-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
16 Декабрь , 20:47

Күрше хаҡы

Мәүлиҙә Сәфәрғәли ҡыҙы Әхмәтйәнова  – Мәсетле районы Теләш ауылы һылыуы. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Мәсәғүт педагогия училищеһында, Мәсетле район гәзитендә, Ямал өлкәһенең Тарко-Сале ҡалаһында мәктәптә эшләй. «Атайыма аҡ эшләпә», «Хуш, пулнамуч», «Бабайһыҙ әбейҙәр» исемле китаптар авторы. Әлеге ваҡытта Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәй.

Күрше хаҡы
Күрше хаҡы

Күршеләр ғүмер буйы татыу ғына йәшәне, Ғәлимә менән Хәтирәне әйтәм. Өйҙәре юл аша ғына булғас, аралашып көн итте. Был күршеләр тормошо бик байтаҡтан, әле был урамдағы өйҙәр һалына башлаған замандан уҡ килә ине.

Хәтирәнең бабайы Ғәбиҙулла, был оста тәүгеләрҙән булып торлаҡ ҡорорға йөрөгәндә, башындағы ҡояшҡа уңған кепкаһын артҡа шыуҙырып:

– Өйҙө ҡояшҡа ҡаратып һалғанда шәп булыр ине, – тине, тик тауҙай өйөлөп ятҡан сүплеккә бик оҙаҡ текәлеп торғандан һуң, күрһәткес бармағы менән генә башын тырнаштырып, – әммә был тиклемде таҙартыуы, ай-яй-яй, – ти.

Хәтирәнең:

– Хәҙер, сүплектә ҡаҙынып ятырға тимәгән, ана урманға таҙа ғына урынға терәйбеҙ ҙә һалабыҙ, – тейеүе ҡарар булып яңғыраны.

Улар йорт-ерен өҫкә, ҡайынлыҡ аҫтына индереп ултыртты. Уңайлы ғына урынлашһалар ҙа, ҡояш уларҙың өйөндә һуңғы ҡунаҡ булды.

Таң сыйылып, аҙ ғына яҡтылыҡ тарала башлағанда ла, ҡояш дилбегә буйы күтәрелеп киткәс тә, сағыу нурҙарҙы ҡосаҡ етмәҫлек ҡайындар ебәрмәй. Көн үҙәгендә ҡабат өй эсенә юл ябыҡ, уның берҙән-бер тәҙрәһен йорт ҡаралтылары ҡаплай. Эңерҙәге һүлпән нурҙар көн ауышҡанда ҡашығаяҡ тәҙрәләренә аҙға ғына сәләм биреп үтә, түр тәҙрәләренә күҙ һала һәм шуның менән вәссәләм.

Ә күршеләренең өйөндә ҡояш – ҡунаҡ түгел, ә үҙе хужа. Ул иртәнге алтын көлтәләрен бер бөртөк кенә булып уйылған йорт тәҙрәһе аша эскә ырғытып ебәргәндә хужабикә күҙен тырнап һыйыр һауырға сыға, ә Йәнғәли, йүгәнен яурын аша аҫып, атҡа китә. Ҡарт алашаның тояҡтары юлға һибелгән ташҡа бәрелеп, тимерлектәге сүкеш шикелле, «шаҡ-шоҡ» килеп ҡайтып еткәндә ҡояш нурҙары урамға ҡараған дүрт тәҙрә аша эскә тулып, ваҡ туҙан болотонан пәрҙә һуҙып, уларҙы әйлән-бәйлән бейетә лә башлай.

Был арала хужалар самауыр артында көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп, сәй эсә, бала-саға «шыта» башлай, береһе артынан икенсеһе өҫтәл тирәләй иртәнге сәйгә теҙелешә.

Төш ваҡыты үткәс, ҡояш ауыл яҡҡа ҡараған ике тәҙрәгә күсә, ә кис байып киткәнсе ҡашығаяҡты яҡтырта.

Бына шулай. Интегеүҙәре юҡҡа булманы, яратты ҡояш өйҙәрен, нурҙар менән эскә күтәренке кәйеф инде, уларҙың бала-сағаһы һәр ваҡыт йылмайып-көлөп торҙо, сир-сорға ла бирешеп барманы, мәктәптә лә маҡтанылар гел. Яҙ ишек алды ла тәүгеләрҙән ҡарҙан әрселеп, ҡорой һалды һәм күрше-тирә ҡыҙҙары көн оҙоно шунда «черта» һыҙып һикерҙе.

Тик был ҡояшҡа ҡарап ултырыу өсөн бик ҡыйбат хаҡ түләргә тура килде хужаларға – теүәл ун алты арба.

Буласаҡ өй хужаһы башта өйөн ауыл уртаһынан тауға менеп киткән юл ситенә мендереп ултыртырға уйлағайны. Тик ҡарттар, хә-ә-ҙер, килмешәкте түребеҙгә мендереп ултыртырбыҙ, китһен ана үрге осҡа, һалһын сүплеккә, тиҙәр.

Ни эшләтәһең, яратмайҙар килгән кешене  ауылдыҡылар.

Китә килмешәк ҡатыны менән сүплек яғына. Унда яҡшыраҡ урындарҙы алып бөткәндәр, буласаҡ күршеләре Хәтирәнең өйө урманға артын терәп, тәҙрәләре йылғаға ҡарап ҡуҡырайып ултыра, улар өлөшөнә Ғәбиҙулла «ай-яй-яй» тип ҡарап торған яр буйы ғына ҡалған.

Улар ҙа тәүҙә баш сайҡай, тик буласаҡ күршеләре кеүек ҡул һелтәмәй, ярай, ти ҙә икәүләшеп эшкә тотона.

Янырҙайын ҙур усаҡ дөрләтеп яндыралар, ут алмаҫын тейәп ике-өс саҡрым ары ятҡан урынға ташып, тәүгеләрҙән булып, иҫке сүптән яңы сүплек яһайҙар. Йорт-ерҙәрен кәртәләп, ожмах баҡсаһы уҡ булмаһа ла, ярайһы күркәм ергә әйләндереп ебәргәс, ҡап-ҡара балсыҡта сабаталай бәрәңге сүпләгән саҡта, балаларына элек был урында сүплек булғанын, унан ун алты арба сүп түккәндәрен һөйләр булды. Хәйер, улары ла ара-тирә килеп сыҡҡан туҫтаҡ ватыҡтарынан, тутлаған тимер-томорҙан ниндәй хазиналы урында ултырғандарын аңлағандар ине.

Күршеләр шулай һәүетемсә донъя көтә, балалар үҫтерә. Йәнғәли фермала мал ҡарай, ә Ғәбиҙулла, йәш сағында урманда лашман эшендә йөрөгәндә яңылыш бер күҙен ботаҡҡа төртөп имгәнеүе арҡаһында, башҡалар кеүек көнө-төнө колхоз эшендә иҙелмәй. Ул инвалидлыҡ дөкәмите алып, пенсияға сыға, ҡулы оҫта булғас, хәленән килгәнсе тырма яһап, һәнәк, салғы һаплап, үҙенә хеҙмәт көнө яҙҙырып ашлыҡ ала, өҫтәүенә, халыҡҡа ишек яңаҡтары, тәҙрә рамдары юна, эшләй, төрлө яҡлап аҡса һуға, ә инде йортонда нисек эшләүен, бер минут та тик тормағанын һөйләмәһәң дә була – күршеләр тормошо һәр ваҡыт күҙ алдында. Етмәһә, хөкүмәттән уға ай һайын бер тоҡ яҡшы он биреп торалар. Шуға Ғәлимә балаларына:

– Әнә, Хәтирәнекеләр өрөп тултырған кеүек, ә һеҙ аш ашаһағыҙ, итен ситкә этеп ултыраһыҙ, ауыҙ тултырып әпәкәй ашамайһығыҙ… – тиһә, оло ҡыҙы танау аҫтынан ғына мығырҙап телләшә:

– Аларҙың әпәйен ҡара ла, беҙҙекен ҡара…

Күршеләрҙең бала-сағаһы   урамға ап-аҡ булып ҡабарып бешкән икмәк күтәреп килеп сыҡһа, Ғәлимәнең ҡыҙҙарының ауыҙынан  һеләгәйҙәре  ағып төшә. Шуғалырмы, күрше малайҙары, бәлки, ҡыҙҙарҙы йәлләп, күмәсте кеҫәләрендә генә тотоп, семетеп кенә ашап йөрөй.

Колхоз ононан Ғәлимә бешергән әпәй килешмәй, ҡап-ҡара, етмәһә, ике ҡатлы булып бешә, тышы көйә, ә эсе сеп-сей була, күтәргеһеҙ ауыр ул әпәй, бешкәндең икенсе көнөнә үк кирбес кеүек ҡата. Ҡыҙҙарының  өҫтәл артында сырайҙарын һытып ултырғандарын күрһә, Йәнғәли:

– Тешегеҙ тешкә теймәһә – әпәй тип сәйнәгеҙ, – ти.

Сәйнәйҙәр инде, сәйнәйҙәр. Ҡайҙа барһындар…

Ғәлимә өсөн бының бер яҡшы яғы бар, Хәтирә көн ашанан бер икмәк бешерә, ә күрше ғаиләгә бер мейес бер аҙнаға етә лә ҡуя.

Ап-аҡ ондан тыш һуҡырҙар йәмғиәтенән Ғәбиҙулла ҡартҡа һәр төрлө пластинкалар ҙа килә, уларҙы тыңларға бөтә урам йыйыла.

Пластинка әйләндерә торған ундай нәмә ауылда башҡа бер кемдә лә юҡ. Ул патефон тип атала һәм бик ҡәҙерле әйбер булып түрҙә тора.

Ғәбиҙулла пластинкаларын бер үҙе генә тыңларға ярата, ҡап-ҡара ялтыр тәрилкәләр әйләнеп бөткәнсе бүлмә эсе төтөн менән тула, шуға малайҙарын да ҡаты тота:

– Тейәһе булмаң… Бармағы-ғыҙҙы сабып өҙөрмөн!

Тик уның һүҙҙәренә малай-ҙарҙың, уйлап бирҙе, ти, иҫтәре китмәй. Ҡарт берәй эш менән булып өйөнә оҙағыраҡ инмәй торһа, төпсөктө ишек төбөндә һаҡҡа баҫтыралар ҙа, патефонды худҡа ебәрәләр. Ҡарт солан ишеген асыу менән:

– Кереп килә-ә! – тип  Әмир ағаларын иҫкәртеп өлгөрә.

Нисек сыҙай тиң, Ғәбиҙулланың патефоны. Уны бик йыраҡтан ебәргәндәрҙер, ахыры, ныҡлы эшләнгән. Ул бәләкәй генә сумаҙан эсендә, тышында шыҡылдап ябыла торған ике төймәһе, ҡапҡасын күтәртеп ҡыҫтыртып ҡуйырға һыңар аяғы бар. Ҡулы ла берәү генә, уны  ҡара тәрилкә өҫтөнә һалыу менән тауыш сыға башлай. Әйтерһең, бәләкәс кенә кеше эскә кереп ултырған да һөйләй. Бала-саға өсөн үҙе бер мөғжизә.

Ҡайһы саҡта патефон тыңлап туйһалар, малайҙар  дөбөр-шатыр һуғышып та китә. Ете малай ер һелкетә, нисек әле дөбөр-шатырға өйҙәре сыҙай.

Ә йәй көнө уларҙың  ҡойроғон тотормон тимә, ҡара таңдан төнгә хәтлем балыҡ тотоп, һыу төшөп Һоя буйында яталар. Ҡорһаҡтары бушап китһә,  балыҡ янына икмәге, тоҙо кәрәк, олораҡтары кеселәрен өйгә ҡайтара, йышыраҡ Әмирҙе йүгертәләр. Ул өйгә ҡайтып эҙләнә торғас,  инәләре йәшереп, үҙе өсөн генә  тотҡан перәникте ҡуйынына тығып, тайырға ғына самалағанда, оло  ҡыҙҙары Фәзилә елтерәтеп ҡыуып алып сығып китә бурҙы... Алдан саптырған оҙон  ҡулдың аяҡ  табандары ғына ялтырап ҡала. Ҡайҙа инде ауыр кәүҙәле Фәзиләгә баҫҡан урынында ут өйөртөп торған  Әмирҙе  тотоу.

– Ҡайт әле, ҡайт ҡына... Күрһәтермен  мин  һиңә   күрмәгәнеңде... – тип, бите янып сыҡҡан апайҙары ене ҡубып Әмир юғалған яҡҡа йоҙроғон төйөп тора ла кире борола.

Төрлө саҡтары булды күршеләрҙең. Ғәлимәнең ҡарты, артығыраҡ һалдырып ебәреп, бала-сағаһын, ҡатынын пырхыратып өйҙән ҡыуып сығарһа, Хәтирә:

– Нейә алай була инде, был Йәнғәлиҙе әйтәм, эскәң икән, буйыңа һеңде-е-ер… Кит  инде, кит. Инде аҡыллы ғына кеше үҙе, эшкә лә шәп. Юҡ, әҙерәк ауыҙына  эләкһә... – тип енләнеп өҫтәл һуғып, өйҙә бер үҙе ултырған күршеһе менән тиргәшә-тиргәшә, юрғандар ташый, мендәр урынына иҫке фуфайкалар ырғыта:

– Тере кеше нисек тә һыя ул… – тип ҡыҙҙарҙы малайҙарының таҡыр баштары, туп шикелле, сыбар юрған аҫтынан күренеп ятҡан урындан ары, иҙәненең арҡырыһы – буйы теҙе-еп  йоҡларға һалыр ине.

Үҙенекеләр – туғыҙ бала, күршенекеләр – бишәү.

Бала-саға урынлашып бөтә. Ҡараңғыла шыпырт ҡына бышылдашып, ололарҙың  һөйләшкәндәрен тыңлап ята торғас,  барыһы ла мышылдап йоҡлап китә.

– Күрше хаҡына ғәфү итең инде. Борсойбоҙ һеҙҙе. Тәҙрәнән генә ҡарап киләйем әле. Өйгә ут төртөп ҡуймаһын, тип ҡурҡам… 

Ғәлимә артынан ишек шығырҙап ябыла, ул өйөнә ҡайтып китә. Тик оҙаҡ та үтмәй,  ҡабат ай яҡтыһында уның борсоулы йөҙө пәйҙә була.

– Шунан? – тип түҙемһеҙләнеп һорай Хәтирә.

– Шефир ҡайната..

– Йәш саҡтарын иҫенә төшөрәлер…

– Газды ғына һүндерһен инде…

«Ҡорх-ҡорх» йүткереп Ғәбиҙулла ла һүҙгә ҡыҫыла:

– Һүндерер, шефир яһарға башы эшләгәс, утын ғына һүндерер.

– Йә, бар,ҡыҙҙарың янына инеп ят, әллә нәмә лә эшләмәҫ, ултырыр шунда шиферен эсеп.

Ғәлимә, көнө буйы һике күрмәй тызаңлаған кеше, ҡыҙҙары эргәһенә һыйынып, башын мендәргә терәү менән йоҡлап та китә. Хәтирәнең дә тауышы тына, тик уның ҡарты ғына ыңғырашып бушамай, туҡ-тауһыҙ йүткерә, мейестең ауыҙын аса ла, шығырҙатып йүшкәне тарта. Күрәһең, ул шулай, төндәр буйы йоҡламай, тәмәке быҫҡытып сыға. Ул тартмай, төтәтмәй, һурмай, ә тап бына шулай… быҫҡыта.

Ҡарт көноҙоно ла тәмәкенән өҙөлмәй, ҡыш булһа, мейес ауыҙын яртылаш аса ла,  бер аяғын бөкләп ултырып тарта. Йылыла уның урыны  – йорт мөйөшөндә ярылмай ҡалған бер түмәр. Ултыра шунда  аяғын аяҡҡа һалып.

Ғәбиҙулланың тәмәке йөрөткән кисете лә бик матур. Уртаһына сәскә сигелгән бәрхәт тоҡто  ул  эргәһендә генә йөрөтә. Уның күкрәк кеҫәһендә һәр ваҡыт гәзит була. Ҡағыҙҙы ул дүрткә бөкләнгән еренән тигеҙ генә итеп йыртып ала, уның өҫтөнә бармаҡ остары менән генә семетеп, ҡалын ғына итеп тәмәке һалып сыға. Шунан уратып төрә лә, ирененә терәп, төкөрөгө менән йәбештереп ҡуя. Аҙаҡ, ауыҙға ҡаба торған яғынан ике яҡлап бөкләй ҙә, осон тоҡандырып ебәрә. Кем әйтмешләй, нимә урай, шуны тарта. Ул тәмәкене бармаҡ араһына ҡыҫтырмай, ә эскә ҡаратып тота. Шунан ирененә терәп, ләззәтләнеп быҫҡыта башлай.

Ҡайһы ваҡыт, ҡартының тартырына бөтһә, Хәтирә күҙе тоноп күршеләренә килеп керә:

– Ашай ҙа инде, тереләй ашай... Ҡайҙа, булһа, күрше хаҡына, үлтермә, үтескә генә биреп тор?

Артығы булмаһа ла, күршеһе уға бер ҡапты икегә бүлеп, яртыһын бирә, Хәтирә уны әллә ни итеп, күкрәгенә терәп алып сығып китә.

Ғәлимә күршеһе артынан, ә маҡтанырға яратала-а-ар, тип мығырҙанып ҡала.

Быныһы сер түгел, бигерәк тә Хәтирә килештереп  ебәрә:

– Беҙҙең  ҡарт кеүек оҫта бармы икән яҡын-тирәлә? Мостафа маташҡан була яһап – күтәргеһеҙ була бит уның тырмауысы... Ә беҙҙең ҡарттың… Уйынсыҡ  инде – уйынсыҡ. Ҡулыңда ғына тотоп торорһоң...

Армиялағы оло улы хаҡында һүҙ сыҡһа:

– Бик маҡтаған Әбдерәшитемде командирҙары... Рәсемде  ҡойоп  ҡуя, тигән. Ҡоялыр, ҡоялыр. Любый кешене күҙ асып йомғансы яһай ҙа ҡуя бит ул...

Яйы сыҡҡанда Ғәлимәнән шундай һүҙҙәр ҙә ишетелә:

– Эре генә булып ҡыланырға тиһәң, Хәтирәне генә ҡуш инде. Бер уйлап ҡараһаң, эреләнергә әллә ни сәбәптәре бармы инде? Кем әйтмешләй, күлдәктәрен  асһаң, үпкәләре күренеп тора.

 

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 11-се (2024) һанында уҡығыҙ.

Автор:
Читайте нас: