Һап-һары сәсле, зәп-зәңгәр күҙле бәләкәй ҡыҙыҡай талпынып-талпынып «бәпес» һикертә. Күҙҙәрендә – бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ. Бәпескенәһе лә туҙып бөткән бер ҡурсаҡ шунда. Ҡыҙыҡай: «Һәпетүк-һәпетүк-һәпетүк», – тип һамаҡлай, тирә-яҡтағыларға «күрәһегеҙме минең бәпесемде» тигән кеүек бәхетле күҙҙәрен төбәй.
Уф-ф-ф... Ошо сабый бына нисә тиҫтә йылдар инде ваҡыт-ваҡыты минең төшөмә инә лә, йоҡонан уянғас, йөрәгемде һыҙлата.
...Беҙҙең өйөбөҙ, алты мөйөшлө булһа ла, бик ҙур түгел. Ике яҡта ла мейесе бар. Береһе усаҡлы, усаҡҡа ҡаҙан ултыртылған. Унда әнейем аш бешерә, ширлек өҫтөндәге стенаға һауыт-һабалыҡ кәштә эленгән, аҫҡа күнәк, суйын, табалар түңкәрелгән. Тамаҡҡа ашағанда урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйәбеҙ. Өйөбөҙ матур ғына муйыл ағасына һыйынып ултыра. Муйылыбыҙ яҙ көнө шау сәскәгә күмелә, ә ҡышын өйөбөҙҙө бурандарҙан ышыҡлай. Атайым туғыҙ йәшендә ултыртҡан уны, хәҙер балаһы кеүек күрә. Хатта миңә, ғаиләбеҙҙең берҙән-бер ҡыҙына, бөтә шуҡлыҡтар ғәфү ителгәндә лә, уның ботағын һындырыу тыйыла.
Ағай-апайҙарым да, һылыу-мырҙаларым да әлегә юҡ минең. Шуғалыр инде, әнейемдәр ҙә, күрше-тирә яҡ апай-инәйҙәр ҙә мине әллә ни күрә. Яратып, иркәләп бер булалар.
Күршелә генә Зәлифә исемле йәштәш әхирәтем бар. Мин уларға барғылап йөрөйөм. Зәлифә үҙе беҙгә һирәк инә. Уға уйын тейеңкерәмәй шул: илағыраҡ ҡына һылыуы бар – Хәмиҙә. Зәлифә, әсәһе йорт эштәре менән булашҡанда, һылыуын әүрәтә. Бушамай. Сана шыуырға саҡырайым, тип инһәң дә әсәһе Фәриха еңгә ороша башлай:
– Ә һылыуыңды кем ҡарай? Зөлхизә ыңғайына йөрөргә ни... Ултыр өйҙә генә, йөрөмә быйма туҙҙырып...
Әлдә мине улай тыйыусы юҡ. Түбән яҡтағы һырғалаҡта бейәләй-быймалар боҙланғанса сана шыуам. Һырғалаҡ шундай таҡыр. Атайым яһап биргән санаға ултырып шыуып төшәм дә, сананы үргә кире һөйрәп менеп, яңынан түбән яҡҡа елдерәм. Шундай рәхәт. Бала-саға минән башҡа ла етерлек, кемдең санаһы шәберәк шыуғанын күҙәтеп кенә торабыҙ, бер-беребеҙҙән уҙҙырырға тырышабыҙ. Өшөтөүен өшөтә, барыбер ҡайтҡы килмәй, ҡайтып китһәң, йылынып сығыуыңа уйын бөтөп ҡуйыр тип ҡурҡыта.
Их... Әнейем килеп ала шул. «Ҡайт, – ти ул. – Ҡыш бабай булдыңмы ни? Сығып китәһең дә юҡ булаһың! Атайыңа әйтһәм әле!» Шулай тиһә лә, атайыма ошаҡламай ул, юрый ҡурҡыта. Атайым, әлбиттә, асыуын килтерһәң, шелтәләй, уның асыуын килтермәүең хәйерле икәнде мин былай беләм ул.
Өйҙә йылы. Мейескә арҡаны, ҡулдарҙы терәһәң, һыуыҡтан ингән тән зымбырлап китә. Ҡай саҡта тәнгә йылы йүгереүҙән үтә ныҡ ауыртынһам да, әнейемә әйтмәйем, йә икенселәй урамға сығармаҫ та ҡуйыр.
Атайым тиҙҙән төшкөлөккә ҡайтасаҡ. Ул аты менән ҡайтып йөрөй. Ферма мөдире булып эшләй. Атайымдың кеҫәһендә һәр саҡ «ҡуян күстәнәсе» була. Ул, бәлки, сәй эсеп алғас: « Әйҙә, ҡыҙым, фермаға бараһыңмы?» – тиер. Барам, әлбиттә. Әнейем аҡ йөндән бәйләп биргән шәлемде, атайымдың шинель салғыйынан тегелгән бишмәтемде, былтыр атайым бер тоҡ кәртүккә тирмәнсе Ивандан баҫтырып алып ҡайтҡан ҡыҙыл быймамды кейәм дә санаға ултырып сығып китәм. Быйма, тигәндән, ҡыҙыл быйма харап ирмәк ул. Ундай быйма беҙҙең ауылда берәүҙә лә юҡ. Ҡарға баҫҡан һайын эҙең ҡыҙарып ҡала. «Ҡояш ҡыҙы атлап барғас
ни, – ти әнейем, – эҙе лә ҡояш төҫөндә».
Фермала ҡыҙыҡтар күп. Ферма өйөнән кеше өҙөлмәй. Үҙебеҙҙең ауылдың апайҙары, еңгәләр, күрше сыуаш ауылының ҡатын-ҡыҙҙары һыйыр һауа. Берсә башҡортса һөйләшеп китәләр, берсә сыуашса.
– Абау! – ти бер апай мине күрһә. – Был ниндәй яп-ямаҡ ҡыҙыҡай ул? Күҙе килеп тороп ҙур, үҙе ҡап-ҡара, күҙ теймәгере, тьфү-тьфү! Нимәһен яратҡан була икән Әхмәҙуллин был ҡыҙыҡайҙың? «Ҡыҙым, ҡыҙым», – тип үлеп барған була. Бер матурлығын да күрмәйемсе! – Шулай ти ҙә арҡанан ярата башлай. Мин өндәшмәйем. Ҙур күҙле булғас, аҡыш микән ни мин? Ямаҡ булғас, нимә тип арҡанан һөйә икән? Унан башҡа яратыусы юҡ, тиҙер инде. Асыуым килә, атайыма әйтмәксе булһам да тыйылам. Анау бер ваҡыт, сана шыуғанда бер малай этеп йыҡҡас, танауым ҡанағайны. Шуны атайыма әйттем дә, ул, моғайын, теге малайҙы шелтәләгәндер, мине малайҙар әллә нисә көн «ошаҡсы, ошаҡсы» тип ирештерҙе. Яңыраҡ ҡына оноттолар әле. Быныһын ошаҡлап, йәнә исем күтәргем килеп тормай әле. Ундағы апайҙарҙың йәнә бер һорауы йыш ҡабатлана.
– Ҡасан кейәүгә бараһың, Зөлхизә?
– Әлләсе... Унда йәйәү баралармы, ат менәнме?
– Кейәүгәме? – тип көлөшә апайҙар. – Ҡай берәүҙәр осоп бара, ҡай берәүҙәр, барам, тиһә лә, кил, тиеүсеһе юҡ. Һиңә, кил, тиерҙәр ул. «Шаҡының араҡылығы» (Ҡашының ҡаралығы) тип илатып йөрөрһөң әле берәүҙәрҙе.
– Әхмәҙуллин ҡыҙын хан малайына бирерҙәй булыр инде ул! Әле үк әллә ниндәй иткән булалар бит.
Ә күҙенә аҡ һалғаныраҡ бер инәй тора ла:
– Һин, Зөлхизә, миңә генә ҡыҙ бул да ҡуй, – тип аптырата. – Ебәк күлдәк алып бирермен. Атайың берҙән-бер ҡыҙына ситса күлдәк кейҙереп йөрөтә бит. Ыстырам! Атайың, һуғыштан ҡайтҡас, әнейеңде күреп, сат ҡапланмаһа, минең ҡыҙым була инең инде һин!
– Эй, беҙҙең бәхет юҡ бит инде ул, Сайма апай, – тип һүҙгә ҡушыла икенсеһе. – Егеттәребеҙ яу яланында башын һалды. Ҡайтҡандары һайланды. Ҡатын-ҡыҙ күп, егеттәр һирәк. Ирҙәр ҡартаямы ни, йәштәштәрен мөрхәтһенмәгән булдылар. Әхмәҙуллин да, һайланып йөрөп алды Әҡлимәһен. Йәше үтеп барғанда ғына бәпесле булғас, әллә ни күрәләр шул.
– Әҡлимәнең беҙҙән артыҡ ере юҡ инде. Миңә «көт тә көт», тип китте лә...
Сайма инәй ямаҡай ғына ул. Шул инәйҙең ҡыҙы булыр инемме икән ни? Юҡты. Әнейемдең бер ебәк яулығы бар ул, ҡунаҡҡа барғанда, ҡәҙерлегә генә ябына. Ныҡ матур. Ундайҙан тегелгән күлдәк буламы икән ни? Был инәй ысын әйтһә, бик матур күлдәкле булыр инем микән? Ҡуйсәле, күлдәкле булам тип әнейемдең ҡосағынан айырылырға алйот түгелмен әле. Ҡышҡы буранда йә үтә һыуыҡ булып тышҡа сыға алмай ултырғанымда, әнейемдең көйәнтә күтәреп шишмәнән һыуҙан ҡайтҡанын да саҡ көтөп алам. Ҡай берҙә илайым...
Сайма инәй мине былтыр йәй урамда ла ҡурҡытып китте ул. Саҡырғас янына барғайным.
– Зөлхизә, һин үҙеңдең сегән ҡыҙы икәнеңде беләһеңме ул?
– Ниндәй сегән?
– Сегәндәр арбаларына тейәлешеп йөрөй. Үҙҙәренә кәрәкмәгән балаһын кешенең тупһаһында ҡалдыра ла китә. Һин ана шундай ташландыҡ ҡыҙ. Белә инеңме?
– Юҡсы...
– Әнейеңдәр әйтмәнеме ни?
Аптыраным да, ҡурҡтым да был инәйҙең хәбәренән. Түҙмәнем, әнейемдән һорайһы иттем:
– Ысынды әйтәме ул Сайма инәй?
Әнейем ҡосаҡлап алды.
– Сегәндәрҙең һинең кеүек ҡыҙы була, тиме ни? Булһа ла, кешегә бирмәҫ ине. Ышанма! Арыраҡ йөрө Сайма инәйеңдән.
Кистәрен беҙгә Әсҡәпъямал инәйем инеп йөрөй. Атайымдың апаһы ул. Беҙгә ҡаршы ғына өйҙә тора. Әсҡәпъямал инәйҙең сәсе ап-аҡ. Ҡар һымаҡ. Ундай сәс беҙҙең ауылда берәүҙә лә юҡ. Мин ныҡ аптырайым. Тотоп-тотоп ҡарағаным бар.
– Минең дә сәсем әнейең менән һинеке кеүек ҡап-ҡара ғына ине ул, – ти Әсҡәп инәй. – Минең кеүек ҡартайғас, һинеке лә ошолай булыр әле.
Шунан өҫтәп ҡуя:
– Фронттан Мисбахтың ҡара ҡағыҙы килгәс, сәсем ағарҙы ла ҡуйҙы шул. Алты балаңды ҡосаҡлап ултырып ҡал да...
Ҡасан ҡартаям әле мин! Хәҙер үк сәсем инәйемдеке кеүек булһа ярамағанмы инде... Инәйемде яратам мин. Әкиәт һөйләй. Йомаҡ ҡоя. Аҡ таш уйнарға ла ул өйрәтте. Былтыр Наҡаҫ буйынан йыйып алған ап-аҡ ҡына шыма таштарым бар. Шулар менән уйнайбыҙ. Мин гел еңәм.
Бер тапҡыр килгәнендә инәйем көтөлмәгән хәбәр һалды:
– Зөлхизә, мин һиңә йылғаның йөҙөп килгәнеңдә тотоп алған ерен күрһәткәйнем бит әле. Һине өйгә алып ҡайтҡас, шул тирәләге һыуҙан, иртәнге сәғәттәрҙә бисмиллалап йәнә һыу ҡоҫоп алып, ғосол ҡойондороуыбыҙҙы, шуға ла һинең һау-сәләмәт, матур булып үҫеп китеүең хаҡында ла һөйләгәйнем, шикелле. Иҫеңдәме?
– Эйе...
Рауил ШӘЙХЛИСЛАМОВ һүрәте.
Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 1-се (2025) һанында уҡығыҙ.