Баҡыяс
Хикәйә
– Киләләр! Киләләр!
Ҡыуаныслы тауыштарҙы ишетеп, табын әҙерләүселәргә һуңғы күрһәтмәләрен бирә-бирә аласыҡта аш-һыу менән мәж килгән Фатима ла урамға ашыҡты. Туй ҡаршыларға сыҡҡан туғандары, күрше-күлән, ҡыҙҙар-егеттәр йорт янына килеп туҡтаған машиналарҙы уратып та алды. Шаян еңгәләр ҡунаҡтарҙы һәм кейәү менән кәләште йолаға ярашлы ҡаршыларға күптән әҙер:
– Бисмилла тип башланыҡ,
Ергә тәңкә ташланыҡ,
Беҙгә килгән ҡоҙаларға
Таҡмаҡ әйтә башланыҡ...
– Һеееүү, әйҙүк-әйҙүк, рәхим итегеҙ...
Ҡулына бал һәм май тотҡан, туй хөрмәтенә үҙе теккән таҫмалы күлдәген, уҡалы камзулын кейеп алған Фатима ҡаршыһына етәкләшеп килеп баҫҡан улы менән килененә һоҡланып туя алманы. Кәләш ап-аҡ туй күлдәге өҫтөнән шау тәңкәле янып торған ҡыҙыл селтәр-түшелдерек таҡҡайны, егет тә аҡ күлдәктә, милли биҙәктәр төшөрөлгән ҡыҙыл галстукта.
Һоҡланыулы ҡараштар, изге теләктәр ямғыры аҫтында Булат кәләшен күтәреп алды ла өйгә атланы һәм тупһала ятҡан аҡ мендәргә баҫтырҙы:
– Бисмиллаһ!
– Килен уң аяғы менән баҫты – уңған булыр!
– Уландары күп булыр, Аллаһы бирһә!
–Уңдан да бирһен бәхетте Аллаһ, һулдан да бирһен!
–Тормошоғоҙ балдай татлы, бәхетегеҙ һөттәй аҡ, телегеҙ майҙай йомшаҡ булһын, – тине әсә балаларына алмаш-тилмәш бал-май ҡаптырып.
– Килендең «бикле» билен кем сисә? – тиеүгә, иң яҡын бикәстәренең береһе Гөлдәрҙең биленә бәйләнгән ебәк яулыҡты сисеп тә алды:
– Итәгең – бала, кәртәң мал менән тулһын!
– Бына яңы урында был ҡайынһеңлең һиңә серҙәш һәм әхирәт булыр, Аллаһ бирһә!
– Ғүмерегеҙ оҙон булһын, донъяғыҙ гөрләп торһон!
– Һау булығыҙ, бай булығыҙ, бар булығыҙ, пар булығыҙ, дан булығыҙ!
Ул арала еңгәләр килен һандығын һатып алып, елтерәтеп өйгә лә индерҙе, асып ебәреп, эсе лыҡын тулы бирнәһен күрһәтеп гөр килгән арала Гөлдәр бикәс-ҡәйнештәренә тәғәйен бүләктәрен таратты. Йәш кәләшкә һыу юлы күрһәтергә килгән ҡыҙҙар килендең шау сәскәләр төшөрөлгән биҙрәләренә тултырылған бойҙайҙы кәртәгә индереп, һарай мөйөшөнә ауҙарып та ебәрҙе, икенсе күнәктәген тауыҡтарға һипте. Бына килен ике биҙрәгә лә һыуға юл башлаусы ҡайынһеңлеләренә тейешле күҙ яуын алып торған матур ебәк яулыҡтар бәйләне. Күңелле йыр-таҡмаҡ, уйын-көлкө менән йәштәр һыу юлына йыйынды.
Фатима, ҡапыл иҫенә килеп, камзул кеҫәһен ҡапшаны, ашыға-ашыға йәштәр янына барҙы:
– Улым, килен, һыу эйәһенә
ташлар тәңкәгеҙ бармы? – тип һораны.
– Әсәй, ваҡ аҡса бына бер кеҫә, – тине шат йылмайып улы.
– Уны урамда балаларға һиберһегеҙ... Килен балаҡай, ошо көмөш тәңкәне ауыҙыңа йом да, аҙаҡ һыу алғас, эйәһен ризалатып, матур теләктәрегеҙҙе әйтеп, йылғаға ташлағыҙ... Баҡыяс – ул боронғоооо көмөш тәңкәм, йолаһын үтәгеҙ.
Гөлдәр, бында ниндәйҙер хикмәт барҙыр тип, ихлас ҡына риза булып, тәңкәне ауыҙына йомдо. Барлыҡ ҡунаҡтар берҙән ҡубып, ҡутарылып, йәштәр артынан һыу юлына атланы.
– Юлың тәңкәле булһын,
Көтөүең тәкәле булһын,
Ҡаҙың бәпкәле булһын,
Һүҙең үткеле булһын,
Һыйырың һөтлө булһын,
Алдың тулы бала булһын,
Артың тулы бал булһын.
Минең балам – һиңә ир,
Ирҙе балаңдай ҡара,
Һәр дайым иргә яра... –
Фатима барманы, улар артынан һамаҡлап, доғаһын уҡып торҙо ла аласыҡҡа ашыҡты. Туйға бөтә нәмә әҙер, рәхмәт инде туған-тыумасаға, күрше-күләнгә. Яңғыҙым ни эшләрмен, тип ҡурҡып ҡалғайны бит тәүҙә. Бер ҙә туй үткәргәне юҡ уның. Хатта өс ирҙә булып та... Аҡ күлдәктәр кейеп, таҫмалы көйәнтәгә сәскәле биҙрәләр элеп, ауыҙына көмөш тәңкә ҡабып, һыу юлына барғыһы килмәнеме ни уның? Ауыҙында тәңкә түгел, туп-тулы ҡан булды шул. Кеше үҙ яҙмышын үҙе яҙа, үҙ бәхетен үҙе яһай, тиҙәр.
Фатима үҙ яҙмышын яҙа алдымы, тормошон нисек ҡорҙо һуң? Һәр хәлдә, бик тырышты кеүек үҙенсә. Әллә бәхет яһар иҙелмәнең балсығы сифатһыҙыраҡ булып сыҡтымы? Ҡомо ҡойолоп бөттөмө? Әллә һыуы аҙыраҡ булдымы? Ваҡытһыҙыраҡ әҙерләнде буғай, туңып сифаты юғалды шикелле...
Ете ҡыҙлы ғаиләлә үҫте ул.
Бирмәһә, бирмәй икән Хоҙай малайҙы. Атаһының бер генә булһа ла улы тыуһа ине, тип ҡыҙҙар ҙа аҙ теләмәне. Уларға ҡәҙер, иркәләү эләкмәне. Йыуаш ҡына әсәһе лә, йыл аша бала табып, малай булыуҙан өмөтө өҙөлөп, рәнйепме, кәмһенепме – баҫылды. Күп һөйләшмәҫ, йылмаймаҫ- көлмәҫ, ябыҡ ҡына сирләшкә ҡатынға әйләнде. Сабый тыуған һайын ул көтөп һемәйгән атаһы эсһә, Аллаһҡа ялбарып, инәлеп-үпкәләп малай һорай, илап та ала, шунан Хоҙайын да, ҡатынын да, ҡыҙҙарын да һүгенеп әрләй ине. Туғандары, йыш ҡына ата-әсәһен йыуатып: «Ярар, бер юлы ете ҡыҙ тапҡандар туп-тура ожмахҡа инә!» – тигән булырҙар ине. Йәндәре йәннәттә, урындары ожмахта булғырҙары, хәҙер икеһе лә ысын донъяла ята. Малайҙары булмағас, ҡыҙҙар бәләкәстән ирҙәр эшенә лә, ҡатын-ҡыҙ эшенә лә айырмай егелеп үҫте. Уларҙы өйҙә яратып-һөйөп иркәләгән, әпәүләп торған кеше булманы. Ете ҡыҙҙың тап уртаһында, дүртенсе бала булып тыуған
Фатима, ҡара күҙле, ҡара сәсле апайҙарынан айырмалы рәүештә, йәшел күҙле, һары сәсле ине. Ҡыҙ үҙе лә ғаиләһенә бик ылығып барманы. Бәләкәйҙән өләсәһе менән йәшәргә хыялланды. Ауылдың икенсе осонда кинйә улы менән донъя көткән Фәүзиә әбей ҙә үҙенә оҡшаған ейәнсәрен айырыуса ярата. Тик ҡайҙа ул бергә йәшәү, уның үҙ өйөндә генә лә биш бәләкәй бала, улы, килене – барыһы шул ике яҡлы бер бәләкәй өйҙә. Унан ата-әсәһе лә инде ҡул араһына ингән ҡыҙҙан күҙ яҙлыҡтырмай, эҙләп кенә тора. Шулай ҙа саҡ буш ваҡыты табылһа, Фатима үрге осҡа осоп барып етә. Бер шулай Ураҙа байрамы алдынан өләсәһенә барып инде. Ғәйеткә тип май икмәк, бәлештәр бешергәндәр, барыһы ла шат, байрамса, балаларҙың өҫтөндә яңы кейемдәр. Өләсәһе Фатимаға ла яңы күлдәк теккән, күҙҙәре төҫөндәге йәшел генә тауарҙан. Гел генә тиерлек апайҙарҙан ҡалғанды кейеп өйрәнгән ҡыҙҙың ҡыуанысының сиге булманы. Ана бит уға нисек килешә! «Әйҙәгеҙ, Латифа абыстайға фытыр хәйере биреп киләйек», – тине өләсәһе. Бәләкәй балаларҙың барғыһы килмәне, ә Фатима ҡыуанып эйәрҙе. Тома һуҡыр Латифа әбейҙе белә ул. Күҙе күрмәһә лә, яңғыҙы йәшәй. Кейәүгә лә сыҡмаған, балалары ла юҡ. Өйөн дә, үҙен дә күҙле кешеләрҙән былайыраҡ ҡарай. Аят-доғаларҙы нисек өйрәнгәндер, диндар әбей намаҙын ҡалдырмай, ураҙаһын тота. Күҙ алмалары сәйер булып ағарып торғас, балалар ҡурҡыңҡырай ҙа унан. Был юлы әбей шундай оҫта итеп, ситкә лә ағыҙмай, ҡоймаҡ ҡоя ине.
– Маҡтап йөрөйһөгөҙ, үтегеҙ, – тип ҡаршыланы ул инеүселәрҙе.
– Һау ғынамы, Латифа апай, был Фәүзиә күршең әле...
– Әйе-әйе, тауышыңдан танып торам, эргәңдәге кем?
– Фатима, Мәүлит улымдың ҡыҙы.
– Кил, ҡыҙым, һин дә күреш әле минең менән...
Ҡыҙ терт итеп ҡалды: әбей күрә әллә?! Нисек барлығын һиҙә икән? Латифа инәһе уның күрешергә һуҙған кескәй ҡулдарын оҙаҡ ҡына һыйпап тотоп торҙо, арҡаһынан һөйөп яратты ла:
– Әллә ҡыҙым яңы күлдәк кейгән инде? – тип һораны.
– Өләсәм текте!
– Һай-һаай, ҡайһылай матур икән күлдәге лә, үҙе лә! («Әбей ысынлап күрә!» – тип уйлай тағы бала). Ҡана әле, мин һиңә, күлдәгеңде ҡотлап, баҡыяс бирәйем. Фәүзиә килен, ҡана, анау шаршау артынан минең селтәремде әпир әле.
Өләсәһе сөйҙән алып биргән түшелдеректең матурлығына хайран ҡалды Фатима: ул тәңкәләр, ул мәрйендәр, ҡортбаштар, аҫылташтар...
Латифа әбей ҡулы менән һәрмәп, бер тәңкәне тиҙ генә бороп, өҙөп алды ла ҡыҙға һондо: «Мә, балам, күлдәгеңдең түшенә тағып ҡуй, гел һиңә бәхет юрап торһон өсөн өшкөрөп бирәм».
Үҙҙәре алып килгән күстәнәстәр менән ҡоймаҡлап сәй эстеләр, абыстайға фытыр хәйере биреп, доға уҡып, амин тоттолар. Хушлашҡанда Латифа әбей: «Килен, был баланың бәхет-ырыҫы урау юлдан йөрөй, һаҡсы фәрештәләре ташламаһын инде», – тине. Ҡайтҡас, көмөш тәңкәне өләсәһе яңы күлдәгенә тегеп ҡуйҙы ла:
– Баҡыяс тәңкәңде юғалтма. Был күлдәгең туҙһа, яңыһына баҫырбыҙ, Аллаһы бирһә, – тине.
– Нимә була ул баҡыяс, өләсәй?
– Яңы кейемде ҡотлап бирелә торған бүләк, аҡса йә күстәнәс инде.
– Ә Латифа инәй һуҡыр түгел дә! Вис күрә бит.
– Уның, балам, күңел күҙе яҡшы күрә.
Яратып кейҙе Фатима йәшел күлдәген, ләкин ул әллә бәләкәсәйҙе, әллә туҙҙы – юғалды. Ул арала уҡыуға төшкән, мәктәп һәм өй эштәренән бушамаған ҡыҙ ҙа баҡыясы тураһында онотто.
Ата-әсәһе уҡыуға артыҡ тырыш булмаған ҡыҙҙарын ситкә ебәреп, белем һәм һөнәр алыуҙарын да теләмәне. «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете – ирҙән. Тәүфиҡлы һәм егәрле булһағыҙ, үтмәй ултырмаҫһығыҙ», – тип кенә ҡуялар ине.
Ысынлап та, ҡыҙҙар мәктәпте бөтөр-бөтмәҫтән эшкә сыҡты: өлкәндәре фермаға һыйыр һауырға, быҙау ҡарарға барҙы, береһе почтаға хат ташыусы булып урынлашты. Күп тә тормай кейәүгә лә сыға башланылар. Фатиманы ла шул яҙмыш көтә ине, 8-се кластың сығарылыш имтихандары тамамланғас та, алмаш һауынсы кәрәк тип, өлкән апаһы уны йәйләүгә алып китте. Йәй ҡырҙа күңелле генә эшләп йөрөнө Фатима, ә ҡара көҙ еткәс, һыуыҡ, бысраҡ фермала 16 йәшлек кенә ҡыҙға еңел түгел ине. Йәш күңел ҡайҙалыр ашҡына, ниндәйҙер яңылыҡ көҫәй. Әхирәттәр менән кис клубҡа сығыу уларҙың ғаиләһендә электән тыйылған. Күңел асыу тигән нәмә юҡ. Ярар, ҡулы тегә, сигә, бәйләй белә, ҡышҡы шыҡһыҙ оҙон кистәрҙә юғиһә ни эшләр ине.
Бер буранлап торған көндә
Фатима һуңлап ҡына эштән ҡайтырға сыҡты. Башҡа һауынсыларҙы өйҙә ирҙәре, балалары, ғүмере бөтмәҫ йорт мәшәҡәттәре көтә, улар һыйырҙарын да ашығып һауа, һөтө бөтөр-бөтмәҫтән икенсеһенә күсә, эштәрен тиҙерәк тамамлап ҡайтырға ҡабалана. Фатима һыйырҙарын ярата, яғымлы һүҙҙәр әйтеп, арҡаларынан һөйөп ала, елендәрен матурлап йыуа, шунан ғына һауа. Бөгөн дә иң аҙаҡҡа ҡалған шикелле. Ферма ауылдан йыраҡ булмаһа ла, тау итәгендәрәк урынлашҡан, атлайһы ер байтаҡ ҡына. Буран көсәйгән, күҙгә бер нәмә күренмәй. Ауыл уттарына тоҫмаллап бара ине, кемдер арттан уны ҡосаҡлап алып, ҙур ауыр толопҡа ураны. Ҡыҙ ҡурҡыуҙан, аптырауҙан йүнләп ҡысҡырып та өлгөрмәне, уны ат санаһына һалып, ҡуҙғалып та киттеләр. «Кем шаярта ул шулай? Ебәрегеҙ әле, тонсоғам бит»... Фатима тыпырсынып ысҡынырға, һөрәнләргә тырышты, ләкин көслө ҡулдар уны ныҡ ҡармағайны. Илап тамам хәле бөттө тигәндә, ат туҡтаны. Толопто сисеп, кескәй кәүҙәне ниндәйҙер өйгә күтәреп алып инделәр. Ике ир ине, ҡыҙ уларҙы белмәй. Араҡы һәм тәмәке еҫе аңҡыған береһе ҡыҙҙың пальтоһын сисергә теләне, ҡыҙ уны этеп ебәрергә иткәйне, айыуҙай кәүҙәгә, ҡыпһыуыр шикелле ҡулдарға көсө етмәне. Икенсе ир быларҙы тыштан бикләп, юҡҡа сыҡты...
Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 7-се (2024) һанында уҡығыҙ.
Рауил ШӘЙХЛИСЛАМОВ һүрәте.