-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
29 Август 2024, 11:48

«Ут сәсрәтеп донъяһын да көтә, Эй, уңған ул ауыл ҡатыны...»

Хисле күңелле, нескә моңло Гөлзифа Исрафилова – Баймаҡ районы Басай ауылы һылыуы. Әлеге көндә Иҫәнбәттә йәшәй. Тормош иптәше менән ике ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Гөлзифа Зекриә ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙыу: башта туҡыу фабрикаһында эшләһә, һуңынан, хаҡлы ялға  сыҡҡанса, сауҙа өлкәһендә тир түгә. Мәктәп йылдарынан яҙған ижадкәрҙең үҙнәшер юлы менән дүрт шиғыр китабы донъя күргән.

«Ут сәсрәтеп донъяһын да көтә, Эй, уңған ул ауыл ҡатыны...»
«Ут сәсрәтеп донъяһын да көтә, Эй, уңған ул ауыл ҡатыны...»

Күрешергә яҙһын

Июль сумаҙанын төйнәй,

Үҙе илай...

Ҡыйындыр ул китеү. Китеүҙәр...

Кемдәрҙелер китеүҙәрең менән

Мәхрүм итеү, үкһеҙ итеүҙәр...

 

Сумаҙанға тәңкләп һала,

Ҡабат ала

Аҡ сәскәле йәшел күлдәген.

Мин китһәм ни, август

Елберләтеп

Кейер әле тиҙер, күрәһең.

 

Июль сумаҙанын төйнәй.

Үҙе илай...

Күңелендә бар бер көҙөгө.

Аһ, ҡайһылай ҙа ауыр

Һуңға ҡалған

Үкенестең үҙәк өҙөүе...

 

Илаһаң да инде, илатһаң да,

Китер мәлең етте

Хушлашып...

Ҡыуанышып күрешергә яҙһын

Берәй ваҡыт йәнә осрашып.

«Мәләүез таңдары» ойошмаһы ағзаһы, Булат Рафиҡов исемендәге әҙәби премия лауреаты, Сулпан Иманғолов исемендәге хикәйәләр конкурсы дипломаты Рәсимә Дәүләтбаева-Ғайсина – Мәләүез районы Томансы ауылынан. Лайыҡлы өс бала тәрбиәләп үҫтергән, бар ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған мөғәллимә, хаҡлы ялға сыҡҡас, дин юлына баҫа. Үҙнәшер юлы менән өс китап баҫтырған шағирәнә, ижадтан һәм имандан йәм табып, һәр көнгә ҡыуанып йәшәй.

 

Осрашыуҙар юҡҡа түгелдер

 Яңғыҙ йәндәр һуңлап осрашалар

Парлы булып ҡанат ҡағырға,

Ғүмер көҙҙәрендә, ҡырауҙарҙа

Иплелектән усаҡ яғырға.

 

Иман менән изгелектән торор

Яҡты һирпер күңел яҙҙары.

Ҡатын-ҡыҙға гел матурлыҡ өҫтәр

Ире хәстәрлеге, наҙҙары.

 

Лайыҡлы ла йәшәү мөһим икән,

Ҡатынының һөйөп бағыуы.

Бәхетле лә тойор парҙар үҙен,

Бергә типһә йөрәк ҡағыуы.

  

Ситтән эҙләмәйек беҙ йылылыҡ,

Ғаиләбеҙҙә нурҙар уйнаһын.

Бергә булған мәлдәр балҡып торһон,

Күңелдәген күңел аңлаһын.

 

Етем йәндәр ҡапыл осраштылар

Ҡышҡы һалҡындарҙа, буранда.

Улар киләсәге – берҙәмлектә,

Улар киләсәге – иманда.

 

Ғүмер хаталарын төҙәтеү һуң,

Ҡөрьән уҡып таңдар асайыҡ.

Һынауҙарҙы сабыр үткәрәйек,

Берҙәмлеккә күңел баҫайыҡ.

Сәлимә Барлыбаева 1963 йылдың 8 авгусында Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында донъяға килгән. Ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, штукатур-буяусы һөнәрен үҙләштерә. 1990 йылда күрше Йомаш ауылына килен булып төшә, сәскәләй ике ҡыҙ үҫтерә. Әле хаҡлы ялда, алты ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй. Шиғырҙарының бер шәлкеме «Ирәндек гәүһәрҙәре» йыйынтығының 2-се томына индерелгән. Ижад емештәре матбуғат биттәрендә даими донъя күрә.

 

Ауыл ҡатыны

Сибәр йөҙөн ҡара тут ҡаплаған,

Ҡарашында – йәшәү ялҡыны.

Ут сәсрәтеп донъяһын да көтә,

Эй, уңған ул ауыл ҡатыны.

 

Һөйәлләнеп ҡатҡан нәфис усы,

Ә ҡулында көрәк, һәнәге.

Сәйерһенеп уға күҙ ташлайҙар,

Ниндәй тупаҫ ҡулы, йәнәһе.

Бала-саға, донъя мәшәҡәте –

Тауыҡ сүпләһә лә эш бөтмәҫ.

  

Барыһын да үҙ иңенә алып,

Сит тарафтан ярҙам һис көтмәҫ.

Шатлығын да, ҡайғы-хәсрәтен дә

Сабыр, түҙем, күндәм үткәрә,

Хоҙай биргән яҙмыш һынауҙарын

Өнһөҙ-тынһыҙ ғына күтәрә.

 

Һис өркөтмәй сая, гүзәл затты

Тормош елдәренең һалҡыны.

Үҙ ҡәлғәһен йәмләп йәшәй бирә,

Эй, ауылдың уңған ҡатыны.

Лилиә Әнүәр ҡыҙы Сәлихова 1961 йылдың 26 ноябрендә Сибай ҡалаһында тыуған. Бала сағы, йәшлек йылдары Шишмә районында үтә. БДУ-ның филология факультетын тамамлап, ғүмерен мәктәпкә  арнаған уҡытыусы – Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.  «Күңелем көҙгөһө», шулай уҡ үҙнәшер менән сығарған «Мең ҡыҙы», «Йәшәү – ул бер йондоҙлоҡ», «Сценарийҙар» китаптары  авторы.  Ирина исемле ҡыҙ, Аяз исемле ул тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырған. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда. Шишмә районы ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе.

 

Бала саҡҡа йәйғор буйлап...

Шаҙраланып аҡҡан Дим ярында

Уйҙар йомғаҡтарын һүтәмен.

Ғүмеремдең көҙҙәре лә етте,

Ә мин һаман ниҙер көтәмен.

 

Көтәм – бала саҡтың ғәмһеҙ мәлен,

Саф мөхәббәт ишек ҡаҡҡанын.

Көтәм – наҙлы йәшлек хистәренән

Йөрәгемдең аттай сапҡанын.

 

Тыным менән тартып алыр инем

Әсәм менән булған миҙгелде.

Күгиҙелгә ҡарап, уҙғандарым

Күҙ алдыма килеп теҙелде.

 

Димдең аръяғында ҡалған кеүек

Бала сағым, үткән ғүмерем.

Сығып ҡына алып булмай һис тә,

Емерелгән Димдең күпере...

 

Аҡҡан һыуҙар кеүек кире ҡайтмай

Яҙмыштарҙың аҫыл йылдары.

Бик теләһәң, бәлки, алып барыр

Ете төҫлө йәйғор юлдары...

Автор:
Читайте нас: