Хикәйә
Ҡаланың төп урамынан ҙур булмаған ҡупшы сит ил машинаһы елдерә. Руль артындағы Сәлимә исемле йәш ҡыҙ юлға төбәлеп кенә ултырмай: туҡтауһыҙ телефондан һөйләшә, смс-тарҙы уҡый һәм уларға яуап яҙа, помадаһын сығарып, иренен буяп ала, сумкаһында бутана. Байрамса биҙәлгән ҡала урамдары ла уның иғтибарынан ситтә ҡалмай. Дөрөҫ, урамда машиналар ҙа күп түгел, йәйәүлеләр ҙә һирәк күҙгә ташлана. Яңы йыл етеүен белдереп, куранттар һуғыуына ике сәғәт кенә ҡалды шул. Халыҡтың күпселеге инде байрам итә, ә Сәлимә... әле яңы психологиянан имтихан тапшырып ҡайтып килә. Әллә ниндәй ҡорт саҡты был фәнде уҡытҡан ханымды: беренсе тапҡырҙан һынауҙы үтә алмаған биш студентты 31декабрь кисенә саҡырҙы бит. Ошонан да ҙурыраҡ яза булыуы мөмкинме һуң? Әлбиттә, илленән үтһә лә ғаиләһе, балаһы булмаған ханымды өйөндә көтөп ултырыусы кеше лә юҡтыр. Ә йәштәрҙең күпме планы емерелде? Былай барһа, психолог ханымдың яҙмышын ҡабатлауыңды көт тә тор. Ана, Сәлимәгә лә кәрт һалыусы бер апай, быйыл буласаҡ тормош иптәшеңде осратырһың, тип юрағайны. Күңеле булһын бының, тип алдаған, буғай. Донъяны онотоп ғашиҡ булыу һәм һуш китерлек матур туй күлдәге кейеү яҙманымы икән уға?
Ҡыҙ ирекһеҙҙән пассажир ултырғысында ятҡан китапҡа күҙ һалды. «Кейәүгә нисек сығырға?» тигән китапты уға иң яҡын әхирәте бүләк иткәйне. Дөрөҫ, әхирәте «Кәзә тәкәһенән нисек ҡотолорға?» тип аталған йәнә бер китап алырға тәҡдим иткәйне. Йәнәһе, ирең иртәме-һуңмы барыбер ялҡытасаҡ, шуға күрә был ваҡиғаға әҙер булырға кәрәк. Тик ҡыҙ бер юлы ике китапты яҡындағы бер-ике ай эсендә уҡып сыға алмаҫ ине. Ул йәш, матур һәм йәшәп ҡалырға ашыға. Ә кәзә тәкәһенән ҡотолоу юлын ғына үҙе лә белер. Башта принцты табырға кәрәк! Ҡапыл кеҫә телефоны шылтыраны. Сәлимә тормозға баҫты. Их, атаһының – ә ул юрист һәм утыҙ йыл машина йөрөтә – руль артында телефондан һөйләшмә – тип ҡат-ҡат тылҡыуын онотто шул!
* * *
Тап ошо мәлдә төп урам буйлап күпте күргән иҫке «Жигули»ҙа елдергән Тимур дуҫына байрамды бергә ҡаршыларға ашыға ине. Егет ситтән тороп университетта уҡый, көноҙоно заказ биреүселәргә аҙыҡ-түлек ташый. Дуҫы, һуңлама, өҫтәл әҙер, ҡыҙҙар менән таныштырырмын, тигәс, эше тамамланыу менән шул яҡҡа йүнәлде. Тик бына юлы бигерәк тайғаҡ, һаҡ булырға кәрәк.
Бынан бер ай элек кенә уның машинаһын ГАИ автомобиле «ҡыуып еткәйне». Закон һағындағылар енәйәтселек менән көрәш хаҡында шул тиклем ныҡ уйланған, буғай, хатта уның багажнигын «гармун»ға әйлән-дергәндәрен дә аңғармай ҡалдылар. Үҙҙәре Тимурҙың ҡотон алды, йәнәһе, мөһим эшкә ашыҡҡан тәртип һаҡсыларының махсус машинаһына юл бирмәгәс, хәҙер ғүмер буйы йәйәү йөрөйәсәк. Үҙҙәре мигалкаһыҙ килгән-дәрен иҫкә лә алманы. Шаңҡып ҡалған Тимур улар менән бәхәсләшеп торманы, «тай бынан» тигән команда ишеткәс, ике әйттермәне. Байтаҡ бурысҡа батып, машинаһын йүнәттерҙе, әммә оло юлдан шөрләүе күңелендә ҡалды. Ә бит былтыр ғына уны «Тиҙ ярҙам» машинаһы бәреп йыҡҡайны. Үҙе ҡолағына наушник тығып музыка тыңлап килгәс, транспортты абайламаны, ҡабырғаларын һындырып, ай буйы дауаханала ятты. Хәҙер дуҫы шаярта, фатирыңда янғын һүндереүселәрҙең ут сығараһы ҡалды, ти. Ә, бына тап үҙе шылтырата. Тимур бер секундҡа ҡарашын юлдан алып, алғы ултырғыста ятҡан телефонды ҡолағына терәне. Шул уҡ мәлдә алдағы ҡыҙыл машинаның багажнигы ҡапыл яҡынайыуын күреп, тормозға баҫты. Тик тайғаҡ юлда бының файҙаһы булманы.
Бах! Удар ныҡ булды. Ике водитель дә шаңҡып, байтаҡ ваҡыт урындарында ҡалды. Авария шаһиты булған бер нисә кеше иһә, ошондай киң, машиналар әҙ, тып-тыныс урында ла төкөшөп булыуына таң ҡалып, баш сайҡап торҙо.
* * *
Инспектор Хапов телевизорҙан яңылыҡтар ҡарай ине. Был ғәҙәте йәш сағынан килә. Ошо телевизор арҡаһында ғына ул тормоштоң яҡшыра барыуын белә бит. Баҡһаң, йыл һайын күберәк йорттар төҙөйҙәр, ит-һөт етештерәләр, халыҡ етеш тормошҡа ҡыуана. Ҡыҙыҡ, ә бына уның ғаиләһендә киреһенсә – йылдың-йылы аҡса кәмей генә бара. Әүәлерәк, көнө-төнө юлда тороп, иҫеректәрҙе, машинала осоп йөрөргә яратыусыларҙы аулаған саҡта аҡсаһын бер ҙә һанаманы. Дөрөҫ, ҡатыны ул мәлдәрҙә лә ризаһыҙлығын белдерә ине – йәнәһе, өйгә йоҡҡаны юҡ, йоҡларға, формаһын үтекләргә генә ҡайта, имеш. Ә хәҙер нәмә? Бөтә ерҙә камера, халыҡ та иҫ киткес һаранға әүерелде. Инспектор Хапов әүәл Яңы йылды ыҫланған тауыҡһыҙ йәки ҡаҙһыҙ ҡаршы алһамы? Ҡурҡыныс төштә лә быны күҙ алдына баҫтырып булмаҫ ине. Ә бына быйылғы табында винегрет һәм бәрәңге менән алданырға тура килә.
Телефон шылтыраны. Уны ашығыс рәүештә эшкә саҡыралар, аварияларҙы теркәргә кеше етмәй икән. Хапов эстән генә һүгенеп ҡуйҙы. Яңы йылға тиклем сәғәт ярым ғына ҡалған бит әле. Ҡатынының һуҡраныуын тыңламаҫ өсөн йәһәт кенә кейенде лә урамға ашыҡты, «Тойота»һының моторын ҡабыҙҙы.
* * *
Ергә Яңы йыл килде. Төн уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, ГАИ хеҙмәте урынлашҡан бинала эш туҡтамай. Тимур стеналағы сәғәткә күҙ һалды. Авария булыуға инде өс сәғәттән ашыу ваҡыт үтте, һаман ошонан сығып китә алмай, нишләптер, уны һаман саҡыр-майҙар. Аптырап, кабинет ишеген үҙе шаҡырға булды.
– Рөхсәт итегеҙ?
– Көтөгөҙ, тип әйтелде бит һеҙгә. Зыян күреүсе менән бергә инерһегеҙ.
– Ул бит «Тиҙ ярҙам» саҡырып дауаханаға китте!
– Дә-ә, егет, хәлең бер ҙә көнләшерлек түгел, – инспектор башын сайҡап ҡуйҙы. – Зыян күреүсенең һаулығы ҡаҡшамаһын, тип телә. Әгәр мейеһе һелкенһә йәки берәй ере имгәнһә, һеҙгә енәйәт яуаплылығы һәм аҡсалата штраф янай. Хәҙер кешеләр бик тартынып тормай, миллионлап аҡса һорай.
— Рәхмәт, инспектор, һеҙ тыныс-ландыра беләһегеҙ...
Тап шул мәлдә ишек асылды һәм Сәлимә килеп инде.
* * *
— Гражданка, тимәк, һеҙҙең бер ниндәй дәғүәгеҙ юҡ һәм егетте судҡа бирмәйәсәкһегеҙ? — инспектор Хапов һаман ныҡышыуын белде.
— Һеҙ дөрөҫ ишеттегеҙ! — Сәлимә, уға аптырап текәлгән инспектор менән бөтөнләй һушы киткән Тимурға иғтибар ҙа итмәй, үҙ уйҙарына бирелде.
Атаһын тыңлап, дауаханаға барыуына ул шунда уҡ үкенгәйне инде. Үҙенә бер нәмә лә булманы, машина-һының бер фары ватылды ла багажнигы аҙ ғына сыйылды. Шулар өсөн кеше яҙмышын боҙорғамы? Бай принц булһа бер хәл, оҙон буйлы, ҡараштары янып торһа ла, машинаһына ҡарағанда ғәҙәти, ярлы студентҡа оҡшаған. Ә бит ул үҙен лайыҡлы тотто. Борғоланманы ла, аҡланманы ла, шундуҡ ғәфү үтенде, ғәйебен таныны, машинаһын йүнәтергә ярҙамын тәҡдим итте. Әлбиттә, Сәлимә атаһының кәңәшен тотоп, дауаханала бер нисә сәғәт булды, тейешле справкалар юлланы. Тик был ҡағыҙҙарҙың кәрәге теймәйәсәген үҙе лә аңлай ине. Нишләптер, авария сәбәпсеһенә күңелендә бер ниндәй ҙә асыу ҡалмағайны. Киреһенсә, йөрә-гендә ниндәйҙер йылы хис уянды, әйтерһең. Ҡатын-ҡыҙ тойомлауы менән был осрашыуҙың һуңғыһы түгеллеген һиҙҙе кеүек. Юлыма осрарға тейеш принц ошолор, бәлки?! – ҡыҙыҡ ҡына хис-тойғо ялмап алды ҡыҙҙың күңелен. Ә ниңә, принц һәр ваҡыт бай булырға, ыҫпай күренергә тейешме ни, бәлки, ул ярлы студент сүрәтендә киләлер?!
* * *
— Инспектор, Һеҙгә ҙур рәхмәт! — Тимур машинаһына табан атлаған Хаповты туҡтатты.
— Рәхмәт иҫертмәй шул! — инспектор көлөмһөрәп ҡуйҙы. — Ыҫланған ҡаҙ ҙа түгел, уны байрам табынына ҡуйып булмай!
— Тороп тороғоҙ! — Тимур елкәһен тырнап алды ла машинаһынан пакет һөйрәп сығарҙы. — Ыҫланған ҡаҙ бар бит минең! Дуҫыма алып китеп бара инем! Алығыҙ, иптәш инспектор, ихластан бирәм!
* * *
Әллә ни арала урамдар байрам ҡаршылаған халыҡ менән тулды. Боҙ майҙансыҡтарында иһә һабантуймы ни: балалар тауҙарҙан шыуа, йәштәр шаярыша, ҡыуыша, өлкәндәр һалмаҡ ҡына әңгәмәләшеп атлай. Тап шул мәлдә ГАИ бинаһы янынан өс автомашина ла бер үк мәлдә тигәндәй урындарынан ҡуҙғалды. Ҡыҙыҡ, Яңы йылды мул табын артында, иң яҡын туғандар һәм дуҫтар менән ҡаршыламаһалар ҙа, водителдәрҙең өсөһө лә матур кәйефтә ине. Бер аҙҙан «Тойота» яҡындағы урамға боролдо, ә ике машина, таҡтырылған кеүек, эйәртенешеп барыуын дауам итте, бер аҙҙан инде күҙҙән дә юғалдылар. Яңы йыл менән бергә егет менән ҡыҙ тормошона ҙур үҙгәрештәр килде, буғай.