+24 °С
Дождь
Әҙәби балҡыш
15 Февраля 2025, 16:25

БӘХЕТ ХАҠЫ – БӘХЕТҺЕҘЛЕК

Ил тарихына, йәмғиәт араһындағы хәл-ваҡиғаларға үрелеп бара бит ул кеше яҙмыштары. Ана шул яҙмыштар беренә-бере солғанышып, күбәйеп-ҙурайып, киңәйеп-ҡабарып та үҙ заманын сағылдырыр риүәйәттәр булып китәлер. Бына, әле илдә ике йыл барған махсус хәрби операция  әҙәмдәр тормошонда әллә күпме төрлө булып сағылды ла. Һәр ғаиләлә, һәр ауылда, һәр ҡалала уның мөһөрлө эҙе бар. Әлеге яҙмам – ана шул тарихтарҙың береһе.

БӘХЕТ ХАҠЫ – БӘХЕТҺЕҘЛЕКБӘХЕТ ХАҠЫ – БӘХЕТҺЕҘЛЕК
БӘХЕТ ХАҠЫ – БӘХЕТҺЕҘЛЕК

Ире менән айырылышҡас, «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы сиктәрендә иң төпкөл ауылдарҙың береһенә уҡытыусы булып барғайны Венера. 

Йән тыныслығы эҙләп тә сығып китте инде. Тик сит ерҙә яңғыҙына шул хәтлем ҡыйын, ултырып иларға ғына ҡала. Йә әсәһе йыуата белмәй: «Бөтә кеше түҙеп йәшәгәнде, һиңә идеальныйҙы подавай, эсмәгән, ипле генә  кейәү менән дә йәшәй алманың», – тип йәнен үртәй. Диванда телефон тотоп тик ятҡан, эшләргә, ғаиләһен ҡайғыртырға йыйынмаған да ғәмһеҙ йән менән нисек донъя көтмәк кәрәк? Бер үҙе көсәнеп тә, артыҡ ыраталмаҫын аңлаған ҡатын, берҙән-бер көндө, кейемдәрен генә алып сыҡты ла китте. Ошо ауылға килеп урынлашты. Яратҡан эше күңелен йыуата, уҡыусылары ла тәртипле былай, шуларға әүрәгәндә, күңелһеҙ хәтирәләре лә онотола кеүек.

Шулай уйҙарына бирелеп, мәктәпкә лә еткән икән. Ашыҡҡан ҡатын ишек асҡан ыңғайы бер ят иргә барып бәрелгәнен аңғармай ҙа ҡала, ҡаушауҙан хатта ҡулынан сумкаһы төшөп китә. «Ипләберәк йөрөгөҙ!» – ти таныш булмаған ир һәм сумкаһын алып ҡулына тоттора. Һөйкөмлө тәрән ҡараш йәш ҡатындың күңеленә үтеп инә. Шулай танышып китә Венера ялға ҡайтҡан Тимер менән...

(Әҫәрҙең дауамын "Башҡортостан ҡыҙы" журналының февраль һанында уҡырһығыҙ. 25-се бит)

Альбина Шәһитова

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас