-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
4 Декабрь , 20:24

«Ике миҙгел бергә була алмай...»

Лилиә Рәхмәтуллина 1977 йылда Әбйәлил районы Ташбулат ауылында тыуып үҫкән. Белорет педагогия училищеһын тамамлағандан һуң ауылында  «Шатлыҡ» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эш башлай. Хеҙмәт бәхете менән һөйгән йәрен дә тыуған төйәгендә тапҡан Лилиә тормош иптәше менән баһадир биш ул тәрбиәләп үҫтергән. Бер ейән менән ейәнсәргә яратҡан өләсәй ҙә ул.

«Ике миҙгел бергә була алмай...»
«Ике миҙгел бергә була алмай...»

***

Илаҡ ҡыҙсыҡ көҙ, йәшен түгеп,

Иҫәнләште ҡырыҫ ҡыш менән.

Ике миҙгел килеп кис ҡауышты,

Ҡышым япты ергә аҡ елән.

 

Ике миҙгел бергә була алмай,

Ап-аҡ ҡыштар көҙҙө оҙатты.

Ҡаршылауҙар матур. Оҙатыуҙар

Күңелдәрҙә һағыш уятты...

 

***

Йоҡо ҡасты. Йоҡо алмай.

Күңелем дә тынғы тапмай.

Сабып сыҡты етеҙ уйҙар,

Тороп ҡалдым ҡапҡа япмай.

 

Ауыл йоҡлай. Уттар һүнгән.

Күптәр инде төштәр күрә.

Ярһып сапҡан уйҙарыма

Тотоп һалайыммы йүгән...

 

Ҡараңғы төн уҙып китеп,

Алһыу ғына таңы атыр.

Йөрәгемдең түрҙәренә

Күңел һиллеге лә ҡайтыр.

 

Йәнтөйәгем

Уралып ятҡан Урал тауым –

Ете ырыу төйәге.

Сал тарихын һаҡлай бөгөн

Ата-бабам һөйәге.

 

Ҡояш нурҙары сағыла

Көҙгө күлдең йөҙөндә.

Ебәк таҫма йылғаларың

Сылтырап аға төнөн дә.

 

Мең йәшәһен йәнтөйәгем –

Сыңрау торналар иле.

Юғалмаһын милләтемдең

Эй ғәзиз һутлы теле.

 

Йәнтөйәгем – күлдәр иле,

Әбйәлил һылыуы мин.

Ил ҡәҙерен мин белермен,

Илгенәм булһын имен.

 

Күрше хаҡы

Борон кеше күршеһенә

Ҡуҙ алырға тип ингән.

Усаҡтағы тере ҡуҙҙар

Араларын бәйләгән.

 

Инеп сыҡҡан арала

Хәл-әхүәл белгәндәр.

Яңы бешкән икмәкте

Ҡап урталай бүлгәндәр.

 

Ике өйҙөң араһында

Ел ҡапҡалары булған.

Бергә үткән туй, өмәләр,

Ҡыуаныс уртаҡ булған.

 

Тере ҡуҙҙай йылы булған

Күршеләрҙең араһы.

Бергә ашап, бергә уйнап

Үҫкән бала-сағаһы.

 

Күмәкләшеп, сөкөрләшеп,

Самауырҙан сәй эскән.

Ҡан туғандай яҡын күреп,

Йән йылыһын бүлешкән...

 

Ел ҡапҡалар хәҙер юҡтар,

Заманалар икенсе.

Тимер ҡапҡалар гел бикле,

Инә алмай үткенсе.

 

Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы,

Барын уртаҡ бүләйек.

Яҡшы күрше туған кеүек,

Ҡәҙерҙәрен беләйек.

 

***

Күңелдәрҙә тыуһын өсөн тылсым –  шиғыр,

Илһамсының булһын инде ыҡсым һүҙе.

Уҡығанға етһен өсөн шиғыр көсө,

Йөрәк ярып сыҡҡан һүҙҙең кәрәк үҙе.

 

Яҙыусының балҡып торһон яҡты йөҙө,

Бар йөрәктән һөйә белһен күкте, ерҙе.

Матурлыҡты күрә белһен үткер күҙе,

Күңелдәрҙә тыуып торһон маҡтау һүҙе.

 

Хәтер һандығы

Хәтерем һандығы бикһеҙ,

Хәтирәләр унда сикһеҙ.

Һәр береһен һалып ҡуям

Бөкләп, тәҫләп.

Ятып ҡалмаһын береһе,

Он(о)толоп, бәҫләп.

 

Сер йомғағын тағатмайым,

Һандығым төб(ө)нә һалам.

Хәтирәләрҙе яңыртып,

Бер һалам да, бер алам.

 

Күстәнәскә төрөп бирәм,

Тәмле генә татлы һүҙ.

Күңелемдең өйө көйлө,

Теймәһен тик яман күҙ.

Автор:
Читайте нас: