-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
1 Июль , 20:16

Фәйзрахман менән Бибигөл

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Авторҙың «Таня-Таңһылыу», «Әлфирә», «Оҙонтал», «Ағай-энеләр», «Сабыр йән» һәм башҡа ҙур күләмле әҫәрҙәре башҡорт романистикаһын байытһа, һутлы, мауыҡтырғыс хикәйәләре иһә, уҡыусылар күңелен яулап, уны оҫта хикәйәсе итеп танытты. Ринат Әлтәф улын ихлас күңелдән ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ һәм ижад ҡомарының мәңге һүрелмәүен теләйбеҙ.

Фәйзрахман менән Бибигөл
Фәйзрахман менән Бибигөл

Хикәйә

 

Фәйзрахман ҡыҙының кейәүгә сығыуын ишетте. Былай ҙа китек тормошоноң сите тағы ла нығыраҡ бүҫелеп төшкәндәй булды. Көйһөҙ күңелен тағы ла аяуһыҙыраҡ болғандырҙылар, төпсөгә батҡан юшҡындарын өҫкә ҡалҡытырға мәжбүр иттеләр.

Юғары вазифа биләгән Фәйзрахман, ни теләһә, шуны ашаһа ла, ни юраһа, алдына шул килеп торһа ла, йән тыныслығын юғалтты. Бүтәндәр ише ул да – ауыл балаһы. Уҡыны, кеше булды, мәле еткәс, ғашиҡ тотҡан, морат иткән заты Бибигөлгә өйләнде. Ал да гөл кеүек ағыла ине тормош йылғаһы... Ҡайһылыр бөгөлөшөндә даръя ярҙарынан ашты, болон-туғайҙарҙы баҫып китте. Бөгөнгө йәшәйеше –арҡыс-торҡос. Уйлаһаң, уйылып китерлек.

Фәйзрахман уйламай-иҫләмәй эше менән онотолоп йөрөгән була ла ни. Йөрөргә тырыша... Уныһы мәшәҡәтле бит, ҡыҙыҡлы, шуға ул башкөллө сумған... Әммә уйламай ҙа булмай: барыһы ла күҙ алдында ғына, тере ағзаһын ҡырҡып алғандар ҙа ят тәнгә ялғап ҡуйғандар. Шулай йәшәй.

Уның ысын тормошо алыҫта ҡалды инде. Йылдар томаны ашаһында. Бибигөл – сибәр ҡыҙый шул томандар артынан атҡа атланған килеш килә лә сыға. Һыбайлы һылыу. Шул һында уйылған һөйөклөһө йөрәгенә.

Батыр ҡыҙ атҡа атланып килеп инде уның тормошона. Улар, студенттар, йәйге практика мәлендә күрше ауылдарҙа концерт ҡуйырға дәртләнешеп китте. Төпкөл Сораманға барғайнылар. Клуб алдында өймәгешеп торалар. Бер заман тыҡрыҡ буйынан һыбайлы ҡыҙ килеп сыҡты. Аҫау айғырға атланған. Тегеһе лә эре: бына күрҙегеҙме мине, һыу һөлөгө ише ҡыҙҙарҙы ғына йөрөтәм иңемдә, тигән һымаҡ, һауалы баҫа. Урынында бейей. Оҙон ялдары, ҡыҙҙар толомолай, ергә һалынған, саҡма тояҡтары ваҡ таштарҙы ситкә сәсрәтә. Ә киң күкрәге, оҙон аяҡтары, уҫал баҙлауыҡлы күҙҙәре... Ҡыҙ ҙа, аҫау айғыр ҙа һушты алғыс, икеһе лә, гүйә, әкиәт иленән төшкән. Яй ғына клубҡа табан яҡынлашалар. Ишек төбөндә тапанған егеттәр, һыбай ҡыҙға баҡҡан да, иҫһеҙ-һушһыҙ ҡатҡан.

Һыбайлы күтәрмә ҡаршыһына уҡ килеп туҡтаны, аҫау аты бейеп кенә тора бит алда. Ысын цирк!

–  Һаумыһығыҙ, студенттар! – ти был ҡыйыу ҡыҙ. – Сораманға концерт килтерҙегеҙме?

– Ҡайҙәле, атыңды биреп тор, һеңлекәш. Бер саптырып киләйем, – тине Фәйзрахман, һыр бирмәҫкә теләп.

– Ҡуйығыҙсы, ағай, йә ташлап ҡасыр... – Ҡыҙ эре сирттерҙе. Үҙе һаман урынынан ҡымшанмай, арғымағын бейетеп тора ҡаршыла. – Мин Буянды берәүгә лә тоттормайым.

– Харап икән, – тигән булды Фәйзрахман.

– Йәл түгел, ағай, ташлап ҡуйыр – шунан ҡурҡам.

Һыбайлы ҡыҙ, шулай тигәс кенә, атын ҡыуаланы.

Кисен был һылыу зәңгәр сәскәле ап-аҡ күлдәктән ине. Ҡыйыу ҙа, үткер ҙә зат икән, клубта уйындарҙы башлап йөрөй, түңәрәккә бейергә лә тәүләп төшә. Ауыл йәштәре араһында өйөр башлығы кеүегерәк инде.

Фәйзрахман, үҙе ут йән, шул ҡыҙ алдында баҙаны ла ҡалды. Егет үҙе иптәштәренә башлыҡ һымағыраҡ, ә был ҡыҙ уны үҙ ихтыярына буйһондора. Студент егеттәр вальс уйнаһа, ауыл баянсыһына әйтеп, түңәрәкләп бейеү башлай. Аптырағас, Фәйзрахман да шул көйгә күсергә мәжбүр. Сая ҡыҙ болон сәскәһеме ни – уртала өйөрөлә генә.  Тирә-йүндә ел һыҙғыра, ел уйнай – аҡ күлдәкле бейеүсе, гүйә, һыбайлы – елә генә. Күҙҙәр эйәрмәй оҙон толомдары артынан, оҙон итәктәре осона ел эйәрмәй... Башы әйләнә Фәйзрахмандың, йөрәге елкенә. Былай ярһыу ҙа, бындай батыр ҙа ҡыҙҙы тәүләп күрә. Вальсты өйрөлгәндә һылыуҡай егеткә серен дә асып ҡуйҙы. Бибигөл тигән ҡыҙ икән, Фәйзрахмандар ише университетта уҡырға хыяллана.

Егет ҡыҙҙың тығыҙ тәненә ҡағылыуҙан, уның ялҡынлы йөҙөн күреүҙән иҫерә, үҙен бәхет күгенең етенсе ҡатындағылай хис итә. Фәйзрахман, үҙе бик күп ҡыҙҙарҙың башын әйләндергән егет, ҡапыл-ғара баҙаны ла ҡуйҙы, теле телгә бәйләнә, өндәшергә теләгәнен әйтә алмай. Был – хур ҡыҙы, әкиәт һылыуы, алиһә күктән төшкән!

Фәйзрахмандар киске уйындан һуң уҡ Сорамандан киттеләр. Һөйкөмлө ауыл ҡыҙы әкиәт алиһәһе төҫлө генә булып ҡалды уның аңында. Ул сибәркәйҙе бүтән бер ҡабат та осрата алмам, тигәйне.  Бары хыялында ғына йәшәр был хур ҡыҙы, тип һағышланғайны. Ә сая гүзәл зат киләһе йылына университетҡа уҡырға инде, Фәйзрахман ише студент булып китте.

Әкиәт ҡыҙы Фәйзрахман өсөн шулай ысынбарлыҡҡа әүерелде. Егеттең шаулы тормошона ошолай һыбай килеш килеп керҙе лә мәңгегә тороп ҡалды йөрәге түрендә.

Бөгөн Фәйзрахман менән Бибигөл – айырылышҡан кешеләр. Ике балалары бар, улары ла үҫкән инде.

Ир, әлбиттә, бөтә ғәйептең үҙендә икәнен дә белә. Берәүгә лә яҡмай гонаһын, берәүҙән дә кер эҙләмәй. Ул юрағанын татый! Ләкин уға бынан ғына еңел түгел. Ҡояш ҡалҡа, тағы бата, шулай ваҡыт ағышы туҡтамай, инде Бибигөл дә, ул да иллегә табан яҡынлай.

Фәйзрахман һаман Бибигөлөн ярата. Уға тиңде, уның ише юғары затты осрата алманы. Бүтәндәр менән ысын мөхәббәт тә, оло бәхет тә табылманы. Тәүге һөйөүе, тәүге ҡатыны иң ысыны, иң һуңғыһы булған икән. Үкенә лә һуң, терһәген тешләр әмәле генә юҡ.

Бибигөл дә иренең шуҡлыҡ-мутлыҡтарын бер-ике тапҡыр ғына ғәфү итмәне. Фәйзрахман әйтеп-әйтеп тә туҡтала ла, тыйыла ла белмәҫ бәндә бит. Һутлы еләк ашап-ашап та кәйекмәҫ зат булды. Шул көйһөҙ холҡо бөлдөрҙө  уны. Берәй һылыуҡай күрҙеме, күрше баҡсаһына кергән әрһеҙ һыйыр төҫлө, алаҡандай ҙа китә, күҙен-башын уйната башлай.

Бибигөлөнә ул башлап ете йыл бергә йәшәгәс хыянат ҡылды. Күрше ауылға туғандарына барғайны, ағаһы менән һыу буйына төштөләр. Шунда ҡаранан килешле һылыуҙы сиртте бит. Ағаһы күҙ ҡыҫа: йәнәһе, үҙең ҡара.

Фәйзрахман сигенмәй инде ул: ҡатын-ҡыҙ тигәндә күҙҙәре ялтлап тоҡана ла китә. Әле теге ҡараҡай менән шаярып һөйләшә, ирәйеп көлә. Фәйзрахман мут холоҡло булыу өҫтөнә, һомғол буй-һынлы, матур сырайлы ир ҙә бит әле –  шуға ымһынғандыр ҡараҡай. Һыу аҫтынан сумып ҡашына барып сыҡһа, тайшанмай ҙа бит әй, шарҡылдап көлә лә ҡуя ҡыҙ. Фәйзрахман инде ҡулға үҙе килеп эләккән балыҡты ысҡындыра буламы: тимерҙе ҡыҙыуында һуғып өйрәнгән дә баһа ул. Һыу аҫтына сумып китә лә шаян ҡараҡайҙың әле түшенән, әле нескә биленән ҡармап ала, теге сырылдай, тауышы тирә-йүнгә яңғырап китә. Әйтерһең, шул шат ауаз һыу өҫтөнә алтын алҡалар булып кире яуа. Егет уның һайын әрһеҙләшә, уның һайын ҡыҫыбыраҡ тота был сибәркәйҙе. Һыуға сумып китә, килеп сыға, сума, тағы ҡыҙҙың имсәктәренән, бот араһындағы сатынан һәрмәп ала. Ҡыҙый сырылдап ҡысҡыра, ауаздары ҡояш нурҙарында ялтыраған бихисап тәңкәләр ише һыу өҫтөнә һибелә.

Фәйзрахман оҙаҡ уйлап торманы: һылыуҡай менән шаярып түбәнгә табан ағып барҙы-барҙы ла утрау яғына ыңғайланы. Кеше күҙенән ышыҡланғас, таллыҡ араһына күтәреп алып керҙе лә китте шаталаҡ сибәркәйҙе. Һуңынан белеүенсә, ул клуб директоры булған икән, йырға әүәҫ, ти. Шуға тауышы ла моңло, яңғырауыҡлы, имеш. Утрау эсендә, йәш таллыҡ араһында икәү сикһеҙ ләззәт татығайнылар шулай. Шул бәхетле мәл дә Фәйзрахмандың күңеленә уйылып ҡалды. Артабан ул һәр ваҡыт ошондай рәхәтлектәр юллар булып китте: ҡасып-боҫоп бәхет емешен өҙөүҙең үҙенең бер мәртәбәһе, тәме бар шул! Фәйзрахман Фәйзрахман булмаҫ, әгәр шуны белмәһә. Фәйзрахман уҙаман – үҙе был шөғөлдөң маһир бер оҫтаһы ла.

Ләкин һыу буйындағы ҡараҡай уның Бибигөлөнә беренсе хыянаты һынланышы булды. Унан һуң китте...

Бибигөл, Фәйзрахманға ҡыҙының туйына әйтергәме-юҡмы, тип оҙаҡ баш ватты. Әйтһә лә хуп, әйтмәһә лә... Әйтһә, кейәү яғы туғандары алдында ҡыҙ баланың йөҙө яҡты булыр. Ҡыҙарынып, ҡыйынһынып ултырмаҫ оло табында. Әйтмәһә лә, бик төҫ, таман да бит... Фәйзрахмандың ҡылған ҡылыҡтары, хыянатына был иң хаҡ баһа.

Бибигөл, ире тураһында уйлаһа, иң элек ауылдағы ике йылын хәтерләй. Фәйзрахман ике йыл Мәскәүҙә аспирантурала уҡыны, шул арала Бибигөл ауылда донъя көттө, аҡса эшләне. Хеҙмәт хаҡының бер өлөшөн тоғро ҡатын һөйөклө иренә ебәреп тора. Ҡулында – ике бала, кәртә тулы мал, ҡош-ҡорт. Шуларҙың бөтәһенә өлгөрөргә, барыһына күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк. Бар маҡсат – иренең уҡыуы, ҙур кеше булыуы хаҡына бер ни ҙә йәл түгел. Ир күтәрелһә, бисә лә күтәрелә, ирҙең даны бисәгә, ғаиләгә йоға.

Бибигөл йәш, көслө ине, бирешмәне, баш баҫып эшләне. Мәктәптән йүгереп ҡайтты ла балаларын туйындырҙы, малын хәстәрләне, унан тағы ла мәктәпкә сапты. Ике арала йүгереп йөрөп айҙары, йылдары уҙғаны һиҙелмәй ҙә ҡалған. Фәйзрахман да кәләше янына йыш ҡайта. Һағыналыр балаларын, батыр ҡатынын. Уныһы бит, осрашҡас, әллә нисәмә йәшкә йәшәргәндәй итә, бар ыҙалары ҡул менән һыпырып алғандай була ла ҡуя. Ике ғашиҡ танһыҡ осрашыу мәлдәрендә күгәрсендәрҙәй гөрөлдәшә. Һөйөшөп туймай бәхетлеләр; танһыҡтары ҡанмай тағы айырылыша бисаралар.

Бибигөл түҙҙе, түҙҙе инде. Батыр йөрәкле бит ул, бөтмөр ауыл балаһы. Фәйзрахман, аспирантура тамамлап, диссертация яҡлаһа, олуғ ғалимға әүереләсәк, ғаиләһен дә «һә» тигәнсе янына күсереп аласаҡ. Әлеге ҡыйынлыҡтар – ваҡытлыса бәлә генә, әле түҙһә, киләсәктә бәхетле булырҙар. Бәхет-шатлыҡ йылмайыр уларға. Бөгөнгөһөнә күнергә, киләсәкте уйлап йәшәргә кәрәк! Еңеү еңел яуланмай!

Ошондай уй-теләктәр менән йәшәне ауыл уҡытыусыһы, Фәйзрахман уҙаман оҙон ике йыл баш ҡалала уҡыны, белем ҡаяларын кимерҙе.  Хәленән килә икән, кем ҡаршы төшә?! Әйҙә, белемен арттырһын бәндә! Бибигөл – аңлы зат, ҡараңғы бер ауыл бисәһе түгел.

Хәләле – ғорур йән. Күрше-күлән, таныш-тонош «иреңдән ҡолаҡ ҡағып ҡуйма алай», «башҡа йәшәү хәтәр ҙә инде» тип ҡараһа ла, «ҡуй, ир-атты ҡамыт-йүгәнһеҙ бик буйлатып ебәрмә» тип кәңәш-төңәш еткерһә лә, сер бирмәне. Көлдө лә ҡуйҙы, йә ҡул һелтәне. Ул, ваҡлыҡтан оло булып, бәхеткә, тоғролоҡҡа инанып йәшәргә теләне. Мөхәббәт тигән ҡиммәттәргә табынып, ошоларҙың ысын икәнен үҙ тормошо менән иҫбат иткеһе лә килә ине, ахыры.

Бибигөл көслө ихтыярлы, ғорур зат ине. Эйе, ваҡлыҡтан өҫтөн булды, ғәйбәт, буш һүҙгә ҡолаҡ һалманы. Иң яҡын әхирәтенең: «Ирең бик мут, абай бул!» – тигәненә лә иҫе китмәй торғайны. Фәйзрахман тәненән тәүләп ят еҫ тойғас, аҙаны. Уның иренән сит бисә еҫе аңҡый! Быныһын ғәфү итергә мөмкинме?

 

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2024) һанында уҡығыҙ.

 

Рауил ШӘЙХЛИСЛАМОВ һүрәте.

Фәйзрахман менән Бибигөл
Фәйзрахман менән Бибигөл
Автор:
Читайте нас: