+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
16 Февраль 2025, 12:50

«Һәр пәйғәмбәр ирҙәр затынан бит!..»

Ир –ҡатындың тәңреһе, ти халыҡ мәҡәле. Ысын мәғәнәһендә нескә иң һыйыныр ныҡлы ҡая, Ер-һыуыбыҙҙы һаҡлар сая бөркөт, балаларыбыҙ үрнәк алыр абруйлы уҙаман  ул көслө заттарыбыҙ.

«Һәр пәйғәмбәр ирҙәр затынан бит!..»«Һәр пәйғәмбәр ирҙәр затынан бит!..»
«Һәр пәйғәмбәр ирҙәр затынан бит!..»

Таңһылыу Ҡарамышева

Ир

Ир аҡылы – саф алтындыр,

Изге ҡиммәт, тут алмай.

Ир аҡылы – ил аҡылы:

Һыу батырмай, ут алмай.

Ир иҙеле мул һыулылыр:

Кәмемәйҙер эскәндән.

Ир ҡоҙоҡҡа ҡармаҡ һалмай

Тамағы ҡылт иткәндән.

Ир диңгеҙе була алмай

Теҙҙән, меҫкен тубыҡтан,

Күләүеге баштан ашмай

Иҫәрлек, байғошлоҡтан.

Ир донъяһын Хоҙай ҡормай,

Ул – үҙаллылыҡ бөркөтө.

Йортҡа кергәнсе бит утҡа

Керәлер ул ир кеше.

Ил имәне – иләймән ул,

Ҡаты ерҙә төпләнә,

Туйған, һыйған ерҙә түгел,

Тыуған илдә һипләнә.

Ир ояты буш һүҙ түгел:

Әжәлдән дә көслөрәк.

Ир тойғоһо аҡыллыраҡ,

Ир аҡылы хислерәк.

Ер түгел ул, ир күтәрә

Илгә килгән ҡайғыны:

Ир тәне м(ен)ән һүндерелә

Баҫҡынсылар янғыны.

Ир тигәнең әлмисаҡтан

Ант сабылған төп, өрлөк:

Ҡол булғансы, көл була ир,

Яуҙа һынала ирлек.

 

Тәнзилә Дәүләтбирҙина

Уландарыма һүҙ

Ауыҙлыҡлап бирҙем был ғүмерҙең

Иң аҫылын, сосон, таһылын.

Бер ыңғайға һикереп менә(а)лмаһаң –

Һөйрәлеп тә ялға аҫылын!

 

Ныҡышмалы икәнеңде белһә,

Сапҡан дөлдөл туҡтап баш бирер.

Шул дөлдөлдө һин эйәрләй алһаң –

Тояғынан уның таш ирер.

 

Эй, балаҡай, барыһы һинән тора –

Барыһы тора һинең үҙеңдән!

Бары сабыр, сая, ҡыйыу бул да

Йәш сыҡмаһын епшек күҙеңдән!

 

Ҡолап ҡалған саҡтар булыр аттан,

Бәйгеләрҙә еңгән саҡ булыр.

Ни ҡылһаң да,

минең ошо һүҙҙәр

Ғүмер буйы һиңә һаҡ булыр.

 

Айһылыу Ғарифуллина

Ҡустыма

Төпкөлдәрҙе йоҡоһонан тырнап,

Салғы яный ҡустым сабында.

Салғы яный. Үҙе сабып һалған

Ыуыҙ ғына үлән сағында.

Төпкөлдәрҙе тертелдәтеп бер аҙ

Салғы сүкей ҡустым: сыҡ-сығыҡ...

Салғы сүкей. Үҙе үлән төҫлө

Һирпмәгән дә таңғы ысығын.

Төпкөлдәрҙе серле моңға күмеп,

Бесән саба ҡустым киң һелтәп.

Бесән саба ҡустым. Һиҙеп йөрөй –

Донъя йөгө уның иңендә.

Бесән саба ҡустым. Ә мин табам

Уға тигән йырҙы күңелдә.

 

                                         Айзилә Мортаева

Улыма фатиха

Кескәй генә ҡолонсаҡтан,

Ҡуй(ы)нымдағы уйынсыҡтан

Үҫеп етер байтал булып.

Ҡаршылыҡлы кәртәләр ҙә,

Һындырырлыҡ тәртәләр ҙә

Оло юлда байтаҡ булыр...

 

Үҙ юлынан бара аттар,

Үҙ юлдашын таба саптар,

Юл ярырһың һин дә, юрғам!

Гел яныңда була алмам,

Ҡурсалап та тора алмам,

Йәйә алмам һалам-юрған...

 

Оло юлда таш та яуыр,

Оло юлда баш та ауыр,

Ғүмер – бәйге, хәтәр яу ҡыры.

Һин онотма шуныһын да:

«Ысын дуҫтар» ҡамауында

Арҡалыҡта «ҡон» һәм «ҡын» барын!

 

Ат яҙмышы – ир яҙмышы,

Ир яҙмышы – ил яҙмышы,

Килеп етер мәле-мөҙҙәте.

Ҡуй(ы)нымдағы ҡолонсаҡты,

Йәнемдәге ыңғырсаҡты

Һаҡла, тимен, Күктәр ҡөҙрәте!

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас