+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
19 Апрель , 15:36

Ғүмер – аҡҡан һыу...

Рима Ибраһимова-Әбйәлилова – Хәйбулла районы Аҡнаҙар ауылы ҡыҙы. Бәләкәйҙән тормоштоң әсе һурпаһын эскән хисле күңелле Рима Шәрифулла ҡыҙы «Шишмә башы» һәм «Ашыҡмасы, ғүмер!» шиғри йыйынтыҡтарын үҙнәшер юлы менән сығарған. Бөгөнгө көндә Көйөргәҙе районы Ҡотлоюл ауылында балаларының хәстәрҙәренә төрөнөп, ейән-ейәнсәрҙәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп, ауыл тормошоноң, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәй.

Ғүмер – аҡҡан һыу...
Ғүмер – аҡҡан һыу...

Һөйөү яҙы
Яҙ етеүгә күңелемдә тиртә
Тал бөрөһө кеүек хистәрем.
Йәнемдәге бар күҙәнәк уяу,
Яҙҙың тойоп һулыш-еҫтәрен.
Ниндәй ҡөҙрәт ер күкрәген биҙәп,
Күҙ һалыуы тәүге сәскәнең.
Томандарға сорнап таң еленең
Тәбиғәтте наҙлап иҫкәне.
Йылы яҙым килде.
Күңелдәргә
Моңло сазын һалды тибрәтеп.
Һыҙылдырып ҡына зарыҡтырған
Илаһи нур биләй иҙрәтеп.
Мөхәббәтле яҙға был мәҙхиә
Сыңлап түгелә ярһыу ташҡындай.
Гөрләүектәр булып урғыла ла,
Һөйөү тулып йөрәк ашҡына.
Яҙ һәм һөйөү, мөхәббәтле тормош
Гәлсәр тамсыларҙан наҙ ала.
Өмөт шәмдәлдәре һүнгәндә лә,
Яҙ һулышы менән баҙлана.

Ғашиҡ булғым килә
Ғашиҡ булғым килә өр-яңынан,
Ахыры, һөйөр мәлем үтмәгән.
Атылаһым килә ҡосағыңа,
Танһыҡтарым ҡанып бөтмәгән.
Иренемдә ҡышҡы сейә тәме,
Һытылырҙай кеүек, үп кенә.
Элеккесә ярат сәсем һыйпап,
Берсә үреп, берсә һүткеләп.
Йыһан үрҙәренә саҡыр әле,
Оҙатып йөрөр күктә йондоҙҙар.
Беҙҙең өсөн атыр алһыу таңдар,
Тик беҙҙеке булыр был яҙҙар.
Күңелем наҙға сайпылырҙай тулы,
Минеке бул, тиеп әйт кенә!
Тәнем тирткән һутлы бөрө кеүек,
Ҡосағыңа алып иркәлә.
Ҡош ҡаурыйҙарынан аҡ сымылдыҡ
Айҙың иңдәрендә тирбәлә.
Аҡ йондоҙҙар беҙгә бәхет юрап,
Әйлән-бәйлән уйнап әйләнә.

Был ғүмеркәй әллә аҡ томан…
Уйһыуҙарҙа ята аҡ томан,
Елдәр иҫһә, тарала торған.
Эй, ҡыҫҡа ла икән был ғүмеркәй,
Үкендермәй үтһә, ни булған.
Уйһыуҙарҙа ята аҡ томан,
Уҙған ғүмерҙәргә саң ҡунған.
Михнәттәре менән күңел тулған,
Ҡыуанысын күреп кем туйған.
Уйһыуҙарҙа ята аҡ томан,
Таралып та китһә, ни булған.
Кемдең ғүмере йырлап-көлөп уҙған,
Бәғзеләрҙең ғүмере көл-туҙан.
Уйһыуҙарҙа ята аҡ томан,
Ысығынан эйелә сал ҡылған.
Михнәттәрен биргәс, рәхәтен дә
Тигеҙ итеп бүлһәң, ни булған?..

Ғүмер
Һаҡмар буйын буйлап, уйҙар уйлап,
Ярҙарында ултырып ял алдым.
Һыу ағышы аҡҡан ғүмер икән,
Оҡшашлығын күреп таң ҡалдым.
Һыу ағышы – наҙлы тулҡындары,
Ә тормоштоң ҡаты ҡағышы.
Боролоштар бик тә ҡаршылыҡлы,
Яҙмыштарҙың сәмле ярышы.
Яңы ғына кеүек килен итеп
Һыу башлатҡан ине еңгәйҙәр.
Эй, ғүмерҙәр, ниңә шулай ашығып,
Ағым һыуҙар кеүек үтәләр?!
Ҡабатлана яҙҙар, яҙҙар менән
Шул уҡ күлгә ҡайта ҡыр ҡаҙы.
Тәбиғәттә барыһы ҡабатлана,
Кире ҡайтмай бары йәш сағым.


Бәхет шишмәләре бармы икән?
Һыуға барҙым, һыуҙар һирпеп алдым,
Ике силәк тулды мөлдөрәп.
Ике силәгемдә – ике Ҡояш,
Сырҡ-сырҡ ҡайтып килә көлгөләп.
Мин дә көләм, ҡыҙ күңеле шулай –
Юҡтан ғына ҡыҙыҡ табаһың.
Ҡыҙ күңеле берсә түгелеп илай,
Тормош бирә шулай һабағын.
Һыуҙар тулы мөлдөрәмә силәк
Бер түгелә бәхет ташҡандай.
Бер бүҫкәреп китә күңел кеүек
Һағыштарға кинәт батҡандай.
Бармы икән бәхет шишмәләре
Пар силәктәр һирпеп алырға!?
Һыуһын ҡандырырҙай эсһәң икән,
Шишмәләрен ҡайҙан табырға?
Сайпылдырмай ғүмер юлдарында
Һөйгән йәрем менән үтергә.
Һис кенә лә ауырһынмаҫ инем
Ҡаф тауына менеп етергә.

Автор:
Читайте нас: