-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
10 Ноябрь , 18:48

«Беләм, тиҙҙән һөйөү ағасымдан Һуңғы япраҡ төшөр өҙөлөп...»

Фирүзә Абдуллинаның исеме шиғриәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Күңеле тулы  йыр-моң булған  ижадсының тормошсан, ябай ғына шиғырҙары  халыҡсан фәлсәфә, тәрбиә менән һуғарылған. Баймаҡ районы Шүлкә ауылы һылыуы мәктәп йылдарынан әҙәбиәткә ғашиҡ. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт һәм рус филологияһы факультетында уҡығанда «Ашҡаҙар» ижади түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә ул. Бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған мәртәбәле уҡытыусы Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында матур итеп донъя көтә. Ул  – «Барыһы ла яҡшы буласаҡ!»,  «Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!», «Ихлас күңелдән!», «Әсәйем һабаҡтары» исемле китаптар авторы. Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарына йөҙгә яҡын йыр ижад ителгән.

«Беләм, тиҙҙән һөйөү ағасымдан Һуңғы япраҡ төшөр өҙөлөп...»
«Беләм, тиҙҙән һөйөү ағасымдан Һуңғы япраҡ төшөр өҙөлөп...»

Тағы ла көҙ...

Тағы ла көҙ. Өр-яңы көҙ килә.

Япраҡтары әле уңмаған.

Төндә ҡасып килгән ҡырауҙарҙан

Сәскәләрем әле туңмаған.

 

Йәшел ағастарҙа һирәк кенә

Һары япраҡ күҙгә салына.

Ҡара-йәшел ҡаты үләндәрҙең

Һирәк-мирәк осо саллана.

 

Зәңгәр күктә ҡоштар эркелешеп

Туплана ла ҡабат тарала.

Саф һауала һалҡын тынын тоям –

Көҙөм килгән ҡайһы арала?

 

Булыр әле, булыр! Ялҡынланып

Балҡыр әле саған-уҫаҡтар.

Сыуағым да үтер. Һағындырып

Иҫкә төшөр әле был саҡтар...

 

Көҙ башланып тора. Иң матур мәл!

Шатлыҡ, һағыш йөрөй йәнәшә.

Йәшәү йәмен белгәндәргә генә

Һәр яңы көн бәхет өләшә.

 

Рөхсәт ит...

Күҙҙәреңә бөгөн һағыш батҡан,

Һорарға ла ҡурҡам сәбәбен.

Юҡ, мин һинән һис тә шикләнмәйем,

Уйламайым тәртип-әҙәбен.

 

Ниндәйҙер бер яраң асылған да,

Йәнең тынғы тапмай, күрәһең...

...Һин бит минең эсем бошҡан саҡта

Хәсрәтемә бергә керәһең!

 

Икәү бергә күргән ҡайғы-хәсрәт

Борсой микән һинең күңелде?

Уларҙы бит уртаҡ күтәргәйнек?

Минең дә бит йәшем түгелде!

 

Күҙҙәреңә бөгөн һағыш батҡан,

Барыһы ла үтә, сабыр көт.

Уртаҡлашһам, тик яртылаш ҡалыр,

Бүлешергә, зинһар, рөхсәт ит...

 

Һуңғы япраҡ

Күҙҙәреңде минән йәшерәһең,

Һөйләр һүҙҙәрең дә икеле –

Өҙөлдө лә төштө ышанысым,

Көҙгө һары  япраҡ шикелле.

 

Һөйөү ағасымдың япраҡтары

Һирәгәйгән инде, һарғайған.

Әллә инде һинең һөйөү ялған,

Әллә минең һөйөү ҡартайған?

 

Тура ҡарамағас күҙҙәремә,

Ышанмайым тәмле һүҙеңә.

Тик ышаныс барҙа һөйөү йәшәй –

Ялғандарың  булһын үҙеңә!

 

Күп ҡалмаған инде. Күңелемдән

Күптән инде бөттөм төңөлөп.

Беләм, тиҙҙән һөйөү ағасымдан

Һуңғы япраҡ төшөр өҙөлөп...

 

Бәхетле бул, ҡыҙым...

Ҡыҙ баланы үҫтерәбеҙ

Ҡурсалап, һөйөп.

Ел-ямғыр тейә күрмәһен

Ҡыҙыма, тиеп.

Бурандарҙан ышыҡлармын

Һалҡын ҡышын да...

Бәхетле бул, ҡыҙыҡайым,

Үҙ яҙмышыңда.

 

Бәләкәс ҡулдарын һаман

Һуҙалыр кеүек,

Уны уйлап ҡына ғүмер

Уҙалыр кеүек.

Изге кешеләр осраһын

Ҙур тормошоңда.

Бәхетле бул, ҡыҙыҡайым,

Үҙ яҙмышыңда.

 

Ҙур үҫһәң дә, минең өсөн

Һин һаман сабый.

Был донъя ҡатмарлы, ҡыҙым,

Ул түгел ябай.

Киләсәк һинең ҡулыңда,

Бар булмышыңда.

Бәхетле бул, ҡыҙыҡайым,

Үҙ яҙмышыңда.

 

«Илағым»

Күҙ йәштәрем керпек остарымда –

Әллә нишләп килә илағым,

Йылмаяһың, күҙҙәремә ҡарап:

– Нимә булды тағын, илағым?

 

Ҡояш нурҙарынан кипкән ысыҡ –

Ҡапыл юҡҡа сыға йәштәрем!

Бөтә һағышымды оноттора

Һинең иғтибарың, хәстәрең.

 

Һәр бер ҡарашыңды, һәр һүҙеңде

Тик һөйөүгә килә юрағым.

Мин иларға әҙер, һин яратып

Әйтер булһаң әгәр: «Илағым!»

 

Йәшәп үтә алһам икән...

Күреп һәр көн таң яҡтыһын,

Был донъяның тик шатлығын,

Яуған ҡарҙарҙың аҡлығын,

Күңелдәрҙең тик сафлығын

Йәшәп үтә алһам икән...

 

Бар донъяға һөйөп ҡарап,

Сәстәремде елгә тарап,

Һандуғастар моңон тыңлап,

Дәртле, матур йырҙар йырлап

Йәшәп үтә алһам икән...

 

Юғалтыуҙар күрмәй генә,

Ҡайғы-хәсрәт белмәй генә,

Күҙ йәштәре түкмәй генә,

Донъяларҙы һүкмәй генә

Йәшәп үтә алһам икән...

 

Рәнйемәйсә яҙмыштарға,

Үкенмәйсә яңылыштарға,

Алданмайса алҡыштарға,

Ваҡытлыса балҡыштарға

Йәшәп үтә алһам икән...

 

Усаҡтарға өҫтәп ҡуҙҙар,

Күңелдәргә һалып нурҙар,

Нур ҡалдырып, йыр ҡалдырып,

Йондоҙ кеүек, эҙ ҡалдырып

Йәшәп үтә алһам икән...

 

Булһа булһын тормош – көрәш!

Тоғро  дуҫтар булһын йәнәш,

Һөйгәндәрем булһын янда,

Йәшәү дәрте булһын ҡанда,

Барыр юлдар булһын алда!

Автор:
Читайте нас: