-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
27 Май , 15:52

«Үрмә гөлдәй көнгә һонолам, Күңелемде һаҡлай шул йолам...»

Гөлнара Хәлфетдинова шиғриәтендә тәрән фәлсәфә, төплө аҡыл сағыу хистәр, яҡты уйҙар менән тығыҙ үрелеп килә. Шағирәнең күңел донъяһы берәүҙе лә битараф ҡалдырмай, уның баҙыҡ, һутлы, көслө образдары уйландырыу, тетрәндереү һәләтенә эйә. Ижадкәрҙең сираттағы шиғри күстәнәсе лә журнал уҡыусыларыбыҙ күңеленә хуш килер, тигән өмөттәбеҙ.

«Үрмә гөлдәй көнгә һонолам, Күңелемде һаҡлай шул йолам...»
«Үрмә гөлдәй көнгә һонолам, Күңелемде һаҡлай шул йолам...»

* * *
Әле йәлләп, берсә ҡабаланып
Ғүмеремдең күҙ-көндәрен һүтәм,
Алдыбыҙҙа һәр көн яңы донъя,
…Элеккесә булмаясаҡ бүтән!

Элеккесә булмаясаҡ бүтән,
Ни үкенес, өҙ(ө)лөп китә үҙәк,
Кеше үҙ-үҙен алдап бара –
Ошо һыртты ғына менһәк, һөҙәк...

Һөҙәктәрҙә тағы ауырыраҡ,
Сырмалышып китә ике аяҡ,
Ул ғынамы, һөҙәк аҙаштырғыс,
Тау үрендә генә була маяҡ.

Элеккесә булмаясаҡ бүтән,
Тик сара юҡ, һүтәм инде, һүтәм,
Үҙем генә белгән көйҙө көйләп,
Үҙем һайлап алған юлдан үтәм.

Элеккесә булмаясаҡ бүтән…

 

Ҡалҡан

Күк төптәре ҡапыл сарпылды ла,
Минең менән илай бөтә ғаләм.
Йәнә күҙ йәшенә ҡойондорҙо
Таҙарынһын, тиеп, Хаҡ Тәғәләм.

Мең һөңгөлө яуҙай – ҡара ямғыр
Ағартам тип, үтте йәнгә, лысма.
Сәскә тиклем ағарышып ҡалғас –
Аҡлыҡ гел шатлыҡ тип яңылышмам...

Баҫып килгән хәсрәт атының да
Дағалары ҡубыр бер сиратта...
Сабырлыҡты көмөш ҡалҡан итеп
Күкрәгемә баҫтым зарураттан.

 

Күңелемдеһаҡлай шул йолам

Ҡалҡыр ҡояш ҡалҡа, һаумы, тип,
Күләгәме ул һин, әллә таумы тип?
Зәңгәр-зәңгәр бейек күктәрем,
Ҡауырһындай – иңдәге йөктәрем…
Яҙған икән, тимәк, яҙылған,
Тыныс шуға, күңелем яҙылған.
Үрмә гөлдәй көнгә һонолам,
Күңелемде һаҡлай шул йолам.


Ҡыңғырауҙар тағылмай шул уға...

Тауҙар аръяғында тауҙар шартлай,
Яуҙар бара унда, шатлыҡ артмай.
Ғәҙеллекте таныр өсөн күргән
Ғәҙелһеҙлек? Тәртә тигеҙ тартмай…

Тауҙар аръяғында тауҙар шартлай,
Тауыштарын уның урман ҡаплай.
Ҡояшта ла таптар бар ул, тиҙәр,
Ҡояштың да йөҙө ҡай саҡ сатнай.

Тауҙар аръяғында тауҙар шартлай,
Ерҙең үҙәгендә ҡайнай вулкан.
...Тышта буран, өйҙә сәйнүк тора,
Сәйе генә йылы булһа булған.

Тауҙар аръяғында бара яуҙар,
Ишетелмәй, нисә йөрәк һуға.
Күңел атым, ҡайҙа ысын дуғаң?
Ҡыңғырауҙар тағылмай шул уға…


* * *
Тынлыҡ – әле һис тыныслыҡ түгел,
Тынлыҡ ҡай саҡ шартлауҙарҙан яман.
Йөрәктәге шырлыҡ-тынлыҡтарҙы
Кисер(ә) алһаҡ ине имен-аман.

Тел көрмәлткес шомло өнһөҙлөктән
Ярылмаҫмы ҡолаҡ ярылары?
Сиҙәм яралары тартылыр ҙа,
Тартылырмы күңел яралары?

Тынлыҡ – әле һис тыныслыҡ түгел,
Тынлыҡ ҡай саҡ шартлауҙарҙан әсе.
Зыңлап, бик булмаһа, шың-шығырлап
Тәгәрәһен тормош тәгәрмәсе.

* * *
Һөйәктәрҙе шаңҡытырлыҡ һыуыҡ,
Алһыу ирендәрҙе күгәртерлек –
Шулай була икән күңел ҡалыу,
Ҡалмауҙары һүҙҙең бер әйтерлек.

Тын алышы һалҡын һауаларға
Элә туңған һорау билдәләрен,
Кем белгән һуң боҙло, төпһөҙ тынлыҡ
Битарафлыҡ көсөн билдәләрен?

Һауаларға элгән шул һорауҙар –
Әйтерһең дә, үлсәү сабырлыҡҡа,
Һуңғы өмөт торған аҫылынып
Юғалтыуҙы ғына табырлыҡҡа,
Юғалтыуҙы ғына табырлыҡҡа...

Юғалтыуҙы эҙләмәй ҙә кеше,
Юлығалыр бары тоя барып,
Аңлай барып, ошо оло донъя –
Юҡтан ғына үргән оя бары,
Юғалтыуҙан үргән оя бары…


* * *
Ә мин яҙҙы тойоп өлгөрмәнем,
Өлгөрмәнем яҙҙан иҫереп,
Бәпембәләр башы ағарышып
Ялбырашып бара, иҫкереп...

Ә мин яҙҙы тойоп өлгөрмәнем,
Өлгөрмәҫмен кеүек йәйгә лә,
Эй был донъя, беҙҙе саптар ише
Йүгертә бит көн дә бәйгелә.

Ә мин яҙҙы тойоп өлгөрмәнем,
Ыуыҙлығы үткән, ыуалған,
Кәзә һаҡалдары ҡатҡылланған,
Һөтлөгән дә кинәт һыуалған.

Ә мин яҙҙы тойоп өлгөрмәнем,
Яҙлыҡтым да, яҙлай алманым,
Йәй ҙә сәскә ҡойоп бына ғына
Һоноп торор инде алмаһын…

* * *
Ни булһа ла, тормош дауам итә,
Ҡыйралмаһын рәттән күңелдәр,
Күңел гөлөн шиңдермәйсә тотоу
Ҡай хәлдәрҙә еңел түгел дә…

Тик үҙеңде үҙең йүгәнләмәй
Зар-зар дауылына эйәрһәң,
Оҙон юлда тының етмәүе бар,
Ҡолауың бар алда эйәрҙән.

Ни булһа ла, тормош дауам итә,
Донъя дауыл булһа – бул ҡая.
Ҡояш күпме ҡан-ҡойошҡа шаһит,
Көс таба бит, йәнә йылмая.


Арауыҡ

Өндәшмәүең, һөйләшмәүең
Торош әҫәргә, тиеп,
Йәннәт емеше ҡалдырҙың,
Булһын сәхәргә, тиеп.
Өс бөртөк йәннәт емеше,
Йәнә һыу ике уртлам.
Бәхетле генә булыуҙан
Ниңә һуң шулай ҡурҡам?
Ашаным йәннәт емешен,
Ташламаным һөйәген,
Күңелдә шул һөйәктәрҙән
Тиҫбе теҙеп өйәмен.
Йәннәт емеше татыным,
Ынтылманым йәннәткә,
Кире әйләндем донъяма,
Иҫке көндө йәлләп тә…
Юҡ, кәрәкмәй, тигән булып
Кемде генә алданым?..
Нәүәт шәкәрҙәре һуҙып
Ҡаршыланы ал таңым...

Автор:
Читайте нас: