+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
16 Февраль 2025, 15:10

Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева. Геройҙар ваҡыты

Яҙыусы, БР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева Йылайыр районы Яманһаҙ ауылында йәшәп ижад итә. «Сиселмәгән сер», «Хыялға илтер һуҡмаҡ», «Мәрхәмәтле булһын яҙмыш», «Икебеҙ өсөн дә яраттым» китаптары  авторының «Геройҙар ваҡыты» хикәйәһе профессиональ яҙыусылар араһында ойошторолған «Заман ауазы» патриотик әҫәрҙәр конкурсында өсөнсө урын  алды. Журнал уҡыусылары иғтибарына хикәйәнән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева. Геройҙар ваҡытыЗөлфирә Ҡаҙаҡбаева. Геройҙар ваҡыты
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева. Геройҙар ваҡыты

...Алғы һыҙыҡтағы окоп тормошона, пулялар яуыуына ла күнегә икән кеше. Һалдаттар бер нисә көндән ҡаршы яҡтан осоп килгән миналарҙың тауышынан танырға, айырырға өйрәнде. Ҡайһы мина уңғараҡ оса, ҡайһыһы – һулғараҡ, ҡайһыһы тап һинең өҫтөңә килә. Шулай уҡ беҙҙең һалдаттар атамы, ҡаршы яҡмы –   тауышынан таныйҙар. Үҙ өҫтөңә осҡан минаны ишетмәүең менән хәүефле: ҡаршы яҡтан аттылар, атыу тауышы яңғыраны, ә снаряд һыҙғырғаны ишетелмәй, тимәк, ул тап һинең өҫтөңә килә. Шул

секундты файҙаланып, йәшенеп өлгөрһәң – тере ҡалаһың!  Моментты үткәрҙеңме – бөттөң! «Полька» тип йөрөтөлгән поляктарҙың пулеметы һөжүмгә күсһә лә, абай булыуҙы талап итә – ул тауышһыҙ ата. Бер ҡайҙан да пуля һыҙғырмай, ә үҙе һалдаттарҙы сүпләй генә! Беспилотниктарҙы ла айырырға өйрәнделәр: һағыҙаҡ кеүек геүләгәне разведка яһай, ергә һеңеп йә ағасҡа терәлеп тик кенә торһаң, уның һине күрмәүе бар. Бындай коптер ҡурҡыныс түгел. Әгәр инде ауыр ғыжылдап, көс менән килә икән, ул инде шартлатҡыс алып килә тигән һүҙ. «ВОГ-17» менән йыһазландырылған коптерҙарҙы «Подарок с неба» тип йөрөтәләр. Һалдаттар уларҙың килеүен алдараҡ ишетһә, йәһәтерәк ышыҡланырға, алдан атып төшөрөргә йәки блиндажға ҡасып, ергә һеңергә тырыша. Бигерәк тә төрөктәрҙең самолет формаһындағы «Байрак»тары, шулай уҡ яугирҙәр телендә  «Баба-яга» тип йөрөтөлгән ҙур дрондар ҡурҡыныс. Улар снаряд, мина, граната алып килеп ташлай һәм уларҙы юҡ итеүе лә ауыр.

Мина ергә төшөп шартлағанда ярсыҡтары бик алыҫтарға тарала. Һин мина төшкән ерҙән йыраҡта, окопта ултыраһың икән, ерҙең көсәнеүен тояһың. Ер көсәнә, ыңғыраша төҫлө. Ҡайһы бер тауышһыҙ миналар ҙа бар, уларҙың ҡырт итеп ергә инеп китеүен генә ишетәһең һәм ерҙең, һауаның тулҡыны килеп бәрелә. Был ныҡ контузия бирә торған тулҡын. Һуғыштың аяуһыҙлығын, төрлө ҡорал уйлап табыусы ғалимдарҙың башлылығын күрергә була был ҡан ҡойош ваҡытында. Шундай миналар бар: улар шартлай, һауа тулҡыны һалдаттарҙы төрлө яҡҡа атып бәрә. Барып ҡараһаң, һалдат ята, бөтөн ере имен, яраланған ере күренмәй. Әммә ул кешенең эсендәге ағзаларын селпәрәмә килтергән! Уға ҡағылдыңмы – иптәшең инде һуңғы һулышын алған була... Аяуһыҙ, мәрхәмәтһеҙ, кешелекһеҙ был һуғыштың йөҙө! Уға йәлләү, намыҫ, изгелек кеүек төшөнсәләр ят, бары күберәк һалдаттарҙы юҡ итеү, хәйләкәрлек, үлем көҫәү генә уның булмышы!

...Улар – һиңә, һин – уларға! Снарядтар һәм пулялар оса, ҡай саҡ башыңды ҡалҡытып ҡарарға ла форсатың юҡ. «Лев» бер нисә иптәше менән ҡалҡыуҙараҡ, башҡалар аҫтараҡ урынлашып, дошманға ҡаршы ут яуҙыра. Бөгөн айырыуса ҡаты алыш бара, бер нисек тә алға китеп булмай. Уларҙың заданиеһы ауылды алыу ине, әлегә йөҙ метрға ла алға китә алманылар. Сираттағы гранаталарҙы дошман позицияһына оҙатҡан Зариф, урынын алыштырыр өсөн, уңғараҡ шыуышты. Тап шул мәлдә геүләп снаряд осоп килгәне ишетелде. «Лев» ҡулдары менән башын ҡаплап ергә һеңде.

– Гөрҫ! – Снаряд ул киткән ерҙән саҡ ҡына аҫҡа төшөп шартланы. Ыңғырашҡан тауыш ишетелде, ярҙамға саҡырҙылар. «Лев», тәгәрләп тигәндәй, аҫҡа ынтылды. Яраланған егеттең эргәһенә «Боксер» килеп еткән ине инде. Ул иптәшенең каскаһын систерҙе.

 

– Ярҙам кәрәкме? – тип ҡысҡырҙы «Лев» атыш тауышын еңергә тырышып.

– Бронникты сисегеҙ! – тине яралы, ул иҫендә ине. – Тын алып булмай...

«Боксер» менән «Лев» икәүләп һаҡ ҡына бронежилетты һалдыра башланы. Ул теткеләнеп бөткәйне һәм, снаряд ярсыҡтары менән ҡуша, һалдаттың тәненә ҡаҙалғайны. Ҡанлы, тупраҡлы бронник ҡалдығын саҡ-саҡ ысҡындырып алдылар. Яралы һалдат ауыр ыңғырашты, «ипләп» тип ҡысҡырҙы. Шул мәлдә генә уларҙың баш осонда геүләү ишетелде. Дрон! Пулялар һыҙғырыуы, снаряд-гранаталар шартлауы ғына уның килеүен ишеттермәгән булған икән. Бер мәлгә генә атыш тынды һәм коптерҙың ауыр ыңғырашыуы уның снаряд ташларға йыйыныуын аңғартты. Был бер секундта Зариф нимә уйларға ла өлгөрмәне, «Боксер» уны ла, яраланған иптәшен дә ҡаплап, улар өҫтөнә ауҙы. Шул секундта уҡ шартлау яңғыраны! Донъяның аҫты-өҫкә килгәндәй тойолдо... Төтөн, дары, көйгән ит еҫе танауға тулды. «Лев»тың аңы бер мәлгә генә юғалғандай булды ла кире үҙ халәтенә ҡайтты. «Теребеҙме?» – тигән уй үтте башынан.

– «Боксер»? Һин тереме? – тегеһе ауыр шыуышып уның өҫтөнән төштө һәм иҫтән яҙҙы. Зариф та, алдан яраланған һалдат та тере ине. Ә уларҙы үҙ кәүҙәһе менән ҡаплаған «Боксер» ныҡ ҡаты яраланғайны, арҡаһы ярсыҡтарҙан тишкеләнеп бөткәйне...

«Боксер»ҙың был аҙымы – иптәштәрен үлемдән һаҡлап, үҙ ғүмерен ҡорбан итергә ынтылыуы – ысын батырлыҡҡа  тиң! Быны ҡысҡырып бер кем өндәшмәһә лә, Зариф та, башҡалар ҙа аңланы. «Батырлыҡҡа урын бар! – тип уйланы Зариф аҙаҡтан ошо хәл иткес бер секунд тураһында хәтеренә алып. – Бөгөн тап геройҙар ваҡыты! Тик улар батырлыҡ, герой булыу тураһында уйламай! Бары иптәшен ҡотҡарыу, уға терәк булыу ғына ниәте! Хатта уйламайһың да, ә ҡотҡараһың! Ошо инде батырлыҡ! Ә уның тураһында ҡысҡырыу, гәп һатыу түгел!» «Боксер»ға ла, иптәштәрен ҡотҡарыу өсөн үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәгән башҡаларға ла ихтирамы артты Зарифтың. Ул үҙенең дә рухи яҡтан сынығыуын, башында буш уйҙарға урын ҡалмауын аңланы. Ул – һалдат! Ошоноң менән барыһы ла әйтелгән!

Алғы һыҙыҡтан сығыу тамуҡтан сығыуға тиң булды... Күптәр ятып ҡалды... Ярай әле иң яҡын дуҫына әйләнгән «Боксер» һәләк булманы, ауыр яралар алһа ла, иҫән ҡалды... Уны ла юғалтһа, артабан хеҙмәт итеүе үтә лә ауырға, көс еткеһеҙгә төшөр ине Зарифҡа...  Иптәштәренең күҙҙәрен йомдороп, ҡара тоҡтарға тығып, «200»-сө йөк менән тыуған ерҙәренә оҙатыуға ғына һаман күнеп булмай! Нисек?! Нисек инде 20, 25, 30 йәштә китәһең был матур донъянан! Улар әле бит йәшәп тә, яратып та өлгөрмәне! Уларҙы кәләштәре, балалары, атай-әсәйҙәре көтә!..

Айырым, ярым-ярты йөрөргә ярамағас, һалдаттар ҡала буйлап өсәр-дүртәрләп таралышты. Берәүҙәр аҙыҡ-түлек магазинына китте, кемдер кафе тирәһенә, ике иптәше – «Боксер» һәм «Худож-ник» – менән «Лев» ҡаланы күрергә тип йәйәүләп урам буйлап атланы. Матур, төҙөк ҡала булған икән, бөтөн ерҙә асфальт түшәлгән, иркен генә тротуар ҙа бар. Бына бик матур йорт, театр-фәләндер, моғайын.

Алдында колонналары, фасады семәрле биҙәкле. Унан ары ике ҡатлы оҙон бина, бик күп оло тәҙрәләр теҙелеп киткән. Мәктәптер, күрәһең, алдында һары төҫтәге автобус тора. Бына уның ҙур ишегенән йүгерешеп балалар сыҡты, шаярышып, эткеләшеп автобусҡа тығылыша башланы. Был тыныслыҡ күренешенән егеттәрҙең күңеленә лә һиллек килде. Мәктәп, уҡыуҙар бара икән, тимәк, бөтәһе лә яҡшы! Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ! Һалдаттар яй ғына атлап урамдың икенсе яғынан бара, уҡыусы балаларҙың шат тауыштарына кинәнә.

Ҡапыл егеттәрҙең күҙенә хәрби формалағы кешеләр салынды. Улар ҙа өсәү ине. Автоматтарын арҡаларына көбәктәрен аҫҡа ҡаратып аҫҡандар. Бер мәлгә генә Зариф уларҙың рәсәйҙекеләр түгел икәненә төшөндө. «Укроптар! – тине ул ярым бышылдап. – Автоматығыҙҙы әҙерләгеҙ!» Егеттәр уның әйткәнен аңлағансы, ул бер һикереүҙә янындағы йорттоң асыҡ торған подъезд ишегенә ышыҡланды.

– Руки вверх! – тип ҡысҡырҙы үҙе бар тауышына. – Оружия на землю!

«Боксер» урамдағы колонка артына ышыҡланып ятты, икенсеһе Зариф эргәһенә ынтылды. Бер секундҡа ғына албырғап ҡалған «укроптар» ҙа йәһәт кенә хәрәкәткә килде. Береһе йүгереп, асыҡ автобус ишегенә инде һәм ҡулына граната алды! Теге икәүһе тәүҙә ҡулын күтәрҙе, йәнәһе, беҙ атышырға йыйынмайбыҙ!

– Оружия на землю! Иначе я взорву всех детей! – тине автобустағыһы. Зарифтың аңы томаланғандай булды. «Ни эшләргә? Ни эшләргә? Бер автобус баланы һәләк итә алмай ҙа баһа улар!»

– Оставьте детей! Пусть автобус отъезжает! Я сдамся! Возьмите меня в заложники! – тип ҡысҡырҙы «Лев» ишек артынан сығып. – Мы вас не тронем! Уходите!

– Зариф! Һин нимә! «Укроптар»ға бирелмәксеһеңме?! Беләһеңме улар әсирҙәрҙе нимә эшләтә! – тип ҡысҡырҙы эргәһендәге «Художник».

– Ә мин эләкмәйем әсирлеккә! Мин улар эргәһенә барыу менән баш ҡағам һәм кинәт кенә ергә ҡолайым. Шул секундта һеҙ уларҙы атып йығырға тейеш! Атырға! Пуля миңә эләккән хәлдә лә атырға! Яраланырмын, әммә пленға эләкмәм! Тик бер секунд эсендә атып өлгөрөгөҙ! – «Лев» автоматын аяҡ аҫтына һалды һәм дошмандары яғына атланы. Әллә ҡапыл килеп сыҡҡан осраҡтан албырғанымы, әллә уҡыусыларҙы һәләк итеүгә ҡарағанда ҡулға эләктергән Рәсәй һалдаттары өсөн аҡсалата түләүҙәр, түшкә тағыласаҡ тимер киҫәге ымһындырҙымы, ҡара тәнле дошман – граната тотҡан әзмәүерҙәй «укр» автобустан сыҡты һәм иптәштәре яғына йүгерҙе. Автобус шул секундында уҡ ҡуҙғалып та китте. Зариф юрый һәлмәк, яй ғына атлап дошмандары яғына бара. Кем белә, бәлки, был уның ерҙәге һуңғы аҙымылыр? Һуңғы һулышылыр! Юҡ, ул йәшәргә тейеш! Ошо башкиҫәрҙәрҙе юҡ итергә тейеш!

Иҫтәренә килгән ике нацист автоматтарын ҡулдарына алып, «Лев»ҡа төбәне. Уртаса буйлы, киң яурынлы Зарифтан бер башҡа оҙон ине дошмандары. Береһе, беҙҙең телдә «негр» тип йөрөтөлгән афро-американецы шунда уҡ ынтылып, Зарифты ҡармап алды һәм үҙе артынан һөйрәй башланы. Йорттоң артына алып инһәләр – бөттө! Зариф йән көсөнә тартылып, иптәштәре яғына боролоп баш ҡаҡты һәм ергә ҡоларға маташты. Тик ҡыпһыуыр шикелле эләктергән көслө ҡара ҡулдар уны ысҡындырманы, ә, киреһенсә, үҙенә тартып, йән көсөнә «Лев»тың арҡаһына һуҡҡандай булды. Нимәлер арҡа менән күкрәген өтөп алды. Шул мәлдә үк атыу тауыштары яңғыраны. «Укрҙар» менән бергә Зариф та ергә ауҙы. «Бөттө! – тигән уй йәшен тиҙлегендә үтте егеттең башынан. – Ошонда булған икән минең һуңғы аҙымым!»

Зарифҡа ҡапыл шундай рәхәт булып китте! Бер ере лә ауыртмай, һыҙламай! Кәүҙәһе лә еп-еңел, атлап түгел, хатта шыуышып түгел, осоп барғандай! Ул йән рәхәтлеге менән йылмайып ебәрҙе лә күҙҙәрен асты: аҫта ап-аҡ ҡар! Ап-аҡ ҡар өҫтөндә төрлө ҡиәфәттә дүрт кеше ята. Өсәүһе уларҙың дошмандары кейемендә, бөгәрләнеп алға ҡолағаны – Рәсәй һалдаты. Арҡаһында кәүҙәһен үтәнән-үтә тишеп сыҡҡан штык-нождың һабы ялтырап күренә.  Күкрәк тәңгәле генә ҡыҙарған. Зариф һалдатҡа яҡыныраҡ барҙы, битен күреп булмай, йөҙтүбән ауған. Текләберәк ҡараны: кем һуң? Танырға тейеш бит ул иптәшен, ярҙам итергә! Зариф эйелеп, һалдатты күтәреп алырға теләне. Әммә ул, бушлыҡты һәрмәгәндәй, иптәшенә ҡағыла алманы. Ә ҡар өҫтөндәге, түш тәңгәлендәге кескәй генә ҡыҙыл тап ҙурайғандан-ҙурайҙы, йәйелгәндән-йәйелде...

– Позывной «Лев»! Позывной «Лев»! Зариф! – ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгереп иптәштәре килеп етте, ерҙәге һалдатты әйләндереп һалды. Зариф эйелеп егеттең күҙҙәренә төбәлде һәм үҙен күрҙе... Үҙе! Үҙе ята ла баһа ҡан эсендә!

Зариф, өнөмдәме был, төшөмдәме, тигәндәй, семетеп ҡарарға теләп, уң ҡулы менән һул ҡулының усына ҡағылды... Әммә ҡағыла алманы... Ҡулдары ғына һауаны йыртып бер-береһе аша, күләгәне үткәндәй, үтеп китте... «Тимәк... Тимәк, мин үлгәнмен!  – Егеткә бер мәлгә генә ҡыйын булып китте. – Үлгәнмен! Әммә... Юҡҡа түгел бит! Ул бит бер автобус тулы балаларҙы ҡотҡарҙы! Күпме иптәштәрен һаҡлап ҡалды! Күпме неофашисты, илебеҙҙе юҡ итергә яҫҡынған илбаҫарҙы юҡ итте! Тимәк, ул бушҡа ғына үлмәгән! Бушҡа ғына йәшәмәгән! Уҡытыусыһы әйткәнсә, батырлыҡҡа бөгөн дә урын бар, тимәк! «Батыр булып тыумайҙар, Азаматов! Батыр булып үләләр!»... Һәм ул батырҙарса китте түгелме был донъянан! Ҡурҡып-боҫоп ятманы! Мобилизациянан ҡасып, сит илгә сығып китмәне! Ватаны саҡырғас, уны яҡлап һаҡҡа баҫты! Тол әсәһенә, йәш кәләшенә, кескәй улына япһарып, улар ышығына боҫманы! Улы, Замиры... Ярай әле бәләкәй генә улы бар! Уның фамилияһын йөрөтөүсе, уның нәҫелен дауам итеүсе улы бар! Тимәк, йәшәй әле Азаматовтар был ерҙә! Йәшәйәсәк!»

 

...Зариф Арыҫлан улы Азаматовтың йәне ошо уйҙан йылынып, ҡанатланып, ап-аҡ фәрештәләр менән бергә күккә күтәрелде...

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас