+24 °С
Ямғыр
Әҙәби балҡыш
8 Март 2025, 15:00

АНТОНОВКА ЕҪЕ. ГӨЛӘМЗӘ. Икенсе өлөш. Өсөнсө бүлексә.

Гөләмзәнең әсәһенә лә, әхирәтенеке кеүек үк, оҙон ғүмер юлдары үтергә яҙманы. Һары ауырыуы асылып, бер нисә көн генә үтеүгә  вафат булып ҡалғас, ерләргә лә ҡайтып өлгөрмәне, шулай тиҙ китеп барыр тип уйламағандар. Телеграмманы алыу менән юлға сыҡһа ла ер аяғы-ер башындағы Осиновкаға барып етеүгә дүрт-биш көн китер ине. Ҡайғыһынан Гөләмзә үҙе һарыға һабыша яҙҙы. Ғәйнулла ағаһына сыҡҡас, атаһына хыянат һымаҡ күреп, теңкәһен әҙ ҡырҡманы ул әсәһенең. Теге саҡ яңылыштан ғына ағаһы менән еңгәһенең һөйләшкәнен ишетеп ҡалыу менән үк бер ғәйепһеҙ әсәһенә тиҫкәре-миҫкәре яуап биреп, ҡушҡанын үтәмәй, холоҡһоҙланып, ене сыға башлағайны.

АНТОНОВКА ЕҪЕ. ГӨЛӘМЗӘ. Икенсе өлөш. Өсөнсө бүлексә.АНТОНОВКА ЕҪЕ. ГӨЛӘМЗӘ. Икенсе өлөш. Өсөнсө бүлексә.
АНТОНОВКА ЕҪЕ. ГӨЛӘМЗӘ. Икенсе өлөш. Өсөнсө бүлексә.

Янтимер менән Гөләмзәнең яҙыу өҫтәлендә инде һәр  даим урыҫ теленән генә түгел, Европаның башҡа телдәренән тәржемәләр биргән  "Муштум", "Инкилоб"", "Маориф ва укитувчи", "Ер юзи", "Аланга" баҫмалары ята. Милли мәктәптә урыҫ әҙәбиәтен уҡытыу алымдарының “алтын асҡысы”н улай ҙа, былай ҙа һынап ҡарап, үҙҙәре тапты, сөнки системаһы булдырылмағайны, бары нигеҙҙәре генә барлыҡҡа килеү өҫтөндә ине. Тәү тапҡыр еңел генә итеп “йоҙаҡ”ты асып ебәргәне Гөләмзәнең һаман әле иҫендә.

Пушкиндың “Һәйкәл” тигән шиғыры буйынса дәрескә  Гөләмзә уны үзбәк шағиры Миртемир тәржемәһендә ятлап килгәйне:

Ҳайкал қўйдим ўзимга муҳташам ва улуғвор,
Халқ қадами узилмас замонлар ўтур гарчанд.
У мағрур қад кўтарди тавозе билмай зинҳор,
Александр қуббасидан ҳам баланд.

Балалар шаҡ ҡатып тыңлағанда класта себен осҡаны ла ишетелерлек ине.

- “Я памятник себе воздвиг нерукотворный”  тигән шағир.Был һөйләмде нисек аңлайһығыҙ? – тигән һорауына  бер уҡыусыһы:
- Ҡул менән эшләнмәгән һәйкәл , - тип тәржемә итеп бирҙе.

Артабан класс менән йәнле әңгәмә башланды:

- Һәйкәл, ғөмүмән, ни өсөн ҡуйыла?

- Кешеләр уны күреп, иҫкә төшөрһөн өсөн.

- Ә беҙ шағирҙы ҡасан иҫкә төшөрәбеҙ?

- Әкиәттәрен, шиғырҙарын уҡығанда.

-Тимәк, ниндәй һәйкәл ҡалдырған инде ул?

- Әҫәрҙәр яҙып. Ул үҙенең әҫәрҙәрен һәйкәл тигән.

Балалар йәнләнеп китте, һәр береһе әйтеп ҡалырға тырышты:

 - Уларҙы беҙ һәр ерҙә таба алабыҙ. Хатта үзбәксә лә уҡый алабыҙ, шуға күрә үҙе бер башҡа ҡомартҡы, - тип ябай ғына итеп тәфсирләп биреүҙәренә лә башта үзбәксә ишетеүҙәре ярҙам итте, әлбиттә.

Күңел һалып әҙерләнгәнгә күрә, туған телдәренә күрһәтелгән ихтирамды ла күреп, урыҫ теле менән әҙәбиәте дәрестәрен уҡыусылары көтөп ала ине.

Улар килгәнсе махсус белеме булмаған урыҫ кешеһе уҡытып йөрөгән икән. Һөйләшә белгәс, ярай тигәндәрҙер инде. Ни саранан – бисара, ул саҡта хатта шул ғынаға ла бары менән байрам тип ҡарарға мәжбүр булғандар. Үҙенә күрә түгел, уҡытыусылар бүлмәһендә эре генә һөйләшеп ултырған була әле ул. Башта Гөлйыһан менән Гөләмзәнең бер ситкә китеп,  шым ғына ниҙер һөйләшкәнен ишетеп:

- Бескультурье! – тип екереп ебәргән булды. – Коллективта бөтәһе лә аңлаған телдә һөйләшергә кәрәк.

Был юлы ҡатындар яуап бирмәй ҡалды. Дөрөҫөн әйткәндә, Гөлйыһан апа урыҫ телен икмәк-тоҙлоҡ ҡына белә, бик теләһәләр ҙә, был телдә әңгәмәләшә алмаҫтар ине. Өлкән йәштәге уҡытыусыларҙың да байтағының был йәһәттән белеме бесәй төкөрөгөндәй генә.

Бер көн теге “мәҙәниәтле” бәндә  уҡыусыларын хатта “бараны” тип тә һалдырғас, Гөләмзә “һеҙ”ләп тә тормай тоҡанды ла китте:

- Бәлки үҙең һарыҡтыр? Биш йыл уҡытҡан булып йөрөгәнһең, ә үҙең үзбәксә һөйләшергә лә өйрәнә алмағанһың. Етмәһә, бөтәһе лә аңлаған телдә һөйләшегеҙ, тип екеренәһең. Бөтәһе лә бер һиңә яраҡлашырға тейешме ни?

ФЗУ-ла сағында уҡ “апайка” тигәнгә янъял күтәргән ҡыҙ ине бит әле.

Тегеһе, үҙе әйтмешләй, “нацменка”нан көтмәгәндер инде, ҡыҙарып-буҙарып китте, шунан теш араһынан ғына:
- Зачем мне их никому ненужный язык, - тип ыҫылданы.

- За тем, что каждый язык имеет свою  историю, свою ценность для человечества, заслуживает уважения. Тем более узбекская литература! Она имеет древнейшие корни, великолепных поэтов!

Теге мыҫҡыллы итеп ауыҙын кәүшәйтте, әммә өндәшмәне. Акцентһыҙ, саф урыҫ телендә һөйләшкән, етмәһә, нигеҙле итеп ҡыйыу яуап бирә белгән нацменканы тәүләп күреүе ине ахыры. Был һүҙҙе ул йыш ҡулланһа ла, ихтимал, ысын мәғәнәһен үҙе лә белмәгәндер әле. Һуғыштан һуң бер “аҡыллы башы”  «национальные меньшинства» тигәндән ҡыҫҡартып килтереп сығарған ҡушамат.

Тиҙҙән ҡупырыш үҙ теләге менән мәктәптән китте. Баҡһаң, хатта урта белеме лә булмаған “уҡытыусы” йоратының.

Тап ошондай тар маңлайлы тәкәбберҙәр ҙә сәбәпсе булды, дөрөҫөн әйткәндә, алда килеп сығасаҡ Наманган ваҡиғаларында. Шеш тулып һытылды. Атта ла, тәртәлә лә бар ине.

 

3-сө бүлек

Гөләмзәнең әсәһенә лә, әхирәтенеке кеүек үк, оҙон ғүмер юлдары үтергә яҙманы. Һары ауырыуы асылып, бер нисә көн генә үтеүгә  вафат булып ҡалғас, ерләргә лә ҡайтып өлгөрмәне, шулай тиҙ китеп барыр тип уйламағандар. Телеграмманы алыу менән юлға сыҡһа ла ер аяғы-ер башындағы Осиновкаға барып етеүгә дүрт-биш көн китер ине. Ҡайғыһынан Гөләмзә үҙе һарыға һабыша яҙҙы. Ғәйнулла ағаһына сыҡҡас, атаһына хыянат һымаҡ күреп, теңкәһен әҙ ҡырҡманы ул әсәһенең. Теге саҡ яңылыштан ғына ағаһы менән еңгәһенең һөйләшкәнен ишетеп ҡалыу менән үк бер ғәйепһеҙ әсәһенә тиҫкәре-миҫкәре яуап биреп, ҡушҡанын үтәмәй, холоҡһоҙланып, ене сыға башлағайны.

Иркен генә өйҙәренең эсендә ҡарағас таҡта менән бүленгән түрбаш; төп яҡта - ҡыҙ бирнәһе булып килгән семәрле-биҙәкле  бурлат киндер   шаршау тотолған  һике, ҡара сатинды ҡайып сигеп кейеҙгә тегелгән балаҫ менән биҙәлгән был мөйөш - атаһы менән әсәһенең йоҡо урыны. Балалар

урам яҡ ҡабырғаға терәтеп, имән таҡтанан һалынған, аҫтына әрмәк-балаҫ туҡыу ҡорамалдары тығып ҡуйылған ҙурырағында йоҡлап йөрөй. Һике - ямғырлы көндәрҙә, ҡышҡы бурандарҙа бәләкәстәрҙең уйын майҙансығы ла, концерт ҡуя торған сәхнәһе лә, уҡыу “залы” ла, кис ултыра килгәндәрҙең табын ҡорор урыны ла.  Уның өҫтөндә әсәһе туҙған кейемдәрҙе таҫмалап йыртып, ябай ғына биҙәктәр һалып һуҡҡан әрмәк; уң яҡ мөйөшөндә ситтәренә ҡалай семәр ҡағылған йоҙаҡлы ҙур ғына һандыҡ , ул сатрашлап сигелгән яҫы ҡыҙыл тартҡы менән эләктереп, таҫлап һалынған кейеҙҙе, яҫтыҡ-мендәрҙәрҙе йыйып ҡуйыуға ла хеҙмәт итә.

 Шаршау Гөләмзә иҫ белгәне бирле уңмай ҙа, туҙмай ҙа, башҡаға урын бирергә уйламай ҙа.
Ағаһы әсәһенә өйләнһә, шул шаршау артына инеп ята була лаһа. Гөләмзә быны күҙ алдына килтерергә лә теләмәй, атаһының урыны – изге, унда башҡа бер кемдең дә ятырға хаҡы юҡ. Хатта уның бер туған ҡустыһының да! Әсәһенә шулай тип сатнатып әйтеп тә бирҙе.  Ағаһына ла был һүҙ барып еткәндер, никахланыр алдынан шаршауға терәтеп семәрле  арҡалы тимер карауат килеп ултырҙы. Ике ҡатынында алмашлап берәр аҙналап йәшәгәнендә уның шаршау эсенә инеп йоҡлағанын күрмәне ҡыҙғансыҡ ҡыҙ.

Ағаһы теге өйөндә йөрөгәндә төндә әсәһенең һығылып ҡына илап ятҡаны ла ҡолағына яғылып ҡалғайны. Йәлләмәне, хатта үсәп, ҡәнәғәтлек кисерҙе – шул кәрәк һиңә атайыма хыянатың өсөн!

Етенсене яҡшы билдәләргә генә тамамлағас, таныҡлыҡ алып, йыйылыштан ҡайтып барғанда әсәһе менән ауыр ғына һөйләшеү булып алды:

- Артабан уҡыу түләүле, балам, дауам итә алмаҫһың инде. Балалар пособиеһына ғына йәшәйбеҙ бит.

 Уңышына һөйөнөп әле күктәрҙә осоп йөрөгән ҡыҙ ергә шап итеп  килеп төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды: нисек инде уҡырға бармай, муйынына ошо йәшенән колхоз ҡамыты кейергә тейешме? Үҙе тиҙ үк әмәлен табыу юлын эҙләй ҙә башланы:

-Йәйгеһен колхозда эшләп, еләк һатып аҡса йыя алам даһа.

- Колхоз аҡса түләмәй бит ул балам, трудоденгә килгән тиклем генә иген бирә. Нормаң тулһа әле. Йәнә уңыш булһа. Еләк йыйған аҡса менән генә уҡыуға ла түләп, өҫтөңә алыуға ла еткереп булмаҫ. 

Илап ҡайтып килгән Гөләмзәне игеҙәк ҡустыларын эйәртеп, ҡойма тышынан кәртәләп алынған бәрәңге баҡсаһы рәшәткәләрен һыңар ҡуллап ҡына йүнәтеп йөрөгән Ғәйнулла ағаһы күреп ҡалды. Әсәһенә өйләнгәне бирле ҡыҙыҡай кәзәһе төкөп,  уның менән йүнләп һөйләшмәй ҙә, ике хыянатсы итеп ҡарай ине.

- Нимә булды, ҡыҙым? – тип йомшаҡ ҡына өндәшкәс, боролоп ҡарамай ҙа, йүгереп ҡапҡа эсенә  йомолдо.

Һикегә ауып, туҡтамай һулҡылдап ята торғас,  йоҡлап киткән. Күҙен асҡанда янында әсәһе ултыра ине. Күңелһеҙ уйҙарға батып, ҡарашын иҙәнгә төбәгән, эштән бушай белмәгән ҡулдарын тубығына һалған. Иҫке генә яулығы аҫтынан иртә салланған толомдарындағы сәсмәүе күренә. Нисәмә йыл өҫтөнән һалмаған күкрәксененең хатта арҡаһы ла күҙгә ташланмаҫлыҡ итеп, оҫта ғына итеп ямап ҡуйылған. Күлдәк еңе лә ыҙраған икән. Тәүге тапҡыр әсәһен йәлләү тойғоһо уянды Гөләмзәлә.  Ә ул уҡыуына аҡса таптырған була. Ҡыҙы урынынан тора башлағас, һиҫкәнеп китеп, уның яғына боролдо ла, тегеһе йәнә йүгереп сығып китер тип ҡурҡҡандай, шәп-шәп кенә әйтә һалды:

- Ағайың, уҡыһын, үҙем түләрмен тип әйтте.

Ҡыҙ көтөлмәгән һүҙҙәрҙән башта албырғап ҡалды, шунан әсәһенә һыйынып, яңынан йәшкә мансылды.

- Рәхмәт, әсәй, кәрәкмәҫ, мин һауынсы булып барам, - ул дүртенсе кластан уҡ ферма малдарын тәрбиәләшеп йөрөй ине инде.

Хәлиҙә ҡосағындағы ҡыҙының арҡаһынан һыйпай-һыйпай, ниһайәт, үҙен дә, уны ла ҡурсыулы тойоп, аралағы боҙ ирей башлағанына һөйөнөп, тыны иркенәйеп китте.

-Юҡ инде балам, ағайың ныҡлы итеп әйтте, уҡыуға шәп, кеше итәйек, тине.

Калхуз эше ҡасмаҫ ул, ары уҡый алмаһаң да, еңелерәк эшкә төшөрһөң.

   Ана шулайтып ул заманда һирәктәргә тәтегән урта мәктәпте тамамланы ҡыҙ.

Ата-әсәләр йыйылышында бер уҡытыусы уның тураһында, башҡорт булһа ла, бөтәһенән дә яҡшыраҡ уҡый, тигәнен ишетеп, бик ғәрләнгәйне лә. Башҡорт балаһы аңралыҡтан түгел, телде яҡшы белмәгәнлектән генә башта ҡалыша, аҙаҡ белемде бына тигән итеп үҙләштерә икәнлеген ул ФЗУ-ға барыу менән күрҙе инде.

...Әсәһенән үҫмер сағындағы ҡаты бәғерлелеге өсөн ғәфү үтенеп тә, бәхиллек алып та өлгөрмәненә бигерәк көйөндө Гөләмзә. Нисә йыл инде ауылды күрмәгәненә... Практика осоронда рөхсәт булманы, тормошҡа сыҡҡас, Ташкенттан да арыраҡ эшкә сығып китте.  Ситтән тороп институт тамамланы. Юлға аҡса ла еткереп алырға кәрәк бит әле –бер-бер артлы өс ҡыҙҙарын ҡулына алды,  унан өй һалдылар. Бәләкәй балалар менән алыҫ юлға йөрөүе лә! Ҡустыларын  Ғәйнулла ағаһы етем итмәне былай, ситкә ҡаҡманы, игеҙәктәрен һигеҙенсе класты тамамлағандарында эйәртеп бер килеп киткәйне,  шунан бирле телефон аша ғына һөйләшкеләп торҙолар. Уныһы ла әле телефонистка аша, эләкһәң - эләгәһең, эләкмәһәң  икенсе юлға ҡала.  

...Ауыл яғынан килгән хаттар йыш ҡына бер самараҡ йөкмәткеле, уҡымай ҙа билдәле кеүек: фәлән-фәлән-фәләндәрҙән  күптин-күп, суҡтин-суҡ сәләм әйтеүҙән башлана ла,  йәй булһа – бесән эшләү, себеш-бәпкә  аҫрау, баҡса мәшәҡәттәре, бал булғанмы-юҡмы; көҙ булһа – уңышты йыйып алыу, унан ҡала - һарыҡ ҡырҡыу, трудоденгә тәтегән өлөш, һуғым һуйыу;  ҡышҡа ингәс – яландан  бесән алып ҡайтыу, һыйыр быҙаулауы; яҙ етәрәк – бесән етәме-юҡмы, йыла ташыу, боҙ китеү, йәнә һарыҡ ҡырҡыу  кеүек көнкүреш, донъя көтөү, колхоз  хәбәрҙәре.

Бына инде етди сәләмдәргә лә сират етте – үҙенә етәге ҡустыһы Хөсәйенде әрмегә алғандар! Улай-былай ғына хеҙмәткә түгел– Төньяҡ флотҡа! Козырекһыҙ кепка, тельняшка кейеп, иптәштәре менән төшкән фотоһын алғас, апаһы бер аҙ танымай ҙа торҙо – упсым сибәр, күрмәлекле егет булып үҫеп киткән икән дә – бүтәндәрҙән бер башҡа оҙон булып баҫып торасы. Ул да үҙенә оҡшап мыҡты кәүҙәле, зәңгәр күҙле, “әрүл”деке кеүек үк булмаһа ла,  көмрөрәк танаулы. Бескозырка ситтәренән һары бөҙрә сәсе себен тайырлыҡ итеп ҡырып ҡуйылғаны күренә.  Аһ, ҡыҙҙарҙың йөрәген яндыра инде был, тип уйлап ҡуйҙы, күҙ генә теймәһен үҙенә.

Армияға алыныу ул заманда үҙе бер ҡыуаныслы ваҡиға була торғайны – тимәк, тәне сәләмәт, зиһене лә теүәл, бынан тыш ер күреп, берәй һөнәргә өйрәнеп ҡайта. Һалдат һурпаһы эсмәгән егеттәргә ҡыҙҙар ҙа шикләнеп ҡарай ине бит, тимәк, ниндәйҙер кәмселеге бар, шөрөбө бушаҡ. Урыҫ телен белмәй киткән ауыл малайҙары һәүетемсә һупаларға өйрәнеп алғас, маһайып, өйҙәгеләргә урыҫса яҙып та маташа әле.

Бүлмәләш, үҙенең урыҫсаһы самалы бер ҡыҙға ла ауылдашынан шундай хат килгәйне, бәлки аңлап етмәйемдер, тип, Гөләмзәгә тәржемә итергә бирҙе.  Кәмит өсөн юрый уйлап сығарһаң да шул тиклем эс ҡатырғыс булмаҫ хатының аҙағын: эсли урысса уҡый билмасаң, син кишига бирады, киши уҡый бирады, тип тамамлап ҡуйған. Башҡорт телен онотҡан, йәнәһе!  “Жалаю тибе домитса” тигән “йомағын” бер аҙ сисә алмай  ултырҙы әле Гөләмзә лә, шунан башына барып етте: һиңә өйләнергә теләйем тип тәҡдим яһап ҡуйған даһа! Үҙе рөхсәт биргәс ни, хатын ҡысҡырып уҡып, йығылып ятып көлдөләр.

Бер нисә йылдан, аяҙ көндә йәшен һуҡҡан кеүек, атай урынына ҡалған ағаһы хәл өҫтөндә тип телеграмма килгәс, иртәгәһенә үк Өфөгә осто. Баҡһаң, теге мәлдә ыҙа сигә-сигә нисәмә көн юғалтҡан юл башҡаланан  хәҙер дүрт сәғәтлек кенә булып ҡалған, такси тотоп, барып та етте. Ерләүселәр зыяраттан ҡайтып килә ине инде. Урыҫтар менән бер үк зыяратҡа ерләйҙәр икән, тик кәртәнең бер осон хәҙер ауылда байтаҡ күбәйеп киткән башҡорт-татарға тип ҡалдырғандар.

Еңгәһе олоғайып киткән, көндәшенең ҡыҙын да көндәш күрептер, ауылдан сығып киткәнендә йөҙөнөң һөрөмө ҡойолоп тороп ҡалғайны,  әле ҡосаҡлап алып, илап ебәрҙе:

- Ағайың һине ныҡ көттө бит, ниңә генә элегерәк ҡайтманың !?

Муллаһы ла юҡ бит әле, урыҫ ауылында түгел, мосолмандар йәшәгәндәрендә лә шәм ҡабыҙып эҙләп тә табып булмай;  теге саҡ әсәһе менән ағаһына никах уҡыған дуҫы үҙе белгәнсә өсөн үткәреште, етеһенә лә килермен тип ҡайтып китте. Йыназала ҡатнашыусылар таралып бөткәс,  еңгәһе иренең бәхилләшеү хатын тотторҙо. Килеп өлгөрмәһә, бирерһегеҙ тип, әйтер һүҙҙәрен яҙып ҡалдырған икән:

 ”Һеңлем, һин хәҙер затыбыҙҙы дауам итеүсе балаларҙың иң өлкәне булып, минең дауамым булып ҡалаһың. Һиңә рәхмәт, хыялымды тормошҡа ашырҙың – вуз бөтөп сыҡтың. Һиңә ҡарап ҡустыларың өлгө ала. Кәрәге сыҡһа, ярҙамыңдан, кәңәшеңдән ташлама. Улар ҙа ҡәҙереңде белер тип ышанам.

 Һин сәүит тәрбиәһе алған бала, әммә хәҙер бер аҙ донъя күрҙең инде, динде һанлай башлағанһыңдыр тип уйлайым. Әсәйеңде икенсе ҡатынлыҡҡа алырға булғас, көйөнгәнең дә иҫемдә, һиндә бит балаларса максимализм көслө ине. Хикмәт эҙләгәндән, законды һанламағандан түгел,  ағайым алдында бурысымды үтәп,  өйләндем мин әсәйеңә. Атайыңды һуғышҡа минән алда алдылар, хушлашҡанда: “Бер-бер ятып ҡалһам, еңгәңә лә өйлән, сит-яттарға ебәрмә, балаларыма атай бул”, -тине. Шул вәғәҙәмде үтәнем. Ҡустыларыңа ла шуны аңлат, кәңәшсе бул, юғиһә мин шулай итте тип, яңылышып китеүҙәре лә ихтимал.

Тормош үҙгәреп тора, гел көн булмай, төнө лә тигеҙ килә. Донъя хәлдәре әллә нисек булып китеүе  мөмкин. Еңгәңә яңғыҙына ауыр булыр. Йыраҡ йәшәһәгеҙ ҙә хәл белешеп, күрешеп йәшәгеҙ. Береккән көтөүҙе бүре алмай.

Бәхил бул, һеңлем.”

Хат та сатай-ботай һүҙҙәрҙән тора, хәл өҫтөндә ятҡанда яҙған бит, Гөлмәзәнең дә күҙ йәштәре аша хәрефтәр һикерешә, томанланып китә. Ҡайтып йөрөмәнең тип ситләтеп кенә үпкә белдереүе лә һиҙелә. Үҫмер саҡтағы холоҡһоҙлоғо өсөн унан да ғәфү үтенеп өлгөрмәне.  Бәхил бул, ағаҡайым, атайымды алмаштырған ағаҡайым, һин түләп урта белемле итмәһәң, ФЗУ-ға уҡырға барып, паспорт ал, тип өйрәтмәһәң, ауылда һүнеп ҡалған булыр инем, тип бышылданы ирендәре.

Заттың иң олоһо булып хәҙер үҙе ҡалыуын аңлау саҡ аңына барып етте. Ни тиклем ҙур яуаплылыҡ ятты иңенә.

Ағаһының васыятына тоғро булырға тырышты Гөләмзә. Хөсәйендән һуң игеҙәк кинйәкәйҙәре бер-бер артлы хеҙмәт итеп ҡайтып, нефть институтына уҡырға инде. Уларға аҡса ебәреп торҙо. Ғәйнулла ағаһының ике улы ла ятып ҡалманы, коммерция юлын һайлап, ситтән тороп хатта ЗИСТ тип ҡыҫҡартыла торған Мәскәү совет сауҙаһы институтына уҡырға ингәндәр, райпола бүлек мөдирҙәре, ти. Ундай һөнәр һайлауҙарына ағаһынан бигерәк еңгәһе  тәрбиәһе сәбәпсе инде – уның алыпһатарлыҡ һәләте бар ине, күрше ауылдарҙа ваҡ-төйәк менән аҡса эшләп ҡайтып, “өсбөклән” тигән ҡушамат та тағылғайны заманында.

4-се бүлек

Хөсәйен дә армияла хеҙмәт итеп ҡайтты, командиры отставкаға сыҡҡан да, үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән бер нисә егетте үҙе менән Ҡаҙағстандағы Турғай далаларында асылып торған Соколов-Сарбай тимер рудаһы ятҡылыҡтарында яңы төҙөлә башлаған Рудный ҡалаһына эйәртеп алып киткән. Үҙе лә ауылға ҡайтҡыһы килмәгән ҡустыһы шатланып риза булған.

Бер йыл эшләгәс, ул отпускыһында апаһы янына ла ҡунаҡҡа килеп китте.

Әсәһен дә, Ғәйнулла ағаһын да юғалтҡас,  бер туған ҡустылары хеҙмәткә алынғас,  улар ауылдан бөтөнләй төңөлдө, ике туған ҡустылары менән хат аша ғына бәйләнеш тоталар. Тегеләр үҙ көнөн үҙе күрергә тырышып ята, яҡшы атай тәрбиәһе юҡҡа сыҡмай инде. Еңгәләре лә ярҙам-фәлән кәрәк тип яҙғаны юҡ.

- Әсәйем шундай ныҡ ғазапланып үлде, апый,  ауыҙынан туҡтамай аҡҡан күбектәрен мин йыйып торҙом бит, янына килеүсе лә булманы.  Ғәйнулла ағай Өфөгә эш менән киткәйне. Ул саҡтағы юлдарҙы үҙең беләһең дә, бер аҙнанан ғына әйләнеп ҡайтты,  әсәйем йән биргәйне инде.

- Һары ауырыуы йоғошло лаһа, нисек үҙеңә йоҡмаған?! – тип ҡустыһының ниндәй ҙур бәләгә юлығыуы ихтималлығын уйлап, хатта ҡулдары тирләп сыҡты ҡатындың. – Әлдә генә Аллаһы тәғәлә һаҡлаған.

-- Шунан ҡурҡып инмәне инде береһе лә янына. Еңгәм дә бәхилләшеп тә сыҡманы. Йоғошло гепатит булмаған ул, врач саҡыртҡайныҡ, анализ алып китте лә,  аҙаҡтан үте бауырын сереткән тип аңлатты.  Дөрөҫ аңланыммы икән, бик иҫтә ҡалманы. Үҫмер генә инем бит әле. Тик йоғошло булмағаны ныҡ хәтерҙә ҡалды.

Хөсәйендең күҙҙәренә йәш эркелдее. Әммә тиҙ генә үҙен ҡулға алды.

- Бына Ғәйнулла ағайымды һуңғы юлға оҙата алманым. Беҙҙең ғаиләне ныҡ ҡараны ул, арҡалы булдыҡ. Бер кемдән дә йәберләттермәне, еңгәнән һүҙ тейҙертмәне, эшкә өйрәтте, ас-яланғас йөрөмәнек.

...Ҡаршы ҡалаһындағы дуҫтарына башҡорт йолаһы буйынса ҡунаҡ күрһәткәс, үҙҙәре лә тәртип-низамды боҙмай,  егетте ашҡа саҡырып алды. Мөһабәт кәүҙәле, сибәр  егеткә шул арала ла күҙ ташлап, хатта ҡыҙҙарын димләп  өлгөрөүселәр ҙә булды, әлбиттә.

- Туғаным, сит-ят яҡтарҙа йөрөйһөң, икенсе милләткә өйләнеп ҡуйырға тура килерме икән? – тип һүҙ башлап ҡуйҙы Гөләмзә бер көн. – Минең ике туған ҡәйнеш ана, әсәһенең “боронғолар ҡамышты - үҙ күлеңдән, кәләште үҙ ҡәүемеңдән ал, тип әйткәндәр”  тигән һүҙен тыңламай, башҡа милләттән алды ла, уныһы хәҙер “тюбетейка” тип кәмләргә генә тора.

Энекәше йылмайып ҡына ҡуйҙы:
- Апый, беҙҙә төрлө милләт ҡыҙҙары эшләй, беҙҙең яҡтарҙан килгәндәре лә бар, борсолма. Әҙерәк баш-күҙ алайым әле, шунан ҡарарбыҙ.

- Уларҙың төрлөһө булыр ул, туғаным, берәй йылан аяғы ҡырҡҡаны әүрәтеп ҡуймаһын тигәндән инде. Һин бит үтә лә саф күңелле, намыҫлы егет, ҡыҙҙар менән йөрөп шышылмағанһың. Йүнһеҙенә ышанып, абынып ҡуйма.

Ҡустыһының күңелен ҡырмайым тип, күлдәгең менән бер ҡатһың, тип кенә әйтмәне инде.

- Юҡҡа борсолаһың, апый, үҙебеҙҙең яҡтыҡыларҙы ҡарармын,  беҙҙекеләр ундай түгел инде.

Ҡайтҡас ике йыл тирәһе йыш ҡына яҙып торҙо ла, юғалды. Фатирға инеп йәшәйем, әле үҙемдеке юҡ, тип ҡалдырған адресына артабанғы йыл ярым эсендә яҙылған хаттар, адресат унда йәшәмәй, тип кире ҡайтарылды. Бер-бер хәл булһа, моғайын, эшенән  уларға йә игеҙәктәргә хәбәр итерҙәр ине, ул яҡтан шөбһәле хәбәрҙәр юҡ, шуныһына шөкөр. Гөләмзәнең түҙеме ҡалманы, элекке адресына “ошо фатирҙа йәшәгән кешегә” тип төбәп, үҙегеҙгәсә йәшәгән Хөсәйен  тигән кеше тураһында ниҙер белһәгеҙ, хәбәр итегеҙ, зинһар, тип яҙып һалды. Ике аҙна самаһы үткәс, яуап килеп төштө. Туғанығыҙ иҫән-һау, өйләнгән, уға фатир биргәндәр, тип яҙған таныш булмаған игелекле кеше. Абааа, хатта өйләнгән, фатир алған, ә өнө-тыны юҡ, ни булды был, тип бошаманға төштө Гөләмзә. 

Янтимере лә башта аптырап ҡалды, уйланып ултыра торғас,  көтмәгәндә:

- Әйҙә, барып табайыҡ әле беҙ уны, бәлки берәй бәләгә тарығандыр, - тип ҡуйҙы.

Ҡатынын да шундайыраҡ хәүефле уйҙар борсой башлағайны.

- Адресы юҡ бит, нисек табырбыҙ?

- Башта элекке фатирына барып, яуап яҙған кешегә рәхмәтебеҙҙе әйтәйек, моғайын, шул йортта бергә эшләгән кешеләр ҙә йәшәйҙер. Белешмә бюроһынан да мәғлүмәт алырға мөмкин, моғайын, ундай хеҙмәт барҙыр. Бик булмаһа, завод идаралығына барып эҙләрбеҙ.

Белешмә хеҙмәте тигәндән, ысынлап, совет заманында урамдарҙа "Белешмә бюроһы" тип яҙылған киоскыларҙа туған-тыумасаның, таныш-тоноштоң, хатта таныш булмаған кешенең адресын һорап белергә мөмкин ине. Шулай уҡ ҡала халҡының телефондары алфавит тәртибендә бирелгән  белешмәләр ҙә һатылыуын хәҙер күҙ алдына ла килтереп булмай.

Йәйге каникулда Ҡостанайға самолет менән  сыҡты ла киттеләр. Өлкә үҙәге менән Рудный араһы ла яҡын икән, илле саҡрымлап ҡына,  автобус менән барып төштөләр, ҡунаҡханаға урынлашып, Янтимер тәҡдим иткәнсә эҙләнеүҙәрен башлап ебәрҙеләр. Элекке фатирын барып табып, хат ебәргән ҡатынға күстәнәстәрен тапшырҙылар ҙа, уның ярҙамында күршеләренә йөрөп сыҡтылар, адресын белеүсе табылманы.

Завод идаралығына юл тоттолар һәм... ниндәй шатлыҡ – уның ҡапҡаһы алдындағы Почет таҡтаһында Хөсәйендең фотоһын күрҙеләр. Хәҙер инде үҙен табыуы ике тин бер аҡса булып ҡалды. Әлеге торлағы ҡала үҙәгендәрәк икән, кәрәкле урынға бик яйлы ғына барып сыҡтылар. Ишек артында Хөсәйен менән ниндәйҙер ҡатындың тауыштары ишетелә. Тыңлап тормаҫтан, зыңғырға баҫтылар.
Апаһы менән еҙнәһен күреп, ҡустыһы албырғап китте, тартынған кеүек ҡосаҡлашып күрешкәс, сисендереп, бәләкәй бала йоҡлап ятҡан бүлмәгә алып инде. Урта буйлы, һөйкөмлө генә йөҙлө, мәгәр  тәү ҡараштан уҡ Гөлмәзәнең күңелендә ниндәйҙер аңлайышһыҙ хәүеф төҫлөрәк хис уятҡан  ҡатын кухня менән зал араһында бөтөрөлгән булды, йәһәтләп өҫтәл әҙерләне. Ҡушаҡтарҙың аралары һалҡын кеүек тойолдо уға. Икәүләп балконға сығып, ниҙер мыңғырлашып та алдылар. Ҡунаҡтарҙы саҡырып ултыртҡас, килен тейеш кеше тиҙ генә йыйынып ҡайҙалыр сығып китте.
Башта һүҙҙәре берегеп китә алмай ҡыялдылар, Хөсәйен күҙҙәрен йәшереп бер булды. Шул саҡ залда бәпес илап ебәрҙе, Гөләмзә йәһәтләп шунда сыҡты, артынса уҡ ҡустыһы килеп етте лә, арбаны  тирбәлтә-тирбәлтә апаһының ҡолағына бышылданы:
- Апый, хәҙер Фәүриә алып ҡайтҡан баланы еҙнәмә уның әхирәтенеке тип әйт инде, йәме. Аҙаҡ бөтәһен дә аңлатырмын.

Көтөлмәгән һүҙҙән апаһы ҡойолоп төштө. Эх, алманың аҫылын ҡорт ашай шул... Сабыйға ымлап:
- Быныһы, исмаһам,  үҙеңдекеме һуң? – тип һораны.

- Быныһы минеке.

Әллә инде, һинекеме... Сабый туҡтамай илай башлағас, Гөләмзә ятҡан еренән генә уның еүешләнгән йүргәген сисеп, ваннаға алып инеп китте. Крандан һыуҙы ебәрҙе лә, малайҙың тәнен тикшерә башланы: йөҙө үҙҙәренә тартҡан кеүек, хәйер, бишектәге бишкә төрләнә, ти. Ҡул бармаҡтары, тырнаҡтарының рәүеше лә уларҙыҡына оҡшағандай, ҡупшы, оҙон ғына. Баланың осаһын йыуа башлағас, арҡаһында нәҡ ҡустыһыныҡы кеүек урында борсаҡ ҡуҙағына оҡшаған оҙонса ҡыҙыл миңде күрҙе лә, инәүе һалынған икән, тип инде тыныс күңел менән биләп, арбаһына илтеп ҡуйҙы. Аҫты ҡоротолоп, ауыҙына имеҙлек ҡаптырылғас, малай ҙа тынысланып йоҡлап китте. Кухняға сығып барғанда Янтимерҙең:

- Ҡәйнеш, тормошоң тотош үҙгәреп киткән икән, нишләп “иҫән-һаумын” тип кенә булһа ла сыймаҡлап, хат һалманың? – тигән һорауы ишетелде. 

Тегеһе ыҡ-мыҡ килде лә:

- Өйләнәм тип, фото һалып, яҙғайным бит, һеҙҙән яуап булманы. Шунан күсенгәндә адресығыҙҙы юғалттым, - тип яуапланы.

Ул саҡта почта бүлексәһе булмаған ауылдарҙан фото йә открытка араһына аҡса һалып ебәргеләйҙәр ине. Ундай хаттарҙың, ысынлап та, асылғыланғанын ишеткәне бар ине, шуға күрә еҙнәһе артабан төбәшеп торманы, ҡуйы итеп үҙенә һөтһөҙ сәй ҡойоп алды ла, ҡаршыһына килеп ултырған ҡатынына:

- Ҡәләм ал да, бынау һыуытҡыс эргәһенә адресыбыҙҙы аҡырайтып яҙып ҡуй, - тине. – Юғалмаҫлыҡ булһын, - шаярттымы, кинәйәләнеме, аңламаҫһың.

Үткәүел яғында аяҡ тауыштары  ишетелде. Фәүриә өс йәштәр самаһындағы малай эйәртеп килеп инде, уның  ҡунаҡтарҙан тартынған һымағыраҡ тотоуын һиҙҙе Гөләмзә. Янтимере балаларҙы  ярата инде, шунда уҡ:
- Оһоо, кем килде беҙгә ҡунаҡҡа, исемең кем, үҫкән егет? – тип һорау бирә һалды.

Тотлоға биреп, ҡатын яуап бирҙе:
- Әхирәтемдең улы, үҙен профилакторийға ебәргәйнеләр, беҙгә ҡалдырып торҙо. Тимур исемле.
Ҡайһылай ғына килештереп  алдап тора, битенә эт тиреһе ҡаплаған, тип һарыуы ҡайнаны Гөләмзәнең. Баланың әле теле йүнләп сыҡмаған, шуға ни бытылдағанын аңларлыҡ түгел, әммә әсәһенә  “апай” тип өндәшкәненә иғтибар итте. Һырт йөнө һырылған бының, алдан уйлап өйрәткән.

- Килен ҡайһы яҡтан була инде? Таныштыр, - тип гөрөлдәне еҙнәһе.

- Үҙебеҙҙең райондан, күрше ауылдан.

Гөләмзәнең ҡолағы ҡарп итеп ҡалды:

- Ҡайһыһынан?

Быныһына Фәүриә үҙе яуап бирергә ашыҡты:

- Күктауҙан.

Хөсәйендең уға һөҙөп кенә ҡарап ҡуйыуы апаһының күҙенән ысҡынманы. Күктауҙан икән Күктауҙан. Райондың арғы осондағы ауыл ул. Һис юғы нәҫел-нәсәбен белешергә кәрәк:

- Атай-әсәйең, туғандарың  кемдәр?

- Атай һуғышта ятып ҡалды, әсәйем менән генә, яңғыҙ үҫтем.

Шуның менән танышыу тамам булды. Дөрөҫөн әйткәндә, балаһы тураһында күҙ алдында алдап торғас, Гөләмзә уның бер һүҙенә лә ышанмай, төбәшкеһе лә килмәй ине.

Бергәләп ултырып тамаҡ туйҙырып алдылар ҙа, ҡунырға ҡунаҡханаға киттеләр: бәпес тә тынысһыҙыраҡ кеүек тойолдо, урын-ер ҙә еткелекле түгелгә оҡшаған. Хөсәйен уларҙы ҡалырға бик өгөтләмәне,  оҙатып ҡуйғанда аулаҡлап һөйләшергә форсат та тыуманы. Иртәгә эштән һорап ҡайтырмын да, ҡаланы ҡарап йөрөрбөҙ, тип хушлашты.

Һис тә генә күңеленә ятманы был килен тигәне. Ханзадалай һын-һыпаты, иплелеге менән энекәше бер тигән ҡыҙға өйләнер тип өмөтләнгәйне лә, аҫыл ҡош аяғынан эләгә шул, нисектәр генә һөрлөгөп ҡуйҙы икән һуң үҙенең эскерһеҙлеге менән... Мәшәү. Теге саҡ әйтеп тә ҡайтарғайны ла.

Ҡунаҡ көнө өс көн тип, йәнә бер көнгә ҡалырға ниәтләнеләр, иртәнсәк такси менән Ҡостанайға бара һалып, самолетҡа билет алып ҡайттылар. Еҙнәһе  аҡыллы кеше бит, Хөсәйендең хат яҙмауында адрес юғалтыу түгел, ниндәйҙер етди сәбәп булғанын күңеле һиҙенә. Ҡәйнеше ҡала күрһәтергә алып сыҡҡас, бер кафе янында туҡтатты ла:
- Һеҙ  ҡапҡыларға ала тороғоҙ, мин анау китап магазинына барып киләйем әле, - тип эре-эре баҫып шул яҡҡа йүнәлде.
- Еҙнәң шундай әҙәпле кеше инде ул, серләшеп ала торған һүҙҙәре барҙыр тип уйлап беҙҙе аулаҡ ҡалдырҙы инде.

Меню арыу ғына икән, һайлап алырлығы бар, өс кешелек ризыҡ менән батмус тултырып, артыҡ ҡолаҡтар ярпаймаҫлыҡ мөйөштә урын таптылар. Ҡустыһының нисек һүҙ башларға белмәй  интеккәнен тойоп, апаһы дилбегәне үҙ ҡулына алырға булды:

- Иий, туғанҡайым, әлдә генә иҫән-һау икәнһең, һиңә бер-бер хәл булғандыр тип, ҡотом ғына ла ҡалмағайны. Өйләнгәнһең, яңы фатир алғанһың, улың тыуған, ә һинән ҡош телендәй генә булһа ла хәбәр юҡ. Ауылдан да һине юғалтып яҙғайнылар. Еҙнәңә ярай “адрес юғалттым” тинең инде, ул ышанған төҫ яһаны, беҙҙекен юғалтһаң, ҡустыларға  яҙырға була ине бит.

- Өйләнәм тип һеҙгә ысынлап та фото һалып тороп яҙғайным ул, апый, биллаһи. Ҡустыларға яҙып торманым, ваҡыт булманы. Һеҙҙән яуап булмағас, әллә берәй нәмәгә үпкәләп ҡалдығыҙмы тип аптыраным.

- Барыбер яҙырға кәрәк ине, үпкәләнегеҙме тип һорап булһа ла.

Хөсәйен бармаҡтарын ағарғансы салыштырып ҡыҫып, ирендәрен ҡымтып йәнә һүҙен дауам итә алмай ултырҙы ла, ҡалтыранған тауыш менән:

- Бәләгә ҡалдым мин, апый, бер ҡатлылығым менән.

- Аңланым инде, туғаным.

- Һин иҫкәрткәйнең ул, ҡолаҡ һалманым, артыҡ үҙемә ышандым, үҙебеҙҙең яҡтыҡылар алдарға һәләтһеҙ тип уйланым. Алданы бит ул кисә, Күктауҙан түгел, Ҡайынлыҡтан. Һинең Сәбилә апай менән дуҫ икәнеңде белә, ауылға тыума тапҡаны барып ишетелмәһен тип йәшерә.
Ул ауыр көрһөнөп, башын түбән эйҙе. Апаһы ашыҡтырманы, намыҫсан ҡустыһының әрнеүен, үкенесен бөтә йөрәге менән аңлай ине.

- Илағың килһә, ила, туғаным, күңелеңде бушат, бының ояты юҡ, юҡһа ипкене йөрәгеңә төшөр.

Хөсәйен күңелһеҙ йылмайып, башын сайҡап ҡуйҙы.
- Юҡ, күндем инде хәҙер, стеналарҙы йоҙроҡлап туҡмап илағайным, алданғанымды белгәс.

- Нисек улай килеп сыҡты һуң?

- Бер ҡыҙҙар ятағына  вечеринкаға саҡырҙылар ҙа, иптәш егеттәр өгөтләп алып китте. Шунда таныштыҡ  Фәүриә менән. Электән күргәнем дә юҡ ине, яҡташ булып сыҡты.  Ҡыҙҙар менән йөрөгәнем булмағас, берәйһе менән танышырға булып,  ҡыйыулыҡ өсөн генә тип бер рюмканы түңкәргәйнем. Үҙең беләһең, армиянан ҡайтҡас та әле ауыҙыма ла алмай инем. Райондаш та булғас, ҡыҙыу баштан оҙата киткән булдым.

- Ҡыҙҙыр тип ышандың инде...

- Ышандым шул, апый. Шунан осраша башланыҡ. Нисек ғашиҡ булғанымды белмәй ҙә ҡалдым. Ҡайҙа ти ул хат яҙыу - донъямды оноттом! Үҙен тәртипле тотто бит ул. Өйләнештек. Улыбыҙ тыуғас, күктең етенсе ҡатында йөрөнөм. Ике айлыҡ сағында телеграмма килтереп тотторҙолар. Фәүриә исеменә ине. Үҙе өйҙә юҡ, алып ҡалдым. “Срочно забирай сына, бабка умерла” тип яҙылғайны унда. Яңылыш килтергәндәрҙер тип уйланым әле, ҡайтҡанын саҡ көтөп алдым. Улы булған икән шул, ҡыҙмын тип алдаған. Уны яҡындағы ҡаҙаҡ ауылындағы бер әбейгә ҡарарға биреп ҡуйған булған, аҫрарға аҡса һалып торған.  Ә мин – асыҡ ауыҙ – эштә сағымда унда барып йөрөгәнен дә белмәгәнмен. Был хәлдән һуң инде оялып ауылға ла, һеҙгә лә яҙманым. Айырыр инем, улымды йәлләнем. Тик асыуымдан, ғәрлегемдән үҙемде белештермәй ныҡ итеп туҡманым, нисек һуғып ебәргәнемде лә хәтерләмәйем. Ярай “үлтерәһең бит” тип ҡысҡырып ебәрҙе, шунда саҡ аңым асылып китте. Тәне ҡап-ҡара булғайны. Милицияға ла барманы үҙе.
    Хөсәйен үртәлеүенән  хатта йоҙроҡлап өҫтәлгә һуғып ҡуйҙы. Апаһы йомшаҡ ҡына итеп уның ҡулынан тотто:
- Тыныслан, туғаным, кеше әллә ни уйлар.  Дүрт аяҡлы ат та һөрөнә, - ул ҡулына бер ҡосаҡ тиерлек китаптар тотоп алған Янтимерҙең ишектән килеп ингәнен күргәйне инде..

- Китап магазинығыҙ ҡайһылай бай һеҙҙең, - тип килеп ултырҙы еҙнәһе. – Бына, хатта Козьма Прутковтың йыйынтығын тап иттем, нисәмә йыл эҙләгәйнем.

- Если хочешь быть счастливым, будь им, - тип йылмайҙы уға ҡатыны, һүҙҙе икенсегә бороу мөмкинлегенә һөйөнөп.
-Зри в корень! – тип йәнә бер афоризмын өҫтәне ире.

- Оҙаҡлап киттең, ашың һыуынды инде.
- Тәмле булһа, һыуығы ла бара ул, туңмаған даһа, - Янтимер эшенә бик кәрәкле классик баҫмаларҙы табыуына ҡыуанысынан туҡ ине хатта, шуға күрә әҙ-мәҙ ҡапҡыланы ла тиҙерәк ҡайтырға ашыҡтыра башланы, китап ҡорто шул инде, уҡый башлаһа ашауын да онота торған.

Ул ниһайәт һыуһынын ҡандырырҙай баҫмаларға  башкөллө сумыр өсөн дә,  апайлы-ҡустылының серҙәре әйтеп бөтөлмәгәндер тигән уйҙан да, ҡунаҡханала ҡалырға булды, ә Гөләмзә Хөсәйендәргә китте. Бая өҙөлгән һөйләшеүҙәрен дауам итергә форсат та тыуҙы, ысынлап, зирәк кеше Янтимере.

Ебегәнлектән түгел, энекәше үтә яуаплы, йомшаҡ күңелле, үҙенең ғорурлығын еңеп, бала хаҡына ала шайтан ҡатын менән йәшәй инде хәҙер.
- Бисә ямау түгел - һүтеп ташлап булмай шул...

- Рөстәмемде балиғ булғансы үҙем үҫтерәм дә, айырам мин, апый. Уның ни ғәйебе бар! Хәҙер Тимурын да йәлләйем, күҙемә мөлдөрәп кенә ҡараһа, йөрәгем өҙөлә яҙа. Әсәһенә оҡшаған бит ул.

Ишекте ҡулына Рөстәмде күтәргән Фәүриә асты.  Йөҙө ҡасҡан, ҡарашы һағайыулы, хәүеф көткән кеүек өркәк,  иренең тотторған әйберҙәрен һыңар ҡулы менән тотоп түрбашҡа инеп китте. Оҫта бешеренә тигәйне энекәше, ысынлап та, ул яҡтан танауына тәмле еҫтәр килеп бәрелде. Бишбармаҡ!  Тәмлелеге! Гөләмзә үҙе лә телеңде йоторлоҡ итеп яраштыра, тик уға еткерә алмай икән әле. Ташты иреткән аш шул, энекәшем, исмаһам, шул яҡтан уңған, тип килененең бер ыңғай яғын табып, эсен яндырып барған көйөнөүе әҙ генә баҫылып ҡуйҙы. Тамаҡ тамуҡҡа индерә, бәлки шулай әүрәтеп алғандыр егетте.

Тимур күренмәне, ихтимал, тауыш сығыуҙан ҡурҡып, берәй әхирәтенә алып барып ҡуйғандыр.

***

Ашыҡ-бошоҡ ҡына ҡапҡылап, Хөсәйен улын ҡулына алды ла  ҡатындарҙы аулаҡлап ҡына ҡалдырып, залда телевизор ҡарарға ултырҙы. Быларҙың иһә һүҙҙәре берегеп китә алмай, бер аҙ өндәшмәй ултырҙылар. Тынлыҡты Гөләмзә бүлде:
- Күктауҙанмын тиһең инде, - тауышында өнәмәү бар ине.
Тегеһе ҡапыл йөҙөн ҡапланы ла , илап ебәрҙе.
- Ғәфү ит, апай, алданым шул. Ҡайынлыҡтан мин, Сәбилә апайҙарҙың күршеһе. Хөсәйен һөйләгәндер инде беҙҙең хәлдәрҙе.
Гөләмзә баш ҡағып ҡына ҡуйҙы. Әсе генә берәй нәмә әйтмәксе булды ла, ниндәйҙер көс телен тотто.

- Эйе, һөйләне. Хәҙер инде нисек булғанын үҙең аңлатып ҡара. Тик алдамай ғына һөйлә, мин бит уҡытыусы кеше, ялғанды шунда уҡ күрәм.

Фәүриә тулҡынланыуынан ҡул остарын ыуалай-ыуалай, тауышы ҡыҫыла-ҡыҫыла һүҙ башланы:
- Мин бында төҙөлөш училищеһынан һуң комсомол юлламаһы буйынса палаткалы ҡаласыҡ сағында уҡ килгәйнем инде. Башта үҙебеҙ ҙә палаткаларҙа йәшәнек. Бер-бер артлы йорттар күтәрҙек, ятаҡтан урын бирҙеләр. Ҡыҙҙар менән киноларға, концерттарға йөрөйбөҙ, үҙебеҙ сығыштар яһайбыҙ. Мин бейей инем. Бер тамаша тамамланып барғанда сығыш яһап, кейенеп торғанда танауым ҡанай башланы ла,  залға сығып тормай, бәҙрәфкә йыуынырға инеп киттем. Ҡан туҡтамай, йыуам да йыуам. Фойеға сыҡҡанда иптәш ҡыҙҙарым ҡалмағайны. Юғалтҡандар. Ҡараңғы булһа ла, яңғыҙ ҡайтып киттем инде.
Ҡатын үкһеп илап ебәрҙе.

- Килеп тороп ай яҡтыһы ла юҡ, фонарҙар ҙа янмай, тоҫмаллап ҡына китеп барам. Артымда аяҡ тауыштары ишетелде. Берәү ҡыуып етте лә, арттан ғына ауыҙымды баҫты. Ысҡынырға тырышып тыбырсындым, тик көсөм етмәне. Эргәләге төҙөлә башлаған йорт эсенә индереп, көсләгән ул мине. Хатта йөҙөн дә күрмәнем, муйынымды һыға башлағайны, һуштан яҙғанмын, бәлки һуғып иҫәнгерәткәндер, тап шул мәл хәтеремдән юйылған.  “Надо же, даже целочка попалась” тип кем менәндер шарҡылдап һөйләшеп, аяҡ тауыштары алыҫлаша башлағанда  ғына иҫемә килдем, - Фәүриә йәнә күҙ йәштәренә быуылды. - Икәү булғандар икән, икеһе лә тейгәндәрме, уныһын да белмәйем.  Үҙемә ни булғаны башыма барып етмәй ине әле, оҙаҡ ҡына ерҙә ултырҙым. Саҡ аяғыма баҫып, тәнтерәкләй-тәнтерәкләй ятаҡҡа ҡайтып еттем. Ишектән инергә ҡурҡып йәнә оҙаҡ ҡына ышыҡтан сыға алмай торҙом. Сафлығымдың тапалғанын аңлағас, үҙемә ҡул һалғым килде. 

...Артабан һөйләй алмай туҡтап ҡалды, барыһы ла яңынан күҙе алдынан үткәндәй булды. Ятаҡ янына килеп еткәс тә ишек өҫтөндәге тоноҡ ҡына лампочка аҫтына инергә ҡурҡып, ҡараңғынан сыға алмай ыҙаланы.   Өҫтө бысраҡтыр тип уйлап, плащын ҡағып алды, яулығын ипләне – вахтер эргәһенән үтәһе бит. Бүлмәгә инмәй генә,  остағы душ бүлмәһенә барып, йыуына башланы, тәнен генә түгел, йәнен таҙартҡансы йыуғыһы килде. Оҙаҡ йыуынды. Плащының билбауын торбаға бәйләп,  элмәк әҙерләгәндә генә йәнә кемдер килеп инде. Ҡыҫҡаһы, тере ҡалды, тик  эстән үлде. Тәне йөрөй, йәне генә тамуҡта яна.

Гөләмзә ишеткәндәренән шаңҡып ҡалды. Тағы ҡулъяулығына йәбешкән киленен йәлләүҙән үҙенең йөрәге сәнсеп ҡуйҙы.

- Бер кемгә лә ни булғанын әйтмәнем, ҡыҙҙарға йығылдым тип кенә аңлаттым. Милицияға барырға ла ғәрләндем, исемем һатылыуҙан ҡурҡтым. Ауырға ҡалғанымды ла аңламай йөрөнөм әле, сөнки көйөнгән саҡтарым булһа, айлыҡтарым элек тә һуңлап күренә ине. Унан, көсләнгәндән бала яралалыр тип уйламай ҙа торғайным, имеш, мөхәббәттән генә тыуа. Ул турала өйҙә һөйләшергә лә оялған  төпкөл ауыл балаһы инем бит. Йыш ҡына йөрәгем болғанып, хатта бер тапҡыр һушымды юғалтып йығылғас, терапевтҡа ҡаралырға барҙым әле. Ул мине гинекологҡа ебәрҙе. Аборт эшләргә һуң тинеләр.

Илауҙан тыйылырға тырышып, ҡатын бер аҙ һөйләй алмай ултырҙы. Тороп һыу эсте лә дауам итте:

 - Таныштар белмәһен өсөн, бүтән эшкә китәм тип аңлаттым да, эргәләге ауылға барып, йыйыштырыусы булып урынлаштым. Улым шунда тыуҙы. Баланы ташлап ҡалдырырға йәлләнем, атайһыҙлыҡтан ғына ла күпме яфалар күрҙем, ә ул бер кемгә лә кәрәкмәгән үкһеҙ етем, эт типкеһендә  йәшәр тип ҡыҙғандым. Хеҙмәт хаҡы әҙ, еткерә алмайым, яңынан Рудныйға ҡайттым, шахтаға кладовщик итеп алдылар. Юҡ-бар хәбәр күп булыр тип, төҙөлөшкә барманым.  Ауылдағы яҡшы күңелле бер әбей менән һөйләшеп, малайҙы уға ҡалдырҙым. Аҙна һайын янына барып йөрөнөм. Шул арала мине онотоп, ятһынып тора ине. Әбейҙе “инәй” тип теле сыҡты, мине “апай” тине. Хәҙер уны ныҡ һағына икәнен күрәм, алып ҡайтҡанға дүрт кенә ай бит әле. Тәүҙә бик иланы. Үҙем дә уға апай ғына һымаҡ тоям ул, бөтөнләй ят бала кеүек. Ҡайһы саҡ бәхетһеҙлегем сәбәпсеһе итеп тойоп, хатта күрәлмәй китәм. Көсләнгәндән яралғанғамы икән...

- Балаңдың ни ғәйебе, нисек булһа ла, уны һин тапҡанһың. Рәнйетеп үҫтермә. Бөгөн ҡайҙа һуң улың?

- Әхирәтемә алып барҙым, уның да улы йәштәш, бергә  күңелле уйнайҙар тип, бик теләп алып ҡала.

-  Хөсәйен беләме һуң әле миңә һөйләгәндәреңде.
- Белмәй. Телеграмма килгәс, ул ысынмы тип кенә һораны ла, мине ныҡ итеп туҡманы. Ғәйебем булғас, ялыу итеп тә йөрөмәнем. Өс көн эшкә сыға алманым хатта. Мин уға үлеп ғашиҡ булғайным, тәүге мөхәббәтем дә ул. Уғаса бер кем менән дә хатта үбешкәнем дә юҡ ине. Намыҫым тапалған ана шул бер ҡара төн генә булды  ир заты менән мөнәсәбәттә. Үҙемде бала әсәһе итеп тә тоймай инем, аңлайһығыҙмы?   Улым барлығын әйтергә бер нисә уҡталдым да, минең өсөн өҙөлөп торғанын күреп, әйтергә лә, унан баш тартырға ла  көсөм етмәне. Яҡлауһыҙлыҡтан, етемлек тойғоһонан миктәгәйнем. Үҙемә терәк булыр, ғәфү итер кеүек тойҙом.   Яҙылышҡанға тиклем ул бит миңә хатта ҡағылманы ла.

Көсөң етмәне, имеш, тип эстән генә нәфрәтләнде Гөләмзә. Хөсәйен кеүекте ҡайҙан табаһың әле! Ә алдарға выжданың еткән...

- Аҙаҡ һөйләп булманымы ни?

- Яңынан ҡыҙып китер тип, был хаҡта һүҙ күтәрергә ҡурҡтым. Үҙе лә башҡаса өндәшмәне. Шунан бирле өйҙәш кеүек кенә йәшәйбеҙ, икебеҙ ике түшәктә йоҡлайбыҙ. Кисә балконға сығарып, еҙнәм алдында малай һинеке икәнен әйтһәң, йәнеңде алам, тине. Шуға әхирәтемдеке тип алдарға мәжбүр булдым. Һеҙҙең килеүегеҙ яҡшы булды әле, ул үҙ эсенә бикләнеп, тешләнеп йөрөп, бөтөнләй ҡыҙыуға әйләнде. Бәлки хәҙер берәй ҡарарға килер, айырылайыҡ тиһә, китер ҙә барырмын.

Гөләмзә ни әйтергә белмәй, уға һынап ҡарап ултырҙы. Яһап һөйләгәнгә оҡшамаған кеүек. Бер төн эсендә һурылып киткән, күҙҙәрендә лә  өмөтһөҙлөк, тәрән ҡайғы.

- Ярай, Фәүриә, энекәшкә һин һөйләгәндәрҙе тапшырырмын, артабан инде үҙегеҙ хәл итерһегеҙ.  Бергә ҡалһағыҙ-нитһәгеҙ, башҡаса аяғың таймаһын. Беҙгә иртәгә таңдан юлға, Янтимер ҙә көтәлер инде.

Ул залға сығып ҡустыһын оҙатып ҡуйырға саҡырҙы ла, Рөстәмде ҡулына алып һөйөп, әсәһенә тапшырҙы. Шул арала еҙнәгә тип бишбармаҡ һалып әҙерләп тә ҡуйған килене, ҡулына тотторҙо. Уның менән баш ҡағып ҡына хушлашты, шунда уҡ ҡына ышанып китеп тә булмай, ишеткәндәрен ҡайнатып алаһы бар әле.

Ҡунаҡханаға тиклем юл бөгөн бик ҡыҫҡа тойолдо, ишеткәндәренән энекәше тетрәнеү кисерҙе тиеү ҙә әҙ булыр, нәҡ ете юл сатына килеп баҫҡан кеүек юғалып ҡалды.

- Апый, уйлап ҡына сығарманымы икән ул?

- Әллә инде. Ялғанламағандай күрҙем. Тәүге йылдарҙан уҡ бергә эшләгән кешеләрҙе, бер бүлмәлә йәшәгән ҡыҙҙарҙы эҙләп тап һуң, моғайын, еңел-елпе холоҡло булһа, әйтмәй ҡалмаҫтар. Тик үҙеңде танытма.

Еҙнәһе янына инеп, бер аҙ көңгөр-ҡаңғыр килеп алдылар, иртәнсәк автовокзалда осрашырға һүҙ ҡуйышып, хушлаштылар.  Иртәгеһенә  Тимурҙы балалар баҡсаһында ҡалдырып, оҙатырға өсәүләп килделәр. Рөстәмдең ыуыҙ ғына бармаҡтарын үбеп (тас атаһыныҡы!), Гөләмзә өсөһөнөң дә арҡаларын һөйөп һаубуллашты, Янтимер иһә ҡәйнешенең ҡулын ныҡ итеп ҡыҫты ла:
- Һыуытҡысың артына химик ҡәләм менән адресыбыҙҙы аҡшайтып яҙып ҡуйҙым, өҫтөнә обой йәбештермә! – тип шаяртып самолет яғына ыңғайланы.

Ике айҙан энекәшенән заказлы хат килеп төштө. Еҙнәһе уҡып ҡуймаһын тигәндер инде. Ояла шул унан, ғәрсел. Апаһының кәңәшен тотоп, Фәүриәнең элекке хеҙмәттәштәрен эҙләп тапҡан, ағаһымын, яңы адресын юғалттым, тип ситләтеп кенә һорашып сыҡҡан. Ысынлап, хатта осрашып йөрөгән егете лә булмаған, ти. Бик баҫалҡы, тыйнаҡ, эшен ярата ине, әллә нишләп ҡапыл ғына китте лә барҙы, тип аптырайҙар икән. Уңған штукатурҙы бригадир хатта ҡалырға өгөтләп, ҡултамғаһын ҡуймай маташҡан, ти. Бүлмәһендә элеккеләрҙән бер  ҡыҙ ғына ҡалған.  “Нишләп шундай сибәр ағаһы менән беҙҙе таныштырмаған, ул егеттәрҙән ҡурҡһа ла, беҙ ҡурҡмайбыҙ, әйҙә, танышайыҡ, мин - Клава ”, - тип өҫтөмә менеп бара, саҡ сығып ҡастым, тигән.

- Рәхмәт, апый, әлдә килдең, минең бит ғәрлегемдән хатта енәйәткә барып етеүем бар ине. Үҙемә лә һабаҡ булды был. Артыҡ бер ҡатлы икәнемде аңланым. Тикшермәйсә өйләнгәнмен, тикшермәйсә яңы фажиғә сығара яҙғанмын,  - тип тамамлаған. – Малайҙар бергә үҫһен әйҙә.
  Ҡуй инде, бер ҡатлылыҡ бурлыҡтан яман. Гөләмзә Фәүриәнең ялғанламағанына теге саҡта уҡ ышанып бөтә яҙғайны, шуға күрә хат етмәгән нөктәне урынына ҡуйыу ғына булды. Күңелеңдән йәрәхәт йөйө генә юйылмаҫ инде ул, туғанҡайым, ҡалған хәтерҙең ҡары китһә лә, боҙо китмәй, тип уйлап ҡуйҙы.

Дауамы бар.

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас