***
Ҡайһылай ҙа ҡапыл, иртә килде,
Йәй сәләмен юллай аҡ ҡайын.
Һандуғастың йырын ишетәм тип,
Тәҙрәләрҙе генә асҡайным.
Ҡайһылай ҙа иртә, үтә иртә
(Мин көтмәнем микән, көттөммө?),
Йәй ҡәҙерһеҙ ҡунаҡ түгел дә бит,
Сабырлығы ғына бөттөмө?
Ҡайһылай ҙа ҡапыл, иртә килде,
Мин яҙҙарҙан әле туйманым.
Кисә генә йылы яҡтан ҡайтҡан
Сыйырсыҡтар оя туйланы.
Кисә генә ҡыр ҡаҙҙары тубы
Ҡаңғылдашып осоп үткәйне.
...Күл буйҙары бөгөн биҙәк-биҙәк –
Һары ғына йомғаҡ – бәпкәлер.
Ҡайһылай ҙа ҡапыл, иртә килде –
Бесән еҫе аңҡый болондан.
Елеп кенә үткән был ғүмерҙәй,
Эй, уйнаҡлап саба ҡолондар.
Танһыҡ ҡына миҙгел – бер һулыш шул,
Һин дә моңһоу икән, аҡ ҡайын...
...Һандуғастың йырын ишетәм тип,
Тәҙрәләрҙе генә асҡайным.
***
«...Беҙ буйланыҡ шул саҡ Ағиҙелде,
Аҡ ямғырҙың талғын көйөнә...»
Дамир Шәрәфетдинов.
Аҡ ямғырҙың талғын көйҙәренә,
Ағиҙелде беҙ ҙә буйланыҡ.
Бер төш кенә инде.
Әйтерһең дә,
Бөтөнлөктө шулай туйланыҡ.
Тып-тын ине Иҙел.
Яр буйында
Беҙҙән башҡа бер кем юҡ һымаҡ.
(Бәхет ни ул, тиеп һорағыҙсы!)
Их, шул мәлде нисек юҡһынам!
Бәхет нимә, тиеп һорағыҙсы –
Аҡ ямғырҙың көйөн ишеттек!
Аҡ томандар ятты юл өҫтөнә –
Үткәндәрҙең япты ишеген.
Аҡ ямғырҙың талғын көйҙәренә
Күмелгәйне Иҙел буйҙары.
Баш осонда йәйғор ҡалҡмаһа ла,
Мөхәббәтле инек, уй-зарһыҙ!
Беҙ бәхетле инек ап-аҡ ямғыр
Бейешкәндә Иҙел өҫтөндә.
Бәхет ни ул, тиеп һорағыҙсы –
Бәхет бит ул ямғыр төҫөндә.
***
Һине һағынғанда барыр ерем –
Һин яратҡан Туҡай урамы.
Зәңгәр яҙҙа һине юҡһыныпмы,
Мең ҡат үттем, мең ҡат ураным.
Мең ҡат үттем Туҡай урамынан –
Һағыныуҙы баҫыр бер сарам.
Үткенселәр генә сәйер баға:
«Буш урамда гиҙгән бисара».
Буш урамда түгел...
Һин дә бында,
Һинең эҙҙәр – һәр бер һуҡмаҡта.
Тартыла ла тора йөрәккенәм,
Әкиәттәге серле йомғаҡтай.
Тартыла ла тора күңелгенәм,
Ни ҡөҙрәтең, Туҡай урамы?
...Һандуғастар бында оя ҡорған,
Бөтөнлөккә микән юрайыҡ?
Эҙҙәремде юллап,
һин дә бында
Мең әйләнеп ҡайтҡан сағыңда,
Һағышымды елдәр еткерерҙәр:
«Ул һағынды һине, һағынды...»
***
Сәсрәп кенә Йыһан балҡытты ла,
Яңғыҙ йондоҙ төштө атылып.
Өркөп кенә бағам шул тарафҡа,
Алыҫлаша бара ят һының...
Алыҫлаша бара һинең һының,
Шаңдау булып ҡайта ят тауыш.
Нисек кенә итеп тыйырға һуң
Исемеңде йөрәк ятлауын?
Алыҫлаша бара беҙҙең яҙ ҙа
(Ҡайһылай ҙа ят һүҙ «беҙ» тигән).
Һарғаямы офоҡ һаҙағайҙан,
«Аһ, йөрәгем, түҙсе, түҙ!» – тиһәм...
Алыҫлаша бара...
Араларҙа –
Йәнде ҡурыр сасҡау ҡыш ҡына.
Һинһеҙлеккә нисек күнәйем һуң,
Ситлектәге көйһөҙ ҡош һымаҡ...
Алыҫлаштыҡ күптән...
Таллыҡтағы
Һандуғастың, ишет, моңо ят.
...Кем түрҙәрен хәҙер биҙәр икән
Һинән ҡалған ҡәҙер – монаят?!.
***
Һаумы, диңгеҙ!
Һаумы, Ҡара диңгеҙ!
Яулыҡ болғап сәләм юллайым.
Ҡайһылай ҙа тиңһеҙ киң икәнһең –
Диңгеҙ түгел, Йыһан буйлайым!
Һаумы, диңгеҙ!
Һаумы, аҡсарлаҡтар!
Сәләмемде кемдәр ишетә?
Тулҡындарың һинең шомло, тиҙәр,
Тынлыҡтымы диңгеҙ иш итмәй?
Һаумы, диңгеҙ!
Һаумы, Ҡара диңгеҙ –
Зәңгәр күктәй үтә зәңгәрһыу!
Ҡояш та бит, ана, һиндә балҡый,
Күк көмбәҙен һаҡлай тәрән һыу!
Һаумы, диңгеҙ!
Төпһөҙ, сикһеҙ киңлек,
Була икән шундай ҙур һыуҙар.
Тынлыҡ эҙләп, һиңә килдем бына,
Баҫылмаҫмы, тиеп, ярһыуҙар.
Ҡолас ташлап, иҙрәп тулҡыныңда,
Ҡара диңгеҙ, тим, бер йөҙәйем!
...Тынлыҡ көҫәп һиңә килдем бына,
Шомло шауҙан һиллек һөҙәйем...
***
Мин төшөмдә бөгөн ишеттемме,
Өнөмдәме оттом ул көйҙө.
Әллә ҡайҙан, быуат төпкөлөнән,
Һарҡып сыҡҡан моңдо кем тойҙо?
Кем ишетте тағы ошо көйҙө –
Сал ҡылғанға ятып илаған?
Күк тауҙарға һағып (аҡ ауазмы),
Ул ҡайҙарҙан икән яңғырай?
Кемдәр тағы отто ошо моңдо –
Ирәндектә саңҡыр бөркөтмө?
Сыңғырашып, әллә сыҡты микән
Теге күлдән йылҡы бер көтөү?
Кем ишетте икән ошо моңдо –
Аҡ тирмәлә сабый иланы...
Күктәр тарафынан инселәнгән
Батыр тиеп таныр ил уны.
Кемдәр тағы, кемдәр ишетте һуң,
Үҙәктәрҙе өҙөр был көйҙө?
Нескә генә ҡылдар өҙөлөпмө,
Күҙ йәшенә кемдәр төйөлдө?
Мең-мең хәсрәт, һағыш сәсәтәме,
Йөрәктәрҙе тотош аҡтарып!
Зар илай шул ҡарттар хаттар уҡып –
Күҙ алдынан үтә сал тарих...
Ишетелә һымаҡ ошо көйҙәр,
Ҡибла ҡарай аҡҡан һыуҙарҙа...
Кемдәр икән йәнде әсендереп,
Ул көйҙәрҙе һалған йырҙарға?
...Мөмкин микән һүҙҙәр табырға, тим,
Аңлатырлыҡ асыл-тойғоно?
Һүҙҙәр артыҡ...
Сабыр йөрәктәр ҙә
Моң ҡөҙрәтен тойоп ойоно...
Һағыныу
Йөрәк ҡаным тамған төйәк түгел,
Мин балаһы түгел Бөрйәндең.
Күргәнем юҡ ҡуйы урмандарын,
Эскәнем юҡ һыуын Иҙелдең.
Гиҙгәнем юҡ ялан-туғайҙарын,
Буйламаным Нөгөш буйҙарын.
Бөрйән тиһәм, тәрән һағыш баҫа,
Тик Бөрйәндә никтер уйҙарым.
Боронғолоҡ бөрккән Бөрйән ерен,
Уйҙарымда мең ҡат урайым.
...Мәғрур тауҙар һиңә һынап ҡарай,
Ҡарағайҙар баҫҡан турайып.
Эй, юҡһынам ошо тауҙар илен,
Күк таштары һаҡлай кем эҙен?
...Һағышымды ҡалай таратайым,
Әйтегеҙсе, белә кемегеҙ?
Йән яртымдай микән яҡынһыңмы,
Ҡырыҫ ҡына төйәк – Бөрйәнем?..
...Тартыла ла тора күңелгенәм,
Һағынғандай ғәзиз бер йәнде...
***
«Һаҡмар ғына һыуҙың, ай, башына
Аллаһ һүҙен яҙҙым ташына...»
Йырҙан.
Һаҡмар башы!
Бына килдем әле,
Баҫып торам һинең ҡаршыңда.
Урау юлдар һиңә илткән икән,
Ни яҙайым, әйтсе, ташыңа?
Ни яҙайым, әйтсе, Һаҡмар башы,
Доғаларға һөйөү тиң микән?
...Таш быуаттан үҙ асылын юллап,
Йән яралтыр ерҙәр һин микән?..
Ни яҙайым икән аҡ ташыңдан
Илаһи бер ипкен таралһын?..
...Ниндәй тамыр бәйләп, тартып тора,
Быуат менән быуат араһын?..
Һаҡмар башы, әйтсе, ни яҙайым –
Ул моң етһен меңәр быуатҡа.
...Урал ҡаяһынан шоңҡар сөйгән
Киләсәгең микән буҙ атта?
Ни яҙайым уйып ошо ташҡа
Мәңгелектең итеп тамғаһы?
Йәнде бәйләр ғәзиз ергенәмә
Кендек ҡаны булып тамғанһың.
Яҙайыммы алғыш аҡ ташыңа –
Киләсәккә булһын аҡ нәҙер.
...Ейәндәргә ҡалыр хаҡ һүҙҙәргә
Белеп торам, эйе, юҡ ҡәҙер.
Яҙайыммы ҡарғыш ошо ташҡа –
Ҡан-йәш түгеп илай әсәләр.
Ил өҫтөндә ирҙәр үлә лә һуң!
Ҡайғыларҙан кем һуң әрсәләр?
Ни яҙайым, Һаҡмар, аҡ ташыңа –
Быуаттарға ҡалһын һаҡланып.
...Яҙайымсы һиңә йөрәк һүҙен –
Хаҡ доғалар итеп ятларлыҡ...