Һабантуй
Һабантуйға саҡырҙылар,
Батырҙар тота майҙан.
Тамаша ҡылырға халыҡ
Йыйылған әллә ҡайҙан!
Йылдам юртып күҙ алдынан
Уҙа сабыш аттары.
Алда барған йәш егеттең,
Аһ, абынды саптары!..
Ана ҡолға. Сат йәбешеп,
Кемдер күккә үрмәләй.
Аҫтағылар!.. Аҫтағылар
Бер-береһен түбәләй.
Һәр кемдең үҙ манараһы,
Кем уҙыша ваҡытҡа,
Күҙен бәйләп көршәк вата,
Башын тыға ҡатыҡҡа.
Кемдер бейей, йәш ғүмерен
Иҫтәренә төшөрөп,
Кемдер йырлай,
Кемдер илай!..
Кемдер ята иҫереп...
Кемдер берәү һатыу итеп,
Таба бында файҙаны.
Һабантуй ул – уйын түгел,
Ул бит тормош майҙаны...
Үрҙәргә артылған саҡта
Кемдең юҡ ҡолағаны,
Кемдең юҡ тыуған еркәйен
Ҡосаҡлап илағаны?!
Иҫкә төшә егеттәрҙең
Аттарҙа сапҡандары,
Һабантуйға килә алманы
Табутта ҡайтҡандары.
Гөрләй, гөрләй һабан туйы
Ғәзиз тыуған яғымдың:
Мин һеҙҙе лә күрҙем бында,
Үҙемде лә таныным...
Бер кемгә лә һис дәғүәм юҡ –
Донъя шулай болғанды.
Орлоҡ итеп күмдем ергә
Изге теләк-доғамды:
Баҫыуҙарҙа туҡ башаҡтар
Тирбәлешеп торһондар,
Иҫән-һау ҡайтып егеттәр
Шул игенде урһындар!..
Илдәр имен торһондар!
Атайым ҡомартҡыһы
Атайым Бөйөк Ватан һуғышы
ветераны Миңдебай Мәүлитбай улы
Ханнанов иҫтәлегенә
Гимнастёрка кейгән йәп-йәш һалдат
Мандолина сиртә. «Ҡарабай».
Артта – Ватан, алда – фронт һыҙығы.
Сигенергә артҡа ярамай.
Ә тыуған моң шундай һағындырған,
Йыш булмай ҙа бында тын кистәр!
Күп тә үтмәҫ, йәнә туптар шартлар,
Ут эсенә инер танкистар.
«Танк эсендә ышыҡ тимәгеҙсе,
Күпме улар яуҙа дөрләгән?!
Тере ҡалған дуҫтар бер-икәүҙер,
Юғалтыуҙар булды меңләгән...» –
Иҫән килеш ҡайтҡан һалдаттар ҙа
Ғазап сигеп, йәшен ыратты.
Өй түрендә торған мандолина –
Атайымдан ҡалған ҡомартҡы.
Мин – фронтовик ҡыҙы. Бирешмәйем!
Көс-дәрт бирә шул көй – «Ҡарабай».
Йөрәгеңдә ҡойон булғанда ла,
Күтәргеһеҙ ҡыйын булғанда ла
Сигенергә артҡа ярамай.
Ярамай!..
Ҡатайҙарға мәдхиә
(Шаярыу ҡатыш)
Ҡатайҙарҙы яратам мин,
Ҡатайҙар бик шәп була.
Был донъяла, әйтерһең дә,
Ҡатайһыҙ йәшәп була!
Ҡатайҙар артта ҡалмайҙар,
Ҡатайҙар алта була*,
Билентә* балта була ла,
Аяғы һалта* була.
Ҡатайҙар – ябай булмайҙар,
Ҡатайҙар ҡатлы була.
Йорттары затлы була ла,
Һыйҙары татлы була.
Ҡатайҙар – һәйбәт һунарсы,
Ҡатайҙар гел аң була,
Шуға күрә ҡатайҙарҙың
Бисәләре дан була!
Гөл сәстем ҡына тигән,
Ҡатайҙар ҡуна килгән,
Ҡатайҙарға һүҙ әйтмәгеҙ,
Ҡатайҙар бына тигән!
***
Төндә аттар утлаған,
Ҡыйырсыҡ ай, мут йылмайып,
Ғашиҡтарҙы ҡотлаған...
Көндөң бите тутлаған.
Төндә йондоҙ йыйған егет
Биргән һүҙен тотмаған...
Аттар сабып уҙалар...
Сеүегеҙ! Сеү! Был йортҡа ла
Килер әле ҡоҙалар.
Бар бәхете – улында,
Ҡолон уйнай болонда!
Нөктә ошо урында.
Ҡартайып барам...
Бер аҙ йөрөһәм,
Туңҡайып барам,
Бер һүҙ ишетһәм,
Ҡылтайып барам.
Ни хәл итәһең –
Ҡартайып барам!
Тарих, хәбәргә
Бик байып барам,
Күпте күрҙем, тип,
Ҡайҡайып барам.
Бер көнөм – байрам,
Бер көнөм – хайран...
Ҡартайып барам!
Ҡартайып барам...
Киленемә
Нисек һине яратмайһың, килен,
Үҙ баламдай һин бит ҡәҙерле.
Шатлыҡ килһә, һөйөнөсөм арта,
Ҡайғы баҫһа, телә бәғерҙе.
Һәр бер ҡылған изгелегең өсөн
Доға ҡылам теләп сауабын,
Һин ҡыр кеше түгел был донъяла,
Килен, һин дә – минең дауамым.
Ейәнсәрем, ейәнемә – әсәй,
Улғынамдың ғәзиз ише һин.
Ҡыҙҙарыма сер бүлешер еңгә,
Һәр беребеҙгә кәрәк кеше һин.
Бер-берәүһе һиңә һүҙ тейҙерһә,
Күтәрә алмам кеүек йәберҙе!
Нисек һине яратмайһың, килен?!
Үҙ баламдай һин бит ҡәҙерле...
.
Баҡсала
Күңелем – ҡыҙыл сөгөлдөр,
Тыштан көлөп торһам да мин,
Бер ҙә ҡыҙыҡ түгелдер.
Күңелем – йәшел борсаҡтыр.
Ымһынғаны, ҡыҙыҡҡаны
Йәп-йәш кенә ҡурсаҡтыр.
Күңел генәм – ҡыярҙай,
Кемгә генә сер түгәйем,
Бер кем дә юҡ тыярҙай.
Күңелем минең – ук(ы)роп,
Шик-шөбһәләр укроптай
Үҫә бит ул ҡотороп.
Күңелем – һытыҡ помидор,
Ә шулай ҙа ҡайта ҡалһа –
Ҡалдырайым коридор.
Күңелем минең – кишерҙәй!
Өнһөҙ генә ҡаршы алам,
Ҡараштарым – тишерҙәй.
Күңелем – әсе һуғандай...
Салат турап ҡуйҙым әле –
Уңған ҡатын булғандай!..
Сыңрау торна тауышы
Мин белмәйем, таралырмы бер мәл
Ҡуйырып та торған ҡара болот,
Әйтер һүҙҙәремде әйтәлмәгәс,
Сыңрай-сыңрай остом торна булып...
Ҡандай инем элек! Ҡандай инем!
Өндәшмәйсә генә тормай инем:
Моң эйәһе серле һорнай инем,
Сал тарихты көйләр ҡурай инем...
Тәмләгәндәр һеҙҙең булды микән
Күҙ йәш һеңгән шағир икмәген –
Өсмөйөштөң ике сатына ла
Тоташырға йөрьәт итмәнем...
Ҡош тубынан ситләтелгәс шулай,
Яңғыҙ ғына осоп йөрөшөм.
Дуҫ тигәндәр миңә уғын тоҫҡап,
Йәйәләрҙең тарта керешен.
Ҡандай инек элек, ҡандай инек!
Тартылып та торған яндай инек,
Бер-беребеҙҙе һүҙһеҙ аңлай инек,
Бер-беребеҙһеҙ тора алмай инек!
Йән дуҫтарым! Йөрәгемдән һеҙҙе
Мин барыбер алалмайым йолоп,
Бер яңғыҙым күтәреләм күккә,
Оран һалам сыңрау торна булып:
«Торайыҡ! Торайыҡ, дуҫтар!
Илебеҙҙе
Урап ҡына үтһен мең бәлә!
Теҙләнмәйек Шайтан ҡолдарына,
Теҙләнәйек бары сәждәлә!..»
Ҡанат түгел, йөрәккәйем менән
Тыуған еркәйемде ҡосоп барам,
Сыңрай-сыңрай ғына осоп барам.
Сыңрай-сыңрай ғына осоп барам...