– Хеҙмәткә китһәгеҙ, борсолмай ғына йөрөрлөк булһын. Әсәйегеҙҙең кәртә-ҡураһын ипкә килтерәйек, егеттәр, – тине ул.
Килгән-киткән арала уларҙы эшкә өйрәткеләй йөрөнө ҡарт. Әле лә һайғауҙарҙы урманда уҡ самалап-яйлап алдылар ҙа ҡайтырға сыҡтылар.
– Һайй, ғүмер тигәнең... Хеҙмәткә лә йәшегеҙ етте бит, егеттәр! Имен генә йөрөп ҡайтырға булһын. Минән васыятмы, аманатмы, кәңәшме, тип ҡабул итегеҙ, уландар. Һеҙҙең арҡала әсәйегеҙҙең күҙендә йәш күренмәһен. Һеҙ тип йәшәй Зәлифә ҡыҙым. Ул – һеҙҙең дә берҙән-берегеҙ. Донъяла әсәйҙе бер кем дә алмаштыра алмай.
Егеттәр йөк бушатҡан саҡта, Ҡәнзәфәр ҡарт өйгә инеп, әҙер ашты ашаны ла, атын да туғартмай, ҡайтыуға табан боролдо.
Иртәгеһен иртә менән Яңы ауылдан бер малай һыбай ғына килеп ҡапҡа аша хәбәр һалып китте:
– Заһир, Таһир ағайҙар, бөгөн төндә Ҡәнзәфәр олатай китеп барған мәңгелек донъяға. Зәлифә инәйгә әйтегеҙ. Ә һеҙ тура бындағы зыяратҡа барырһығыҙ...
Бүләк
Уландарын хеҙмәткә оҙатып, тағы япа-яңғыҙы ҡалды Зәлифә. Көҙгө моңһоу көндәр башланды. Әлдә ҡул тоторлоҡ, көн үткәрерлек малы бар. Әлдә күңеленә ял биргән ҡул эшенә маһир. Әлдә уландары хаттан өҙмәй, йыш яҙалар, рәхмәт яуғырҙары. Тамам йоҡо баҫҡанға тиклем бәйләм бәйләп ултыра ла мал бағыр ваҡыт еткәнсе йоҡлап ала.
Ә бөгөн сәйер төш күреп уянды.
– Зәлифә ҡыҙым, тор, мин бүләк ебәрҙем һиңә! – тип хатта өндәге һымаҡ ишек асып ҡысҡырҙы Ҡәнзәфәр олатаһы.
Шулай ҙа асыҡ күренгән төш булыр икән! Йүгереп кенә бар ҙа ҡаршы ал инде...
Зәлифә торҙо, йыуынды, мейесенә ут яҡты, шунан малын бағырға сыҡты. Һыйыры быйыл ҡыҫыр ҡалды. Һаман һауҙыра.
Һарайының ишеген генә асҡайны, ҡолағына сабый тауышы ишетелде. Был ни булды бөгөн... Әле таңда күргән төшөнән айный алмай килә ине, сәйер ауаз тамам аптырауға һалды. Зәлифә тауыш ишетелгән яҡҡа ыңғайланы, тирә-яғын байҡаны. Һарай ишеге артындағы утлыҡсала ап-аҡ төргәк күреп тертләне. Ошо төргәктән сыға ине тауыш. Төргәкте ҡулына алды. Өйгә инде. Сабый әле генә йоҡоһонан уянған шикелле: ҡысҡырыуын ҡысҡырһа ла, ярһып иламай. Төргәкте тағата башланы. Бик хәстәрлекле әсә ҡалдырғандыр инде был баланы. Сараһыҙлыҡтандыр... Йә инде... Йүргәк таҫмаһы ҡыҙыл. Ҡыҙ бала. Таҫманы сисә башлағайны, тыуған ваҡыты, исеме яҙылған ҡағыҙ килеп сыҡты.
Зәлифә лып ултырҙы ла, тын алырға ла ҡурҡҡандай, өнһөҙ ҡалды. Шунан тәрән итеп көрһөндө: «Был ни булды? Төш түгел. Өн. Ә үҙе төштөң дауамы һымаҡ. Баланың исеме Бүләк тип яҙылған. «Ҡыҙым, һиңә бүләк ебәрҙем», – тине бит олатаһы төшөндә. Был ни ғәләмәт!»
Бала рәхәтлектән иҙрәп йоҡлап китте. Зәлифә һыйырын һауырға йүгерҙе. Әлдә һыйыры һыуалмаған. Бына бит сабый ризығы...
***
Әллә алмашҡа ебәрелдеме был сабый тегенеһенә?
«Теге сабый»... Зәлифә ҡыҙыулығы менән өйөнән ҡыуып сығарып ебәрһә лә, аҙаҡ төн йоҡоларын алды бит «теге сабый».
...Уландары көҙгө саҡырылыш хеҙмәткә алынғас, ҡыштың тәүге
бурандары һис уйламаған хәл-ваҡиғалары менән башланды. Көслө буран ваҡытында Зәлифәнең өйөнә бер ҡыҙ килеп инде.
– Зәлифә апай, әсәйем минең хәлемде белгәс, ҡыуып сығарҙы. Баланың атаһына барып йәшә, тине.
– Һин кем? Ниндәй баланың атаһы?
– Белмәйһегеҙме ни? Мин Таһирҙан йөккә ҡалғанмын.
– Таһирҙан??? Булмаҫ!!! Булмаҫ, тием. Мин уландарымдың икеһенә лә бик ҡаты әйттем. Улар никахһыҙ ҡыҙға теймәҫ! Кемдән ҡалғанһың ауырға, шуға бар. Күҙемдән юғал... Минең малайҙар үҙҙәре күргәнде башҡаларға күрһәтмәҫ... Електәренә хәтлем үтте улар ишеткән-күргән...
Зәлифә үҙенең, улдарының йылдар буйы нахаҡҡа рәнйетелеп, йөрәк башына ҡан һауҙыра килгән рән-йешен ошо ҡыҙ балаға әйтеп ҡалырға теләгәндәй, әр һүҙҙәрен йәлләмәй ҡысҡырҙы. Ҡыҙыҡай ишетмәй ҙә ине шикелле. Сығып йүгерҙе. Көрткә бата-бата ҡапҡанан саҡ сыҡты ла йығылды. Башҡаһын иҫләмәй...
Фермала бер һауынсы ауырып китеп «тиҙ ярҙам» саҡыртҡандар икән, әмәлгә ҡалғандай, улар, юлда йығылып ятҡан ҡатынды күреп, машинаға тейәп ала. Бала табыу йортонда йәш әсәне ҡотҡарып алып ҡалалар, тик бала үле тыуа.
Айҙар үткәс, Таһир әсәһенән ғәфү үтенеп хат яҙа, хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ул ҡыҙға өйләнәсәген иҫкәртеп ҡуя. «Әсәй, ейәндәрең тик никахлы, атайлы ғаиләлә генә үҫәсәк!» – тип өҫтәй хатына.
«Кем белә, бәлки, Таһир алдан иҫкәрткән булһа, бындай хәл килеп сыҡмаҫ та ине...» Ҡышҡы бурандар мейес мөрйәһен эс бошорғос итеп геүләтә башлаған саҡтарҙа, Зәлифәнең түгелеп илағыһы килә. Тыумайынса үлгән сабыйҙы йәлләй. Буран һалған көрт ишелеп төшкән кеүек, күҙ йәштәре бер аға башлаһа, тыйылып булмаҫ, тип, үҙен тота килә ине...
Ошо хәлгә бер йыл да үтмәй яҙмыш Бүләк алып килеп тотторҙо. Иң ҡыуанғаны уландары булды: «Ҡалай шәп булған, әсәй! Яңғыҙ зарыҡмаҫһың», – тип яҙҙылар.
Шулай килеп инде сәйер ғүмер кисергән ғаилә ҡосағына Бүләк. Мәшәҡәттәре, ҡыуаныстары, йыуаныстары менән. Яғымлы, һөйкөмлө бала булды. Зирәк тә ине. Алты йәше лә тулмайынса уҡырға барҙы. Тиҫтерҙәренән бер йыл алда аттестат алды. Инде уҡырға китер был бала ла. Ағайҙары ҡалаға саҡыра. Үҙебеҙ ҡарап уҡытырбыҙ, тиҙәр. Шөкөр, игеҙәктәр икеһе лә ғаиләле, татыу ғүмер итә, өсәр балалы атай булып киттеләр. Теге сабыйҙың әсәһен йортона килен итеп төшөрҙө Зәлифә. Бүләк яңғыҙы түгел. Шөкөр. Туғанлы.
Ошондай уйҙар менән алдағы көндәрен хәстәрләп йәшәп ятҡанда Яңы ауылдан бер егет менән килеп инде ҡыҙы. «Мин – Ирхан», – тине, үҙен таныштырып, егет. Ирхан мыҡты кәүҙәле, ирҙәрсә күркәм йөҙлө. Өйләнмәгән. Бүләктән байтаҡҡа өлкән.
Зәлифә сәй ҡуйҙы. Егет мул ғына итеп күстәнәсләнеп килгәйне.
– Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул, Зәлифә апай, мин Бүләкте бер ҡайҙа ла уҡырға ебәрмәм, тип уйлайым. Өйләнәм.
– Нисек өйләнәһең? Уның йәше никахҡа инерлек түгел дә баһа!
– Бөтә ғиллә шунда ла инде, Зәлифә апай. Әлегә никахҡа йәше етмәй. Ә беҙҙең балабыҙ булырға тейеш. Әсәйем әлегә Бүләкте ҡабул итмәй. Аҙаҡ яйға һалыныр ул. Миңә бөгөнгөһө ҡиммәт. Сабыйыбыҙ тыуғанда, атай булып, Бүләгемдең эргәһендә йүгереп йөрөргә тейешмен. Бер кемгә лә биргем, бер ҡайҙа ла ебәргем килмәй һөйгәнемде. Беҙҙең йәндәребеҙ күктәрҙә ҡауышҡан, апай... Һин Бүләккәйгә асыуланма инде. Ғәйеп миндә. Хәйер, тыуаһы балаға йән биреү ғәйеп түгел дә бит. Тик бына кеше уйлап сығарған ҡанундарҙы аша атлау ғәйеп һанала. Әммә уныһы ла яйланыр. Бына-бына ун һигеҙе тула бит Бүләккәйҙең.
Зәлифә телһеҙ ҡалды. Бер килке өнһөҙ-тынһыҙ ултырҙы. Шунан ҡапыл ғына зиһенен ниндәйҙер ҡарар яҡтыртып ебәрҙе. Күҙ алдына Ҡәнзәфәр олатаһы килде. «Ҡыҙым, яманды үҙенән дә яманыраҡ булып, тамырынан ҡороторға хәлеңдән килһә генә ҡаршы сығырға кәрәк. Юғиһә, оторо ярһытаһың ғына. Яҡшылыҡ менән туҡтатыу сараһын күрергә кәрәктер ул...» Олатаһының үҙ тауышҡынаһы булып ошо һүҙҙәре хәтеренә килде.
Ул балаларға алмаш-тилмәш күҙ ташланы. Йылмайҙы. Уның өндәшмәй ҡалыуын тын ғына ҡарап ултырған Бүләк менән Ирхан ҡапыл аптырап китте, Зәлифә һикереп торҙо ла әллә ҡасандан бирле буш торған бүлмә ишеген шар асып:
– Бына һеҙгә бүлмә, балаҡайҙар! Йәшәгеҙ әйҙә. Таһир менән Заһир ҡаланан фатир алды. Улар ҡайтмаҫтар ҙа. Ә был әсәйем менән атайымдың бүлмәһе ине...
***
– Әсәй, балаға исемде һин ҡуш. Беҙ ҡайтыуға исем әҙерләп тор! – тип яҙғайны Бүләккенәһе бала табыу йортонан. Бөгөн бына алып та ҡайттылар инде. Зәлифә йыуындырышты, тәрбиәләште. Ирхан кейәүе өлтөрәп тора. Бүләк ауыҙ асып өлгөрмәй, эргәһенә йүгерә. Малай-ҙарҙың атаһы менән сағыштыра ла аптырай Зәлифә. Уға сабыйҙар бармы-юҡмы – барыбер ине. «Илатма шуларҙы... Йоҡо бирмәй-ҙәр», – тип талап ҡуя ине.
Ә был кейәү... Күҙ генә теймәһен. Шул тиклем дә бала йәнле икән? Бәхетле генә булһындар.
Зәлифә, иртәнсәк малға сығайым тип, ишек асырға үрелгәйне, көҙгө алдында оҙон сәстәрен тағатып баҫып торған Бүләккәйен абайлап ҡалды. Йөҙө тотош балҡый, бар булмышын солғап алған бәхете ваҡ-ваҡ ҡына йондоҙҙар булып өҫтөнә яуып торған һымаҡ. Уның ғәжәп һөйкөмлө йылмайыуын икенсе ишек яғына һөйәлгән Ирхан да ҡарап тора икән. Бүләк әсәһен күреп ҡалды ла килеп ҡосаҡлап алды.
– Әсәй, әсәкәйем, мин – иң бәхетле! Беҙҙең балаларыбыҙ күп-күп буласаҡ. Бер ауыл. Ошо ауыл тулы. Беҙ Ирхан менән шулай һөйләштек. Ә һин иң бәхетле өләсәй булырһың, әсәй!
Зәлифә ҡыҙының арҡаһынан һөйөп, сөм-ҡара сәсен һыйпаны, тик бер ни ҙә өндәшә алмай ине. Шатлыҡ йәштәре тамағына төйөлгәйне. Мендәрен шатлыҡ йәштәре сылатыр бөгөн. Ул түгелеп иланы. Ҡолағында:
– Әсәй, әсәкәйем, мин иң бәхетле! – тигән һүҙҙәр яңғырап торҙо.
(Аҙағы. Башы 9-сы һанда.)
Рауил ШӘЙХЛИСЛАМОВ һүрәте.