-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
3 Июнь , 19:20

Аҫыл йәрем инең...

Сәлиә Ғатауллина 1961 йылдың 12 авгусында Белорет районы Бирҙеғол ауылында тыуған. Һөнәре буйынса – штукатур-буяусы, оҙаҡ йылдар Межгорье ҡалаһында йәшәй, әлеге мәлдә Учалыла төпләнгән. БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Мөхәммәт Хәйҙәров исемендәге премия лауреаты, дүрт китап авторы, Сәлиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы бик әүҙем ижад итә, хикәйәләре һәм шиғырҙары республика, район матбуғаты биттәрендә даими баҫыла.

Аҫыл йәрем инең...
Аҫыл йәрем инең...

Радистка Нәсимә Фәтҡуллинаға бағышлайым

Хикәйә

– Эх, Сынтимер... Яңғыҙымды ҡалдырып, киттең дә барҙың шул, мәңгелеккә... Еңеү көнөндәге байрам тантанаһына икәүләшеп барырға йыйына инек бит! Ҡулға-ҡул тотоношоп ҡына алты тиҫтә йыл Еңеү яҙын бергә ҡаршыланыҡ, быйыл да шулай булыр, тип ышанғайныҡ... Эх, Сынтимер, Сынтимер...
Иренең ҙурайтып эшләнгән фотоһы янына килеп баҫҡан Сәфинә Абдулла ҡыҙы, үҙенә үтә ҡәҙерле булған кешеһенең был донъяла юҡлығына әлегәсә ышанып етмәгәндәй, мөлдөрәмә йәш тулған күҙҙәрен уға төбәп, оҙаҡ ҡына моңайып торҙо. Иламаған көнө юҡтыр хәҙер Сәфинәнең. Ҡәҙерле кешеһе тураһында һүҙ ҡуҙғатыуы була, күҙҙәренән йәштәре ағыла башлай.
Һай, матур йәшәнеләр Сынтимере менән. Биш бала үҫтерҙеләр. Бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған фронтовик-уҡытыусы ҡатынын өрмәгән ергә ултыртмай, ҡәҙер-хөрмәттә генә йәшәтте. «Мин алдан ҡуҙғалырмын инде, ауырыуҙан сыҡмайым, һин тороп ҡалырһың...» – ти торғайны Сәфинә иренә. Юҡ икән шул. Бөйөк Еңеүҙең алтмыш йыллығына бер ай ҡалды, тигәндә генә мәңгелек йортона китеп барҙы Сынтимере.
...Ҡәһәрле һуғыш башланыр йылда Сәфинә унынсы класты тамамлай ине. Мәктәп уҡытыу­сылары Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Аҫылйәр» исемле драмаһын сәхнәләштерҙе. Төп ролдә уйнаған йәш уҡытыусы Сынтимергә Сәфинә ошо спектаклдә ғашиҡ булды. Тик был турала серен бер кемгә лә асманы.
Мәктәп тамамлағанда һуғыш башланды. Ығы-зығы, илаш, көн дә һуғышҡа яҡындарын оҙаталар. Сәфинәнең дә ағаларына повестка тоттороп ҡайтарҙылар. Кис еткәс, юлға йыйынғандарында, Сынтимер ҙә улар менән бер көндә һуғышҡа китә икәнен ишетеп ҡалған Сәфинә таң атҡансы илап сыҡты. Ағалары өсөн бер ҡай­ғырһа, һөйгән кешеһе өсөн йөрәге уғата әрнене. Сәфинә үҙен өҙөлөп ярата икәнен дә белмәйенсә китәсәк бит!
Шул көндән ун һигеҙ йәше лә тулмаған Сәфинә военкомат юлын тапай башланы. Тәү сиратта тыуыу тураһындағы таныҡ­лыҡтағы датаны төҙәтте. Тәүге мәлдә «Кәүҙәң бигерәк бәләкәй бит әле, ундағы ауырлыҡтарҙы нисек күтәрерһең һуң?» – тип мәрәкәләп кире борҙо военком. «Шәфҡәт туташы итеп ебәрегеҙ, санитарка булырмын!» – тип ныҡышмал ҡыҙ военкомат юлын тапауҙан туҡтаманы. Тик Сәфинә үҙе һаҡлап йөрөгәндә генә Сынтимере иҫән-һау әйләнеп ҡайтыр төҫлө. Бына уға элемтә­селәр курсына йүнәлтмә биреп ҡайтар­ҙылар. Өйҙәгеләргә – ләм-мим. Белеп ҡалһалар, былай ҙа улдары өсөн йөрәге өҙөлгән әсәһе нимә эшләр? Курсты тамамлағас, фронтҡа повестка тотторҙолар. Өйҙәгеләргә: «Ауылдаш егеттәрҙе оҙатышырға барам!» – тип, әйтмәй генә юлланды Сәфинә фронтҡа. Хушлашыуы үтә ауыр булыры билгеле.
Сынтимерҙе тап итермен, ти­гәйне лә. Ҡайҙа һуң, ул мәхшәрҙә кем кемде осратһын да, кем кемде тап итһен...
Яраланып, контузия алғас, элемтәсе Сәфинәне һауығып, нығынып килһен өсөн бер айлыҡ ялға ҡайтарҙылар. Ана шунда инде әсәһенең өҙгөләнеүҙәре: «Кире ебәрмәйем! Ҡуй, ҡыҙым, башҡаса йөрөмә!»
Бына оҙон-оҙаҡ дурт йылға һуҙылған һуғыш тамамланды. Сәфинә өйөнә ҡайтып еткәс кенә ағайҙарының һуғышта һәләк булғанлығын ишетте. Сәфинәнең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуына әсәһенең, һеңлеләренең ҡыуаныуы! Бер нисә көн үткәс, иртәнге сәйҙе эсеп ултырғанда Асия һеңлеһе:
– Ниндәйҙер хәрби кеше беҙгә табан килә! Апай, һинең арттандыр ул? – тип хәбәр һалды.
Ҡобараһы осҡан әсәһе:
– Ебәрмәйем баламды! Башҡаса бер ҡайҙа ла ебәрмәйем! Бар, Сәфинә, мейес артына йәшен! Өйҙә юҡ, тиермен! – тип, албырғап ҡалған ҡыҙын этеп-төртөп тигәндәй, мейес артына йәшерҙе.
Бына бер мәл өй эсендә ир кеше тауышы ишетелде. Таныш ҡына тауыш кеүексе? Хатта, үтә таныш инде... Өйҙәгеләр менән хәл-әхүәл белешкәндән һуң, уны әйҙүкләп өҫтәл артына саҡырҙылар. Бер аҙҙан хәрби кеше тағы һүҙ ҡушты:
– Ә ҡайҙа һуң Сәфинә ҡы­ҙығыҙ? Ул да фронттан ҡайтҡан, тигәйнеләр ҙәһә?
Өйҙәгеләр шымып ҡалды. Хәрби кеше яңынан:
– Уның менән осрашып, һуғыш хәлдәре тураһында һөйләшеп ултырырмын, тип килгәйнем дә... – тип өҫтәне.
Шунда һеңлеһе Асия мейес артына килеп:
– Әйҙә инде, апай, Сынтимер ағай һине таптыра! – тип Сәфинәне етәкләп алып сыҡты. Ни сәбәптән мейес артында йәшенеп торғанын белгәс, Сынтимерҙең ихлас көлөүе шул саҡта... Ошо көндән алып улар гел бергә булды.
Сынтимер Сәфинәне һәр саҡ мәрәкәләр ине:
– Мейес артынан табып алған кәләшем бит һин минең!
Ә Сәфинә ғүмере буйына уға иркәләп «Аҫылйәр» тип өндәште. Спектаклдәге төп герой Шәрәф һөйгән ҡыҙы Ләләгә шулай өндәшһә, Сәфинә өсөн Сынтимер ғүмерлеккә «Аҫылйәр» булып ҡалды...
Бөйөк Еңеүгә арналған митингтан ҡайтҡан фронтовик Сәфинә Абдулла ҡыҙы йәһәтләп шкаф ишеген асты. Сынтимеренең орден-миҙалдар тулы костюмын сығарып, залдың уртаһындағы байрам һыйы тулы өҫтәлдең иң түрендә торған ултырғысҡа ҡәҙерләп кенә элде. Йоҡо бүлмәһенә барып, иренең тальянкаһын алып килде. Уны ла йәтешләп кенә шул уҡ ултырғысҡа ҡуйҙы. Ҡәҙерле костюмды ла, тальян гармунды ла наҙлап ҡына һыйпаны. Күңеле тулышып, күҙҙәре йәшкә төйөлдө. Ҡулъяулығы менән күҙҙәрен һөрттө, тулҡынланып өндәште:
– Тиҙҙән туғандар, дуҫтар килеп етер. Еңеү көнө менән ҡотларға. Ә һин, һәр ваҡыттағыса, үҙеңдең урыныңда, түрҙә генә ултырырһың, Сынтимер! Беҙ был көндө гел бергә ҡаршылай инек, бынан ары ла тик шулай буласаҡ. Еңеү көнө менән һине, ҡәҙерлем! Сынтимерем, Аҫылйәрем минең...


15 июнь, 2023 йыл.
Учалы ҡалаһы.

Рауил ШӘЙХЛИСЛАМОВ һүрәте.

Автор:
Читайте нас: