+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
11 Март , 19:00

АНТОНОВКА ЕҪЕ. ГӨЛӘМЗӘ. ПОВЕСТЬ. Гүзәл Ситдиҡова. Икенсе өлөш. Бишенсе бүлексә.

- Атай, беләһеңме, Ленинаканда тәүге көндә емерелеп бөтмәгән йорт эргәһенә барып сыҡтыҡ. Өсөнсө ҡат кимәлендә ике ҡыҙҙың аяғын панель баҫҡан да, улар баштүбән аҫылынып ҡалған. Иҫтән яҙғансы: “Аяғыбыҙҙы ҡырҡып, ҡотҡарығыҙ”, - тип ҡысҡырҙылар, ти. Беҙ килгәндә лә мәйеттәре  шунда ине әле. Кран килтереп, төшөрөп алдылар. Мәйеттәрҙе йыйып өлгөрмәйҙәр, техника етмәй ине. Аяҡһыҙ булһа ла, йәшәгеләре килгән бахыр ҡыҙҙарҙың. Атай, һин йәшәргә тейешһең, минең хаҡҡа, әсәйем, апайҙарым хаҡына. Теге донъянан ҡайтыу юҡ бит.

АНТОНОВКА ЕҪЕ. ГӨЛӘМЗӘ. ПОВЕСТЬ. Гүзәл Ситдиҡова. Икенсе өлөш. Бишенсе бүлексә.
АНТОНОВКА ЕҪЕ. ГӨЛӘМЗӘ. ПОВЕСТЬ. Гүзәл Ситдиҡова. Икенсе өлөш. Бишенсе бүлексә.

6-сы  бүлек

Гөләмзә Холмурад әкәнең һүҙҙәренән шаңҡыуы бер аҙ үткәс, өйгә инеп, залдағы кәнәфигә ауҙы. Ай, Сәбилә. Ниңә генә ашыҡтың инде. Әле бит һиңә алтмыш ҡына, ейәндәр күрәһең, бәпләйһең бар ине лә. Өлгөрмәнең. Таһирбәгенең үлемесле сиргә дусар булғанын ишетеп,  Янтимер менән хәл белергә барып, аҡсалата ярҙам күрһәткәйнеләр. Ире менән бергә һулый барғандай күрҙе ул саҡта әхирәтен, бар кисерештәрен эсендә тотоусан ҡатындың сәстәрендә сал юлаҡтар күрҙе. Ҡайғы-хәсрәт кешене эстән кимерә шул, ҡапыл ғына олоғайған да ҡуйған. Шунан алда  осрашҡандарына күп тә үтмәгәйне, ул саҡта ҡайһылайсибәрләнеп, сәскә атып киткән, тип һоҡланып ҡайтҡайны. Аяҡҡа баҫтырып ҡына алғас улы Тимербәкте лә юғалтты, нисектәр түҙгәндер инде.

 Ҡарашы ҡаршыһындағы ҡабырғаға эленгән  фотоға төбәлһә лә,  өс ҡыҙының йөҙҙәрен күрмәй,  тарҡалған фекерҙәрен йыйырға маташты.  Был халәттә ул яңынан телефон шылтырағанса ултырҙы әле. Теге оста Фәғиләһенең иламһыраған тауышы ишетелде:

- Әсәй, Өмиҙәнең аҙна буйы эсе китә, бер дарыу ҙа ярҙам итмәй, инфекционныйға  һалабыҙ тиҙәр,  унда барып, тағы әллә ни йоҡторорһоң.

- Нишләп әлегәсә әйтмәнең һуң, балам?

- Һине борсомайым, үтер әле, тип уйлағайным да.

-Борсомай имеш, бала ауырый башлаһа, һуҙмай ғына сараһын күрә һалырға кәрәк. Оҙаҡҡа китһә, алдына сығыу ауыр була, – үҙе артынан телефондың оҙон бауын тағата-тағата  аш бүлмәһенә инеп,  дарыу үләндәре һаҡлаған кәштәһендә соҡона башлағайны инде. – Булды, балам, ҡотолдоҡ, былтыр ауылдан муйыл ебәргәйнеләр бит, таптым. Хәҙер барып етәм.
Ҡайтып йөрөй алмаһа ла, туғандарын көнъяҡ емештәренән мәхрүм итмәй, ул өрөк, ул сәтләүек, ул йөҙөм-хөрмә, ҡустыларын ҡарашҡан еңгәһенең күңелен күрер өсөн, матур яулыҡтар һалып, ҡыуандырып тора ине. Бер мәл еңгәһе һорағас, хатта юрған күбергә тип төк-төк мамыҡ та ебәрҙе. Ауыл яғынан посылка ебәреү мәшәҡәтлерәктер, уларҙан һирәк-мирәк грелкаға тултырылған йүкә балы, сиратылған йөн,  ойоҡбаштар  алып,  шатландылар. Йәй ямғырлы килгәндә Ҡаршыға ебәреү түгел, үҙҙәре лә ҡортҡа шәкәр иҙеп шимләп, ҡыш сығалар, шуға бары менән байрам тип, килгәнен һаҡлап тотона Гөләмзә.

Былтыр ғәҙәтләнгәнсә бал менән йөн генә түгел, кипкән муйыл да һалып ебәргәйнеләр. “Танһыҡлағанһыңдыр, тыуған яғың “өрөктәренән” дә ауыҙ ит”, - тип яҙған еңгәһе. Нисек башына килгәндер. Ысын әле ул, инде нисә тиҫтә йыл даһа муйыл тәмләмәгәненә. Янтимере төйөлмәгән ҡара боросҡа оҡшап ятҡан йомроҡастарҙы күргәс, башта иҫенә төшөрә алмай торҙо, шунан шарҡылдап ебәреп, ҡатынын саҡ үпкәләтмәне.

- Нимәһе көлкө? Муйыл да инде, таныманыңмы ни?

-Таныным, ниһайәт.  Бала саҡта шуның бешкәнен саҡ көтөп ала торғайныҡ. Эй күп ине ул ауылыбыҙҙың тирә-яғында. Ағыулы тип тыйһалар ҙа, сей көйө лә ҡабып ҡарайбыҙ. Итле генә булып бешкәс услап-услап, хатта һөйәге-ние менән убабыҙ ғына. Шунан эс ҡата. Әбрәкәйҙе оҙаҡ биләргә бирмәйҙәр - күмәкбеҙ бит, һарай артына үтеп, ул бөкөнө сығарып алғансы ултырабыҙ шунан илай яҙып, күҙҙәр упайып, көсәнеп.  Яҙ етте иһә сыға башлай тегеләр тиреҫлектә бытырлашып, хет сабып ал!

Иренең тештәре ныҡ -  шытырҙатып сәйнәй, ләззәтләнә. Гөләмзәнең  әсәһе кипкән емеште килелә ҡат-ҡат төйөп, иләк аша үткәреп,  майлап, йома көндәрендә өҫтөнә саҡ ҡына шәкәр ҡомо һибеп, “шикалат” тип тоттора торғайны.  Әле лә тәме тел осонда торған кеүек. Ит турағыстан бер нисә тапҡыр үткәреп, бөйөрөк бешергәйне лә, тәүге тапҡыр бындай емеш тураһында ишеткән балалары тәмләп кенә ҡараны ла, ашаманы. Ҡарты менән икеһенә тештәренә көс төшөрөргә тура килде. Ебетелгәнен дә оҡшатманылар. Ҡалғанын дарыу үләндәре араһына тығып ҡуйғайны, ана бит, кәрәге тейҙе..        

...Фәғиләләргә барып инеү менән муйылды ҡайнатырға ҡуйып, Гөләмзә быуынһыҙланған  ейәнсәрен күтәреп алды, аҙна эсендә мамыҡтай еңел генә булып ҡалған балаҡай.  Туҫтаҡ аҫтындағы утты кәметеп, аш бүлмәһе яғынан сығып килгән ҡыҙы:

- Әсәй, көршәккә ултырт, хәҙер өҫтөңдө бысрата бит, - тип әйтеп кенә өлгөрҙө, бала эшен бөтөрөп тә ҡуйҙы.

- Ай-вай, ошо хәтлемгә еткергәнсә  әйтмәй ятсы әле, муйыл эсерһәң, ике-өс көндә үтер ине, - тип шелтәләне әсәһе.
Шифаһы тейҙе бит тыуған яҡтың баһалап бөткөһөҙ хазинаһының, иртәгәһенә үк хәле арыулана башланы сабыйҙың.

Ә әсәнең күңелен икенсе хәсрәт баҫып алып бара – Русланы армиянан ҡайтыу менән Дүшәнбегә хастаханала ятҡан атаһы янына китергә мәжбүр булды, туйғансы бер һөйләшеп тә ултыра алманылар.

***

...Рәттән ҡыҙҙар тапҡас, Янтимере бик һиҙҙермәһә лә, һәр ир кеүек, нәҫел дауам итеүсе  малай күргеһе килеүен ҡатыны аңлай ине. Байтаҡ ҡына йылдар балаға ла уҙмай, инде өмөтөн юйып бөттө тигәндә, Алланың рәхмәте менән, етеп килгән ҡыҙҙары янына  ҡусты алып ҡайтырға насип булды, донъялары бөтөнләй түңәрәкләнде.Һуңлап ҡына, әсәлектең тәмен белеп, аңлап еткәс ҡулына алған Русланын өс апаһы, ата-әсәһе әпәүләп-сүпәүләп кенә үҫтерҙе. Һуңғы бала – һум киҫәк шул, педагог икәндәрен дә онотоп, иркә бала итәк буяй тигәндәренә лә илтифат бирмәнеләр, иң матур ерҙәрҙе күрһәтеп йөрөттөләр, иң тәмлеһен уға тотторҙолар, ни һораһа, шуны алып бирҙеләр.

Биш йәше тулған көндә уның тыуған көнө менән ҡотларға Ташкенттан хатта Мәрзиә инәһе  килеп төштө. Ғәҙәттәгесә дуҫтарын ашҡа алып, ҡунаҡ күрһәтеп, ике байрамды бергә үткәреп ҡуйҙылар.  Иртәгеһенә күмәкләшепҠашҡадаръя йылғаһы аша 1583 йылда уҡ һалынған мәшһүр  күперҙе күрһәтергә йүнәлделәр. 

Заманы өсөн ул иң ҙур күперҙәрҙең береһе булған, уның аша йәйәүлеләр генә түгел, төрлө илдәргә йүнәлгән күп һанлы каруандар үткән. Мәрзиә апай боронғолоҡ аңҡып торған мөһабәт күренештән бер аҙ һушын йыя алмай торҙо. Ул саҡта бит бөгөнгө кеүек техника ла булмаған, анау тиклем йыуан-йыуан 12 бағанаһын  ҡайнап ағып ятҡан йылға аша нисек һалдылар икән?!  Ә тотороҡло, ныҡлы булыуҙан тыш күренеше һуң! Һоҡланғыс үҙе бер сәнғәт әҫәре: өҫкә табан ике яҡтан шыма ғына бөгөлөп барып, өскөлләнеп тоташҡан  нәфис һыҙатлы аркалар, тороҡтарҙы өҫтәмә нығытып ярымтүңәрәкләп һалынған башнялар үҙҙәре бер биҙәк.
Күперҙе өс шәхескә бәйләп исемләйҙәр:  беренселәр Аҡһаҡ Тимер төҙөткән имеш тип уйлап хаталана, сөнки  ул 1405 йылда уҡ вафат булған. Ихтимал, ул да төҙөткән булғандыр ҙа, емерелгәс, урынына яңыны, ҡеүәтлерәкте һалғандарҙыр; икенселәр Шәйбәниҙәр менән бәйләй,бына  улар хаҡлы; ә Рәсәй империяһы менән СССР осоронда Николай II исеме менән ниңә атай башлағандарҙыр, уныһы тарихҡа ҡараңғы.

Ололарға ҡыҙыҡ булһа ла, Руслан бында үҙе өсөн мауыҡтырғыс бер ни ҙә тапмай, мыжый башланы. Бер әсәһенең, бер атаһының ҡулдарынан тартҡылай торғас, ҡайтыр яҡҡа ыңғайларға тура килде. Яр буйына урам ашаһында йәшәгән таныштары үҙ машинаһы менән алып барғайны, ҡайтышлай уның йорто янында төшөп ҡалып,  йәйәү киттеләр.

- Әсәй, бөгөн бөйөрөк бешерерһең әле, йәме, - тип малайы асығыуын да аңғартып ҡуйҙы.

Боролошта светофорға барып ҡына еткәйнеләр, һары ут тоҡанды, Янтимер ниңәлер иғтибар итмәй, шәп-шәп атлап сыҡты ла китте. Быны күреп, Руслан да,әсәһенең ҡулынан үҙенекен тартып алып, атаһы артынан тороп йүгерҙе. Ҡыҙыл ут ҡабынғайны инде, тиҙлек менән елгән машиналар туҡтап өлгөрмәй, балаһының өҫтөнә менеп килгәнен күреп, Гөләмзә үҙе лә уларҙың аҫтына ташлана яҙҙы – Мәрзиә генә беләгенән матҡып туҡтатты.

Ныҡ итеп тәгәрмәстәр шайылдап ебәргәне ишетелде, улым тәгәрмәс аҫтындалыр инде тип йөҙөн ҡаплап, күҙен асырға ла ҡурҡҡан әсәне эргәһендәге ҡатындар:

- Нимә ҡатып тораһың, бар балаң янына, - тип битәрләй башлағас ҡына, йөрәге туҡтай яҙып Русланы йүгергән яҡҡа ҡараш ташланы.

Янтимер улын ҡулында тотоп тора ине инде. Эргәһендәге машина хужаһы уға ниҙер әйтте лә, Гөләмзә барып еткәнсе икеһен дә  ултыртып алып,  ҡуҙғалып та киттеләр.

Моғайын, больницаға бараларҙыр тип уйлап, ҡәйенйеңгәһе менән туҡталышҡа йүнәлделәр. Йәнен усында тотоп, барып етеүҙәренә баланы травматолог менән йәнә бер врач ҡарап өлгөргәйне инде, рентген да яһағандар, бәхеткә күрә, һынған ере, мейеһе һелкенеү күренеше лә юҡ, алып ҡайтығыҙ, тип торалар. Машина хужаһы ла  бер медиктар эргәһендә, бер улар янында бөтөрөлөп йөрөй. Таныны уны Гөләмзә, райкомда эшләгән кеше. Эскулаптарҙың уға ялағайланып ҡарап тороуҙарын күреп, алып ҡайтығыҙ, ҡурҡынысы юҡ, тип ныҡышыуҙарына шик тә  уянды – балала бер-бер эҙемтәһе килеп сыҡһа, яуап бирәһе булыуынан ҡурсалайҙар инде.

Мәгәр, больницала ҡалдырырға нигеҙ юҡ, тип торғастар, райком кешеһе бик теләп уларҙы өйҙәренә хәтлем алып барып ташланы.

Ҡайтыу менән малай, ятам, тип урынына барып ауҙы. Уянғас, әсәһе бешергән, үҙе һораған бөйөрөктәргә әйләнеп тә ҡараманы. Бала ҡурҡып ҡалып, аҙаҡ эҙемтәләре булыр тип уйламағандар, иң мөһиме, тере ҡалған. Иртәгәһенә тәне ҡыҙышып алды ла, тайпылыш ҡалдырмай үтеп киткән кеүек булды был күңелһеҙ мажара. Ә белгестәргә мөрәжәғәт итеү кәрәк булған.Йыл буйы тынысһыҙ йоҡлап, түшәген еүешләп яфаланды малай.

Шул көндән үҙҙәрендә ғәйеп тойған ата-әсәһе улдарын күҙҙәренән осоп ҡына барған кеүек, эргәһендә өлтөрәп, ыңғайына ғына тороп, һәр көйһөҙлөгөн үтәй торғас, уны боҙа барғандарын үҙҙәре лә һиҙмәй ҡалды. Бер нисә йылдан Руслан еңмеш, үҙһүҙле, киҫекһеҙ балаға әйләнеп, алдына сыға алмаҫ булдылар. Мәктәптә тәртип боҙоуҙары үҙҙәре педагог кешеләр өсөн икеләтә оят та ине. “Икеле” алған саҡтарында:
- Мине машина бәрҙертеп, ҡурҡып ҡалғанмын да, хәҙер башым эшләмәй, - тип тиҫкәре яуабын да таба һала.

Аптырағас, эшләгән еребеҙҙә йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәһен тип, икенсе мәктәпкә күсерҙеләр. Ҡиәфәтенән үк тыныслыҡ, игелеклелек бөркөлөп торған класс етәксеһе, математика уҡытыусыһыНодир Закир улы  бик зирәк, кешелекле педагог булып сыҡты, үҫмерҙең күңеленә асҡыс яратты бит. Ата-әсәһенең тыймалыҡһыҙ улдары өсөн көйөнгәндәрен күреп, уларға ла тейешле һүҙҙәр тапты:
- Руслан һәләтле бала, тик теге саҡта көслө психик зәхмәт алып ҡалған ул.
Гөләмзә ханым, улай бөтөрөнмәгеҙ, ашамағыҙ үҙегеҙҙе. Һеҙ тынысланһағыҙ, ул да көйгә килә башлар. Үҫмерлек осорон үҙегеҙ аңлайһығыҙ бит. Математиканы, физиканыоҡшата, шул мауығыуын яҡшы яҡҡа үҙгәрешкә  файҙаланайыҡ.

Эшенә үлеп бирелгән был уҡытыусы уҡыусыларын хатта дәрестән һуң да түңәрәктәргә ылыҡтырып,  үҙ фәнен яратырға өйрәтте. Бер көндө балаларҙы ата-әсәләре менән бергә теге  атаҡлы Ҡаршы күперенә алып барҙы. Бына ҡайҙа икән ул аяҡлы энциклопедия! Мамыҡ баҫыуҙары күренеп ятҡан юлда ҡала тарихын, күпергә бәйле риүәйәттәрҙе һөйләп кенә ҡалмай,  уның тураһында боронғо йырҙы ла һуҙып ебәреп, тамам ауыҙына ҡаратып ултыртып ҡуйҙы. Барыптөшкәс тә үтеп барышлай ғына иғтибар итеп өлгөрмәгән әллә күпме биҙәктәрҙе күрһәтеп, боронғо фарсы архитектураһын белеүе менән дә һоҡландырҙы. Шунан ғына  линейка ҡулланып, алыҫтан ғына күперҙең оҙонлоғон, тороҡтарының бейеклеген  иҫәпләп сығарырға тотондолар. Өлкәндәр үҙҙәре лә мауығып китеп, һанарға йәбешкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Барыһынан да алда Руслан яуапты өлгөрттө. Шатлығын йәшерергә  тырышһа ла, күҙҙәре йондоҙҙай балҡый ине.

Бына шул мәлдән тәртибе лә яҡшы яҡҡа үҙгәрә башланы. Көнсығыш көрәштәре менән мауығып китте – уныһы ла кәрәк ир-егеткә. Нисәмә йылдар мәктәптә уҡытып, ата-әсәһе коллегаһынан үҙҙәре лә өйрәнер нәмә тапты.

Мәктәпте  Руслан яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамланы.
- Армияға барғас, бөтөнләй үҙгәреп, аҡыл ултырып ҡайта ул, бына күрерһең, - тигәйне атаһы.

Шулай ғына була күрһен инде.

Тик Янтимерҙең генә сәләмәтлеге аҡһай башланы. Грипп менән ауырып, үпкәһенә күскәс, анализдары осраҡлы ғына шәкәр диабеты  икәнен күрһәтте. Күптән йөрөгән булған ул, һиҙҙермәй генә эстән кимереп. Шунда уҡ инсулин ҡаҙай башларға тура килде.

 

7-се бүлек

... Русландарҙы Ҡафтауҙың Төркиә менән сикләшкән тауҙары араһындағы заставаға алып барып урынлаштырҙылар. Ленинакандағы роталарҙан  25 хеҙмәттәше бындағы частәрҙең ашханаларына тәғәйенләнде, ул медсанчастекенә  эләкте.

Уларҙы бит баштан уҡ ашнаҡсылыҡҡа өйрәтергә тейештәр ине лә, тәҡдир: ҡырҡ йыллыҡ булып күренгән дүрт ай емереклек, мәйеттәр араһында ҡаҙынырға тура килде. Кискеһен, һалдаттарҙы ашатып бөткәс, уның янына нәүбәтсе врач килеп инеп:
- Руслан, тәмле генә нәмәләреңде өҫтәлгә әҙерлә, дүрт кешелек,  мин хәҙер һиңә “медицинская чача” тигән бер шәп нәмә тәмләтәм, - тип сығып китте.

Һм. Грузиндарҙың чача тигән атаҡлы эсемлеге тураһында ишеткәне бар ине, “медицинская” тигәне ни рәүешлерәк булһа ла, инде өйрәнеш итеп алған “тыныс йоҡо өсөн” тигәнерәк нәмә булырын һиҙенеп, ҡулдарын ыуып алды.

Терапевт менән хирург,  ике шәфҡәт туташы уның яңы урында хеҙмәт башлауын әҙ генә һыу ҡушылған спирт менән “йыуҙы”.

- Миңә һыу ҡушмай ғына ҡойоп бирегеҙ әле, -тип һорағас, медиктарҙыңкүҙҙәре маңлайына менде. – Шыйыҡлатылғаны алмай ул мине.

Хирург өндәшмәй генә ҡойоп бирҙе. Яңы килтерелгәндәрҙең Ленинакандан икәнен белә ине. Йәш кенә егеттәрҙең шул тиклем вәхшәтте эҙемтәһеҙ генә үткәрә алмағанын да аңлай. Ҡотҡарыусыларҙың хатта аҡылдан яҙған осраҡтары булғанын да ишеткәйне.

- Күргәндәрем күҙ алдында тик тора, йоҡлай алмай ятам, йоҡлап китһәм – һаташам, - шулай тип аңлатты ул үтенесен.
- Аңлайым, егет. Хәҙер бөтәһе лә артта ҡалды, бирешмә...

Әйтеүе еңел дә ул, йән тыныслығы табыу ғына ауыр. Бәләкәй сағында уға һикерә торған тәлмәрйен бүләк иткәйнеләр. Пружинаһы һынып сыҡҡайны, уйынсыҡтың да ҡыҙығы бөттө. Руслан әле үҙен шул уйынсыҡ һымаҡ  тоя. Һынды уның эсендәге йән биреп торған “пружина”.  Әлдә ошо 95 процентлы  “медицина чачаһы” бар, шуның ярҙамында йоҡоһоҙлоҡтан, ашағанда күҙ алдында үлектәр тороуынан ҡотолорға тырыша.

“Ил һаҡлауы” бер йыл шулай яйлы, “майлы” ғына китеп барғанда, көл аҫтында һүнеп бөтмәй ҡалған ҡуҙҙарҙан яңынан гөлтләп ут килеп сыҡты.Һәм бөтөнләй көтөлмәгән яҡтан – күрше частәге ҡорал склады һаҡлаған һалдаттарҙы һуйып, бөтә арсеналды урлап алып киткәндәр.Шау-шыуҙы ишетеп күтәрелеп сыҡҡан башҡалары ла һәләк булған. Илдең төрлө яҡтарынан алынған, төрлө милләт егеттәре харап ителгән. Асыҡланыуынса, быны ил сигендәге дашнактар эшләгән, “табыш”тарын Ҡарабах яғына олаҡтырғандар.Әҙ генә тыныслана башлаған Русланға тағы үҙҙәренең медсанчасендә мәйеттәрҙе тәрбиәләшеп оҙатырға тура килде. Әлдә уларҙың часен яҙмыш аяған, ата-әсәһе берҙән-бер улын юғалтыуҙы нисек кисерер ине!Өсөнсө хәтәрен үтте инде ул ошо ҡыҫҡа ғына хеҙмәт осоронда. Атайың саҡ ҡына көйөнһә лә шәкәре күтәрелә, тип яҙа әсәһе. Шуға күрә ауырлыҡтарҙы йомшартып, һәр һүҙен үлсәп кенә яуаплай.

Күршеләрҙәге фажиғәнән һуң уларҙың часендә командирҙарҙың шөрөптәренбер аҙ борғолап, һаҡты көсәйттеләр, иҫкәртеүсе щиттар ҡуйып, сит кешеләргә ары үтергә ярамаған сиктәрҙе һыҙып сыҡтылар.

Күрше частән иҫән ҡалған Сәфәр исемле төркмән егетен уларға күсерҙеләр. Чарджоу (хәҙерге Төркмәнәбат)  тигән ҡаланан икән.  Күрше республика булһа ла, Урта Азияныҡылар бит,  яҡташ күреп, дуҫлашып киттеләр.

Часовойҙарҙан тыш берәй һалдатты төнгөлөккә нәүбәткә ебәрә башланылар. Ваҡытлыса ашхананалағы эшенән бушатып, тулы боеприпасҡа өҫтәп тә  ҡоралтоттороп, Русланға  һәр төнөн будкала керпек ҡаҡмай һаҡта торорға бойоролдо. Көсөргәнешле төндән һуң ул көнөн дә йоҡлай алмай яфаланды.  Был хәл ике ай дауам итте, шунан инде ул,шатлығына күрә, ҡайтып киткәнсе йәнә “мәйле”  хеҙмәтенә кире ҡайтарылды.

1991 йылды ҡаршыларға йыйынып йөрөгәндә уның менән Сәфәргә хеҙмәтенең тамамланыуы тураһында фарман килде. “Увольнительный” алып, ниһайәт, ҡалаға сыҡтылар. Һалдат ҡайҙа күңел аса инде – әлбиттә, киноға барырға булдылар.  Билетҡа сират та ҙур ғына икән, “Кавказская пленница”ны күрһәтәләр.

Кинотеатр нәҡ үҙҙәренең биҫтәһендәгесә –касса эргәһендәге стеналарҙа - артистарҙың портреттары, фильмдарҙан һүрәттәр.  Эстә, билет күрһәтеп ингән ерҙә буфет эшләй, туңдырма, йәнә, эх тәмлекәй - «ситро» һаталар.

Руслан үҙе генә тороп билет  алмаҡсы булды.  Сәфәр тышта көтөпҡалды.Көҫәлгән күкһел ҡағыҙ киҫәктәрен кеҫәһенә һалып, урамға сығыуына фонтан янында  шап-та шоп һуғышып ятыусылар күҙенә салынды – йөҙҙәренән күренеүенсә, ҡафтаулы бер нисә егет аламаһы. Дуҫын бәргеләп яталар. Ике уйлап та тормай, барҙы ла йәбеште береһенең елкәһенә. Самбо өйрәнгән кеше бит әле, кәрәге бик тейеп ҡалды, быныһын  алып ҡына осорҙо ла икенсеһен күкрәгенән матҡып тотоп, салҡан һалып ҡуйҙы. Сәфәр ҙә берәүҙең “әрүл” томшоғон емерә һуғып өлгөрҙө. Башҡалары табан ялтыратты. Һуғышҡаҡтар шулай: күмәк булһалар – “һуям”, йөҙгә-йөҙ – “ҡуян”.

Сәфәрҙең дә йөҙө ҡанға туҙғайны, бинаға инеп, рөхсәт алып, йыуынып  сыҡты. Кино ҡайғыһы ҡалманы инде, часкә ҡайтып киттеләр. Бер аҙ тынысланғандай булғас, Руслан:
- Ну, малай, һине саҡ ҡына ла яңғыҙ ҡалдырырға ярамай, бер көҙөккә эләгергә генә тораһың, - тип көлөмһөрәне.

Шунан алда ғына теге казармала бер ҡафтаулы менән дөмбөҫләшеп китеп, саҡ айырып алғайны. “Нишләп часеңдән яңғыҙың тере ҡалғанһың” тип бәйләнгән булған.

- Күрмәй, бер ҡыҙға яурыным менән бәрелгәнмен дә, “ҡыҙҙы мыҫҡыл иттең” тип килеп йәбештеләр.

- Уларҙа шулай. Яурының менән бәрелеү түгел, бармаҡҡына тейеп киткән өсөн дә мәсхәрәләү һанап, үлтереүҙәре бар. Сәхнәлә “Лезгинка” бейегәндә лә хатта ҡыҙҙарҙың итәгенә аяғы менән дә ҡағылмай бит улар, иғтибар иткәнең бармы? Берәүҙең дуҫы тегенең һеңлеһенең ҡулына яңылыш ҡағылғас, хәнйәрен сығарып, шул бармағын өҙә сапҡан да, дуҫының ҡулына тотторған тигән бер ваҡиғаны ла һөйләгәйнеләр. Ул яҡтан тәртип бик ҡаты таулыларҙа. Ярай әле тиҙҙән ҡайтабыҙ, юҡһа, аңдып йөрөүҙәре лә бар.

***

Ниндәйҙер сәбәптәр менән дембелдәрҙе ҡайтармай тотҡарланылар. Ниһайәт, икенсе частәрҙән бер нисә егет менән юлға сыҡтылар. Руслан теге врачтарҙан мул ғына итеп“хуш аяҡлыҡ”һорап алды.Сәфәр бик оҙонға китте: башта Кавказ тимер юлдары буйлап Әзербайжанға килеп төштөләр, ары паром менән Төркмәнстанға йүнәлделәр. Юл Чарджоу аша үтә ине.  Рәхмәтле була белгән дуҫы, шәреҡ ҡунаҡсыллығына тоғро ҡалып, хеҙмәттәшен һыйламай ебәрә аламы ни  инде, өҙмәй ҙә ҡуймай өйөнә алып ҡайтып, ике көн буйы байрам иткәндән һуң ғына Ҡаршыға оҙатып ҡуйҙы. 

Сәфәр өйгә Руслан менән булған хәлдәрҙе  яҙған булған икән, ата-әсәһе, туғандары уны, ҡурсалап йөрөгәненә рәхмәт тойғоһонан да, оло ҡунаҡ итеп ҡаршылап, шул ике көн эсендә генә лә әллә нисә урында нәҫелдәре ашҡа саҡырып алды.  Һый ғына түгел, халҡының ғорурланырлыҡ йолаларын, ҡиммәттәрен дә күрһәтеп ҡалырға тырышты Сәфәр дуҫына.

Бөтәһенең дә өйҙәрендә донъяла дан тотҡан келәмдәр, улар хатта ишек алдына ла түшәп ҡуйылған. Ҡулдан туҡыйҙар икәнен белә ине Руслан, әммә шул тиклем ауыр хеҙмәттер тип күҙ алдына килтермәй ине. Дуҫына был эштең нисек башҡарылғанын күрергә теләүен әйткәс, келәм туҡый торған айырым бүлмәгә алып инде. Унда ике ҡатын араһында бәләкәй генә ҡыҙ ҙа иҙәндә өҫкө урҙаға тарттырып ҡуйылған ерлеккә төҫлө ептәрҙе төйнәп беркетеп ултыра ине. Башлыса ҡыҙыл, ҡара, һары, көрән, күк төҫтәрҙе ҡулланалар икән. Төйөндәрҙе ауыр тараҡ менән тығыҙлай баралар.Ябай ғына итеп тарттырмайҙар, ҡеүәтле итеп бәрәләр. Ай-һай, ни тиклем көс төшә инде бынау нәфис кенә ҡулдарға!

Бүлмәнән сыҡҡас, ул дуҫын һорауҙарға күмеп ташланы:

- Алдарында бер ниндәй ҙә һүрәт-фәлән күрмәнем, нисек биҙәк һалғанда буталмайҙар икән?

- Ә, һүрәттәр уларҙың башында , - тип көлөмһөрәне Сәфәр. – Үҙем дә аптырайым, шул тиклем төҙөк кенә итеп килтереп сығаралар, бер күҙгә лә яңылышмайҙар. Ул биҙәктәрбеҙҙә “гөл” тип атала.  Һәр ырыуҙың үҙ гөлдәре, шуға күрә уларҙы ҡайҙа һуҡҡандары белгән кешегә аңлашылып тора. Сүпләмләп ырыуҙың тарихы төшөрөлгән бит.

- Теге бәләкәс ҡыҙға ла ышандырып ҡуйғандар, бутап бөтөрмәйме икән ни?
- Беҙҙә ҡыҙҙарҙы бәләкәйҙән туҡырға өйрәтәләр, буласаҡ бирнәһе бит. Ҙур келәмдәрҙе йылдар буйы туҡып, туйға өлгөртәләр.

-Был башланғаны ла шул бәләкәстең бирнәһе буламы инде?

- Эйе, әле үк башламаһаң, өлгөрмәүең дә бар.

- Ә ниндәй йөн тотоналар?

- Күберәген һарыҡ йөнө инде. Ебәк ҡушып та туҡыйҙар. Аҡ төҫ кәрәк булғанда кизе-мамыҡты ла ҡушып ебәрәләр, һарыҡ йөнө һарғылтыраҡ була бит.

- Беҙҙең дә бер келәмебеҙ бар. Уны әсәйем “бохар келәм” тип атай торғайны.
- Һеҙҙәге лә төркмәндекелер ул, беҙҙең келәмдәр Бохара баҙары аша һатыла ла, уныҡы була ла китә. Парфияныҡы, фарсыныҡы тип тә һатҡандарын беләбеҙ.

- Ә нисек белергә була тап һеҙҙеке икәнен?

-  Ҡарап йөрөй бирһәң, айырманы күрә башлайһың ул.

Егеттәр иркен йорт алдына сығып ултырҙы. Бында ла ергә күлдәй ҙур келәм йәйеп ҡуйылғайны.

- Йәлләмәй, ергә һалып ҡуйғанһығыҙ, - тип аптыраны Руслан.

- Яңы туҡып бөткәндәр уны, нығыраҡ тығыҙланһын өсөн аяҡ аҫтына махсус һалып ҡуялар. Ана, бәләкәй ҡыҙҙың уң яғында ултыра ине бит йәш ҡатын, ул минең һеңлекәш, әле ҡайтарма булып атай-әсәй янында йөрөй. Бына ул оҫтаның-оҫтаһы инде, сәғәтенә өс мең төйөн эшләй ти ине әсәйем.

- Ҡайтарма? Уныһы нисек була?

- Кейәү әле ҡалымын түләп бөтмәгән, бурысын ҡайтарғансы һеңлем беҙҙә йәшәп тора. Һеҙҙә ундай йола юҡмы ни?

- Әллә инде, беҙ бит башҡорттар, илдән ситтә йәшәгәс, үҙ йолаларыбыҙҙы белеп тә бөтмәйем.

Ул арала дембелдәрҙе атаһының туғандары ҡунаҡҡа саҡырып килде. Машина менән дә түгел, ситтән килгән оло  ҡунаҡты ҙурлау билдәһе итеп ат менеп! Сапҡырҙары һуң! Аһал-тәкә тоҡомо икәне әллә ҡайҙан күренеп тора. Руслан ҡырҙа йәшәһә лә, һәр башҡорт егетенә хас, ат өсөн үлеп тора инде, был хис ҡан менән биреләлер ул. Шуға бәләкәйҙән ҡыҙыҡһынып, уларҙың тоҡомдарын да өйрәнеп бөткәйне. Ат шайҙары (улар ат егеү әйберҙәрен шулай атай икән) ниндәй әле! Йүгәндәренә, айылдарына аҡыҡ таштар, көмөш көмбәҙҙәр, суҡтар  баҫылған, эйәрҙәре үҙе бер сәнғәт әҫәре. Был хаҡта дуҫына әйтмәй түҙмәне, ә тегеһе ғорурланып:

- Беҙҙә яҡшы  эйәрҙәр өс ат хаҡы тора! – тип яуап бирҙе. – Шуға күрә ат биреп торалар, эйәрҙе хатта яҡын кешеһенә лә бирә һалып бармайҙар.

- Тоҡом атамаһы ҡайҙан килеп сыҡҡан?

-  Аһал оазисында йәшәгән тәкә ырыуы сығарған ат ул,  урыҫса “ахалтекинская порода” тип йөрөтәләр.

Был йортта ла келәмдәрҙең иҫәбенә сығырлыҡ булмағанына инде аптыраманы Руслан. Кейемдәргә иғтибар итте: бер ҙә Европа модаһына эйәрмәгәндәр, ҡатын-ҡыҙ тотош милли күлдәк-елән кейеп алған. Биҙәүестәре лә күп, тик күбеһе зиннәтле таш баҫылған көмөштән.

Ҡатын-ҡыҙ табынға айырым ултырҙы. Оҙон түбәлек аҫтында ергә түшәлгән келәмдәргә теҙеп ҡуйылған аш-һыу бай, тик Руслан “тынысландырғыс” көтә башлағайны инде. Сәфәр уның хәлен аңланы, ағаһынан йәштәргә айырым өҫтәл ҡуйыуҙы һораны. Тегеһе лә һиҙҙе инде эш ниҙә икәнен, йығылып ятып эсеп йөрөмәһәләр ҙә, уларҙа ла табынға хәмер-шарап ҡуйыла ине. Ҡыҫҡа ғына аяҡлы, иҙәнгә ултырып ашауға яраҡлаштырылған  өҫтәл килтерелде. Унда бер нисә төр шарап ҡуйылды. Русланға иһә ҡатырағы кәрәк ине. Дуҫы быны ла аңланы, уның өсөн генә бер шешә аҡбаш килтереп ултыртты.

Мәжлес ҡыҙа бара ҡунаҡтар бейеүгә төшөп китте.“Күштдепти” тип аталған был милли бейеү Русланды ла елкендереп ебәрҙе, ул да ҡушылып китте. Әле уңға, әле һулға  иңкәйә биреп, етәкләшеп хәрәкәт итәләр, ваҡыт-ваҡыт "күшт депти” тип ауаз һалып алалар. Башҡорт бейеүҙәрен бер генә күргәйне егет – Өфөнән артистар килгәнен белеп ҡалып, ғаиләһе менән Ташкентҡа барып, концерт ҡарағайнылар. Төркмәндәрҙең бейеүе айырыла, тик бында ла тап шул тамашалағыса “һу-һаҡ” тип тамамлап ҡуйыуҙары бөтөнләй туғанлыҡ тойғоһо уятты.

Шәреҡтә оҡшаған нәмәне бик  маҡтарға ярамай, ҡайһы бер халыҡтарҙа ҡунаҡтың күңелен күрер өсөн шул әйберҙе бүләк итеү йолаһы бар.  Руслан быны иҫендә тотто, тик барыбер дуҫының атаһы хушлашҡанда: “Атаң-әсәңә намаҙлыҡ “,- тип бәләкәй генә келәм тотторҙо.

Егет әрме  хеҙмәтенең ауыр кисерештәре арҡаһында ҡырҡ йыл үткәндәй ҡайтып бара ине, Чарджоуҙағы ике көндө ихласлығы, хозурлығы, йән йылыһы менән ике йылға торошло итеп тойҙо, күңел төбөндә ятҡан ҡара юшҡындар бер аҙ йыуылғандай булды.

Вокзалға оҙатырға килгән дуҫы, уның яҡындары менән хушлашҡанда, хатта йәштәре атылып сыҡты.

- Беҙгә лә ҡунаҡҡа килегеҙ, көтөрбөҙ, - тип вагон ишегенән яртылаш һонолоп сығып, ҡул болғап китте.

 

8-се бүлек

Приказ алдым тип хәбәр итһә лә, тәғәйен көнөн яҙмағайны, көтмәгәндә ҡайтып төшөп һөйөндөрмәксе булды һалдат. Такси тыуған йорто алдына килеп туҡтағас, әйберҙәрен ергә ҡуйып, ҡулдарын сөйөп ебәреп, бейеп китте.  Әсәһе бейеп йөрөгән Русланын тәҙрәнән күреп, аптырап ҡалды, ҡайтыр көнөн хәбәр итеүен көтөп, борсола ла башлағайны инде. Ашыға-ашыға улы янына сыҡты. Ана ниндәй бәһлеүән булып киткән – тас атаһы, тик оҙонораҡ та, ҡалыныраҡ та. Күҙҙәре генә үҙенеке кеүек түгел, уны күрмәй, аша ҡараған төҫлө.   Үҙенән араҡы еҫе аңҡый. Әсә берҙән-бер улының имен-аман ҡайтҡанына шат ине, шуға күрә бындай хилафлыҡҡа артыҡ иғтибар итмәне. Руслан әсәһен ҡосаҡлап алып, Аллаға шөкөр, һин дә тере, мин дә тере, тип һулҡылдап илап ебәрҙе .

- Ә атайым ҡайҙа?

- Ул өйҙә юҡ, балам, хастаханала.  Әйҙә, инеп, йыуынып-сайынып ал да, сәй эскәндә һөйләрмен, йәме.

Диабет менән ауырый башлағас, ятып-ятып дауаланып сыҡҡанын яҙа ине ул әсәһе, шуға әллә ни аптыраманы. Өҫтәлдә шул әҙере  хан һыйҙары пәйҙә булды, әлбиттә, табын уртаһын тәмле еҫтәр борҡотоп былау йәмләй. Хәбәр итмәһә лә, йөрәге һиҙенеп, әҙерләнеп көткән. Туҡмаслы аш, емеш-еләк, танһыҡлаған ауыл ҡаймағы, ҡабарып бешкән күмәс, ваҡлап һалынған ҡорот – бына нимәләрҙе һағына ине ул алыҫта! Тик ул өмөт иткән “тынысландырғыс” ҡына күренмәй.

- Әсәй, ғәфү ит, - тип тиҙ генә йөкмәүенән спирт шешәһе менән ҡырлы стакан  сығарып ултыртты. – Әҙ генә йотайым әле, асыуланма, йәме, әсәй.

Шунда уҡ шабырҙатып ҡойоп ебәреп, тамаҡ төбөнә түңкәреп тә ҡуйҙы.

Меҫкен ҡатын ни әйтергә лә белмәй, ҡапҡыларға туралған помидор һуҙҙы. Бер секундҡа ғына Русланға тәрилкәлә ҡан ятҡан кеүек күренеп, ҡыйын булып китте, уҡшыуын саҡ еңеп, һорауын ҡабатланы:

- Атайым ҡайҙа ул, әсәй? Ниндәй дауаханала?

- Дүшәнбелә.

-Нишләп унда, нишләп үҙебеҙҙә, йә Ташкентта түгел?

- Башта беҙгә һалғайнылар. Аяғы ныҡ боҙола башлағас, операция кәрәк, бында эшләй алмайбыҙ, тинеләр. Дүшәнбегә яҡыныраҡ та, унда  хирургтар ҙа һәйбәт,  Рәсәй врачтары тип ишеттем. Шуға унда алып барып ташланым. Әле уколдар менән генә дауалап ҡарайбыҙ тигәстәр, һин дә бөгөн-иртәгә килеп төшөргә тейеш тип,  ҡайтып киттем.

- Бик ҡурҡынысмы аяғы?

- Эйе, балам, үксәһеҡарая башланғайны. Диабеттан тинеләр.

Үлемдәрҙе, ҡот осорлоҡ йәрәхәттәрҙе күреп, инде ҡаны ҡарайып  бөткән кеүек егеттең, атаһының шул хәлдә ҡалыуын ишеткәс, төҫө ҡасты.Медсанчастәге врачтан был ауырыу тураһында ентекләп һорашҡайны, гангрена икән ундайҙар өсөн иң ҡурҡынысы.

- Әсәй, поезд нисәлә китә, бөгөн үк юлға сығам, - тип әйберҙәрен йыйнай ҙа башланы.

- Әҙерәк ял ит, юлға иртәгә сығырһың, - тип өгөтләүенә лә ҡолаҡ һалманы.

Руслан барып еткәндә атаһының аяғын тубығынан өҫтәрәк ҡырҡып ташлағайнылар инде, артабан һуҙырға ярамай ине, тине хирург. Егеткә тулы алты айға уның янында ҡалырға тура килде. Хирургия бүлегендә ятҡан ауырыуҙарҙың ғазаптарын күреү яңынан Ленинаканға алып ҡайтҡандай булды, ашай, йоҡлай алмау яфалары яңырҙы. Йәнә “тынысландырғыс”ярҙамына һалышырға мәжбүр булды.

Андижанлыға табышын биреп ҡайтарғас, алтындарҙы прапорщикҡа биреп барһа ла, бер сервант ҡалдығындағы ҡумтала банкынан алған килеш һалып ҡуйылған йөҙлөктәр төргәген тапҡайны. Нәфсе еңде бит, шайтан ситтән генә ҡарап, ҡулын шапылдатып ыуып торғандыр инде.  Эш кейемен тапшырыр алдынан йыраҡ түгел бер урында һиҙҙермәй генә бетон киҫәге аҫтына тыҡты ла, аҙаҡ барып алып, икенсе урынға йәшерҙе. Быны инде ул ата-әсәһенә белдермәне.Шуға аҡсаны иркен тотондо. Беҙгә яҡшы түләнеләр тип аңлатты.  Эсеп алғас, атаһына күргәндәрен әҙләп кенә һөйләп, илап та ала. Уҡыусыларына ла, балаларына ла талапсан атаһы өндәшмәй генә уның ҡулдарын һыйпай, тынысландырырға тырыша – нервылары ныҡ ҡаҡшаған икәнен аңлап, хатта “эсмә” тип тә өндәшмәй. Яйлап туҡтар әле тип өмөт итә. Ваҡыт дауалай бит.

Ярты йылдан яраһының уңалған урындарындағы ептәрҙе һүтеп алдылар, бер нисәһе генә ҡалғас, алып ҡайтырға рөхсәт иттеләр. Диабетлы кешегә төҙәлеп бөтмәгән көйө  өйҙә ҡалыу ҡурҡыныс, инфекция инеүе бар, тип, атаһын инде Ҡаршылағы хастаханаға һалды. Хәҙер уны тәрбиәләшергә ярҙамсылар булғас, икмәк комбинатына йөк тейәүсе булып ваҡытлы ғына эшкә инде. Мәгәр өйгә алып ҡайтып бер аҙналай йәшәгәс, атаһы һул аяғының ойой, өшөй башлағанын әйтеп, тағы хафаға һалды.

Йәнә Дүшәнбегә юлландылар. Был юлы ла башта системалар, уколдар яһап, операцияға еткермәҫкә тырыштылар ҙа, тик Янтимерҙең аяғы ҡарая ғына барҙы. Һәр саҡ сабыр, шат күңелле атаһының да йөҙө көндән-көн ҡараңғылана барыуын күреп, Руслан уның күңелен күтәрергә тырышһа ла, ярҙам итә алмауын аңлап, аянысынан “дауа”ны  тағы шешә төбөнән эҙләне. Икенсе аяғын да ҡырҡыуға ризалаша алмай, ахырға тиклем һуҙҙы ҡәҙерле кешеһе.

Бер кисте уйланып ултырҙы-ултырҙы ла:
- Һиңә лә ҡыйын, улым, ни эшкә, ни уҡырға инә алмайһың, минең өсөн үҙеңде ҡорбан итәһең.Ике аяҡһыҙ ҙа ҡалһам, һеҙгә тик йөк кенә булам инде, үҙем ыҙалап, һеҙҙе ыҙалатып, былай йәшәүҙең ни мәғәнәһе? Бәлки ни булһа ла булһын, операция эшләтмәҫкәлер? Күпме бирелгән, шул тиклем йәшәрмен.

- Ни һөйләйһең һин, атай! Һин беҙгә кәрәкһең, миңә кәрәкһең, атай! Дүрт ай буйы күпме үлемдәр күрҙем, унда бит бер киткәс, ҡайтыу юҡ. Һинең барлығың ғына ла миңә көс биреп тора, ошо килеш тә һин миңә арҡа. Һинең яныңда булмаһам, һине тәрбиәләп йөрөмәһәм,  мин һаман онотолмай,күҙ алдыма килеп баҫып тик торған,мейемде ярып килгән ҡот осҡос күренештәрҙәнбәлки аҡылдан яҙыр инем.Ҡайтырға ярты йыл ғына ҡалғас, һуйып сығылған егеттәрҙең мәйеттәрен дә тәрбиәләштем бит. Миңә шул хәтәрҙәрҙән ҡалып, ҡайтырға яҙған. Афғанда ут эсенә  индермәнеләр. Ер тетрәгәндә вагонда булыуым да мөмкин ине, ярты көн генә араланы. Күрше часкә түгел, беҙгә һөжүм итеүҙәре лә мөмкин булған, Аллаһ һаҡлаған, атай. Тәҡдир ул, атай.

Атаһы уға тәү күргән кеүек ҡарап ҡатты. Балаҡай ғынаһы уның төшөнә лә инмәгән вәхшәттәр эсендә йөрөгән, күпме тапҡыр ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған, унан да ауырыраҡ һынауҙар үтеп ҡайтҡан, ә ул терәк булаһы урынға һыҡранып ултыра. Һуғыш ахырында  армияға алынһа ла, ул ут эсенә инеп өлгөрмәне, эшелондары барып етеүгә Рейхстаг алыныуы тураһында хәбәр килгәйне.

- Атай, беләһеңме, Ленинаканда тәүге көндә емерелеп бөтмәгән йорт эргәһенә барып сыҡтыҡ. Өсөнсө ҡат кимәлендә ике ҡыҙҙың аяғын панель баҫҡан да, улар баштүбән аҫылынып ҡалған. Иҫтән яҙғансы: “Аяғыбыҙҙы ҡырҡып, ҡотҡарығыҙ”, - тип ҡысҡырҙылар, ти. Беҙ килгәндә лә мәйеттәре  шунда ине әле. Кран килтереп, төшөрөп алдылар. Мәйеттәрҙе йыйып өлгөрмәйҙәр, техника етмәй ине. Аяҡһыҙ булһа ла, йәшәгеләре килгән бахыр ҡыҙҙарҙың. Атай, һин йәшәргә тейешһең, минең хаҡҡа, әсәйем, апайҙарым хаҡына. Теге донъянан ҡайтыу юҡ бит.

Атаһы менән икәүләп ҡосаҡлашып, тәүге тапҡыр түгелеп иланылар. Эйе, ирҙәр ҙә илай...

Икенсе аяғын да ҡырҡып,  Дүшәнбенән Ҡаршыға күсереп һалып,  яңынан  бер йыл үтеп китте. Руслан эскелек һаҙлығына батҡандан-бата барҙы, төҙөлөшкә инеп эшләй башлағайны, унан да ҡыуылды. Ваҡ ҡына нәмәләр өсөн дә гөлт итеп ҡабынып, ҡыҙып барыусанға әйләнде.

Ә бер көндө ул үҙе хастаханала стена буйына ҡуйылған койкала  система аҫтында уянып китте. Ауырлыҡ менән күҙҙәрен асып, тәҙрә яғына башын борҙо. Инвалид коляскаһында көмөрәйеп кенә, сәстәре салланған, йөҙөн йыйырсыҡтар баҫҡан бойоҡ атаһы ултыра, бүлмәлә башҡа кеше юҡ. Улының ҡарашын осратып, ул йылмайғандай итте, күҙенән йәштәре атылып сыҡты. Ҡулдарын күкрәк тапҡырына күтәреп, ҡуш усына ҡарап ниндәйҙер доға уҡыны ла йөҙөн һыпырҙы.

- Атай, мин нишләп бында ятам? – ул үҙе менән ни булғанын аңлай алмай ине әле.

- Араҡы менән ағыуланғанһың, улым. Өс көн иҫһеҙ яттың. Шөкөр, бөгөн уяндың. Кисергәндәреңде аңлап, хыялланып китеүеңдән ҡурҡып, үҙең бер көн ташларһың тип өндәшмәй йөрөгәйнем. Был хәтлемгә үк барып етерһең тип тә уйламағайным. Өс көн, өс төн гонаһлы китмәһен тип Хоҙайҙан ялбарып, һине алып ҡалыуын һораным. Доғаларым барып етте, шөкөр.

Туҡта инде, балам, башҡаса тотонма шул ағыуға. Күпмеләр шулай эсеүҙән янып үлә.

Руслан һуңғы ваҡытта бахмурҙан ныҡ ауырып,  үҙе лә ташларға маташҡайны, ихтыяр көсө етмәне. Аллаһы тәғәлә үҙе туҡтатырға булған икән.

Терелеп сыҡҡас, ашҡаҙаны эсеү түгел, хатта еңел генә ризыҡтарҙы ҡабул итмәй бер булды. Яндырған инде. Әсәһе кәзә тотҡан бер ҡатынды табып, уға ас ҡарынға иртәле-кисле һөт ҡайнатып эсерә башланы. Яйлап ҡына бәйләнсек ҡурҡыныс уйҙарынан арына барыуын тойҙо, ғәжәп, иҫерткескә лә битарафҡа әйләнде.

 

9-сы бүлек

Файзаларҙан хат килеп төштө: Белоретта өй һатып алғандар, икеһе лә  уҡытып йөрөй. Ҡәйнәһе ҡаты ауырый икән.  Малайҙарын музыка мәктәбенә биргәндәр. Күсеп ҡайтырға саҡыралар.

Улдары армиянан ҡайтыу менән тыуған яҡҡа күсеү тураһында уйлаштырып ҡуялар ине, ана ҡайһылай булып китте. Янтимер ике аяғын да юғалтты, улының ғына түгел, үҙенең дә рухы һына яҙып-һына яҙып ҡалды. Гөләмзә был йылдарҙа ут күлдәктәре кейеп кенә йәшәне инде. Егет ярты йыллап айныҡ ҡына йөрөп ташлағас, яңынан Башҡортостанға  ҡайтып йәшәү теләге уянғайны ла, уңарсы булмай Мәскәүҙә ниндәйҙер болалар башланғаны, хәрбиҙәр хатта “Останкино” телеүҙәгенә үтеп инергә маташҡаны килеп ишетелде.

1993 йылдың 4 октябрендә иртән Мәскәү үҙәгенә индерелгән ғәскәрҙәр Советтар йортон танк орудиеларынан аттыра, бинаға штурм менән баҫып инә,  ихтилалдың унда  ҡалған лидерҙарын ҡулға ала. Былар бөтәһе лә тура эфирҙа күрһәтелеп барҙы. “Бәлшәүник” ҡыҙы Гөләмзә диванға тәгәрәп ятып иланы. Был ни булды инде? Атаһының совет власын урынлаштырышып йөрөүе, артабан шул власть өсөн һуғышта ятып ҡалыуы бер мәғәнәһеҙ эш кенә булғанмы?! Колхоздарҙа үҙҙәре аслы-туҡлы йәшәп, илде туйҙырыуҙары ла бушҡамы? Шул власть өсөн башын һалған миллион ҡорбандар, күпме илдәрҙең уларға ышанып, берләшеүе лә, синфи көрәш тип туғанды туғанға ҡаршы ҡуйып, ҡан ҡойҙортоуҙар ни хаҡына булған?!

Антоновка еҫенә арбалып сығып китеп, ете ят төйәктә намыҫлы хеҙмәт итеп, балаларға яҡты киләсәк тураһында һөйләп, тормошто яҡшыртырға тырышыуҙары ла заяға киттеме инде?! Совет иленең һуңғы таяуҙары ауҙы...

Башҡортостанға ҡайтыу уйынан шулай итеп төңөлөргә мәжбүр булдылар.

Руслан  ата-әсәһенә алтын тураһында әйтергә бер нисә тапҡыр уҡталып ҡуйҙы ла, уларҙың өнәмәҫен аңлап, һүҙ ҡуҙғатмауҙы хәйерлерәк күрҙе. Шулай ҙа Эркинде барып күргеһе, ни булғанын белгеһе килде. Атаһының хәле ауыр ғына булһа ла, яҡшырыу яғына бара. Теге һөйләшеүҙән һуң ул нисектер рухланып, ихтыяр көсөн туплап, йәшәргә ынтыла башлауы һиҙелде. Бер көндө ул әтә-әсәһенә:

- Андижанда бер танышым бар ине, Ленинакандан ярҙам итеп ҡайтарғайным, уның аша күстәнәс тә ебәргәйнем. Нишләптер килмәгән, барып ҡайтайым әле, әллә юлда бер-бер хәл булдымы икән, - тип һүҙ ҡатты.

Яғыулыҡ һалышып ебәргәнен әйтһә лә, “күстәнәс”енең ниҙән ғибәрәт булғанын йомдо.

- Әә, яҙғайның шул, беҙ ҙә аптырашҡайныҡ килмәгәненә, - тине әсәһе. – Бар-бар, юлда берәй ҡазаға тарып ҡайтып етмәгән булыуы ла ихтимал, Аллам һаҡлаһын. Хәтәр ваҡыт ине бит.  Иҫән-һау ҡайтып етһә, бәлки адресыңды юғалтып, хәбәр ебәрә алмайҙыр.

Руслан такси алып Ташкент аша Андижанға юлланды. Күрһәтелгән адресты тапҡас, Эркиндең унда йәшәмәүе асыҡланды – бер ҡатлы иҫке генә быныһын һатып, былтыр яңы йорт бөтөп сыҡҡан икән. Хужа уның ҡайҙа йәшәүен яҡынса ғына аңлата алды, үҙе барып күргәне юҡ имештер. Ниңәлер асыуланышҡандар кеүек аңланы Руслан.

- Ооо, өйө хан һарайындай тип әйтәләр, өй йыһаздары тотош импортный, ти. Дальнобойщик булып йөрөп, аҡсаны шәп һуҡҡан, тиҙәр.

“Һуҡты инде, һуҡты”, - тип эстән генә үртәлде Руслан. Тимәк, тере, алтынды тотонған. Өйрәтелгән яҡҡа тоҫмаллап ҡына барып, таныулы магазинды күргәс, эскә инеп, Эркин тигән кешенең өйөн эҙләүен әйтте. Һатыусы ир көлөп ебәрҙе:
- Ҡайһы Эркинде, бында ундай исемлеләр – эт тубығынан.

- Дальнобойщик ине  ул, армияла бергә хеҙмәт иткәйнек, - тигән булды Руслан.

- Әә, улмы, урамдың теге осонда, батша һарайындай йорт күрерһең, уныҡы булыр. Башҡа ундайы  юҡ ул бында, яңылышмаҫһың.

Тәҙрәләре төҫлө витражлап эшләнгән ике ҡатлы бина янына таксист менән барып еткәс, ҡапҡалағы видеокамераның зыңғырына оҙаҡ ҡына баҫып торҙо. Яуап булманы, мәгәр янына  оло йәштәге кеше килеп сыҡты. Артынса бәрхәт күлдәк кейгән, алтынлы ептәре ялтырап торған яулыҡлы, аяҡлы мискәләй ҡатын күренде.
- Кем кәрәк?

- Эркин бында йәшәйме?

Теге шикләнеп кенә ҡарап торҙо ла, үҙе һорау бирҙе:
- Ә һин уны ҡайҙан беләһең?

- Ленинаканда танышҡайныҡ. Мин уға солярка табышып биргәйнем.

- Әә, шулаймы ни?  Рәхмәт инде ул саҡтағы ярҙамыңа. Тик үлеп ҡалды бит ул, - тип күҙен һөртөп ебәргән булды.

- Ҡасан? Нисек? Ни булды?

- Шул Ленинакандан ауырып ҡайтты ла, китеп барҙы.

Алдағанын аңланы инде Руслан, теге ике кеше лә уны тере һымаҡ итеп һөйләгәйне, өйҙө лә, аңлауынса,  ул төҙөткән тигәйнеләр. Шәреҡ ҡунаҡсыллығы ла тойолманы, изгелеккә – игелек тип һис юғы сәйгә саҡырырға тейештәр ине лә, индермәнеләр. Ихтимал, Эркин камера экранынан күреп, сыҡмай, боҫҡандыр әле.

Нишләйһең инде, үлгән тек үлгән. Хәҙер баҫышып йөрөйһөңмө инде, баҫышып та – ни майтараһың.  Руслан лысҡылдатып ергә төкөрҙө лә:

- Теге донъяла бурысын ҡайтарыр әле, һоралыр,  - тип, таксиға ултырҙы ла, ҡуҙғалып киттеләр.

Яңынан юлыңғай магазинға инеп, һыу алырға булды.

- Шунан, таптығыҙмы? – тип һораны баяғы һатыусы.

- Өйөн таптыҡ, тик атаһын ғына күрҙек.

- Өйҙә юҡмы ни, бөгөн иртән генә йөрөп ята ине лә...

Дөрөҫ һиҙенгән икән Руслан. Шуға күрә хатта артыҡ аптыраманы ла, битараф төҫ менән шешәләрҙе пакетҡа тултырып, сығып китте. Ташкентҡа барып йоҡлап, таң менән юлда ине инде.

... Ҡайтыуына күңелһеҙ хәбәр көтөп торған. Өйҙә әсәһе лә, атаһы ла булмағас,бәлки уларға киткәндәрҙертип уйлап, апаһына шылтырата башланы. Теге остан Фәғиләнең иламһыраған тауышы ишетелде:

- Икеһе лә хастаханала улар, атай комаға киткән.

-Нисек улай, хәле арыу ғына ине бит әле.

-  Кисә атайым эргәһендәге өҫтәлгә дарыуын әҙерләп һалып, уны эскәндән һуң ярты сәғәттән ашарһың, тип, ризыҡ ҡуйып, әсәйем магазинға киткән булған. Телевизор ҡарап ултырып ҡалған. Әсәйҡайтып инһә, креслола йоҡлап ултырғанын күргән, өҫтәлдәге таблетка ла, ризыҡ та тейелмәгән.Ойоп китеп, ваҡытын үткәреп ебәргәндер инде. Уятып ҡарай, тик файҙаһыҙ.  Ул “тиҙ ярҙам” саҡыра һалған да, шәкәре төшкәнен аңлап, йүгереп барып аш бүлмәһенән баллы һыу алып килеп, ауыҙына ҡойоп ҡараған – йотмаған. Әле һаман иҫенә килмәй, яңыраҡ шылтыратып белешкәйнем.

Руслан такси саҡырта һалды ла, хастаханаға  атылып барып инде. Реабилитациябүлмәһендә икән. Әсәһе уның янында, башҡа кешене индермәйҙәр. Әлеге лә баяғы – ғали йәнәп аҡса, асылмаҫ ишектәрҙе аса. Бүлмәлә тәҙрә яғында бер кеше иҫһеҙ ята.  Атаһының койкаһы ишек янында, арты менән ултырған әсәһе кемдер ингәнен ишетеп, боролоп ҡараны ла улының күкрәгенә ауҙы. Һүҙһеҙ генә һулҡылдап, уның күлдәген һығып алырлыҡ итте.

Йөҙөнә мәйет төҫө ингән атаһы бер ни ҙә ишетмәй, аяҡ киҫентеләре генә тартышып ҡуя. Ҡулдары ла күм-күк, боҙҙай һалҡын.

- Атай, - ҡолағына ауыҙын терәп үк әйтһә лә, уның ишеткәне тойолманы. – Атай, - тип инде ҡысҡырыбыраҡ өндәшкәйне, ул терт итеп ҡалғандай булды, мәгәр күҙен асманы.

- Әсәй, мин врач менән һөйләшеп киләм әле, бәлки ниндәйҙер ҡыйбатлы дарыу кәрәктер, - тип палата алдына сыҡты ла врачты эҙләп китте.

Ул үҙе был яҡҡа килә ине инде.

- Күрҙегеҙме атайығыҙҙы?

- Эйе.

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға бер ни менән дә ярҙам итеп булмай,  мейеһе үлгән инде. Тере ҡалһа ла, овощ ҡына буласаҡ.

Күпме үлемдәр күргән егеттең аңы врачтың битараф ҡына төҫ менән әйткән һүҙҙәрен ҡабул итә алманы, ышанманы, төштә күрәлер, атаһының вафат булыуы мөмкин түгел!

Ул докторҙың ни әйткәнен йәшереп, ял итергә өгөтләп, әсәһен ҡайтарып ебәрҙе лә, атаһы янында ултырып ҡалды. Әрмәнстанда саҡта мәйеттәр ерләшеп йөрөп, бүлмәләш мосолман егеттәрҙән “Йәсин” сүрәһенең башын өйрәнеп, ятлап алғайны.

Экстремаль хәлдәрҙә Аллаһы тәғәлә барлығына үҙенән-үҙе ышана башлайһың икән, әрмелә  ул да бисмилланы иҫенә төшөрҙө; нәсраниҙар муйынына тәре тағып алған, суҡынып-суҡынып алалар. Әсәһе уны оҙатҡанда муйынына Ҡөрьән аяты яҙып һалынған бетеү таҡҡас, көлөп кенә ҡуйғайны. Хәҙер аңлауынса, был бетеү үҙе түгел, ә уның ярҙамында Бөйөк Көстө иҫтә тотоу, уға һығыныу  ярҙам итә. Аллаһ ярҙам иткәндер, нисә тапҡыр һәләк булыуҙан ҡотолоп ҡалды лаһа.

Әле лә ул “Йәсин” сүрәһенең тәүге аяттарын ҡабатлай башланы. Их, тотош белмәй шул! Тәҙрә төбөндәге кеше барыбер ишетмәй, ишетһә лә, уға ла файҙаһы тейер тип, шым ғына тауыш менән уҡыныуын дауам итте. Белгән тиклемен ҡат-ҡат ҡабатланы ул шулай.
Атаһының ғазаплы йөҙө яҙылып киткәндәй булды, аяҡтары ла тартышмай ҡалды. Таңға табан ҡапыл тәрән итеп тын алды һуҙылып төштө.

Руслан медсестра бүлмәһенә йүгерҙе, һаман әле тере ҡалырына ышана ине. Тегеһе килеп, муйынын ҡапшап ҡараны ла, үлгән икәнен белдереп, баш ҡаҡты.

Ҡайғылы хәбәрҙән әсәһе быуынһыҙланып, юғалып ҡалды,  әленән-әле “тиҙ ярҙам” саҡырып, укол һалдыртып торорға мәжбүр булдылар. Фәғилә апаһы, еҙнәһе бергә тәрбиәләшеп, башҡорттарға йыназа уҡый торған мулланы саҡырҙылар, сөнки үзбәктәрҙең, бында күпләп йәшәгән тажиктарҙың йолалары башҡа.

Беҙҙән айырмалы,  үзбәк ҡатындары ҡысҡырып илаулап һамаҡлай, мәтам төҫө итеп аҡтан кейенә. Ирҙәре лә махсус сапан менән түбәтәй кейергә тейеш.

Мулла “Йәсин” уҡый башлар алдынан:

- Мәрхүмдең документтағы түгел,  мулла ҡушҡан исемен дөрөҫ кенә итеп әйтегеҙ, теге донъяла уның мосолманса ҡушылғаны һоралыр, - тине.

Гөләмзә әйтергә генә уҡталғайны, Мәрзиә апай бүлдерҙе:
- Һатыбал уның исеме, - көтөлмәгән был һүҙҙәре менән бөтәһен дә шаҡ ҡатырға мәжбүр итте.

Нисек инде, ғүмер-баҡый Янтимер тип  танытҡан кешенең йәшерен исеме булған, бер кем, хатта яҡындары ла баҡыйлыҡҡа күскәнсе белмәгән. Бәлки ниндәйҙер хилаф эше булып, йәшереп йөрөгәндер тигән шикле уйҙар ҙа инә һалып сыҡты кемдәрҙеңдер башына. 1937 йыл шауҡымы ҡағылһа ла, аптырарлыҡ түгел инде. Тап шул осорҙа бит репрессиянан ҡасып Урта Азияға күпләп күсеп килгәндәр, исем-фамилияларын ғына түгел, тыуған ерҙәрен, йылдарын да үҙгәртеп яҙҙырғандар.

- Аптырамағыҙ, - тип икеле-микеле уйҙарҙы туҡтатып ҡуйҙы апай, - ауылдыбыҙҙа силсәүит юҡ ине, метрика алып ҡайтырға тейешле ағай ҡустымдың ҡолағына ҡысҡыртҡан исемде барып еткәнсе онотҡан да ҡуйған. Ул саҡта телефон юҡ, буш ҡайтҡыһы килмәгән, бала кешегә ярамаған тағы тип үҙенең исемен яҙҙыртҡан  да ҡайтҡан.

   Бындай әкәмәт хәлдәр бер Янтимер менән генә булмаған икән, аҙаҡ кемдәрҙер үҙҙәрендәге  оҡшаш ваҡиғаны иҫкә төшөрҙө.

Дауамы бар.

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас: