+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
7 Март 2025, 15:00

АНТОНОВКА ЕҪЕ. ГӨЛӘМЗӘ. Икенсе өлөш. Беренсе бүлексә.

Хөрмәтле дуҫтар! Бөгөндән башлап Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡованың "Антоновка еҫе" повесының икенсе өлөшөн сайтыбыҙҙа баҫтыра башлайбыҙ. Барлығы биш бүлексә буласаҡ. Һәр кис берәр бүлексәһен ҡуйып барасаҡбыҙ.    Былтыр Учалынан туғандары ҡунаҡҡа килеп, райондаштары  Абдулла Солтанов кассетаһын ҡалдырғайнылар, уның көйҙәре тәьҫирендә ҡомло тупраҡҡа шыбыр-шыбыр ҡойолған һыуҙа тыуған яҡтар ямғыры ишетелә кеүек, дымлы һауаһы Иҙел буйҙарын иңләтә, ыуыҙ ғына япраҡтары тиртеп сыҡҡан хуш еҫле ҡарағаттар ҙа ауылы урмандарының еләклектәрен иҫкә төшөрә. Шулай ҙа моңло булыр икән кеше, ябай ғына малсы тиҙәр бит әле үҙен, ә эстәреңде аҡтарып сығарып йырлай ҙа ҡуя. Һыңар күҙе күрмәй, ти, операция эшләргә тәҡдим иткән бер шәп врач, риза булмаған, ти. Тәҡдиремә яҙғаны, бәлки операциянан һуң йырлай алмаҫ та ҡуйырмын, тип әйткән ти. Йыр ҡәҙерен дә, үҙ ҡәҙерен дә белгән кеше икән, Учалыла фатир биргәстәр ҙә, ауылынан китмәгән, ти бит. Ҡалала моң юҡ, тип әйткән тиме.

АНТОНОВКА ЕҪЕ. ГӨЛӘМЗӘ. Икенсе өлөш. Беренсе бүлексә.АНТОНОВКА ЕҪЕ. ГӨЛӘМЗӘ. Икенсе өлөш. Беренсе бүлексә.
АНТОНОВКА ЕҪЕ. ГӨЛӘМЗӘ. Икенсе өлөш. Беренсе бүлексә.

Ике йәш белгес ғаиләһен – Ташкентта махсус уҡытыусылар курсы үтеп килгән Гөләмзә менән Янтимерҙе - әлегә бәләкәй генә иҫке йортҡа  урынлаштырҙылар. Бала-сағағыҙ юҡ, ваҡытлыса шунда йәшәп тороғоҙ, тинеләр ронола. Ҙурға өмөт тә тотмайҙар ине, үҙ мөйөштәре булыуы үҙе бәхет. Иртә менән улар бер йәш кешенең  һуҙып-һуҙып:  “Ноон келди, иссыҡ (эҫе) ноон” тип ҡысҡырыуынан уянып китте. Артынса уҡ ҡатын-ҡыҙ тауышы яңғыраны:”Ҡатыҡ, ҡаймоҡ уа сүт етиб келди. Келп ҡалыйлар, алп ҡалыйлар”. Тотош аңлашылып ҡына тора, төрки тел дәһә. Икеһе лә үзбәксә ярайһы төшөнә, арлы-бирле һөйләшергә лә өйрәнгән. Янтимер етеҙ генә һикереп тороп, хуш еҫтәрен аңҡытҡан,  яңы бешеп сыҡҡан икмәк, һөт менән ҡаймаҡ алып та инде. Ҡаймағы иреп һеңеп киткән эҫе әпәкәй, һөтлө сәй – хан һыйы инде, башҡа әллә ниҙәр әҙерләп тораһы ла түгел. Үзбәк ноны – ут яғып ҡыҙҙырылған тандырҙың ҡабырғаларына йәбештереп, уртаһына биҙәк баҫып бешерелгән алтынһыу түңәрәк көлсә. Ашап туйғыһыҙ тәмле.    

Шулай башланып киткәйне 1951 йылда уларҙың икмәкле, ҡояшлы Ҡаршы ҡалаһындағы тәүге иртәһе. Нисәмә батшалыҡ, ханлыҡ, солтанлыҡ, әмирлек ҡулы аҫтында нисәмә атама алмаштырып һаман йәшәүен дауам  иткән был боронғо ҡалала төпләнеүҙәренә лә күҙ асып йомғансы ҡырҡ йыл үткән дә киткән. Дүрт балаға ғүмер биреп, башкөллө үзбәкстанлы булып көн итеп ятмыштар.

Бөйөк Ебәк юлы эҙҙәрен һаҡлаған,  Памир-Алай тауҙарының көнбайыш сигендә Ҡашҡадаръя йылғаһы буйындағы оазистың уртаһында урынлашҡан мәңге йәш ҡалала әле үткән бер ерендә урамдарҙы, йорт алдарын гөл-сәскәгә күмеп ҡалдырып, март елдерә.  Тәрән-тәрән быуаттарҙан, исемле лә, исемһеҙ ҙә килеп, хәҙерге заманда рим илаһы Марс хөрмәтенә нарыҡланып,  ғалимдар раҫлауынса, ул 2 700 йылға яҡын был төбәктә тәбиғәттең түлен уята, ҡыу ағастан да бөрө бүрттерә, халыҡ әйтмешләй,  тапсыҡҡа тапсыҡ мендерә башлай. Һабанда һайрашыуҙар мәлендә һәр минутының ҡәҙерен белеп, ғоманлы итеүҙәрен көтөп кенә ятҡан тупраҡтың тәнен-күңелен йомшартып, орлоҡ ташлап өлгөрмәһәң, ыңғырашаһың инде ырҙында.  Ҡаланы тирәләп үҙәндә мамыҡ плантациялары,  бойҙай баҫыуҙары йәйрәп ята, һутлы ҡауын-ҡарбуз, емеш-еләк тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

Тәҙрәләре шәреҡсә көмбәҙле итеп һалынған ҡупшы йорт янындағы төрлө емеш ағастары аҡ болоттай сәскәгә төрөнгән ожмах бағында* ер бәпләү мәшәҡәттәренә башкөллө сумған Гөләмзә залда туҡтай биреп ҡат-ҡат шылтырған телефон тауышын да ишетмәй, эстән генә көйләй-көйләй түтәлдәргә һыу һибеп йөрөй

Тыуған яғында был ай ҡышҡа һис тә бирешмәй, ҡайһы саҡ  хатта уҙҙырып, шарт та шорт холоҡ күрһәткеләп тә ҡуя  – һынамыштар буйынса, шулай итһә,  йыл йылы киләсәк икән, ти. Нимәгә икән уға ҡып-ҡыҫҡа ҡышлы Урта Азияла хәтеренә ныҡлы уйылып ҡалған шул бихисап әйтемдәр: мәҫәлән, март

башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йыл яҡшы була; март башында

тамсы тамһа, йәй яҡшы! Кәрәкмәһә лә, иҫендә йөрөй инде, йәш хәтер – ташҡа яҙған. Бөгөнгөһө бына – боҙға яҙған, онотмаҫҡа тип ҡулъяулығына төйөн төйнәгәнен дә онота.  Сит ерҙә солтан уҡ түгелдәр  ҙә, шулай ҙа йөҙҙәрсә уҡыусыға белем-тәрбиә биреп, абруй ҡаҙанғандар, ҡалала уларҙы белмәгән кеше әҙҙер, хөрмәтләп торалар. Тик илдән биҙеү юҡ инде, тыуған ерҙән торған ер яҡшы тиһәләр ҙә, тәүге ауаз һалған ауылының уйнап үҫкән урамдары,  тотош Башҡортостанды аймап аҡҡан Ағиҙеле, түбәһенә баҡһаң баштан кәпәс төшөрлөк бейек тауҙары, ап-аҡ ҡарҙары, алҡынып ятҡан игенле баҫыуҙары төштәргә лә инә, йыр булып күңелдә йәшәй.

Былтыр Учалынан туғандары ҡунаҡҡа килеп, райондаштары  Абдулла Солтанов кассетаһын ҡалдырғайнылар, уның көйҙәре тәьҫирендә ҡомло тупраҡҡа шыбыр-шыбыр ҡойолған һыуҙа тыуған яҡтар ямғыры ишетелә кеүек, дымлы һауаһы Иҙел буйҙарын иңләтә, ыуыҙ ғына япраҡтары тиртеп сыҡҡан хуш еҫле ҡарағаттар ҙа ауылы урмандарының еләклектәрен иҫкә

*Бағ – баҡса (фарсыса)

 

төшөрә. Шулай ҙа моңло булыр икән кеше, ябай ғына малсы тиҙәр бит әле үҙен, ә эстәреңде аҡтарып сығарып йырлай ҙа ҡуя. Һыңар күҙе күрмәй, ти, операция эшләргә тәҡдим иткән бер шәп врач, риза булмаған, ти. Тәҡдиремә яҙғаны, бәлки операциянан һуң йырлай алмаҫ та ҡуйырмын, тип әйткән ти. Йыр ҡәҙерен дә, үҙ ҡәҙерен дә белгән кеше икән, Учалыла фатир биргәстәр ҙә, ауылынан китмәгән, ти бит. Ҡалала моң юҡ, тип әйткән тиме.

Һыу шабырҙауы тынғас ҡына эстә телефон шылтырағаны ҡолағына сағылып ҡалды. Ашығып барып инһә лә, трубканы алып өлгөрмәне. Көтә биреп, кире сыға башлағанда ғына телефон йәнә ауаз һалды.
Теге оста  Холмурад әкәнең борсоулы тауышы ишетелде. Шулай ҙа хәл-әхүәл һорашып алды әле ул йәш сағынан белгән бик изгелекле ағай. Яу юлдары үтеп ҡайтып, ғүмерен кабель заводында хеҙмәт итеүгә бағышлаған, әхирәте Сәбилә менән хеҙмәттәше Таһирбәккә никах уҡыған, уларға атайҙай булып, һәр саҡ ҡанаты аҫтына алып торған кеше. Ул ҡайғылы хәбәр еткерҙе:

- Сәбиләбеҙ вафат булып ҡалған бит...

- Нисек, ҡайҙа? Нимә булған?

- Өфөлә. Яңыраҡ улы шылтыратты.

- Ә нишләп Өфөлә?

Ағай ҡыйынһынһа ла, дөрөҫөн һөйләп бирмәй булдыра алманы: балалары янына күсеп ҡайтырға йыйынып, фатирын һатырға ниәтләнгәс, Сәбиләнең үҙенә түгел,  уға бандиттар килеп,  беҙгә ҡалдыртмаһаң, ейәнсәреңде алып китәбеҙ тип ҡурҡытып, уның бер нәмәһеҙ ҡайтып киткәнен  һөйләп биргәс, Гөләмзә бер аҙ иҫен йыйып ала алмай шаңҡып ултырҙы. Фатирҙы теге башкиҫәрҙәр үҙҙәренә яҙҙырыу менән үк намыҫһыҙ юл менән үҙләштерелгәнен   белмәгән икенсе кешеләргә ҡыйбат хаҡҡа һатып та ебәргән.

- Яңы күршеләр арыу кеүек күренә былай, - тигән булды ҡарт. – Улы Батырбәк әйберҙәрҙе  бүлешеп алығыҙ, тип киткәйне лә, кемдер иҫтәлек өсөн генә ваҡ-төйәген алды, гөлдәрен тараттыҡ. Ҙурыраҡ ҡаралдыһын тотош бер бүлмәбеҙгә йыйып ҡуйҙыҡ, донъялар арыуланып киткәс, балалары килеп апҡайтыр бәлки.

- Әкә, Батырбәктең номерын бирегеҙ әле, зинһар, ҡыйын булмаһа, шылтыратып, ҡайғы уртаҡлашырмын, исмаһам. Бәлки матди ярҙам кәрәктер.

Бабай номерҙы табып бирҙе.  Һулҡылдап та ала булһа кәрәк, тауышы шулай тойолдо Гөләмзәгә.

- Ғәйеплемен, яҡлай, ҡурсый алманым. Донъялар ана ҡайһылай үҙгәреп китте. Бик ҡыйбатҡа төштө был “перестройка” тигән нәмә. Беҙҙең быуын аңлай алырлыҡ нәмә түгел. Ярай, балаҡай, үҙең имен-аман бул, һаҡлан.

Уныһы шулай инде. Оло быуын, бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡаны, баш та, түш тә ҡалмай илдең пыран-заран килеүен ныҡ ауыр кисерә. Төнәген генә ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән, һикһәнде ҡыуып барһа ла, асыҡ зиһенле, яҡшы хәтерле күршеһе Сәлихәт апай әрнеп-әрнеп:
- Гөләмзә-жон, бер ҙә башыма барып етмәй, ниңә шулай булып китте ул, беҙҙә былай ҙа мөстәҡиллек ине түгелме ни? Рәсәйҙә нисек, беҙҙә лә шул булды лаһа: бушлай белем алабыҙ, бушлай врачҡа барабыҙ, фатирҙар биреп торалар, ауырыһаҡ, балнис ҡағыҙы бирҙеләр, түләнеләр. Курорттарға ебәреп торалар. Балалар пособиеһы һуң – ай һайын түләнә ине бит!   Пинсийә ашап ятам нисәмә йыл! Беҙҙең халыҡ бала кеүек бер ҡатлы, һуң анауындай ауыр һуғыш ваҡытында республикабыҙҙан  ярты миллионға яҡын һалдатыбыҙ илде яҡлап ятып ҡалды, шуларҙан 124 меңе - үзбәк, уйлап ҡара – 124 мең! Уларҙың ҡаны юҡҡа түгелдеме ни?!

Инәйҙең әсенеүен дә аңларға була: һуғышта уның ире, ҡустыһы  һәләк булған, ә үҙе эвакуацияға ебәрелгән кешеләрҙе урынлаштырышып йөрөгән.

- Төрлө яҡтарҙан төрлө милләтле миллиондан ашыу кешене  туғаныбыҙҙай ҡабул иттек,  улар араһында ана теге атаҡлы йырсы, кем әле шул, әә, Иосиф Кобзон да булған бит. 400 меңгә яҡын бала килтерелгәйне. Шул меҫкендәрҙең 200 меңгә яҡыны үкһеҙ етем.  Береһен дә урамда ҡалдырманыҡ бит. Ауыҙыбыҙҙан өҙөп, ярҙам итергә тырыштыҡ. Беҙ илде ҡараныҡ, ил беҙҙе ҡараны. Йәштәрҙең аңын бутанылар. Ул көнбайыштар ҡайҙан-ҡайҙа ятһалар ҙа борондан Урта Азияға яҫҡынған.

 Хаҡлылыр инәй. Ҡайһы саҡ “оккупант”, йәғни “баҫҡынсы” тип ысҡындырып ҡуйыусы ла табыла.   Ҡарты ла елкәһендә татып өлгөрҙө: дәрестәрен киҫтеләр, элек һөйләгәндәрен мауығып китеп тыңлай торған балалар ҙа хатта тыңлауһыҙыраҡҡа әйләнә барҙы.  Эстән бөтөрөнә,  көйөнә торғас диабет менән ауырып китте хатта. Үҙенең артынан да “урыҫ күҙ” тип ыҫылдағандары ишетелгеләп ҡала. Һары сәсле, зәңгәр күҙле, етмәһә урыҫ теле уҡытыусыһы булғас, уны шул милләттәндер, тик йәшерәлер  тип уйлаусылар ҙа барҙыр. Улар ниндәй “баҫҡынсы” инде –17 генә йәшендә үҙенән ризалыҡ та һорап тормай, практикаға ғына тип, республиканың металлургияһын аяҡҡа баҫтырышырға ебәрҙеләр. Ҡартының апаһы менән еҙнәһе лә йүнәлтмә буйынса эшкә килгән, урыҫ теле аша ҙур донъяның белем даръяһына инеп китә алһындар өсөн эшләнелде бит быныһы ла.

...Ҡайғылы хәбәрҙе ишетеү менән генә аңы ҡабул итә алмай, Гөләмзә аңҡы-тиңке килеп бер аҙ ултырҙы әле. Тороп, абына-һөрөнә ихатаға сыҡты, ни эшләгәнен үҙе лә аңламай, әле көрәккә, әле биҙрәгә, әле һыу һипкескә  барып тотондо, күккә ҡараны ла ҡапыл һөйләнә-һөйләнә сеңләп илап ебәрҙе:
- Әй Раббым, тағы ниҙәр күрәһеләребеҙ бар икән, бәлә-ҡазаларҙан үҙең арала. Күрәләтә илһеҙ, яҡлауһыҙ ҡалдыҡ  бит был бөкөрө бей менән!

Илдең хатта исеме юҡҡа сыҡҡаны рәсми белдерелгәс, күҙенән йәш тә һығып сығара алмаҫлыҡ булып, таштай ҡатып ҡалғайны. Ире, БДБ була бит,  тип тынысландырырға маташып ҡараһа ла, ышана алманы, күҙ буяу тип ҡабул итте. Һуңғы бер тамсы еткән икән, быуа йырылды, йөҙөн ҡаплап баҡсаның уртаһында сайҡала-сайҡала оҙаҡ ҡына  иңрәне ул. Сәбиләнең һуңғы күргәндәге һыны күҙ алдынан китмәне. Ташкентҡа семинарға   барғанда уның фатирында өс көн ҡунаҡ булып киткәйне. Тәүге осрашып-танышыуҙарын, тормош юлдарын иҫкә төшөрөп, берсә көлөп, берсә илап, күңелдәрен бушатҡайнылар.

2-се бүлек

...Тәүге тапҡыр әхирәтен ул ФЗУ-ға тип ауылдар буйлап йыйып алып барған арбала күргәйне. Үҙенә сират еткәндә дүрт ҡыҙҙы ултыртып алғайнылар инде, улар араһында бигерәк тә күшеккән турғайҙай бәләкәй генә буйлы, моңһоу ҡарашлы, башҡаларға ҡарағанда туҙғаныраҡ кейемлеһенә ул шунда уҡ иғтибар итте. Ҡыҙыҡай урыҫса һөйләшә белмәү генә түгел, күп һүҙҙәрҙе хатта аңламай икәнен Өфө аша Белоретҡа поезд менән Силәбе өлкәһе буйлап Магнитҡа сығып, станцияларҙа кәрәкле составтарҙы көтөп ултырып, аҙнанан ашыу уҡ булып киткән аҙаплы оҙайлы  юлда күргәйне инде. Йәшкә лә унан бәләкәйерәк ине, ә Гөләмзәгә инде 17 тулғайны. Сәбиләне һеңлеһе кеүек күреп, эҫенеп, шул сәфәрҙән үк уны ҡурсалаусыға әйләнде.

Гөләмзә һуғыштан ҡасып ҡайтып тотолған Фидкә дәдәй йәшәгән Осиновканан ине. Был урыҫ ауылында ике генә башҡорт ғаиләһе йәшәп ятты:  ағалы-энеле Ғаззали менән   Ғәйнулла 37-се йылда ғына,  репрессиялар башланғас, күрше район сигендәге ауылдан күсенеп, шул яҡтан килеп ингән юл сатында урын алып, күршеләш өй һалып сыҡҡайны. Бәлки шул сәбәпле Сәбиләнең атаһы улар менән таныш булмағандыр. Гөләмзәнең атаһы Беренсе донъя һуғышында ҡатнашып, окоптан уҡ большевиктар яғында йөрөгән, революция башланғас, ауылдарында сәйәси аңлы кешеләр, фекерҙәштәр таба алмай, яҡындағы  Осиновка ауылы коммунистары менән әүҙем бергәләшеп, бер ҡатарҙан ҡайнашҡан. Ундағы ячейка көслө, бик эшмәкәр булып танылған, райкомда ла маҡтаулы иҫәптә торған. 

1937 йылда ҡулға алыуҙар башланғас, кемдер атаһы өҫтөнән “контра” тип ошаҡ еткергән, уны алырға килгәндәр. Тап шул ҡара көндәрҙә Осиновканың ҡарт бәлшәүниктәре атаһын яҡлашып алып ҡалған да инде. Ул ғына ла түгел, үҙҙәренә күсеп килергә саҡырып, өмә яһап, өй күтәрешеп биргәндәр. Ауылдаштары араһында хаслыҡлы кеше булыуы арҡаһында уларға ышанысы юғалған, күңеле ҡайтҡан Ғаззали үҙе лә, энекәше Ғәйнулла ла ғаиләләре менән тыуған нигеҙен ташлап сығып киткән.

Урыҫ ауылында йәшәһәләр ҙә, йорт-ерен үҙҙәрендә ғәҙәтләнгәнсә бер яғынан да ихаталарының эсе күренеп тормаҫлыҡ итеп, ек ҡалдырмай ҡоймалағандар, бындағыларҙыҡына оҡшатып ҡыйыҡлы ҡапҡа ҡуйып һалғандар.

 Ҡатынын, балаларын зар илатып, атаһы һуғышта ятып ҡалды, ағаһы иһә 1944 йылдың көҙөндә яуҙан һыңар ҡулын юғалтып ҡайтты. Әлдә уға ғүмер бирелгән, еңгәһе – Гөләмзәнең әсәһенә -  никахлап өйләнеп, ике ғаиләгә терәк булып, балаларҙы кеше итеүгә бар көсөн бағышланы. Еңгә – ҡәйнеш бисәһе, башҡорт халҡында хатта әйтемгә инеп,  борондан шул йола йәшәп килеүе анау тиклем һуғыш, үләт-ҡырылыштарҙан һуң үҙ затын һаҡлап ҡалырға, балаларын етем итмәҫкә мөмкинлек биргән дә һуң. 

 Күп ҡатынлылыҡ тыйылған ине инде, ул фарман сыҡҡансы ике ҡатын алып йәшәгәндәрҙе береһен айырырға мәжбүр иткәндәр хатта. Шуға күрә улар мөнәсәбәттәрен кешегә һиҙҙермәҫкә тырышты, никах уҡырға, быға шаһит булырға ағаһы һуғышта бергә яу юлдары үтеп һыналған дуҫын ғына ҡатыны менән саҡырып алды. Улар Ҡайынлыҡтан ине. Йәшерен-бошорон ғына үткәрелһә лә - утыҙ тештән сыҡҡан һүҙ утыҙ ауылға етә – ваҡыт үтеү менән белделәр инде осиновкалар, тик, башҡорттоң үҙ йолаһы типмелер, әллә ағайҙың абруйы ҙур булыу арҡаһындамы, закон тарафынан эҙәрлекләүгә барып етмәне. Унан, рәсмиләштермәгәйнеләр ҙә бит. Һуғыштан һуң күпме ҡатын-ҡыҙ яңғыҙ, ишһеҙ ҡалды, ә көн итергә кәрәк. Башҡорттар араһында элгәре һирәк осраған “тыума” һүҙе лә шул йылдарҙа йышыраҡ ишетелә башланы.   Шуға күрә властар ҙа күрмәмеш булды  ахыры.

Ҡатыны башта ҡаршылашып та маташҡайны, көндәш көнө – көйөнөс тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Һыуға барырға тип ихатаға сыҡҡан Гөләмзә үҙе лә теләмәҫтән аралыҡтағы ҡойма артында ҡушаҡтарҙың кемдер ишетәлер тип уйламай ҡырҡыу ғына һөйләшеүенең шаһиты булды.

- Белеп ҡуй, атаһы, хәҙер бит закун ҡаты, ике хатын менән йәшәүҙе тыя, Хәлиҙәне алһаң, силсәүиткә зәйәүләйт итәм. (Ҡатын һүҙендә “Х” тип ҡалдырығыҙ)

 Тик ағаһы дилбегәне ҡыҫҡа тотто:

- Аһ, шулаймы ни?! Зәйәүләйт итһәң, һине айырам да Хәлиҙә менән генә йәшәйем!

Ҡатыны аһылданы, һыҡтауға оҡшаш ауаздар сығарҙы, йолаларға тоғро ире ҡыҙыулыҡ менән  бер юлы  өс тапҡыр талаҡ әйтеп, айырып ҡуймаһын  тип тә шыртлағандыр инде, тиҙерәк көйгә һалырға ашыҡты:
- Ярай-ярай, атаһы, ике ғаиләне ҡарап, миктәп ҡуйырһың тип кенә әйткән булғайным бит, былай ҙа әле бөтә ауыр эш һинең өҫтә.

Ағаһының бик ныҡ йәне көйгәндә берәй нәмәгә  тибеп ала торған ғәҙәте бар, әле лә кәбәркә таҡтаһының шарт итеп ҡалғаны ишетелде:

- Мин еңгәмде алһам-алмаһам да балаларын ҡарарға тейешмен, үҙ затымды етем итеп йөрөтмәҫмен инде. Өс малай ҙаһа, уларға атай тәрбиәһе кәрәк. Еңгәм үҙе лә ауыр эшкә шәп, ағайымдан ҡалмай бесән саба торғайны, ана бит, калхуз эше араһында ғына утынын да ҡойма бейеклек итеп ярып өйөп ҡуйған, һарай башында бер һыйырлыҡ бесәне әҙер. Балаларын да эшкә өйрәткән. Үҙеңә ярҙам булыр әле. Гөләмзә үҙе буйтым бер эшсе.

Ҡыҙ артабан тыңлап торманы, ишеткәнен һиҙҙермәҫ өсөн көйәнтә-биҙрәләрен шалтыратмай ғына ҡапҡанан сығып китте. Үҙеңә ярҙам булыр әле, тип ағаһы дөрөҫ әйтте ул, һыңар ҡул менән генә ауыл ерендә донъя көтөүҙәре, ай-һай... Ҡойма бейеклек утын, һарай башындағы бесән тураһында әйтеп, ҡатынының эшкә йомшағыраҡ булыуына ла төрттөрҙө инде.

Әсәһе лә килендәшен электән өнәп еткермәһә лә, ҡәйнешен йәлләгәндән никахҡа риза булды шикелле.  Унан, ир балаларға ысынлап та атай тәрбиәһе кәрәк. Сит ҡан түгел бит, ете ят үгәй ише булмаҫ.

Гөләмзә уҡыуға шәп булды, шуға күрә Ғәйнулла ағаһы, һигеҙенсе кластан уҡ түләүле булһа ла, уға урта белем алырға мөмкинлек бирҙе. Зирәк ҡыҙҙың хыялы – институтҡа инеп, уҡытыусы булыу. Тик ул ваҡытта колхоздарҙа паспорт бирмәйҙәр ине, ауыл халҡын шулай колхоздарға бәйләп тоттолар. Ул осорҙо хәҙер ҡайһы берәүҙәр “крепостное право” тип тә ебәрә.  

Шәхеснамә таныҡлығын ике генә осраҡта: әрмегә ебәргәндә йә ил ҡушҡан берәй төҙөлөшкә киткәндә генә алырға мөмкин булды.  Бына шунда ағаһы уны паспорт алырға хоҡуҡ биргән ФЗУ-ға уҡырға китергә димләне лә инде: ҡыҙ үҙе ҡабул итеүҙе һорап, ғариза ебәрҙе. Белоретты ла туғандары йәшәп ятҡан Учалы районына яҡын тип һайланы, имеш, мөмкинлек тыуғанда барып йөрөр. Магнит та яҡын, ФЗУ-ны тамамлау менән шундағы пединститутҡа имтихан тапшырып ҡарарға мөмкин. 

Тәтемәй торһон әле, ҡасып ҡайталар тип күҙ яҙҙырмай тиерлек һағалап ҡына торҙолар, ҡайҙа ул унда-бында һәптәнләп ҡунаҡҡа йөрөп ятыу!

Эре һөйәкле, ғаиләләге баш бала, һәр эштә әсәһенең уң ҡулы Гөләмзә шулай ҙа был тиклем үк ауыр булыр тип уйламағайны. Һөнәрен ярайһы тиҙ үҙләштерҙе ул, Сәбиләнән генә ҡалышты, тик мастерҙарҙың тәкәббер мөнәсәбәтенә күнеп китә алманы, ауыл аңралары һымаҡ ҡарауҙары ғәрләндерҙе. Бигерәк тә Ван Ваныч тип йөрөтөлгәне битен йыумаған бәндә, эт ашамаҫ һүҙҙәр менән һүгенеп, бер тапҡыр “тупая апайка” тип тә һалдырғас, үртәлеүенән  хатта ҡасып ҡайтырға ла ниәтләнгәйне. Әхирәте генә уны һыуынырға мәжбүр итте. Ғөмүмән, ул буйға ла, йәшкә лә бәләкәйерәк булһа ла, сабырыраҡ, тоҡанып бармай, тыныс холоҡло, ете үлсәмәй тороп киҫергә ашыҡмаҫ,  ә Гөләмзә ут инде - ут, яндырай, сығынсы ат кеүек тәртә һындырырға ла һәләтле ине ул саҡта. Урыҫтар араһында үҫеүе лә үҙен иркен тоторға ғәҙәтләндергәндер. Башҡорт ауылдарында 14-17 йәштән кейәүгә бирә лә башлайҙар, ә уның уйында – юғары белем алыу, абруйлы һөнәргә эйә булыу. Кешегә ярайым тип муйыныма ҡамыт кейҙертеп тормам инде, тип кенә ҡуя ине заманында. Тормош үҙенекен итә шул, ата ҡаҙға ла сәләм бирҙертә ҡайһы саҡ.

Белоретта уҡып алыуы уға, буласаҡ урыҫ теле уҡытыусыһына, файҙалы ла булды бер яҡтан.  Ломовкаларҙан, мәҫәлән,  “О” өнөн дөрөҫ яҙырға өйрәнергә мөмкин ине,  сөнки ҡәҙимге урыҫтар әҙәби һөйләшсә “малако” тиберәк әйтһә, тегеләр “мОлОкО” тип кенә һуҡтыра;  “питнадцыть” тиберәк ишетелгәне  уларҙың телмәрендә һәр өнө асыҡ ҡына итеп “пЯтнадцАть”. Әүжәндәр көйләп кенә “ а щёёё” тип ебәрә. Ә староверҙар йәшәгән ҡағылар тураһында көләмәс тә бар ине: берәү колхоз йыйылышында йоҡлап киткән дә, күҙен асып ебәрһә, ҡайҙа икәнен аңлай алмай, “иде (где) я?”,  тип ҡысҡырып ебәргән, ти, имеш. Йыйылыш берсиҙәтеле ишетеп ҡалып: “Ванькя, у тя кака-то идея появилася?”  - тип һораған, ти.
Бер урында өс һөйләш! Махсус эҙләп йөрөйһө лә түгел. Заводсылар заманында  эшсе көс итеп Новгород, Пенза, Рязань  губерналарынан урыҫ крәҫтиәндәрен күсереп килтереп ултыртҡан, тап шуға күрә улар һөйләш менән дә, хатта холоҡ-фиғел менән  дә айырыла ине.

***

 Яҙмыш елдәре Үзбәкстан яҡтарына хатта өс йылға уҡ алып сығып китеүе иһә бөтөнләй көтөлмәгәнсә килеп сыҡты. Бына һиңә паспорт, бына һиңә институт!

Ташкенттан үҙҙәрендәге кабель заводына практиканттар ебәреүҙе юллап килгән дүрткел түбәтәйле, буйлы сапанлы үзбәк кешеһе әле донъя күреп өлгөрмәгән ауыл балаларын ике бөртөк антоновка еҫе менән генә әүрәтеп алып ҡайтты ла китте. Ғүмерҙә лә тәмләп ҡарамаған емештән ауыҙ иткәс, тамшанышып, Үзбәкстанды әкиәт донъяһындай күреп, алдын-артын уйламай ғына эйәреп сыҡ та китсе әле ул! Гөләмзәнең шиктәре бар ине лә, башҡаларҙан олораҡ та, етмәһә ун класс уҡ бөткән ҡыҙ, тик ни саранан бисара, ҡасып ҡалып булмай – ултыртасаҡтар. Ә унан, Сәбилә әйтмешләй, ишерһең ишәк сумарын, институтҡа инеү түгел, йүнле эшкә лә алмаясаҡтар!

Ташкентҡа барып еткәс тә эт күрмәгәнде күрҙеләр: улар килгәнсе зектар ғына эшләгән цехта яфаланып, өс ай буйы клубта йәшәнеләр.

...Практиканттарҙы башта клубта йәшәтеп, ятаҡҡа күсергәйнеләр. Өсөнсө йылына үзбәктәр уларҙы йәлләп, фатирҙарға таратып алды. Сәбиләне ике әхирәте менән өйҙөң ҡалын балсыҡ ҡабырғалы төкөтмәһенә, иркен генә бүлмәгә урынлаштырҙылар. Уртанан, төкөтмә башланған ерҙән ҡойма һалынған, хужалар яғы күренмәй. Аялдар, йәғни ҡатындар яғы тип һаналған икән борон был яғы. Һәрәм, гарем, йәғни.

Ғаиләләрендә шыр малайҙар булып сыҡты. Былай тәүфиҡлы ғына ине үҙҙәре – ҡыҙҙар яғына  сығып йөрөмәнеләр, баҡсала нимәләрҙер эшләгәндәре, кистәрен иһә ихата эсендә гәпләшкән-көлөшкән тауыштары ғына ишетелә ине. Аңлауҙарынса, шаҡмаҡ (шахмат) уйнарға яраталар ине.

Аталары һуғышта ятып ҡалған, әсәләренә туғандары ярҙам итеп тора. Бер мәл көтөлмәгән хәл булды: ҡатын ҡыҙҙарҙы үҙҙәре яғындағы ихатаға саҡырып алды ла, саф булып теҙелгән дүрт малайына күрһәтеп:
- Ҡыҙҙар, шундай тәүфиҡлы, уңған, ипле балаларһығыҙ, ҡыҙҙарымдай күреп яраттым үҙегеҙҙе, өсөгөҙҙө лә киленем итеп алыр инем. Улдарым да аҡыллы, тырыштар, ҡулдарынан килмәгән эш юҡ, ҡайһыһы күңелегеҙгә ята – ризалыҡ бирегеҙ, бөгөндән никахлатырға әҙермен, - тине.
Ҡыҙҙар ҡаушап төштө. Сәбилә ундай саҡтарҙа тиҙ генә иҫенә килеүсән, үпкәләтмәҫкә тырышып:

- Апай, беҙгә уйларға ваҡыт бирегеҙ, - тине.

Ҡатын риза икәнлеген белдереп баш ҡаҡты ла:

- Мәйелегеҙ, иртәгә яуап көтәм, - тип улдарын өйгә индереп ебәрҙе.

Бүлмәләренә ингәс, ҡыҙҙар бер аҙ һөйләшә алмай ултырҙы, яр аҫтынан яу сыҡҡандай булды был. Йәштәре етеүен еткән инде, тик тыуған яҡтарына ла ҡайтҡылары килә.

Әхирәттәре Сәбиләнең ни әйтерен көттө: ауыр аҡыллы, гел төптән уйлап эшләй торған ҡыҙҙың араларында абруйы ҙур ине. Һораулы ҡараштарын уға төбәнеләр. Тик ул да тел ҡатырға ашыҡманы.

- Йә инде, Сәбилә, әйт, нимә уйлайһың? – Бәғиҙә шулай түҙемһеҙерәк тә, үткерерәк тә.

- Эйе шул, әхирәткәйем, нишләйек? – Алтынбикәһе лә һүҙ ҡыҫтырҙы. – Үҙең берәйһен оҡшаттыңмы әбейҙең малайҙарынан?

Тегеһе “юҡ”  тигәнде белдереп, баш сайҡап ҡына ҡуйҙы. Улдары төҫкә арыу ғына, мыҡты кәүҙәлеләр, әсәләренең ҡулына ауыр эш тейҙермәйҙәр. Әммә уның Таһирбәгенә етмәй береһе лә. Әсәһенең васыятына ла тап килә. Егеткә өмөт биреп ҡуйғайны  инде.

 Хужабикә ҡыҙҙарҙы оҡшата инде, оҡшатмайсы – үҙ милләтенән һоратһа, бик ҡалындан ҡалым һораясаҡтар бит. Ә Рәсәйҙекеләр – сығымһыҙ ғына, етмәһә, килеп яҡлашып йөрөр кешеләре лә юҡ, теләгәнеңде ҡылан.

- Үзбәктәр әйтмешләй, мәйелегеҙ, ҡыҙҙар. Һорау яуҙырыуығыҙға ҡарағанда, кемендер оҡшатҡанһығыҙ, юғиһә, ҡырт киҫер ҙә ҡуйыр инегеҙ, - тип көлөмһөрәне Сәбилә. -  Яҙмышығыҙ үҙ ҡулығыҙҙа. Һеҙгә бит әле кейәүгә сығаһы ғына түгел, килендәш булаһы. Икегеҙ ҙә бер үген оҡшатып ҡуймағыҙ тағы.

Әхирәттәре бер-береһенә ҡарашты.

- Үзбәккә сыҡһағыҙ, тыуған яҡҡа ҡайтып йәшәй алмаясаҡһығыҙ, уныһын да уйлағыҙ.

- Беҙҙең ауылда бер ҡыҙыҡай ФЗУ-нан һуң ҡайҙалыр эшләп ҡайтҡайны, ултырып ҡалған, ситтә йөрөп ҡыҙлығын юғалтҡандыр, тип шипкерт ебәреп, бахырҙы һыуға ташланырлыҡ итеп ғәйбәткә батырҙылар, - тине уйсан ғына тауыш менән Алтынбикә. – Бәлки үлтереп ташлағандарҙыр тип тәфтишселәр килеп тикшереп, саф ҡыҙ булғанын әйткәндәр. Ҡайтырға ла ҡурҡыныс әле ул.

Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай шул, ғәйбәтте икмәк урынына ашаусандар ҡайһы берәүҙәр. Кеше һүҙе кеше үлтерә тигән әйтем юҡтан килеп сыҡмаған. Шулай ҙа Алтынбикә тороп ҡалыуын аҡлар өсөн үҙенә һылтау эҙләгәндәй ҙә тойолдо.
Иртәгәһенә ул ғына кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙе, Бәғиҙә өҙөп кенә бер ни ҙә әйтмәне, ата-әсәһенән яуап килгәнсе тип ваҡыт һораны. Ғәмәлдә  практиканттар араһынан күрше район егете уға иғтибар күрһәтә башлағайны, тәҡдим яһаһа, бөгөндән үк сығырға ла риза ине. Ә уныһы һаман әллә ҡарарлы түгел, әллә кеҫә яғы таҡырлыҡ тота.

Сәбилә:

- Апай, үпкәләмәгеҙ, мине әйттерергә килергә йыйыналар, - тип киҫә һуҡты.
Холмурад әкә менән Таһирбәк тиҙҙән ысынлап та һөйләшергә килеп, хужабикәгә рәхмәт әйтеп, никахлап алып ҡайтып та киттеләр, йәштәр башта шул ағайҙарҙа йәшәне.

Үзбәк егетенә һоратҡандарын ишетеү шунда уҡ  ҡыйыулыҡ өҫтәне, Бәғиҙәнең егете, ниһайәт, зарығып  көткән һүҙҙәрҙе әйтеп, шул уҡ Холмурад әкәнән никах уҡытып, Башҡортостанға ҡайтып киттеләр.

***

Гөләмзә иһә ятаҡта йәшәгәндә үк ҡыҙҙарҙан беренсе булып кейәүгә сыҡҡайны. Ашау етмәгәс, йәй көнө төнгө сменанан һуң колхозға  помидор йыйышырға йөрөйҙәр ине. Эш хаҡы итеп бирелгән итле генә, татлы ғына, үҙе  йоҙроҡтай эре шул “ер алмаһы”н икмәккә ҡушып туйындылар, иптәштәренә лә алып ҡайтып һыйланылар. Колхозда эшләп үҫкән ҡыҙ бит, бөтәһенән күберәк тапшыра ине Гөләмзә. Ҡабул итеүсе апай бер ҡарап торҙо-торҙо ла, һүҙ ҡушты:

- Син татар ҡызы түгелме?

- Юҡ, Башҡортостандан мин, Ағиҙел буйҙарынан.

- Шулаймы ни? Әйтәм беҙҙең яҡтарға оҡшағанһың да. Беҙ ҙә күсеп килгән.  Иремде бында урыҫ теле уҡытырға ебәргәйнеләр, үҙем уңыш йыйғанда колхозда иҫәпсе булып эшләйем.

Яҡташын осратҡанға ҡыҙ һөйөнөп китте:

- Уй, ҡайһылай шәп! Минең дә бик урыҫ теле уҡытыусыһы булғым килә лә, институтҡа инергә теләгем дә бик ҙур, тик практика үтеп бөтмәй тороп хыял итергә генә ҡала инде.

- Урта белемең булғас, мәктәптә эшләргә былай ҙа алырҙар ул, уҡытыусы еткерә алмай ыҙаланалар бит.
Мәрзиә апайҙың Янтимер тигән бер туған энекәше лә  һуғыштың ахырына ғына эләгеп, хеҙмәт итеп ҡайтып, улар янына күскән дә, Ташкентта урыҫ теле уҡытыусылары әҙерләй торған ҡыҫҡа мөҙҙәтле курс тамамлаған икән. Баҡһаң, Наркомпрос талабы буйынса Үзбәкстанға 1938 йылдан урыҫ телен уҡытыу өсөн Рәсәйҙән уҡытыусылар ебәргәндәр. Төрки теллеләр үзбәк телен еңелерәк үҙләштерер тип уйлап, Башҡортостандан да йүнәлткәндәр.

- Янтимер ҙә  уҡыу йылы башланғансы ошо колхозда бригадир ярҙамсыһы булып эшләп йөрөй, - тип ҡолағына төшөрөргә лә онотманы ҡатын.

Үҙе шунда уҡ һүҙҙе икенсегә борҙо:

 – Балаҡай, төнгө сменанан һуң бында ла бөксәнләп йөрөүе бик ауырҙыр инде. Етмәһә, ҡайһылай күп тапшыраһың,  күҙ теймәһен.  Ял итеп өлгөрәһеңме һуң?  Тағы ҡасан киләһең?
Ҡыҙ юғалып ҡалды. Нишләп энекәшен һөйләргә булып китте әле ул тик торғандан, тип, белмәмешкә һалышырға ҡарар итте:

- Әлләсе, апай, эш бит, төрлөсә тура килә, ҡайһы саҡ икенсе сменаға ҡалырға һорайҙар, йә башҡа берәй мәшәҡәт килеп сыға...

Ҡатын уға һынап ҡараны: ҡайһылай зирәк ҡыҙ, тел төбөн шунда уҡ аңлап та алды, ситкә ҡайырырға сәбәбен дә таба һалды.

Улар ҙа Ташкент эргәһендә,  Гөләмзәләр практикаға ебәрелгән кабель заводы урынлашҡан  Сергелиҙә йәшәй ине. Биҫтәлә илдең төрлө төбәктәренән килгән ҡырылмаһа ҡырҡ милләт вәкилдәре көн итә, бигерәк тә нуғайҙар, татарҙар күп, үзбәктәр араһына улар Яуыз Иван хакимлыҡ иткәндә суҡындырылыуҙан ҡасып килгән. Артабан да сауҙагәрҙәре килеп ҡушыла, төпләнә тора, шул рәүешле Ҡоҡанд ханлығы осоронда хәҙер  Сергели районына ҡараған Нуғай-ҡурған ҡасабаһы барлыҡҡа килгән дә инде. Заманында урындағы түрәләр килмешәктәргә Салар йылғаһының һул ярында кеше йәшәмәгән һаҙлыҡлы ер биләмәһе бүлеп биргән. Ул саҡта бында һиләүәтләп ҡабан, төлкө, хатта юлбарыҫтар ҙа йөрөгән, тиҙәр. Яйлап йорттар ҡалҡып сыға, мәктәп менән мәсет төҙөлә. Ваҡыт үтеү менән үзбәктәр, ҡаҙаҡтар күсеп ултыра башлай. Шуға күрә Мәрзиә ҡыҙҙы татарҙыр тип уйлағайны ла. Алғараҡ китеп, 1980-се йылдарҙа ҡасаба үҫә барған баш ҡала эсендә ҡалғанын да әйтәйек.

Ҡайтҡас, яҡташын осратҡанды иренең ҡолағына ла төшөрҙө. Ысынлап та, ҡыҙ аҙна самаһы күренмәне, килгәс тә әле йыйған помидорҙарын уға түгел, икенсе келәткә тапшыра башлағанын күрҙе. Ай-һай ғорур, осһоҙлана торғандарҙан түгел, тип ҡәнәғәт булды уның был ҡылығынан ҡатын. Һылыулығы ла, буй-һыны ла, уңғанлығы ла бар, һалам сираҡ, быяла беләк тә түгел, һуты сәсрәп китерҙәй тулышҡан алма ғына был.   Янтимергә күрһәтәйем әле, бәлки уның да күңеленә хуш килер, тип уйлап ҡуйҙы. Урта мәктәп бөткән бит әле, белемле ҡыҙ – бирнәле ҡыҙ.

Энекәше апаһының кәләш алырға өгөтләүенән биҙерәп бөткәйне инде. Курста уҡығанда барып, шундағы ҡыҙҙарҙы күҙләп йөрөгән хатта. Бер татар ҡыҙын оҡшатҡан да, димләп тә маташты. Шунан бирле был хаҡта ауыҙ ҙа асырға бирмәй ине. Никах сәғәте һуҡмағандыр, әлегә күңеленә ятҡан берәү ҙә осрағаны юҡ.

Баҫыуҙың теге осонда ҡустыһын шәйләгәс, Мәрзиә үҙе янына килергә саҡырып, ҡул болғаны. Тегеһе шәп-шәп атлап килеп етте:

- Нимә булды, апый?

- Келәткә ин дә, килгәндәрҙе ҡабул итә тор тор әле, бер йомошом бар ине,  - тигән һылтау табып, Гөләмзә янына йүнәлде.

- Һылыу, күренмәй торғас, әллә бер-бер хәл булдымы тип борсола башлағайным, - тигән булды ул, барып еткәс, - тыуған илдән ситтә үҙ яғыңдыҡылар туғаныңдай яҡын бит ул. Әйҙә, әҙерәк ял итеп, сәй эсеп ал. Бер силәгеңде үҙем тотайым, - тип, ай-вайына ҡуймай ҡыҙҙы үҙенең келәте яғына алып китте.
Шунда осратты ла инде ул буласаҡ ирен. Гөләмзә келәт эсендә тулҡынланып торған ҡара сәсле, оҙонса ҡуңыр йөҙлө, ҡуйы ҡара ҡашы аҫтынан күҙҙәре нур бөрккән буйсан егетте күргәс, хәйләне аңланы инде, бик һалҡын ғына сәләм алды, помидорҙарын бушатып үлсәтте лә кире баҫыуға китергә ашыҡты. Сәй эсеп тә торманы.  Егеттең йөрәгенә ут һалып та өлгөрҙө инде әммә. Ул да, апаһы кеүек, ҡыҙҙы көтәүелләп йөрөй башланы, оҙаҡ ҡына күренмәгәс, юҡһыныуҙан үҙенә урын тапмай, татлы ғазаптарға сумды.

Мәрзиә энекәшенең тын алышын тойоп йөрөй бит, бер көндө һүҙ ҡуҙғатты:
- Туғаным, Гөләмзәгә күҙең төштө, ахыры, ниңә ятағына барып, күреп килмәйһең?

 Дары төтөнө еҫкәп өлгөргән булһа ла милли тәрбиә һеңгән егет апаһына нисек һүҙ башларға белмәй тартынып йөрөй ине,  был һүҙҙәрҙе ишеткәс, еңел тын алып ҡуйҙы:

- Адресын беләһеңме һуң ятағының?

- Әлбиттә! Тәүге көндә үк белештем инде. Әле ул иртәнге сменала, күстәнәскә кәнфит ал да,  матур ғына ҡағыҙға төрөп, кискә күрергә бар.

- Бәлки сәскә бүләк итергәлер?

- Сәскәнән ни файҙа? – тип көлөмһөрәне апаһы. – Аҡса яуы. Улар бит аслы-туҡлы йәшәй. Кәнфиттән яҡшыһы булмаҫ. Вағыраҡтан күберәк килерлек итеп ал, бөтәһенә лә етһен.

Ҡанатланып осто ғына инде егет йөрәгенә ялҡын ҡабыҙған, хатта төшөнә инә башлаған ҡыҙ янына. Гөләмзә лә был юлы тырҫ-мырҫ килеп торманы, һәүетемсә генә һөйләшеп алды ла киттеләр. Егерме йәш ул заман өсөн ултырып ҡалғандар рәтенә инә башлау булғандан ғына түгел, ҡыҙҙың күңелендә лә мөхәббәт хисе моронлағайны инде.  Дөрөҫөн әйткәндә, теге көн бер күҙ һирпеүенән үк бығаса таныш булмаған ут табанына тиклем йүгереп үтеп, күңелен иләҫ-миләҫ итеп ебәргәйне. Икеһенә лә уртаҡ тема – мәктәп, әҙәбиәт, артабан белем алыу – табылды, был хаҡта улар сәғәттәр буйы ялҡмай һөйләшә алыр ине.  Кәнфиттәрен бүлмәгә алып ҡайтып, таратып биргәс, кеменеңдер ҡомалағы ҡыштырҙап ҡуйһа ла, ҡыҙҙар бер ауыҙҙан еҙнә булыр егеткә фатиха бирергә лә өлгөрҙө.  Мәрзиә апаларының ҡыҙыулатыуы арҡаһында оҙаҡҡа һуҙмай ғына йәш ғаилә лә барлыҡҡа килде.

Уҡыған кеше уҡыған инде, Янтимер кәләшен һоратыуға еңле-елпеләнмәй, еҙнәһе, апаһы менән  бергәләп завод директорына барып һөйләшеүҙән башланы. Тегеһе рөхсәт бирмәй нишләһен инде, үҙе әйтмешләй, ҡыҙҙар помидор кеүек, өс көндә ашамаһаң, боҙолоп та ҡуя. Улай ҙа әле Башҡортостан ҡыҙҙары бик тәртипле, тәүфиҡлы булып сыҡты, береһе лә юлдан яҙып йөрөмәне. Гөләмзәнең артабан уҡырға теләге булғанын ишеткәс, имтиханын уңышлы тапшыра алһа, шунда уҡ эштән китеренә рөхсәт бирҙе. Үҙәк Комитет яғынан урыҫ теле уҡытыусылары буйынса директива ла булғас, нисек ҡаршы киләһең.

Сәйер, практикаға ебәрелгән уҡыусыларының яҙмыштары менән ҡыҙыҡһыныусы ла, ҡайтыуҙарын талап итеүсе лә булманы әллә.

 

3-сө  бүлек

Гөләмзә ауылдан тейешле  документтарын һорап алдыртты ла, һөйгәне тамамлаған ҡыҫҡа мөҙҙәтле курсҡа уҡырға инде.

Уны бөтөрөп сығыуына ирен дә, үҙен дә Ҡаршы ҡалаһына уҡытырға ебәрҙеләр. Урыҫ теле уҡытыусыларына ныҡ ҡытлыҡ кисерелә ине, уларҙы бик теләп мәктәпкә эшкә лә алып ҡуйҙылар. Шунан һуң ул һабаҡташтары менән элемтәне юғалтты тиһәң дә була, һирәк-һаяҡ Ташкентҡа барғанда ғына Сәбиләне күреп китергә тырышты. Уҡытыусылар ғаиләһенә телефон да үткәрелде, әхирәтенеке булмағас, игелекле  Холмурад әкә аша бәйләнеш тоттолар.

Ҡаршы ҡалаһы был йылдар эсендә тыуған төйәгендәй ғәзизгә әйләнеп өлгөрҙө. Менәйем тиһәң, тауы ла, еләйем тиһәң, далаһы ла бар: Ҡоңғыртоғ (Ҡуңыртау) итәгендә, Ҡаршы далаһының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан ул. Ауылында үҫмерлеккә генә еткәйне, ә бында ғүмеренең күп өлөшө үтте. Матур урындан ер алып, өй һалып сыҡтылар, ҡомло-ләмле тупрағын гөл-сәскәгә күмеп, емеш баҡсаһы үҫтерҙеләр. Сәбиләнән күрмәксе, ул да йәшлек хәтирәһе итеп, антоновка ултыртты. Нисек алма еҫенә арбалып, йәһәннәм аръяғына сығып киткәнен балаларына һөйләп, күҙҙәре йәшкә сыланып та алғыланы.

Ни ҡала, ни ауыл түгел тиерлек, иркен урамдар ҡалдырып, саҡ яңы йорттар ҡалҡына башлаған осоро ине әле Ҡаршының улар Янтимере менән эшкә килгәндә.  Ҡаланың атамаһы ла тас башҡортса кеүек, аҙаҡ ҡына һүҙ Сығатай хан тоҡомо Күбәктең ҡәлғәһе йәки һарайы тигәнде аңлатып, нығынып ҡалғанын белде.Башта өлкә исеме Ҡашҡа-Даръя тип айырым яҙыла ине, һуңғы йылдары өлкәнең дә, йылғаның да атамаһын ҡушып яҙыуға күстеләр.

Гөләмзә үҙ бәхетенә үҙе ышана алмай ине әле, хыялланғанынса уҡ булмаһа ла, уҡытыусы һөнәре алды, йән һөйгәнен осратты, хәҙер бына тауыҡ кетәгендәй генә булһа ла ятыр-торор ерҙәре бар. Һуғыш тамамланғанына ете йыл ғына бит әле,  шулай ҙа ил бауыры ҡалҡа башлаған кеүек. Әсәһенең: “ Ҡасан ғына күкрәккә терәп телерлек икмәкле булырбыҙ икән?!” - тип уфтанғаны әле лә күҙ алдында. Астан хәлдәре бөтмәһен өсөн артыҡ хәрәкәтләнмәй генә ҡустылары менән һике буйында ултырғандары иҫендә, алабута икмәктең әсеһе лә телендә әле. Һалым түләргә аҡсаһы булмай, “недоимка” тип һыйырҙарын алып китергә килгәстәр, әсәһенең үрһәләнеп ҡаршылашҡаны, инде ҡапҡанан сығып барғандарында игеҙәктең  берәүһен һыйыр һыртына ултыртып:”Бергә алып китегеҙ, барыбер астан үлә”, - тип асырғанып ҡысҡырғаны ла һаман әле ҡолағында. Әсәләренең итәгенә йәбешеп, шарылдашып илаған балаларына ҡарап, бесән етмәгәндән күтәртә яҙып ҡыш сыҡҡан, ҡабырғалары тиреһен йыртырҙай  сурайып торған һыйырҙы ҡалдырып китеүҙәре лә хәтерҙән юйылаһы түгел. Бөгөнгөһөнә шөкөр инде, шөкөр.

Өлкә барлыҡҡа килгәненә лә күп түгел ине әле, 1943 йылда ойошторолған булған. Бында ла Сергелиҙәге кеүек, татарҙар байтаҡ булып сыҡты. Телдәре,  ғәҙәт-йолалары ла оҡшаш, яҡташтар тиерлек, шуға күрә еңел генә  аралашып, арҡалашып йәшәп алды ла киттеләр. Уларҙың байтағы мәктәптә йәки хастахана тирәһендә эшләй, ҡайһы берәүҙәре менән бер коллективта хеҙмәт итергә лә тура килде. Ҡан ҡәрҙәшлеге булмаһа ла, тел ҡәрҙәшлеге лә үҙе бер зиннәт икән ул сит-ят яҡтарҙа.

Үзбәктәр түлле халыҡ, ғаиләләрендә һигеҙ-ун бала – ғәйре тәбиғи күренеш, тиҫтәнән уҙҙырғандары ла бар. Һуғышта төрлө милләтле ярты миллионға яҡын ир-егетен юғалтһалар ҙа, мәктәп буш тормай, параллель кластар ҙа асылған.

Янтимергә – сығарылыш кластарҙа, Гөләмзәгә бишенсенән етенсегә тиклем дәрестәр бирелде.

Мәктәпта ике татар ҡатыны эшләй булып сыҡты. Береһе – завуч Фәриҙә Фәритовна, икенсеһе йыр дәресе уҡытыусыһы Гөлйыһан апа.  Икенсеһе менән ул шунда уҡ тиерлек яҡынайып китте. Сит ерҙә, күпселеге үзбәк милләтле уҡытыусылар араһында тел оҡшашлығы ла, тәрбиә оҡшашлығы ла, Рәсәйҙән булыуҙары ла яҡынайтты шикелле араларын. Һуғышҡа тиклем үк татар театрының спектаклдәрендә йырлы ролдәрҙе уйнап йөрөгәндә  мамыҡ үҫтереүселәрҙең комсомол етәксеһе ғашиҡ булып,  никахлап өйләнеп, ебәрмәй алып ҡалған уны. Ике балалы булғас, һуғышта йөрөп ҡайтҡан. Риза булһаң бергә йәшә, булмаһаң - мәйелең, тип йәш кенә үзбәк ҡыҙына өйләнгән дә ҡуйған. Хәҙер уныһы йыл да бер бала таба, ти.Үҙған йыл хатта ғинуарҙа – берҙе, декабрҙә икенсеһен тапҡан. Көндәш менән йәшәп ятмаһам имеш, тип,  айырылған Гөлйыһан.

Ул яйлап ҡына ир-аттан ғына тиерлек торған педколлектив тормошоноң яңы кеше күҙенә салынмаған серҙәрен аса барып, кем менән кем – дуҫ, кемдең кем менән борсағы бешмәй  кеүегерәк ваҡлыҡтарҙы аңғартып, Гөләмзәне  ағымға яйлы ғына индереп ебәрҙе. Ә үҙенең, милләттәше булһа ла, тап түрә ханым менән аралары шәптән түгел ине.

Фәриҙә Фәритовна ана теге Сергелиҙә төпләнгән сауҙагәр ҡыҙы булған, хатта гимназия тамамлаған, синфи сығышы арҡаһында ары уҡый алмаҫын аңлағас, ғаиләһенән баш тартып,  комсомолға ингән, бик ҡаты шәреҡ ҡатын-ҡыҙы хоҡуҡтарын  яҡлап йөрөп, белем алып сыҡҡан. Даулашып йөрөй торғас, ишһеҙ ҙә тороп ҡалған, уның менән тиң хоҡуҡлы булырға теләгән көслө зат нишләптер табылмаған да ҡуйған. Һауалы, ҡырыҫ, әсе телле.  Комиссар ҙа комиссар инде,  билендә наганы ғына юҡ. Сығышын йәшерһә лә,  Гөлйыһандың спектаклдәрҙә ҡатнашып йөрөгән бер биҫтәләше уны танып, ҡыҙҙың ҡолағына төшөргән булған.  Бер йыйылышҡанда ниндәй артистар менән уйнағанын һөйләй башлағас, завучтың төҫтәре үҙгәреп китте, ти.  Шунан бирле берәй сәбәп табып, ҡанығып, бәйләнергә генә тора икән. Ярай әле икенсе йылына үрләттеләр  үҙен – мәркәздәге ниндәйҙер дәрәжәгә саҡырып алдылар, юҡһа Гөлйыһан менән аралашҡан өсөн Гөләмзәгә лә ҡылый-ҡылый ҡарай башлағайны.

Сәбилә әхирәте  Гөләмзәне үҙҙәренең мәктәбендә Ленинград уҡытыусыһының  бөркөттө сәпсек тип атауын һөйләп көлдөргәйне, хәҙер үҙе шул хәлгә ҡала яҙған саҡтары ла булғыланы.  Кластарында үзбәк кенә түгел, бер нисә башҡа милләт балалары ла уҡый, уларҙың һәммәһе лә тиерлек үзбәксә һөйләшә, ә урыҫса һөйләшә белгәне, һис юғы аңлағаны – бармаҡ менән һанарлыҡ. Әхирәте үҙҙәренең башланғыс кластарында урыҫ теле башҡортса тиерлек үтә торғайны тип һөйләгән ише, бында ул үзбәк телендә үткән булғандыр. Бер көн бишенсе класта этажерка һүрәтен күрһәтеп, балаларҙан уның нисек аталғанын әйтергә һорағас, Абдулфәйез тигән малай ҡул күтәрҙе:

- Китоб явоны.

- Русса нисек була?

Ул яуап бирә алмағас, Фәрхәд тигәне күтәрелде:

- Этажерка.

- Ә хәҙер тулы яуап бир! Это...

- Жерка.

- Это этажерка тип яуап бирергә кәрәк бит, Фәрхәд.

- Шулай тим дә инде: это жерка.

Таҡтаға яҙып, аңлатып, саҡ дөрөҫ яуапты ишетте.

Һәр дәрескә икеләтә әҙерлек менән барырға тура килә ине шуға күрә уларға. Тәүге йылдары баш бәйләп, Гөлйыһан апалары ярҙамы менән үзбәк телен үҙләштерергә тотондолар. Ниндәй әҫәрҙе өйрәнергә кәрәк булһа ла, мотлаҡ үзбәксәгә тәржемәһен табырға тырыштылар. 

Ун туғыҙынсы быуаттың икенсе яртыһынан Ташкентта, Бохарала һәм Хиуала Пушкин, Гоголь, Лермонтов, Некрасов, Толстойҙың, ҡайһы бер башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәрен өйрәнә башлаған булғандар.  Гоголдең «Ревизор» менән «Үле йәндәр»е сәхнәләштерелгән, ролдәрҙе Ҡазан артистары башҡарған. Шул уҡ быуатта  Пушкин әкиәттәре лә тәржемә ителгән. “Балыҡсы менән балыҡ тураһында әкиәт"те йығылып ятып уҡыйҙар, улар хатта Бохара, Хиуа һәм Ташкент мәҙрәсәләрендә уҡыу программаһына индерелгән. Пушкиндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә әкиәттәренең тәржемәләре китап булып  баҫылып сыҡҡан.

Дауамы бар.

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас