Көҙ сәләме
Ҡаҙаяҡтар һарғаялар –
Көҙҙән беренсе сәләм.
Тиҙҙән ҡайында елберләр
Алтын ҡайылған әләм.
Һыуыта. Йылыға иҙ(е)рәп
Йәшәүҙәр ҡалды артта.
Ямғырҙары ла йышланы –
Томаны өҫкә ҡалҡа.
Һарғайыр, алтынланыр ер –
Көҙ бит уңыштар мәле.
Йәй танһыҡлаған күңелдәр
Наҙға туймаған әле.
Ҡаҙаяҡтар һарғаялар –
Көндәре тартым көҙгә.
Елдәре лә, уҫалланып,
Берәмләп алма өҙә.
Хаҡ ҡушҡанса
Йәйҙе тейәп ҡайттым әле
Кәрзинемә мул итеп.
Быйылғы йәйҙең үҙ холҡо –
Убылып, бата итек.
Болот араһында ҡояш,
Үтер көн – тиҫбе-төймә.
Бәрәкәттәр булып яуһын,
Көн буҙарғанға көймә!
Һис үпкәм юҡ ямғырына –
Үҙе беләлер Мәүләм.
Йәй төҫө тип, сәскәләрҙән
Өҙөп алдым бер бәйләм.
Шөкөр генә итерлек бит
Һәр миҙгелдең мәлдәре.
Бәндә теләгәнсә түгел,
Хаҡ ҡушҡанса хәлдә беҙ.
Сеү!
Томан-биләүенән ысҡынды ла,
Ысыҡ имеп, тамаҡ туйҙырҙы,
Был – Таң ине – алһыу йөҙлө сабый,
Татлы йоҡоларҙан торғоҙор...
Нур-ептәргә осҡон-ынйы теҙеп,
Күҙҙәренә шатлыҡ сигелгән,
Был – Көн ине – буйға еткән һылыу,
Серле кисен көтөп тилмергән.
Ялҡын теле кеүек ҡыҙыл эңер,
Ваҡыт уҙыу менән уңалыр,
Был Кис ине – сабыр хол(о)ҡло әсә,
Ете үлсәп, тик бер ҡуҙғалыр...
Усағының ялҡындары һүнгән,
Йондоҙ-күмерҙәргә саң ҡуна,
Төн-өләсәй, йондоҙ-тиҫбе тартып,
Ғүмер түңәрәкләй яй ғына...
Сеү!..
Көлдә аунап бешкән көлсә төҫлө,
Төн пәрҙәһен йыртып Таң тыуа...
Ҡаялар
Быуаттарҙы яҫтап тауҙар тора,
Дәүерҙәрҙе терәп – ҡаялар.
Иҙел буйы ише хозур ерҙәр,
Әйтегеҙсе, тағы ҡайҙа бар?
Йышып ҡаҙағандай – ҡаяу ише,
Үҙ еренә ҡалҡан-таяу ише –
Ҡаяларҙа бөтмәҫ тынлыҡ бар,
Ҡаяларҙа рухҡа ымлыҡ бар!
Нәҡ Бөрйәндең ҡара башҡортондай
Ошо уйсан, тыныс ҡаялар
Ҡымшанмай ҙа заман елдәренә
Быуат ашаһынан бағалар!
Күпме тарих һаҡлай ошо таштар –
Бер Аллаһҡа ғына билдәле.
Өнһөҙ-тынһыҙ улар күҙәтәләр
Тормош-йәшәйеште илдәге.
Ирҙәр кеүек һүҙһеҙ. Олпат. Текә.
Иҙел генә буйы – ҡаялыҡ.
Хас ҡындағы хәнйәр – әле тыныс,
Оран ташла – килер саялыҡ!..
Иҙел генә буйы ҡая ла таш –
Һыуҙар йыуа ҡая итәген.
Ошо ерҙә тыуған йәндәр генә
Туң ташты ла яҡын итәлер.
Иҙел генә буйы – текә ҡая,
Борма-борма һыуҙың юлдары.
Ҡая булһын инде киләсәктә
Ергенәмә Бөрйән улдары...
Урман шишмәһе
Сылтырап аға урман шишмәһе,
Яңғыҙ моңлана, башҡа нишләһен?
Таштарҙы игәй һалҡын һыуҙары,
Батҡыл да һаҙмат уның буйҙары.
Сылтырап ята урманда шишмә,
Теште сәңкетә – аяғың сисмә!
Һалҡыны баҫа килеп һыуһынды –
Зәм-зәмдәй күреп, шундай ымһындым!
Сылтырап ҡына юрғалай түбән –
Ярҙарын баҫҡан еркәүек, күрән.
Яңғыҙ моңланған ошо шишмәне
Үҙемә моңдаш йән итеп күрәм.
Сылтырай бирһен, күңелен түгеп,
Ҡояш ҡыҙҙырһа, көнө күп түгел.
Алағуянға ашҡынып ята –
Һыуҙың һыуын да үҙ заты тарта.
Сылтырай шишмә – моңдары танһыҡ,
Ташҡа бәрелгәс, ҡояш та – ярсыҡ!
Ҡоромаһын йыр – урғылһын йылға,
Шашып ҡалыуы ямғырлы йылда...
Алмағастар һинһеҙ быйыл...
Алмағастар һинһеҙ япраҡ ярҙы,
Сәскәләрен ҡойҙо тағын да.
Өҙөлмәй ҙә ҡалған туң алмалар,
Әсәй, ана, һине һағына.
Әсәйһеҙ яҙ, әсәйһеҙ көҙ үтте,
Әсәйһеҙ ҡыш атлай янымдан.
Инселәнгән ғүмеремдең хәҙер
Мин әсәйһеҙ генә яғында.
Кәртә юҡ бит әсәй доғаһына,
Атай доғаһына юҡ кәртә –
Хаҡ динебеҙ иҫән саҡтарында
Ҡәҙерен бел, тиеп иҫкәртә...
Йәннәтенән урын насип итһен
Тапҡан, баҡҡан ғәзиз әсәмә.
Әсәй фатихаһы төшкән булыр,
Бәрәкәттәр татып йәшәһәм...
Көҙгө йыр
Көҙҙөң киндер күлдәгенә
Һиҙәп-бәшмәктәр тирткән.
Дымһыу һауа. Серек япраҡ
Еҫен килтерә иртә.
Ҡарағайҙың шырт сәсенә
Ҡояш әле үрелә.
Үтатмаға ҡала урман –
Шыҡһыҙ ғына күренә.
Мүк түшәге сыбарланған–
Япраҡтары – ямауҙыр.
Тош-тош ерҙә осратырһың
Оҫта үргән аҡ ауҙы.
Көҙ үҙенсә матур инде
Күрә белгән күңелгә:
Хәреф-япраҡтар кәйелә,
Өтөр-сәнскәк ҡойола –
Был көҙ үҙе, был көҙ үҙе
Бер йыр булып тойола!