-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
26 Май , 14:20

Ҡурай ҡыҙы

Ғүмер сылбырының туҡһанынсы тиҫбеһен ваҡлаған талантлы шағирә, тормошсан хикәйәләр, халыҡ яратып тыңлаған йырҙар авторы Дилә Булгакова һаман да сафта һәм ижад ҡаҙанының уртаһында ҡайнап йәшәй. «Ҡурай ҡыҙы» исемле ижад емеше лә – халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралына оло мәҙхиә ул.

Ҡурай ҡыҙы
Ҡурай ҡыҙы

Мәғрур тау итәгенән аҫтараҡ үҫкән ҡурай илендә елдәр туҡталып, үҙ йырҙарын йырлай, ҡурайҙың ете тажындағы еткән орлоҡтарын төрлө яҡҡа һибеп, көлөшә-көлөшә, ҡайһы берҙәре һыҙғырып йырлай-йырлай, ары үтте, арттағы кескәй генә бер төркөм ел малайҙары ергә ҡойолған ҡурай орлоҡтарын өрөп арыраҡ таратты, ә инде ике шаян ел малайы, бер нисә өлгөргән орлоҡто тау итәгенән өрә-өрә урмандан йыраҡ түгел дымлы урынға һибеп ҡалдырып, ары уйнай-уйнай, бер-береһен ҡыуалап-ярышып, йыраҡ түгел түңәрәк балдаҡлы ҡыр өйрәкле күлдең ҡамыштарына һарылып тирбәлә башланы. Ҡыр өйрәктәрен таныш елдәр, йомшаҡ елдәр өркөтмәне, уларҙың үҙҙәренең мәшәҡәте күп ине. Инде үҫеп еткән балалары менән улар йыраҡ-йыраҡ илдәргә китергә йыйынды. Шуға ла өйрәктәр балаларын ҡурҡмаҫҡа, өркмәҫкә, юлдағы ауырлыҡтарҙы еңеп, алға осорға, берҙәм булырға өйрәтә ине.
Йылы, дымлы, йомшаҡ тупраҡҡа төшкән ҡурай орлоғо оҙон керпектәрен асып: «Иҫәнмеһегеҙ, тирә-яҡтағы матурлыҡ, хәҙер мин һеҙҙең менән бергә буласаҡмын, үҫәсәкмен», – тигәндәй, йылы йырлы ерҙең ҡосағына инеп йәшеренде. Ул йүгәнһеҙ елдәр килеп ағастарҙың ҡуйы япраҡтарын туҙҙырып йөрөүен дә, әйлән-бәйлән уйнағандарын да, теҙелешеп киткән торналарҙың һағышлы йырын да, өйрәктәрҙең хушлашыуын да, тәүге көмөш ҡарҙар ерҙе ҡаплауын да тойманы.Ҡурай ҡыҙы татлы, тәмле йоҡоһонда ине.
Ҡыш ҡунаҡланы. Тышта буран байрам итте. Әйтерһең дә, ер менән күк ҡауышҡандай селтәр ҡар пәрҙәһе донъяны матурланы. Был сихри матурлыҡты кескәй ҡурай орлоғо күрмәне. Ул арала ҡояш һаран ғына булһа ла, тирә-яҡты уятырға теләп, алтын нурҙарын ергә һибә башланы. Ҡоштар тауышы ишетелде. Сихри тылсымлы миҙгел сабыр, аҡыллы, зарланмайынса ғына йылмайҙы. Яҙ килә! Ҡоштар ҡанатында яҙ ҡайта. Бына шул мәлдә Ҡурай ҡыҙы, тәүге тапҡыр нәфис ҡулдары менән үҙе тамыр йәйеп йоҡлаған ерҙән ҡалҡып сыҡты ла, оло Ҡояш менән иҫәнләште.
– Иҫәнме, йылы Ҡояш, мин дә тирә-яҡтағы матурлыҡ кеүек үҫкем килә. Нурҙарыңды ҡыҙғанма! Мин – йырсы Ҡурай ҡыҙы! Нурҙа­рыңдың нурын, һин һипкән матур­лыҡтың йырҙарын отоп йырлармын! – тип ҡарашын янындағы ҡош ояһына төбәне. Пар ҡоштар йырлай-йырлай оя үргәнен күреп ҡыуанды ла уларҙың йырын отто. Йыраҡ түгел урмандың да яҙҙы ҡаршылаған моңдарын күңеленә һеңдереп иләҫләнде. Ҡурай ҡыҙы иркә, йомшаҡ ҡояш нурында ай үҫәһен көн үҫте. Мәғрур тауҙарҙың быуаттар буйы йыйылған моң-зарҙарын, ҡыйыу бөркөттәрҙең тылсымлы тауыштарын ишетеп отоп алды.
Көндәр, аҙналар, айҙар аҡты. Йыраҡ түгел генә туғайҙағы салғы тауыштарын ишетеп хайран ҡалды Ҡурай ҡыҙы. Салғы тауыштары бесәнселәрҙең йырҙарын да уның күңеленә һарылдырҙы. Донъя ниндәй матур, киң, тылсымлы! Ер еләктәре, үлән, сәскәләр тажы, күбәләктәр йыры тирә-яҡты урап алған. Ана йыраҡ түгел шишмә йырлап аға:
– Был мин, яралған Ерҙең һулышы бит, – тип Ҡурай ҡыҙы шишмә йырына ҡушылып әкрен генә көйләне.
Бер көндө Ҡурай ҡыҙы хозур­лыҡҡа һоҡланып тамаша ҡылғанда, аҡ яллы ат өҫтөндә аҫыл егет килеп туҡ­таны ла, Ҡурай ҡыҙына бағып, һүҙһеҙ ҡалды. Ҡурай ҡыҙының янындағы иркә елдәр сыбар толпарҙың аҡ ялдарына һарылды һәм егеткә ҡарап:
– Ниңә туҡталдың? Әллә һин дә һоҡланаһыңмы беҙҙең Ҡурай ҡыҙының гүзәллегенә? Һоҡлан­маҫлыҡ түгел шул, башындағы ете тажы – әйтерһең дә, тылсымлы ҡашмау!
Аҫыл егет, бер аҙ һүҙһеҙ торғас, тәрән тын алды ла, һылыуға бағып:
«Эй, гүзәл Ҡурай ҡыҙы, мин моң эҙләп килдем, күңелем моңһоҙ, күс минең ҡулыма», – тип өндәште. Ҡурай ҡыҙы егеттең көслө, йылы усына ҡунды. Егет бармаҡтары менән һоҡланғыс Ҡурай ҡыҙының буй-һынына ҡағылып, һаҡ ҡына йомшаҡ тынын өрҙө. Шул саҡ Ҡурай ҡыҙы йылмайып, үҙенең серле, илаһи моңон түкмәй-сәсмәй тирә-яҡҡа таратты. Егет, уйнай-уйнай, ҡурай үҫкән ергә рәхмәт әйтеп, тыуған төйәгенә юл алды. Шул көндән ҡурай моңо өҙөлмәне. Ә уның моңона ғашиҡ йәндәр ҡулдарынан ҡурайҙарын төшөрмәйенсә бар донъяны моңға ураны, йырлатты, бейетте һәм илатты!Дан уға, серле ҡурайға!
Ә ҡурайсы егет ҡурайҙы данлап йырланы:

«Орлоҡ булып төшкәнһең,
Изге ерҙә үҫкәнһең.
Йыр-моңдарға үҙе бай,
Ҡулымда – серле ҡурай.

Нурын биргән Ҡояш, Ай,
Һин һоҡланғыс – үҙең бай.
Тыныңда – моңло наҙың,
Ҡашмауҙай – ете тажың.

Тауҙар баҡҡандыр күктән,
Иркәләп елдәр үпкән.
Быуаттарҙың моң-зарын
Йыйҙың үҙеңә барын.

Яралғанһың һин ерҙән,
Ҡунаҡласы гел түрҙән!
Тәбиғәтте һөйгән йән,
Серле ҡурай, һиңә дан!»

Ҡурай ҡыҙы
Ҡурай ҡыҙы
Автор:
Читайте нас: