Ҡыҙы урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған йылы энекәшен эйәртеп, Фәйзелғаян абзыҡайы килеп төштө. Ныҡ ҡартайған, таяҡ менән йөрөй, тик зиһене теүәл әле, аяғынан башҡа ауыртҡан ере лә юҡ икән. Ватан һуғышында ҡатнашҡан кеше булараҡ, Өфөлә фатир биргәндәр. Үҙ балалары булмағас, Сәғитйәнде етемһерәтмәй, хәлдәренән килгәнсә тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырҙылар улар еңгәһе менән. Энекәшен армия хеҙмәтенән һуң, металлургияға ҡарағанда нефть сәнәғәтендә һөнәр отошлораҡ, тип Салауат нефтехимия комбинатына урынлашырға өгөтләгәйне. Был юлы егет абзыйының һүҙен йыҡманы һәм яңылышманы: ябай эшсе булып башлап, установка начальнигы дәрәжәһенә тиклем үҫте. Былтыр ул Өфө нефть институтының Салауаттағы киске бүлексәһен тамамлағайны.
Абзыҡайы менән энекәше туғандарының тормош-көнкүрешенән ҡәнәғәт ҡалды, тик Йәмиләне үҙебеҙгә алып ҡайтып вузға индерәбеҙ, Рәсәй дипломы алһын, тип аптыраттылар.
Берҙән-бер ҡыҙын янынан ебәргеһе килмәһә лә, оҙаҡ уйланғас, ризалашты Сәбилә. Эстән генә, әйҙә, һис юғы бер балам Тыуған еремә ерекһен, бәлки, доғаларымда һорағанса, берәй яҡшы ғына башҡорт егете менән иптәшләнер, тип тә уйлап ҡуйҙы.
Хәҙер самолет менән теләгән бер ереңә барып етеп була, донъяһы етеш, орсоҡ буйлыҡ ҡына әсәнән тыуған тимәҫһең, шәмдәй төҙ, имәндәй мыҡты булып үҫеп еткән улдары ла, ситтән тороп булһа ла бер-бер артлы вуз бөтөп, донъяны бөтәйтеп баралар. Берҙән-бер һеңлеләренә ярҙам итерҙәр, ташлап ҡуймаҫтар, моғайын.
V
...Шулай ҙа башта Өфөгә ҡыҙы менән бергә үҙе барып күрергә булды. Башҡортостанданмын тип ғорурланып һөйләргә яратһа ла, баш ҡаланың вокзалын ғына күреп сығып киткәйне лә.
Аэропортта уларҙы Фәйзелғаян абзыйы ҡаршы алды.
Йырҙағыса “тау башында балҡыған”, йәшеллеккә күмелгән мәркәз ҡала алыҫтан, Ағиҙел ярында ҡоштай талпынып ҡатып ҡалған һыбайлы һыны менән сәләмләп ҡаршы алды. Күпер аша үткәндә үк “Өфө” тигән яҙыу һәм биш сатлы йондоҙ менән сиратлап биҙәкләнгән яндауырҙарына тиклем һоҡланыу тойғоһо уятып, күңеленә ауыл ҡапҡаһы аша тыуған йортҡа ҡайтыу хисе инеп тә ояланы. Мәргән күҙле Сәбиләнең иғтибарынан бер ни ҙә ысҡынманы, автобус күперҙән сыҡҡас, һулға боролоп үрләй башлаған ерҙә ФЗО мәктәбенә йөрөгән юлдағына оҡшаған төҙөк ағас йорттар күренеше хатта керпектәрен сыланырға мәжбүр итте. Ленин урамынан абзыҡайы тотош экскурсиялыҡ биналарҙы күрһәтеп, уҙғанда телеграмма һуҡҡандай ғына тасуирлап өлгөрҙө – һәр береһе бер оло тарихлыҡ икән. Аҙаҡ иркенләп һөйләргә вәғәҙә итте. Абзыҡайының ике бүлмәле “хрущевка”һы үҙенеке менән сағыштырғанда тығырыҡ ҡына кеүек күренде уларға, тик күңеле еткәндең урыны ла етә шул.
Икенсе көнөнә үк Ленин урамының башланған ерендә урынлашҡан медицина инстутына йүнәлделәр. Ғүмер баҡый баш баҫып эшләп, өҙгөсләнмәй генә, нимәгә лайыҡмындыр шуға байыҡ тип көн күрергә күнеккән Сәбилә, абзыҡайы етәксеһенә инеп сығайыҡ тигәс, баҙаны ла ҡалды, ректор һынлы ректор менән нисек ҡыйып һөйләшмәк кәрәк. Әммә күкрәгенә Дан ордены, миҙалдар тағып алған сатан ҡарт һалдат, кабинеттан кеше сығыу менән, секретарь ҡыҙҙың туҡтатырға тырышыуына иғтибар итмәй, “Ректор Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы ” тигән табличка ҡағылған ишекте ябырға ла бирмәй, һеңлеһен етәкләп эскә инде лә китте. Аҡ халатлы, аҡ ҡалпаҡлы түңәрәк йөҙлө, ҡара ҡашлы уҙаман һорамай-нитмәй килеп ингән оло йәштәге әҙәпһеҙҙәрҙең сәләмләүенә маңлай йыйырмай ғына аптыраулы ҡараш ташлап яуапланы ла, өҫтәл артынан портфель сығарып, хәрәкәттәре менән ҡайҙалыр ашыға икәнен ишаралап, башҡортсалап ҡабалан ғына һорау бирҙе:
- Ниндәй мәсьәлә менән килгәйнегеҙ, әйтә һалығыҙ.
Шундай оло вазифалы кеше туған телендә һүҙ ҡатһын әле! Башҡорт икәнлеген танығанын әйт! Абзыҡайы ҡыйыу ғына килеп инһә лә, өндәшмәй, һеңлеһенә ымланы. Ҡапыл ауыҙы кибеп китеп, Сәбилә:
- Ней бит әле, Венер Ғәзиз улы, беҙ Үзбәкстандан инек, - тигән һүҙҙәрен саҡ һығып сығарҙы. – Ҡыҙымды уҡытырға иткәйнек һеҙҙең институтта. Мәктәпте алтын миҙалға тамамланы.
Ректор ҡаштарын сөйҙө:
- Уҡытырға иткәс, уҡытығыҙ һуң, документтарын тапшырһын да, имтихан тотһон, - үҙе ихлас итеп шарҡылдап көлөп ебәрҙе.- Исем-фамилияһы нисек ҡыҙыңдың? Башҡортса беләме? Уға бит, врач булһа, русса белмәгән ҡарт-ҡороно ла ҡарарға тура киләсәк.
- Белә-белә, өйрәтеп үҫтерҙем, беҙ күмәк бит унда... Үзбәксә лә, русса ла белә.
Сәхәүетдинов ихлас йылмайҙы ла:
- Ярай, имтихандарын тапшырһын, - тип, өҫтәлендә ятҡан ҡалын дәфтәренә ниҙер теркәп тә ҡуйып, сығыу яғына йүнәлде.
Секретарь ҡыҙҙы, мин лекция уҡырға киттем, тип иҫкәртте лә, һаубуллашып, шәп-шәп атлап күҙҙән юғалды.
Оҫта хирург, профессор икән үҙе, ә ябайлығы менән арбаны ла ҡуйҙы.
Аяғөҫтө генә һүҙ ҡатып китеүҙәренең берәй файҙаһы булдымы-юҡмы, билдәһеҙ, мәгәр ҡыҙынан өсөнсө курста хирургия буйынса зачет алғанда, һин Үзбәкстандан бит әле, тип бик мәғәнәле ҡарап ҡуйған. Шунса студенттар араһынан онотмағанын ҡара һин уның.
Еңгәһе менән Башҡорт драма театрына барып, “Ғәлиәбаныу” спектаклен ҡаранылар. Йәмилә имтихандарға әҙерләнә башлап, өйҙә ҡалды. Сәбилә сәхнәлә барған ваҡиғалар эсенә инеп китеп, ысын кеүек күреп балауыҙ һығып та алды, тик урта тоштараҡ ҡапыл бала сағында ауыл әүҙемселәре шул спектаклде ҡуйғандары иҫенә төштө лә ҡуйҙы. Бына сәхнәлә Хәлил үлтерелде, залдағы бөтә нәфис зат мыш-мыш килеп илай, ирҙәр ҙә ауыр һулап ҡуя, ә ул йөҙөн ҡаплап, көлөүен саҡ тыйып ултыра, яурындары һикереп-һикереп ҡуя. Шулай ҙа була икән – бер юлы талантлы тамашанан тетрәнеүҙән илағыһы ла, клуб сәхнәһендәге теп-тере булып күҙ алдына килеп баҫҡан күренештән эсе ҡатып шарҡылдағыһы ла килде. Бер күҙе көлә, икенсеһе илай тигән кеүек булды инде. Йөҙөн ҡаплап яурындары дерелдәгән ҡәйенһеңлеһенә еңгәһе ҡарап-ҡарап ҡуйҙы, тик өндәшмәне. Ҡайтҡас, иренә: “Сәбилә шул тиклем ихлас итеп ҡараны, хатта илап бөттө, меҫкенкәйем”, - тип хәбәр еткерҙе.
Иҙел ярында Салауат Юлаев һәйкәлен ҡуйғандарын Ташкентта ишеткәйне инде. Алыҫтан күреп, урынын ниндәй шәп ерҙә һайлағандар, тип һоҡланды. Салауат, әйтерһең, ерҙән түгел, күктән сабып бара, әйҙәгеҙ минең менән, тип саҡыра. Ә һәйкәл үҙе ниндәй! Төрлө яҡтан әйләнеп йөрөп, ентекләп ҡарап сыҡты. Шунда ул батырҙың ҡолағына иғтибар итте лә абзыйына аптыраулы һорау бирҙе:
- Уға нишләп алҡа таҡҡҡандар ул? Беҙҙә ундай йола булғанмы ни?
- Әлләсе, ҡайһылай күҙең осло, минең нишләптер иғтибар иткәнем юҡ ине. Былай казак ғәскәрҙәрендә атаһының берҙән-бер вариҫын ҡурғаулау йолаһы булған. Юлайҙың да Сөләймән менән Ыраҡай исҽмлҽ икҽ улы Пугачёв болаһы башланғансы уҡ донъя ҡуйған да, Салауат нәҫҽлҽн дауам итҽүсҽ бҽрҙән-бҽр улы булып ҡалған. Ихтимал, скульптор Сосланбәк Тавасиҽв уны ҡолағына алҡа кҽйҙҽрҽп,шуға ишаралағандыр. Беҙҙең халыҡ та һуғышсан булған бит, бихисап яуҙарҙа ҡатнашҡан, мишәрҙәр менән даими булмаған ғәскәр итеп тотолғанбыҙ, халҡыбыҙҙа ла борон ундай йола йәшәгән булыуы бик мөмкин.
***
Өфөнө ни тиклем оҡшатһа ла, Сәбиләнең күңеле ҡасандыр уҡып киткән, яҙмышында ҡырҡа боролош яһаттырған Белоретта ине. Уның йөрәкһегәнен күреп, Фәйзелғаян абзыҡайы көлөмһөрәне:
- Күнтәйҙәреңте һағынтыңмы? – ул ҡалаға ер иҙел-ҡатай башҡорттарынан алдап һатып алынғанын, ниндәй ҡушаматҡа дусар булып ҡалғандарын белә булып сыҡты.
Абзыҡайы аңлатыуынса, хәл ул теге саҡта ишеткәнсә түгел, икенсерәк булған. Заводсылар күндән эшләнгән ҙур картала Әзекәй ауылы ултырған бармаҡ баҫымындай ғына урынды ҡәләм менән түңәрәтеп алып, шул тиклем генә ер һатыуҙарын һораған. Тәүләп карта күргән ауыл кешеһе масштаб тигәнде беләме һуң әле, күндәй генә ерҙе ҡыйбатҡа һатабыҙ тип һөйөнөп, рәсми килешеүгә ҡул ҡуйғандар. Шунан инде ултырған ерҙәренән ҡыуып сығарылғандар. Хәҙер был ҡайһы берәүҙәргә ирмәк бер тарих кеүек кенә күренһә лә лә, заманында наҙанлыҡ арҡаһында ниндәй ҙур фажиғә кисергән бит ауыл халҡы! “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк... наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!” Аҡмулла милләттәштәре өсөн йән әсеһенән шулай тип яҙғандыр инде.
Эйе, һағынды ул күнтәй ерҙәрен!
Ҡалағасамолет осҡанын белгәс, ауырлыҡ менән ике яҡҡа билет алып, Сәбилә шунда юлланды.
Өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт эсендә, шикһеҙ, Иҙелбашы һиҙелерлек үҙгәргән, төҙөкләнгән, бейек кенә яңы йорттар ҡалҡып сыҡҡан. Ҡатын Ленин урамындағы дүрт ҡатлы ҡунаҡханаға урынлашып, бер аҙ хәл алғас, ҡала күрергә сыҡты. Юл ашаһында ғына автоматлы һалдат һәйкәле ҡуйылған, уның алдында Мәңгелек ут яна. Саҡ ҡына бара бирһәң – парк, уның элгәре енәйәт ояһы тигән яманаты сыҡҡайны. Урам буйлап арыраҡ атлағас, таныш һыу һурҙырғыс башняға барып теркәлде, яҡынын күргәндәй булып, хатта ҡабырғаларын һөйөп сыҡты. Уны төҙөү өсөн сифатлы ҡыҙыл кирбес ситтән килтерелгән булған, шуға ла бындағы ҡырыҫ тау климатына һис бирешмәгән. Тик ул күргән саҡта башняның өҫ яғында ағастан һалынған ротонда тигән ҡоролма бар ине, шуны һүтеп алғандар, 1956 йылда һыу биреүҙе туҡтатҡандар икән..
Юл ашаһында педучилище бинаһы эргәһендәге туҡталышҡа барып баҫып, Мокрая Поляна яғына ниндәй автобус йөрөгәнен һорашты ла, эскәмйәгә ултырып, кешеләрҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалды. Милләтәш икәнлектәре күренеп торһа ла, үҙ-ара вата-емерә русса һөйләшергә тырышыуҙарына сәйерһенде. Хатта ҡолағына “апайка” тигән һүҙ ҙә сағылып ҡалды. Биләрәт Биләрәт инде. Гөләмзә иҫенә төштө...
Завод гудогы һаман һаҡланған икән, 60-сы йылдарҙа ҡала шау-шыуына ҡаршы көрәш башланғас, ил буйынса күп гудоктар шымып ҡалған, белореттар иһә дәррәү ҡаршы сығып, тарихи дыуылдаҡты туҡтатырға бирмәгән.
Элек ятаҡ менән мәктәп булған урынды тапмай ҡуйҙы, ФЗО бөтөрөлгәс, кәрәге лә ҡалмай, үҙгәртеп бөткәндәрҙер. Осраған кешеләр ҙә ләм-мим һүҙ әйтә алманы, аптырашып ҡараштылар, биналарын түгел, хатта ФЗО-ның ни икәнен белмәйҙәр... Сәбилә
яйлап ҡына тау түбәненә төшә, тирә-яҡты байҡай башланы, шәхси йорттар урынлашҡан биҫтә барыбер әллә ни үҙгәрмәгән, шул уҡ йорттар, ҡыйыҡлы ҡапҡалар, шул уҡ һабаҡтары әскелтем еҫ таратҡан картуф баҡсалары. Әҙ булһа ла, һаман мал тотоусылар ҙа булғаны тойола, ана, өй алдындағы кәртә эсендә батҡаҡҡа ҡатҡан бер сусҡа мырҡылдап йөрөй. Тәүге тапҡыр шул хайуанды күргәндә аяғы ергә теймәй бүренән ҡасҡандай йүгереп сығып киткәне иҫенә төшөп, шым ғына көлөп алды.
Артыҡ үҙгәрмәгән тиһәң дә, бер яңылыҡ ингән – алмағастар күренә! Хәҙер таулы райондар өсөн районлаштырылған емеш ағастары килеп сыҡҡан тип ишеткәйне шул. Ә уларҙы алма еҫенә әүрәтеп, Үзбәкстан һынлым ергә алып киткәйнеләр...
Ул кире ҡайтырға булып, туҡталышҡа барып баҫты. Элеккесә, автобустар һирәк, баш һуҡҡанса йөрөй икән. Кеше күп йыйылып киткән. Шунда урта йәштәрҙәге бер ир күтәрелеп, уға урынын бирҙе. Ниҙер әйтергә теләгәне күренә, тик ҡыймай ахыры. Ниһайәт, ул һүҙ ҡушырға булып китте:
- Апай, һеҙ ФЗУ-ла уҡымағайнығыҙмы?
Сәбилә терт итеп ҡалды:
- Уҡыным. Таныйһығыҙмы әллә?
-Таныған кеүекмен шул. Сәбилә тигән апайға оҡшағанһығыҙ.
Ҡатын аптырап уға текләп ҡараны: ҡуйы ҡара ҡаштар аҫтынан ҡарағаноҙон керпекле йәшкелт-һоро күҙҙәр, һөйкөмлө йөҙ. Ғимал бит, ихата аша мәктәпкә йөрөгән, ҡустыһындай күреп эҫенеп өлгөргән малай!
Ул урынынан килеп тороп, күрешергә ҡул һонғайны ла, теге ир уны һаҡ ҡына ҡосаҡлап алды, шунда уҡ яҡын күреп, “һин” тип һөйләүгә күсте.
- Апый, көтмәгәндә әллә ҡайҙа булдың да ҡуйҙың бит, бик оҙаҡ эҙләнем һине. Бәйләп биргән бейәләйеңде лә тишелгәнсе кейҙем. Ҡуныстарына резинка тегеп тоташтырып биргәйнең бит, шуға юғалманы, - тип көлөп ебәрҙе.
Ҡарасы, шул ваҡлығына тиклем иҫләй бит әле ул, Сәбилә быныһын үҙе онотҡайны.
-Мин дә һине гел иҫемдә тоттом, бер туған энекәшемә шул тиклем оҡшағайның. Беҙҙе бит Үзбәкстанға практикаға тип ебәрҙеләр ҙә шунда ҡалдым инде.
-Әә, бына нисек. Әсәйем бейәләй тураһында белгәс, бик күргеһе килгәйне лә, тик роддомдан яңы ҡайтҡан булғас, шунда уҡ ҡына бара алманы. Уның исеменән рәхмәт әйтеп ҡуяйым. Оло йәштә инде хәҙер, кинйә ҡустыбыҙҙа йәшәй.
- Рәхмәтенә рәхмәт. Ошо йәшеңә еткәндә лә әсәйле булыу бәхет инде ул. Минән сәләм тапшыр. Ғимал балаҡай, мин ятаҡ менән мәктәпте күрәйем тип килгәйнем дә таба алмай ҡуйҙым бит, урамдар үҙгәреп бөткән.
- Шулаймы? Ваҡытың булһа, әйҙә, күрһәтәм.
Улар һөйләшә-һөйләшә йәйәүләп тау үренә менеп киттеләр. Былай дөрөҫ барған икән башта, тик бер нисә яңы йорт аҙаштырған. Шуларҙан уҙғас, һулға боролоп бер тыҡрыҡтан уҙыуға сәнскеле ҡойма менән уратылған биналар янына барып сыҡтылар. Таныны был юлы ҡатын үҙе йәшәгән ятаҡты. Баҡһаң, ФЗУ бөтөрөлгәс, ошонда 26-сы һанлы һөнәри-техник училище асылып, яңы бинаға күсерелгәнсе байтаҡ ҡына йылдар төҙөүсе-ташсылар әҙерләгәндәр. Уҡыу йорто ҡала үҙәгенә күсенгәс, бында ЛТП, тағатып әйткәндә лечебно-трудовой профилакторий, йәғни хеҙмәт менән дауалау профилакторийы асҡандар. Ана шуға һаҡ хеҙмәте лә төрмәләгенә яҡын, баҡһаң.
Беҙҙең осорҙа ла тәртип шуға оҡшаш ине инде, сәнскеле ҡамау ғына булманы, тип уйлап ҡуйҙы ҡатын. Уҡымай ҡасып киткәндәрҙе бер йылға тиклем ултыртып ҡуялар ине бит.
Ғимал менән туҡталышҡа төшөп еткәндә кәрәкле автобус килеп тә етте, уның йөрөп ҡайтҡанын көтөп кенә торған тиерһең. Бик йылы итеп, адрестар бирешеп, туғандарса хушлаштылар. Тормошта осраҡлылыҡ юҡ икән ул, бына бит, нисә тиҫтә йылдарҙан һуң осрашып, бәләкәй генә балаға күрһәткән Нух заманындағы йылы мөнәсәбәте өсөн көтмәгәндә, кәрәк кенә сағында, игелек күрәһе булған.
...Завод үҙ биләмәләрен киңәйткән, хәҙер комбинат тип атала икән. Ҡатын уның идаралығы алдында төшөп ҡалды. Тракт урамы тип атала ине элек быуа яры буйынан башланған был урам. Хәҙер Блюхер исеме биргәндәр икән. Ҡышҡы бер кистә әхирәтен ошо буйҙа урынлашҡан Нура станцияһына оҙата барғаны иҫенә төштө. Декабрҙең ҡараңғы кисе. Билетҡа аҡса йәлләп, Мокрая Поляна яғының автобус туҡталышына тиклем йәйәү генә юлланды. Завод ҡоймаһы менән яр араһындағы тротуарҙан үткән-һәткән кеше күренмәй. Кинәт ул артта шәп-шап атлаған аяҡ тауышы ишетеп, һағайып китте, аҙымдарын тиҙләтте. Тайғаҡ ботинкалары менән күпме шәберәк барырға тырышһа ла, тротуарҙағы туҡылдау яҡынайғандан-яҡыная бара. Ах, әсәһе әйткәйне бит яңғыҙ-ярпы йөрөмә тип. Әле иҫенә төштө. Бына моңһоҙ, бына вайымһыҙ! Йөрәге тарһылдап тибә, ҡулдары ҡалтырай, һауа етмәй; йүгерә башлаһа, теге тиҙ генә ҡыуып етер, ә яйыраҡ барһа, ул да бәлки артыҡ ҡыуаламаҫ, уңарсы бәлки берәйһе килеп сығыр тип уйлаған булды. Әммә теге кеше етеп килгәнен арҡаһы менән тойоп, йүгерә башланы һәм... салҡан барып та төштө. Теге ир килеп етте лә, эйелеп:
- Не больно, девочка? Сможешь встать? – тип ҡултыҡ аҫтынан эләктереп алып, һаҡ ҡына ҡарға баҫтырҙы.
Ҡыҙҙың аяғында ныҡлы ғына баҫып торғанын күргәс:
-Бывает хуже, но реже, - тип, күңелле итеп көлөп ебәрҙе лә йүгерә- атлап алға сығып китте.
Әсәһенең һәр һүҙен иҫтә тоторға яҡшы һабаҡ булды был хәйерле тамамланған ваҡиға.
Сәғиҙәнең ҡарашы идаралыҡ ҡаршыһындағы хеҙмәт алдынғыларының портреттары ҡуйылған баннерға төштө: күмәктәр икән, хатта Социалистик Хеҙмәт Геройҙары исеменә лайыҡтар күренә. Аһ-аһ, бынауһындағы йөҙ таныш кеүек бит! Сәғиҙә ләһә, фамилияһы Мөхәмәтдинова икән. Ҡара күлдәген күрмәлекле иткән селтәрле аҡ яға, ҡыҫҡа ҡуйы сәстәрен ҡабартып өйөп ҡуйған, күкрәгендә орден-миҙалдар. Йәш сағынан әллә ни үҙгәрмәгән: ҡыйылып киткән ҡаштар, шешмәгерәк ҡабаҡлы уйсан ҙур ҡара күҙҙәр, түңәрәк йөҙөн һөйкөмлө иткән йәмшегерәк танау– ул да ФЗО-ла канатсылыҡҡа уҡығайны, тик ятаҡта йәшәмәне, ҡаланан ине.Уларҙы ҡайһы саҡ бутай ҙа торғайнылар әле.
Мәктәптә, ашханала осраштырғылағайнылар, үҙе кеүек бәләкәй генә буйлы, ихлас башҡорт ҡыҙы, уның күңелен күтәрерлек һүҙҙәр әйтеп киткеләй ине. Сәғиҙәнең дә атаһы яуҙа һәләк булған, һуғышҡа тиклем Белорет районының “Митал өсөн” тигән гәзитендә мөхәррир булып эшләне тигәне хәтерендә ҡалған. Зыялы ғаиләнән икәнлеге уның үҙен тотошонда ла, һөйләшендә лә тойола торғайны шул. Бына бит, тыуған илендә булғас, ниндәй бейеклеккә күтәрелгән! Шулай тип уйлап ҡуйыуының ғилләһе лә бар, үҙенфиҙакәр хеҙмәте өсөн миҙалға тәҡдим итеп, тейешле ҡағыҙҙарын юғарыға ебәргәс, аҙаҡ ишетеүенсә, үзбәк түгел тип кире борғандар. Тик күңелен һүрмәҫ өсөн келәм менән бүләкләгәйнеләр. Уныһына ҡатын, дөрөҫөн әйткәндә, миҙалдан былай ҡыуанды, келәм менән гәлсәр ине бит ул саҡтағы етеш йәшәү билдәһе...
Һөнәренә көйөнә-һөйөнә тәүге аҙымдар яһаған, ауыл ҡыҙынан сәнәғәт эшсеһе тыуҙырған цехына ла инеп, ҡарап сығырға ине лә, проходнойҙан үткәрмәҫтәр шул, был ниндәй ят ҡортҡа төртөнөп йөрөй, тиерҙәр. Йә, завод директорынан рөхсәт кәрәк, тип бороп сығарырҙар. Ундай рөхсәтте сираттарҙа ҡаңғыра-ҡаңғыра алып сыҡҡансы (иҫбатлай алһа) бер көн генә етһә әле. Һәр хәлдә ул уҡыған заманда тәртип ҡаты ине. Цехтың арт яғындағы ҡойманың бер сөйҙә бәүелеп торған таҡтаһын шыуҙырып инеп-сығып йөрөп булһа ла... Һуңлағандар шуның аша инә, табаларҙы яңы һымаҡ ялтыратып ҡуйыусы сәстән нәҙек сеймәлгән сым йомғағы менән керҙе иҫ киткес шәп таҙартыуы менән дан тотҡан һелтеле һабынды ла шунан елгәрәләр ине.
Проходнойға ғәҙәттә таштамаҡ, туң кешеләрҙе ҡуйыусандар, баҡыртып сығарып ебәреүҙәренән дә шөрләй, олоғайған һайын ундайға түҙемһеҙ булып китәһең икән.
Ишек алдында шулай баҙнатһыҙланып тапанынғанында артта аяҡ тауыштары һәм йылдар үткәс тә һис кем менән бутап булмаҫ таныш тауыш ишетте:
- Девочки мои, заранее приготовьте пропуска.
Ул бит – Полина Ивановна! Боролоп ҡарау менән бер төркөм ҡыҙҙар алдынан атлаған ярайһы ҡалынайған, бер аҙ үҙгәреп, олоғайып киткән тәүге остазын шунда уҡ таныны. “Парлы осраҡтар ҡанун” тиҙәрме әле, уйламағанда-нитмәгәндә икенсе осрашыу! Ҡараштар тап булышты, мәрйә лә уны сырамыта төштө шикелле:
- Батюшки, С... С... Сабиля, это ты? Птичка ты моя невеличка, – тип ҡосаҡлап уҡ алды.
Ҡарасы, күпме йылдар үткән, онотмаған.
Ҡыҙҙарына цехҡа инеп, көтөргә ҡушты ла:
- Какими судьбами, приехала за воспоминаниями молодости? – тип биленән йомшаҡ ҡына тотоп ишектән үткәрҙе.
Проходнойҙағы вахтёр менән шым ғына ниҙер бышырлашты ла, бер тапҡыр үтергә рөхсәт биреүсе пропуск алып, цехҡа алып инеп китте. Ҡыҙҙарына эш бүлеп биргәс, хәүефһеҙлек техникаһын боҙмайыҡ, тип ярым шаяртып, Сәбиләгә цех ситенән генә йөрөп яңылыҡтарҙы күрһәтеп сыҡты. Һуңғы йылдарҙа байтаҡ нәмә үҙгәргән, автоматлаштырылған, һауа ла таҙараҡ булып тойолдо, хәҙер быға иғтибар көсәйгән. Элекке кеүек үк гөрһөлдәмәгәндәй ҙә һымаҡ, әллә үҙем ҡолаҡҡа ҡатыланғанмынмы икән, тип эстән генә йылмайып уйлап ҡуйҙы. Полина Ивановна пенсияға сыҡһа ла, мастер-наставник (остаз) вазифаһында эшен дауам итеүен һорағандар.
- Һеҙ минең беренсе наборым инегеҙ бит, Үзбәкстанға алып киткәндәрендә йәшлегем менән үҙем дә аңын-тоңон аңламай ҡалғайным, өс йылға уҡ һуҙылыр тип тә уйламағайным. Тырым-тырағай әллә ҡайҙа булып бөттөгөҙ. Ә һин иң зирәк, иң бөтмөр уҡыусым булып иҫтә ҡалдың. Русса ла бик һөйләшә белмәй инең әле, ә процесты бер күреүҙән төшөнөп, әҙерләмәләрҙе бик боҙмай ғына өйрәндең дә киттең.
Шунан ғәфү үтенеп, цехтағы мастерҙы ҡыҙҙарына күҙ-ҡолаҡ булырға һорап, итәғәтле генә итеп проходнойға оҙатып ҡуйҙы ла, сәғәт киске алтыла осрашып һөйләшеп ултырырға үҙе тәҡдим итте. Сәбилә шатланып риза булды, ә шуғаса мин автобуста ҡаланы ҡарап йөрөп килермен, тип әйтеп тә ҡуйҙы.
Цехтан сыҡҡас, яр буйына йүнәлде, унан асылған күренешкә һоҡланыулы ҡарап, быуа өҫтөндәге алыҫта күренгән ағас күперҙән Түбәнге Биҫтәнән Үрге Биҫтәгә сығып, ҡаланы ҡарап ҡайтҡылағандарын иҫләп алды. Оҙонлоғо ярты саҡрымдан ашыу тиҙәр ине. Уны 1935 йылда эшселәрҙең үтенесе буйынса төҙөгән булғандар, Рәсәйҙәге иң оҙон ағас күпер һанала. Завод эшселәре иртән автобус көтмәй шунан эшкә йөрөй торғайны, әле лә шулайҙыр. Һаман имен икән әле, ныҡлы итеп һалғандар.
Тауҙар ҡарағай урмандары менән ҡапланған, ситтән килгәндәр уйлағанса, үҙенән-үҙе үҫеп сыҡмаған улар, ултыртылған ағастар. Һуғыш ваҡытында Түбәнге Биҫтә тауы, ағасы завод ихтыяжына ҡырҡылып, ялтасланып ҡалған булған, урынына ултыртылған мешәләр Сәбилә уҡырға килгәндә тубыҡтан ғына ине, хәҙер ана ниндәй мөһабәт булып ҡайҡайып, тәкәббер генә ҡарап баҫҡандар.
Туҡталышта Сәбилә баш һуҡҡан яҡҡа, тәүге осраған автобусҡа ултырып китте лә барҙы, остан-осҡа сәйәхәт итеп сығыу теләге уянды. Белореттың “8-се километр” тигән вокзалына булған икән маршруты. Барып еткәс, водитель уны автобустан төшөрөп, ишеген шапылдатып япты ла эргәләге магазинға инеп китте. Уңарсы булмай ҡайҙандыр состав килеп туҡтаны, юл йөкмәүҙәре ауыр булыуына ла ҡарамай, пассажирҙар йән-фарман уҙышып йүгереп килеп, автобус ишектәрен себендәй һарып, ҡамалап та ҡуйҙы. Әҙәп һаҡлап ҡыҫылып инмәйкөтәүелләгән Сәбилә уға ултыра алмай, тороп ҡалды. Икенсеһе бары бер сәғәттән генә килә икән. Бына һиңә мә!
Таксийы ла юҡ бит әле ул, ҡороғоро! Икенсеһенә эләгә алды былай, мәгәр Блюхер урамын арҡырылай тимер юл киҫеп үткән ерҙә оҙаҡ ҡына ултырырға тура килде, Себер тураһында “Вечный зов” тигән кино төшөрөп яталар икән, теге саҡ әхирәтен оҙатып ҡалған Нура тип аталған тар колеялы тимер юл станцияһы революция осороноҡоноң кәнт үҙе имеш. Шуға кәрәкле кадрҙарҙы төшөргәнсе юлды ябып ҡуйғандар. Ҡара һин уны, Белоретта Себер тапҡандар!
Ҡунаҡханаға йәне сыға яҙып, йүгерә-атлай тарһылдап ҡайтып ингәндә сәғәт уҡтары 7-гә яҡынлашҡайны инде. Полина Ивановна килгән, ярты сәғәтләп көткән дә, яҙыу ҡалдырған. Үпкәләгәнмелер, әммә һиҙҙермәгән. Һин һәр саҡ теүәллек яраттың, һуңлағаныңды иҫләмәйем, моғайын, беҙҙең болама транспортҡа ышанып, берәй ерҙә тотҡарланғанһыңдыр. Тәүлектең теләгән ваҡытында шылтырат, тип телефон номерын ҡалдырған.
Һуңғараҡ шылтыратып, хәлде аңлатып ғәфү үтенде лә, иртәнге рейс менән юлға икәнен әйтеп, Өфөгә ҡайтҡас бәйләнешкә инеп, иркенләп һөйләшергә һүҙ ҡуйыштылар.
Бәлки башҡаса күрә алмам тип иртән аэропортҡа китеп барғанда Сәбилә йәшлек эҙҙәрен йылдар юйҙыра-юйҙыра танылыр-танылмаҫ ҡына булып ҡалған ҡаланың юл буйындағы һәр йорто, һәр ағасы менән тере кеүек күреп, мәңгелеккә тип хушлашты.
Бәхил бул, йәшлек, бәхил бул, Иҙелбашы, тәүге хеҙмәт сирҡанысы алып, ике ҡулына бер һөнәр биргән заводы, бәхил бул, гудок, бәлки һине башҡаса ишетергә насип булмаҫ!
***
V1
Йәмиләһе, шөкөр, Өфөлә мединститут тамамланы. Һуңғы курста әсәһенә, ағаларына ауырлыҡ төшмәһен тип артыҡ сығымдарһыҙ студент туйы ғына үткәреп, әсәһе юрағанса, ипле генә башҡорт егете менән ғаилә ҡорҙо. Ул арала Сәбилә лә пенсияға сыҡты, уныһын оҙаҡ көтәһең, тиҙ килеп етә икән. Кабель заводын да үҙгәрттеләр, унда мебель етештерә башланылар.
Инде күңеле урынына ултырып, ыңғай ғына тәгәрәп китеп барған тормошо менән оҙаҡ рәхәтләнергә тура килмәне, әсәһенең иң ҙур терәге булып ҡалған баш балаһы Тимербәктең машинаһына ауыр йөк машинаһы килеп менеп, ғүмерен өҙҙө. Күргән тиклемдәрем әҙ булдымы ни, ниңә ошо тиклем һынауҙар бирәһең, яҙмыш, тип иңрәп, һығылып төштө Сәбилә. Бер дәфтәргә хатта шиғырҙар яҙа башланы
Ташкиндәрҙең урамында
Үҫә икән алмағас.
Сит илдәрҙә һарғаямын,
Бәхеткәйем булмағас.
Ул арала “перестройка” ла “перестройка” тип гәперергә тотондолар, уныһының ни икәнен аңламаһалар ҙа, телевизорҙан “эшсе ҡатлам” вәкилдәренән хуплатып хәбәр һаттырҙылар, ҡайһы саҡ тиктәҫтән тупраҡ өҫтөндә туҙанлап, кескәй генә өйөрөлмәк хасил булған ише, йәмғиәттә әле бер, әле икенсе урында элек ишетелеүе лә мөмкин булмаған сафсата һатыусылар пәйҙә булды.
Ҡайғынан бөтөрөнгән Сәбиләнең уртансы улы Батырбәк Өфөгә һеңлеһе менән кейәүен күрә барып, уның әхирәтенә күҙе төшөп ҡайтҡас, етмәһә, ҡыҙҙың башҡорт икәнен ишеткәс, әсәһенең хәсрәттәре баҫылғандай булып, түбәһе күккә тейҙе, туй йәһәтләтергә тотондо. Һуңғы курста уҡыған буласаҡ килен, Өфөнән китмәйем, ординатурала белем алыуымды дауам итәм, тигәс, етмәһә “перестройка” тигән нәмәнең төпкөлдә бығырлап ятҡан ҡара көстәрҙе ҡалҡытып сығарасағын, бер мәл хатта боғаҙға боғаҙ килерҙәрен һиҙемләгән улы ла, ҡыҙы ла әсәләрен Башҡортостанға ҡайтырға өгөтләргә тотондо ла китте.
Сәбилә аяҡ терәп ҡаршы булды, ҡарасы, сит-ят Ташкентҡа кендеге ит үргән дә ҡуйған икән: һөйөклө иренең, улының мәңгелек йорттары ошонда, уларҙы кем тәрбиәләп торор, тере булмаһалар ҙа күреп һөйләшкәндәй булып эс серҙәрен түгеп ҡайта бит зыяраттан; 16 йәшенән, ғүмеренең күп өлөшөн ошонда үткәргән, Үзбәкстандың ауыр сәнәғәтен күтәрешкән, хеҙмәттәштәре менән аралашып, хәл белешеп, күрешеп йәшәй. Ә Өфөлә ул кем? Икенсе республикаға хеҙмәт итеп, ялға сыҡҡан, инде ҡомо ҡойола башлаған ҡарт әбей. Ситтә – ят бауыр, тыуған илдә – киҫелгән икмәк.
Тик Батырбәге һөйгәне янына барып, фатир белешеп ҡайтты ла ҡәтғи генә итеп:
- Мин Өфөгә күсенәм, әсәй, үҙең үлсәүгә һалып ҡара ла хәл ит: ҡайһы яғы ауырыраҡ тартыр икән – Үзбәкстанмы, Башҡортостанмы. Яңғыҙ ҡалаһың бит, беҙҙең бындағы фатир аҡсаһына Өфөлә шундайҙы уҡ алып була, - тип ҡарар ҡабул итеүҙе үҙенә һөйкәтеп ҡуйғас, йоҡоһоҙ төн үткәрҙе лә, китмәйем, тип киҫеп кенә яуап бирҙе. Бында үҙ фатиры, үҙ көнөн үҙе күрерлек; хәләле менән үткәргән бәхетле көндәре, улының иҫтәлеге, туғандан артыҡ күршеләре, хеҙмәттәштәре. Хеҙмәт алдынғылары менән саҡырып, байрамдарҙа бүләктән мәхрүм итмәйҙәр, ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә тура килгәндә, кире ҡайырмайҙар. Бынау антоновкаһын ҡара – тарбайып үҫеп китеп, тәҙрәһенән емештәрен һоноп торған була лаһа!
Батырбәге, әсәһенең яуабын ишеткәс, йөҙө ҡара көйөп китте, әммә үҙе ҡарарын үҙгәртмәй, вагонға һалып оҙатырға багаж әҙерләү мәшәҡәтенә сумды.
-Әсәй, беҙ һине барыбер көтөрбөҙ, ҡайтыр уйыңтыуыу менән хәбәр ит, килеп апҡайтып китербеҙ, - тип хушлашты
Балаһына аҡ юл теләп оҙатты ла, абзыҡайым да шунда, балалар бер-береһенә терәк булыр, тип үҙ-үҙен йыуатҡан булды, Таһирбәге, Тимербәге ҡәберстанына һуҡмағын таҡырайтты, үҙендә уларҙы ташлап китерлек көс тапманы. Йәмиләһе бәпәй алып ҡайтһа, ихтимал, баланың балаһы балдан татлы тип, бауырын баҫыр бер әүрәткес булыр ине лә, уныһы, әсәй, ошондай болғауыр замандакем бала таба, киләсәк томан эсендә бит, тип кенә яуап бирҙе. Әлләсе, һуғыш ваҡытында, унан һуң да еңел инеме ни? Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа тип, әсә булыу бәхетенән баш тартмай инеләр.
***
Антоновка еҫе! Уның бешеп еткәнен йыл да тыны менән тартып алырҙай көтә Сәбилә. Әле лә икенсе ҡаттағы асыҡ тәҙрәнән үрелеп кенә бер нисә алма өҙөп алып, ыҡсым ғына ҡупшы кәрзиненә һалды ла, бер талай кинәнеп еҫкәй-еҫкәй, йыуып алғас, бүлмә уртаһындағы ҡайылған биҙәкле эскәтерле өҫтәлгә, гәлсәр кәнфит һауытына күсереп һалып ҡуйҙы.
Холмурад әкә менән Таһирбәге теге саҡта предприятиенан фатирҙар алғас, бер-береһенә эштән үк таныш күршеләр һүҙ беркетеп, өй алдындағы иркен майҙансыҡ ерен бүлешеп алып, кем сәтләүек, кем йөҙөм, кем шафталы йә армыт, кем өрөк ултыртырға килешкәйне бит. Ә Сәбилә үҙ фатиры тәҙрәһе тапҡырына, нигеҙ буйына, серле йылмайып ябай ғына антоновка алмаһы ултыртҡайны.
Әле бөгөн дә бына тәҙрә асып ҡына ваза тултырып алмалар алды ла, аш бүлмәһенә инеп Тимербәгенән өйрәнеп ҡалғанса былау әҙерләргә тотондо. Кискә мотлаҡ күршеләре кеме ниндәй емеш тотоп, кәрзин тултырып сәтләүек менән килеп инерҙәр, көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп, ойоҡ энәләрен сиҡылдатырҙар, Сәбилә үҙе йөндән кофта, хатта күлдәктәр бәйләргә оҫтарып китте. Нәҡ бала саҡтағы кис ултырыуҙар... Тик хәҙергеһендә табын тулы йәннәт һыйҙары, өҫтәре бөтөн, күңелдәре туҡ.
Йыл йомғағы, шулай итеп, бер нисә урап сығырға ла өлгөрҙө, балалары йыл да килә алмаһа ла, ташлап ҡуйманы, ә илдәге хәлдәр тау түбәненә тәгәрәгән ҡар өйөмө шикелле ҙурая-ҙурая, тиҙлеген арттырғандан-арттыра башланы. Ул “перестройка” тигәне бәлки бик үк насар нәмә лә түгелдер, “тимер шаршау”ҙар асылып, ана бит Себерҙә эшләп йөрөгән Сәғитйәне хатта Америкаға барып ҡайтҡан, уларҙан бер төркөм инженерҙарҙы нефть эшкәртеү буйынса ниндәйҙер сараға саҡырғандар икән. Ентекләп хат яҙып һалған: “Апый, Ер шары бик бәләкәй генә икән ул. Бер көндө беҙҙе ҡытай ресторанына алып киттеләр. Табынға ултырышыуыбыҙға аш-һыу әҙерләгән яҡтан хужа – ҡытай кешеһе килеп сыҡты. Барыбыҙҙы ла аптыратып, ярайһы төҙөк урыҫ телендә сәләмләне лә:
-Башҡортостандан берәйһе бармы? - тип һораны.
- Бар, - тип ҡул болғаным. – Мин ул.
Хужа һөйөнөп китте:
- Ә Белорет тигән ҡаланы беләһегеҙме?
Мин аптырап ҡалдым, бер-бер яман уйҙан булмаһын, тип шик ҡорто ла төшә яҙып ҡуйҙы. Шулай ҙа:
- Беләм, әлбиттә, мин бит унда уҡыным, - тигәс, күҙҙәренә йәш бөркөлгән ҡытай эргәмә йүгерә-атлай килеп, яҡын туғанындай ҡосаҡлап уҡ алды.
- Мин бит студент саҡта Белореттың металлургия комбинатында практика үттем.
Артабан официанттарын саҡырып алып, шатлығынан ҡоласын йәйеп ебәреп:
- Бөгөн ҡунаҡтарҙы үҙ иҫәбемә һыйлайым, - тип иғлан итте.
Ҡытайҙар ҙа беҙҙең кеүек нескә күңелле икән ул, апый”, - тигән.
Шулай, кешелектең төп ҡиммәттәре лә, тыумыштан һалынмыш яҡшы сифаттары ла цивилизациялы йәмғиәттәрҙә бер үктер инде.
Ҡытай кешеһе нисәмә йылдар үткәс тә онотмай, ошо рәүешле туғандарса ҡабул иткәс, беҙҙә үҙе лә ҡәҙер күргәндер, рәхмәтле итерлек мөнәсәбәт булғандыр. Ике ил ул саҡта бик дуҫ йәшәп, хатта совет илен “оло ағайыбыҙ” тип әйтеүгә үк барып еткәйнеләр бит.
Vl1
Торғонлоҡ тип аталған тымыҡ күлдәй үҙгәрешһеҙ ятҡан тарих сәхнәһендә бер-бер артлы хәүефле күренештәр уйнала башланы.
1980-се йылдар аҙағында Үзбәкстанда милләт-ара дошманлыҡ нигеҙендә йыш ҡына низағтар сығыуы күҙәтелде. 1988 йылда титуллы милләттең Ташкентта һәм Андижанда рустарға һәм татарҙарға ҡаршы өндәмәләр менән митингылар үткәреүҙәре ишетелде. Башҡорттар тураһында һүҙ сыҡмаһа ла, рәсәйле тип, хатта татар менән бер халыҡ тип ҡарау бар бит.1989 йылдың майында Фәрғәнә өлкәһендә үзбәктәр һәм месхет төрөктәре араһында араһында ла бәрелештәр була.
1990 йылдың 3 декабрендә Наманган ҡалаһында милли нигеҙҙә күмәк сыуалыштар ҡуба. Урындағы халыҡ һалдаттар менән бәрелешә. Биш хәрби кеше һәләк була, дүртәүһе автобуста яндырыла. Властар 5 декабрҙә генә тәртипте тергеҙә ала.
Шулай ҙа юғарылағылар Мәскәүгә ҡаршы өн сығармайҙар ине әле.
Сәбилә нишләптер ҡат-ҡат бер үк ҡурҡыныс төштө күреп уянды: имеш, ҡайҙандыр геүләп самолеттар килеп сыға ла Кремль диуары эсенә барып төшөп, шартлай. Хәйерлегә булһын инде, тип уҡына-уҡына йоҡлай алмай ята ла, әллә балалар янына китәһе инде, тип шиктәргә бата. Төшөндә самолет күрһә, яҡшыға булмай торған. Хәлдәр ҡапылтын ғына үҙгәреп китмәне, шулай ҙа төп халыҡ менән “килмешәктәр” араһынан боҙло һауа йүгерекләгеләй башланы.
Бөтә был болғаныштар туранан-тура үҙенә ҡағылмағас, етмәһә, ғүмер баҡый бергә эшләп, предприятие биргән йортта төйәкләнеп, бергә ҡартайған күршеләре менән ошоғасаараларынан ҡыл да үтмәҫ бер ғаилә кеүек татыу йәшәгәс, Сәбиләгә ел-ямғыр килеп бәрелмәй ине әле. Үҙе лә әллә ҡайҙа сығып та йөрөмәй, сыҡһа ла кәрәкле йомоштарын йомошлай һала ла, өйгә ашыға. Шулай ҙа бер тапҡыр магазин алдында ҡырағайлыҡ шаһиты булырға тура килде: йөҙөнә рәсәйле икәне яҙылып ҡуйылған, оҙон джинса итәкле ҡыҙҙың касса янында саф үзбәксә генә һөйләшеп урамға сығыуына өс һаҡалтай уның алдына килеп баҫты ла, берәүһе бысаҡ сығарып, ҡыҙҙың итәген янбашынан аяҡ йөҙлөгөнә еткәнсе ярып та ебәрҙе:
-Рәсәйеңә ҡайтып кит, кафирә, башҡаса күҙемә күренмә! – тип аҡырҙы.
Сәбилә ҡурҡышынан нисек ҡайтып еткәнен дә хәтерләмәй.
Ваҡиғалар ҡуйырғандан-ҡуйыра барҙы, һәм инде оло йәштәге ҡатынға теләһә-теләмәһә лә сәйәсәт менән бәйле хәбәрҙәргә ҡолаҡ һала башларға тура килде.Батырбәге хаҡлы булған шул: һин сәйәсәт менән булашмаһаң, сәйәсәт һинең менән булаша. Мәскәү яғынан да хәтәр-хәтәр хәлдәр ипкене килеп һуғылды, һүҙе үк аңлайышһыҙ, путч тигән нәмә башланғантип әхирәттәре төҫтәре ҡасып уға килеп ингәс, ниндәйҙер яңылыҡ белергә теләп телевизорҙы ҡабыҙғайнылар ҙа, унда Мәскәүҙән көн оҙоно “Лебединое озеро” бейетеүҙән башҡа нәмә күрһәтмәй еләтеп бөттөләр. Шунан инде Ельцин еңгән тигән хәбәр килеп етте.Артынса уҡ 1991 йылдың 31 авгусында Үзбәкстандың Юғары Советы илдең бойондороҡһоҙлоғо тураһында белдереү иғлан итте лә, иртәгеһе көн үк, йәғни 1 сентябрь - Бойондороҡһоҙлоҡ көнө тип раҫланылды. Шул аҙнала уҡ ҡаланың Сәбиләләрҙән йыраҡ түгел үҙәк Ленин урамы Мөстәҡиллек тигән исем алды.
1991 йылдың 26 декабрендәСоюз парламенты СССР-ҙың ғәмәлдән сығыуы тураһында рәсми ҡарар ҡабул иткәс, икенсе көнөнә ул инде сит ил гражданы булып уянды.Яңы йылды ҡаршылау мәшәҡәттәре менән мәж килеп йөрөгәндә көтөлмәгән яңылыҡ, ҡурҡыныс яңылыҡ! Нимә-нимә, быныһына уҡ барып етерҙәр тип уйламағайны, йөрәге ҡупты. Өйһөҙ ҡалыуҙан да ҡот осҡосораҡ илһеҙ ҡалыу! Ниндәй ил хаҡына улар үҙҙәре үҫтергән игендең бөртөгөн дә ҡалдырмай дәүләткә тапшырып, астан хатта себен кеүек ҡырылдылар, улар араһында күпме балалар бар ине; ниндәй ил хаҡына атаһы, меңдәрсә һалдаттар баштарын һалды,
ғәрипләнеп ҡайтты; ниндәй ил хаҡына ул тыуған республикаһын ҡалдырып, ошонда килеп шунса йылдар йәнтәслим хеҙмәт итте?! Ни хаҡына булды революциянан алып булған көрәш ҡорбандары?! Бөтәһе лә заяға булғанмы ни?! Мейеһен ярып килгән һорауҙар... һорауҙар... һорауҙар...
Көнө лә ниндәй һуң әле, берсә боҙло ямғыр, берсә ҡар яуып китте. Шиғырҙағыса: ырашҡылай, күҙ йәштәре аға боҙ ҡатыш...
Башта үҙ ҡолағына үҙе ышанмай бер булды, радионан бирелгән яңылыҡтарҙы ҡат-ҡат тыңлап, хәҙер ул ысынлап был дәүләт өсөн ят бауыр икәнен һәр күҙәнәге менән тойоп, аяҡ аҫтында ер тетрәй, донъялар ишелеп төшә башлағандай һиҙеп, юғалып ҡалды.Өс көндән августа иғлан ителгән Бойондороҡһоҙлоҡ тураһында ҡарар буйынса референдум да үткәреп ҡуйҙылар, уны хуплап халыҡтың 98,3 проценты тауыш биргән тип хәбәр иттеләр.
***
Улына, мине алып ҡайт, тип, ашығыс телеграмма һуҡты ла, ҙур сумаҙан-сумкаларын килтереп сығарып, ҡәҙерлерәк күренгән монаяттарын тултыра башланы. 1 ғинуарҙы ул әхирәттәре менән ҡаршыларға тейеш ине лә, тик байрам ҡайғыһы ҡалмағайны инде, юлға йыйыныу мәшәҡәттәре менән,яңғыҙ, керпек ҡаҡмай төн үткәрҙе. Һаташаммы, яман төш күрәмме әллә тип һаман әле ысынбарлыҡҡа ышана алмай, томан эсендәге кеүек йөрөп, үҙ-үҙен өгөтләп бер булды.
Эйе лә, үлгән артынан үлеп булмай, мәрхүмдәрен доғаларынан ҡалдырмаҫ, йылына бер килеп йөрөр. Ә хеҙмәттәштәр, дуҫтар барыбер йән киҫәккәйҙәре – балаҡайҙарын алмаштыра алмай, хәҙер бигерәк тә. Ейәндәр насип итһә, шуларҙы ҡарашыр, баланың балаһы балдан татлы тиҙәр ҙә. Ниңә баштан уҡ шуны уйламаған! Яҡшы аҡыл эш үткәс килә шул.
Фатир, ҡала уртаһында булғас, балалары саҡырған мәлдә арыу ғына хаҡҡа үтә ине, әле лә артыҡ төшмәҫ тип уйлағайны. Улы килеп етеүгә әҙер булһын тип гәзиткә иғлан бирҙе. Тик ул баҫылып сығыуҙың иртәгәһенә үк туғандай булып бөткән күршеһе, төп ҡурсыусыһы,хәҙер инде оло йәштәге Холмурад әкә килеп инде лә хәлһеҙ булып диванға ҡунаҡланы.
- Сәбилә-жон, ниңә генә кисә ятып үлмәгәнмен икән, - тамағына төйөн тығылып, бер аҙ дауам итә алмай ултырҙы. – Иғланыңды күргәндәр ҙә, бөгөн башкиҫәр рәүешле бәндәләр килеп инеп, йә фатирҙы беҙгә ҡалдырт,– ул илап ебәрҙе, - йә Фазилаңды алып китәбеҙ, тип янанылар.
Ҡатын һушын юғалта яҙып, ултыра төштө: ни вәхшәт, өнөмө-төшөмө был?!Үзбәкстанды аяҡҡа баҫтырышҡан, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем аграр төбәк булып йәшәп ятҡан республиканы сәнәғәтле иткән, хатта самолеттар сығара башлаған, ҡот осҡос ер тетрәүҙән ятып ҡалған харабалар урынында хайран ҡалырлыҡ яңы ҡала күтәрешкән таныштарын, үзбәк түгелһең тип ҡыҫырыҡлап, бер ниһеҙ ҡыуып ҡайтарыуҙарын ишеткеләй ине, тик үҙе менән дә шулай ҡыланырҙары башына ла килмәгәйне.
Шаҡ ҡатыуҙан хатта илай ҙа алмай, йөҙөн ҡаплап оҙаҡ ҡына ултырҙы.
- Ә милицияға әйтеп ҡараһаҡ? – тигән булды, һаламға йәбешкән батып барыусы кеүек.
- Уй, Сәбилә-жон, хәбәр итә генә күрмә, үҙең беләһең бит күптән инде ярҙамдары теймәгәнен, уларҙа хәҙер кеше ҡайғыһымы, утҡа баҫҡан бесәй кеүек тызранлап, ҡайһылары хатта кешене төп башына ултыртып, бандиттар менән бер ептән йөрөй. Илдә бит баш та юҡ, түш тә юҡ. Инеп, бөтәбеҙҙе һуйып ҡына сығырҙар был башкиҫәрҙәр.
Холмурад әкәнең йыш ҡына уғакилеп, өй йыйыштырышып йөрөгән 12 йәшлек ейәнсәре Фазила өсөн йөрәге ярыла яҙҙы Сәбиләнең. Нисек шул баланы бандиттар ҡулына тоттороп ебәрмәк кәрәк! Иҫән-һау тыуған төйәгенә генә ҡайтып йығылһын, баш төртөр мөйөш табыр әле.
- Әкә, ал документтарҙы, - һатҡанда кәрәк булыр тип әҙерләгән бөтә ҡағыҙҙарын Холмурадҡа һондо. – Тик йыйынырға һис юғы бер көн ваҡыт бирһендәр.
Тегеһе ҡапыл уның алдында теҙләнде лә күҙ йәштәрен ҡоя-ҡоя аяҡтарын үпте.
- Рәхмәт, Сәбилә-жон, рәхмәт, Хоҙай һиңә шуның өсөн ярҙамдарын, рәхмәттәрен бирһен.
Ҡағыҙҙарҙы күкрәгенә ҡыҫып сығып китеүенә үткәлектә зыңғыр тауыш бирҙе. Ҡалтырана-ҡалтырана, кем бар, тип һораны. Батырбәге икән. Атаһы кеүек үк төплө, ҡойолоп төшөп бармаҫ, баҙай белмәҫ улы ваҡиғаларҙың әлегеләй ҡуйырып китерен тоҫмаллаған булған, бары әсәһен тере күреүгә шатланды, фатир юғалтыуға тап шулай булырға тейеш кеүек ҡарап, хатта иҫе лә китмәгән кеүек күренде. Ана бит, мин поезға бөгөнгә үк билет алдым инде, ти ҙәһә.
- Мал-мөлкәт ҡайғыһымы, әсәй, йән һаҡларға кәрәк.Иң кәрәгеңде генә ал да юлға сығабыҙ.Алтын әйберҙәрең булһа, бир бында.
Әсәһе һаман әле тыныслана алмай, эшләй башлағас тәүге алған ҡашлы һырғаһын, улдары бүләк иткән сылбырын, ынйы муйынсаһын, көмөш беләҙеге менән бармағындағы алтын йөҙөгөнтетрәп торған ҡулдары менән һалып бирҙе. Бар биҙәүестәре шунан ғибәрәт ине, яңғыҙы өс бала үҫтергән ябай эшсе ҡатында ҡайҙан инде ус-ус алтын-көмөш! Ир үлде - итәк йыртылды, тигән ише, балалары аяҡҡа баҫҡансы көмөшөн түгел, баҡырын да еткерә алмай ут йотҡан саҡтары булды бит. Улы ишек төбөндәге иҫке куртканың ватин эслекле кеҫәһен айыра тартып алды ла, энә менән еп һорап алып, бәләкәй генә муҡсай текте:
-Әсәй, юлға кейер күлдәгеңде бир әле.
Ҡатын аптыраһа ла уның әйткәнен үтәне. Тегеһе шунда уҡ күлдәктең тиҫкәре яғын әйләндереп, арттаҡтаһына биҙәүестәр һалынған муҡсайҙы ҡуша беркетеп ҡуйҙы. Әсәһенең аҡсаларын үҙ күлдәк яғаһының аҫҡы йөйөн һүтеп шунда тыҡты, күпмеһендер самалап кеҫәһенә һалып алды.
Ҡасып ҡайтҡандарҙан ныҡлап һорашып, юлға әҙерләнеп килгән улы. Батырбәкйыйнап ҡуйылған йөкмәүҙәрҙән ике ҙур ғына сумкаға әсәһенең иң кәрәкле әйберҙәрен, туғандарына бүләккә тип әҙерләгән сепрәк-сапраҡты ғына тултырҙы. Әсәһе ҡалдырырға тура килер нәмәләренән әле береһен, әле икенсеһен ҡулына алып, улынан йәнә бер генә сумка алырға рөхсәт һорап та ҡараны, ул баш сайҡап ҡына ҡуйҙы. Ғүмер буйы, йыш ҡына осто-осҡа ялғап, ауыҙҙарынан өҙөп, хәләл көсө менән йыйған милкен ташлап китеүҙәре! Елдән килмәгән бит. Нимәгә тотонһа ла, зиннәтле булмаһа ла, ҡәҙерле иҫтәлек, ҡомартҡы. Стеналағы келәмде уға теге саҡта миҙал бирелмәгәс, фиҙакәр хеҙмәт өсөн тип бүләк иткәйнеләр, ул да ҡала!
Өйләнешкәс һатып алынған тәүге йыһаз –тимер карауаттыңбейек арҡаһынан ашҡансы өйөп балаларына инселәп йыйған түшәк-яҫтыҡтары, күпмә-мендәрҙәре лә Өфөгә ебәрелер сәғәтте көтөп, тапшырылмай ҡалғайны. Тәҙрә төбөндәге йылдар буйы оҡшаған ғыналарын берәмтекләп һайлап, бәпләп үҫтергән гөлдәре!Яратҡан һауыттары! Береһен, һәр саҡ табынды йәмләп антоновка һалырға ғына тотонолғанын, тыуған көнөнә Таһирбәге бүләк иткәйне лә. “Исмаһам, шуныһын алайыҡ, ә? Атайыңдың төҫө бит, ” – ул улына ялбарып ҡараны.
- Ярай, әсәй, берәй керле эске кейемең эсенә тыҡ түлкә, бәлки унда тығылмаҫтар.
- Әй балам, мин бысраҡты түҙҙерә буламы ни инде, - хатта үпкәләп китте әсәһе.
- Улайһа, берәйһенә бәүел ит тә, вазаңды шыптырға төрөп, шуның эсенә йәшер, сумкала иң өҫкә, күҙгә ташланыр урынға һал.
Ытырғанһа ла, Батырбәген тыңларға мәжбүр булды ҡатын.
Диванға ултырып, доға ҡылып алғас, ишекте бикләмәй генә Холмурадҡа асҡыс индереп бирҙеләр.
-Күршеләр үҙҙәренә кәрәк нәмәләрҙе инеп бүлешеп алһындар, - тине Батырбәк.
Холмурад уны илап ҡосаҡлап оҙатты, бер туҡтамай ғәфү үтенде...
Ғүмер буйы, ҡырҡ йылдан ашыу шул бер заводта ҡасандыр зектар ғына эшләгән производствола бил яҙмай хеҙмәт итеп, иңдәренә төшкән яҙмыш һынауҙарын баҫалҡы сабырлыҡ менән күтәреп, ошо республика гражданы булып йәшәгән ҡатын тыуған иленә бына шундай “байлыҡ” менән ҡайтып китте.
***
Вокзалда кәрәкле вагонды тапҡас, үзбәк кондуктор ҙур сумкалар менән индермәйем, урынды күп алаһығыҙ, башҡаларға урын ҡалмаҫ, тип үткәрмәй маташты. “Багаж өсөн түләгеҙ ҙә, тыныс ҡына ҡайтырһығыҙ, Ҡаҙағстанға еткәс, бәйләнһәләр, яҡлашырмын”, - тип Батырбәктең кеҫәһен бер аҙға йоҡартырға мәжбүр итте.
Мәгәр Ҡаҙағстанға килеп ингәс, яҡлашыу түгел, купеһынан моронон да сығарып ҡараманы. Юл буйына үҙҙәрен кем таможня, кем именлек органы, кем наркотиктарға ҡаршы көрәш хеҙмәткәре, кем милиция тип танытып, юлаусыларҙы таранылар, таланылар ғына. Бына һиңә ҡаҡшамаҫ халыҡтар дуҫлығы, бына һиңә кисәңге ҡан ҡәрҙәштәр! 500 километр һайын рекетирҙар ҙа инеп үҙ өлөшөн таптырҙы, улар юлды шулай бүлешеп алған икән. Ике сумка ла бүҫкәреп ҡалды: бүләккә алынған бар монаят юлбаҫарҙар ҡулынакүсте. Һыҡра еҫе аңҡытҡан шыптырҙы ғына нисектер астырып ҡарау менән генә сикләнеп, имен ҡалдырҙылар. Был тиклем битен йыумаған бәндәләр булыр икән, Алланан йәйәү ҡасҡан тамуҡ киҫәүҙәре, ҡара йөрәктәр! Сәбилә елегенә төшөп әрнеүенә сыҙай алмай, эстән генә уларҙы ғүмерҙә ауыҙынан сыҡмаған шундай һүҙҙәр менән ҡәһәрләне.
Һуңғы тапҡыр поезд күл буйында туҡтаны – Сәбилә ҡыш булһа ла таныны был урынды, ошонда яулыҡ менән бейәләй тотоп төшөп, сауҙалашҡайнылар. Ҡаҙаҡ әбейҙәре уларҙы йәлләп, һатыулашмай ғына тулы ҙур табаҡтарын түңкәреп ҡурған балыҡ һалып ебәргәйне. Вагонға күн курткалы, шундай уҡ кепкалы албаҫты килеп ингәндә Батырбәктең төрлө урынға йәшереп юлға самалап алған аҡсаһы бөткәйне инде. Кеҫәләрен тентеп сығып, аҡса тапмағас, паспортыңды тикшерергә кәрәк, тип алып сығып китте. Имеш, уға оҡшаған кешене розыскыға биргәндәр. Батырбәккә инде
бәҙрәфтә арҡаһына тегелгән һаҡлантынан өлөш алып, әҙерләнергә тура килде. Бер аҙҙан күн курткалы яңынан күренде, оялып та бирмәй, түләһәң, паспортыңды ҡайтарам, тип белдерҙе. Егет кеҫәләрендә ҡат-ҡат эҙләнгән булып, әсәһенең кеҫәһенә һалынған ерҙән аҡса килтереп сығарып бирҙе. Ас күҙ ҡулсырәҙәм ишараты иһә әбейҙән аҡса алыуынан тартынып та бирмәй, ауыҙын ҡәнәғәт йырыпсығып китте.
Сәбилә фатирын, бар мөлкәтен юғалтыу ҡайғыһынан һаман һушына килә алмау өҫтөнә юлдағы талауҙарҙан бөтөнләй иҫәңгерәптөштө. Ни хәл был?! Ни өсөн улар бер яҡлауһыҙ ҡалды, ҡаршылашып маташҡандарға “Москва теперь нам не указ” тип кенә мыҫҡыллап яуаплайҙар, хатта вагондан төшөрөп алып китәләр. Ғүмер баҡый илем тип йөрәген һалып бил бөккән ябай эшсе ҡатын өсөн был сисеп булмаҫ йомаҡ. Теге саҡта, практикаға тип алып китеп барғандарында, асыҡһалар ҙа, тауар вагондарындағы ҡаҡ иҙәндә йоҡлап барһалар ҙа әлеге кеүек ҡурҡыныс түгел, разъезд-станцияларҙағы кешеләрҙең дә йөҙҙәрендә мәрхәмәт сағыла, улар ватандаштар ине.
Йылдар уҙыу менән “перестройка” тип аталған был түңкәрелешкә сәпкә генә тейгән һүҙе лә табылыр – “катастройка”...
Мең бәлә менән Рәсәй сигенә еткәс кенә тынсайып, бер аҙ хәл алып Өфө вокзалына килеп төштөләр ҙә,ул әлеге лә баяғы Фәйзелғаян абзыҡайы тупһаһына барып йығылды.
Йәмиләһен, балаларының ҡушаҡтарын, уның имен-аман ҡайтып етеүенә һөйөнөп, оло йәштә булһалар ҙа ихластан үҙҙәрендә йәшәргә ҡабул иткән абзыҡайы менән еңгәһен күреү шатлығы ла уны йән һыҙлауынан, хәсрәтле уйҙарынан арындыра алмай, Сәбилә үҙенә бикләнде, оҙаҡ итеп бер нөктәгә ҡарап өндәшмәй ултырыусан булып китте, үҙе күҙгә күренеп һулығандан-һулый барҙы. Балалары хастаханаға алып барып, һаулығын тикшерә башлағас, иренеке кеүек үк үпкә яман шеше таптылар. Цехтағы зарарлы һауа уның өсөн дә эҙемтәһеҙ үтмәгән, тик боҫоп ятҡан еренән әшәке сир һуңғараҡ килтереп бәргәндер инде.Тетрәнеүҙәрелә сәбәпсе булғандыр, ҡыҙы иһә быны атаһының сирен үҙе аша үткәреп көйөнгәнлектән килеп сыҡҡан психосоматика менән бәйләне.
Таһирбәге кеүек үк сабыр ғына, быуылыуҙарын күрһәтмәҫ өсөн төпкө бүлмәнән сыҡмай ғына һүнә барҙы әсә. Үҙе табиб Йәмиләһе лә төрлө профессорҙарға күрһәтеп ҡараны ла, һуңлағанһығыҙ, өмөтһөҙ, тиҙ аҙыусан төрө, оҙаҡҡа бармаҫ, тинеләр.
Күпме юғалтыуҙар, ҡайғы-хәсрәттәр кисереп тә һынмаҫҡа үҙендә көс тапҡайны Сәлимә, зиһене генә был тиклемде күтәрә алмай ҡуйҙы, өнө менән төшө буталана башланы.
- Ауылға ҡайтып, әсәйем менән атайымды, Сәлимә менән Сәхиәне алма менән һыйланым, әй һөйөндөләр, - тип, ҡыҙына ысын булған хәлдәй итеп бер төшөн һөйләп, шатлығы менән бүлеште. – Атайым һуғыштан ҡайтҡан да ул, үлмәгән, йәп-йәш. Ҙур итеп яңы өй һалғандар, бер бүлмәһен миңә ҡалдырғандар, беҙгә ҡайтып йәшә тинеләр. Әллә ҡайтайыммы?
Йәмиләһе әсәһен йәлләүҙән күҙ йәштәрен саҡ тыйып:
- Ярай, әсәй, йәйгеһен, көндәр йылытҡас барып ҡайтырбыҙ, йәме. Оҡшатһаң, шунда ҡалырһың, - тип яуапланы.
Һаташҡанда ла әле әсәһе, бөтмөшөнә тоғро ҡалып, бәлә һалмаҫҡа, быуылып интегеүҙәрен күрһәтмәҫкә тырышты.
Бер көндө ул ҡыҙына ишетелер-ишетелмәҫ кенә тауыш менән, тыны өҙөлә-өҙөлә:
- Антоновка...ашағым... килә, - тине.
Йәмилә шунда уҡ ағаһына хәбәр итеп, ҡала ҡыҙырып ул теләгән емеште эҙләнеләр, таба алмай бер булдылар. Төрлөһө бар алманың, барыһы ла парафин кеүек, айҙар буйы серемәй ятыусан, еҫһеҙ, бер тәме юҡ. Колхоз баҙарына барып, саҡ тап иттеләр кәштәнән үк әллә ҡайҙарға үҙен танытып ятҡан, ҡасандыр еҫе менән бер вагон үҫмерҙе сит яҡтарға алып сығып китер көскә эйә булған антоновканы.
Тиҙерәк ҡайтып етеп, имен ҡалған теге гәлсәр вазаға береһен киҫкеләп, икенсеһен бөтәүләй әсәһенең карауаты эргәһендәге ултырғысҡа ҡуйҙылар. Алма еҫен һиҙеү менән Сәбилә күҙен асты, йоҡа ғына бер киҫәкте шау һөйәккә ҡалғаннескә бармаҡтары менән көс-хәл йөҙөнә яҡын килтереп, ләззәтләнеп еҫкәне лә, ауырлыҡ менән кире һалып, быуылып йүтәлләй башланы. Алмаға һонолған ҡулы ҡамсы кеүек һәленеп төштө; әйтерһең, һуңғы һулышын ғазапланып алмаған - йөҙөндә йылмайыу ҡатып ҡалды. СССР тигән ҙур илгә үҙ-үҙен аямай хеҙмәт итеп, эштән башҡаны белмәй сит тарафтарҙа үҙ тупрағын, һыуын һағынып, зар-интизар йәшәп, Башҡортостанына ҡайтҡайны ла, унда бирелгән ғүмере генә ҡыҫҡа булып сыҡты шул.
Үҙе йәшәгән дәүер менән бергә күҙҙәрен йомдо.
Ә бүлмәлә ҙур бер кәрзин антоновка хуш еҫ аңҡытыуын дауам итте.
Дүртенсе өлөшю
Бөттө.