиңә, юғары белемле булһам да, мин дә тәүге йылдары төҙөлөштә сварщик булып йөрөнөм.
- Самоучка ғына ла мин.
- Булһа ни, бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, бейей-бейей оҫтара тигәнде ишеткәнең бармы? Үәт, йәбештерә-йәбештерә оҫтараһың ул. Әллә курс бөтә һалыу менән нәйәт итеп эшләй башлайҙар тип уйлайһыңмы... Хәҙер Өфө тирәләй бик күп шәхси йорттар ҡалҡып сығып ҡына тора, металл йәбештереүсе – бик үтемле һөнәр. Эшһеҙ ҡалмаҫһың. Әле бит йәй, иң ҡыҙыу осор, шабашкала күп йөрөй беҙҙең егеттәр.
Иртәнсәк әсәһен барып алдылар.
- Кис буйы рәхәтләнеп телевизорҙан башҡортса тапшырыуҙар ҡараным,- тип шатлығы менән бүлеште ул, - Белоретта күрһәтмәй ине бит. Абдулла Солтановты күрҙем бына, ниһәйәт. Инде рәхәтләнеп ҡараным. Инглизсә, йә русса йырлаһа, Мәскәүҙәрҙә, хатта сит илдәрҙә күтәреп алып йөрөтөрлөк йырсы лабаһа.
Батырбәктең тәҡдимен ул да оҡшатты, улының ҡанатланып киткәнен күреп, эсенә йылы йүгерҙе.
- Фәйзелғаян ағай, хәҙер балаларына репетиторҙар эҙләүселәр күп, тәжрибәң ҙур, шулайтып та аҡса эшләй алаһың, тине. Ысынлап, күсеп килһәк, көнө буйы өйҙә яңғыҙ эшһеҙ ултырмам инде. Мәктәптә лә эш табылыр, - тип улын ҡеүәтләп ебәрҙе. – Күсеп килгәс тә фатир һатып алғансы беҙҙә йәшәп торорһоғоҙ тине, үҙе әйтте, һорамағайным да. СССР паспорты булғандар әле ҡыйынлыҡһыҙ ғына Рәсәй гражданлығы ла ала, ундай мөмкинлекте файҙаланып ҡалығыҙ, тине.
...Әсәһе менән йәйәүләп кенә Карл Маркс урамындағы авиакассаға барып, Ташкент аша Ҡаршыға тиклем билет алдылар, бәхеттәренә, иртәгә үк осорға була икән. Ленин урамынайыраҡ түгел урынлашҡан Якутов исемендәге парк аша үтергә булдылар. Күленә һоҡландылар, Руслан әле бәләкәй сағында уҡ бында балалар поезы йөрөгәнен Өфө ҡалаһы тураһындағы ниндәйҙер китаптан уҡып, бик-бик уға ултырып йөрөгөһө килгәйне. Әле лә йөрөп ята икән.
- Әйҙә, әсәй, бер елдереп киләйек әле, - тип күҙҙәре янып китте.
Үәт һаҡаллы сабый, тип уйлап алды әсәһе, улындатормошҡа ҡыҙыҡһыныу уяна башлағанына эстән генә һөйөнөп.
- Унда балаларҙы ғына ултырталарҙыр ул?
- Юҡсы, бына бит, ололарҙың билет хаҡы күрһәтелгән.
-Ярай әләйгәс.
Паровоздың гудогы, тар ғына вагон эсе ФЗУ-ға уҡырға китеп барғандағы аҙаплы сәфәрен иҫенә төшөрҙө. Тар колеялы юл вагондарында урындыҡтар ике ҡабырғанан ҡапма-ҡаршы урынлаштырылғайны. Оҙон юл буйына күршеләге урындыҡтағылар менән бер-береңә аңшайышып ҡарап китеп тик бараһың. Әлдә Сәбиләгә аҫта, уға өҫтә урын тура килгән,алмашлап уның һәндерәһендә йоҡлап барғайнылар. Йоҡлап тип, ҡандала, бет талап, бик ирәйергә лә бирмәне әле ул. Вагондың үҙендә ташкүмер яғып йылытылған мейес. Һауа унһыҙ ҙа тынсыу, янғанда сыҡҡан еҫенә түҙә алмай, тамбурҙа уҡшып яфаланғайны. Сәбилә әсеүташын сығарып ялатып, саҡ йөрәк болғаныуынанҡотҡарҙы. Мейес янында һыу һалынған цинкланған бак, уның ҡолағына сылбырлап көрөшкә тағып ҡуйылған. Бөтәһе шул бер һауыттан эсә. Әйткәндәй, газлы һыу аппараттарында ла шул бер стакандан һемерәләр ине бит. Нисектер, эпидемиялар ҙа ишетелмәй торғайны.
Русланы иһә йылмая. Йылмая балаҡайы, ниһайәт, йылмая.
Аэропортҡа Батырбәк үҙе оҙатып ҡуйҙы.
- Рәхмәт инде, балалар, ваҡытығыҙҙы бүлеп, шулай ихлас ҡабул итеүегеҙгә. Борсоп йөрөгәнебеҙҙе кисерегеҙ инде, - тип ҡат-ҡат ғәфү үтенде Гөләмзә.
- Апай, һин бит әсәйебеҙҙең иң яҡын күргән әхирәте инең, иң ауыр мәлдәребеҙҙә беҙгә хатта аҡсалата ярҙам күрһәтеп торҙо, тип һөйләгәйне.. Хәҙер ярҙам итеү – беҙҙең сират. Бер ҙә уңайһыҙланмағыҙ.
...Ташкентҡасамолет ваҡытында китмәй ҡуйыуынан хәүефләнеп, Ҡаршы рейсына бер нисә сәғәт арауыҡ менән билет алғайнылар, көтөп ултырырға тура килде. Сумкаһына башын терәп ойоп киткән РусландыДүшәнбегә осош иғланы уятты. Аяҡ яҙып алмаҡсы булып, ҡалҡынғайны, осоусылар сиратында Эркинде күреп ҡалды. Башта, бәлки яңылышамдыр тип, яҡыныраҡ килеп торҙо. Юҡ, яңылышмай, ҡолағы янында яра йөйөн таныны.
- Эркин, - тип өндәште ул эргәһенә үк килеп баҫып. Теге уны-быны уйламай, әйләнеп ҡараны ла, күҙе аларып, ялтанып китеп, иҙәндән сумкаһын эләктерҙе лә, бер ни әйтмәй атылып сыҡты ла тайҙы. Спринтта чемпион була алыр ине, малай.
Руслан башын ғына сайҡап ҡуйҙы – үткән эштән төш яҡшы, баҫтырышып йөрөй алмай бит инде. Көлөмһөрәп, әсәһе янына барып ултырҙы.
Ниһайәт, ситләтеп кенә теге саҡ ниндәй “күстәнәс” ебәргәнен әйтергә булды.
-Их, хәҙер бер ун кило алтын тап ине, ивет, әсей?
- Тапһаң, нишләтер инең?
- Өфөлә шәп ерҙән фатир, машина алыр инем. Ә һин нишләтер инең?
- Мин ерҙә бер һум аҡса күрһәм дә алмайым. Һынағаным булды – килешмәй ул беҙгә, йәлсетмәй, йөҙләтә артыҡ юғалтам. Атайың да шулай ине. Кешенеке менән кештәкле булма, тип үҫтерҙе беҙҙе әсәйем. Хәләл көс менән тапҡаныңа етмәй инде. Хәйерһеҙ файҙанан хәйерле зыян артыҡ. Әҙ булһа ла бәрәкәтле булһын, имен-аман тотонорға яҙһын.
Ата-әсәһе тапҡандарын ҡабул итмәҫ тип уйлағайны ла шул. Тимәк, Аллаһы тәғәлә уның үҙен дә харам малдан, улар алдында йөҙөн юғалтыуҙан ҡурсыған. Улай тиһәң дә, гонаһы бар инде барын: анау саҡ йәшереп алып ҡайта алған бер пачка аҡса... Шуны эсеп бөтөрөп, үлемдән саҡ ҡалды бит, хаҡын ғүмерләтә түләй яҙҙы.
Сиратта теге оронсаҡбашҡаса күренмәне. Бер нисә тапҡыр радио аша “пассажир Эркин Холияров, самолетҡа үтеүегеҙҙе һорайбыҙ” тигән иғлан ишетелде лә тымды. Эркинһеҙ генә осорға тура килде инде уларға, һемәйтте тегеләрҙе. Йәшә инде, ҡараҡ, хәҙер үҙ күләгәңдән үҙең ҡурҡып, һөрткән айыу майыңа тая-йығыла...
...Өйҙәрен һатып алырға теләүселәр ҙә табылды. Тик Гөләмзәнең күңеле генә уны ҡалдырып китеүгә ризалаша алмай бер булды. Тотош бер ғүмер киҫелеп ҡала бит – Янтимере менән тәүге нигеҙ ташы һалғандары, өй бөтөп сыҡҡас, шатлыҡтарынан һигеҙенсе ожмахҡа менгәндәй йөрөүҙәре, балаларының
тәүге тәпәй баҫҡан һуҡмаҡтары, бынау баҡсаһы – йәшлек хәтирәһе итеп ултыртылған йомарт антоновкаһы – уларҙан бөтөнләйгә айырылып китеү шул тиклем ауыр булыр тип уйламағайны. Тик улының ашыҡтырыуы ғына өҙә һуғырға мәжбүр итте.
Ҡаралдыларын Фәғиләгә ҡалдырҙылар ҙа, еңелсә генә йөк менән Башҡортостанға юл тоттолар.
***
Ҡасандыр Сәбилә күсеп ҡайтҡанынса, улар ҙа Фәйзелғаян абзыйға килеп йығылдылар. Оло кеше фатир түгел, Өфө янынан берәй ауылдан өй алырға кәңәш итте:
- Һеҙ үҙ өйөгөҙҙә йәшәп өйрәнгәнһегеҙ, казенныйҙа ҡыйын булыр. Тотонолған булһа ла, машиналыҡ та аҡсағыҙ ҡалыр. Руслан әле йәш, урыны булһа, үҙенсә төҙөп алыр, иншә Аллаһ. Кеше хәҙер коттедждар һалырға шәбәйеп китте.
Зубов тигән ауылдан таптылар арыу ғына йортто, мунсаһы ла, гаражы ла, хатта ваҡ мал аҫрарлыҡ һарайы ла бар. Бер нисә йылдан коттедждар ҡасабаһына әйләнә башлар тип уйламағайнылар улар һүнеп барған был ауылға күсеп килгәндә. Алдан күрә белгән шул аҡһаҡал бабай. Гражданлыҡ тураһында ла ваҡытында иҫкәрткән, киләһе йылына уҡ был йәһәттән сикләүҙәр башланды.
Батырбәк Русланды ҡафтаулыларҙан торған төҙөүселәр бригадаһына урынлаштырҙы. Бригадиры күптәнге танышы булып сыҡты. Исеме лә Арам.
- Ә мин бер Арам менән эшләгәйнем инде, - тип көлдө Руслан, - Былай арыу кеше ине.
Ҡулдарында ут уйнай быларҙың, Руслан да уларҙан ҡалышмаҫҡа тырышты.. Металл йәбештереү генә түгел, бетон эше менән дә булырға, кирбес тә һалырға тура килде. Ҡаршыла әҙме-күпме өйрәнгәндәре ярап ҡалды, майғулланып, эш мәнеһе белмәй торманы, сымыры ғына тотондо ла китте. Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра, былай ҙа ҡуңыр йөҙө ҡояшта ҡара янып, тегеләрҙән айырып булмаҫлыҡҡа әйләнде .
Арам оҙаҡ ултырырға бирмәй, “сыбыртҡылап” ҡына тора. Арыраҡ тағы бер бина һалып яталар ине, шул яҡҡа башҡортса һөйләшеп үтеп барған кешеләрҙе туҡтатып, тәмәкеһе бөткән Руслан:
- Тартырға юҡмы, егеттәр? – тип һораны
Тегеләрҙең аптырауҙан күҙҙәре дүрт булды:
- Һин ҡайҙан шулай таҙа башҡортса һөйләшә беләһең?
- Бәй, башҡорт булғас, беләм инде.
- Башҡорт булмаһа имеш, - тип, тәмәке тоттороп, шулай ҙа уға ышанмай китеп барҙы күршеләр.
Һарайҙы тамамлап, заказсыға тапшырғас, Арам былай ярайһы йомарт ҡына түләне, Руслан иһә аҡсанан бигерәк ҡулы шымарғанына, йәбештергән урындары ҡубып тормағанға һөйөндө.
Был бригада менән көҙгә тиклем ул һәлмәк кенә сәрмая булдырырға ла өлгөрҙө. Артабан курс үтеп, Батырбәк янына эшкә урынлашты.
Әсәһенең дә йәйе бил яҙмай тиерлек эшләп, үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды: ҡулынан килгәнсә өйҙәрен үҙе өйрәнгән тәртипкә килтерергә тырышты, ғәҙәт ителгәнсә, йорт яны баҡсаһында мәш килде.Йәш балалы күршеләре кескәйҙәре менән ултырып торорға һорап инһә, баш тартманы.
Ваҡ-төйәк әйберҙәрен күсереп, аҙна-ун көн дә үтмәне, улын аптыратып, кәзә һатып алыуын һорай башланы. Бәләкәйҙән һыйыр, кәзә һауып, мал ҡарашып үҫкән кеше лә. “Русская” тигән тоҡом ни етте һыйырҙарыңа биргеһеҙ, һөтөнөң еҫе лә юҡ, ти. Уға бесәне лә кәрәк бит әле. Бәрәсле һөтлөкәй һарайына ингәс, шатланып бөтә алманы Гөләмзә. Мал бит ул үҙе бер иптәш. Русланының һаулығы өсөн дә кәрәк. Яҙға сығыу менән күңелле сипелдәшеп себештәр ихатаны йәмләне.
Бына шулай һәүетемсә ауыл тормошона инде лә китте оло йәшенә еткәс.
Өй туйларға Фәйзелғаян ағай менән Батырбәктәрҙе, Йәмиләне саҡырып алғайнылар. Ҡот инеп киткән өйҙө улар ҙа бик оҡшатты. Ҡайһы бер ялдарҙа мунса инергә лә килгеләнеләр.
Русланы күҙгә күренеп үҙгәрҙе, ит ултырып, мыҡтыланып китте, өҫтөнә матур кейемдәр алды. Өйгә лә шат йөҙ менән ҡайтып инә.
Бер көн көтөлмәгән хәбәр һалды:
- Әсәй, мин Йәмиләгә тәҡдим яһарға уйлайым.
Гөләмзә һүҙһеҙ ҡалды. Фекере тарҡалып китеп, бер аҙ өндәшә алмай ултырҙы
- Ҡайҙан килде башыңа бындай уй, улым?
- Теге саҡ мунсаға килгәйне бит, машина менән алып барып ҡуйғайным. Һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне. Ҡайһы саҡ Батырбәк ағайҙарҙа осраштырғылай. Шунан эшләгән еренә килеп, консультация үтергә, анализдарҙы тикшертергә саҡырҙы. Уның янында шундай тыныс, йылы, күңелгә рәхәт булып ҡала, әсәй.
- Врач бит, тынысландыра белә инде, тик тормошта мөхәббәт тә кәрәк.
- Белмәйем,тойғоларымды нимә тип атап булалыр, тик мин уны ғына ҡатыным итеп күрәм.
-Ай-һай, тиңһенерме икән, һинең бит юғары белемең дә, абруйлы һөнәрең дә юҡ. Хеҙмәт хаҡың да әллә ни маҡтанырлыҡ түгел, етмәһә, һинән ун йәшкә оло ла бит.
- Туғыҙ йәшкә, әсәй. Тик ул бит хатта минән йәшерәк күренә.
Әсәһе башҡаса өндәшмәне. Ҡапылғара яуап бирерлек мәсьәлә түгел был, Һыуытып алырға кәрәк бөгөн ишеткәндәрен.
Дөрөҫөн әйткәндә, Руслан Йәмиләнең ҡылын тартҡылап ҡарағайны инде. Ҡатын һүҙҙең ҡайһы тарафҡа йүнәлгәнен аңламамыш булып, ситкә бора ла ебәрә. Аңлай ул егеттең үҙенә битараф булмағанын. Тик уныңса яҡынайыуға төп кәртә Русландың белеме лә, һөнәре лә, хатта матди хәле лә түгел, үҙенең биҙәүлеге, уның күпкә йәшерәк булыуы.
Тормоштоң “ит турағыс”ы аша үтеп өлгөрөүе егетте ҡартайтҡан, әлбиттә, йән йәрәхәте лә ҡалдырған. Яҡшы ғаиләнән булыуы ғына уны тамам ҡыйралып бөтөүҙән һаҡлағандыр.Белгес булараҡ, быны ла яҡшы күрә. Тик үҙе лә аңлай алмаған ниндәйҙер көс тарта уны егеткә, бәлкитормошҡа аша алмаған әсәлек хисе генәлер был, бала итеп йыуатҡыһы, ҡурсалағыһы киләлер, бәләкәй генә малай сағы ла күҙ алдында тора лаһа.
...Гөләмзә ҡыҙҙың риза булмауынан бикәр риза булып ҡуйыуынан ҡурҡа ине. Ул да Йәмиләне бала сағынан хәтерләй. Әсәһе үҙенә һуйған да ҡаплаған ҡыҙын бәпләп кенә үҫтерҙе, етемлеген тоймаһын өсөн көсөнән килгәненән дә артыҡ тырышты. Тыңлаусан, уҡыуға шәп булды бәғер иткенәһе, тик атаһын ныҡ һағына тип һөйләй ине әхирәте. Өс кенә йәшлек булып ҡалһа ла, онотмаған. Бәләкәйерәк сағында ғаилә альбомын асып, бына минең атайым, ул йыраҡҡа киткән, эше бөткәс ҡайта, тип балаларса ләпелдәп, илатҡайны ла. Бәлки атайһыҙ үҫеүе лә ире менән уртаҡ тел таба алмауға килтергәндер. Никахтары тарҡалыуының төп сәбәбен белмәй ине әле ул. Үҙе әйткән йәш айырмаһы ла, дәрәжәләр айырмаһы ла иш-ҡуш булып китергә ҡамасаулар кеүек. Айырылышһалар, улы быны нисек күтәрер?
Кире һуҡһа ла, улының ҡанатын ҡайырып ҡуймаҫмы? Үҙҙәре килешһен дә үҙҙәре барышһын әйҙә, икеһе лә донъя күргән, әсеһен-сөсөһөн татыған, тип ихтыярҙарына ҡуйырға ҡарар итте.
Шәмбе - улар өсөн баҙар көнө. Иң тәүҙә үзбәктәр торған рәттәргә йүнәләләр, яҡташ күреп, улары ла хәрәмләшмәй ғына емеш-еләген һалып ебәрә, үҙҙәре лә һоралғанға күпмелер өҫтәү биреп китә. Бөгөн дә ауыр ғына пакеттарын тотоп урамға сығыу менән Руслан кинәт кенә, әсәй, ошонда көтөп тор, тип бина алдындағы эскәмйәгә әйберҙәрҙе һалды ла, тороп йүгерҙе. Урам сатындағы ҡулса яғына китеп барған Йәмиләне күреп ҡалған икән. Ҡыҙ светофорҙағы йәшел утты көтөп алып зебрағабаҫҡан ғына ине, ҡайҙандыр ен шикелле елдереп машина килеп сыҡты ла ҡыҙҙы төрттөрөп, туҡтап та тормай ары атылды. Йәмилә тротуар уртаһына барып төштө лә шунда уҡ күтәрелергә маташты, тик кире йығылды. Уңарсы Руслан йүгереп килеп етте:
- Йәмилә, Йәмиләкәйем, - күптән уйында йөрөткәнсә исемләгәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды, - ҡайһы ерең ауырта?
-Аяғым, - тип ыңғырашты ҡыҙ.
Егеттең үҙен күтәреп алырға йыйынғанын күреп:
- Кәрәкмәй, һынғанға оҡшаған, һөйәгем урынынан күсер. “Тиҙ ярҙам” саҡырырға кәрәк, - тип тыйып ҡуйҙы.
Гөләмзә лә йөкмәнеп килеп етте, ҡыҙҙы бергәләп хастаханаға алып киттеләр. Юлда Русланды биш йәшендә машина төрттөргәнен һөйләп алды.
- Икегеҙгә лә шулай тура килер икән, хоҙаның хикмәте, ярай, иҫән ҡалдығыҙ, - тип һөйөнөп һөйләнде әсәһе.
Аяғы һынған булып сыҡты шул ҡыҙҙың. Уйламағанда “ял” алған табибә яңыраҡ һатып алған китаптарына башкөллө сумып китте. Шуларҙың береһендә балаға уҙа алмаған ҡатындарға заманса ярҙам күрһәтеү тураһында мәҡәлә күҙенә салынды.
ЭКО тигән ысул да бар икән. Күңелендә өмөт уянды. Гипсты алып ташлағансы лифтһыҙ баҫҡыстан күтәреп мендереп, күтәреп төшөрөп йөрөгән егеттең тап үҙе көтөп йәшәгән кеше икәнен аңланы Йәмилә,хәҙер инде үҙен уның янында бала ғына итеп, ҡурсыулы, яҡлаулы итеп тоя башланы. Ғүмер юлдары шулай ҡушылды ла китте. Бар шиктәрен, хәүефтәрен онотоп, йәш ҡатын яҙмыш ағымына буйһонғанын һиҙмәй ҡалды.
Никах уҡытып туғыҙ ай тулыуғанур өҫтөнә нур өҫтәп донъяға Русланыч та ауаз һалды. Исем ҡушҡансы уны шулай атап йөрөткәйнеләр, йәбеште лә ҡуйҙы.
Улы ла атай булаһын белгәс, Гөләмзәнең ҡыуаныуҙары! Их, Сәбиләкәй, икәү әхирәт кенә түгел, ҡоҙағый булып, бер ейәндәрҙе һөйөр инек, тип балауыҙ һығып та алды.
Өфө урамдарындағы емеш ағастары аҡ болоттай сәскәләргә төрөнгән яҙғы көндә бала табыу йортонан зәңгәр төргәк тотоп сыҡҡан Йәмиләһен күтәреп алып, һөйөклөләрен күкрәгенә ҡыҫҡан Русландың башында бер генә уй бөтөрөлдө - бына бит улалтындарҙан ҡиммәт байлығы, башҡа бер нигә лә алмаштырып, һатып алып булмаҫхазинаһы!Ҡатынын ҡәҙерләп кенә ергә баҫтырып, биләүҙәге йәннәт емешендәй йомғаҡты ҡулына алғанда болот әҫәре булмаған төпһөҙ зәңгәр күк йөҙөндә артынан ап-аҡ юлаҡ ҡалдырып, ҡанаттары көмөштәй ялтырап осоп барған самолет пәйҙә булды. Кирәмәтле бер күренеш итеп ҡабул итте уны бәхетле атай. Татлынан-татлы шул мәлдә ниҙәр кисергәнен ябай һүҙҙәр менән генә аңлатып та булмаҫ ине. Ә һүрәтләп бирергә тырышһаң, моғайын, зәғиф кенәәҙәми тел менән ошолайыраҡ бәйән ителер ине:
- Улым, һин дә ошо сикһеҙ Ғаләмдә юл алдың, ерҙәге сәфәрең оҙон-оҙон, ырыҫлы булһын, аҡ юл ҡалдырып, юғары ынтылып үтһен.Күктәребеҙҙе ҡара һөрөм баҫмаһын, ер-һыуҙарыбыҙ ғәрәсәттәрҙән имен булһын, мин күргәндәрҙе күрергә яҙмаһын.
Әсәһе менән ҡатыны уға ике яҡтан һыйынып, сабыйҙан күҙҙәрен алмай баҫып тора. Уға һыйынғандар, уны терәк итеп күрәләр.
Уның инде һынырға, яҙмыш һынауҙарына бирешергә хаҡы юҡ. Ул – атай...
Бөттө.