Ноҡот
Ноҡот һалды яҙмыш. Алдан белдем
Кем килерен, кемдең китерен.
Ебәк тә генә елбер күлдәгемде
Яман күҙҙәр киндер итерен.
Алйынымы ноҡот күп һалыуҙан,
Ташҡайымы арып буталды:
Йәмле ғүмер вәғәҙә иткәйне лә,
Йөрәгемде йәнә ут алды.
Көткәндәрем урап үтеп китте,
Көтмәгәнем килде тәгәрәп.
Хәҙер миңә ноҡот әйткән түгел,
Яндарымда ҡалыр йәр кәрәк.
Ата йортонда
Атайым юҡ үҙенең бүлмәһендә,
Әсәйем юҡ йомарт түрбашта.
Яңы хужаларҙың йөҙө алсаҡ,
Әммә йортом башҡа. Түр башҡа.
Һис ышанғы килмәй юғалтыуға.
Етемлекте аңлап етмәйем.
Атай менән сәйҙәр эсмәйем дә,
Әсәй менән дебет тетмәйем...
Улар әле бынан киткән кеүек
Ваҡытлыса ғына ҡунаҡҡа.
Үҙем беләм –
эҙләп барып булмай,
Өйгә ҡайтарам тип,
УЛ яҡҡа...
Минең йәйем
Минең йәйем –
Ҡайнар сәйем,
Татлы балым.
Йыл буйына
Көтөп алған
Матур ялым.
Минең йәйем –
Аҡлан тулы
Бешкән еләк.
Баш осома
Йомарт ямғыр
Йәйғор элә!
Минең йәйем –
Ҡолонсаҡтай
Елә, уйнай! –
Мәле еткәс,
Егелерен
Белмәй уйлай...
Минең йәйем –
Таңды йәмләр
Көмөш ысыҡ.
Ә мин үҙем –
Йәйгә ғашиҡ
Көләс ҡыҙсыҡ!
Шаян елдәр
Шаян елдәр күлде ҡытыҡлайҙар,
Һыу өҫтөнә сыға ҡош тәне.
Шунан талдың сәсен тарта улар –
Әйтерһең дә, донъя ҡуштаны!
Шаян елдәр сәскәләрҙе үбә,
Ауыҙ итә татлы еләкте.
Елдән тартып алған емеш тулғас,
Тырызғынам өҙә беләкте.
Шаян елдәр зифа ҡайындарҙы
Ҡосаҡлайҙар, ҡыҫып биленән.
...Йәйҙең ҡыуанысын уртаҡлашып,
Ҡайтып киләм шатлыҡ иленән.
Ҡушылмаған ике диңгеҙ кеүек
Ҡушылмаған ике диңгеҙ кеүек,
Ҡушылмаған ике океандай
Бер ҡасан да бергә булалмабыҙ –
Шул уй йәшен булып балҡый аңда.
Ҡушылмаған ике телем кеүек,
Ҡушылмаған Ер менән Күк һымаҡ
Ҡауышмаҫты беләм, әммә яҙмыш
Осраштырҙы беҙҙе, бик күп һынап...
Бөтәһен дә аңлап ҡабул итәм,
Төшөнәмен тәрән аҡыл менән!
Икебеҙҙең йөрәк араһында
Эленеп тора Һөйөү, аҡ ҡыл менән.
Икебеҙҙең арабыҙҙа
Икебеҙҙең арабыҙҙа
Кереш – бер еп.
Бәүеләләр шөбһә-елдәр,
Уны эйеп.
Һайрай унда хис-тойғолар
Ҡунып, бейеп...
Икебеҙҙең арабыҙҙа –
Кереш – бер еп.
Күңелемде яралама,
Һаҡһыҙ кереп!
Ул сағында
Яман күҙҙән, ялған һүҙҙән
Беҙҙе ялғар еп өҙөлөр,
Ҡапыл, сереп.
...Әле беҙҙең арабыҙҙа –
Серле аҡ ҡыл.
Бер ҡыл нисек
Моңға сорнай?! –
Етмәй аҡыл...
Йомаҡ
Устарыңа мамыҡ кеүек йом да,
Ҡулдарыңа бала кеүек күтәр.
Барыһы ла, барыһы ла, йәнем,
Татлы төштәй, бер миҙгелдә үтер...
Күҙҙәреңә күҙҙәремде һеңдер,
Йөрәгеңә йөрәгемде ал да...
Беҙҙең бәхет, бәлки, мәңгелеккә
Тоташа ла алыр, аңда, алда...
Әле беҙҙең һәр көнөбөҙ аяҙ,
Баш осонда көн дә, көн дә ҡояш.
Яҙмыш әллә беҙҙе иркәләтә,
Әллә сиселмәҫлек йомаҡ ҡоя.
Илағайным...
Мин иланым ул көн. Күкрәгеңде
Еүешләне бер аҙ әсе йәшем.
Ярһыу хисем йәнде тетрәтте шул,
Гүйә күктә сатҡы сәсте йәшен!
Ә һин үптең йәшле күҙҙәремде,
Еүеш битем һөрттөң һөйөп-наҙлап.
Ҡолағымды өттө иркә һүҙҙәр,
Күҙ нурыңдан китте күҙем баҙлап.
Хистәремдән быуылып илауымды
Күҙҙәремә баҡҡас, һин төшөндөң.
...Мөхәббәттә үткән һәр бер көнөм
Йәнгә тынғы биргән һил төшөмдөр.
Йөрәккәйем һеңде күкрәгеңә
Йөрәккәйем һеңде күкрәгеңә,
Ҡосағыңа мине алғанда.
Күҙ нурҙарым күҙҙәреңдә батты...
Күрмәнеләр быны ҡалғандар.
Беҙ икебеҙ генә белдек серҙе.
Беҙ икебеҙ генә һөйөндөк.
Беҙ икебеҙ генә, баш юғалтып,
Бер-беребеҙҙе һөйҙөк, һөйөлдөк.
Беректеләр инде йәндәребеҙ –
Беҙҙән алда улар ҡауышты.
Ҡанатланып китәм, телефондан
Ишетһәм дә наҙлы тауышты.
Йөрәгемде һинән кире алмам,
Күҙ нурым да ҡалһын күҙеңдә.
Саф хис ҡуна бары йомарт йәнгә,
Ә ҡауыша бары түҙемдәр.