Яҙ ҙа етте. Белоретта ул башҡа яҡтарға ҡарағанда ике аҙнаға яҡын һуңлабыраҡ көсөнә инә: Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәһе – Ямантауҙың ҡырыҫлығының ҡоһорон күрә. Шулай ҙа ҡояш та хәҙер алсағыраҡ, тау үңере лә ҡышҡы тунынан тиҙерәк арынырға тырышып, быуа яғына гөрләүектәрен атылдыра. Ҡыҙҙар ҙа ялҡытҡан бушлаттарын тиҙерәк ташлап ҡуйып, урамға йоҡараҡ кейенеп сығырға тырыша. Алдаҡсы яҙ йылыһы берсә аҡман-тоҡман менән алмашынып, берсә гөрләүектәрҙе селтәрле боҙ ҡаймаһына төрөп, байтаҡ ҡына көтөргә тура килде әле күлдәксән генә йөрөр ваҡытты.
Ҡала яҙғыһын күксин болотона төрөнә икән, сәскәләре ҡойолғанса уның хуш еҫе заводтан сыҡҡан төтөн ыҫын да баҫып киткән кеүек булды хатта. Яҡындағы урманда ҡоштар сутылдауы, кәкүк саҡырыуы күңелдәрҙе иләҫ-миләҫ килтерә. Сәбиләнең дә ауылды, әсәһен, туғандарын һағыныуы иңен баҫҡандан-баҫа, хәленән килһә, ҡоштай осоп ҡына ҡайта һалып килер ине. Иртәләрен мендәренең күҙ йәшенән лыс һыу булған яғын аҫҡа әйләндереп һала ла эшкә йүгерә.
Тап шул мәлдә мәктәптең тотош бер сығарылышының яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеп ебәргән хәл пәйҙә булды ла инде.
Ул көндө практикаға барырға тейеш инеләр ҙә, директор ниңәлер уҡыу корпусына йыйылырға ҡушҡан. Сәбиләләр төркөмөн иркен класс бүлмәһенә индергәндә унда беҙҙең милләт кешеләренә оҡшамаған, дүрт ҡырлы биҙәкле түбәтәй кейгән, буйлы сапанлы бер ағай ултыра ине. Башта директор үҙе һүҙ алды, СССР тигән ҙур илдә ауыр сәнәғәтте тиҙерәк аяҡҡа баҫтырыу зарурлығын, Үзбәкстанда уларҙыҡы кеүек үк кабель етештергән завод булыуын, унда эшсе ҡулдар етмәүен тәфсирләп алып китте. Үҙәк Комитет башҡорт металлургтарынан үҙе ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән, унда яҡшы кадрҙар әҙерләйҙәр, тигән.
Үҙәк Комитет тигәнде ҡыҙ әллә ни аңлап та етмәй, коммунистарҙың ҙур түрәләре булһа кәрәк. Бәлки камсамулдыҡыларҙыр. Яҡшы эшләй, был ҡыҙҙан рәт сығыр, тип уны ла шулар сафына өндәп ҡыялғайнылар ҙа, Сәбилә ризалашманы, взнос түләгәнсе, конверт һатып алып ауылға хат яҙырмын, исмаһам, тип уйланы. Әйтеүен әйтмәне инде, әлбиттә, сәйәси наҙанлыҡтан һалдырырға әҙер генәләр бит, тел белмәүгә һылтанды, иркен һөйләшергә өйрәнгәс инермен, тип ялтанып ҡалды.
Үзбәк әкә урыҫ телен вата-емерә директорҙың һүҙҙәрен ҡабатланы ла ике бөртөк кенә антоновка алмаһын йоҡа ғына итеп ҡырҡып ваҡ-ваҡ киҫәктәрҙе ҡыҙҙарға таратып бирҙе, үлтереп Ташкент тарафтарын маҡтарға тотондо: ул йылы, ул урам буйлап теҙелеп киткән алмағастары, ҡарбуз, ҡауындары – үрелеп алырға ғына йыбанма. Йәйе ҡыҫҡа ғына таулы Белореттың һалҡын ҡышынан биҙрәгән ҡылҡа ғына кейемле үҫмер ҡыҙҙарҙы ымһындырыу ни инде! Етмәһә, бынауындай тәмле алмаларын бер туя ашауың ни тора! Антоновканың бит үҙенән бигерәк еҫе тәмле.
Төпкөл ауылдан ҡалаға металлург һөнәренә өйрәтергә тип саҡыртып алып, ғүмеренең йомро-йомро йомғағы бөтөнләй икенсе тарафтарға, хатта хәҙер яҡын сит ил тип аталған төбәккә тәгәрәп сығып китер тип күрһә, төшөнән дә көлөр ине Сәбилә. Уларҙы, фабрика-завод мәктәбендә уҡып йөрөгән ҡыҙҙарҙы, тап шулай, төшкөһөн завод гудогы оҙон итеп олоп ебәргән ваҡытта, һис ҡасан булмағанса алма еҫтәре аңҡытҡан директор бүлмәһендә, оҫта ғына итеп әүрәтеп, аңын-тоңон аңлап етмәгән ауыл балаларының яҙмышын хәл итеп тә ҡуйҙылар. Сабыйҙарса ғына уйлап, алма еҫенә арбалып сығып китте Сәбилә сит-ят яҡтарға. Хәйер, риза булмаһа ла, өйҙә ҡалдырмаҫтар ине.
Ғаиләләренә хәбәр итергә, уйларға ваҡыт та бирмәй, көн эсендә йыйындырып йөҙҙән ашыу үҫмерҙе Үзбәкстанға, теге үзбәккә эйәртеп, практикаға тип ултыртып алып киттеләр. Нина Михайловна Сәбиләгә эҫенеп өлгөргәйне, үҙ ҡыҙы кеүек күреп, ҡосаҡлап, күстәнәстәр һалып оҙатты, улар араһында хатта бер нисә йомғаҡ та урын алғайны.
***
Башҡортостанды сыҡҡансы ожмах донъяһына китеп барған төҫлө тойҙолар үҫмерҙәр үҙҙәрен. Юлға мул ғына ашанты бирелгән, таҙа йәймәләр түшәлгән йомшаҡ яҫтыҡтарҙа йәнһеҙ йоҡо туйҙырҙылар, Көньяҡ Уралдың таулы матур тәбиғәтенән ялан яҡтарға күсә барған күренештәр менән хозурландылар. Сәбилә төйөнсөгөнән йомғаҡ сығарып, яратҡан шөғөлөнә тотондо, бер кемде лә тыңламай, уйҙарына сумды.
Үзбәкстан һынлым ергә сығып киткәнен ишеткәс, әсәһе ныҡ көйөнөр инде, әле Белореты ла ҡош осоп етмәҫтәйер бит уның өсөн, бер осҡа юлы ғына ла аҙнанан ашыу ваҡытты ала. Их, бына Үзбәкстандан алма алып ҡайтып һыйларға ине практика бөткәс! Ғүмерҙә лә тәмләп ҡарамаған күстәнәскә инде һөйөнөрҙәр ине!
Ул арала әхирәте Гөләмзә йыр башланы: күңелде күтәрә белгән ҡыҙ шул, тауышы ла матур, көслө, яңы сыҡҡан йырҙарҙы әллә ҡайҙан ота һалып, матур итеп көйләп тә ебәрә.Уны шунда уҡ уратып алып, күмәкләп ҡушылдылар. Сәбиләләр ҙә һуғыш осорондағы “Вставай, страна огромная”, “Катюша”, “Синий платочек”, “Валенки” йырҙарын, һүҙҙәрен аңламаһалар ҙа, ятлап алып мәктәптә башҡара инеләр. Ул да ситтә ҡалманы, тик ҡул эшен дә ҡулынан төшөрмәне. Башта “дерёвня” тип унан мыҫҡыллап көлөп йөрөгән төркөмдәше Катя практика ваҡытында ҡыҙ алдынғылар рәтендә йөрөй башлағас, бер аҙ баҫылғайны. Бала ғына бит әле, был ҡыҙҙа ҡайҙан ирҙәр ғәйрәте, тип мастерҙарҙың үҙ-ара һөйләшкәнен дә ишетеп, көнләшеүҙән ҡара янғайны. Хәҙер инде ихахайларға сәбәп тапты:
- Нимә бәйләйһең?
-Бейәләй.
Катя шарҡ-шорҡ килде:
-Бейәләй? Уны ҡайҙа кейергә итәһең, Ташкенттамы? Унда бит ҡыш булмай!
Хаслыҡлы төркөмдәшенә ҡушылып хихылдашыусылар ҙа табылды. Сәбилә бер ни ҙә өндәшмәне, тик яндырай әхирәте Гөләмзә генә тибешкәк төркөмдәшенә әсе-әсе һүҙҙәр ҡаптырмай түҙә алманы. Эләгешеп тә алдылар.
Кемдер Үзбәкстанда ла ҡыш була тип әйтеп ҡараһа лауға ышаныусы табылманы: ҡарлы һыуыҡта алма нисек үҫһен, ти?! Туңа бит ул!
***
Башҡортостан сиген уҙыу менән юлаусыларҙы пассажир поезынан тауар вагонына күсереп ултырттылар – бына ҡайҙа башланды ул ерҙәге тамуҡ! Яҫтыҡ юҡ – төйөнсөктәрен баш аҫтына һалып йоҡлайҙар. Юлға алған аҙыҡтары бөттө. Сәбиләнең Нина Михайловна ҡайтарып биргән һаҡлантыһы ла һыуға һалған тоҙҙай иреп юҡҡа сыҡты – аҙыҡ-түлек иҫ киткес ҡыйбат. Булған әйберҙәрен туҡталыштарҙа ризыҡҡа алмаштырырға мәжбүр булдылар. ФЗО иҫкеһе тип алмайҙар әле ул.
Куйбышевта Сәбилә инәлә-инәлә бушлатын биреп, бер буханка икмәк алды – Ташкентта ҡыш булмағас, нимәгә ул! Һыр йылғаһы буйына килеп еткәндә үҫмерҙәрҙең алмаштырыр нәмәләре лә ҡалмағайны тиерлек, булған ризығын самалап ҡына ҡапҡылап, Гөләмзә үҙенең матур яулығын, Сәбилә юлда бәйләгән бейәләйен сығарырға ашыҡмай,тотоңҡоранылар.
Был яҡта балыҡ күп, арзан да, тип ишетте ҡыҙҙар. Поезд туҡтау менән платформаға һибелделәр, ә унда бер кем юҡ. Эргәлә генә күл йәйрәп ята. Һатынырға килеүсе булмауы мөмкин түгел, тип үҙенән йәшкә лә олораҡ, ҡыйыу әхирәте Гөләмзә ҡамышлыҡ яғына йүнәлде лә уның араһында боҫоп ултырған ҡаҙаҡ әбейен күреп ҡалды. Ҡыҙыҡайҙың һуңғы ғына күҙ терәп һаҡлаған яулығына уның күҙе төшкәне күренеп тора, мәгәр, урынынан ҡуҙғалмай. Баҡһаң, ниндәйҙер разъездан кемдер, бер вагон бандиттар килә, тип шылтыратҡан булған. Инсафлы, етмәһә телдәре ярайһы аңлайышлы йәш кенә мосолман ҡыҙҙарын күргәс, әбей балыҡ тулы табағын тотоп, поезд янына сыҡты ла Гөләмзәнең һауытына мулдан өлөш сығарып һалды. Шул минут майҙанға боҫҡан ерҙәренән балыҡ һатыусылар килеп тулды. Сәбиләнең юлда бәйләгән бейәләйенә лә йомарт алыусы тап булды.
Аслыҡ һиңә апайың түгел, юлға сыҡҡанда берҙәм генә тойолған, йырлап та, бейеп тә алып күңел асып килгән төркөм тарылай таралып, һәр кемдә үҙе ҡайғыһы ҡайғы була башлауы күренде. Тауар вагонына күскән тәүге көндәрҙә төркөмләшеп бер-береһе менән бүлешәләр ине әле, был юлысостав ҡуҙғалғас, балыҡ ала алғандар дөйөм табын ҡорорға ашыҡманы. Сәбилә ситтә генә башын баҫып ултырған Катя яғына ымланы, уның нимәлер ашағаны күренмәгәнгә ике-өс көн үк ине ахыры.
- Әйҙә, саҡырайыҡ, - тине ул әхирәтенә.
Тегеһе аптырай биреп:
- Бигерәк ҡайтымһаҡ икәнһең, ул һине әҙ ҡыйырһыттымы ни?! – тип һорау бирмәй түҙә алманы.
- Ҡуй, улай тимә. Таш менән атҡанға аш менән ат, ти торғайны әсәйем. Уның – үҙ ғәйебе, мин туҡ булып, ул ас ҡалһа, ғәйебе миндә булыр. Биргән ҡулға бирермен, тигән бит Хоҙай.
Үҙен саҡырғанды ишеткәс, ниҙәр кисергәне Катяның йөҙөнә сыҡты: унда аптырауы ла, уңайһыҙланыуы ла, ас булһа ла, тәкәбберлеген ҡуя алмай маташыуы ла яҙылғайны, тик ашағыһы килеүе еңде, рәхмәт әйтеп, ҡыҙҙар янына килеп ултырҙы. Бына бит, аш ташты ла иретә, артабан Катя ҡыҙҙарҙың яҡын әхирәттәренең береһе булып китте, үткер телле Гөләмзә иһә был хаҡта, “эттәр талашып дуҫлаша” тип көлөп иҫләп алғыланы. Ҡышҡы һыуыҡтар еткәс, атаһы юллап, ҡыҙын Рәсәйгә алып ҡайтып киткәнендә Катя ҡыҙҙар менән илап хушлашты.
...Ни өсөн ауыҙында әсә һөтө лә кибеп бөтмәгән шунсама балаларҙы ошондай шарттарҙа, үҙ көндәрен үҙҙәре күрергә тейеш һымаҡ итеп юлға сығарып ебәргәндәрен Сәбилә ғүмер буйы аңлай алманы. Булдымы ул шул үзбәктән башҡа үҙҙәренән берәйһе, ниңә уларҙы тауар вагондарында, ябай ғына уңайлыҡтар ҙа тыуҙырмай, хатта ашатмай алып барҙылар – һорауҙар, һорауҙар, һорауҙар... Транспортҡа бер ултыртып алғас, бер ҡайҙа ла китә алмаҫтарына иҫәп тотҡандарҙыр бәлки.
lV
Ике аҙна аслы-туҡлы интектергес юлда Ленинград ҡасаҡтарынан һис тә артыҡ ерҙәре ҡалмаған хәлдә, төндә генә Ташкент янындағы бер предприятиеның клубына килеп төштөләр. Ҡаланың Сергели тип аталған промзонаһы булған икән был. Ҡаршы алыусыларға төркөмдәрҙе тапшырып, теге үзбәк ҡайтып китте, үҫмерҙәр завод етәкселеге ҡарамағында ҡалды.
Кабель заводы Ташкентта һуғыш ваҡытында, 1942 йылда нигеҙләнгән булған. Төп цехтары Владимир өлкәһенең Кольчугин ҡалаһынан күсереп килтерелгән. Һуғыш бөтөү менән белгестәрҙең күбеһе тыуған яғына ҡайтып киткән, эшсе ҡулдар етмәй башлаған.
Быға тиклем унда төрмәлә ултырыусылар ғына эшләгән, улар клубтың икенсе яғында йәшәй. Шулай булғас, заводта шарттарҙың ни рәүешле булғанын самаларға мөмкин. Иртәгеһен мунсаға алып барҙылар – ҡайҙа инде ул беҙҙең яҡтыҡына етеү – йылымыс ҡына, һыуы ла саҡ-саҡ.
Практиканттар төрөмшиктәр яғындағыларҙы күрмәй, уларҙы ныҡ һаҡлап тоталар. Шунда ла ҡыҙ ангарҙың икенсе осонда бер мәл цехтың геүләүе аша башҡортса йыр ишетеп ҡалғандай булды. Хатта “Ғәлиәбаныу” йыры ине шикелле. Тас үҙҙәренең ауылынан Ҡәүи тауышы! Бәләкәйҙән ишетеп үҫкән тауыш бит, әллә яңылышамы?! Башҡортостандан практиканттар килгән тип ишеткәндер ҙә, бәлки, яҡташтарына хәбәр бирмәксе булғандыр. Тик башҡаса ул яҡтан ым-ишара һиҙелмәне – тыйғандарҙыр. Ҡыҙ ҙа үҙен белдермәҫкә ҡарар итте.
Ҡәүи унан 3-4 йәшкә олораҡ ине, тимәк хәҙер уға егерме йәш тирәһе. Төрмәгә эләккән булһа ла, бик аптыраманы ҡыҙ – бәләкәйҙән бәйелһеҙ, тәүфиҡһыҙ, үрҙәндәк тигән даны сыҡҡайны. Ауылдарына урман йыраҡ булһа ла, өйҙәр араһы ек ҡалдырмай нәҙек бүрәнәләр менән кәртәләнгән. Ҡәүи ололар өйҙә юҡ саҡта ҡойма башына менеп ҡунаҡлай ҙа, әҙәпһеҙ таҡмаҡтар сурыта башлай. Бер ҡайҙа ла ишетелгәнсә түгел, үҙе уйлап сығарған инде.
Бер көндө малайҙың өләсәһе килеп сығып, уны ғәҙәтләнгән шөғөлө ваҡытында таяҡ менән төрткөләп төшөрөп, ҡарғана башланы:
-Ай, ыристан, кем ғошап был тиклем буш ҡыңғырау булырһың икән! Ауыҙыңдан сыҡҡанды эт ашамай, телең ҡороғор!
-Өләсәй, үҙең әйттең дә: эттән эт тыуа, беттән бет тыуа. Берәйһенә ғошап тыуғанмындыр инде, мужыт, үҙеңә.
- Тфү, ташҡа үлсәйем, аяҡлы ҡаза! - әбей оторо ҡыҙып китеп, ейәнен шыйыҡ сыбыҡ менән һыҙыра тартып алды ла, Сәбиләләр яғына ҡысҡырҙы:
- Икенсе ҡоймағыҙ башына менһә, ҡулығыҙға ни эләкһә, шуның менән тондороғоҙ!
Ҡәүи үҙе лә башҡаса һантыраманы, һуғыш бөткән йылы, теге спектаклде ҡуйғандан һуң, өйҙән ҡасып сығып киткән, тинеләр.
- Паспорт та бирмәгән, каторга колхозығыҙҙа үҙегеҙ эшләгеҙ, - тип әйткән имеш, ти, дуҫтарына.
- Ыҡҡа килә торған бала түгел шул, - тип ҡуйғайны шунда Сәбиләнең әсәһе.
Өләсәһенең “ыристан” тип әрләүе әллә юш килдеме икән?! Ҡалала ышпаналар менән бәйләнгән тигән һүҙҙәр килеп ишетелгеләгәйне былай.
Олоғайғас әле, Ҡәүи иҫенә төшкәндә, бәлки шәп шағир, артист юғалған булғандыр, тип уйлап ҡуя ине Сәбилә. “Ғәлиәбаныу”ҙа уйнағаны, йырлағаны һаман әле күҙ алдында. Бер әшәке таҡмағы ла иҫенән сыҡмай тик йөрөнө, шул әҙәпһеҙлеге менән тетрәтеп, хәтеренә уйылғандыр ҙа, бәлки. Һүҙҙәрен үҙгәртмәй һөйләүе лә оят әле ул.
Институт тамамлап, әҙәбиәт уҡытыусыһы булып киткән, хәҙер Ҡаршы ҡалаһында йәшәгән Гөләмзә әхирәте ҡунаҡҡа килгәндә бер мәл төрөмшиктәр араһында “шағир” күршеһе булғандыр тип шикләнеүен һөйләгәс, ул был тиклем оҫта параллелдәр, ритм, рифма менән ижад ителгән дүрт юллыҡҡа хайран ҡалып:
- Гениально, - тип хатта тел шартлатты.
...Өс ай шул клубта йәшәне ҡыҙҙар. Ҡышҡа ингәс,өйөрөлтөп-бурап ҡарҙар яуа башланы, декабрҙә хатта бер көндө егерме өс градусҡа уҡ етә яҙып, һыуытты. Башҡортостандағы ҡоро һауа һыуығы ул тиклем үк үҙәккә үтмәй, бында дымлылыҡ икенсе, шуға күпкә ауырыраҡ кисерелә. Етмәһә, цехтың башы янып китеп, ҡыйығы емерелеп төштө. Ташкент йылыһына ышанып, күлдәксән генә ҡалған ҡыҙҙар өшөй, туңа. Берҙән-бер йылы табырҙай урын – кабелде эҫе резина менән ҡоршап сығарыусы вулканизатор.
Тәнәфестә, ҡорошҡан инкубатор себештәре йылы һыу һалынған һауытҡа йылышҡан кеүек, шунда терәлеп ултырышҡан булалар. Заводтың директоры ҡулынан килгәнсе уларҙың хәлен еңеләйтергә тырыша ла бит... Ятаҡҡа ла төндәрендә килеп, тикшереп китә. Бала-саға ғына лаһа, йәберләүселәр булмаһын тип тә ҡурҡҡандыр. Бөршәйеп кенә йоҡа одеал аҫтында ятҡан Сәбилә бер саҡ кемдер йөрөгәнен тойоп, керпек аҫтынан ғына ҡараш ташлағайны, ағайҙың йәш тулы күҙҙәрен күреп ҡалды.
Ярай әле, бушлай ашаталар, тип һөйөнгән булды ҡыҙҙар. Ошо өс ай өсөн аҙаҡтан ҡан ҡоҫтороп, йыл буйы эш хаҡтарын тотоп ҡалырҙарын белмәйҙәр шул әле.
...Ҡыҙҙарҙы клубтан һуң ятаҡҡа күсергәйнеләр, унда ла йылы юҡ. Белореттағы кеүек, ағас та аунап ятмай. Эштән броня урауға тотонолған мазутлы ҡағыҙ алып ҡайтып, тимер мейескә тығып, яндырған булалар. Уныһы һаҫы еҫ сығарып төтәй, йылыһы үҙе янынан ары китмәй. Електәренә үтеп өшөй-туңа шулай яфаланып ҡыш сыҡтылар. Өйөнә был хаҡта яҙып ебәргәс, Катяны ғына атаһы нисектер сәбәп табып юллап, килеп алып ҡайтып китте.
Яҙғы йылыға өмөтләнгән Сәбилә тағы бәләгә һуғылды – малярия, халыҡ телендә тапма биҙгәге тип аталған сир эләктерҙе. Урта Азияның ҡайнар ҡояшы ла йылыта алманы ҡыҙҙы. Эшкә һырма кейеп йөрөй; бөтәһе күләгә эҙләй, ә ул станок артында теше-тешкә теймәй, дер ҡалтырап баҫып тора. Етмәһә, тейешле дарыуын да табып булмай. Бер дауа ла алмай, оҙаҡ ауырыны Сәбилә.Ни тиклем сабыр, түҙем булһа ла, тапмаһынан йонсоулап, ҡаҡ һөйәккә ҡалды, сикәләре үңкәшеп, күҙҙәре батып китте. Тәртипле, ҡалтырап торғанда ла нормаһын үтәгән, эшкә шәп ҡыҙ һаман йүнәлеп китә алмағас, завод директоры Яҡупов Мөхөтдин әкә тигән профессорҙы саҡырып килтерткән булған. Ул ҡыҙҙың анализдарын ҡарап, ҡул аҫтында булған төнәтмәләрҙе бирә башлағас та яҡшыға үҙгәреш һиҙелмәне.
Көндәре ғазапланып үткән ҡыҙҙың йоҡоһо ла тынысһыҙ, һаташып килеп уяна – йылға буйында бесән сабалар, имеш. Бакуйҙар араһынан йыуан ҡара йылан шыуышып килә лә, күтәремдәр һалып йөрөгән Сәлимә апаһына ташлана. Ҡыҙ тертләп, ҡара тиргә батып, дер ҡалтырап уянып китә. Ер йөҙөндәге иң ҡурҡан йән эйәһе – шул һөйрәлеүсе, ағыулы мәхлүҡтәр....Сүлдә әлеге имәнес хәшәрәттәрҙең ҡайнап йөрөй икәнен ишеткәне бар ине ҡыҙҙың. Хатта йорттарға ла килеп инәләр, ти, улар. Быны ишеткәс, Сәбилә айырыуса өркәккә әйләнде. Ә бер саҡ уянып китһә... Койка янындағы ултырғыс өҫтөндә йомарланып аҡ йылан ята. Ҡыҙҙың уянғанын күреп, теге башын күтәреп телен сығарып ҡуйҙы. Сәбилә ҡурҡышынан бар көсөнә һөрән һалып, асыҡ тәҙрәгә ташланды ла... икенсе ҡаттан һикереп төшкәнен белмәй ҙә ҡалды. Саҡ тотоп алып, тынысландырҙылар үҙен. Ярай имгәнмәгән, еңел кәүҙәлелеге ҡотҡарғандыр инде. Мөхөтдин әкә – әлеге профессор – рәсми дауа ярҙам итмәгәс, халыҡ медицинаһын ҡулланырға ҡарар иткән икән. Ҡыҙҙың нимәнән ҡурҡҡанын белешкән дә, сүлдәге ағыуһыҙ аҡ йыланды алып килеп, алдына һалырға ҡушҡан. Ғәжәп, шул хәлдән һуң терелеп китте бит Сәбилә.
Йәйгеһен төнгө сменала эшләүселәр ҡайтып аҙыраҡ серем итә лә колхозға помидор тирешергә китә. Эштәре өсөн йәшелсә менән түләйҙәр. Икмәккә помидор ҡушып ашайҙар – бөтөн ризыҡтары шул. Алма бешкәнен саҡ көтөп алалар.
Ә директорҙың тәҙрәһе алдында ғына ап-ал булып шафталы бешкән. Ауыҙ һыуҙары ҡойола ҡыҙҙарҙың ошонан үткән һайын. Ут бөрсәһе кеүек етеҙ, еңел һөйәк Сәбилә урман күреп, ағас баштарына үрмәләп, муйыл-балан тиреп үҫкән, кем әйтмешләй, “ағас аяҡ, таҡта оса” лаһа.
Төн... Директор тәҙрәһендә ут күренмәй. Өс ҡыҙ шыпырт ҡына әллә ҡайҙан хуш еҫтәрен бөркөп ултырған емеш ағастары янына килеп баҫа. Сәбиләгә ағас башына менеү бер ни түгел – һә тигәнсә ай яҡтыһында ялтыраған персиктарҙы әхирәттәренә ташлап та бөтөрә. Һуңғы емешкә үрелгәс кенә, төн ҡарынын ярып, таныш гөрөлдәк тауыш яңғырай.
- Бәйтуллина, һинме унда?
Директор. Әхирәттәре йәһәт кенә табан ялтырата, яуап тоторға Сәбилә бер үҙе ҡала.
- Шафталы ашағың килдеме ни?
- Эйе, - тине ҡыҙ, оялышынан ут янып.
- Ниңә һорап алманың? Кем менән инең?
- Бер үҙем,- тип яуапланы ишетелер-ишетелмәҫ кенә.
Директор ышанмай ныҡышһа ла, иптәштәрен һатманы.
- Бар, ҡайт, йоҡла, бүтәнсә төндә сығып йөрөмә, - тип ҡайтарып ебәрә ағай.
Ҡайта буламы һуң инде, әхирәттәренең ҡайһы яҡҡа ҡасҡанын күрҙе – эҙләп тапты ла, ҡойма янындағы бүрәнәгә ултырып, әлеге хәйерһеҙ емеште туйғансы ашап алғас ҡына ятаҡҡа ҡайтып йоҡларға яттылар.
Иртән цехҡа килһәләр... Стена буйына теҙеп персик тулы биҙрәләр ултыртып ҡуйғандар. Ҡыҙҙар шатлана-шатлана бүккәнсе һутлы көнъяҡ тәмлекәсен ашарға ташланды. Сәбилә менән әхирәттәре генә бындай хан һыйының сәбәпселәре булыуын һиҙҙертмәнеләр.
Станокҡа буйы етмәгәнлектән тәпәш кенә урындыҡҡа баҫып эшләгән, ал бирмәгән уңған ҡыҙға ҡарата директор атайҙарса хәстәрлек күрһәтеп, ун дүрт кенә йәшлек Нәжиә исемле ҡыҙға һәм Сәбиләгә – башҡаларҙан кесерәктәргә – бер саҡ ысын байрам яһаны: завхоз ағай баҙарға алып сығып, баштан-аяҡ кейем алып бирҙе. Ул һырыған фуфайка, ул күлдәк, ботинка, галош! Ә яулыҡ һуң – күҙҙең яуын алырлыҡ!
Әсәһенә ошо хаҡта һөйөнөп хат яҙып һалды. Почта оҙаҡ йөрөй ине, ай самаһы ваҡыт китте.
Хаттарҙы ятаҡтың ишектән ингән ерендәге аҫмалы кәштәнең алфавит буйынса бүленеп сыҡҡан “оя”ларына һалалар ине. Алдан инеп киткән Гөләмзә әхирәтенә килгән хатты эләктереп ала һалып, һөйөнсө һорап Сәбиләнең ҡаршыһына сыҡты.
-Һөйөнсөһөнә - ҡолағың, - тип шаяртты уныһы.
- Ярай инде, бейе тип әйтмәйем, арығанһың, мәгәр бер кәнфит бурысың булыр, - тип тиҙ генә тоттора һалырға ашыҡманы көләкәс ҡыҙ, һүҙен бирҙерткәс кенә конверт Сәбиләнең усына инеп ятты.
Мөйөшкә баҫып түҙемһеҙләнеп шунда уҡ хатты уҡый башлаған ҡыҙҙың төҫө үҙгәрә барҙы, быуыны тотмай, ҡапыл иҙәнгә ултыра төштө, йөҙөн ҡулдары менән ҡаплап тауышһыҙ ғына буҫығып илап ебәрҙе.Һеңлеһе Сәхиә Фәйзелғаян абзыйына әсәһе һалған күстәнәстәрҙе алып китеп барғанда ҡалын кеүек күренгән яҙғы боҙ уйылып, батып үлгән. Йөрәге теленеп-теленеп киткәндәй булды ҡыҙҙың. Һеңлеһен, унан да бигерәк меҫкен әсәһен йәлләп, Сәбилә хатта ҡасып ҡайтып китерҙәй булды, тик быныһы тормошҡа ашырып булмаҫ бер хыял ғына инде, эҙемтәләрен үҙе лә аңлай бит. Дуҫыңа түгел дошманыңа бирмәһен бындай ҡайғыны!
Ярты йылдан әсәһенең дә вафат булыуы тураһында телеграмма килеп төштө – бала ҡайғыһын күтәрә алмағандыр инде.. Сәбилә өсөн күктәр түңкәрелде тиһәң дә әҙ булыр. Йыл эсендә ике юғалтыу! Бер рәхәт күрмәй йәшәп киттегеҙ, исмаһам, алма ғына ла тәмләп өлгөрмәнегеҙ бит, тип өҙгөләнде ҡыҙ! Сәғитйәнде дитдумға ебәреп кенә ҡуймаһындар, абзыҡайы үҙенә алһа ярай ине -еңгәһе генә ҡаршы булмаһа, ул яңыраҡ өйләнгәйне. Фәйзелғаян үкһеҙ етем энекәшен үҙенә тәрбиәгә алыуын, практикаһы тамамланғас, уның да ҡайтыуын көтөүе тураһында хат ебәргәс кенә бер аҙ күңеле урынына ултырҙы ҡыҙҙың. Абзыҡайы хәбәр итеүенсә, Сәхиәһен дә юғалтҡас, әсәһенең йөрәк өйәнәге ҡубып, ҡапыл ныҡ бирешкән, өс-дүрт айҙан шәбәйәбашлаған кеүек тә булған, тик инде аяҡҡа баҫты тип тыныслана башлағанда китеп тә барған.
Сәбилә тыуған тупрағынан ем алып һутланған тамырҙары берәм-берәм өҙөлә башлағандай тойҙо. Күрешә алмай ғына йәшәһәләр ҙә, тыуған йорто, әсәһе барлығын тойоу көс, яҡлаулылыҡ тойғоһо биреп торған икән. Бына хәҙер инде шул төп тамыр шартлап өҙөлдө, уға ҡарата ошоғаса рәхимһеҙ яҙмыш елдәре ҡамғаҡтай тәгәрәтеп алып алып сығып китмәһә ярай ине. Юҡ, бер нигә ҡарамай бирешмәҫкә! Бер ҡарында яралған иң яҡын кешеһе - Сәғитйәне бар, уның хаҡына түҙергә.,уға терәк булырға кәрәк. Ҡайтып та булмағас, энекәше менән хаттар аша ғына хәбәрләштеләр.Бәхеткә, еңгәһе бик игелекле булып сыҡты, малайҙың яҙғанынан да, һирәкләп кенә һалынған фотоларынан да күренеүенсә, күңел йылыһынан мәхрүм түгел, кейем-һалымы ла ҡупшы ғына, йонсоп йәшәгәнгә оҡшамаған. Апаһының һоҡланып хикәйәләп яҙғандары аша Сәғитйән Белоретты яратып өлгөргәйне, абзыҡайы кире һуғып ҡараһа ла, өҙмәй ҙә ҡуймай,етенсе кластан һуң шундағы ФЗО урынына асылған техучилищеға уҡырға инде, артабан армияла хеҙмәт итеп ҡайтты.
***
...Сменалап эшләгәс, алмашсыһы ни сәбәптәндер сыҡмай ҡалһа, төндә станок янында саҡ ҡына серем итеп алып ҡына ла норма үтәргә тура килә.
Өс йыл буйы ваҡытлы паспорт менән тотоп, ҡайтырға мөмкинлек бирелмәгән ҡыҙҙар, сит-ят яҡтарға сығып китһәләр ҙә, тәртипһеҙләнеп йөрөмәне. Ауыр саҡтар тип, яман юлға төшмәнеләр.
Үҙҙәренең йәштәре лә ырай бит, производство практикаһы үтергә тип алдап ҡына алып киленгән һылыуҡайҙар берәм-һәрәм кейәүгә сығып бөтөп бара. Һөйкөмлө һөйәге бар бит ҡыҙҙың, егеттәр әҙ уранғыламаны уның янында, ләкин Сәбилә әсәһенең, егеттең амин тотҡанын ҡара, тигәнен иҫтә тотоп, тел дә яңаҡ алағанаттарҙы яҡын да юлатманы.Ниндәй тәрән мәғәнәле кәңәш биргәнен ул йылдар үткәс, ҡыҙын Өфөгә уҡырға ебәргәндә генә аңланы.
Завод ашханаһында бер мәл уны күҙләп йөрөгән Таһирбәк тигән ҡырғыҙ егете ҡаршыһына килеп ултырҙы ла, танышырға теләүен әйтте. Егет алдында туйынып ултырырға ҡыйынһынған Сәбилә, оялып, йомош тапҡан булып, ишек яғына йүнәлде. Үҙе ситтән генә уны күҙәтә башланы, бына егет һауыттарҙы ялтыратып ҡуйҙы, хатта тәрилкәһенә һылашып ҡалған бәрәңге иҙмәһен, нәҡ ҡыҙҙың әсәһе өйрәткәнсә, икмәк менән йыйып алып ауыҙына оҙатты ла, берәүҙән дә тартынмай, амин тотто. Европаса булмаһа ни, беҙҙеңсә, үҙебеҙсә. Билдәле, ҡыҙҙың артабанғы яҙмышы шул минутта хәл ителде лә ҡуйҙы. Мөхәббәт тигән китап һүҙҙәре уның башына ла инеп сыҡманы, әсәһе ҡушҡанса, амин тотҡан юлдаш тапты.
Өйләнештеләр ҙә һин дә мин йәшәп алды ла киттеләр. Икеһе лә алдынғы эшсе тип, уларға йәш ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән йорттан фатир ҙа биреп ҡуйҙылар. Тик янында әсәһе, кәңәш биреп торорҙай яҡындары ла юҡ. Бары ҡатын-ҡыҙ менән генә бүлешеп булырлыҡ серҙәр ҙә була бит. Таһирбәк тә яңғыҙ, әммә донъяның әсеһен-сөсөһөн күп күреп өлгөргән, бик үҙаллы, һүҙен елгә ташламаҫ, төптән уйлап хәл итеүсән, шул йәшенән аҡһаҡалдар аҡылына эйә ир-егетбулып сыҡты. Әсәһе намаҙҙарында ҡыҙына тап шундай ҡушаҡты бик һораған булғандыр инде.
Ярты йыл самаһы йәшәгәс, йәш ҡатын үҙендә үҙгәрештәр һиҙә башланы, аш һайлаусан булып китте. Әле бер еҫте, әле икенсеһен оҡшатманы, мәгәр кәрәсин еҫкәгеһе килеп биҙрәтте. Ире һынап ҡарап, уй-бай, жанашым, беҙ хәҙер өсәү булдыҡ ахыры, тип ҡуйғас та әле йөклө икәнлегенә ышанып етмәне. Кит, унан ниндәй әсәй сыҡһын! Бәпесте нисек биләр, нисек йыуындырыр...Бына тимер сымдар менән идара итергә оҫта, мәгәр йүнле аҙыҡ күрмәй үҫеп, гел ашханала туҡланып йөрөп, төрләндереп бешеренә лә белмәйсе. Ярай Таһирбәгебыл эшкә маһир, уны плитәгә яҡын да килтермәй. Баҡһаң, ҡырғыҙҙар ҡатын-ҡыҙҙан тәғәм яраштыртмай икән.
Иренең былау бешергәне- үҙе бер мауыҡтырғыс сәнғәт! Гел тик ҡәнәғәт төҫ менән, һөйөнөп йөрөп кенә әҙерләй бит ул ризыҡты, кәйефтең тәме ашҡа күсә, тип ҡабатларға ярата. Хәрәкәттәре тилбер, өҫтәлгә ҡупшы итеп теҙеп һалған әҙерләмәләре лә рәссамдар һүрәт төшөрөрлөк! Сәбиләләр ауылда хатта кишерҙе лә ашҡа һалып бармай ине, һуған менән аш утынан (укроптан) башҡаһын үҫтермәнеләр ҙә. Балтырған, оҫҡон-йыуа, ҡаҡы башын тотоналар ине уныһы. Таһирбәге иһә эшен “бисмилла” әйтеп, ауылынан килтереп үҙенән ҡалдырмай йөрөткән ҡаҙанында башта ҡуйҙың ҡойроҡ майын иретеп, күп итеп кишер һалыуҙан башлай. Дөгөгә ноҡот борсағы ла, тәмләткестәр ҙә ҡушып ебәрә, иң ахырҙа башлай һарымһаҡ тығып ҡуя. Әҙерләгән бүлмәһенә генә түгел, хатта фатирҙан тышҡа ла таралып китә был илаһи арбағыс еҫ. Уны тойоп, ҡайһы саҡ күршеләре лә килеп ингеләй, бер-береһенә тәғәм ейергә йөрөшөү уларҙың мөхитендә ғәйре тәбиғи күренеш. Ә ҡунаҡ-фәлән йыйһалар, былау бешерергә Таһирбәген саҡыралар. Ашы ғына түгел, эше лә тәмле бит уның!
Ҡасандыр бер туя икмәк ашарға хыялланған Сәбилә үҙен йәннәттең етенсе ҡатында итеп тоя, көнитмештәре шөкөр инде, күҙҙәр генә теймәһен тип төкөрөнөп тә ала. Үҙетелеңде йоторлоҡ былау менән һыйланғанда, мәрхүмә әсәһе менән апай-һеңлеһе иҫенә төшөп, балауыҙ һығып та алғылай: улар төрләндереп түгел, һис юғы туя латуҡлана алмай, бер рәхәт күрмәй киттеләр бит...
Бушаныр көнө яҡыная барған һайын ҡатын хәүефләнеүсәнерәккә әйләнде, ней серләшер яҡындары, апайымы, инәйеме лә юҡ. Бер көн түҙмәй, Таһирбәге алдында иланы ла ебәрҙе:
- Ҡалайтып ҡына табам инде мин баланы, мин бит бәпәй нисек тыуғанын да белмәйем, ҡайһы юлдан сыға ул?
Ире рәхәтләнеп көлөп алды:
-Әй иҫәркәйем, беҙҙең бәпес кенә юлын таба алмай эсеңдә ҡалмаҫ инде, үҙе белә ул ҡайҙан сығырға. Ҡыҫыр көйөккә көйөнөп ни...
Иренең мәрәкәләп әйткән һүҙҙәренән ҡатыны шунда уҡ тынысланды ла ҡуйҙы.
Тимербәген алып ҡайтҡас, кәләшенең малайҙы ибәтәйһеҙ генә биләп маташҡанын ҡарап-ҡарап торҙо ла, үҙе йүргәккә һалып, ыҡсым ғына итеп төрөп тә ҡуйҙы. Сәбилә энекәше Сәғитйәнде биләгәнде бик күрмәне лә, әсәһенә уны ҡарашырға Сәлимә апаһы ярҙамлаша ине. Саҡ ҡына ҙурая төшкәс, бала иҫкеһенә мал мөгөҙөнә элерлек тә сепрәк таба алмай, әсәһе улының аҫтына сөрөк кенә һала башланы. Атаһы йүкә сөрөгө йомшаҡ була тип күп кенә итеп алып ҡайтҡайны, шуны башта ваҡлайҙар ҙа, ҡыл иләк аша үткәрәләр. Баланың аҫты һәр саҡ ҡоро, бысранһа ла, алып ҡына ташлайҙар ҙа, яңыны һалалар.
Йыуындырырға булғас, йәнә бер албырғап ҡалды йәш әсә, тик бишеккә урын әҙерләп, кипкән йүргәктәрҙе үтекләп, алды-артына ҡарағансы Таһирбәге ҡайһы арала малайын ялт та йолт таҙарындырып-сайындырып, бишеккә һалып, ялғаштағы һыуҙы әрәм итмәҫтән, бала иҫкеләрен сайып та элгәйне. Ҡайһылай ҡулдары килешле, тип аптырап та, һоҡланып та уйлап ҡуйҙы ҡатыны.
Ата-әсәһе ваба сиренән вафат булып, бәләкәйҙән үкһеҙ етем ҡалған Таһирбәк атаһының бер туған энеһе ғаиләһендә үҫкән. Уныһыауыҙын асһа үпкәһе күренерҙәй фәҡир булһа ла, туғанын береһенән-береһе бәләкәй балалары янына һыйындырған,әммә үҙе көн оҙоно эштә йөрөгәс, өй эсендәге тәртип малайҙыңеңгәһе өҫтөндә ятҡан. Булмышынанмы, әллә мохтажлыҡтан, итәк тулы бала менән арып-алйыуынан таш бәғерлегә әйләнгәнмелер, нисә ҡараһаң да ауыр аяҡлы йөрөгән ҡатын Таһирбәкте баштан уҡ артыҡ бүрәнә башы, икмәк көйәһе күреп ҡабул итә, кейеме ямау тотмай башлаһа ғына үҙ балаларының эт алаһығыҙ иҫкеһенән берәй нәмә кейҙерә.Малай хеҙмәтсе урынына була, балаларҙы тәрбиәләшеү, йорт эштәре уның көндәлек бурысына әйләнә. Еңгәһенең берәй нәмәгә йәне көйһә, кәйефе булмаһа,талағы ташып, асыуын да аҫрауға төшөрә,туҡмаҡ ашатырға ла күп һорамай, етем көнө – көйөнөс.
Быларҙы ире ҡатынына һөйләмәй, һөйләгәндә лә, ауырлыҡты ла мәрәкәгә әйләндереп, көнитмешендәге бер кәрәкле һабаҡ рәүешле тасуирлай ҙа ҡуя. Үҫтергәндәр, үҙаллы тормошҡа, һынауҙарға әҙерләгәндәр, ҡойолоп төшмәҫкә өйрәткәндәр. Шулары өсөн рәхмәтле була белергә кәрәк тә.Хатта, үҙең бешерһәң, ас йөрөмәҫһең, тип ҡаҙан тоттороп сығарып ебәргәндәр. Эше бик бармағанда ла балтаһы һыуға төшөп йөрөмәй, йән биргәнгә йүн биргән тип, сараһын күреп, килеп сыҡмағанда ла өҙөклөктө сабыр ғына үткәреп ебәрә, өйгә сырайы асылмай ҡайтып ингәне лә юҡ.Шул һыҙаттары менән нәҡ Сәбиләнең атаһы инде, кейәү тупрағы ҡайнынан тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән.
Заводтары Союздағына түгел, хатта сит илдәрҙә лә танылыу алып өлгөрҙө – Сәбилә хеҙмәт һалған линиянан ғына ла кабель утыҙлап дәүләткә, хатта Америкаға ла оҙатыла тиҙәр, шуға күрә алдынғы эшселәр торлаҡ менән ауырлыҡ кисермәне. Ике малайҙан һуң нур өҫтөнә нур өҫтәп ҡыҙҙары тыуғас, яңы йорттан икенсе ҡатта дүрт бүлмәле иркен фатир бирҙеләр.Ана шуның алдында алма ултыртты ла инде Сәбилә. Антоновка алмаһы. Ҡасандыр уның еҫенә генә әүрәп йәһәннәм тишеге тарафтарға сығып киткәйне лә.
Таһирбәге бер цехта эшләгән теге Холмурад әкә менән бығаса баҡса үҫтереп ҡарамаған күршеләренә соҡорҙар ҡаҙышып, емеш ағастары ултыртышты. Бер ҡайҙа ла рөхсәт һорап та йөрөмәнеләр. Икәүләп ағастар араһында сит-яттың күҙенә бик ташланмаҫлыҡ итеп бәләкәй генә мунса ла әтмәләп ҡуйҙылар ҙа ишек алдына мискә ултыртып, сәтләүек ҡабыҡтарын шунда йыйып барыуҙарын һоранылар. Имән ағасынан кәм бирмәй икән улары йылыны! Бындай “үҙидараға” ҡайҙалыр ялыу ебәреп, тауыш күтәреп йөрөүсе лә булманы.
Тимербәктәренең исеме есеменә тап килде лә ҡуйҙы, бәләкәйҙән күрше-күләндең гараждарында тимер-томор араһында буталанып, машина майына батып, ташландыҡ берәй деталь тотоп ҡайтып инер булды. Мәктәптәрендә хеҙмәт дәрестәрен көтөп алып, токарь станогында ла “һә” тигәнсе нәйәт итеп эшләп ҡуйырға өйрәнде. Атайыма оҡшаған, тип әсәһе эстән генә һөйөнөп туймай. Уныһы ул әле, ана шул тотоп ҡайтҡан тимер киҫәктәренән мәктәп тамамлар йылы хатта Холмурад әкәһе ярҙамында мотоцикл әтмәләп алып, күрше-күләнде аптыратты.
Батырбәге атаһынан бәләкәй ҡалғас, аралары өс кенә йәш булһа ла, һәр нәмәлә ағаһына эйәреп, уҙаҡлашып үҫтеләр. Алғы тәгәрмәс ҡайҙан тәгәрәй, артҡыһы ла шунан китә бит. Ул да тимер-томор менән мауығып үҫте лә, ҡайҙа ла кәрәк һөнәр тип, металл йәбештереүсе һөнәрен һайланы. Берҙе алһа, берҙе бирә Хоҙай, улдарының тәртәгә иртә инеп, Йәмилә менән икеһен терәкләп, яҙа баҫмай ғына буй еткереүҙәренә ҡыуанып бөтә алмай Сәбилә.
Йәмиләһен атаһы үҙенә башҡа бер наҙ менән яратты, ҡулында гүйә гәлсәр һауыт, яңылыштан ватып ҡуймайым тигән кеүек ине ҡыланышы. Бер ҡайҙа ла тотҡарланмай, эштән йүгереп ҡайта ла, йоҡлап ятһа ла, күтәреп алып, бүлмә буйлап йөрөй, балконға алып сыға, бәхеткә сумып, шул килеш урамдағы хәрәкәтте күҙәтеү рәхәтлек бирә уға. Ҡыҙы ла тиҙ үк атаһын таный башланы, әсәһенән былай эҫенеп, уны күреүгә ҡош балаһындай талпынып, ҡулдарын һона һала. Теле лә “атай” тип сыҡты бит уның.
Яҡшыға сыҡҡан – ярпайған, Сәбилә был йылдарҙа шатлыҡтарға ҡойоноп, осоп ҡына йөрөнө, ҡыҙ сағына ҡарағанда ла һылыуланып, хатта буйға ла тартылып киткәндәй, күҙҙәренән нур бөркөлөп торған ҡатынға әүерелде. Төндәрен уянып китә лә, янында тыныс ҡына йоҡлаған иренең көслө беләгенә һыйынып, өнөммө-төшөммө тип үҙ бәхетенә үҙе ышана алмай ята.
Артыҡ бәхет һағыш килтерә тигәндәре дөрөҫтөр ахыры, донъяһы түңәрәкләнеп, матур ғына йәшәп ятҡанда, етемдең ауыҙы ашҡа тейһә, танауы ҡанай, тигән ише Таһирбәге көтмәгәндә ҡаты сиргә дусар булып ҡуйҙы. Эше кислоталар менән бәйле ине бит, бәлки шул сәбәпсе булғандыр - үпкәһендә яман шеш таптылар. Һыҙланыуҙарына, быуылыуҙарына сабыр ғына түҙеп ятып, донъя ҡуйҙы. Үҙен түгел, ҡатыны менән сабыйҙарын йәлләп өҙгөләнде.Күңеленә бер нәмә килгәндәй күҙенән осоп ҡына барғандай ине бит Йәмиләһе. Ҡыҙғынаһы өс йәшлек кенә булһа ла, ниндәй ҡайғы килгәнен, мәңгегә айырыласаҡтарын тойғандай, атаһы янына шым ғына килеп инә лә, өндәшмәй генә, көйһөҙләнмәй генәкескәй генә йомшаҡ ҡулдары менән уның йөҙөн һыйпап ултыра, өҫтөндәге юрғанын ипләй. Һораһа, карауат янындағы ултырғыстан һыу алып бирә.
Ауырый башлағанда терелеренә өмөтө бар ине әле, яман шеш икәнен унанйәшерһәләр ҙә, айҙарға һуҙылғас, хәлен аңланы. Бер көндө ул ҡатынына:
- Хәләлем, йәнем, барыһы өсөн дә рәхмәт, һиңә бик ризамын, мине бәхетле иттең, - тине. Тауышы өҙөлөп, бер аҙ дауам итә алмай ятты. - Мин дә һине бәхетле итергә тырыштым, минән ҡалғас та Хоҙай һине, балаларҙы ташламаһын. Ир балалар юғалмаҫ, бирешмәҫ, Йәмиләне етем итмә...Бәхил бул.
- Ауыҙыңдан ел алһын, атаһы, һинән ҡалырға яҙмаһын. Һауығаһың, мотлаҡ һауығаһың. – Сәбилә үкереп илап ебәрерҙәй булһа ла, күҙ йәшен йәшерҙе.
Шул һүҙҙәрҙе әйтергә көс туплап ятҡандыр, бәхилләште лә телдән дә ҡалды.Бер нисә көндән мәңгелеккә күҙен йомдо.
Тел төбөн аңланы ҡатын бер ваҡытта ла артығын әйтмәҫ иренең, Йәмиләне үгәй атайлы итмә тип васыят әйтеүе булды инде уның.
Киноларҙағы кеүек шашып яратып бармағайны ул кейәүгә. Шәреҡсә тәрбиәләнгән етем егет сәскәләр тотоп, балкон төптәрендә йырлап та йөрөмәне, Холмурад әкә менән икәү килеп, никах тураһында килештеләр ҙә, ябай ғына табын йыйып яҙылышты ла ҡуйҙылар. Хәләле хәл өҫтөндә ятҡанда аңланы ҡатын ни тиклем оло мөхәббәт менән ирен яратҡанын, йәненең яртыһы икәнен. Ярты йән булып ҡалды ла инде ул был фани донъяларҙа, ғүмеренең ахырынаса уға тоғро булып, һағынып йәшәне. Һарыларға һабышып, аяҡтан йығылырҙай булһа ла, әсәһе кеүек, балалары хаҡына түҙҙе ошо тиклем оло юғалтыуға; әлеге лә баяғы - эсәгең өҙөлһә эсеңдән ялға... Ары һуғылып, бире бәрелеп йөрөгәндә ярай әле Холмурад әкәнең ғаиләһе үҙ туғанындай күреп, ҡанат аҫтына алды.
Малайҙары һабаҡҡа төшкәйне, бишкә ярылырҙай булып, кинйәкәйен, үҙенә һуйған да ҡаплаған ҡыҙы Йәмиләне, төштән һуң баҡса ябылғас икенсе сменаға хатта эшкә лә алып барырға тура килгеләне. Етәкселек күҙ йомдо инде, һүҙ әйтеүсе булманы.
Дауамы бар.