-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
13 Сентябрь , 17:43

Баҡыяс

Хикәйә Йома көндө Фатимаға ҡот ҡойорға өләсәһе килде. Ҡыҙҙарының шыпа үҙгәреп ҡайтыуына, һаман да килделе-киттеле йөрөүенә ап­ты­ра­ған, күҙе һуҡырайып ҡуймаһын, тип ҡурҡҡан ата-әсәһе был йоланы атҡа­рыуға ҡаршы булманы. Ҡоймаҡ ҡо­йо­­лоп, йома сәйе әҙерләнде. Шул саҡ уларҙың өйө ҡаршыһына Фатимаға таныш әлеге машина килеп туҡтаны, унан матур кейемле ят бер ир менән ҡатын ғына төшкәнен күреп, ҡыҙ, тиҙ генә йомош тапҡан булып, һарайға сығып йәшенде.

Баҡыяс
Баҡыяс

Оҙаҡ ҡына ултырҙы ул иҫе китеп. Өләсәһе эҙләп табып, өйгә ингәндә, теге ят кешеләр, сәй эсеп бөтөп, уны ғына көтөп торалар ине. Рөстәм үҙе килмәгән, ата-әсәһен ҡыҙ һоратырға ебәргән, риза булһа, ҡунаҡҡа алып ҡайтырға ҡушҡан икән.  Үәт, мыҡты нәмә, өләсәһе  әйтмешләй. Фатиманың туғандары ла, килгән ҡунаҡтар ҙа – барыһы ла был сәйер хәлгә аптырау ҡатыш юғалып ҡалған. Ни булыр? Хәҙер Фатима хәтерләмәй инде нимә тип яуап биргәнен дә, нисек йыйынып, маши­наға сығып ултырғанын да. Төш булдымы, өн булдымы – уға барыбер ине. Шулай ҙа була икән. Ул үҙен таныманы, башҡалар  өсөн дә элекке Фатима юҡ ине инде.

Шулай йәшәп киттеләр, тип әйтеүе генә анһат хәҙер. Рөстәм – район етәкселегендә эшләгән билдәле кешеләр ғаиләһенән, тыумыштан зәғиф бала булған, хол­ҡоноң ауырлығы ла шунандыр. Әммә булдыҡһыҙ һәм мыжыҡ түгел. Яҡшы уҡыған, күп нәмәне китаптар аша үҙ аллы өйрәнгән. Бухгалтер һөнәре алып, район мәғариф бүлегендә эшләй икән. Компьютерҙар күренә башлағас та, бөтә күңелен шуға һалып, барлыҡ программаларҙы үҙ­ләштергән. Өйҙән ултырып ҡына тағы бер урында эшләй, ата-әсәһенән күптән башҡа сығып, үҙ фатирында йәшәй ине ул. Ҡыҫҡаһы, үҙ йүнен үҙе күрә. Фатима уны бер күреүҙән ярат­ҡанғамы, бер генә етешһеҙлеген тапманы, уға һоҡланып, һәр эшенә, һәр һүҙенә иҫе китеп, хайран ҡалып йәшәне. Шундай аҡыллы, талантлы, матур егет тормош юлдашы итеп ниңә уны һайлағанын ғына аңла­маны ул. Ярай әле, һыйыр һөҙгән күҙе тиҙ йүнәлде, эҙе лә ҡалманы. Һәр яҡлап иренә тиң булырға, уға ярҙам итергә тырышты бәхетле ­ҡатын. Юҡ, улар өйҙә генә ултырманы, парлашып төрлө ерҙәргә йө­рөнө. Ирен ҡултыҡлап атлай алмаһа ла, Фатима уның коляскаһы янынан барыуы өсөн дә шат һәм ғорур ине. Социаль селтәрҙәрҙә дуҫтары күп Рөстәмдең, төрлө йәмәғәт эштә­рен­дә әүҙем ҡатнаша, мохтаждарға яр­ҙам ойоштора, йыйындарҙа сығыш яһай, сит илдәргә сәйә­хәткә йөрөйҙәр. Фатимаға ла, иренә тиң булыр өсөн, күп уҡырға, күп нәмәгә өйрәнергә тура килде. Ҙур урындарҙа үҙен тоторға, нисек кейенергә, нисек һөйләшергә – хәҙер оялып тормай, барыһын да иренән һорай, ә ул интернеттан кәрәк мәғлүмәтте табып бирә. Бына бит, Фатима ла бер аңра ауыл ҡыҙы түгел икән дә, барыһын да тиҙ генә һеңдерә, өйрәнә һала, белергә  ынтыла. Иренең кәңәше һәм ярҙамы менән ситтән тороп элемтә колледжын тамамланы, почта бүлексәһендә эшләй. Ауылдаштары был нәзәкәтле, сибәр  ҡатында элекке Фатиманы саҡ таныйҙыр, моғайын. Туғандары менән дә һирәк күрешәләр, юғары идеялар менән йәшәгән, йомоҡ кейәүҙәрен ят итәләрме, уның  менән ни һөйләшергә белмәй аптыраналармы, ҡунаҡҡа килергә лә, үҙҙәре саҡырырға ла бик ашҡынып тормайҙар. Йылына бер осрашыу шул ауылдарында ата-әсәһенә, олатай-өләсәйҙәренә аят уҡытҡанда була. Ә Фатима үҙ яҙмышына ҡыуанып бөтә алмай, һөйөп-һөйөлөп йәшәй. Бәхет ошолай буламы икән, тип уйлай ул. Һаман балалары булмауы ғына эсен бошора. Дауаханаға барыуҙан ире ҡырҡа баш тартты. «Була ул!» – тине ышаныс­лы итеп. Фатима ла ышанды, нин­дәйҙер йәшерен өмөт менән баҡыяс тәңкәһенән айырылманы, төндәрен мендәр аҫтына һала, көндөҙ кеҫә­һендә йөрөттө. Аллаһтан бала һора­ны. Иренә әйтмәй генә, үҙҙәренә күрше йәшәгән гинеколог ҡатынға барҙы шулай ҙа. Ул бер ниндәй сир ҙә, тайпылыш та тапманы. «Ба­шың­ды дауаларға кәрәктер, бәлки», – тип күрше ҡалаға таныш психологына ебәрҙе. Ысынлап та, Фати­маның йәшләй генә урланып, оло ирҙән хурланып, күңел тетрәнеүҙән, ҡайғынан күңел торошо бер аҙ ҡаҡшаған булып сыҡты, бер нисә тапҡыр гипноз менән дауаланыу ярҙам итте әллә – үҙендә ыңғай үҙгәреш һиҙҙе. Ирен тағы ла нығыраҡ ярата, уға тартынмай наҙлана башланы, үҙе лә ихлас иркәләй уны. Тормошондағы тағы бер мөғжизә ине был. Һәм, ысынлап та, күктәр уларға һөйөү емешен – ошо улдарын бүләк итте. Ныҡ булһын, сәләмәт булып үҫһен тип, Тимербулат исемен ҡуштылар балаға. «Атаһының сире балаға ғына күсмәһен инде! Бәхе­тебеҙгә күҙ теймәһен!» – тип теләне Фатима, улының баш кейеменә ­йә­шереп кенә бетеү тәңкәһен тегеп ҡуйҙы. Рөстәм, улы тыуғас, тағы ла дәртләнеберәк донъя көттө: инвалидтар өсөн махсус машина алды, уны йөрөтөргә уҡыны, Фатиманы ла уҡыт­ты. Улына ла, ҡатынына ла иғтибары, һөйөүе көслө ине ирҙең. Республикала барған төрлө йәмәғәт эштәренән, халыҡ йыйындарынан да ситтә ҡалманы ул. Көндәр-төндәр  буйы компьютерынан айырылманы, кемгә һүҙ ярҙамы, кемгә финанс ярҙамы кәрәк – бөтәһенә лә өлгөрҙө. Шундай бәхет тулҡындарында йөҙгән саҡтарында Фатима иренә йыш ҡына:

– Рөстәм, һин ни өсөн миңә өйләндең? Нисек иғтибар иттең икән миңә? – тип ҡыҙыҡһынды.

– Күҙҙәрең светофорҙың йәшел уты һымаҡ баҙлап янып, үҙенә са­ҡырып тора ине бит!

– Юҡсы, күҙем бинт менән ҡап­ланған ине лә...

– Бер генә йәшел ут яна ине шул. Күҙем төштө шунда һыңар күҙеңә.

– Шаяртма әле, ысынын әйт!

– Йәшел күҙҙәрең ғәйеплеме, әллә һинең күҙеңде һытҡан Аҡыш мөгөҙөмө? Һыйыр һөҙмәһә, һин да­уа­ханаға килмәҫ инең, һине осратмаҫ инем. Ә һин үҙең нисек риза булдың һуң миңә кейәүгә сығырға?

 – Яраттым... бер күреүҙән.

 – Бына... икебеҙгә лә яуап табылды!

Тормоштары түңәрәкләнеп, бәхет эсендә ни бары ете йыл ғына йәшәп  ҡалдылар, Рөстәмдең тыумыштан  килгән сире тағы көсәйҙе. Ул тиҙ ҡыҙыусан, тупаҫ булып китте, да­рыуҙарын да, файҙаһыҙ тип, йүнләп эсмәй ыҙалатты. «Израилдә парапарезды уңышлы дауаларға күптән өйрәнгәндәр, операция яһайҙар, заявка ебәрҙем», – тип өмөтләнеп яуап көттө. Фатима иренә үҙ йәнен бүлеп бирергә лә әҙер ине. Ул Рөстәм менән Тимербулаттан башҡа тормошто күҙ алдына ла килтерә алмай хәҙер.  Ире­нең хәле насарланғас, эшен ҡал­дырып, кис-төндәрен Рөстәм янынан китмәй, уның йыш ҡына компью­терҙа нимәлер ашығып баҫҡанын өндәшмәй генә күҙәтеп ултыра. Үҙе әйтер әле, тип ирен бимазаламай, төбәшмәй. Латифа инәһенән ҡалған ҡомартҡы баҡыясын иҫкә төшөрөп, көмөш тәңкәне Рөстәм ятҡан мендәр мөйөшөнә текте. «Эй, Раббым, яр­ҙамыңдан ташлама беҙҙе, иң ауыр саҡтарымда ошо тәңкәмдең көсөн тойҙом. Хәләлемә лә шифаһы тей­һен», – тип белгән доғаларын уҡыны, тиҙ генә өйрәнеп, намаҙға баҫырға ла әҙер ине... Ләкин ата-әсәһе, ҡатыны күпме генә көс һалмаһын, Хоҙайҙан ялбарып һорамаһын, Рөстәмдең ауырыуы көсәйҙе. Йәһүд табиптарынан яуап килеп өлгөрмәне, ә Өфө, Мәскәү докторҙары бер нисек тә ярҙам итә алманы, ире артыҡ бәләһен һалмай ғына бер айлап ҡына ятты ла, ҡатыны менән улын етем ҡалдырып, шым ғына баҡый донъяға күсте.

 Атаһынан бик бәләкәй ҡалған Тимербулатты яңғыҙына аяҡҡа баҫты­рыуы еңел булманы Фатимаға. Үҙе ҡыҙҙар араһында үҫкәнгә, улын нисек ысын ир итеп тәрбиәләргә белмәй ине ул. Берҙән-бер тип, атайһыҙ ҡалды тип, артыҡ иркәләтеп ташламайыммы икән, тип тә борсолдо. Хәҙерге иркен замандың, етеш тор­моштоң шауҡымы Булатты үҙ ау­ҙарына урай башлағайны инде, әсәһен бик тыңлап бармай, кистәрен сығып юғала. Әсә һиҙә: үҫмер тәмәкене лә, һыраны ла татып ҡараны, ҡомарлы уйындар менән дә таныш. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү һөҙөмтә бирмәй, Бу­лат ҡарышмай ҙа, әрләшмәй ҙә. Көлә лә ҡуя. Кемдән ярҙам йә кәңәш һо­рарға? Ҡайны-ҡәйнәһе, оло кешеләр инде, улдарының үлеменән һуң ныҡ бирештеләр. Нисек ҡайғыға һалаһың инде уларҙы? Фатима үҙ алдына ире менән һөйләште, кәңәшләште, Булат тураһында һөйләне, Рөстәмдең китаптарын, төрлө ҡағыҙҙарын аҡтар­ҙы. Шундай көндәрҙең береһендә ул иренең компьютерында һаҡлан­ған документтар, фотолар араһында «Улы­­ма» тигән айырым папка күреп ҡалды. Нисек иртәрәк иғтибар итмәгән һуң?! Рөстәм ныҡлап ауырый башлағас та, улына төбәп бик күп хаттар яҙған икән дә! Атайһыҙ бала юлдан яҙып китмәһен, хаталанмаһын өсөн кәңәштәрен, уйҙарын теҙгән, үҙ тормошонан миҫалдар килтергән, бәхет, уңыш яулау серҙәрен асҡан. Бөтә яҙмышын һүрәтләгән бер әҙәби әҫәр ҙә кеүек хатта! Улының 18 йәшенә тиклем һәр тыуған көнөнә тәғәйенләнгән яҙмалар бик йылы, тормошсан ине. Тәүҙә ябайыраҡ, артабан етдирәк китә талапсан атайҙың йөрәк һүҙҙәре. Эйе, бәләкәй ма­лайҙың хәтерендә атаһы карауатта ятҡан инвалид булып  ҡына ҡалған. Үҙенә атап яҙған хаттарын уҡығас, атаһының уны нисек яратҡанын, ниндәй аҡыллы, көслө һәм хәс­тәрлекле кеше булғанын аңланы егет! Оҙаҡ уйланып йөрөй, йөҙ-ҡиәфәте етдиләнеп китә. Араларында видео-хаттар ҙа күп икән. Ике ир кешенең ултырып һөйләшеүе, кәңәшләшеүе кеүек тә ине ул. Аңлашылмаған урындарын әсәһенән дә һорашты, дөрөҫ­ләтте. Атаһы терелде, әйтерһең. Атайым көслө ихтыярлы, белемле, талантлы кеше булған, тигән фекере нығынды, уның тураһында ғорур­ланып һөйләр булып китте. Тырышып уҡыны. Атаһының сире менән ҡыҙыҡһынды, шул осорҙа табип булыу теләге көсәйҙе. Юғары уҡыу йортонда ла нәҫел сирҙәрен ныҡлап өйрәнде, уҡыуын тамамлап, невролог булып китте, әле аспирантураға инергә уйлай, ә кәләше Гөлдәр – балалар табибы.

«Бына, Рөстәм, улыбыҙҙы үҫ­терҙем, уҡып сыҡты, һиңә оҡшап, башлы ла, һәләтле лә, матур ҙа... Бөгөн туйы. Аллаһыма мең шөкөрҙәр итәм, тормош юлымда осрағаныңа, миңә мөхәббәт һәм бала бәхете биргәнеңә. Етеш донъя ҡалдырҙың, мохтажлыҡ һәм етемлек тойманыҡ, фото-видеоларың, хаттарың менән йыуандыҡ. Рәхмәт һиңә, берҙән-бер мөхәббәтем...»

Фатиманың уйҙарын һыу юлынан ҡайтып килгән туй бүлдерҙе. Ана, йәштәр ниндәй шат, ниндәй бәхетле! Күҙҙәр теймәһен! Биҙрәләр мөл­дөрәмә тулы!

– Көмөш тәңкәгеҙҙе ҡабул иттеме Аҡшишмә?

– Эйе, әсәй, ҡояшта ялтырап ятып ҡалды!

Барыһына ла бәрәкәтле ғүмер теләп ятһын баҡыяс тәңкәһе!

Зилә Псәнчина.

(Аҙағы. Башы 7-се һанда.)

Автор:
Читайте нас: