-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
26 Июнь , 20:12

«Ҡылған һымаҡ талғын наҙлыбыҙ беҙ...»

Тамара Искәндәриәнең (Юлдашева) әҙәбиәт күгендә сағыу үҙ йондоҙлоғо бар һәм уның тәрән фәлсәфә, юғары рух, нескә зауыҡ менән һуғарылған ижад емештәрен башҡалар менән бутау мөмкин түгел. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, милли матбуғатыбыҙ ветераны бөгөн дә ең һыҙғанып ижад итә: шиғырҙары, поэмалары, тәржемәләре – заман йылъяҙмаһы ул.

«Ҡылған һымаҡ талғын наҙлыбыҙ беҙ...»
«Ҡылған һымаҡ талғын наҙлыбыҙ беҙ...»

*  *  *

Боланутты, йәнем, төнәтәйем,

Йәнгә дауа бит ул боланут.

Сихәттәре уның бихисаптыр,

Йөрәктәрҙе ҡармап алһа ут.

 

Икәү генә, сөкөрләшеп кенә

Сынаяҡҡа сәйҙәр яһайыҡ.

Сәйҙән дә бит йөрәк иләҫ-миләҫ,

Уйҙарыбыҙ талғын, һил, айыҡ.

 

Әйҙә, «Байыҡ»ты бер ҡарап алып,

Дәртле бейеп тә беҙ үтәйек.

Бер ҡараһаң, ҡоштай талпынайыҡ,

Бер ҡараһаң, хас та беҙ кейек.

 

Һинең менән, артыҡ күп һорамай,

Төшөп китербеҙ беҙ тангоға.

Хәрәкәттәр етеҙ һәм дә теүәл,

Көйгә әйләнәбеҙ тын ғына.

 

Киҫкен генә боролоштар яһап,

Текә ҡуйып баҫып үксәне,

Бер-беребеҙгә һынап ҡараш ташлап,

Бейегәндә йәнең үкһейме?

 

Ике һынға ҡояш таҡмаҡ әйтә,

Ҡумыҙ сиртеүсеһе – Ай ҙа һуң!

Аһ, ҡайҙа һуң минең матур сағым?

Һинең һомғол сағың ҡайҙа һуң?

 

 

Палестинанан хәбәр

«Беҙҙең хаҡта борсолмағыҙ,

Тик доғала булығыҙ!..»

 

Палестина утта яна,

Унда ҡойон-ғәрәсәт

Ҡыя сабый ғүмерҙәрен,

Ер өҫтө мәхшәр, афәт.

 

Бер халыҡты бер халыҡҡа

Ҡаршы ҡуйған көс – ниҙә?

Ул дәжжәлде көткән көстөр,

Заман ахырын һиҙә.

 

Шундай тыныс һинең тауыш,

Палестина ҡатыны!

«Беҙ ҡаҡшамаҫ рухлы хәҙер,

Беҙ беләбеҙ Хаҡҡыны!

 

Борсолмағыҙ беҙҙең өсөн,

Белегеҙ доға көсөн!»

 

Аҡтарыла бар тирә-яҡ,

Яуыз көс ябырыла.

Балаларымды һаҡла, тип

Күктәргә ялбарыла.

 

Аллаһ бөйөк, сабыйҙары

Ишетмәне шартлауҙы,

Гүйә, улар йоҡлаһын, тип,

Тартып ҡуйған шаршауҙы.

 

Өс йәшлек улы, уянғас:

«Әсәй, мин үлермен», – ти.

«Ҡуйсы, балам, улай тимә!»

«Мин шәһит булырмын», –  ти.

 

Ҡайҙан белгән ул һүҙҙәрҙе?

Кем өйрәткән сабыйға?

Нисек килгән был нарасый

Шундай хәтәр, сал уйға?!

 

Газа халҡы ҡаршы тора

Йөрәге, ҡәлбе менән,

Ныҡлы инанысы менән,

Иманы-ҡәлғә менән.

 

«Борсолмағыҙ беҙҙең өсөн,

Белегеҙ иман көсөн!»

 

Палестина – Аллаһ үҙе

Фатиха биргән урын.

Ошонда Ул инселәгән

Пәйғәмбәрҙәрҙең ҡорон.

 

Палестина ҡатынының

Тауышы тыныс, йомшаҡ:

«Бар кешелек өсөн шәһит

Китһәк, беҙ булырбыҙ шат.

 

Ҡаҡшамаҫ беҙҙең рухыбыҙ,

Ә һеҙҙеке – ни сама?

Беҙҙең юғарылыҡ менән

Иманығыҙ үлсәнә.

 

Килер ул көн: яҡты нурға

Ҡойонор һеҙҙең йөрәк.

Шәһиттәр – Аллаһ ғәскәре –

Үҙебеҙ һеҙгә терәк.

 

Борсолмағыҙ шуға ла –

Булығыҙ һеҙ доғала».

 

Һалда

Шарҡылдап көлдө йәйҙәрем:

Шар асҡайным ҡосаҡты,

Шарран-яран шарламала

Шат ҡабыҙҙым усаҡты.

 

Оса усаҡ осҡондары

Шарлама, шаршыһына.

Һал елдерә дауылдарҙа

Киләсәк ҡаршыһына.

 

Елдерә мәлдәр, уларҙы

Ҡыуып баралармы ни?

Ҡыуан елдәрҙән һине һуң

Кемдер аралармы ни?

 

Бәрелерме һал ярҙарға?

Ҡолғаңды тәрән ҡаҙа!

Һал ҡыуып баралманы, тип

Әйтһәләр – йәнгә яза.

 

Һалыңды ҡыу! Йә, көтмә һин

Бәндәләрҙең яҡлауын:

Йәнде ҡурсыр көс – тик берәү,

Һора уның һаҡлауын.

 

Бары Ул ғына ҡотҡарыр

Тормош ғәрәсәтендә.

Уға һыйын ғүмереңдең

Иң һуңғы сәғәтендә.

 

Елдерә һалым, ярҙарҙан

Тауҙар миңә өндәшә:

Беҙ мәңгелек,

Һәр мәлеңдә

Мәңгелек тойоп йәшә.

 

*  *  *

Ниндәй йыраҡ йондоҙҙоң мин

Булһам да туҙаны,

Ошо ерҙең ҡуйынында —

Халҡымдың үҙаңы.

 

Ниндәй һәләк галактика,

Хәл ҡалғас аҡтыҡҡа,

Ебәрһә лә миңә аҡыл —

Сафлыҡҡа, хаҡлыҡҡа.

 

Ниндәй хәтәр ҡойондарҙа

Әйләнһә лә Ерем,

Уға ғына һыя минең

Иң мөҡәддәс серем.

 

Ниндәй аҫыл һүҙҙәр теҙеп

Аңлатайым уны?

«Һөйөү» булыр тәүгеһе лә

«Һөйөү» булыр – һуңы.

 

* * *

Серле яҙыуҙарға юлыҡтым мин...

Эске моңға улар таныш та...

Йыртыҡ бите рухи китабымдың,

Билдәһеҙ бер осор тарихта –

 

Ғәрәп графикаһы.

Уңдан – һулға

Ҡәләмемә үрлә, эй хәреф!

Ниндәйҙер моң йәнде саҡырғандай...

Түҙ, йөрәгем, ҡуйма этәреп!

 

Мейемә аҡ бураҙналар һалып,

Яҡтырып та килә был яҙыу.

Уңдан һулға – ҡулым саҡ ҡуҙғала...

Энә менән ҡойо был ҡаҙыу!

 

Белемлемен, тиеп кем дә әйтер,

Әйтеп ҡара, мин, тип, ғилемле?!

«Фатиха»лы, «Ихлас», «Әл Ғаср»лы,

«Аятел Көрси»ле – әләмле?!

 

Серле хәрефтәрҙең һәр һыҙығы

Һыйҙырғанмы әллә тылсымдар?

Гүйә, булмышымды сафландырып,

Күккә тоташтыра шул сымдар...

 

*  *  *

Осоп керҙе бер ҡош өйгә,

Дәфтәремә ултырҙы.

Дәфтәремдең һәр битенә

Күк тамғалар тултырҙы.

 

Ә дәфтәрем, ҡыуанғандай,

Елгә асты биттәрен.

Килтергәнме был ҡош сәләм –

Әйтер һүҙен күктәрҙең?

 

Тамға-тамға яҙыуҙарҙы

Нисек уҡыйым икән?

Бынауыһы һәнәк һымаҡ,

Бынауы – хас та елкән.

 

Ерҙә – бола, ерҙә – һуғыш,

Күктә лә шулмы – һағыш?

Тамға-тамға яҙыуҙарҙан

Тама йәнгә яңырыш.

 

Эй ҡошсоғом, тәҙрәм асам,

Ос, йәндәшем, ос һин, ос!

Тамғаланың йөрәгемде,

Бейек тарафтарҙы ҡос!

 

Мин дә инде, һинең кеүек,

Осоу серен белермен.

Бер ҡараһаң – Күк булырмын,

Бер ҡараһаң, мин Ермен.

 

Ерҙә – һуғыш,

Күктә – һағыш...

Бәрелмә, йәнем, яң(ы)лыш.

Күңел бөтөнлөгөн һаҡлау

Юлдарын эҙләп табыш.

 

Осоп керҙе бер ҡош өйгә,

Дәфтәремә ултырҙы.

Дәфтәремә әллә ниндәй

Серле тамға тултырҙы.

 

Ҡылҡумыҙ

Дала елдәренә ҡушыла ла

Илай-һыҡтай тағы ҡылҡумыҙ.

Ҡылған һымаҡ талғын наҙлыбыҙ беҙ,

Ҡаулан һымаҡ ҡырыҫ, ҡырҡыубыҙ.

 

Тау бөркөтө күкте иңләгәндә

Байҡап оса алыҫ араны.

Үле һыуҙы һаҡла – ярап ҡала

Йыуып бәйләгәндә яраны.

 

Тере һыуҙы... Ауыҙ итмәй генә,

Сарыф итмәй уны атлайыҡ.

Мин белмәйем, кемгә тәғәйен ул,

Мин күрмәйем, кемгә ул лайыҡ?

 

Тик ниндәйҙер оло бер көс беҙҙе

Сүл-далалар аша, ут аша

Алып бара бына нисә быуат,

Дәүерҙәргә дәүер тоташа...

 

Тере һыуҙы һәм дә тере утты

Сайпылдырмай һаҡлап барыусы –

Беҙ, кешеләр, Әҙәм балалары,

Ҡайһығыҙҙың һөйәлһеҙ усы?!

 

Ҡылҡумыҙҙың ҡырыҫ моңо менән

Имләгәндә йөрәк яраһын,

Ҡарашығыҙ, беләм, ярһып иңләй

Алда барыр үрҙәр тарафын!

 

Нух пәйғәмбәр башҡа килмәҫ Ергә,

Ҡотҡарырға ҡатын үә ирҙе.

Нимә көтә беҙҙе  киләсәктә?

Эҙләйбеҙ беҙ ниндәй тәҡдирҙе?

 

Ҡылғандарҙай талғын наҙлыбыҙ беҙ,

Ҡауландарҙай ҡаты, ҡырыҫбыҙ.

Дала елендәге ҡылҡумыҙҙай,

Килер көнгә өмөт, ырыҫбыҙ.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: