5-се бүлек
...“Перестройка” тигән нәмә иғлан ителгәс, ҡартайыуы еткән етәкселәрҙе алмаштырып, сағыштырмаса йәшлеге менән генә түгел, ә «ҡағыҙһыҙ» һөйләшә белеүе менән дә айырылып торған Горбачевтың сығыштарын халыҡ йығылып ятып тыңлай башланы. Хәбәре күп, элеккеләр кеүек трибунанан әҙерҙе уҡып тормай, үҙен уратып алған кешеләр араһында сурытҡан оҙон-оҙон тирадалары әүрәткес яңғырай, ышандыра. Тел белгесе Гөләмзә иһә уны баштан уҡ, радио аша ғына ишетеп, өнәмәй ҡабул итте. Ни һөйләгәненә түгел, нисек һөйләгәненә иғтибар итте ул. Хатта һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтә белмәгән ил башы ни майтарыр икән, тип уйланы. «Арзебарджан» ти ҙә ҡабатлай, һуң илдең республикалары шулай иҫтә ҡалдыра алмаҫлыҡ уҡ күпме ни?! Башҡа милләттән булһа, ни әйтерһең, үҙе урыҫ шикелле, ә «нАчать», «углУбить», «отсортИровать», «усугУбить», «диАлог», «мЫшление» ти ҙә һөйләй. Телевизор экранында нәҙек кенә алтын тирәсле күҙлеген ҡыланып ҡына уң ҡулының һуҡ бармағы менән күтәреп ҡуйыуын күргәс иһә, бөтөнләй күңеле ҡайтты. Кит, бушҡыуыҡтыр. Булмаҫ бынан, илгә бәлә килтермәһә генә ярай ине. Бөлөр илгә бөкөрө бей тиҙәр, фамилияһы һуң әле – юшҡа сығып ҡуймаһын...
Ил буйлап, ниҙер аңлаған рәүешле булып, райкомдар ҡушыуы буйынса ошо һүҙҙе сүбәк урынына иртәле-кисле сәйнәйҙәр. Ҡасандыр антоновканың еҫенә генә арбалып Үзбәкстан сығып киткән ише, бының да әле еҫе генә. Арбалып, ҡайҙа барып сығырҙар, ниҙәр күрер ғәзиз баштар?! Коммунистар партияһы манифесы “Призрак бродит по Европе — призрак коммунизма” тигән һүҙҙәр менән асылған ине. Шул шәүлә булып йөрөп, әллә ҡайҙа китеп тә юғалды. Быныһы ла нәүбәттәге шәүлә булып ҡуймаҫмы? Горбачевтың бөткөһөҙ һүҙ бутҡаһы эсенән аныҡ ҡына программа ла һыҙатланмай бит әле.
Үзбәкстанда башта ҡуйы томан эсендә төҫлө генә һынлана башлаған үҙгәрештәр баҙығыраҡ күренә барған һайын ҡарт уҡытыусының борсолоуҙары ла артты ғына. “Мөстәҡиллек” тигән шиғарҙар көслөрәк яңғырай, булһын ул уныһы ла, “халыҡтар дуҫлығы” тигән төшөнсә бит хәҙер ишетелмәй тиерлек. Үҙе хаҡлы ялға сыҡҡайны инде, ҡартына әле өс йыл эшләйһе бар, ә уның дәрестәрен киҫтеләр, тимәк, пенсияһы ла кәмерәк буласаҡ.
...1988 йылдаберҙән-бер улдары, кинйәкәй Русланды хеҙмәткә алдылар: башта Термезға ебәрҙеләр, бер аҙнанан хәрби телдә “покупатель” тип йөрөтөлгән вәкил килеп, әсәһе иң ҡурҡҡан Афғанстанға алып киткән. “Уф” тиһә үләндәр көйөрлөк булып ут йотто, хәсрәтенә түҙмәй, әхирәте Сәбиләне әлеге лә баяғы игелекле Холмурад ағай аша телефонға саҡыртты. Береһе бәғер киҫәккәйе, баш балаһы Тимербәген мәңгелеккә юғалтыуҙы һаман онота алмай, икенсеһе – берҙән-беренең ҡан ҡойош барған яҡҡа эләгеүенә өҙгөләнә. Холмурад әкәнең телефонына көс төштө инде ул йылы – икәүләп хәсрәттәрен бүлешеп, эстәрен бушатып, йыш ҡына шылтыратыштылар. Бабай үҙе лә, ғаилә ағзалары ла бер ризаһыҙлыҡ күрһәтмәне, киреһенсә, ҡайғылы әсәне яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышты.
- Атаһы кеүек әүлиә генә ине улым. Аллаһы тәғәләгә лә янына яҡшылар кәрәктер инде. Һинеке тере әле, имен-аман хеҙмәт итеп ҡайтырға яҙған булһын, ныҡ бөтөрөнмә, һуғыш бөтөүгә бара бит, - тип Сәбилә Гөләмзәне йыуатһа, уныһы инде әхирәтен:
- Тәҡдире шулай булған инде, Аллаһы тәғәлә кешене үлемдән дә ҡурҡынысыраҡ афәттәрҙән һаҡлап, үҙ янына ала тип әйтәләр бит, - тип тынысландырырға тырышҡан булды. – Юл фажиғәләренән һуң әҙме ни ғәрипләнеп, кеше көнлө булып, үҙе ыҙалап, кеше ыҙалатып ятҡан меҫкендәр.
Әйтмә инде, бәлә аяҡ аҫтында ғына ята. Хөсәйен ҡустыһы ла ана ҡайһылай булып ҡуйған. Фәүриәһе менән ярашып, арыу ғына йәшәй башлағайнылар, йәнә хаттар килмәҫ булды. Ярты йыл самаһы үткәс кенә, килененән хәбәр килеп төштө. Шахтала шартлау булған да, бер нисә кеше ҡаты яраланған, берәү үлгән. Энекәше лә имгәнгән,яңағы һынған, бите танымаҫлыҡ булып зыян күргән, йөй өҫтөндә йөй, ти. Тештәре ҡойолған. Күҙҙәре лә йәрәхәтләнгән булған, әлдә һаҡлап ҡала алғандар. Реанимацияла ятҡан икән оҙаҡ ҡына. Ауырыу менән балалары араһында өҙгөләнеп, хат яҙырға ла ваҡыты ҡалмаған, шуның өсөн ғәфү үтенгән. Хөсәйенде шахта етәкселеге әле Ялтаға сәләмәтлеген нығытырға ебәргән, ти.
Әлдә ярай айырылышмай, аңлашып өлгөргәйнеләр, яңғыҙ ағасты ел һындыра, тиҙәр ҙә. Ауырлыҡтарҙы бергә күтәрешергә, хәстәрлек күрергә ҡатыны бар.“Донъя малы бөтә торған ҡырау тик, матурлыҡтар уңа торған буяу тик”, – ни рәүешле мәргән әйткән сәсән! Ырыҫ кәрәк шул, ырыҫ. Ханзадалай сибәр энекәше лә ана ниндәй хәлдә ҡалған.
...Русланын ут эсенә индермәгәндәр, ике ил сиген айырып торған Амударъя күперен һаҡларға ҡуйғандар булып сыҡты. Ике ай үткәс, һаҡты алып, хәҙер Гүмри тип аталған Ленинаканға ебәргәндәр. Емергеслеге бөтә донъяны хайран иткән Спитактағы фажиғә алдынан ғына. Ереванға килеп еткәс, юлға сығаһы 7 декабрь иртәһендә ер тетрәүе килеп ишетелә. Тимер юл буйында 25 метр оҙонлоҡта, ярты метр киңлегендә ярыҡ хасил булған, рельстарҙы күсереп һалырға тура килә тигәндәр, быныһына ике аҙна ваҡыт китә. Тетрәү тулҡыны, әйткәндәй, Әрмәнстандың башҡалаһын да, йыуашайған булһа ла, бәүелтеп ала, хатта Тбилисиға ла ҡағылып үтә. Көсһөҙөрәк тетрәүҙәр 10-12 көн дауамында тәүлегенә бер нисә тапҡыр үҙен белдереп ала әле.
Иң ҡурҡыныс тетрәү Спитакта була, 30 ғына секунд эсендә ҡала тулыһынса он-талҡанға әйләнә. Әрмәнсә “аҡ ҡала” тигәнде аңлатҡан Спитак күҙ асып йомғансы тиерлек ҡаранан-ҡара ҡайғы төйәгенә әүерелә. Ахырызаман мәхшәре бына ҡайҙа ул! Ярҙам ойоштороу ҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙыра: ҡыш бит, урыны менән минус ун ике градусҡа тиклем һыуыта, ел-дауыл уйнай, берсә ырашҡы, берсә ямғыр яуа; тауҙарҙа юлдар былай ҙа әҙ ҙә, өлөшләтә емерелгән – тығындар барлыҡҡа килә. Яҡты ваҡыт менән файҙаланып, ҡалаға кәрәкле әйберҙәрҙе вертолеттар менән ебәреп ҡалырға тырышалар.
Аҙаҡ белдереүҙәренсә, Ленинакандағы ер тетрәү 9 балл тәшкил иткән, Спитактан 1 баллға ғына ҡалышҡан, ҡалалағы емерелеүҙәр һикһән процентҡа еткән. Тәбиғәттең көсө ниндәй дәһшәтле: шул ярты минутта йорт кварталдарын харабаға әйләндергән, хасил булған оҙон ер ярығына параллель урынлашҡан биналар емерелгән, ә вертикаль йүнәлештә һалынғандары артыҡ бирешмәгән. Сәнәғәт биналарының металл конструкциялары - торғаны сыбалған йөн йомғаҡтары, тимер юл вагондары спиралгә әүерелгән рельстарҙан уйынсыҡ кеүек кенә ҡубарылып, әллә ҡайҙа осоп барып төшкән. Шул урындан юлды күсереп һалып, имен ҡалғандарына ялғар өсөн ике аҙна ваҡыт киткән дә инде.
Айыуҙан ҡасҡан бүрегә тигән ише, афған мөжәһиттәренән имен ҡалды тигәндә улыҡайы тәбиғәт һәләкәтендә харап булыуы ихтималлығынан да ҡотолған, ярай Аллаһы тәғәлә һаҡлаған.
Русландың иһә ата-әсәһен аяп, барыһын шымартыбыраҡ күрһәтеп, яҙып һалған ҡыҫҡа ғына хаттары артында йөрәк ярырлыҡ күренештәр ятҡанын улар өлөшләтә генә үҙәк телевидение аша күҙ алдына килтерә алды.
...Ер тетрәү төшкә табан, 11 сәғәт 20 минутта башланған. Балалар - мәктәптә, баҡсала, өлкәндәр эштә була. Улар бөтәһе лә тиерлек бина емереклектәре аҫтында ҡала. Тимер-бетон плитәләр менән ҡыҫылған беренсе класс уҡыусыларын ҡаҙып алған бульдозерсы шунда уҡ аҡылдан яҙған, уны йән хасталылар дауаханаһына ебәргәндәр тиҙәр. Сәғәттәр бөтәһе лә шул ваҡытта туҡтап ҡалған.
...Кешеләрҙе икенсе ҡалаларға ебәреп өлгөрә алмағанлыҡтан, йылытыла торған палаткалар, вагондар ҡуялар, түшәк-яҫтыҡ, аҙыҡ-түлек , өҫтәмә медикаменттарға мохтажлыҡ ҙур. Ҡалала эсергә түгел, ҡул йыуырға ла һыу табып булмай – шартлаған торбаларҙан канализацияныҡы ла бергә ҡушылып аға. Таҙа һыуҙы цистерналар менән килтерәләр, кәрәк тиклемен һауыттарға ғына тултырып алып ҡалалар.
Юлда командирҙары алдан уҡ, ауыҙ асып йөрөмәгеҙ, тип иҫкәртеп ҡуйҙы – бындай урындарҙа мародерҙар (беҙҙеңсә әйткәндә, талаусылар) сәлдерерҙәй арыуыраҡ нәмәләрҙе аңдып ҡына тора икән. Ирекле ярҙамсылар булып ҡыланып, улары ла килеп тула, баҡһаң. Киҫәтеү менәнме ни, урамға килтереп бушатылған әйберҙәрен казармаға ташыған арала бер нисә рюкзакты ҡармап та алғандар, тау түбәненә элдереп барғандарын күреп ҡалдылар ҙа, ҡыуа төштөләр. Баҫтырып етә башлағас, йөктәрен ташлап ҡастылар, әммә һуңынан бик инәлеп һорап алынған һирәк һәм мөһим монаят – бәҙрәф ҡағыҙҙары урланылғаны асыҡланды.Ҡайһы аралалыр берәй емерек араһына ташлап өлгөргәндәр инде. Шаярта торған ваҡыт булмаһа ла, берәү:
- Бармаҡ менән таҙартынабыҙ инде хәҙер, исмаһам, әрекмәне лә юҡ, - тип ҡуйған булды.
- Китап-гәзиттәр туҙып яталыр әле, таптығыҙ ҡыҫыр көйөк, бутта күрмәй үҫкәнһегеҙ, - тине икенсеһе.
Элгәре итәк аҫтынан ғына һатылған бәҙрәф ҡағыҙы ул саҡта, ысынлап та, һыу буйы сираттар йыйып,сауҙала саҡ күренә башлағайны. Сәүит халҡы матбуғатты хәжәтханала уҡып та, “гигиена” өсөн ҡулланып та файҙаһын күрә ине. Ҡағыҙы ла йомшаҡ ине бит, ҡайҙа импорттыҡына етеү! Был һуңғы мәрәкәләшеү булғандыр, сөнки эшкә тотонғас асылған күренештәрҙән аҡылдан яҙып ҡына көлмәһәң инде...
Туҡһанышар һалдаттан торған 3 ротаны казармаларға урынлаштырҙылар. Русландың уң яғына бәләкәй генә буйлы, ҡуңыр күҙле, сәкеш танаулы, хәҙер берәй нәмә әйтергә әҙер генә торған кеүек ослайыбыраҡ торған ауыҙлы берәү килеп урын биләне. Бәләкәй сағында ыштаны төшөп ыҙалатҡандыр, ҡайыш менән ныҡлы тарттырып ҡуйылған салбарын терһәктәре менән генә тотоп күтәрергә маташҡанкеүек хәрәкәт яһап ала. Алексей исемле сыуаш егете булып сыҡты. Бүлмәләгеләргә күҙ йүгертеп, Руслан уны-быны уйламай, “исмаһам, бер үҙебеҙҙеке юҡ”, тип мығырҙанып ҡуйҙы. “ Үзебезнең татар икәнсең ич?” - тип көлөп ебәрҙе йөҙ-һыны урыҫҡа оҡшап торған, хатта керпектәре лә һары, ҡарпыш ҡолаҡлы, оҙон танаулы һул яҡ күршеһе. “ Руслан мин, үзбәк башҡорто”, - тип танышырға ҡул һуҙғас, тегеһе: “Мин Азат”, - тип күреште. Алексей ҙакөлөп ебәрҙе, башҡортсаны аңлай, татарса һыу кеүек белә булып сыҡты.
Иртәгеһенә һәр унауһына бер әрмән кешеһен тәғәйенләп, ҡала буйлап ҡотҡарыу эштәренә ебәрҙеләр. Биш егеткә харабалар араһынан мәйеттәрҙе эҙләп алып сығырға, ҡалған бишәүһенә зыяратҡа алып барып, ерләшергә ҡушылды. Үҙ араларынан “старшой” итеп Русланды тәғәйенләнеләр. Уларҙы йөрөтөргә ҡушылған Арам исемле кеше үҙе яҡшы белгән урамдар буйлап йөрөттө, сөнки карта ла юҡ, хатта таныш урамдарҙа ла әле юлға ауып төшкән өйөмдәр арҡаһында аҙашып сығып китмәле. Ул танау аҫты ла кибеп етмәгән тиерлек егеттәрҙе аяп, урыҫсаны вата-емерә алдан уҡ иҫкәртеп ҡуйыуҙы кәрәк тип тапты:
- Егеттәр, тере ҡалғандарҙы һеҙ килгәнсе табып, сығарып алдылар инде, өсөнсө аҙна китте бит. Һеҙгә мәйеттәрҙе генә эҙләргә, табылғандарын зыяратҡа алып барып ерләргә генә ҡалды. Ҡурҡмағыҙ, үлектәр кешегә теймәй ул, - үҙенсә шаяртты булды инде.
- Ҡайһы саҡ хатта бер айҙан һуң да табылыуҙары тураһында уҡығаным бар ине, - тип һүҙгә ҡушылды Фрунзе (хәҙерге Бишкәк) ҡалаһы егете Хикмәт.
- Аҙыҡ-түлек, иң мөһиме, эсер һыу ҡалған булһа, ихтимал. Кеше һыуһыҙ бер аҙна тирәһе генә йәшәй ала. Тере ҡалыусы булһа, бығаса табылыр ине. Кемдең ер аҫтында йәшәп ятҡыһы килһен, ҡысҡыра алмаһалар, туҡылдатып, шаҡылдатып булһа ла тауыш биреп яттылар. Тәүге көндәрҙә бар ерҙә ярҙам һорап үҙәк өҙөрлөк аҡырыуҙар, ыңғырашыуҙарҙан ҡолаҡ тона ине, хәҙер бер тауыш та ишетелмәй, ысын мәғәнәһендә – үле тынлыҡ.
- Ә бына беҙҙең ҡаланан берәүҙе 1947 йылда 20 көндән һуң тапҡандар, ти. Ул иҫһеҙ булған, тын алғаны саҡ-саҡ ҡына беленгән. Бында ла шулай булыуы бар, - һөйләшергә ярата икән был Хикмәт.
Арам яурынын ғына йыйырып ҡуйҙы:
- Ер тетрәүҙән һуң ете көн үткәс, имсәк балалы Эмма Акопян тигән бер ҡатынды француздарҙың эте барып тапҡан, бына шул мөғжизәнең мөғжизәһе булды. Өс көндән һөтө бөткәс, бармағын яралап, сабыйына ҡанын имеҙеп ятҡан. Ике плитә араһындағы ҡыуышлыҡта ҡотолоп ҡалған.
Был ҡаһарман ҡатын тураһында Руслан аҙаҡ та ишетер әле, сөнки уның тарихы бөтә донъяны урап сыҡҡан. Сильва Капутикян тигән әрмән шағирәһе үҙенең поэмаһында Эмманы “Әрмәнстан мадоннаһы” тип нарыҡлаған. 1990 йылда ҡатынды Президент Миттеран Францияға саҡыра, ил парламенты аяғөҫтө баҫып алҡышлай, өс ҡалаһы уны миҙалдар менән бүләкләй. Грецияның ике ҡалаһы ла шулай эшләй, уның һәйкәле ҡуйыла. БДБ илдәре советы Эмма Акопянға «Донъя Әсәһе символы» бүләген тапшырған, «Ҡыҙыл тәре» халыҡ-ара ойошмаһы уны махсус тамғаменән бүләкләгән.
Тамуҡ бар икән, ул тап ошо урында, ер ҡабығының тектоник һынылышынан ерҙе аҡтарып килеп сыҡҡандыр. Арам әйтеүенсә, беренсе көндә ҡыйралыштан ҡупҡан туҙан хатта ҡояшты ҡаплап, көндө төнгә әйләндергән булған.
Ул арала тәүге емереклеккә килеп еттеләр. Эре-эре панель киҫәктәре төрлө яҡҡа тырпайып сығып торған өйөм янында кран уны тағатып маташа ине.
Бетон плитәне күтәреп ебәргәс, урталай өҙөлгән ҡыҙ бала мәйетен күреп, Руслан уҡшып ебәрҙе, Алексей иһә иләүерәгән һымаҡ сәбәләнә, сайҡала башланы. Әрмән кешеһе күҙәтеп кенә йөрөгән икән, егеттең ағарынған йөҙөн шапылдатҡансы сикәләп алды. Теге айнып киткәндәй булдыһәм, инде бойороҡҡа буйһоноп, эшкә тотондо. Мәйеттәр кузовҡа тейәлеп бөткәс, ул әрмәндең яурынына башын һалып, үкһеп илап ебәрҙе:
- Рәхмәт, Арам, һуҡмаһаң, мин аҡылдан яҙа инем.
Тегеһе тыныс ҡына яуап бирҙе:
- Беренсегә генә түгел, беҙ шул шарттарҙа эшләргә өйрәтелгәнбеҙ.
Казармаға ҡайтҡас, Руслан тамағына аш бармай яфаланды: әйтерһең, тәрилкәлә тукмас түгел, бүҫелеп сыҡҡан эсәктәр ята, кәтлиттәре иҙмәгә әйләнгән кеше тәнен хәтерләтә. Ашҡаҙаны буш булһа ла, сығып, һары һыу ҡоҫоп яфаланды. Иптәштәре лә шул хәлдә булғандыр, улар тороп киткәндә өҫтәлдә тейелмәгән әллә күпме ризыҡ ҡалғайны. Компот ҡына эскәндәр.
Йоҡо ла бармай – күҙ алдарында төрлөсә ғәрипләнгән һындар тора.
Кискә табан табылған мәйет - эсәктәре араһында буталып бала яралғыһы ятҡан ауырлы ҡатын ине. Икенсе-өсөнсө ҡат араһында аяҡтарына бетон төшөп, баштүбән аҫылып ҡалған ике ҡыҙ ҡарасҡыһы ла күҙ алдынан китмәй бер булды. Аяҡтарыбыҙҙы ҡырҡып, төшөрөп алығыҙ, тип ҡысҡыра-ҡысҡыра үлгәндәр, ти. Тик уларға бер нисек тә ярҙам итә алмағандар. Ниһайәт, бөгөн кран килтереп, мәңгелек йорттарына оҙаттылар. Ерләп өлгөрә алмайҙар, табуттар етмәй. Күптәренең йөҙҙәре танырлыҡ түгел. Имен ҡалған туғандары, яҡындары йорт урыны, кейем киҫәктәре буйынса тоҫмаллап, тереләй тапҡан кеүек һөйөнә: ерләй алалар, ҡәберҙәре, барып иҫкә алып торор ерҙәре була.
Иртәгәһенә лә шул уҡ хәл ҡабатланды. Егеттәрҙең хәлһеҙләнеп йөрөгәнен күреп, сәбәбен аңлағас, әрмәндәр уларға йәшникләп “Ахтамар” тигән иң шәп коньяктарын килтереп бушатты. Шунда ғына улар бер аҙ онотолоп, туйына, йоҡлай ала башланы. Был хаҡта әсәһе белһә, үҙе хыялланыр сиккә етер ине.
Әсәйҙәр шулай инде, емереклектәр араһында бер кешегә лә иғтибар итмәй мығырҙана-мығырҙана һөйләнеп йөрөгән ҡатын осраны, тик торғандан шарылдап ебәрә, ниҙер тыңлап торғандай итә лә, кемдәрҙелер саҡырып ҡысҡыра башлай. Арам ауыр көрһөнөп, уның география уҡытыусыһы булғанын, ике улын, ҡустыһы менән яңыраҡ бәпәй тапҡан киленен юғалтыуын аңлатты. Кәүҙәләрен күргәс, аҡылдан яҙған, һаман шуларҙы эҙләп саҡырып йөрөй икән...
Егерменсе көндә бер мөғжизә булды – ике плитә араһында бикләнеп ҡалған ир кәүҙәһен таптылар. Һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә пульсы бар, үҙе иҫһеҙ.
- Әйткәйнем бит, - ти һалды Хикмәт, - беҙҙәге лә иҫһеҙ булған.
Тиҙ генә хастаханаға оҙаттылар, тере ҡалдымы-юҡмы, хәбәр ишетелмәне.
- Беҙ берәүҙе плитә аҫтынан аңында килеш сығарып алғас, күҙ алдында үлде. Оҙайлы ҡыҫылып ятҡандарҙы крэш-синдром тип аталған нәмәалып китә. Зыян күргән аяғы тапҡас уҡ ҡырҡылһа, тере ҡалыр ине, тигәйне бер аҙҙан килеп еткән доктор. Үлгән ағзаның токсиндары кешенең ҡанын тотош ағыулай икән. Крэш-синдромдың мәкерлелеген белмәү арҡаһында күп кенә ҡотҡарылғандар һәләк булған.
Үҙ йорттары тирәһендә һаман әле ниҙер табырға өмөтләнеп эҙләнеп йөрөүселәр араһынан икәүһеайырата йылы тойғо менән иҫендә ҡалды: береһе емереклектәр аҫтынан китаптарын табып сығарғас, “шноракалутюн да шноракалутюн” (рәхмәт) тип, ҡатырға тыштарын үбеп-үбеп, ихлас һөйөндө – уҡытыусы икән. Икенсе йәш кенәһе яңы өйләнгән кәләшенең фотоһына һөйгәненең үҙен тапҡандай булып, күкрәгенә ҡыҫып, бейеп китте. Һәләк булған ҡыҙҙан башҡа бер иҫтәлек тә ҡалмаған... Бына ҡайҙа ул – ысын ҡиммәттәр!
Әә, йәнә берәү бар әле: уныһы ҡулын болғай-болғай икенсе ҡат кимәлендәге ватыҡтар араһында ҡыҫылып ҡалған ҙур фикусты төшөрөп алыуҙы һорап, илай яҙып “хендрум ем” дә “хендрум ем (зинһар)” тип яндарынан китешмәй ураланып йөрөп, тамам теңкәләренә тейгәйне. Арам емереклектән сығарылған мәйеттәрҙе тейәгән егеттәр менән киткәйне, ғәҙәттә бик әһәмиәте булмаған осраҡтарҙа улоҙаҡ һөйләшеп тормай, бындайҙарҙы ниҙер ҡысҡырып ҡыуа ла ебәрә.
- Фикусты ни, яңынан үҫтереп була бит, - тип Азат теге бәйләнсектән арынырға тырышҡайны ла, уныһы өҙмәй ҙә ҡуймай:
- Ти нэ знаэш какой этот фикус шэдэвэр, это праизведэн искустф, - тип кенә ебәрҙе. – Он нэ тижолый, нэ бойтэс.
- Ниңә үҙең менмәйһең?
- Ви жэ маладой, я старый. Ви умэйэтэ, я нэ умэю. Я вам динги дам. Хароши динги.
Торғаны “һағыҙаҡ”, бынан ҡотолоп булмаҫ ахыры тип, Руслан сүп өйөмдәре шыуып йә убылыпкитеүе хәүефенә лә ҡарамай, ҡалҡаңлап торған эрерәк киҫәктәргә баҫып, менеп китте. Гөл, ысынлап та, ярайһы еңел булып сыҡты – яһалма икән, һауыты ла пластмасса. Нимәһе “шэдэвэр”ҙыр. Һаҡ ҡына баҫа-баҫа түбәнләп килгәндә бер урында ярсыҡтар ишелә башлағас, ултыра төштө лә аҫҡа тәкмәсте.Фикустың көршәге гөлөнән башҡа тәгәрәп киткән ыңғайға эсенән алтын биҙәүестәр сәселде. “Һағыҙаҡ” күҙҙәре аларып, янына бер кемде лә ебәрмәҫкә тырышып, берәмтекләп тормай, уларҙы сүп-сары менән сумкаһына тултырып алды ла, артына ла ҡарамай сабып сығып китте. Әйтерһең, кемдер ҡыуып етеп, уны таларға тора. Үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, “гөл”өн төшөрөп биргән егеткә рәхмәт тә әйтмәне, исмаһам, ҡайҙа ул “хароши динги”!
Ҡафтау халыҡтары аҡсаны банкыға һалмай, алтын һатып алыуға тотона тип ишеткәне бар ине Русландың. Бигерәк тә ҡыҙ балаларға донъяға килеү менән бирнә малына тип алтын бүләк итә башлайҙар икән – яңғыҙ ҡалһа-нитһә, көн күрерлек сараһы булһын тип тә тырышалар, ти. Әсәһе лә, апалары ла алтынға битараф түгел дә, әммә улар сама белеп, биҙәүес итеп кенә ҡарай. Күберәк көмөш тип иҫтәре китә. Борон башҡорт ҡыҙҙарының көмөш биҙәүестәре хатта бер ботҡа еткән тип яҙалар ҙаһа. Быларҙа алтын шулай икән.
Руслан ярым емерек йорттарҙағы төрлө мебель ҡалдыҡтары эсендәге һауыттарҙа, йәшереп ҡуйылған башҡа урындарҙа асылып, һибелеп ятҡан ус-ус алтын әйберҙәрҙе күреп, таң ҡалды. Был меҫкендәрҙең “ҡара көн”гә тип йыйған һаҡлантылары, үҙенә күрә банк ишараты булғандыр инде. Ғүмерҙә лә ошо тиклем затлы аҫылташтар күргәне булмаған егет башта байлыҡ һанап түгел, бары матур уйынсыҡтай ғына күреп, кеҫәһенә тултырып алып ҡайтты ла йәшереп ҡуйҙы. Барыбер улар хужаларына кәрәкмәй инде. Үҙҙәре уйлаған “ҡара көн” килгән, тик тотонорға кешеһе генә юҡ. Дөрөҫ эшләмәгәнен, ата-әсәһе өнәмәйәсәген дә аңлай, тик күңел төбөндә йәшенеп ятҡан ҡомар ҡорто уянды. Башҡалар ҙа буш ҡул ҡайтмағандыр, ниңә әле ул аңышланып ҡалырға тейеш! Тик ҡайҙа йәшерергә?
Үҙҙәре йөрөгән яҡта именерәк ҡалған бер йортта улар ялға туҡтаған арала бер аҙ “төшөрөп” алып, тамаҡ ялғап йөрөй ине, шуның подвалында ятҡан ҡатырға йәшниктә боҫҡон әтмәләп алды. Хәҙер егет барған бер ерендә зиннәттәр аңдыуға хиресләнеп китте, унда ла әле күҙе тоноп ҡомһоҙланыуҙан бикәр, һунарсы эҙтабарлығы хәсиәте әйҙәп йөрөттө шикелле. Бер нисә пачка хатта асылмаған аҡса ла эләкте ҡулына.
Фажиғә кисергән төбәккә ярҙам төрлө яҡтан ағыла башланы. Сит илдәрҙән дә күпләп киләләр, әйбер генә ташымайҙар, ҡотҡарыусылары ла ҡатнаша икән. Мәскәүҙән башлап, төрлө өлкәләрҙән, Урта Азия, хатта Балтик буйы республикаларынан да килеп тулғандар – Горбачев үҙе ҡушҡан, хатта сит илдәргә лә мөрәжәғәт иткән, тиҙәр.
Сит илдекеләр үҙ-ара рация аша ғына һөйләшеп йөрөй, аныҡ ҡына карталары ла бар, ти. Эттәрен алып килгәндәр, шик булған урынға күтәреп кенә алып баралар ҙа, аҫта кеше барлығын тойһа, тегеһе өрөп аңғарта икән. Эмманы ла шулай тапҡандар бит.
***
Бер көндөбоҫҡон ойошторған йортта Русландар төркөмө сәйләп ултырғанда ғына, бында үзбәк егеттәре юҡмы, тип һорашып, ниндәйҙер кеше килеп инде. Ҙур-ҙур йөк машиналары ҡала эсенән өйҙәрҙән ҡалған стена киҫәктәрен, ҡый-ҡыпырҙы ташый. Шул водителдәрҙең береһе икән. Андижан кешеһе, ти. Һөйләшеп киттеләр. Эркин исемле. Аҙна самаһы ул яндарына килеп йөрөнө, ә бер көн казармала килеп тапты ла, саҡырып сығарҙы. Икенсе КАМАЗ-дың водителе менән килгән. Уныһының йөҙө күм-күк, ауыҙында тештәре ҡалмаған – алтын йыяһың тип ниндәйҙер башкиҫәрҙәртуҡмаған, баҡһаң. Мародерҙар булғандыр әле, көндәш күреп һуғышаларҙыр. Түҙер хәл ҡалманы, тик торғандан килеп бәйләнеп, дөмбәҫләйҙәр, тип зарланды Эркин. Бер машинаны ҡалдырып, ҡасып ҡайтырға булғандар, тик ҡайтып етерлек ике тонна солярка табырға кәрәк, ти.
- Руслан, ярҙам итә алмаҫһыңмы, һин танк ротаһы яғыулығы һаҡланған яғына үтә алаһың бит.
Егет бер аҙ уйланып торҙо ла:
- Кискә отбойға тиклем кил, ярҙам итермен. Тик һин дә миңә булышып ебәр әле, - тине.
Русландың табышы байтаҡ йыйылып киткәйне инде, хатта берәйһе күреп ҡалып урлап китеүҙәренән шөрләй башлағайны. Йә ҡапыл ғына ҡайтырға бойороҡ бирерҙәр ҙә, ятып та ҡалыр. Һалдат уға һынап ҡарап торҙо. Ҡиәфәте ышаныс уятҡан һымаҡ, йөҙө лә ихлас күренә. Тыуған яғынан булғас, барыбер эҙләп табыр. Унан, башҡа сараһы ла юҡ инде.
Ни булһа ла булыр тип, асылырға ниәт итте:
- Тамаҡ ялғап йөрөйбөҙ бит әле, шунда сәрмаям бар ине, - тигән булды.
- Алтынмы?
- Эйе. Аҡса ла.
- Күпме?
- Бар инде, бар.
- Тикшермәйҙәрме ни?
–Тәүҙә һиҙеүсе булманы, һалдаттарҙың береһе пачкалап ҡыҙыл аҡса тотоп торғанын күреп ҡалғандар ҙа, хәҙер алып киткәндә сисендереп, бирка менән эш кейеме бирәләр, ҡайтҡанда шуны тапшырып, үҙ формабыҙҙы алабыҙ. Башта тентейҙәр әле, тапҡан алтынды, аҡсаны командирға тапшырабыҙ.
Кире уйларға ваҡыты бар ине әле егеттең, әммә башҡа ундай форсат әллә тейә, әллә юҡ тип, уның аша ебәрергә хәл итте:
- Яртыһын үҙеңә алырһың, яртыһын минекеләргә алып барып бирерһең, минән сәләм әйтерһең.
- Оһо! Хан һарайы кеүек йорт ултыртып ҡуйырға ла, аҙаҡ түшәмгә төкөрөп кенә йәшәп ятырға ла етер, - йәшниктәге хазинаны күргәс күҙе аларып, ҡомһоҙ ялтырап китте андижанлының.
Руслан шунда ғына тәүге тапҡыр табышын әйберләтә күҙ алдына килтерә алды. Атаһы менән әсәһе алырға риза булмауы ла бар, тип тә уйлап ҡуйҙы. Харам тиерҙәр.
Эркин машинаһынан запас тәгәрмәсен ысҡындырып алды. Оҫта ғына ҡыланыуына ҡарағанда мутлыҡтары тәүге тапҡыр ғына түгелдер: ике камераның бер яғын түңәрәтеп ҡырҡып, береһенең эсенә алтын менән аҡсаны тултырҙы, икенсеһен шул рәүешле үк әҙерләп тәүгеһенең өҫтөнә кейҙергәс, шина эсенә тыҡты, өҫтөнән бушаҡ ҡына өсөнсө камераны һалды.
Артабан эштең тағы ла яуаплырағы ҡалды – ҡайтып етерлек ике тонна солярка тейәп алыу. Руслан танкистарҙың заправкаһындағы нәүбәтсе прапорщик менән алдан һөйләшеп ҡуйғайны инде, икәү урынына алты тонналыҡ аҡса тоттороп, мискәләрен тултырғас, багына ла һалып алып, үзбәктәр юлға сыҡты.
Адрес бирешеп, ҡосаҡлашып хушлаштылар.
Эсен тырнап торған монаятынан ҡотолғас, егет бөтөнләй тынысланды, алтын табылһа – алды, табылмаһа – эҙләмәне. Әҙәмдең күҙе туймаҫ тиһәләр ҙә, әллә байлыҡ тип йығылып ятмаған, барына ҡәнәғәт ғаиләлә үҫкәнгә, нәфсеһе ҡанғайны инде. Еңел күңел менән бөртөгөнә тиклем прапорщигына тапшыра барҙы.
Русланға Арам уларҙы ҡайһы саҡ мәйет эҙләтеүҙән бигерәк үҙенә файҙаһы тейгән, аҡсалыраҡ кешеләргә йөрөтә кеүек тойола башланы – кеменеңдер өйө артыҡ зыян күрмәгән, тик ватылған әйберҙәрен сығарышырға кәрәк, кемгәлер яңы йыһаз ташыта. Бер шундай түрәгә алып барғандарында командир ҙа инеп сыҡҡайны, аҙаҡ тегенең икенсе ротный менән һөйләшкәне ҡолағына сағылып ҡалды:
- Үәт йәшәй кеше: баҫҡысы семәрле вьетнам имәненән, биҙәкле ҡыйбат паркет, тәҙрә тупһаһы, мебель ҡыҙыл ағастан заказ буйынса эшләнгән, ишектәрһырланған, француз кухняһы. Өс ҡатлы, ике бокслы подвал менән гараж, тағы ла төҙөлөш материалдары шыплап тултырылған ангар. Күреп-күреп тә бындайҙы күргән юҡ ине әле. Ҡарун, етмәһә минең егеттәрҙе бушлай эшләтә.Эш хаҡына ғына шул тиклем байығырһың!
Хәҙергеләр менән сағыштырырлыҡ булмаһа ла, ул ваҡыт өсөн ысынлап та хайран ҡалырлыҡ булған шул.
Бер көн Арамдың ниндәйҙер танышы командирҙан ике һалдатты соҡорҙа ҡалған сейфын ҡаҙып алырға һорап алып китте. Егеттәргә күп аҡса бирергә, эш тамамланғас, хатта өйгә ҡайтарып ебәрергә вәғәҙә итеп, күндерҙеләр. Китте лә, юғалды тегеләр. Арам да, командир ҙа - ләм-мим. Егеттәргә уларҙың яҙмыштары ла билдәһеҙ ҡалды.
Үҙҙәренә лә хәүеф янай ине инде, крандар плитәләрҙе күтәрә башлағанда аҫтындағы өйөмдәр хәрәкәткә килеп, баҫа яҙҙы. Уларҙан алыҫ түгел бер урында емерелгән йорт хужаһы яҙамсылар йыйып, хасил булған убасыҡты трактор менән ҡуҙғата башлағас, газ баллоны шартлап, яҡын торған барыһы ла һәләк булды, кемдәрелер яраланып, хастаханаға алып киттеләр. Ярай үлтергес киҫәктәр һалдаттарға килеп етмәне, эҙләп тормай, мәйет оҙатырға тура килде уларға.
Көн дә һәләк булғандар араһында йөрөп, ҡаты бәғерлегә лә әйләнеп бара буғай, хәҙер элекке кеүек тетрәнеү ҙә кисермәй тиерлек. Балаларҙың үлеменә генә күнегеү мөмкин түгел. Барыбер һаман да коньякһыҙ йоҡлай алмай. Әлдә генә ҡыш миҙгеле, көндөҙҙәрен имшетеп алғылаһа ла, төндәрен һалҡын.Табылмай ҡалған мәйеттәр серей башлаһа, еҫкә түҙерлек булмаҫ ине. Төрлө ауырыуҙар ҙа тарала башлауы мөмкин. Былай ҙа ҡайҙа ҡарама ҡомаҡтар, кеше ашаусыға әйләнеп бөткән инде улары.
...Әсәһе хат көтөп өҙгөләнгән көндәрҙә йәһәннәмдән ҡалған Ленинаканда ҡот осҡос дүрт ай хеҙмәт итеп өлгөргән улының часен вагондарҙа Грузияға алып китеп баралар ине. Юлайҡан ғына Ахалцихи тигән ҡаланан яҙып һалған хатынан һуң, тағы ләм-мим. Ҡарабахҡа ғына эләгеп ҡуймаһын.
1989 йылдың йәйендә, ниһайәт, һалдат хатын көтөп алдылар, улдары ҡалған мөҙҙәтендә Паравани менән Ҡырх-Болаҡ йылғалары араһында урынлашҡан[Ахалҡалаҡиҙа хеҙмәт итәсәк. “Әсәй, һин бит телдәр өйрәнергә яратаһың: “ҡалаҡи” грузинса “ҡала” тигәнде аңлата. Ҡырх-Болаҡ та беҙҙеңсә “ҡырҡ болаҡ” булғаны күренеп тора, төрөксәнәндер уныһы, уларға сиктәш урын бит. Элек был урындар ғосманлылар ҡулы аҫтында булған, ти. Грузия тип һаналһа ла, ҡалала күпселеге әрмәндәр йәшәй”, - тип яҙған.
Роталарынан 25 кешене сик буйына, Төркиәнең Узун тауындағы вышка күренеп торған урынға килтергәндәр. Бер камазсы яҡташтан күстәнәс ебәргәйнем, килтереүсе булманымы, тип һораған. Быныһына аптыраштылар, оҙон да, хәтәр ҙә юл бит, шулай ҙа имен йөрөгән булһын инде аманат менән сәфәргә сыҡҡан егет; килмәне бит.
Төрлөсә фаразланылар ҙа, оноттолар, әсәнең йөрәге урынына ултырҙы.
5-се бүлек
Донъя шулай – уттан алды тигәндә һыуға һала. Ҡыҙҙары Файза институтта бергә уҡыған урыҫ егете менән иптәшләнгәйне, ғаиләһе менән Фәрғәнәлә йәшәй. Бер көн борсолоп шылтыратты:
- Әсәй, хәҙер бында беҙҙе ҡыҫырыҡлай башланылар, әллә Рәсәйгә күсеп ҡайтайыҡмы икән? – тип уның да күңеленә шик һалып ҡуйҙы.
Телефонистка аша ғына бәйләнеш тотолғас, артығын һөйләй ҙә алмайҙыр, тиҙ генә тамамлап ҡуйҙы.
Гөләмзә аш бүлмәһенә инеп сәй ҡуйҙы ла, радио ҡабыҙҙы. ҮҙәкСоюз радиоһы ҡайһы саҡ төрлө милләт йырҙарын тапшырғылай, башҡортса, татарса башҡарылғандары ла ишетелеп ҡала. Һорап алһаң да шулай тап килмәҫ, балалары төрлө милләттәр менән ҡушаҡланып бөткән татар хеҙмәттәше мыйығын бора-бора йырларға яратҡан “Йәшәһен кейәүҙәрем!” тигән йыр тапшырылып ята, биш ҡыҙын биш милләткә кейәүгә биргән бабай кейәүҙәре Фәрғәнәлә, Ҡостанайҙа, Тбилисиҙа, Минзәләлә, Полтавала тип маҡтана.
Уф, бында өсөһө өс милләттән булып, күпме баш ҡата, ни саранан бисара, ризалаштыҡ инде, ғаилә ҡороу өсөн ситтә үҙеңдекен табыуҙары! Ярай әле уның үҙен Мәрзиә апай күреп ҡалып, димләп, өйләнештерҙе. Ә бит танышҡас та бер-береһенә оҡшамауҙары бар ине. Башҡа милләт, башҡа дин түгел, хатта башҡа ауылдан алып та, көнитмештә әллә күпме айырма. Ҡана ла һуң, мөхәббәттәре ғүмергә етеп, ихтирам һаҡлап йәшәһәләр, ҡатнаш ғаиләләр күберәк тарҡала.
Таралған тарыны тауыҡ сүпләй, бер-бер артлы ҡулына алған өс ҡыҙының береһенә лә башҡорт егете менән ғаилә ҡорорға насип булманы шул. Файзаһыныҡы – урыҫ, Фәғиләһенеке – үзбәк, Насибәһенеке – Бохара йәһүде... Ярай әле уртансы ҡыҙы яҡын йәшәй, хәләле менән ҡарт көндәрендә тыпа яңғыҙ түгелдәр.
Баш балалары Файза урыҫ егетенә кейәүгә сығырға булғас, етмәһә Биләрәттән икәнен белгәс, Гөләмзәнең хатта сәсе услап ҡойолоп, көйөндө.
Ҡыҙын кире һуғырға маташыуы һаман иҫендә әле. Ҡаҙ – ҡаҙ менән, өйрәк - өйрәк менән осор тигән боронғолар, тип, атаһы менән башта ҡаршы төшөп ҡараһалар ҙа, мөхәббәт бит һуҡыр ҙа, һаңрау ҙа – ишетмәй ҙә күрмәй ҙә ул ғашиҡтар.
- Әсәй, үҙең урыҫ ауылында үҫкәнһең дә инде, үҙ кешеләре олатайҙың башын ашай яҙғанда осиновкалар репрессиянан ҡотолдороп ҡалған. Ғәйнулла бабайым ике ҡатын менән йәшәгәненә лә күҙ йомғандар. Тимәк, һыйышып йәшәп була. Билдәле кешеләр араһында күпме ҡатнаш ғаиләләр!
- Әй, балам, сәүит заманында хәл икенсе ине, барыһы ла тиерлек динһеҙҙәр дине – дәһрилектә йәшәне, һис юғы ошо йәһәттән низағтар ишетелмәне. Хәҙер элекке аллаһыҙҙар бөтәһенән алда ғибәҙәтханалар юлын тапарға тотондо. Шунан никахҡа ингәндә – бер кәртә, бәпес алып ҡайтып, исем ҡушҡанда уҡ икенсеһе арҡыры төшә. Һуңғы юлды әйткән дә юҡ – ниндәй зыяратҡа, ниндәй йола менән ҡуйыу ҙа үҙе бер баш ҡатырғыс килеп тыуа.
- Беҙ икебеҙ ҙә Юғары Көс, Юғары Аң бар тип һанайбыҙ, әммә дингә инеп китергә теләмәйбеҙ.Бар йолаларҙы ла донъяуи закондарға ярашлы үтәрбеҙ, шул етер. ЗАГС-та яҙылырбыҙ, балабыҙ булһа, метрика алырбыҙ.
- Йәшһең шул әле, мәңгелек йорт та йыраҡ кеүек. Мөхәббәтте идеаллаштырып ҡарайһың. Ә тормош үҙенсә бөгә. Атайыңдың ике туған ҡустыһыФәрхәт ағайың да, ана, башта шулай уйлай ине, ә балалары тыуыу менән суҡындырып, муйынына тәре тағып ҡуйҙылар. Үҫкәс үҙҙәре ниндәй дин ҡабул итеүҙе хәл итер, бәлки атеист булырҙар, тип әйтеп ҡарауына ла төкөрөп тә бирмәнеләр. Исемде лә үҙҙәренекенсә ҡуштылар. Ҡыҙҙары әсәләренең туғандарын ғына һанлай. Ә ағайыңдың туғандарынкүрергә лә теләмәй, хатта үҙенә кәмһетеп ҡарайҙар. Атай түгел, орлоҡ доноры ғына булып йәшәп ятыуға ризалашмай, айырылышып ҡуйҙылар.
- Борсолма, әсәй, Коля ундай түгел.
Әлегә татыу ғына йәшәйҙәр, бында ейәндәрен суҡындырыу тураһында һүҙ сыҡманы ла, тик Биләрәт бит ул... Унда ҡәҙимдән хәлдәр икенсе.
Нисек булһа ла, ниндәй дин һайлаһалар ҙа, исмаһам, Аллаһ ҡанундарына ярашлы йәшәһен инде, ә улар нәсраниҙарҙа ла, мосолмандарҙа ла оҡшаш, тип үҙен йыуатҡан була.
- Ситтә йөрөгәс, шулай була инде, гонаһы беҙҙең өҫтә, - тип көрһөнгәйне Янтимере. - Ҡыҙың булһа ирҙә булһын, ирҙә булмаһа гүрҙә булһын ти торғайны ла олатайым. Үҙебеҙҙеке осрар тип көткәнсе, ултырып та ҡалыуы бар. Осраһа... Оҡшаған ғынаһы табыламы һуң әле – башы килһә, арты килмәй, арты килһә - башы килмәй.
Коля Файзаны һоратырға килгәндә индебер аҙ күнгәйне, барам тигәс барһын, тик үҙе йығылған иламаҫ икәнен дә онотмаһын.Егет асыҡ йөҙлө, бөхтә кейенгән, тәрбиәле ғаиләлә үҫкәне һынсыл уҡытыусы күҙенән ысҡынманы. Таныш ҡала, таныш урындар, йәшлек иҫтәлектәре, һүҙҙәре берегеп китте. Күҙ теймәһен, әлегә барыһы ла шөкөр тиерлек, ике малайҙары үҫеп килә, етеш йәшәйҙәр. Файза өсөн өлтөрәп кенә тора, үзбәксә лә һупалағанға күрә, башҡортсаны ла аңлай, һүҙҙәрҙе эләктереп кенә ала. Ҡоҙағый һуғышҡа тиклем үк Фәрғәнәгә килеп урынлашҡан булған, ул да урыҫ телен уҡытҡан, пенсияға сыҡҡан инде. Ҡалала уҡыусылары күп, бик абруйлы, ишетеүенсә. Ул-был сыға ҡалһа, шуларға инде өмөт.
Ер шарының алтынан бер өлөшөн үҙенә күҙ төбәтеп тотҡан рубин Ҡыҙыл йондоҙ аҫтында ултырған хакимиәттең дилбегәне бушата башлағанын тойоп, элек шаҡарып ауыҙлыҡлап тотолған көстәр тыуҙырған шауҡымлы елдәр уҫалыраҡ иҫә бара, ай-һай, тотош ут эсендә ҡалып ҡуйылмағайы.
Бер-ике аҙнананФайза ҡәйнәһенең Белоретҡа, туғандары янына ҡайтып киткәнен хәбәр итте. Беҙ ҙә өйҙө һатып алыусы эҙләйбеҙ, бында милләт-ара айҡашыу бара тип, ҡурҡынған тауыш менән хәлде әшкәртте. Баҙарҙа месхет төрөгө үзбәк ҡатыны менән талаша башлап, бер сеүәтә еләген бәреп осорған. Милләттәшен яҡлашып, шундағы ирҙәр теге месхетлене дөмбәҫләгәндәр ҙә, башҡа милләттәштәрен дә эҙәрлекләй башлағандар, ти.
- Беҙгә лә тотонорҙар ул, әсәй, ҡапҡа ярығынан ҡарамай, урамға ла сыҡмайбыҙ хәҙер, эш олоға китеп бара. Ташлаҡ ҡасабаһында үлтереш тә булған, Сурхепта өйҙәрен яндырғандар, ти. Месхеттарҙы күсереп алып китә башланылар, булдыра алғаны үҙе ҡаса. Уларҙың өйҙәрен һатып алыусы юҡ, үзбәктәр биләй ҙә ала. Һатыуға ҡуйылған йорттарҙың хаҡы ныҡ төштө. Юлға етерлек кенә булһа ла аҡса сығара алһаҡ ине.
Ҡаршыла сағыштырмаса һил дә, Файзаһы өсөн ут йотоп, төндәрен йоҡламай сыға. Хәйер, бында ла Рәсәй яғына тәртә ҡайыра башлаусылар күренгеләй инде. Гөлйыһан апалары башта улдарын Ленинградҡа уҡытырға ебәргәйне, арттарынан үҙе лә ауылына ҡайтты ла китте. Милләттәр араһын юрый боларталар, хәйерле булһын инде, Рәсәйҙә лә шул хәл китә күрмәһен тип бик борсола ине ул.
Июль уртаһында Файзанан Рәсәйгә ҡайтып китеүҙәре тураһында ҡыҫҡа ғына телеграмма килде. Өйҙәрен һата алғандармы-юҡмы, хәбәр итмәгәндәр.
Янтимере эшенән ҡайтҡас, телеграмманы күрһәтеп:
- Әллә беҙ ҙә ыңғайлайыҡмы икән улар артынан? – тип хәүефләнеп күҙҙәренә ҡараны. – Ул погромдар беҙгә лә килеп етеүе бар. Әле арыуыраҡ хаҡҡа бәлки өйҙө һата алырбыҙ.
- Фәғиләбеҙ бында яҡлауһыҙ ҡала бит. Русланыбыҙ хеҙмәт итеп ҡайтһын әле, күҙ күрер. Беҙҙә Фәрғәнә түгел, халыҡ тынысыраҡ. Ислам Кәримов бында эшләп китте ләһә, ул бола сығыуға юл ҡуймаҫ, арҡалаштары күп.
Ысынлап та, Үзбәкстандың тәүге Президенты өс йыл уларҙа өлкә комитеттың беренсе секретары булып эшләп китеүе әле бер, әле икенсе урында бола сығып торғанда тотороҡлоҡ һаҡлап ҡалырға ярҙам итте ахыры.
... Файзаларҙан яңы хәбәр килеп етеште. Ҡәйнәһен ихтирам иткән уҡыусылары ярҙамындаөйҙәрен һата алғандар, тик бик арзанға. Ярай, бер ниһеҙ ташлап ҡайтҡан ише түгел әле, тип шөкөр иттеләр. Өфөлә ул хаҡҡа фатир һатып алып булмаҫ тип, ҡәйнәһе янына, Белоретҡа барып урынлашҡандар. Ул үҙенең “ҡара көн”гә тип һаҡлаған аҡсаһына бер бүлмәле генә “хрущевка” алған булған, әлегә бишәүләп шунда көн итәләр. Уны һатып, үҙҙәренең аҡсаһын ҡушып, яҡшы йорт һатып алырға йыйыналар икән, бер нисә вариант тапҡандар.“Вадим менән Эдуард урамдан да ҡайтып инмәй, дуҫтар таптылар, көн дә Иҙелгә һыу төшөргә йөрөйҙәр”, - тигән.
Насибәһенең ғаиләһе ҡәйнәһенең ныҡышыуына ҡаршы тора алмай Израилгә, Хайфаға юлланды. Ейәндәрен һуңғы тапҡыр күргәндәй һөйә-һөйә, Янтимер кире һуғып ҡарағайны ла, ҡоҙағый булғаны:
- Ҡыҙыңды ҡыҙғанһаң, алып ҡал, улыма үҙебеҙҙеке табылыр, - тип кенә ауыҙын яптырҙы.
Уларҙа әсә һүҙе –ҡануниәттең үҙе, кейәү генәһе өнөн дә сығарманы. Янтимер ҙә ғәрсел, уның һүҙҙәренән ялҡыны бөркөлөп ҡайтып ингәйне лә, Гөләмзә тиҙ һыуындырҙы:
- Ҡыҙың энәгә һапланған инде, энә ҡайҙа – ебе шунда.
- Үҙебеҙҙеке табылыр, тип тора бит әле, беҙҙекен әҙәмгә һанамай. Кейәү ҙә тора уны яҡлап бер ни өндәшмәй.
- Үҙҙәре беләлер әле, ҡыҙма, кейәү әсәһенә ҡаршы өндәшмәй инде, уларҙа әсә - батшабикә. Бына Насибәбеҙ ҙә үҙ балаларына шулай булыр, иншә Аллаһ.
Йылға яҡын ваҡыт уҙғас яҙған хатындаҡыҙы: “Мин телде тиҙ үҙләштерҙем, эшкә урынлаштым инде, балалар ҙа ап-арыу уҡ һупалай башланы, ә Давидҡа туған теле булһа ла иврит ауыр бирелә”, - тип хәбәр итте. Тормоштарынан ҡәнәғәт кеүек ине былай. Мәгәр ейәнсәре мәктәп тамамлауына әрмегә алыуҙарынан ҡурсып, Канадаға күсте лә киттеләр...