1991 йылдың декабре Ташкентта һәр йылдағыса тиерлек яуынлап килде, йыл бер һанға алғараҡҡа күсер алдынан алты градусҡа уҡ етеп, һыуытып алды, хатта боҙло ямғыр, ҡар яуып үтте.
Ҡыҙыл байраҡтар алып ташланылып,урынына йәшелле-аҡлы-зәңгәрле ерлеккә нәҙек кенә ике ҡыҙыл һыҙат үткәреп, ай менән йондоҙҙар төшөрөлгәне эленгән ҡала үҙәгендә һәм урамдарында “Мөстәҡиллек! Мөстәҡиллек! Мөстәҡиллек!”тип яр һалып, милли әләм болғап, шат үзбәктәр ҡайнаша; әсе сигналлы машиналар ҡолаҡ ярып геүелдәшә; урамдарға йәш дәүләттең 29 декабрҙә һайланған тәүге президенты Ислам Кәримовтың портреттары ҡуйылып, ике көндән ул вазифаһын үтәй башлап, халҡына Ант килтерҙе.
Үзбәкстанда икеләтә байрам - дәүләт яңы статуста президентлы, әләмле булып яңы йыл ҡаршылай...
Ә Сәбиләнең кәйефе һауа торошона ауаздаш, шиғырҙағыса: ырашҡылай, күҙ йәштәре аға боҙ ҡатыш...
l
Ҡырҙан ҡарағанда сәйер генә урынлашҡан кеүек ул урманлы-яланлы төбәктәге Ҡайынлыҡ – ярлауҙан йыраҡ та түгел туғайҙа йәйрәп Ағиҙел ағып ята, ә ауыл бер-береһенән шаҡтай алыҫ кескәй генә ике шишмә араһындағы ҡалҡыуҙа, урам араларында ҡойолар ҡаҙып, йәйҙәрен баҡса һуғарырға һыу еткерә алмай интегеп көн күреп ятҡан була. Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ, үҙем һыу буйҙарында - шул булалыр. Сараһыҙлыҡтан килеп сыҡҡан хәл был - иҫке ауыл йылға ярында урынлашҡан булған да, бер йыл яҙғыһын һыу ныҡ күтәрелеп, түбәнге яҡты тотош ағыҙып алып киткән. Кешеләрҙең дә, малдың да бик әҙе генә ҡотолоп ҡалған. Имен ҡалғандарҙың ҡоттары алыныуы шул тиклем булғандыр, кис ҡурҡҡан көндөҙ сыра яндырыр тигән ише, һыубаҫар туғайҙан ҡасып, ҡарҙан әрселеп өлгөргән ошондағы саңдауға артылып, аҡмай ҡалған йорттарын йәһәтләп күсереп һалғандар. Ул мәлдә ауылдың үҫере, яңы остарҙың шишмәләрҙән алыҫлаша барыры, һыу етмәй башлары баштарына ла килмәгәндер инде, тик ҙур йылғанан ғына йырағыраҡ булһын.
Сәбиләләргә яҡын шишмә һыуы ҡатыраҡ, юшҡынлы, унан һыуҙы түтәлдәргә һибергә, йыуыныу-сайыныуға ғына тотоналар. Аҡшишмә тигәне тәмле лә, йомшаҡ та, сәйҙе лә матур сығара, тик ул алыҫ, шуға зарураттан ғына, байрамдай күреп, барып киләләр. Бигерәк тә ҡыштарын ул тарафҡа үтеп тә булмай. Аш-һыуға, сәйгә ҡойо һыуын тотонорға тура килә.
Ҡайынлыҡтың һуңғы булып барлыҡҡа килгән урамын Аҡбалсыҡ осо тип йөрөтәләр, сөнки унан йыраҡ та түгел бөтә ауыл халҡы мейес, өй ағартыуға тотонған майлы ғына балсыҡ соҡоро бар. Яраға ла һалалар, ҡанды туҡтата, йәрәхәтте тиҙ уңалта тиҙәр. Фин һуғышынан яраланып ҡайтҡан ағайҙар шуның ярҙамында аяҡҡа баҫып киткәндәр, ти. Бер мәл әсәһенең ҡулына ҡайнар һыу һирпелеп киткәс, тиҙ генә мейес аҡлағандан ҡалған шыйыҡ аҡбалсыҡҡа тыға һалғайны.
Еҫе тәмле, бала-саға шуны ялап, мейес мөйөштәрен ялтыратып бөтә хатта. Сәбиләләр тап шул оста йәшәй ҙә инде, ҡайһы саҡ йүгерә һалып барып, әлеге соҡорҙан берәй киҫәк балсыҡ алып ҡайтып, әсәләре күреп ҡалғансы кәнфит урынына бер аҙ һурып йөрөп тә өлгөрәләр.
Һуғыш башланғанда Сәбиләгә туғыҙ ғына йәш ине. Өс йәшкә олораҡ Сәлимә апаһы, шунсаға уҡ кесерәк һеңлеһе менән хатта имсәк бала ғына энекәше лә әлеге мәлдән балалыҡ ҡоронан сыҡты тиергә лә мөмкин – атай-әсәй таң һарыһынан ҡыҙыл эңергә тиклем колхоз эшендә, балалар көн оҙоно үҙҙәре генә донъя көтә. Яҡын-тирәне ҡыҙырып, бесәй ҡойроғо, алабута, ат ҡуҙғалағы, мысай орлоғо йыйып, ҡатыҡҡа бутап, ҡош-ҡорт ашаталар, сөнки колхоз булһа ла, игендең бөртөгөнә тиклем ҡырып-һепереп дәүләткә оҙатып торалар. Кесерткәнде әсәһе үҙе ашҡа һалып бешерә. Бәрәңге күмәләр, ике ҙур ҡыҙ биҙрәләре ергә тейә-тейә яҡын шишмәнән йәшелсәгә һибергә һыу ташый – урамдағы ҡоҙоҡ һыуын йәйгеһен кәмей тип, аш-һыуға ғына тотонорға килешкәйнеләр. Ишек алдындағы аласыҡта ауылдан байтаҡ алыҫ урмандан атаһы йыйып алып ҡайтҡан тубырсыҡты һалып, самауыр ҡуялар, көндөҙ ут яҡмайҙар, көн аша ҡайнатырға ҡуйған һыуға һәр береһенә берәр генә йомортҡа төшөрөп бешереп алып, сәй менән генә мөрхәтһенәләр. Арып-талып ҡайтҡан әсәләре төнө менән нимәлер бешереп ҡалдырһа, уны йылытмай ғына ашайҙар, ут сығыуҙан ҡурҡалар.
Ҡышҡа табан ауылға Ленинградтан ҡасаҡтарҙы килтереп, етешерәк йәшәгән, русса арыуыраҡ белгән уҡытыусыларҙың, яңғыҙ көн күргәндәрҙең өйҙәренә урынлаштырҙылар.Сәбиләләр улар иҫәбенә инмәй, шуға күра өйҙәшһеҙ ҡалдылар.
Ҡасаҡтарҙың күпселеге ҡарт-ҡоро менән ҡатын-ҡыҙ, бик бөтөрөнгән, байтаҡтары һыуыҡ тейеп йә эс ауырыуынан яфалана, юлда үлеп ҡалыусылар ҙа булған. Ҡаласа көйәҙ генә кейемдәр таушалған, кергә ҡатҡан, бетләгәндәр, һөйләүҙәренсә, ала алған тиклем баһалыраҡ әйберҙәрен, биҙәүестәрен юлда аҙыҡҡа алмаштырып бөткәндәр. Иң әсеһе йәш балалыларға төшкән, бер аҙҙары сабыйҙарының ғүмерен һаҡлап ҡала алмаған. Ауыл халҡы уларға хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырышты ла, тик үҙҙәренең дә һемергәне нужа һурпаһы ине шул.
Ленинградтар йәйгә тиклем генә йәшәне лә, уларҙы ҡайҙалыр алып киттеләр, ауылдағылар үҙҙәре лә асыға, һис юғы электр уты булған ергә күсерегеҙ, тип һорағандар, ти.
Әммә әҙ генә йәшәгән осорҙа ла улар юғары мәҙәниәтле тип даны таралған ҡаланың шул байлығынан осмот ҡына булһа ла мираҫ ҡалдырҙы: кешегә зыялы, ихтирамлы мөнәсәбәт, асыҡҡанда ла иң ҙур ҡиммәт итеп алмаштырмай һаҡлап ҡалдырған, ауыл китапханаһына бүләк иткән китаптары, юҡтан ғына ла бар итеп тәмле итеп бешергән аш-һыуы... Араларында тегеүсе лә бар ине, ни мөғжизә менән килтереп еткерә алған “Зингер” машинкаһын яҡты күҙҙә файҙаланып, ҡыҫҡа ғына ҡышҡы көндәрҙә туҡтауһыҙ зырылдатып ултырып, кемгә аҙыҡ хаҡына, кемде йәлләп – бушлай, иҫке-моҫҡонан ҡорап, бихисап кейем тегеп бирҙе ул. Бәлки күберәк тә тегер ине лә, кәтүк ебе еткерә алмай бер булдылар.
Ул заманда мәктәптә күбеһенсә ағайҙар ғына уҡыта ине, апайҙар булманы тиерлек, шуға уҡытыусыларға ҡытлыҡ башланды. Дүрт ленинградканы һуғышҡа ебәрелгәндәр урынына өлкән кластарҙа урыҫ теле, хеҙмәт, физкультура, һыҙма дәрестәрен уҡытырға алдылар. Мәктәптә уҡытыусының исеменә атаһыныҡын да ҡушып әйтергә кәрәк икәнен шунда саҡ белеп ҡалдылар. Тик балалар барыбер быға өйрәнеп китә алмай ыҙаланды.
Урыҫ телен уҡыта башлаған Александра Никандровна тигәне тиҙ үк эшенән баш тартырға мәжбүр булды – башҡорт телен белмәгәс, русса ярым-йорто ғына төшөнгән балалар менән аңлаша алмай ҡуйҙы, етмәһә, уҡыусыларына уның исемен дөрөҫ кенә итеп әйтеү үҙе бер үтә алмаҫлыҡ кәртә булып сыҡты. Шуғаса урыҫ теле менән әҙәбиәте дәрестәре башҡортса тиерлек үтә ине бит.
Пушкиндың “Узник” тигән шиғырын үткәндә бер бала:
- Апай, ә нимә ул “әрүл”? – тип һораған.
Уҡытыусы алдан шундайыраҡ һорау килеп сығырын белеп, үҙенсә әҙерләнгән булғандыр инде:
- Сәпсек, - тип яуап ҡайтарған.
Кемдер тәләкәләп тәржемә итеп биргәндер күрәһең, ярай әле алама һүҙ өйрәтмәгәндәр, ҡыҙыҡ күреп, шулай итеүселәр ҙә булғылағайны.Тик бөркөттө сәпсек тип атауы тел белгән ата-әсәлә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы.
Бишенселә уҡыған Сәлимә дәрестәрҙә яңы уҡытыусыларынан урыҫса бер-ике һүҙе отоп ҡайта ла, өйҙә лә дәрестәр үткәргән була, бигерәк тә физкультура оҡшай бәләкәстәргә. Туғандарына физрук булып ҡыланып, уға оҡшатып, танау япрағын ышҡып ебәреп, ҡулдарын болғай-болғай әй аңлайышһыҙ әллә нәмәләр һөйләп ташлай инде. Күнегеүҙәрҙе күрһәтеп кенә лә эшләтеп була лаһа, ә нимә тип тасуирлағандыр, уныһы үҙенә лә ҡараңғы булғандыр әле. Әммә “ыстуй, ырас-дыва” тигәнен дөрөҫ әйткән былай. Күп йылдарҙан һуң төшөрөләсәк “Кавказ әсирәһе” фильмындағы Юрий Никулиндың “бамбарбиа кергуду”һы самаһындағы һүҙҙәр булғанын Сәбилә хәҙер аңлай, сөнки бер нисә кәлимә иҫендә ҡалған; әсәһе лә ситтән генә көлөп тыңлай ҙа өндәшмәй – әйҙә, йыуаныс тапһын ҡыҙҙары, телмәр, фантазия үҫтерергә тырышһын тигәндер.
Бына апаһы Сәбиләгә “урыҫса” әллә нимәләр лыбырлап бойороҡ бирә лә:
- Дивешкә, яуап бир, - тигән була.
- Ә нимә тип яуап бирәйем, аңламаным да.
- Ырас-дыва эшләнемский тип әйт.
- Ырас-дыва эшләнемский.
- Маладис, дивешкә.Дөрөҫ һөйләнеңский.
Ә ҡасаҡтарҙың бала-сағаһы ҡыш бауырында башҡортса ап-арыу уҡ һупалай ҙа башлағайны.
Сәбиләләрҙең ҡаршыһында йәшәгәндәренең ҡыҙы Фрида исемле ине. Мәрйә тимәҫһең үҙен: ҡап-ҡара бөҙрә сәсле, ҙур ҡара күҙле, ҡуңыр йөҙлө. Күршеләге ҡыҙҙар менән уйнарға сыҡҡанда ул да ҡушылмай ҡалмай, ҡурсағын биреп тора, улар белмәгән уйындарҙы ҡайҙа ым-ишара, ҡайҙа белгәнсә һүҙҙәре менән өйрәтә. Уның менән бәйле бер ҡыҙыҡты аҙаҡ йыш ҡына иҫтәренә төшөрөп, көлөшөп алыр булдылар.Ҡышын ҡар ҡоймаларҙы күмеп китте, урамдағы ҡойо эргәһе туҡтауһыҙ таҙартылһа ла, ул көрттәр араһына бата барып, соҡор эсендә булып ҡалды. Малды ла ҡойо эргәһенә килтереп һуғарғанға күрә, “ҡоймаҡ”тары ла байтаҡ сыбарланы. Яҙ апрель аҙағына тиклем мыштырҙап,ана киләм - бына киләм тип торҙо ла, ҡапыл уянып киткәндәй, ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра башлағас, урамдағы ҡар көн эсендә иреп, көслө ағымлы йылғаға әүерелеп, хатта ҡойо бураһы аша ла төшөп өлгөргән. Фрида иртәнге туңда һыу алырға килгән дә, ҡойо төбөндә йөҙөп йөрөгән тиҙәкте күреп, йүгереп ҡайтып:
- Ҡойоға уҫырыҡ төшкән, - тип яр һалған.
Мәрәкә иҫтәлеге һәм исеме ҡалды уның ауылда. Уныҡы ғына түгел, ҡасаҡтарҙан Роза, Лена, Рита, Фира, Славик, Радик тигән исемдәрҙе лә ҡайынлыҡтар шул йылдарҙа донъяға килгән бәпестәренә ҡушып бөттө. Ҡайҙан белһен инде яңылыҡҡа тартылған, ситкә сығып йөрөмәгән колхозсылар уларҙың йә йәһүд, йә уңайлылыҡ өсөн, йә иркәләп ҡыҫҡартылып әйтелгән оҙон исемдәр икәнен.
Ленинградтар хаҡлы ине: асыҡтылар, асығыпмы асыҡтылар.
Аталарын һуғышҡа алғансы түҙерлек ине әле, артабанғы йылдар тик өҙөлөп ашағы килеү, күгүлән ҡалҡа башлау менән ауыл тирәһен ҡара ергә ҡалдырып тәғәм итерлек үлән эҙләү, ас үлемдәр менән иҫтә ҡалды. Бәҙрәф соҡорҙары йәйгеһен мал һарайындағы кеүек йәшел төҫкә инер ине.
1942 йылда Сәбиләләрҙең атаһы Ғиззәтулланы ла һуғышҡа алдылар, алдынғы механизатор тип бирелгән броне ғәмәлдән сыҡҡан икән. Дүрт балалы ирҙең был документы тиктәҫтән генә көсөн юғалтманы инде уныһы: колхозсылар йыйылышында ашлыҡ тапшырғандағы мутлыҡтарҙы фаш иткәндән һуң ниндәй техникаға ултырһа ла емертеп эшләй, сығынлағандарында сәбәбен тиҙ генә табып йүнәтеп ҡуя белгән алтын ҡуллы уҙаманды кинәт кенә яу яланында кәрәгерәк тигән ҡарарға килгәндәр. Аталарынан бер генә хат килеп өлгөрҙө, артынса уҡ тиерлек геройҙарса һәләк булды тигән хәбәр тапшырҙылар. Әсәләре хатта өҙлөгөп ауырып китте, тик көнөндә үк етем төҫө ингән ҡыҙҙарының мөлдөрәшеп ҡарауҙары бар ҡайғыһын еңеп, аяҡҡа баҫырға мәжбүр иткәндер.
-Ҡайта ул, ҡайта атайығыҙ, тере ул, күңелем һиҙә, - тип бәләкәстәрен йыуатҡанда уларҙан бикәр үҙен тынысландырырға тырыша ине булһа кәрәк.
Бәлә килһә, артынан ҡаза йөрөй, ти, сәскән игендәре менән бәрәңгеләре лә йүнле уңыш бирмәне бит шул йылдары. Ашлыҡтың бөртөгөн дә ҡалдырмай тиерлек дәүләткә тапшырттылар, баҫыуҙан бер ус та орлоҡ алып сығырға яраманы. Сәбилә класташтары менән көндөҙ комбайн артынан башаҡ йыйырға сыҡты, уны грамына тиклем үлсәтеп, ҡабул итеүсегә тапшырырға тейеш булдылар. Төндә ырҙын табағына эшкә сығырға ҡушалар, астан кибеп, еңелсә елгә лә япраҡтай елберҙәргә әҙер балалар лобогрейкаға терәлеп аяғөҫтө генә серем итеп ала.
Олатаһы менән өләсәһенең төпсөк улы Фәйзелғаян, улар вафат булғас, күрше ауылда яңғыҙы ғына йәшәй ине. Әсәһенең бер туған энекәше булып сыға инде, апаһының балалары уны абзыҡай тип йөрөтә. Ҡайҙан алғандыр, һирәкләп 1-2 ус он индереп китә, шуны үлән ашына кеҫәл кеүек ҡалаҡлап ҡына һибеп бешереп ашаһалар, тамаҡ ялғанып ҡалғандай була. Төнәген әсәһе түшелдерегенә йәшереп бер сеүәтәләй бойҙай алып сыға алғайны, “беҙгә харам килешмәй ул”, - тип үҙ күләгәһенән үҙе ҡурҡып ҡына баҙға төшөп ҡул тирмәнендә тарттырып алмаҡсы булды. Ҡайҙан харам булһын инде, тип уйлай хәҙер Сәбилә, көнө-төнө колхозда “таяҡ”ҡа бил бөгөп, уңыштан һис юғы балаларын асыҡтырмаҫлыҡ та өлөш сығарылмағас!
“Таяҡ”ҡа эшләү тигәнде хәҙергеләр белмәй ҙә инде, 1930 йылдан 1966 йылға тиклемге осорҙа колхоздарҙа мотлаҡ үтәлергә тейешле хеҙмәт көндәрен табелдә шулай тамға ҡуйып иҫәпләп барҙылар. 1942 йылдың апрелендә, һуғыш шарттарында, мотлаҡ үтәлер көндәр һанын арттырҙылар, уны үтәмәгән өсөн енәйәт яуаплылығы билдәләнде. Трудодендәр өсөн эш хаҡы түләнмәне, дәүләт алдындағы йөкләмәләрҙе үтәгәндән һуң ҡалған уңыштан ғына колхозсыларға өлөш сығарҙылар. Өлөш ҡалһа әле. 1946 йылда уңыш насар булды,мәгәр йөкләмәне үтәргә кәрәк ине, ауылға таратырға бер ни ҡалманы тиерлек. Башым китмәһен тип ултырған башлыҡтан ни көтөргә ҡала инде, тап шул йылы, һуғыш бөткәс, астан үлеүселәр булды.
Ни саранан бисара, түҙерлек булһа, әсәһе күңеле ятмаған хилаф эшкә барыр инеме ни! Һағауылға Сәхиәне ҡойма башына ултыртып ҡуйҙылар, кеше-фәлән килеп сыҡһа, илап ебәреп иҫкәртергә ҡуштылар. Балалар әсәһе янына түңәрәтеп ултырып, тирмәндең ауыр таштары араһынан һыҙылып ҡына онтаҡ төшә башлағас, уға бармаҡтарын төкөрөкләп, берәр генә манып алып ялап өлгөрҙөләр, Сәхиәнең шарылдап илап ебәреүе ишетелде. Әсәһе ҡауғалап китте, тирмәндең көс еткеһеҙ ауыр ташын йән асыуына нисек күтәрә алғандыр, аралыҡтағы бойҙай вағын йыя һалып, нигеҙ буйындағы тупраҡ араһына бутаны. Өй алдына сыҡҡас ҡына Сәхиәнең ҡойма башынан кесерткән араһына ҡолап төшөп буҙлағаны асыҡланды.
- Ризыҡҡа яҙмаған инде, - тип уфтаныуҙан уҙманы әсәһе.
Теле саҡ сыҡһа ла бытылдарға яратҡан Сәғитйән:
-Ауыҙына май тулғылы, ивет, әсей, - тигән булды.
Асыуланғанда әсәһе шул һүҙҙе ысҡындырғылай ине, әле бары күңелһеҙ генә йылмайып ҡуйҙы. Ә апалары телсәр малайҙы “тел биҫтәһе, күтән ҡаҫтаһы” тип нарыҡлап та өлгөрҙөләр.
Әсәһенең “хәрәм беҙгә килешмәй” тигәненең хаҡлығына Сәбилә йәнә әсендергес бер хәлдән һуң башкөллө инанып ҡалды һәм шунан фәһем алып, ғүмер-баҡый тыйылғандан тыйылып йәшәргә күнекте.
Сәтләүек өлгөргән мәл ине. Ҡыҙ ауыл янындағы барса баланлыҡтарҙы, муйыллыҡтарҙы, урмандарҙың сәтләүек менән ҡомалаҡҡа бай урындарын биш бармағы кеүек белә, йыя барһалар, силәк-ҡапсыҡтарын бөтәһенән күберәк тә, тиҙерәк тә тултырып ҡайта. Бесәй йылғырлығы менән ағастарҙың иң бейек остарына үрмәләп менеп киткәнен күреп, күрше апай “ағас аяҡ, таҡта күт” тигән ҡушамат та биргән уға.
Бер көн ырҙында ашлыҡ елгәрергә барырға йыйынған Сәлимә апаһы уны яҡындағы ҡыуаҡлыҡта сәтләүек йыйырға саҡырҙы. Ҡыҙыҡайҙың күҙҙәре янып китте, яратҡан шөғөлө ләһә, ихтикәй, тәмле бит ул, тамаҡ та туйып ҡала. Ашлыҡ һуҡҡан ергә байтаҡ ҡына атлайһы булһа ла, табандары ергә лә теймәй һә тигәнсе барып та етте, эргәләге ҡыуаҡлыҡҡа инеп, бүрек самаһы сәтләүек йыйып та өлгөрҙө, әллә ни арала эргәһенә боҫоп ҡына апаһы килеп баҫты, ҡулында тултыра яҙып бойҙай һалынған силәк.
-Сәтләүегеңде өҫтөнә һал да, бар ҡайт, тик түгеп ебәрмә, - тип оҙатып ҡалды.
Убырлыҡ, һуң шунда ҡайтҡас та ашарға була бит инде, юҡ, сәтләүекте теше менән яра-яра рәхәтлеккә сумып майлы емен сәйнәп барғанда, колхоз идараһы тапҡырына еткәс кенә, береһен ярып ҡабығын ташлайым тигәндә силәге ҡулынан төштө лә китте бит. Сәселеп киткән орлоҡтарға шул әҙере эргәләге йорттар алдынан тантаналы ҡаңғылдашып ҡаҙҙар, баҡылдашып өйрәктәр, ҡурҡылдашып күркә-тауыҡтар ҡанат елпей-елпей килеп ябырылды ла күҙ асып йомғансы сүпләп тә бөтә яҙҙы – уларға бит бындай һый эләккәне юҡ.Уңыш йыйған ваҡытта идарала ғәҙәттә көндөҙкеше булмай, барыһы ла яланда, мәгәр күршеһендәге йорттан ҡош-ҡорт сыр-сыуынанхәүефләнепбер әбей килеп сыҡты ла, һауытына тупраҡ менән буталған ҡалдыҡ ҡына бойҙайҙы услап йыйып алырға маташҡан ҡыҙға:
- Бар ҡас, балаҡай, күреп ҡалмаһындар, әсәйегеҙҙе ултыртып ҡуйырҙар бит, - тип тиҙләтеп, бер аҙ оҙатып та ҡуйҙы.
Онло булабыҙ тип һөйөнөп ҡайтҡан Сәлимә апаһынан эләкте инде, әлбиттә. Етмәһә, күреп ҡалып идараға берәйһе хәбәр итеүенән шөрләп төн үткәрҙеләр, ғәҙәттә, ҡулға алырға ҡараңғы күҙҙә килеүсәндәр бит. Килмәнеләр. Теге әбей ҙә ауыҙында йөҙөк тота белгән кеше булып сыҡты.
Фәйзелғаян абзыйын яҙғыһын райондан орлоҡ алып ҡайтырға ебәргәс, юлайҡан урыҫ ауылында малай-шалайҙың һаҙлыҡта тәлмәрйен тотоп, биҙрәгә ыуылдырыҡ йыйып, усаҡта бешереп ашағандарын күреп ҡайтҡан да:
- Бына улар астан үлмәй инде, сусҡаһын да ашайҙар, - тигәс, Сәбиләнең әсәһе:
- Әстәғәфирулла, ҡуй-ҡуй, туғаным, харам ашап ултырыр көнөм юҡ, Аллаһы тәғәлә астан үлмәҫкә берәй йүнен бирер әле, - тип тәүбәләп ҡуйғайны.
Ырҙындан сыҡҡанда, барыһын да тентейҙәр. Бәхетһеҙлегенә күрә, 18 йәшлек кенә күрше ҡыҙҙың ойоғонан нисәлер грамм иген табылған бит. Ауылдың беренсе сибәре ине ул. Көнләшеүселәр, кәнсә тирәһендә темеҫкенеп йөрөүселәр, алманың аҫылын ҡорт ашай, тип үсәп лауылдашып алһалар, яҡын күргәндәр, боҙоп ҡына ҡайтаралар инде, әрәм генә булды ҡыҙыҡай, тип ут йоттолар. Ә ул төрмәнән, бында эш колхоздыҡынан ауырыраҡ түгел, мәгәр режим буйынса ашаталар, икмәк бирәләр, тип хат һалған да, шунан һуң астан ҡырҡылған бер нисә тиңдәше ойоҡбаштарына тотолорлоҡ итеп ашлыҡ һалып алып, ултырып сыҡты.
***
Уңарсы булмай, ҡасҡындар тураһында ла һүҙҙәр ишетелгеләп ҡалды. Имеш, егерме саҡрымдағы теге урыҫ ауылынан берәү ҡасып ҡайтҡан. Аталарының ызнакумы Фидкә дәдәй булып сыҡҡан ул, район үҙәгенә баҙарға барғанда шунда туҡтап, сәй эсеп китәләр ине. Баһадир кәүҙәле, өй һалғанда ниргәгә бер үҙе бер бүрәнәне күтәреп һала тиҙәр ине, ҡара һин уны, ҡуян йөрәкле булып сыҡҡан! Мәктәптә балаларға һалдаттарҙың ҡаһарманлығы, фашистар мотлаҡ еңеләсәге тураһында һөйләйҙәр, һатлыҡ йәндәрҙе, дезертирҙарҙы ҡарғайҙар. Әгәр ҡасҡындар бер-бер ауылға килеп сыҡһа, кисектермәй кәнсәләргә хәбәр итергә ҡушалар.
Бер көн кисләтеп әсәһе кескәнтәйе Сәхиәне мунсала ҡалған таҫтамалды алып ҡайтырға ебәрҙе. Бала оҙаҡлап киткәс, барып мунса алды ишеген асып ебәреүгә иҫһеҙ ятҡан ҡыҙын күреп, үҙе ауып китә яҙҙы. Таҫтамал ҡайғыһымы, көтөлмәгән хәлдән албырғап, сабыйын нисек күтәреп алып ҡайтҡанын да иҫләмәй. Ҡыҙыҡайға мунса ене ҡағылғандыр тип, өшкөртөп тә ҡараны, мәгәр уныһы һушына килмәй бер нисә көн тәне ҡыҙышып, һаташып ятты әле. Хәле арыуланғас ҡына ул мунсала нимә күргәнен һөйләй алды: ишекте асып ебәреүгә сысҡан күҙендәй генә тәҙрәнән төшкән яҡтылыҡта ләүкәнән битен йөн баҫҡан иләмһеҙ ҙур шүрәле башын ҡалҡытыуы күҙенә салынған да, иҫтән яҙып йығылған. Ул “шүрәле”нең Фидкә дәдәй булғанын һуңғараҡ, ул тотолғас ҡына, аңланылар. Баҡһаң, ир йәйгеһен башҡорт ауылындағы ышаныслы һанаған белештәренең мунсаларында, һарай баштарында боҫоп ятҡан, күрһәләр ҙә, тотоп бирмәҫтәренә иҫәп тотҡан.
Өйөндә эләктергәндәр уны. Башлы ла инде үҙе – баҙ аҫтында мейес нигеҙе тәңгәлен кирбес менән дауам итеп, инеп йәшенерлек боҫҡон әтмәләгән, уныһының бер ҡабырғаһы ишек кеүек асылған.
Өйөн тентергә килһәләр, шунда ултырып ҡалған. Тик береһендә ишектең еткерә ябылмағанын абайлап ҡалалалар ҙа, танымаһындар өсөн һаҡал-мыйығын ҡырмай йөрөгән “шүрәлене” баҙҙан һөйрәп сығаралар. Ҡатыны иренең тотолғанын күреп, шунда уҡ йөрәге ярылып йығыла. Ҡыҙын иһә, ҡасҡын атаһын йәшереп тотошоуҙа ғәйепләп, 2 йылға төрмәгә ултырталар.
Ә мәктәптә дезертирҙы “ул дошмандан да яманыраҡ, сөнки үҙ илен, ғаиләһен яҡлау урынына, яугир антын боҙған, Ҡыҙыл Армияның намыҫына тап төшөргән” тип ҡәһәрләп, балалар, ата-әсәләр менән йыйылыштар үткәргәндәр.
Ҡыш көнө иһә Фәйзелғаян абзыҡайҙары ун һигеҙе тулыр-тулмаҫтан һуғышҡа алынды. Һәнәк һабы артына ла йәшенә алырлыҡ асҡаҡкәүҙәле, ҡом елек кенә егет ауырлыҡтарҙы күтәрә алмаҫ, имен ҡайтмаҫ инде, тип ҡалғайны әбей-һәбей. Әсәһе лә кинйәкәй, иркә генә энекәшен йәлләп бер булды.
Теге әзмәүерҙәй кәүҙәле, өйҙә – батыр, яуҙа бахыр булып сыҡҡан Фидкә дәдәйҙең ҡасып ҡайтҡан мәле ине. Тотолмай оҙаҡ ҡына йөрөп ташлағас, ауыл кешеләре араһында яман күренеш таралып китер тип, мәктәптә лә, клубта ла бер-бер артлы дезертирҙарҙы ҡайыҙлаған йыйылыштар йышайҙы. Фидкә дәдәйҙең тотолоуында ла бер хикмәте бар ине – ауылдаштарынан кемдер күреп ҡалып, хәбәр еткергән тигән һүҙҙәр ҙә йөрөнө. Ҡатыны ирен алып киткәнде кисерә алмай шунда уҡ йән биреп, ҡыҙын да ултыртып ҡуйғастар, активистар тынсайып ҡалғайны ла ул.
Һуғыш әллә ҡайҙа, улар күрмәгән-белмәгән яҡтарҙа ҡан ҡойҙортһа ла, ипкене килеп етеп тора, бурандар ҙа ыжғырыраҡ, көндәре лә һалҡыныраҡ, болото ла түбәнерәк йөрөгән кеүек, ауылдан ҡот ҡаса барыуын күреп йөрөй үҫмер генә Сәбилә лә. Әле бер, әле икенсе йортҡа ҡара хәбәр килә, хат ташыусының сумкаһынан һөйөндөрөрлөк ҡағыҙ өсмөйөштәр ҙә йыш сыҡмай, айҙар буйы ҡош телендәй ҙә сәләм ала алмай һарғайыша һалдатлы йорттағылар. Аслыҡтан күтәртешкән ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаның ҡар көрәрҙәй хәле лә ҡалмай, урамдан ҡапҡа эстәренә сысҡан йырғандай тар ғына һуҡмаҡтар инеп китә. Көслө зат ҡулдары теймәгәнлеге әллә ҡайҙан күҙгә ташлана.
Яңғыҙ ғына энекәшенән киткәне бирле хат булмағас, Сәбиләнең әсәһе ла хат ташыусы урамда күренеү менән тәҙрәгә ҡаплана ла, тегеһе улар яғына боролоп та ҡарамай үтеп китһә, бошонҡо ғына төҫтә бер аҙ ултырып ала, тик балаларына күңел төшөнкөлөгөн күрһәтмәҫкә тырыша. Ә бер көн яр аҫтынан яу сығарып, Фәйзелғаян һуғыштан ҡасҡан, тигән хәбәр ҙә килеп етеште. Шул сәғәтендә үк мәктәптә директор Сәлимә менән Сәбиләне саҡырып алып, абзыҡайығыҙ килеп сыға-нитә ҡалһа, саҡ ҡына ла кисектермәй кәнсәләргә хәбәр итегеҙ, тип иҫкәртеп ҡайтарҙы. Әсәһе менән дә һөйләшеү үткәргәндәр. Әгәр хәбәр итмәһәгеҙ, төрмә, тигәндәр. Мәктәптә уҡытыусы апай совет власына ҡаршы яманлыҡ эшләгән атаһын ҡулға алдыртҡан герой пионер Павлик Морозов тураһында, апалы-һеңлеле яғына мәғәнәле ҡараш ташлай-ташлай, тәрбиә сәғәте үткәрҙе. Бына бит, ил дошманы булғас, хатта атаһын власть ҡулына тапшыртҡан!
Әммә көн артынан көн үтә бирҙе, абзыҡайҙары күренмәне.
...Ауылда кәрәсинде бик һаҡлап ҡына тотоналар, ҡышҡы кистәрҙә ҡатын-ҡыҙ алмашлап берәйһенә йыйылып, ҡул эштәре менән була, бер-береһенең ҡайғыһын уртаҡлаша, шунда инде бөтә хәбәрҙе ишетеп, партком секретары әйтмешләй, “политзанятие” ла үтеп ҡайталар. Уныһын ауылдың күҙ-ҡолаҡ активистары “үҙ кеше” булып ҡына һөйләшеп, башҡара.
Бер кисте әсәләре башлаған бәйләмдәрен тотоп сираттағы күршеһенә юлланды, өйҙә иһә балалар һүнеп барған мейестең ҡапҡасы аҫтындағы көлдөксә күмере яҡтыһында ғына ултырып ҡалды. Сәлимә иң оло апай булғас, үҙен әсәһенең урынбаҫары итеп тота, кескәйҙәрҙе мауыҡтырып йоҡларға ятҡырып, улар яратҡан, нисә һөйләһәң дә ялҡмай тыңлаған “йомро-йомро йомғағым” тип әкиәтен башлап ебәрҙе. Әкиәте ялҡытмаҫ шул, һәр юлы хәлдәр икенселәнә тора, йомғаҡ бөтөнләйэлек тәгәрәмәгән яҡтарға барып сыға, хатта Гитлерҙың үҙенең өйөнә инеп китеп, уны сырмап һалып ҡуя ла беҙҙең һалдаттар яғына тәгәрәп килеп юл күрһәтә. Был юлы ул ете диңгеҙ аръяғына, Һиндостан тигән илгә барып етеп, шырлыҡтан юлбарыҫ килеп кенә сыҡҡандаҡапыл ҡапҡа асылып ябылғаны ишетелде, әсәләре ҡайтып киләлер тип бошмайғына яталар ине әле, өй ишеге асылып китеп, һалҡын һауа эйәртеп, ап-аҡ һалдат тиртуны, тире ҡолаҡсын кейеп алған кеше килеп инде. Ҡараңғылы-яҡтылыла ҡыҙҙар башта уны таныманы, хатта ҡурҡып, сайылдап ебәрҙеләр, Сәғитйән шарылдап иларға тотондо.
- Шауламағыҙ, сеү, сеү, - тип тауыш бирҙе ингән кеше. – Был мин, Фәйзелғаян абзыйығыҙ.
Ҡыҙҙарға тағы ла ҡурҡынысыраҡ булып китте, был минутта ул яҡын туған түгел, ә илен һатҡан ҡурҡыныс өрәк кеүек күренде.
Сәлимә шунда уҡ үҙен ҡулға алды:
- Абзыҡай, әсәйем ултырмаға китте, хәҙер әйтеп киләм, - тип хатта аяғына ла кеймәгән килеш, ойоҡсан көйө, бишмәтен генә эләктереп сығып та йүгерҙе. Урамдың икенсе осондағы әсәһен саҡырып сығарып хәлде әйтә һалды ла, уға ҡайҙа барырын аңлатыу ҡайҙа, кәнсәләр яғына элдерҙе. Хәҙер килеп етеп, абзыҡайы өсөн әсәһен төрмәгә алып китеүҙәренән ҡурҡышынан ул һыуыҡты ла, табаны ҡарҙа һыҙырылып ятып ҡалыуын да һиҙмәне.
Кәнсәләрҙә төндә лә сиратлап нәүбәттә ултыралар ине, ауылдан дезертир булғас, көн дә һағауылдарҙы әҙер тотҡандарҙыр инде, әсәһе күршеләренән өйөнә ҡайтып етеп, энекәшен ҡосаҡлап ҡына алғанда, кашауайға тейәлеп, өйгә фонарь тотҡан ҡораллы кешеләр килеп тә тулды. Ҡулдары артҡа ҡайырып бәйләнгән Фәйзелғаян абзыйының ҡобараһы осоп, йөҙө ҡарҙай ап-аҡ булды, мөлдөрәгән ҡарашын берсә апаһына, берсә һеңлеләренә ташлап, рәнйегән төҫ менән сығып китте.
Һуғыш тамамланғансы энекәшенән бер ниндәй хәбәр-хәтер булмағас, әсәһе бик көйөндө, тик ҡыҙына ла асыуланманы, уны төрмәнән, үҙҙәрен үкһеҙлектән аяп, ағаһын тоттороп ебәрҙе бит. Бер үҙҙәре генә ҡалһа, балаҡайҙары яңғыҙҙары нишләр ине.
Сәлимәне инде һуғыш бөткәс, тормош яйлана башларына өмөт уянғас, бесән сапҡанда йылан саҡты.Өйҙә ир заты булмағас, бар ауыр эш әсәһенә лә, әле быуындары ла ҡатмаған олораҡ ике ҡыҙы иңенә төштө. Күтәремләп, күбәне лә үҙҙәре һуға ине бит ҡыҙҙар. Сабынлыҡтың эргәһенән кескәй генә йылға ағып үтә, бакуйҙарҙың тап һыуға яҡын осонда йыландар ҡояш ҡурыуынан йәшенеп ятыусан, шуға ул яҡтан кипкән үләнде тарта башлағансы тырма менән алыҫтан ғына һуҡҡылап алалар ине.Бакуйҙы тәгәрәтеп килтереп, тапай ғына башлағанда бесән араһынан ҡара йылан килеп сығып, апаһының балтырын саҡты, урта тоштараҡ ятҡан булғандыр инде. Ауыл йыраҡ, аты ла юҡ бит, исмаһам. Ҡанын һығып сығарып та, йыуып та ҡаранылар, нишләргә лә белмәй, әсәһе менән күрше
сабынлыҡҡа йүгереп барып, ат табып килгәнсе ҡыҙыҡайҙыңтанауынан ҡан китеп, ныҡ итеп шешенеп, быуыла башлағайны инде.
Күрше бабай ҙаяраны ҡарап, ике генә теш эҙен күргәс, көйөнөп китте, тимәк, атаһы саҡҡан, ә уларҙың ағыуы үлемесле була икән. Был хәлдә нисек ярҙам итергә белмәй:
- Йылан йыраҡҡа китмәгәндер, саҡҡас, йылғаға төшөүсән улар.Табып үлтерһәң, сағылған кеше тере ҡала тип әйтәләр, - тип эҙләһә лә, таба алманы.
Ҡыҙҙы арбаға һалып, саҡҡан йыланды арбай белә тип ишетелгән имсе әбейгә барып өлгөрөргә атты аҡ күбеккә батырып ҡыуып сығып киттеләр. Имеш, йылан тейешле доғаларға буйһоноп, үҙе уның алдына шыуып килә лә, әбей ҡулындағы сыбыҡты һыртына тейҙереүе генә була, мәхлүҡ ҡорһағы ярылып китеп әйләнеп төшә, сағылған кеше бермә-бер төҙәлеп китә, ти. Тик өлгөрмәнеләр.
Үҙҙәренең йәнен һурып алып уға һалырҙай булып өҙгөләнгән әсәһе менән һеңлеһенең күҙ алдында йән бирҙе балаҡай.
Был фажиғәнән һуң, абзыҡайының ҡарғышы төшкән, тип имеш-мимеш таратыусы ла табылды. Икенсегә сағыуы булды индебалаҡайҙы кеше һынындағы йыландың.Кемдер иһә әллә мыҫҡыл һалып, әллә ысынлап та совет власына мөкиббән бирелеп, пионер-геройға һоҡланыу тойғоһонан Сәлимәгә “Павлик Морозов” тигән ҡушамат та тағып ҡуйҙы.
Теге саҡ Фәйзелғаянды бәйләп кәнсәләргә килтергәс, һорау алғанда, “апайым исмаһаҡайым сәй ҙә эсермәй, тоттороп ебәрҙе”, - тип илаған имеш, ти. Бәлки шулай ҙа булғандыр. Тикяза ҡарары сығарып,абзыйын штраф батальонына ебәргәстәр, ул тәүге яу тотҡанда уҡ сирҡаныс алып, ҡурҡыуын еңеп сыҡҡас, һәүетемсә ҡыйыу һалдатҡа әүерелгән. Ә уларҙы, белеүебеҙсә, иң ауыр урындарға йүнәлткәндәр. Бер алышта Фәйзелғаян капитан дәрәжәһендәге яраланған командирын ут эсенән алып сыға, һәм шунан һуң уның юллауы буйынса штраф батальонынан азат ителә.Батырлыҡтары өсөн миҙалдар, хатта III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнеп, Берлинғаса барып етә, тик уны яулғанда янында снаряд шартлап, тәне теткеләнә, аяғының һөйәге сәрпәкләнә.
Бик оҙаҡ төрлө госпиталдәрҙә ятып, яраһы уңалып бөтмәгән көйө һалдат ауылға, апаһына ҡайтып төштө. Юҡ, рәнйемәгән ул туғандарына, үҙенгенә ғәйепле һанап, бары оялышынан хат яҙмаған, ғәрләнәләрҙер тип уйлаған. Сәлимә генә ағаһын ҡаршы алып, ғәфү ителеүен ишетеп өлгөрмәй, яҡты донъянан киткән ине инде. Ауыр хәбәрҙе ишеткәс, күпме үлемдәр күргән Фәйзелғаян абзыҡайы һеңлекәшен йәлләп үкһеп илап алды, яманхәбәр таратҡандарын ишетеп, нәфрәтләнде.
Ай самаһы ваҡыт үткәс, командирынан фото һалынған хат килеп төштө. Уның менән бәйләнеште өҙмәй, хатлашып торғандар икән. Ҡотҡарыусыһының госпиталгә эләккәнен белгәс, ул, инде майор дәрәжәһендә, килеп хәл белешеп киткән. Иҫтәлеккә икәү төшкән фотоны күргәс, туғандары үҙенән бер башҡа оҙон ҡалын ғына кәүҙәле командирҙы сибек кенә Фәйзелғаяндың арҡаһына йөкмәп нисек шыуышып алып сыҡҡанына хайран ҡалдылар. Хәйер, апаһы бер үҙе тирмән ташын күтәрә алған ҡатын бит әле, ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә, ти.
Һалдаттың аяғындағы яра ғына уңалмай бер булды, аҡ балсыҡтың да нишләптер бик ярҙамы һиҙелмәне. Имсе әбей шунда, һинең дауаң яныңда йөрөй бит, Сәғитйәндән һейҙерт, тип кәңәш биргән. Уныһы ҡыҫталған һайын йүгереп килеп, ағаһының аяғын “дауаларға” тотондо. Күпмелер шулай шифалап маташҡас, яра ҡортлап сыҡты. Быны күреп, бошаманға төшкән егеткә имсе, ит себене ҡорттары улар, сәләмәт итеңә теймәй бар серегеңде ашап бөтөрә, былай булғас яраң уңала, тигән. Ысынлап та, яраһыбөтәште, тик аяғы ҡыҫҡараҡ булып ҡалды егеттең.
Баҡыйлыҡҡа күскәнсе, йәшлектәге йомшаҡлығы иҫенә төшкән һайын, ярай Сәлимә ваҡытында хәбәр иткән, ҡасып йөрөп, күпме бәләгә тарыр инем, бәлки донъяла ла булмаҫ инем, ә хәҙер хөрмәтле кешемен, тип рәхмәттәрен уҡыр булды.
Мәктәптәрҙә элеккесә уҡытыусылар етешмәй, яраһы уңалыу менән ете класс ҡына белемле Фәйзелғаяндыйылға ашаһындағы күрше ауыл мәктәбенә эшкә ебәрҙеләр, шунан башланды ла инде уның уңышҡа юлы.Үҙе лә киске мәктәптә уҡып урта белем алып, ситтән тороп педагогия институтын да тамамлап сыҡты. Абруйлы уҡытыусы булып танылып,бер нисә йыл район үҙәгендәге урта мәктәпдиректоры булып эшләне.. Пенсияға сыҡҡанда атҡаҙанған уҡытыусы исеме алып, Өфөлә уҡыта ине инде. Унда ла тәжрибәле белгесте эшенән шунда уҡ бушатманылар әле, тиҫтә йыллап балаларға белем биреүен дауам итте.
Дауамы бар.