-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
30 Октябрь 2024, 16:24

Иң бәхетле

Гөлнур Бураҡаева милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәре Мәрйәм һәм Диҡҡәт Бураҡаевтарҙың башҡорт рухлы ғаиләһендә тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән ижади мөхиттә тәрбиәләнгән һылыу Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының режиссерҙар әҙерләү бүлеген тамамлай. «Ҡыңғырау» студияһы ойоштороп, «Башҡорт мәҙәниәте. Тормош һабаҡтары» уҡыу предметы буйынса дүрт видеокассета сығара.Уның «Заһиҙә» исемле легенда-фильмын яратып ҡабул иттеләр. Ҡаты ауырыу менән көрәш барышында ул донъяның матурлығын ҡылҡәләм аша һүрәттәрендә сағылдыра, тормош ысынбарлығын фәһемле хикәйәләрендә бәйән итә. «Иң бәхетле» әҫәрендә лә ҡатмарлы кеше яҙмыштары, ҡатын-ҡыҙ бәхете, быуындар бәйләнеше, изгелек һәм яуызлыҡ төшөнсәләре бар тулылығында сағылыш тапҡан.

Иң бәхетле
Иң бәхетле

Хикәйә

 

Зәлифә

Өндәшмәҫерәк ҡырыҫ ҡатын ул Бүләктең әсәһе Зәлифә. Әммә шул тиклем күркәм, матур йөҙлө. Һоҡланып туйғыһыҙ. Быны бер көн айырыуса асыҡ тойҙо Бүләк. Әсәһе уны көҙгө алдына ултыртты ла сәсен тарай башланы. «Сәс тарарға өйрән, балам. Беҙҙеке һымаҡ ҡалын сәсте яҙып алыуы ҡыйын ул. Уның үҙ яйы бар», – тине. Ә Бүләк әсәһенең һәр хәрәкәтен, сәсен аҙлап ҡына бүлеп, осонан башлап ипле генә итеп тарауын күҙәтте. Шунан ҡапыл ғына әсәһенең йөҙөнә баҡты... Ҡараны ла... сәс тарарға өйрәнеү онотолдо... Кеше шулай ҙа матур булыр икән! Сәсе һумала һымаҡ сөм-ҡара, үҙе әйтмешләй, бүлеп-бүлеп тарамаһаң, яҙып алғыһыҙ ҡалын. Керпектәре оҙон. Аҫҡа ҡарап Бүләктең сәсен тарап торғанда, ҡуйылығы аша ҡарашы ла һиҙелмәй. Әле бына, уны яратып, шул тиклем һөйкөмлө йылмая: Ер шарындағы бөтөн кешеләр ҙә һоҡланыр ине уға. Бүләк әсәһенә текләп ултырҙы-ултырҙы ла, уйҙарының дауамы итеп: «Ни эшләп мин дә һинең кеүек сибәр түгел икән?» – тип ҡысҡырып әйтте лә ҡуйҙы, иламһырап. Үҙе лә абайламай ҡалды.

Әсәһе сәс тарауын дауам итте. Ҡыҙының был һүҙҙәренә әллә ни аптырамағандай ғына: «Бөтә әсәйҙәр ҙә донъяла иң матуры була ул, ҡыҙым. Әсәй булғас, һин дә иң сибәре булырһың», – тине. Бүләк өндәшмәне. Әсәһенә ышанды. Нисек ышанмайһың? Әсәй бит ул. Өҫтәүенә, сибәр әсәй. Матур кеше алдамай инде. Ә шулай ҙа күңелен икеле уйҙар солғаны. Нисек инде әсәй булғас, матурланам?.. Керпектәрем оҙон булып китәме? Күҙҙәрем ҙураямы? Танауым ыҡсымланамы?»

Бүләктең танауы өсөн бигерәк тә йәне көйҙө. «Ана бит Таһир менән Заһир ағайҙарымдың танауҙары бәләкәйҙән ҡырлас ҡына», – Бүләк шулай  уйланы, әммә әсәһенә өндәшмәне.    

 

***

«Эй бала... Балаҡай ғына. Үҫмер саҡта шул инде: матурлыҡ тураһында ғына ҡайғыртыла. Башҡаһы төшкә лә инмәй», –  тип уйланы Зәлифә.

Ҡыҙын тынысландырыуын тынысландырҙы ла... Тик күңелендә ғүмерлек төйөр булып йөрөгән, әленән-әле үҙен һиҙҙереп алған йән ҡарайтҡыс һыҙланыуҙары ҡалҡты ла сыҡты. Матурлыҡта ғына булһа икән  әҙәм балаһының бәхете?  Нимә бирҙе уға күҙ ҡамаштырырлыҡ һөйкөмлөлөк? Әсә иркәләүе күрмәне. Ул иртә үлгән. Зәлифә хатта төҫөн дә хәтерләмәй.  Атаһы ла иртә донъя ҡуйҙы. Ярай әле, Зәлифә үҙ аллы донъя көтөрлөк булып ҡалды. Үҙ аллы йәшәй алды ла бит...

...Йылға ауылға яҡынлаша башлағас, ауылдаштары бер булып икенсе урын һайланы, өмәләр яһап, өйҙәрен күсертте. Кемеһелер яңынан да һалды, ҡайһылары һипләтеп элеккеһен бөтәйтте. Атаһы иҫән ине әле ул саҡта. «Бөтөн нәҫелебеҙ ошонда төйәкләнеп йәшәгән, бер ҡайҙа ла күсмәйем», –  тип ҡуҙғалманы. Әммә был үҙһүҙлелектең ҡырын яғы япа-яңғыҙ ҡалған ҡыҙына төштө. Бәләкәй сағында, шул ауылға барып, балалар менән уйнап ҡайтҡылай ине лә, үҫә бара матурлығы ҡамасауланы. Ҡыҙҙар сыр-сыу килешеп, сәсенән тартҡылап ҡайтара башланы. Егеттәр араһында ла ығы-зығыға, дөмбәҫләшеүгә ул сәбәпсе ине. Шуға тиңдәштәре менән дә аралашмаҫ булды ҡыҙсыҡ. Атаһы үлгәс, йүгерә-атлай магазинға ғына барғыланы Яңы ауылға. Шулай тип атаны ла ҡуйҙылар яңы барлыҡҡа килгән ауылды. Зәлифә йәшәгәне Иҫке ауыл булып ҡалды. Ә бына әллә ҡасандан килгән ҡушамат икеһе өсөн дә һаҡланды. Элек-электән «Оҙон теллеләр ауылы» тип йөрөтәләр ине. Ошо исемде тағыуға сәбәпсе булған ҡайһы берәүҙәрҙең күҙенә салынмаҫ, теленә эләкмәҫ өсөн үҙ эсенә лә, йорт ихатаһына ла бикләнде лә ҡуйҙы матурҡай.

Әлдә генә бауыр баҫыр таянысы ла, кәңәшсеһе лә Ҡәнзәфәр олатаһы булды. Атаһының йән дуҫы ул. Атаһы иҫән саҡта ла килә һалып етер ҙә, оҙон-оҙаҡ хәбәргә төшөп ултырырҙар, йә берәй эшендә бергәләшер ине. Әле лә килә, ниндәй ҙә булһа эшен  таба,  берҙән-бер һыйыр менән башмаҡтың, бер-ике кәзәнең кәртә-ҡураһын ипкә килтерә. Һәр хәлдә, яңғыҙ ҡыҙ баланың донъяһына ир ҡулы теймәй торманы. Бөтмөр генә йорт-ҡураһының бәҫе китмәне. Дуҫының донъяһын да үҙенеке кеүек баҡты Ҡәнзәфәр. Ҡан туған түгел ул, атаһының бәләкәйҙән бергә уйнап үҫкән яҡын дуҫы. Атаһы әйтмешләй «айыу һунарына бергә барырлыҡ дуҫ».  Һүҙгә оҫта Ҡәнзәфәр олатай. Мәрәкәләре менән көлдөртөп тә алғылай. Баҡтиһәң, йәш саҡта Зәлифәнең атаһы менән икеһе лә  ғашиҡ булған  Ғәрифәгә – Зәлифәнең әсәһенә. Ҡәнзәфәр олатаһының үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, «оҙағыраҡ уйлайым шул мин. Ығышмын. Шуға күп нәмәнән мәхрүм ҡалам». Ғәрифәгә лә  ҡоҙа ебәрәм тип,  йыйынғансы,  дуҫ ҡоҙалап та тормаған, туп-тура үҙе барып, Ғәрифә һыйлымды етәкләп алған да ҡайтҡан. «Аҡыллы аҡыл уйлағансы, иҫәр эшен бөтөргән», – тип хахылдап көлә-көлә никах туйына саҡырған Ҡәнзәфәр дуҫын. «Туған һымаҡ булды ул атайың. Туғанға көнләшмәйҙәр. Бәхет теләнем», – тип көрһөнөп тә ала йәш саҡтарын иҫләгән минуттарында. Ул да яңғыҙы бит. Ҡарсығын ерләгән, балалары ҡалала. Район үҙәгендә йәшәгән улы ғына аҙна һайын ҡайтҡылап китә. Дуҫының ҡыҙын үҙ балаһындай яҡын күрә ҡарт. Тик: «Анау тиклем матурлығы менән яңғыҙы ҡартайырмы икән?» – тип борсола кеше менән аралашмағас, ҡырыҫыраҡ холоҡло булып киткән Зәлифә өсөн. Һөйләшә-көлөшә оҙаҡ итеп сәй эскән саҡта, ошолай уйланып ултыра ла, ҡапыл ҡарашын ситкә алып: «Их, дуҫҡайым, ҡыҙҙы танау аҫтынан тигәндәй алып сығып киттең дә бәхетле итә алманың...» – тип, тәүәккәл булмағанына үҙен битәрләп, уфтанып ҡуйыр ине. Әлеге аҡылым егет саҡта булһа... Дуҫлыҡ ул дуҫлыҡ менән, ә һөйөү ҡурсаҡ уйыны түгел. Ҡайтар ҡыҙҙы кире. Һайлаһын үҙе», – тип егеттәрсә ҡыйыу аҙым эшләргә ине лә бит! Их, Ҡәнзәфәр, Ҡәнзәфәр! Өҙә генә хәл итә алмауың нисәмә яҙмышты боҙҙо... Ошо ҡыҙ баланың бәхетһеҙлеге лә һинең намыҫыңдалыр – шул үтә ипле булыуыңдан түгелме... Ҡәнзәфәр тубыҡтарына һуғып, сәсен йолҡҡоларҙай булып ултыра бирә лә Ғәрифәне күҙ алдына килтерә. Ҡәнзәфәр уларға килеп инеү менән, ҙур ҡара күҙҙәрен тултырып ҡарар ҙа, башҡа уның яғына ҡараш һирпеп тә  алмаҫ ине. Ҡәнзәфәр ошо бер ҡараш өсөн генә хәл белергә килгеләй торғайны. Оҙаҡ йәшәмәне йән генәм. Йә Зәлифәгә иптәшкә тағы бер бала ҡалдырманы. Их, Ҡәнзәфәр... Нисәмә яҙмыш... Юҡ, үҙ ҡатынын яратты ул. Аҡыл менән яратты. Уның үҙенә булған һөйөүен тәрән ихтирам итте. Бер генә лә күңел китерлек ауыр һүҙ әйтмәне. Хатта берәй абайламайыраҡ, ишетмәйерәк ҡалған һөйләмен ҡабатлап әйткәндә лә:  «Әү, кәләш, аңғармай ҡалдыңмы? Әллә ауыҙ эсенән генә мығырҙаным да ҡуйҙым инде...» – тип ҡабатлар ине һүҙен. Берәй нәмәне иҫкәртер булһа: «Әү, кәләш, мине тыңла әле, әйҙә шулай итәйек, кәңәшең кәрәк», – тигән булып, күңеленә ауыр алмаҫлыҡ йомшаҡ итеп әйтер ине. Исемләп өндәшмәне кәләшенә. Яңылыш гел тел осонда йөрөгән исемде әйтеп ҡуйырмын, тип, һағыраҡ ҡыланды. Бер һүҙ менән ғүмерлеккә йәрәхәтләрмен  иртәнге ысыҡтай саф ҡына күңелен «әү» генәмдең... Ә дуҫының бер ниҙә лә эше булманы. Ауылда ғына түгел, тирә-яҡҡа сибәрлеге менән дан ҡаҙанған бер һылыуҙы үҙенеке итте, донъяһын матур көтә, кәләшенең бысағы майҙан, ҡалағы балдан өҙөлмәй, мул йәшәтә. Ауыл күскәс, ер-һыу иркен. Туғай тулы малы.  Кешегә тағы ни кәрәк?  Ҡатынының  үҙенә күңел беркетә алмауына иғтибар ғына ла итмәне.

Гөлт итеп балҡып торған донъя бәхет килтермәне шул Ғәрифәгә. Иртә китте. «Эй, дуҫ... Ғәрифәкәйҙе һин дә үҙеңсә генә яраттыңмы әллә? Башҡа өйләнмәнең дә ҡуйҙың бит. Баланы үгәй күҙенә ҡаратмайым, тип, өйләнмәүең, бәлки, дөрөҫ тә булмағандыр. Кем белә? Өйләнһәң, Зәлифә яңғыҙ үҫмәҫ ине... Яҙмыш ҡәләмдәре ҡулда булһа, былай яҙмаҫ инем тәҡдирҙе, тип йырлайҙар ҙа ул. Кем генә белһен инде нисек яҙһаң, дөрөҫ икәнен...»

Рауил ШӘЙХЛИСЛАМОВ һүрәте.

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2024) һанында уҡығыҙ.

Иң бәхетле
Иң бәхетле
Автор:
Читайте нас: