+24 °С
Ямғыр
Әҙәби балҡыш
2 Ғинуар 2025, 08:05

«Айырылышыуҙар төрлө-төрлө лә ул, Осрашыуы бер үк – үтә танһыҡ...»

Айгөл Йәмилева – шағирә, журналист, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1994 йылдың 9 февралендә Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында донъяға килә, Бәләбәй башҡорт гимназияһын тамамлай, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында белем ала. Хеҙмәт юлын «Башҡортостан» гәзитендә хәбәрсе булып башлай, «Аҡбуҙат» журналында бүлек мөхәррире була. Әлеге ваҡытта ул – Ә. Вәлиди исемендәге Башҡортостан Милли китапханаһының үҫеш бүлеге мөхәррире. «Был шиғри шәлкемде һөйгәндәрен ут эсенән көткән сабыр ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ил һағында торған тормош иптәшемә бағышлайым», – ти шағирә.

«Айырылышыуҙар төрлө-төрлө лә ул, Осрашыуы бер үк – үтә танһыҡ...»«Айырылышыуҙар төрлө-төрлө лә ул, Осрашыуы бер үк – үтә танһыҡ...»
«Айырылышыуҙар төрлө-төрлө лә ул, Осрашыуы бер үк – үтә танһыҡ...»

***

Айырылышыуҙар була төрлө-төрлө.

Ҡайһыһынан килә бесән еҫе.

Ҡосаҡлашып таң ҡаршылар мәл дә,

Йәйе үтә. Әрәм – йәйе эҫе.

 

Ҡайһыһында – аэропорттың шауы,

Трап терәлгән, йүгерергә ваҡыт.

Һөйөү тулы ҡараш ирей бара,

Кеше ағымында

Ирей бара...

Юғалтмаҫҡа  –

Ҡарап  ҡалам ҡалҡып.

 

Айырылышыуҙа  ҡай саҡ... Дары еҫе.

Шик-шөбһәләр өрә эҫе тынын,

Ҡурғаш булып елкәләрҙе баҫа,

Һәм көтәһең...

Илдең  тыныс таңын.

 

Һәм  көтәһең урт-тешеңде ҡыҫып,

Йырып  сығалмаҫтай төнө йөрәк тырнай.

Төн  үтмәйсә әле көнө тыумай,

Уныһы  бит үтмәйенсә тормай...

 

Күпме  генә кеше ғүмеренә

Аймылышҡан һағыш – тулы һандыҡ.

Айырылышыуҙар  төрлө-төрлө лә ул,

Осрашыуы  бер үк – үтә танһыҡ.

 

Юл

Һине миңә,

Мине һиңә илткән

Бер Юл һуҙылған да икәү-ара,

Мәле етмәй шул Юл саҡрымдарын,

Сыҙамайса, ана, һүтеп ҡара.

 

Үҙ итмәй ул артыҡ сабырһыҙҙы,

Сәбәләнгәнде лә Юл яратмай.

Тыйнаҡ ҡына көтә белмәгәндең

Алдарына бәхет тә тағатмай.

 

Шуға, ҡай саҡ тойолғанда

Икәү-ара юлдың өҙәреме,

Мин барыбер өмөт тәҙрәһенән

Һис өҙмәнем йәшле күҙҙәремде.

 

Тәгәрәһә, эйе, тәгәрәне

Ул күҙҙәрҙән ҡай саҡ тоҙло тамсы.

Тик тамманы һиңә хәсрәт өҫтәп,

Һуң былай ҙа хәсрәттәрең барсы...

 

Бер кемгә лә бер ни дәлилләмәм,

Ул Юл үҙе белә бар ысынын.

Шуға һине миңә, мине һиңә

Илтеп, бүләк итер саф тылсымын.

 

***

Һине эҙләп үттем урамдарҙан

Һәр юл саты һайын туҡталып.

Һин инең бит матур бер сәбәбе

Ҡайтыуымдың бында уҡталып.

 

Тауға мендем, унан барыһы ла

Ус төбөндә генә, ал да тот!

Бәлки, сырамытып атлауыңдан

Ауылыма ҡайтыр яҡты ҡот.

 

Туғайға ла төштөм, Ағиҙелдең

Бөгөлөнә торҙом күҙ атып.

Йөрәк һыҙып алды иҫкә төшкәс,

Аэропорттың ҡаты шау-шыуында,

Һуң, ҡалғайным һине оҙатып.

 

Һин – биҙәге, бик матур бер йәме

Йәндәй күргән тыуған яғымдың.

Ҡырҙарына әле ҡайтмаһаң да,

Йөрәгемдә минең табылдың.

 

Ай

Ярты ғүмеренә еткән йәйҙең

Эңер инде һүнгән күгендә

Өп-өр яңы ҡыйырсыҡ ай тыуҙы

Һәм эленде ботаҡ ситендә.

 

Үрел дә ал! Бына ғына тора,

Һуҡыр үкһеҙ төндө йыуатып.

Ул айға бит һин дә ҡараш атып

Уйланаһың көндө оҙатып.

 

Уртаҡ айы, уртаҡ ҡояшы ла,

Берәү икебеҙгә Етегән.

Улар һымаҡ, һин дә ҡул һуҙымы,

Йөрәк менән һиңә елкенһәм.

 

Үҙем дә – ай.

Ҡай саҡ һағыш тулы,

Ҡай саҡ өмөтөмдән өр-яңы.

Ул – ҡояштан,

Ә мин һөйөүеңдән

Нурға ҡойондорам донъяны.

 

Ҡулъяулыҡ

Араларға ятҡан юл таҫмаһы

Һағыш булып йөрәк ураһа,

Хәлем белеп берәү күҙгә бағып:

«Нисек түҙәһең?» – тип һораһа,

 

Минең әле үткән көндәрем бар,

Йыуанырлыҡ, дауа табырлыҡ.

Шул көндәрҙе сигеп туҡымаға

Һуҙҙым юлаусыма ҡулъяулыҡ.

 

Көтөргә, тип биргән вәғәҙә ул,

Халҡым йолалары иҫемдә.

Бар хикмәте уның ошондалыр,

Бар тылсымы – тоғро хисемдә.

 

Ә хис икән, уға кәртәләр юҡ.

Һағышына ғына түҙерлек.

Беҙҙең әле тотош киләсәк бар,

Алла бирһә, тиеп һөйләрлек.

 

Сым

Яҙған икән икебеҙгә тәҡдир:

Саҡрым-саҡрым.

Ара алыҫ шундай.

Түҙемлек тә ҡай саҡ өҙөлөрҙәй,

Тартылған ул үтә нәҙек ҡылдай.

 

Шул ҡыл аша уҙа кәрәҙ сымдар,

Барып етмәй тауыш өҙөлә.

Беҙҙә бөгөн төньяҡ еле иҫте,

Әллә ҡайҙан етте көҙө лә.

 

Көн һалҡынын ҡыуыр саралар бар,

Мин һағынған, һин дә һағынған.

Ҡолас һыймаҫ саҡрым кәртә түгел,

Йөрәк менән йөрәк ялғанған.

 

Беҙҙе тоташтыра тик кәрәҙ сым,

Икәү-ара һағыш еткерә.

Саҡрымдарға саҡрымдарҙы ялғап,

Сымдар буйлап һөйөү йүгерә.

 

***

Бик тәрән ул һиңә инселәнгән

Һөйөү хистәренең даръяһы.

Ә һағышы тоҙло, шул һағышты

Яңғыҙ кисен ҡайҙа ҡуяһы?

 

Бик наҙлы ул, тәүгә ғашиҡ булған

Үҫмер саҡтарымдың ауазы,

Йылдар үткәс, шаңдау булып ҡайтты,

Уны нисек ситкә ҡыуаһы?

 

Бик яғымлы һине яратҡандан

Яратылған моңом донъяһы.

Ул яңғырай йөрәк ҡыуышында,

Һәм был моңдо ниңә тыяһы?

Яңғыраһын!м

Автор:
Читайте нас